Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
26 Март 2020, 01:17

Ҡаяға һыйынған ҡайын (Повесть. Башы)

– Аба-ба! Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тип, был ҡарт төлкө килендәргә күҙ һала түгелме?Табындағылар кинәнеп көлә. Һәммәһе лә бының бары тик шаярыу ғына икәнлеген аңлай аңлауын, әммә Миңзифа уңайһыҙлана, ҡарашын ҡайҙа йәшерергә белмәй. Бәй, шулай булмай! Ҡаш яһайым тип, күҙ сығарып та ҡуйыуҙары бар был ҡайнаға-ҡәйнештәренең. Үҙенең туғандары, ярай, аңлар ҙа, әммә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ни уйлап ҡайтыр?

Ҡаяға һыйынған ҡайын
(Повесть. Башы.)

– Әсе! Әсе! Әсе!
– Горько!..
– Бер! Ике! Өс!..
Әллә араҡы шауҡымынан, әллә йәштәре үтеп барған ҡыҙ менән егеттең ҡауышыуына һөйөнөүҙән, әллә ҡоҙа-ҡоҙағый, ҡоҙа-ҡоҙаса булыу шатлығынан, йөҙҙәре алланған, ауыҙҙары ҡолаҡтарынаса йырылған, күҙҙәрендә шаян осҡондар һикерешкән йәш-елкенсәк менән ағай-апайҙарҙың ғына түгел, хатта әбей-бабайҙарына тиклем тамаҡ ярып “әсе” ҡысҡырыуы эргәләге ҡая-тау артына инеп юғала. Тар урам эсенән таралған был тауышҡа барса йәнлек, ҡош-ҡорт хайран ҡалғандыр, валлаһи. Күптән әлегеләй ихласлап күңел асҡандары юҡ ине лә баһа. Ихата уртаһына ҡуйылған өҫтәлдең түрендә, ошо хәлдәренә ышанмағандай, уңайһыҙланып ҡына йылмайып, кейәү менән кәләш – Резеда менән Илһам ултыра. Ҡыҙға былай ҙа һүҙ әйтерлек түгел – сибәр, шулай ҙа туй күлдәге һәр кәләшкә айырыуса бер наҙлылыҡ, серлелек өҫтәйҙер. Бөҙрәләнеп төшкән оҙон сәсенә селтәр фата, муйынындағы Илһамдың бүләге - затлы муйынсағы ла барыһын да үҙенә ҡарап һоҡланырға мәжбүр итә. Йәштәрҙең бәхетенән, төн йылы, һил. Август айында, ғәҙәттә, төндәрен һалҡынайта, ә бөгөн, ғәжәп...
Пеләш башының осона ғына түбәтәй эләктергән, оҙон еңле күлдәге өҫтөнән йылы кәзәкей кейгән, ҡыҫыҡ күҙҙәре шараптан майланып алған күрше бабай әленән-әле Миңзифаға – егеттең әсәһенә ҡарап: “Ай, килен, үҙең дә шәп, киленең үҙеңдән дә шәберәк!” – тип тел шартлата. Эргәһендә ултырған дәү кәүҙәле әбейе тегенең кәзәкейе итәгенән тарта, “кит, ҡарт алаша, тик ултыр!” тип кешегә һиҙҙермәй генә әрләшә, уңайһыҙланып, тирә-яғына ҡаранып ала. Бар нәмәнән ҡыҙыҡ эҙләп ултырған йәш-елкенсәктең сос күҙенән бындай мәҙәк ысҡына буламы һуң! Кемдәрҙер йәш кейәүҙе, ҡайһыларылыр ҡоҙағыйҙы мәрәкәләй ҙә башлай:
– Тә-тә-тә, Илһам! Һаҡ бул, төнгөлөккә бер үк ишегеңде асыҡ ҡалдырма, килендән ҡолаҡ та ҡағып ҡуйырһың!
– Аба-ба! Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тип, был ҡарт төлкө килендәргә күҙ һала түгелме?
Табындағылар кинәнеп көлә. Һәммәһе лә бының бары тик шаярыу ғына икәнлеген аңлай аңлауын, әммә Миңзифа уңайһыҙлана, ҡарашын ҡайҙа йәшерергә белмәй. Бәй, шулай булмай! Ҡаш яһайым тип, күҙ сығарып та ҡуйыуҙары бар был ҡайнаға-ҡәйнештәренең. Үҙенең туғандары, ярай, аңлар ҙа, әммә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ни уйлап ҡайтыр? Барыһын да ысынға алып ултырыуҙары ла бар бит, ыстағафирулла! Килен кеше лә уңайһыҙлана торғандыр, күҙҙәрен күтәрергә ҡыймай. Ара-тирә керпектәре генә елпенеп, оялсан ҡарашы салынып ҡала. Килене бигерәк матур бала икән дә. Килешмәгән ере юҡ. Бигерәк тә сәсенең оҙонлоғо һоҡландырҙы уны. Ҡала сибәркәйҙәрендә генә түгел, ауыл ҡыҙҙарында ла ундай толомдар юҡ бит хәҙер. Шулай ҙа оҙон сәс ана нисек килешә ҡыҙ кешегә! Һөйкөмлөлөк наҙлылыҡ өҫтәй. Тик бына күҙҙәре... Бигерәк моңһоуҙар. Тәү күргәндә үк быға иғтибар иткәйне Миңзифа. Әммә баҫалҡылыҡ, оялсанлыҡ тип ҡабул итте. Әле иһә үҙе йылмайып-көлөп ултырһа ла, йөҙөндә ниндәйҙер бер йәшерен һағыш ятҡан кеүексе. Әллә берәй ҡайғыһы бармы? Улына сараһыҙҙан сыҡмаҡсы түгелме? Башҡа берәйһенә ғишыҡ тотоп, уны онота алмаймы? Әсә күңеле һиҙгер була торған, шулай ҙа был осраҡта яңылышһа ғына ярар ине. Улының, төпсөгөнөң, бик тә бәхетле булыуын теләй ул. Юҡһа, башҡаларҙы хушһынмауы, хатта береһе менән дә аралашмауы борсоуға һала башлағайны бит үҙен. Ирлек ғәләмәтендәме әллә ғиллә, тип дауаханаға алып барыу хәйләһен уйлап йөрөй ине. Еңгәләре менән шаярып һөйләшеү менәнме ни, еңгәй – еңгәй инде, сит кеше ҡатыны, оҡшаған хәлдә лә, һиңә булаһы эше юҡ. Ә бына Резеданы күрҙе лә, иҫе китте. Унан башҡа йәшәй алмайым тип ебәрҙе лә баһа! Миңзифа быға һөйөндө генә. Улы тураһында әллә нәмәләр уйлап йөрөүенә эстән генә уңайһыҙланып та йөрөнө әле. Динә киленгә рәхмәт. “Һиңә үҙем кеүек бына тигән, шәп кәләш табып бирәм әле, ҡәйнеш!” – тип шаярта ла йөрөй торғас, әйткәне Алланың “амин” тигән мәленә тура килде, улын һыу һөлөгө кеүек ҡыҙ менән таныштырҙы. Динә килененә күлдәк кейҙерер, Алла бирһә. Хәйер, замана йәштәре ни һин алып биргән күлдәккә хушһыныр тиһеңме! Ваҡланып тормаҫ, күҙгә күренгән берәй ҙур ғына бүләк алыр ҙа бирер.
