Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
26 Февраль 2020, 16:18

Бер кистә...

Бер кистә... Ғәҙәти шәмбе кисе, тыуған бар, күнегелгән виски. Барыһы ла таныш, барыһы ла ул яратҡанса – ҡәҙимге...

Бер кистә...
Ғәҙәти шәмбе кисе, тыуған бар, күнегелгән виски. Барыһы ла таныш, барыһы ла ул яратҡанса – ҡәҙимге...
Ҡыш көнө бүлмәгә күбәләк килеп ингән кеүек тәьҫир итте уға был көтөлмәгән осрашыу. Барға көлә-көлә килеп ингән ҡыҙҙарҙы күрҙе лә, ниҙер һөйләп ултырған еренән һүҙһеҙ ҡалды. Тирә-йүндә уйнаған музыка ла, шәмбегә генә хас шау-шыу ҙа юҡҡа сыҡты. Тағы шул йәнде иретерлек итеп йылмайғанда ла моңһоу ҡалған төпһөҙ күлдәй ҙур күҙҙәр... Ҡапыл хәтер еле уны теге йәйгә алып ҡайтты: бына ул алдына йүгереп сыға ла, Цветаеваны уҡый башлай: “Мне нравится, что вы больны не мной...” Бына улар балконда, икеһенең дә ҡараштарынан сыҡҡан осҡон арала электр утын тоҡандырғандай... Бына улар алмалары ишелеп уңған дача баҡсаһында парлы бейеүҙә өйөрөләләр, ҡапыл тирә-яҡтағы шау-шыу юҡҡа сыға, ни бары шул күҙҙәр, шул үҙенә ымһындырған ирендәр генә тороп ҡала... Ҡала-ара йөҙәр саҡрымдар, көтөп алынған осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр, бер-береһенә бүләк иткән китаптар һәм шиғырҙар... Быға тиклем әллә ни иҫенә лә төшөрмәй ине бит, әле ниңә йәш малайҙай ҡаушап ҡалды һуң?
Ҡыҙҙарҙың береһе уны күреп ихлас ҡул болғаны. Уға ниҙер хаҡында көлөп хәбәр һөйләгәне, бына инде бер нисә минут йөрәген йышлап тибергә мәжбүр иткәне ҡапыл уның яғына боролдо. Ҡараштар осрашты. Төпһөҙ күлдәй күҙҙәр буйлап ҡараһыу күләгә йүгереп үтте, ә шулай ҙа ҡыҙ ихлас йылмайып башын эйгәндәй итте, һәм...бер ни булмағандай ҡарашын алды. Эргәләренә килеп баҫҡан официантҡа көлөп ниҙер һөйләргә кереште. Былай ултырыуҙың әҙәпһеҙлек билдәһе икәнен яҡшы аңлап, егет урынынан торҙо, улар яғына йүнәлде.
Бер-ике аҙым, һәм шул төпһөҙ күҙҙәр...
- Һаумы?..
- Сәләәм! – бер ни булмағандай ҡосаҡлап алды, йылмайып ҡараны, хәл белеште, ыңғай яуап ишеткәс, шул уҡ ихлас йылмайған килеш буш өҫтәлдәрҙең береһенә йүнәлде. Күҙ асып йомған арала килеп сыҡты барыһы ла. Әхирәте, ғәфү үтенгәндәй, яурындарын һелкетте лә, уның артынан йүнәлде.
Ошонда ғына егет инде уның тынысланғанын аңланы. Аңланы, әммә йөрәген теге ялҡын элеккенән дә нығыраҡ ялмаған да...