Йәштәрҙең боронғо йолаларҙы һанға һуҡмауына эсе боша Миңзифаның. Бөгөн танышып, иртәгәһенә ҡауышыу ғәҙәти күренеш хәҙер. Ғәзиз балаңдың ниндәйерәк кеше менән уртаҡ тормош көтә башлауына төшөнмәй ҙә ҡалаһың. Бына Миңзифа ла килененең туғандарын бисмиллаға саҡ күреп ултыра. Туй мәлендә генә барыһын да һынап бөтөрһөңмө? Динә килен һәйбәт булғас, моғайын, быныһы ла унан кәм-хур түгелдер. Ни тиһәң дә икеһе лә бер ауылдан, етмәһә, айырылмаҫ әхирәттәр ти бит. Шулай тынысландыра ҡоҙағый кеше үҙен. Ҡарашын улына йүнәлтте. Ана ҡайһылай ҡәнәғәт йылмая. Сәсен сәскә ете-ят кешенең балаһы менән бәйләүе бер аҙ хафаландырһа ла, улының ҡыуаныслы йөҙөн күреү әсә күңеленә май булып яғыла. Бәхетле генә булһындар инде. “Эй, аллам!..” тип уфтанып ҡуйҙы Миңзифа үҙ алдына. Төпсөк кенәһен иркәләп-наҙлап үҫтереп, һаман бала кеүек күргәнгә, ахырыһы, күңеле елпенеп тик торасы.
– Ә хәҙер ҡотлау һүҙе ошо байрамдың сәбәпсеһе Динә килен менән Шатморат ҡустыға бирелә. Әгәр ҙә һеҙ саҡ менән суҡ ише аҙашып йөрөгән был ике йөрәктең ҡауышыу сәғәтен яҡынайтыу өсөн тәүге аҙымды яһамаһағыҙ, ошолай йырлап-бейеп күңел аса алмаған да булыр инек... – Тамада – туйҙы алып барыуҙы ышанып тапшырған Ынйыбикә – Миңзифаның бикәсе - үҙ эшен шартына килтереп башҡара. Зифа кәүҙәһенә һылашып торған ҡара күлдәге йылҡылдап күҙҙең яуын ала. Сәсен күпертеп, күҙ-ҡаштарына килештереп буяу һөрткән был киленде лә ҡашыҡҡа һал да йот инде! Әллә нисә ирҙең башын әйләндерә торғандыр әле. Һүҙ һорап күршегә лә инә торғандарҙан түгел шул. Көләмәстәрҙе әллә нисек хәтерендә ҡалдыра, кисә буйына һөйләп, ҡунаҡтарҙы көлдөрә генә. Шул ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы әллә үҙе уйлап таба инде?! Ана бит нисегерәк килештерә. Әртистәрең ары торһон. Миңзифа уларҙың йортона килен булып төшкәндә тал сыбығындай ғына шаталаҡ бер ҡыҙсыҡ ине үҙе. Күҙ алдында буй еткергәс, бигерәк яҡын ошо бикәсе. Ул да, аптырап томаны, әллә ҡайҙан бер татар егетен эйәртте лә ҡайтты. Уныһы кәләшенә генә түгел, ауылдарына ла ғашиҡ булып, бында торҙо ла ҡалды.
Йәштәргә тәбрикләү һүҙҙәрен тәүҙә Динә еткерҙе. Күҙҙәренән күренеп тора, әхирәтенең үҙе янына килеүенә ифрат шат:
– Һине ысын күңелемдән ҡотлайым, әхирәт! Мәңге бергә булайыҡ, ҡатышып йәшәйек, – тип, әхирәтенең эргәһенә үк килеп, ике яҡ сикәһенән алмаш-тилмәш супылдатып үбеп алды. – Ҡыуанысымдың сиге юҡ, Резеда! Ып-ысын!.
Динәгә оҙаҡ сөсөлдәп торорға ирек бирмәнеләр, янына шунда уҡ Шатморат килеп баҫты.
– Резеда балдыҙға рәхмәт инде. Мине ҙур бәләнән ҡотҡарҙы бит ул, – тип ҡунаҡтарға ҡарап күҙ ҡыҫты. – Бынан тыш кәләш миңә “ауылымды һағындым” тип илай алмаҫ, һағышын баҫырға Резеда балдыҙ янында хәҙер. Икеһенә күңеллерәк тә булыр.
– Ах, һин, хәйләкәр! Иң тәүҙә үҙеңде уйланыңмы әле шулай?! – Динә иренә ҡарап сыңғырлатып көлөп ебәрҙе...
– Юҡ инде, юҡ!.. Һине уйланым тием бит! – тип Шатморат ҡатынын юхалай һалды.
– Шулай тиң...
Резеда үҙен төш күргәндәй хис итә. Ул никахҡа инә... Ышанырлыҡ та түгел бит. “Никах менән әжәл һорап килмәй”, тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең. Ана бит, һис уйламағанда кейәүгә сыҡты ла китте. Үҙенең ниҙәр кисергәнен хатта аңламай ҙа ҡалды. Әле барыһы ла юрамал ғына кеүек: әйтерһең уға уйнап аҡ күлдәк кейҙергәндәр, уйнап ошо урынға, бөтөнләй күрмәгән-белмәгән кеше янына ултыртып ҡуйғандар; туғандары ла ҡыланып бейей, кәрәк булғанға ғына йырлай, исем өсөн шаяра-көлә. Хатта тәмле-татлынан, төрләндереп бешерелгән затлы ризыҡтарҙан һығылып ултырған өҫтәл дә ысын түгел кеүек. Өнмө был, әллә төш кенәме? Төш булһа бик шатланыр ине лә ул... барыһы ла өндә шул. Өндә. Хәҙер инде кирегә юл юҡ, түҙергә, үҙе лә бүтәндәргә ҡушылып юрамал, шаяртып ҡына шатланырға тейеш. Миңә барыбер хәҙер тип, ай яңылышманымы Резеда? Илһамды ул бит бөтөнләй белмәй. Илһам... ә ул бөтөнләй Резеданы белмәй. Кәләш әкрен генә буласаҡ иренә күҙ һалды. Йылмайып ултырған була. Күҙҙәрендә бәхет осҡондары. Кеше аша ғына танышып, бәхеткә өлгәшә алырҙармы? Әллә кейәүгә сығырға ризалашып, яңылыштымы ҡыҙ? Яҙмышын Хоҙай ҡулына тапшырып, ошоға тиклем нисек йәшәгән, шулай йәшәй бирергә кәрәк булғандыр? Ай, бөтөнләй белмәй бит Илһам ҡыҙҙы! Белмәй! Хәйерлегә генә була күрһен! Илһамдың әсәһе лә бик, бик яҡшы ҡатын. Әленән үк “килен” тип өҙөлөп тора. Уның был һөйөүен аҡлай алырмы? Яҡты киләсәккә өмөтө өҙөлөп, ҡанаты ҡайырылған ҡошҡа оҡшай башлағайны бит инде. Ҡайҙан Динә килеп осраны юлына? Уны тыңлап был ауылға нимәгә килде?! Ҡуй инде, уның әйҙә тиеүенә эйәреп сыҡ та китсе әле! Йәшәүҙән төңөлгән мәле ине шул. Тормоштоң бер ҡыҙығы ла ҡалмағайны уның өсөн. Дөрөҫ, бала саҡта дуҫ булдылар Динә менән, йәш саҡтарында сер уртаҡлаштылар, әммә юлдары күптән ике яҡҡа айырылды бит инде. Резеда Өфөгә сығып китте, Динә Учалыла ҡалды. Шунан бирле икеһе өсөн ике төрлө тормош башланды. Резеда яңы әхирәттәр тапты, тәүге мөхәббәт хистәрен дә шул осорҙа татыны. Динә менән хатлашып-хәбәрләшеп торҙо тороуын, әммә ул мәлдә йәшерен үҙ серҙәре барлыҡҡа килгәйне инде. Һуңғы арала бик үҙгәрҙе ҡыҙ. Башҡа һыймаҫлыҡ аҙымдар яһауҙан туҡтағаны юҡ шикелле. Әле лә дөрөҫ эшләнеме, юҡмы – бер Хоҙай ғына белә.
Резеда әсәһе менән атаһына күҙ һалды. Улар ҙа ҡыҙҙарының башлы-күҙле булыуына, шундай һәйбәт ғаиләгә, яҡшы иргә юлығыуына шатланып бөтә алмай. Әсә менән атаға тағы ни кәрәк? Балаһы бәхетле булһа, шул еткән. Хәйерле генә булһын инде барыһы ла. Яҡшы кешеләргә бәхетһеҙлек килтереп, күҙ йәштәренә быуырға яҙмаһын.
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан
Көнләшеп тә үлерлек...
Туй күлдәге бер көнлөкмө,
Туй күлдәге ғүмерлек!..
Ҡунаҡтар йыр артынан йыр һуҙҙы, бейене, уйнаны. Барыһына ла күңелле. Илһамға ла, Динә менән Шатморатҡа ла, атаһы менән әсәһенә, туғандарына ла. Резеда ғына һаман да шаңҡып ултырыуын белде. Аша тиһәләр – ашаны, эс тиһәләр – эсте, бейе тиһәләр – бейене, әсе ҡысҡырһалар, тороп үбеште лә шикелле. Барыһы ла төш кенә кеүек. Бына иртәгә ҡалалағы бүлмәһендә уянып китер... Уф, юҡ, ҡалған яғын уйлағыһы ла, күҙ алдына килтергеһе лә килмәй. Ҡуй, уның урынына бөгөнгө матур, күңелле төш оҙаҡҡараҡ дауам итһен. Ана бит кешеләр ҡайһылай ҡыуана Резеда өсөн...
– Арыныңмы әллә, кәләш?
– Ә? – Ят ауыҙҙан үҙенә ҡағылған исем ишетеүе ҡыҙыҡ.
– Арыныңмы әллә тейем? Йонсоп ултырған кеүекһең? – Илһам Резеданың толомдарын һаҡ ҡына артҡа һыпырып, күҙҙәренә ҡараны.
Ҡара һин уны, һиҙгер ҙә әле үҙе.
– Арыным. Тауыш, шау-шыу... Баш ҡаңғырып китте.
– Минеке лә. Әйҙә ҡайтайыҡ?
Ғәфү үтенеп, ҡунаҡтарҙың барыһы менән дә хушлашып, тышҡа сыҡтылар. Кәләш менән кейәүгә урынды Ынйыбикәләрҙең өйөнә һалғайнылар. Көҙгө һауа. Бешкән ашлыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Элек ошо мәлдә ауыл гөрләй торғайны. Ул иген тейәп келәткә ашыҡҡан машиналар, ул бер баҫыуҙа эшен тамамлап икенсеһенә күскән комбайндар. Ҡара төнгә тиклем уттарын быҙлатып, үҙ яйҙарына ашлыҡтарын ура бирерҙәр ине.
– Әйҙә йылға буйына төшөп әйләнәйек? – Резеда ваҡытты һуҙырға тырышты. Тормошта былай еңел генә булмай. Ҡыҙ бындай еңеллеккә өйрәнмәгән. Яңылышты ул. Яҙмышын янындағы кеше менән бәйләргә тейеш түгел ине! Лайыҡлымы һуң ул Илһамға?! Барыһын да һөйләргә, аңлатырға кәрәк. Шунһыҙ күңелендәге был төйөр менән нисек йәшәр?
– Әйҙә, һөйөклөм, нимә генә ҡушһаң да, мин әҙер! Утҡа инергә бойор – инәм! Һыуға һикер тиһәң – һикерәм! Тамсы ла уйлап тормайым!
Ҡыҙға уның малайҙарса ҡыланыуы мәҙәк тә, рәхәт тә… Улар һуҡмаҡ буйлап йылғаға табан атланы. Илһам ҡыҙҙың нәҙек бармаҡтарын эләктереп алып, һаҡ ҡына үҙенең көрәктәй усына йомдо. Резеда ҡарышманы. Ул һүҙҙе нимәнән башларға белмәй аптыранды. Үпкәләтмәҫлек итеп, нисек шыма ғына әйтергә? Ҡайһылай аңлатырға барыһын да? Бер нисә генә көн эсендә ул бит барыһын да яҡшылап уйлап, аңлап та етмәне. Моғайын, Илһам да шундай уҡ хәлдәлер. Киноларҙа ғына - күрешәләр, шунда уҡ туй яһайҙар, ҡауышалар – рәп-рәхәт, еп-еңел. Ә был бит ысын тормош.
– Илһам, ни... – Ҡыҙ тотлоҡто. Ҡулын егеттең усынан һурып алды ла, үҙен биленән ҡосаҡлап, яр ситенә барып баҫты.
– Аһ, мин, иҫәр! Өшөйһөңдөр инде. Ҡана пинжәгемде ябайым.
– Юҡ, юҡ, һыуыҡ түгел...
Әммә егет уның һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне, пинжәген йәһәт кенә ҡыҙҙың яурынына һалды.
– Бына шулай... Эх! Ошонда минең ғүмерем үтте лә инде! – Илһам аяҡтарын кирә баҫып, ҡулдарын елкәһенә саҡмаштырып ҡуйып, күкрәк тултырып һауа һуланы. – Әлдә бында төшөргә тәҡдим иттең әле! Уртаҡ тормошобоҙ ошо хозур урында башлана инде.
– Илһам...
– Туҡта, Резеда. Бына тыңла әле: төндөң тауышы бигерәк ирмәк бит ул.
Һин үҙең ирмәк, тип эстән генә көлөмһөрәне ҡыҙ, төн төн инде, уның ниндәй тауышы булһын! Илһам кәләшен арттан килеп ҡосаҡланы.
– Тыңлай беләһеңме?
– Беләм шикелле…
– Улайһа күҙҙәреңде йом, барлыҡ уйҙарыңды башыңдан сығарып ташла, тынлыҡҡа ҡолаҡ һал, нимә ишетерһең икән.
Йәш кәләш мейеһендә ҡайнаған ҡаршылыҡлы уйҙарынан тиҙ генә ҡотола алманы, фекерен туплай алмайынса яфаланды.
– Тыныслан... Һиңә рәхәт... Ҡоштар тауышын ишетәһең... Йылға ағышы...
Тиҙҙән, ысынлап та, күҙҙәрен йомоп, Илһамдың тауышына буйһонорға тырышҡан Резеданың ҡулдарын, аяҡтарын хәлһеҙлек биләне. Ҡайһылай рәхәт! Илһамдың йылы ҡосағында сихри бер донъяға остомо ни! Ишетә, ишетә ул төндө! Йә хоҙайым! Иҫерергә бер ниндәй ҙә шарабың кәрәкмәй! Бындайҙы Резеданың тәүләп татыуы... Илһамдың көслө ҡулдары, ҡоштар һайрауы, сылтыр-сылтыр килеп йылға ағыуы, сиңерткәләрҙең сырылдауы, алыҫта эттәр өрөүе, ҡайҙалыр матай, ҡайҙалыр трактор, машина тауыштары. Шифалы, наҙлы һауа. Бына ҡайҙа ул ожмах!