Нисә тапҡыр күҙ алдына килтереп маташты икән ул был көтөлмәгән, әммә көтөп алынған осрашыуҙы?.. Мәңге үтмәҫтәй тойолған һуң ҡара төндәрҙә яралы йөрәген услап, үкһеп ебәрмәҫ өсөн мендәр ситен тешләгәндә, бар мәшәҡәттәрен ташлап, көпә-көндөҙ эш кабинетында илап ебәргәндә, Ағиҙел ярында бар көсөнә ярһып һыуға таш ырғытҡанда, сараһыҙлыҡтан айға ҡарап олорҙай мәлдәрҙә экранға ҡарап, таныш исем-шәрифтең “онлайн” булыу-булмауын күҙәткәндә, хатта, көсһөҙлөгөнә барып, бер-ике сәләм ебәргәндә... Был ҡалаға яңынан аяҡ баҫҡанда күңелендәге ярһыу баҫылған, хистәре йүгәнләнгән ине барыбер. Аҙаҡ тағы ултырып иламаҫ өсөн артыҡ әллә нимәгә өмөт итергә ярамағанын да белә ине, шуға тегене-быны уйлауҙан башта уҡ тынғыһыҙ йөрәген тыйып ҡуйҙы. Хәҙер килеп, ана ултыра, бынан бер-ике аҙым аша ғына, күҙен-алмай... Тыштан тыныс күренһә лә, эсендә буран айҡаша ҡыҙҙың, ул быны официант килтергән менюны иғтибар менән күҙәтеп, баҫырға маташа...
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән ике ҡыҙға тиҙҙән егеттәр ҡушылды. Береһен таный – әхирәтенең һөйгәне. Ә бына икенсеһе уның менән ихлас күреште, янына ултырҙы, ниҙер әйтте... Ҡыҙ ихлас көлөп яуап ҡайтарҙы, улар нимәлер хаҡында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшә башланы. Был күренеш йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды, һикереп торғоһо, был икәүҙе ике яҡҡа айырғыһы, ә уны етәкләп алып сығып киткеһе, элеккеләй ҡосаҡлап үпкеһе килде.
“Нимәгә мин уны ҡыҙғанам әле? Юлдар айырылған, арала әллә ни етди нәмә лә булманы...” Мейе бер нәмә уйлай, йөрәк үҙ тормошо менән йәшәй бирә. Иптәштәренең ни һөйләгәнен ишетмәҫ хәлгә етте, виски һалынған ҡырлы стаканын бер күтәрҙе, бер ултыртты, тәмәке төтәткеһе килде, әммә ул сығыу менән мираждай тойолған ҡыҙ ҙа юғалырҙай тойолдо. Ахыры, түҙмәне, стаканын алып улар янына йүнәлде:
- Рөхсәт итегеҙ?
- Әйҙә, әлбиттә!
Кино донъяһы хаҡында гәп һаталар, Кеше-үрмәксенең Марвел киностудияһынан китеү хаҡында һөйләшәләр. Ҡапыл тағы июль кисе хәтеренә килде, кескәй кинозал, ошо фильм... Иғтибарын ситкә йүнәлтмйем ти ҙә, тағы ҡосаҡлай, сәсенә ҡағыла, ул да йылмая, яурынына башын һала...
Күңел түрендә һәр ваҡыттағыса ҡотҡарған һалҡын ҡанлылығы тауыш бирҙе: “Һин уны үҙең ҡалдырҙың. Ғазап тулы йөрәген тәүҙә аҡ ептәр менән бәйләнең, ә үҙеңә эҫендергәс, ҡапыл кире эттең, иҫәр шиғырҙар менән яуапланың. Хәҙер килеп ҡаршыһында күҙеңде алмай ултырыуың да иҫәрлек билдәһе бит. Нимәгә өмөт итәһең һин? Күҙҙәренә күтәрелеп ҡара, ундағы төпһөҙлөктә һин уятҡан иркә осҡондар күптән һүнгән, ғорурлыҡ менән алмашынған”. Тороп ҡына сығып китеүе урынлы икәнен белә, әммә ниндәйҙер билдәһеҙ көс уны бында ҡаҙаҡлаған. Беренсе булып ҡыҙ ҡалҡынды:
- Мин хәҙер, иптәштәр.
Пальтоһын эләктерҙе, кеҫәһендәге тәмәке ҡабын ҡапшаны. Һаман бер ни булмағандай, тыныс, һәлмәк аҙымдар менән ишеккә табан йүнәлде. Эседә ниҙер өҙөлгәндәй итте егеттең, йөрәгенә өшөткөс һалҡын йүгерҙе. Ниндәй хаталанғанын бөгөн, әле килеп аңланымы әллә?