– Ошонда үтте минең бала сағым. – Илһам әкрен генә тауыш менән Резеданың ҡолағына шыбырланы. – Түбәндәрәк малайҙар менән уҙыша-уҙыша һыу инә торғайныҡ. Күҙ алдыңа килтерәһеңме? – Резеда эйе тигәнде белдереп башын ҡаҡты. – Алла бирһә, иртәгә көндөҙ ул яҡтарҙы алып барып күрһәтермен, ә икенсе йыл икәүләп һыу инербеҙ, йәме? – Илһам эйелеп кәләшенең күҙҙәренән үбеп алды.
– Уй, мин һыуҙан ҡурҡам да ул! – Резеда бала шикелле ҡыуанып көлдө. – Беҙҙең ауылда йылға былай ҙур түгел бит. Бәләкәй генә. Тауыҡ кисеп сығырлыҡ.
– Ҡайғырма! Мин һине өйрәтермен. Ә балаларыбыҙҙы икәүләп өйрәтербеҙ...
– Балаларҙы? Ниндәй балаларҙы? – Ҡыҙ ялп итеп Илһамға ҡараны.
– Беҙҙең балаларҙы. Мин бишәү булыуҙарын теләр инем.
– Бишәү? Һин нимә? Берәү булһа ла бик шәп беҙҙең йәштә!
– Ярай, уныһын аҙаҡ күҙ күрер. Әлегә һине үҙем менән таныштырыуымды дауам итәм. Белгең килһә, “белорус” камераһына ултырып, ағып китә яҙғайным бала саҡта. Шул хәлдән һуң миңә “моряк” тигән ҡушамат та тағып ҡуйғайнылар...
– Бигерәк күңелле үткән шул бала сағың! – Ағып китә яҙыу күңелһеҙ күренеш булһа ла, Резеда ҡурҡыуынан ни эшләргә белмәй аптырап ултырған малайҙы күҙ алдына килтереп, рәхәтләнеп көлдө.
– Ҡайһылай матур көләһең!... – Илһам уға һоҡланып ҡараны. – Бына мин дә һине өйрәнә башланым...
Ҡыҙыҡай ҡапыл көлөүенән туҡтаны, ҡыҙыҡһынып Илһамға ҡараны:
– Шунан? Тағы ниндәй эштәр боҙа торғайның бала саҡта?
– Әсәйҙәрҙән әрләнә-әрләнә балыҡ тота инек.
– Ә ниңә әрләнеп? Балыҡ тотҡан өсөн әрләйҙәрме ни?
– Малайҙарың булып, ҡыҙыу эш ваҡытында ҡармаҡтарын тотоп юғала башлаһалар, ни эшләрһең икән? Шунда ҡарарбыҙ! Йә булмаһа тәҙрәңдәге селтәр менән селбәрәләр һөҙһәләр...
– Һа-һа-һа, ул ваҡытта эләгә инде!
– Бына шул-шул!...
Рәхәт ине Резедаға Илһам янында. Бына ошо ябайлығы менән арбағандыр ҙа инде. Юҡһа танышып, икенсе көнөнә өйләнешергә һүҙ ҡуйышмаҫтар ине. Илһамдарҙың ауылына тәүге көндән үк ғашиҡ булды Резеда. Урман-тау араһынан һыҙылып ятҡан юл буйлап килеп инеүгә һине бейек ҡая ҡаршылай. Башыңды күтәрһәң, кәпәсең төшөп китерлек. Ҡаяһы ла ниндәй бит әле: кемдер яртыһын тигеҙ генә итеп киҫеп алған төҫлө. Аҫта уға һырылып тигәндәй йылға аға. Ә өҫтә, ҡайның иң бейек ерендә, эскә өңөлөп киткән урыны бар. Һәм шунда яңғыҙ, сибек кенә бер ҡайын үҫә. Бына-бына ҡолап китер төҫлө ул. Әммә, бахырҡай ел-дауылына, ямғыр-ҡарына ҡарамай, яңғыҙлыҡҡа бирешмәй, үҙенсә ғорур баҫып торған була. Резеда тәү күреүҙән үк үҙен шул ҡайынға оҡшатты. Ул да яңғыҙ. Ул да упҡын ситендә. Уға ла аҙым һайын ел-дауылы, ямғыр-ҡары янап ҡына тора. Ышыҡланыр ҡаяһы ғына юҡ ине, бына бит, бәхетенән Илһамы эргәһендә ҡая кеүек баҫып тора.
Әле улар ауылдың икенсе яҡ осонда. Бында тигеҙлек. Әммә ифрат матур – әҙ генә лә барырға түгел – Ҡасим тауы башлана. Уны ҡая менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Уның ҡарауы, емеш-еләккә бай, йәнлек-хайуандар ҙа осрап ҡуя тиҙәр унда.
Илһам бала сағы менән бәйле тағы әллә ни саҡлы мажаралы хәлдәр хаҡында бәйән итте. Резеданың күҙ алдына ап-асыҡ булып шуҡ, шаян малай килеп баҫты. Әлеге Илһам менән сағыштырырлыҡ та түгел! Ҡыҙ уның йылы, көслө ҡосағына бына шулай һыйынып торор ҙа торор ине, әммә Илһам әкрен генә уны ауыл яғына йүнәлтте:
– Барыһын да бөгөн һөйләп бөтһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Иртәгәгә, унан һуңға ҡалдырайыҡ.
Бер аҙ барғас:
– Ә! Бая миңә нимәлер әйтергә теләгәйнең шикелле? – тип Резеданы күктән ергә төшөрҙө. Әммә ҡыҙҙың әлеге мәлдә бер ҙә генә үҙенең күңелһеҙ хәбәре менән Илһамдың да, үҙенең дә кәйефен төшөргөһө килмәне. “Ярай, – тип уйланы ул эстән генә, – нимә булһа ла булыр, иртәгә, бәлки... ” Ә әлегә... бәхет даръяһында йөҙһөн әле. Уның вайымһыҙ ҡарашында тәүге тапҡыр нур сатҡылары күренде бит. Нисәмә йылдан һуң тәүләп элеккесә, бер ҡайғыһыҙ һәм ғәмһеҙ рәхәтләнеп көлә алды. Илһамдың йылы ҡосағы уны тамам иретте. Юғиһә, бындай наҙлы мөнәсәбәтте онотоп, роботҡа әйләнә башлағайны ла баһа! Әйтһәләр эшләй, саҡырһалар – бара, ҡыуһалар – китә. Әле бына Динә менән осрашҡас, Илһам менән танышҡас, йөрәгендә ниндәйҙер осҡон ҡабынғандай булды, уйларлыҡ, фекерләрлек, тирә-йүнендә нимәләр булып ятҡанын күрерлек хәлгә килде. Ошоға тиклем бындай ҙа туң йөрәк менән нисек йәшәй алған? Резеданың башынан бер-береһенә бәйләнмәгән уй артынан уй ағылды. Кешене яҙмыш үҙе йөрөтә, Резедаға ла ошонда килергә, Илһам кеүек яҡшы кешегә кейәүгә сығырға яҙғандыр.
Ынйыбикәләрҙең йорто ҙур. Замансалап, ике ҡатлап төҙөгәндәр. Ире менән икеһе пар килгәндәр шул, аҡса эшләйбеҙ, донъя малы йыябыҙ тип тырышып торалар. Резедаға үҙенең ҡыҫынҡы бер бүлмәле фатирынан һуң был тотош һарай кеүек күренде. Илһам, ғәҙәтенсә, юлында һәр осраған нәмә менән кәләшен таныштыра барҙы:
– Бына быныһы – күтәрмә, таныш бул. Ошонда аяҡ кейемдәрен сисәләр...
Уның һәр һүҙенән ҡыҙыҡ табып ҡыуанған Резеда был юлы ла сыңғырлатып көлөп ебәрҙе.
– Уныһын ғына мин дә беләм, айҙан төшмәгәнмен дә.
– Ә минең өсөн күктән төшкән йондоҙ һин. Йондоҙом минең!
Наҙ менән әйтелгән был һүҙҙәр Резеданың йәнен иркәләй. Уға рәхәт!.. Еңелсә башы әйләнә. Тағы, тағы әйттергеһе килә. Әммә шул уҡ ваҡытта күңел төбөндәге болоҡһоу уйҙары яңынан ҡалҡып сыға.
– Илһам, һин бит мине бөтөнләй белмәйһең, нисек улай тип әйтә алаһың? Танышыуыбыҙға ла бер нисә генә көн... – Резеда бер аҙ борсолоп, күтәрмәгә менде.
– Ни эшләп белмәй ти? Һин – донъялағы иң матур, иң яҡшы, иң изге кеше! – Илһам уны ҡапыл күтәреп алды. – Мин һине ғүмер буйы бына ошолай ҡулымда күтәреп кенә йөрөтөрмөн!
Әле генә бар кәрттәрҙе лә асып һалып, “ғәфү ит, беҙҙең өйләнешеү яңылышлыҡ булды” тип, ҡойроҡто һыртҡа һалырға әҙер ҡыҙ тағы өндәшмәй ҡалды. Уның ғүмеренең өр-яңы бите асылды, өр-яңы тормош башларға тора. Барыһы ла яҡшы булһын өсөн тырышасаҡ ул. Ныҡ тырышасаҡ. Аллаһы Тәғәләнән яңылышлыҡтары өсөн ярлыҡауын үтенәсәк. Толомдары менән иҙән һеперер, иренең иңдәренә саң да ҡундырмаҫ, күҙҙәренә генә ҡарап торор, ни ҡушһа, шуны эшләр. Резеда ла кеше, уның да бәхеткә хаҡы бар. Ҡәйнәһе йортонан сығып йөрөмәҫ, Өфөгә бигерәк тә аяғын да баҫмаҫ. Әсәһенә лә ире менән онотҡанда бер генә ҡайтып әйләнер. Ҡыҙҙарын күрергә теләһәләр, үҙҙәре килерҙәр. Бына шул! Инде фекерҙәрен бер төйөнгә тупланы шикелле. Нисә көндәр тоноп торған мейеһе асылып, алдында яҡты юл күренгәндәй булды. Иренең муйынына һарылған килеш күккә ҡараны. “Рәхмәт һиңә, Хоҙайым, рәхмәт ай-йондоҙҙарым! Мин дә хәҙер йондоҙ бит әле, Илһамдың йондоҙо!” – тип бышылданы.
2.
Резеда иртә уянды. Уянды тиеү дөрөҫ тә түгелдер, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Ул инде яҡтырып бөткәс бер аҙ серем генә итеп алды. Әле күҙҙәрен асты ла, кире йомдо, иркәләнеп урынында кирелде. Аһ, ҡайһылай рәхәт! Бер ҡайғы юҡ, борсолоуҙар артта тороп ҡалды. Алда – яҡты көндәр! Ул бәхетле! Йә Хоҙайым, күҙ генә тейеп ҡуймаһын! Эргәһендә бер нәмә белмәй йоҡлаған иренә күҙ һалды. Ниндәй матур, һөйкөмлө ул! Керпектәре лә оҙон икән. Күҙҙәре... һоро төҫтә ине булһа кәрәк. Ҡуйы ҡара ҡаштары, танау башланған ергә тиклем һуҙылып, икеһе бергә ҡушылған. “Уның береһе – мин, береһе – ул” тип һыйпарға үрелде лә, үҙенән үҙе оялып, ҡулын тартып алды. Уф, бигерәк йәш ҡыҙ кеүек ҡыланам, тип үҙен битәрләп алды. Тәүләп ир күреүеме ни? Улай тиһәң, элек күрҙеме ни уларҙы? Түшәк, түшәк... башҡа бер нәмә лә белмәне ир тигән әҙәми заттар менән. Ә бындайҙы, ысын һөйөүҙе, ысынлап та, тәүләп татыуы. Тәүге мөхәббәте - Ирғәлене һанамағанда. Уныһы ла “әҙәм аҡтығы” булып сыҡты! Алдаҡсы, ҡурҡаҡ! Иҫенә төшөргөһө лә килмәй. Ҡалғас, ул да кисәге көндә ҡалһын. Хәйер, уның был яҡты донъянан китеүенә лә быйыл биш йыл. Кешене лә бәхетле итмәне, үҙе лә бер рәхәтлек күрмәне был тормошта. Эт типкеһендә йөрөп үлде. Илһам менән сағыштырһаң, икеһе ер менән күк араһы. Илһам ана ниндәй мыҡты кәүҙәле, нимә теләгәнен үҙе белә, дөрөҫөн ҡырҡа әйтә! Бындай ир эргәһендә, әлбиттә, үҙеңде ышыҡта тояһың. Бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Резедаға әлеге мәлдә тап ышаныслы терәк кәрәк тә инде.
Улар йоҡлаған бүлмә йорттоң икенсе ҡатында. Өй эсе яп-яҡты. Һаран ғына ҡояш нуры төшә. Стенаның ярты өлөшөн ауылға килеп ингән юлсыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып торған ғорур ҡая һүрәте биләй. Уны шунда уҡ таныны Резеда. Үҙенә оҡшатҡан яңғыҙ ҡайын да зифа һынына маһайғандай баҫып тора. Берәй рәссам төшөрҙөмө икән? Әллә үҙҙәре шулай оҫтамы? Ана бит, йортто ла былай-алай итеп һалып ҡуйғандармы! Кешеләр йәшәй белә лә инде! Ә Резеданың күпме ғүмере заяға үткән! Ҡайтарып булһын ине ул мәлдәрҙе, белер ине нисек йәшәргә. Әллә барыһы ла яңынан ҡабатланыр инеме? Яҙмыштан уҙмыш юҡ тиҙәр бит. Резеда үрелеп тәҙрәгә күҙ һалды. Ана әлеге ҡая! Ынйыбикә апайҙарының ҡаршыһында ғына бит! Аҫта талғын ғына йылға аға. Ожмах! Теге рәссам нәҡ ошонан ултырып төшөргән күрәһең. Терһәгенә таянған килеш, оҙаҡ күҙен ала алмай һоҡланып ятты Резеда. Уның да шундай ныҡ, көслө булғыһы килә. Ул ваҡытта уны бер кем-бер кем дә һындыра алмаҫ ине. Ә ул… ул ни бары упҡын ситендә баҫып торған яңғыҙ ҡайын ғына шул… Күҙе тәҙрә төбөндә ултырған сәғәткә төштө. Сәғәт ете! “Кисә нимә тип һүҙ бирҙең әле үҙеңә?!” тип шелтәләп алды ҡыҙ үҙен. Килен кеше 7-гә саҡлы йоҡлап ятырмы? Ҡәйнәһе иртүк тороп, һыйырҙарын күптән һауып, көтөүгә оҙатҡандыр инде, ә ул йоҡо һимертә. Ул, ирен уятмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына урынынан торҙо. Халатын эләктерә һалып, аяҡ остарына ғына баҫып ишектән сыҡты. Өҫкө ҡатта улар йоҡлаған бүлмәнән тыш тағы ике бүлмә бар икән. Балаларыныҡылыр. Баҫҡыс янындағы ишек асыҡ тора. Зал ахырыһы. Тауыш-тын ишетелмәй. Береһе лә өйҙә юҡмы икән ни? Әллә йоҡлайҙармы? Тышта һыйырҙар, быҙауҙар мөңрәгән, ҡаҙҙар ҡаҡылдаған, сыбыртҡы шартлатҡан тауыштар ишетелә. Моғайын, һарай тирәһендә йөрөйҙәрҙер.