Ямғыр был кескәй ҡаланы ярата шикелле. Йәй буйына ҡойоп туймаған ахыры, һуң көҙҙә лә яуып рәхәтләнә. Ҡыҙ оҙаҡ ҡына аяҡ аҫтындағы фонарь яҡтыһы, тамсылар бейегән күләүеккә, унда яңғыҙ елкәндәй талпынған һары япраҡҡа ҡарап торҙо, елкәһенә япҡан пальтоһын нығыраҡ ҡымтығас, ашыҡмай ғына тәмәке тоҡандырҙы. Ағыулы төтөн тын юлдарын тултырҙы, әҙерәк ысҡындырғандай итте. Йөрәк шулай ҙа сығып бара, бар көскә уны тыйы маташыу барыбер ярҙам итмәйәсәк – әйҙә шашынһын. Әле ҡасан уны күрә әле, әле ҡасан шул шоморт күҙҙәрҙең уны күҙәткәнен тоя әле... Өмөтләнмә, ҡыҙый, өмөтләнмә, ул тағы ла йомшаҡ йәйеп ҡатыға ултыртыуы ихтимал, ихтимал ғына түгел, бик мөмкин!
Шул ваҡыт ул артында ишек асылып-ябылғанын ишетте. Ҡолағы менән түгел, йөрәге менән тойҙо таныш аҙымдарҙы, тәне буйлап электр тогы йүгерҙе.
Бер килке өндәшмәй торҙолар. Шунан үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы:
- Я в глазах твоих утону, можно?
Ведь тонуть в твоих глазах - счастье.
Подойду и скажу: "Здравствуй,
Я люблю тебя". Это сложно...
- Һин тағы ла рөхсәт ителмәгән алым ҡулланаһың, әммә мин был юлы алдан хәбәрҙар һәм ҡораллымын.
Шаяртырға тырышҡайны ла, әллә артыҡ ҡаты бәрелде? Бәрелһә ни, уға шул кәрәк...
Тынлыҡ. Һәм:
- Ғәфү ит.
- Ғәфү итәм.
- Барыһының да ҡайҙа тәгәрәгәнен минән яҡшыраҡ беләһең бит... Ары һуҙған һайын нығыраҡ ҡыйын булыр ине.
- Ниндәй матур төн! Есенин һымаҡ: “Какая ночь, я не могу!” Ҡалағыҙ барыбер матур һеҙҙең.
- Һин Өфөнән башҡаһын үҙ итмәйһең дә...
- Ҡалалар кешеләре менән күңелде яулай. Хатта иң бысраҡ, иң иҫке, ташландыҡ тойолғанында ла йөрәк йылытырҙай кеше табылһа, был ҡала матур күренә.
- Ҡал. Мин мөмкин түгелде һорайым, әммә...
- Ҡалаламы, әллә һинең тормошоңдамы?
- Улар араһында әллә ни айырма күрмәйем.
Тынлыҡ. Ҡапыл ҡыҙҙың елкәһенә ҡаплаған пальтоһы шыуҙы. Егеттәргә генә хас етеҙлек менән ул пальтоны төшөп барған еренән эләктерҙе лә, уның яурындарына япты. Япты ла, ҡулдарын алырға ҡыймайса, ҡатты. Ирендәре менән һаҡ ҡынә сәсенә ҡағылды:
- Һинән һаман мин яратҡан абрикос еҫе килә.
- Ә һин һаман үҙ-үҙенә ышанған, нахал...джентльмен. Нимәшләргә һинең менән?..
Әсенеп тә әйтмәне ҡыҙ был һүҙҙәрҙе, ә шулай ҙа уларҙа һағыш сағылды.
- Бәхетле булырға. Был юлы – мотлаҡ. Вәғәҙә бирәм. Тик һин ҡал. Ҡалала, тормошомда. Иртә һайын һине күрһәм, миңә башҡаһы кәрәкмәй.
...Ҡапыл өҙөк-өҙөк иҫкән ел ҡыҙҙың ни тип яуаплағанын ят ҡолаҡтарҙан йәшерҙе. Ағастарҙан йәнә япраҡ ямғыры ҡойолдо, уға ҡәҙимгеһе ҡушылып, бергә өйөрөлдөләр. Шулар араһында аҡ күбәләк тә күҙгә салынғандай – ҡанаттары нисек кенә һалҡын елгә өшөмәһен, барыбер ярата көҙҙө, ҡанаттары нисек кенә көймәһен – барыбер утҡа оса. Осһон. Янмайынса, туңмайынса бәхетте табырға мөмкинме һуң?..
Айгөл Йәмилева