– Әйҙә, әйҙә, кеш! Кеш! Тиҙерәк булығыҙ! Һеҙҙең менән һуҙылып йөрөргә бер ҙә генә лә ваҡытым юҡ бөгөн!
Ынйыбикә апай бит. Килен кеше бына ниндәй сос булырға тейеш! Солан ишеген асыуға Резеданы күреп тә ҡалды.
– Ә һин ниңә әҙерәк йоҡламай, таң менән тороп йөрөйһөң? – Ҡаҙҙары ыңғайына киленен дә әрләп алды.
– Йоҡом туйҙы инде. Ауыл өйөндәге йоҡо шул тиклем татлы! Рәхмәт инде һеҙгә!
– Ярай-ярай, бар, йоҡла әҙерәк, кисә арығанһығыҙҙыр!
– Эй ҙә! Оялмайынса йоҡлап ятмайым инде. Ҡана, һыйырҙарығыҙҙы һауышайым.
– Ҡуй, килен, ҡуй, берәйһе ишетеп ҡалмаһын! – Ынйыбикә, ысынлап тыңлап тормайҙармы, тигәндәй, ян-яғына ҡарап алды. - Ауыл тултырып һөйләрҙәр унан. Ҡәйнәңә лә шунда уҡ алып барып еткерерҙәр. Ауылда ни шул инде... Тешһеҙ әбей кеүек, береһенең ауыҙында һүҙ тормай, – тип йүкә телефондың нисек эшләүен дә аңғартты Резедаға. – Мин үҙем дә һәләк шәп ул. Бар, булмаһа, сәй ҡуя тор.
Резедаға уны тыңлауҙан башҡа сара ҡалманы. Сәй ҡуйғас, яңынан үҙҙәре йоҡлаған бүлмәгә күтәрелде. Буянғыстарын алып, залға инде. Бәй, бында бит футбол уйнарға мөмкин! Йорт төҙөһәләр, мотлаҡ уларҙыҡы кеүек итеп һалырға кәрәк! Резеда сәсен үрҙе, битенә крем һөртөп, күҙ-ҡаштарын һыҙҙы. Бынан ары ул гел дә әҙ генә иртәрәк тороп, үҙен ҡараясаҡ. Бер кем дә уны шамтыр, ҡаралмаған килеш күрмәҫ. Һәм һәр ваҡыт йылмайып йөрөйәсәк ул, барыһына ла алсаҡ буласаҡ. Эстән ҡан илағанда ла, ҡайғы-һағышын белдермәйәсәк.
Әлегә Илһамды уятманы, сәй әҙерләр ҙә, шунан саҡырыр. Ул арала Ынйыбикә апаһы ла эшен бөтөрөп инде.
– Был килен ҡайһылай шәп булып сыҡты! – тип йылмайҙы ул әҙер өҫтәлгә күҙ һалып. – Өйҙө белдең, инде йышыраҡ килеп йөрөрһөң. Илһам йоҡлаймы әле?
– Эйе, йоҡлай.
– Һуңғы арала арыны ул, йонсоп китте. Ҡамыт кеймәҫ борон ҡулланып ҡалайыҡ тинеләр шикелле, уныһы ул яҡҡа, быныһы был яҡҡа тартҡысланылар ғына. Шәп ул минең ҡустым. Кейәүҙән уңдың! – Ынйыбикә шулай һөйләнә-һөйләнә йыуыныу бүлмәһенә инеп юғалды. Ауыл ере тип тормағандар, бәҙрәфен дә, ваннаһын да эскә ҡуйғандар. Алтын инде ҡулдары, алтын! Ире кем икән? Кисә лә күренмәне, шикелле. Һораһаң, уңайһыҙ кеүек. Ярай, Илһамдан һорашып белешер әле. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәндә шуларҙы уйланы Резеда. Ире ул ишекте асыуға күҙҙәрен асты. Карауатына ултырған килеш кәләшенә ҡарап ҡатты.
– Йондоҙом минең! Бөгөн һин тағы ла матурыраҡ!.. – тип ҡулдарын йәйеп, ҡаршы килгән кәләшен ҡосағына алырға әҙерләнде. Резеда йәш ҡыҙҙар кеүек оялған булып, инәлтеп маташманы. Ошо йөрөп килеүгә генә ирен һағынып та өлгөргәйне инде ул. Нимә был? Тәү ҡараштан мөхәббәтме? Әммә оҙаҡ наҙланып ултырырға ваҡыттары юҡ: берҙән, улар кеше өйөндә, икенсенән, аҫта – Ынйыбикә апай, өсөнсөнән, төп йортта ла көтәләрҙер. Урынынан ҡуҙғалырға иренеп иркәләнеп ултырған Илһамға кейемдәрен кейҙереште. Уңайһыҙланып, бер туҡтауһыҙ “үҙем, үҙем” тип ҡабатлаһа ла, кәләшенең уны шулай бала кеүек итеп ҡәҙерләүе оҡшай ине.
Аш бүлмәһенә танауын өҫкә сөйөп, тәмле еҫтәрҙе еҫкәй-еҫкәй барып инде Илһам.
– Эй, бигерәк уңғанһың да инде, апай! Йыбанмай, әллә нәмәләр әҙерләп өлгөргәнһең!
– Һин, иркәм, миңә түгел, мин мал менән булған арала ошондай бай табын әҙерләгән кәләшкәйеңә рәхмәт әйт.
Илһам кәләшенә яратып ҡараны. Кем ҡатынының аш-һыуға оҫта булыуын теләмәҫ? Резеда бындай маҡтауҙан уңайһыҙланып, башын эйҙе, бит остары алһыуланып сыҡты. Һиҙҙермәҫкә тырышып:
– Әйҙәгеҙ, ашарға ултырайыҡ, – тип өҫтәлгә саҡырҙы. Унан Илһамға ҡарап йылмайҙы: – Мин һиңә көн дә иртәнге ашты ла, төшкөлөгөн дә, кискеһен дә бына ошолай өҫтәл һығылдырып әҙерләрмен, теләйһеңме?
– Теләмәгән ҡайҙа! – Илһам кәләшенең һөйләп бөткәнен дә көтмәй ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ана ҡайһылай шәп кәләшкә юлыҡты! Һайланған - һаҙға батҡан тигән булалар тағы...
– Тик мин бешергән нәмәләрҙе бөтөргәнсе ашамай ғына ҡарарһың! – тип янаны үҙ сиратында ҡыҙ, көлөп.
Ҡунаҡтарҙы – ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын шаулап оҙаттылар. Шул арала бер-береһен оҡшатып, туғанлашып бөткәйне улар. Туҡтауһыҙ бер-береһенә рәхмәттәр уҡынылар, йәштәргә бәхет, оҙон ғүмер, мөхәббәт теләнеләр. Резедаға ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа. Бына бит кешеләрҙең әҙәмсә тормошо нисек була. Бөтә нәмә үҙ сираты, үҙ яйы менән аға. Ул ғына иртәгә, иртәгә генә түгел, бер сәғәттән нимә булырын белмәй йәшәне. Һәр минутын ҡурҡыу, көтөү менән үткәрҙе. Шулай уҡ барыһы ла артта ҡалдымы икән ни? Ышанып та булмай!
Үҙҙәре генә ҡалғас, шаулап торған йорт тынып ҡалды. Бөтәһе лә арығайны, һауыт-һабаны тиҙ генә күмәкләп йыйыштырып алғас, һәр береһе тиҙерәк үҙ өйөнә ашыҡты. Резеда биҙрә менән һыу индерҙе.
– Килен, әллә иҙән йыуырға уйланыңмы? Ял ит әҙерәк, арыманыңмы ни? Эш ни ҡасмаҫ әле! – Ҡәйнәһе шулай тигәс, Резеданың күңеле буйлап йылы ток йүгереп үтте. Уны үҙ ҡыҙы кеүек ҡабул итте! Яман ҡәйнә булһын ине әле! Килен кешенең эше шул, тип кенә ҡуйыр ине.
– Юҡ, ҡәйнәм, бөгөн эшләй торған эште иртәгәгә ҡалдырырға яратмайым. Ҡыйын булһа ла, эшемде аҙағынаса еткереп ҡуям, – тип йылмайҙы ҡәйнәһенә яуап итеп.
– Ә мин уға ярҙам итәм! – Илһам йәһәт кенә улар янына килеп баҫты.
– Нисек? Сепрәк тотоп, туңҡандап иҙән йыуып йөрөрһөңмө ни? – Әсә улына һағайып ҡараны. Кәләш алдым тип, тәүге көндән үк елкәһенә ултыртып ҡуймағайы! Эргәһендә орсоҡ кеүек әйләнә юҡһа.
– Илһам, әйберҙәрҙе шылдырырға кәрәк булһа, һине саҡырырмын. Әлегә урам тирәһендә булышһаң да еткән. Ә миңә бикәстәр ярҙам итә, шулаймы, ҡыҙҙар?
Һылыу еңгәләренән күҙҙәрен алмай эргәһендә йөрөгән бикәстәре шатланып риза булды. Бөгөн бигерәк алсаҡ еңгәләре. Исемдәрен дә белеп өлгөргән, һәр береһенә үҙенең тиңе кеүек күреп өндәшә. Бикәстәре менән косметика, мода тураһында һөйләшеп тә өлгөрҙөләр инде. Уртаҡ серҙәре барлыҡҡа килде. Шуға күрә һис тә янынан киткеләре килмәй.
Килененең алсаҡлығын Миңзифа ла һиҙҙе. Кисәге өндәшмәҫ, моңһоу ғына йылмайып тик ултырған ҡыҙ тип һис әйтмәҫһең. Төн эсендә былай-алай үҙгәргәнме! Илһамға ла яратып, наҙлап ҡарай. Ҡәйнә булдым тигәс тә, ҡул ҡаушырып ултыра алмай ине, килененең “ял ит, үҙебеҙ эшләйбеҙ”, тиеүенә ҡарамай, хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырышты. Килененең һәр аҙымын күҙәтте. Хужабикә ролен нисек башҡарыр? Миңзифа барыһын да үҙенсә эшләргә, үҙенсә ҡуйырға өйрәнгән. Ситтә йәшәгән ҡыҙы ҡайтып, өй йүнәтә башлаһа ла бик өнәп бармай, сөнки улар килеп киткәндән һуң өйҙә бер нәмә лә табып булмай. Ә Резедаға күнергә тура килер, ахырыһы, уға ҡала торған донъя, йәш кеше үҙенсә эшләргә теләр. Әммә килене ул уйлағандан аҡыллы булып сыҡты! Бер нәмәне лә эргәһендә буталған ҡәйнәһе менән кәңәшләшмәйенсә эшләмәй! Был һыҙаты оҡшаны уға. Килешмәгән осраҡта ла ипләп кенә үҙенең нисек эшләргә теләүен аңғарта ла, мөлдөрәп ҡәйнәһенә ҡарай. Ә ул кәңәш иткәндәр дөрөҫ бит! Ҡала кешеһе айырылып тора шул. Бик ҡәнәғәт ҡалды килене менән Миңзифа.
Иртәгәһен Резеда, алдан һүҙ биргәнсә, таң менән тороп үҙен рәткә килтерҙе, иренең таҙа әйберҙәрен әҙерләне, ҡәйнәһенең ай-вайына ҡарамай, һыйырҙарын да һауышты, ҡош-ҡортон да ҡараны.
Илһамдың үҙенең эше: буш ваҡыттарында быйма баҫа ул. Аҙаҡ районға алып барып тапшыра. Өйөнән дә һата. Ҡышын һәйбәт кенә аҡса эшләй шулай. Ә йәйле-көҙлө ауылда былай ҙа эш етерлек. Илһамдың эштән ҡурҡмауы, уңғанлығы, берҙе биш итергә әҙер тороуы һөйөндөрҙө Резеданы. Туйҙың икенсе көнөнә иркәләнеп, кәләшенә наҙланып ятһа ла, әле хужаларса эшкә тотондо.
Ә төшкөлөккә йәштәрҙе Динә менән Шатморат сәйгә саҡырғайны. Улар күрше ауылда тора. Ике ауыл араһы йыраҡ түгел, машина менән “һә” тигәнсе барып та еттеләр. Ни генә тимә, тәбиғәт матур шул был яҡта. Нисәмә йыл ғүмерен таш диуарҙар араһында үткәргән Резеда өсөн бигерәк тә ожмахтай тойола барыһы ла. Әхирәте килен булып төшкән ауыл да урман-тауҙарға һыйынып ҡына ултыра. Быйыл ғына өй һалып ингәндәр. Шуға күрә әлегә соландары ла, кәртә-ҡураһы ла юҡ. Мал-тыуарын ҡәйнәләрендә ҡалдырып торғандар.
Динә әхирәтен ихлас әҙерләнеп көткәйне. Машина килеп туҡтауға, Шатморат, уның артынса Динә менән малайҙары йүгереп ҡаршы сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Йорт эсендә лә әлегә иҫ китерлек йыһаз юҡ. Сәй эсергә һырлап-семәрләп ҡулдан эшләнгән өҫтәл-ултырғыстары бар. Бер яҡ стенаның буйынан буйына ҡуйылған оҙон һауыт-һаба шкафы ла шул уҡ оҫтаның ҡул эше. Залда ике кресло менән йомшаҡ диван урын алған. Бүлмә уртаһында өҫтәл тора, дүрт яғынан оҙон артлы дүрт ултырғыс ҡуйылған. Тәҙрәләре ҙур, күп. Шуға күрә өй эсе яҡтылыҡҡа сорналған һәм йылы бер нур бөркә. Динә, әхирәтен күреүгә ҡыуанып, атлап түгел, йүгереп кенә йөрөй, теле телгә йоҡмай. Бала саҡтарынан, йәшлек мәлдәренән әле бер ваҡиғаны иҫенә ала, әле икенсеһен. Ҡыҙыҡ. Бер нәмәне лә онотмаған. Ә Резеда күп ваҡиғаларҙы ул һөйләгәс кенә иҫенә төшөрҙө, унда ла тулыһынса түгел. Ҡайһы берҙәрен бөтөнләй онотҡан булып сыҡты. Был уны ире, әхирәте алдында бер ни тиклем уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы.
Динә ҡаҙан тултырып аш һалған. Өфөлә ҡоро-һары менән генә туҡланып йөрөгән Резедаға һимеҙ һарыҡ ите танһыҡ, әллә нисә киҫәк ашап ташланы. Тыуған йорто, әсәһе иҫенә төшөп, түҙеп торғоһоҙ һағыш баҫты. Түгелеп, күңеле булғансы илағыһы килде. Бүтән кешелә, бәлки, бындай тойғоно кисермәҫ тә ине, Динә иһә күңел төбөндәге бар иҫтәлектәрҙе өҫкә сығарып һалды. Ҡайһылай рәхәт булған: иртән өй эсенә таралған тәмле ҡоймаҡ еҫенә уянып китәһең... Әсәһе йыш ҡоймаҡ ҡойҙо микән, әллә ниңә уның хәтерендә нәҡ ошо еҫ һаҡланып ҡалған. Хуш еҫле үләндәр һалып ҡайнатылған сәйҙе тәмләп эсәһең дә, мәктәпкә йүгерәһең. Тағы әсәһенең ҡул йылыһын һағына ул. Нимәгәлер бик әрнеп, рәнйеп илап ҡайтып инәһең, әсәйең йылы ҡосағына ҡыҫып, йәшле күҙҙәренән үбеп, сәсенән һаҡ ҡына һыйпаһа, иркә һүҙҙәр әйтһә, барыһы ла һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Һин илауҙан туҡтайһың, бер талай иң ҡәҙерле кешеңдең йөрәк тибешен тыңлап ултыраһың һәм уның ошо тыныслығы һиңә лә күсә. Әле генә ҡайғырып, ни эшләргә белмәгән ҡыҙ яңынан көлә-шаяра, уйнай башлай. Әсәһенең кәңәштәре лә ҡолаҡ төбөндә. Ҡайһы берҙә ҡайыш менән һыҙырырлыҡ ҡылыҡтар ҡылып ҡуяһың, әммә шул мәлдә лә әсә кешенең тыныслығына, аҡылына иҫең китерлек. Дөрөҫ, тәүҙә бер талай ирендәрен ҡымтып, күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, өнһөҙ-тынһыҙ ултыра. Нисек дөрөҫ, әммә мейеһенә һеңдергәнсе еткерергә, тип уйлаған булғандыр инде.
– Резеда, белһәң икән минең нисек шатланыуымды! – тип, ирҙәр тартырға сыҡҡан арала ҡыуанысын тағы бер белдерҙе Динә. – Үҙем дә инде! Ер аяғы ер башына сығып китмәһәм, ауылыбыҙҙа егеттәр бөткән тиерһең! Бында яңы дуҫтарым да барлыҡҡа килде, иремдең туғандары ла минең өсөн аһ итеп тора, әммә... барыбер күңелдең бер сите китек… ине, белдем хәҙер сәбәбен – һин етмәгәнһең икән!
Элек әллә ни күп һөйләргә яратмаған әхирәте әле тытылдығы сыға.
– Мин дә шатмын, Динә. Ысын! – Резеда был һүҙҙәрҙе ысын күңеленән әйтергә тырышты. Ул әле һаман бөгөнгө хәленә ышанып етә алмай ине.
– Ҡара әле, һинең менән мәктәпте тамамлағандан һуң яҡшылап күрешкәнебеҙ ҙә булманы. Ҡайҙа юғалдың ул? Мин был турала йыш уйлайым.
– Әлләсе, уҡыным бит. – Резеда бит осоноң алһыуланғанын тойҙо. Быны һиҙҙермәҫкә тырышып, тәҙрә төбөндә ятҡан гәзитте барып алды.
– Мин дә уҡыным да баһа! Әммә ауылға ҡайтырға ла, клубҡа сығырға ла өлгөрә торғайным. Ә һин һыуға батҡандай юҡ булдың.
– Әллә ни ҡайтып йөрөп булманы шул. Алыҫ ине бит. – Резеданың күҙ ҡабағы тартышырға тотондо. Ҡулындағы гәзитте йәһәт-йәһәт асҡыланы. Әммә күҙҙәре бер хәрефте лә таныманы.
– Әсәйеңдән һораһам, ул эшкә төшкән, ти торғайны, ҡайҙа эшләнең һуң? – Әхирәтендәге үҙгәреште һиҙмәгән Динә төпсөнөүен белде.
– Һаман улар елкәһендә ятҡансы тип, эшләгәйнем шул... – Резеда уратып-сурытты. Үҙенең бите генә түгел, тотош тәне ялҡынланып янды.
– Уҡып бөткәс тә алған белемең буйынса эшләмәнең шикелле?
– Уҡытыусы булғым килмәне... – Бәйләнде бит, тип эстән йәне көйә башланы Резеданың. Быға тиклем нисек йәшәгәнендә, кем булып эшләүендә уның ни эше бар?!
– Уныһы шулай инде. Һатыусылар барыбер аҡса эшләй белә. Беҙ генә ул...
Резеда кем һораһа ла “бай ғына бер фирмала һатыусы булып эшләйем”, ти ҙә ҡуя ине, Динәгә лә шул хәбәр ишетелгән икән.
– Ә фатир? Һинекеме? Теге ваҡытта яҡшылап һорашырға ваҡыт та булмаған ул. Үҙемдең хәлдәрҙе генә һөйләп тик ултырғанмын.
– Фатир минеке... – Резеда был юлы әсе көлөмһөрәне: бер алдашыуға китһә, китә лә бара икән, хәҙер минеке түгел инде, тип аҡланып торманы. – Күҙ йәштәре аша бирелгән фатир ул... – Серен аса биргәнен аңлап, шунда уҡ шымды.
– Нисек инде – күҙ йәштәре аша?
– Ауырлыҡ менән тип әйтеүем, – Резеда тиҙ генә һүҙен төҙәтә һалды. – Минең яҙмыш ҡыҙыҡ түгел, һин һөйлә.
– Нимә һөйләйем һуң? – Динә көлөп ебәрҙе. – Һөйләп бөттөм бит инде!
– Тағы һөйлә! Уҡытыусы булып эшләүе ҡыйынмы? Ҡайһы берҙә минең дә шул тиклем балалар менән эшләгем килеп китә.
– Ауылығыҙҙа мәктәп бар бит, берәй урын бушаһа, ауыҙыңды асып йөрөмә! Бөгөнгө көндә ни шул уҡытыусылар ҙа, силсәүит менән табиптар аҡса ала инде.
Алай ҙа Илһам алдында бирмәне был һорауҙарын. Шуға һөйөндө Резеда. Яйлап үҙе һөйләр әле. Һөйләһә... Барыһын да үҙе аңлатырға тейеш икәнен белә ул, әммә... ни йөрәк менән? Аңларҙармы уны? Ғәфү итерҙәрме? Мәңгелек сер итеп ҡалдырғанда тағы ла яҡшыраҡ. Бәлки, тап шулай итер ҙә. Өфөлә уның нисек йәшәгәнен бер кем белмәй ҙә баһа. Ауылдаштары, элекке яҡташтары менән аралашманы ла тиерлек. Ирғәле мәрхүм булды, ҡалғандары урыҫтар ине. Ниндәйҙер уртаҡ таныштар осрауы икеле. Алыҫ районға кейәүгә сығыуы ла ҡулай: был яҡта таныштары бөтөнләй юҡ.
Әхирәтенең донъяһын күреп, малайҙары менән шаярып, тағы ла дәртләнеберәк ҡайтты Резеда. Ул да кешенән кәм-хур түгел, әҙәмсә, уларҙан да яҡшыраҡ итеп йәшәргә лайыҡлы!
Читайте нас: