Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
26 Март 2020, 20:43

Ҡаяға һыйынған ҡайын (Повесть. Дауамы. 2)

“Кәләш” тиһәләр, Илһамдың гел сәстәре үрә торор ине. Әллә ниңә бала саҡтан ситләште ҡыҙ-ҡырҡындан. Уларҙы бөтөнләй икенсе, һөйләшеп булмаған зат итеп күрҙе. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙары булманы түгел, булды. Хатта сәскәләр бүләк иткеләй торғайны, әммә мөнәсәбәттәре оҙаҡҡа бармай, йә ҡыҙ ташлай Илһамды, йә Илһам унан һыуына...

Ҡаяға һыйынған ҡайын
(Повесть. Дауамы.)

Үҙенә биргән һүҙҙәренә тоғро ҡалды ҡыҙ: барыһынан да иртә торҙо, эшен еренә еткереп башҡарҙы, ҡәйнәһенә лә, иренә лә ҡаршы бер һүҙ әйтмәне, гел ыңғайҙарына торҙо. Көнө эш менән үткәс, моңланырға, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөргә тамсы ла ваҡыты ҡалманы. Бер аҙна эсендә өйҙәгеләрҙең ихтирамын, ышанысын яулап өлгөргәйне инде. Был арала Илһам да етдиләнеп, олпатланып китте. Тыштан һиҙҙерергә тырышмаһа ла, шундай кәләш эләккәненә һөйөнөп бөтә алмай ине. Күрше-тирәһендәге ирҙәр юҡҡа тел шартлатып ҡуя тиһеңме? Көнләшәләр!..
“Кәләш” тиһәләр, Илһамдың гел сәстәре үрә торор ине. Әллә ниңә бала саҡтан ситләште ҡыҙ-ҡырҡындан. Уларҙы бөтөнләй икенсе, һөйләшеп булмаған зат итеп күрҙе. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙары булманы түгел, булды. Хатта сәскәләр бүләк иткеләй торғайны, әммә мөнәсәбәттәре оҙаҡҡа бармай, йә ҡыҙ ташлай Илһамды, йә Илһам унан һыуына. Кәләш алыу тураһында уйланғаны булды, ләкин кем менәндер йәшәп ятҡанын күҙ алдына ла килтерә алманы. Бәлки, йәшерәк сағында, армиянан ҡайтҡас та өйләнһә, әллә, йәшәһә йәшәп тә китер ине. Әммә ваҡытында тәүәккәлләмәгәс, аҙаҡ һайланып тик йөрөнө. Унан бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуйҙы. Иптәштәренең тормошона ҡарап, көн дә иреш-талаш, күҙ йәшен күреп, аптыранмай ҙа булмай шул. Ҡатыны айырылып ҡайтып китә лә, икенсе көнөнә үк илап ғәфү үтенеп барған ирен йәлләп, кире ҡайтып төшә. Ә Илһамдың улай йәшәгеһе килмәй. Уға ышаныслы, сабыр, ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫкән ҡатын кәрәк. Был донъяла бер йәшәйһең, шуны ла нисек етте шулай, ҡайҙан өйләнгән көнгә төшөп үткәргәнсе, кемдеңдер күҙ йәштәрен, ҡарғыштарын алғансы, яңғыҙ ҡалыуың мең артыҡ түгелме ни? Теләй икән, сығып йөрөп килә – артыңдан ҡайҙа киттең, ҡасан ҡайтаң тип төпсөнөп ултырған кеше юҡ. Берәйһе шылтыратһа ла, “кем ул?” тип маҙаңа теймәйәсәктәр, шикләнеп, телефоныңда соҡсонмаясаҡтар. Теләгән ваҡытта ашай, теләгән ваҡытта ятып йоҡлай, йоҡонан тора. Бер кем ҡамасауламай. Тик бына олоғая барған әсәһен генә йәлләй. Ул бит улының тамағына бешереүсе, керҙәрен йыуыусы, уның өсөн борсолоусы. Әсәһен уйлаһа ғына кәләш алыу иҫенә төшә ине лә... Тик уны ҡайҙан алаһың? Димләп тә ҡаранылар. Араларында, бәлки, бына тигәндәре лә булғандыр, әммә күңеленә береһе лә ятманы. Үҙем табам, тип һаман әсәһен ышандыра килде. Димләгән ҡатындарҙың кемеһе ирҙән айырылған, кемеһенең ике-өс балаһы бар, кемеһелер Илһам кеүек үк яңғыҙ йәшәргә, үҙенең һүҙен һүҙ итергә күнеккән. Береһе менән дә яҙмышын бәйләргә теләмәне. Һаман кемделер көттө, нимәгәлер өмөт итте. Яратмайынса, яратылмайынса, кәрәк булған өсөн генә донъя көтөп буламы икән ни? Һәм бына, сабыр иткән, мораҙына ирешкән, тигәндәй, көтөп алды. Шатморат дуҫына бер ингәндә, тәҙрә янында ултырған ҡыҙҙың иҙәнгә саҡлы төшөп торған оҙон толомона күҙе төштө лә, торған ерендә ҡатып ҡалды. Йөҙөн әлегә күрмәгәйне лә, әммә эске бер тауыш: “Ул, ул һинең буласаҡ кәләшең!” – тип өндәшкәндәй булды. Сит кеше ҡарап тороуын тойоп, ҡыҙ ялп итеп Илһамға боролдо. Егет шул мәлдә үк: “Был ҡыҙ минең йортома хужабикә булып барасаҡ”, – тип ҡарар итте.
– Һине нисек тап итергә белмәй, Шатморатты ебәрергә тип тора инем, – Динә уны күргәс тәүҙә аптырап китте, унан ҡыуанысынан ауыҙы йырылды. – Минең ни уйлағанды белеп тораһың, ахырыһы!
– Еңгә, – Динә унан бер нисә йәшкә кесе булһа ла, Илһам шаяртып еңгәй тип йөрөтә. – Һин тигәндә мин инде, уны үҙең дә белеп тораһың!
– Ҡара әле, ҡәйнеш, – тип бытылданы күҙҙәре ялтлап киткән Динә. – Иҫләйһеңме...
Әммә Илһам уға хәбәрен һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, уны бүлеп, һүҙен үҙе дауам итте:
– Иҫләмәй буламмы һуң инде, еңгәһе! Кәләш табып бирәм тип бөтөн мейемде серетеп бөттөң бит инде. Мин риза, еңгә! – Үҙенең һүҙҙәрен үҙ ҡолағы ишетмәне Илһамдың. Ул шундай өҙә әйтергә батырсылыҡ итә ала икән дә! Тулҡынланыуҙан, Динәнең ҡулын тотоп һелкте.
– Нимәгә риза? Әллә иртә менән эсеп алғанһың инде?
– Эсмәгәнмен. Әйтеп торам да инде, һин тигәндә мин тип. Бөгөн миңә кәләш алып ҡайтҡанһың икән тип төш күрҙем дә, иртәнге тамаҡты ла ашап тормай, һеҙгә йүгерҙем, – тип шаяртты Илһам. Ҡара әле, һүҙҙәр үҙенән үҙе ағыла түгелме теленән? Динәнең күҙҙәрендә әле генә уйнаған серле осҡондар һүнеп ҡалды.
– Эй бынау Шатморатты, һайрай ҙа һалған! Әйттем мин уға һинән һөйөнсө һорайым тип. Хәҙер ҡыҙыҡ та түгел... – ирендәрен бүлтәйтеп, балалар шикелле үсегеп, уңайһыҙланып ни ҡылырға белмәй ултырған әхирәте янына килеп ултырҙы.
– Еңгә... шаяртып ҡына әйткәйнем, әллә ысынлапмы?
– Әтеү. Әйттем бит барыбер кәләш табам, өйләндерәм тип! – Динә сюрприз килеп сыҡмағанға ҡылтайып, тырт-мырт яуапланы.
– Еңгә, һөйөнсөңә матурҙан бер күлдәк!
Бына ошолай ҡапыл ғына барыһы ла хәл ителгәйне. Миңә барыбер, теләһә ни эшләгеҙ тигән ҡараш менән йөрөгән Резеда, эйе лә, юҡ та тимәне. Илһамға әллә ни иғтибар ҙа итмәне. Динә бер егет менән таныштырам тигәнгә үҙе риза булып килде түгелме һуң?
Илһамдың әсәһе лә оҙаҡ икеләнмәне, шунда уҡ риза булды. Туйҙы оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе аҙнаның йомаһына билдәләп тә ҡуйҙылар. Резеданың туй үткәргеһе килмәгәйне. Ниңә мәшәҡәтләнеп, артыҡ аҡса сығарып торорға, барып яҙылышырҙар ҙа, йәшәр ҙә китерҙәр. Әммә быға Илһам да, ҡәйнәһе лә, Динә лә ризалашманы. Ауыл халҡы ни әйтер? Ҙур булмаһа ла, табын йыйырға кәрәк, тигән фекерҙә торҙо улар. Миңзифаның бөтөн нәмәһе әҙер, туйға тип йыйған аҡсаһы ла бар. Иң мөһиме, кәләш кенә кире уйлап ҡуймаһын. Илһам инде лә өйләнмәһә, ошолай яңғыҙ ҡартаясаҡ.
Резеда ҡыбырламағас, уның өсөн барыһын да Динә хәл итте. Ауылға шылтыратып, ҡыҙҙың әсәләренән һөйөнсө һораны, хәбәре менән уларҙы шаҡ ҡатырҙы. Бар мәсьәләләр тураһында һөйләште-килеште. Албырғап ҡалған ата-әсәне ҡабаландырҙы. Улары ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, төйнәрлек нәмәләрен тиҙ генә йыйнай һалып, бәләкәй ҡыҙы һәм кейәүе менән килеп еттеләр...
3
Бер көн кисләтеп кенә Ынйыбикә килеп инде Миңзифаларға. Резеда уның менән тәүге көндән үк дуҫлашып алды. Һәйбәт, алсаҡ апай. Шундай бай йортта, етеш тормошта йәшәһә лә, бер ҙә быға ҡупырайып йөрөмәй ҡайһы берәүҙәр кеүек. Ул етем, ул ярлы, ул бай, уның менән аралашырға ярай, бының менән ярамай, тип айырып ҡарамай кешеләрҙе. “Эй, аҡса бәхетме ни! Бер яҡтан инеп тора, икенсе яҡтан сығып китә. Ысын кеше булып ҡалыр кәрәк был тормошта, намыҫың таҙа булһын”, – тиергә ярата ул аҡса, күрше менән күрше, туған менән туған араһындағы бәйләнеш хаҡында һүҙ сыҡһа. Уның ире хаҡында ла һорашып алды Резеда. Үҙенең таҡта бысыу цехы, дилянкалары бар. Ишетеп-белеүенсә, һаран ғына икән үҙе. Хәйер, аҡса эшләйем, бай йәшәйем тигән кешеләрҙең шундайыраҡ булыуы Резеданы тамсы ла аптыратмай. Туй мәлендә ул тап бына ошо эше артынан йөрөгән икән – Өфөгә ағас алып киткән. Эше бөтмәгәс, ҡайталмайынса тағы бер нисә көнгә тороп ҡалырға мәжбүр булған.
– Сәмиғулла ниндәйҙер бәләгә тарыған, миңә килергә ҡушалар, – тине лә, сеңләп иланы ла ебәрҙе. Йөҙөндә – аптырау, билдәһеҙлек. – Әйттем мин уға артыҡ шашма, булғаны менән ҡәнәғәт ҡала бел, былай ҙа насар йәшәмәйбеҙ, тип! Тыңламаны...
Миңзифа ла, Резеда ла уны йыуатып ни әйтергә лә белмәнеләр. Ынйыбикә быға иғтибар итмәне, үҙенекен һөйләй бирҙе.
– Бөгөн үк юлға сығам. Ҡасан ҡайтырымды ла белмәйем. Бар өмөтөм йәштәрҙә инде. Һыйырҙарҙы һауып, ҡош-ҡортто ҡарап торһалар...
– Әлбиттә, Ынйыбикә апай! – Яҡшы кешегә ярҙам итмәйенсә буламы ни? Резеда шунда уҡ риза булды. Унан, ниҙер әйтергә ауыҙын асҡан ҡәйнәһенә ҡарап: – Ике йортҡа ла өлгөрәм мин, – тип өҫтәне.
Әммә ҡәйнәһе ризаһыҙлыҡ белдерергә уйламай ҙа ине:
- Ярай-ярай, тыныс күңел менән кит. Иң мөһиме – барыһы ла яҡшы булһын. Донъяңды көтөрбөҙ, – тигән һүҙҙәр менән килененә ҡараны:
- Һиңә тиклем малымды күршеләр инеп ҡарап йөрөмәгән, беҙҙекенә үҙем сығырмын, һиңә - Ынйыбикә апайыңдың кәртә-ҡураһы…
Ынйыбикә апайҙарға барырға булғас, ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо Резеда. Һыйырҙары әллә һауҙыра, әллә юҡ. Илһам иптәшкә барырға уйлаһа ла:
– Ирен эйәртеп йөрөй, тип кеше көлөр бит, – тип үҙе генә китте.
Бының үҙе генә белгән сәбәбе лә бар. Әҙ генә моңһоулана башланымы, аяҡтары үҙенән-үҙе ошонда тарта Резеданы. Килеп ҡайттымы, үҙендә әллә күпме көс тоя. Ҡая ҡосағындағы ҡайынға ҡарай ҙа, ә ниңә мин бирешергә тейеш әле, тигән сәм уяна. Хәҙер ҙә әҙгә генә булһа ла ҡая-тау ышығында ҡалғыһы килде.
Йылғаның һай еренә тубыҡтан кисеп инде. Көндөҙ йылы ғына кеүек күренһә лә, әле иһә аяҡтарын һыуыҡ семетеп алды. Битен, ҡулдарын йыуғас, икенсе ярға сыҡты. Ҡоласын йәйеп ҡаяға һөйәлде. Бына бөтә тәне буйлап йылы бер ток йүгерҙе. Ҡул, аяҡ остарына тиклем тойҙо ул быны. Ошо ҡая дәрт бирәсәк Резедаға. Бер уйлаһаң, мөғжизә юҡ тиген инде: килен булып төшә торған ерен, тап бына ошо урынды алдан уҡ белә ине бит! Ныҡ таныш был урын. Тик ҡайҙан белә? Үлтерһәләр ҙә хәтеренә төшөрә алмай. Әллә алдағы тормошонда ошонда йәшәгәнме?
Һыйырҙарҙы “һә” тигәнсе һауып та алды. Көтөүгә ҡыуҙы, ҡош-ҡортто ҡараны. Эшен бөткәс, ҡулын йыуырға тип өйгә инде. Саф һауанан килеп инеүгә танауына тынсыу еҫ бәрелде. Тәҙрәләрен асып, әҙерәк елләтеп алырға кәрәк, тигән уй менән Резеда аш бүлмәһенә үтте. Өҫтәлдә һауыт-һаба тулып ултыра, Ынйыбикә апай шул тиклем ҡабаланған ахырыһы, хатта йыйырға ла өлгөрмәгән. Икмәк ҡатып ята тип, ашлы һыу биҙрәһенә һалырға уйлағайны, уларҙың йомшаҡ булыуы туҡтатты ҡатынды. Бәй, яңы ғына теленгән бит һуң! Ынйыбикә апай ҡайттымы әллә? Улай тиһәң... Резеданың тышта йөрөгәнен ишетеп сығыр ине... Әллә арып ҡайтып, йоҡлап ятамы? Сынаяҡ та йыуылмайынса ултыра. Ынйыбикә апайҙың артынан бысраҡ һауыт-һаба түгел, икмәк валсығы ла ятып ҡалмай. Түңәрәкләп теленгән колбаса киҫәктәре лә тәрилкәгә түгел, өҫтәлгә генә һалынған. Рүмкә ултыра. Иҙәндә – араҡы. Ире ҡайттымы әллә? Резеда һаҡ ҡына баҫып өҫкө ҡатҡа күтәрелде. Тәүге ингән ике бүлмәлә тәртип. Кемдер булғанға оҡшамаған. Әлегә үҙе күрмәгән-белмәгән Сәмиғулла еҙнәһенең эш бүлмәһенең ишеген тартты. Бында уның ингәне юҡ, Ынйыбикә апай аша бүлмәгә инергә ярамағанлығын, хужа кешенең асыуланыуын белә. Әле иһә бер кем ҡамасауламай, инеп ҡарап сығырға ла мөмкин. Резеданың күҙе өҫтәлдә туҙып ятҡан папкалар, ҡағыҙҙарға төштө. Өҫтәл тартмалары асыҡ, унда блокноттар, дәфтәрҙәр тырым-тырағай ята. Кемдер булған һәм нимәлер эҙләгән бит бында! Берәй документ кәрәктеме икән? Әллә аҡсамы? Бай йәшәгәнлектәрен кем белмәй? Ә әле яйы ла сығып тора: хужа ла, хужабикә лә өйҙә юҡ. Ҡурҡмайынса инергә, йәнең теләгәнсә ҡутарынырға мөмкин. Резеда эскә үтте. Иҙәндә ятҡан ҡағыҙҙарҙы алды. Схемалар, таблицалар, бер нәмә аңларлыҡ түгел. Китап шкафында ла тәртипһеҙлек: ҡайһылары иҙәндә аунай, ҡайһылары рәттән сыҡҡан һалдат кеүек кәштәлә ҡыйшайып тора. Хәҙер үк Ынйыбикә апайға шылтыратырға кәрәк! Резеда ишек яғына боролдо ла, тағы туҡтап ҡалды. Тәүҙә ҡайтып ире менән кәңәшләшергәме әллә? Ынйыбикә апайҙың проблемалары былай ҙа башынан ашҡан. Ул унда еҙнәйгә нығыраҡ кәрәктер, бәлки. Ниңә саҡыртҡандарын да белмәйенсә китте бит. Ҡапыл күҙенә китап кәштәһендә торған фотоһүрәт салынды. Туҡта, әллә? Бер талай фотоға ҡарарға ҡурҡып баҫып торҙо. Юҡтыр, яңылышалыр, бөткәнме ни донъяла бер-береһенә оҡшаған кешеләр! Бар батырлығын йыйып, әйләнде. Шул! Семен! Уның фотоһы бында нимә ҡарап тора? Башына ток менән бәргәндәй булды Резеданың. Үҙ күҙҙәренә ышана алманы. Артында – әлеге ҡая. Бына нисек таныш был урындар менән Резеда! Ә ул, иҫәр, әллә нәмәләр уйлап, әллә нәмәләргә юрап бөттө. Был фото Сәйеттә лә бар ине бит. Бына һиңә мә! Тимәк, Семен Ынйыбикә апайҙарҙы ла белә. Белә генә түгел, моғайын, Сәмиғулла еҙнәһе менән бергә эшләйҙәрҙер. Шунан сығып, Сәмиғулла еҙнәй ҙә бик үк һәйбәт эштәр менән шөғөлләнмәй, тигән һығымта яһарға урын ҡала түгелме? Сәмиғулла... Семен... Әллә икеһе бер үк кешеме? Резеда ҡабаланып бүтән фотоларҙы эҙләргә кереште. Шул! Шик юҡ, Сәмиғулла еҙнәһе – Ынйыбикә апайҙың ире – Семен! Ә Семен бит Сәйеттән, Ирғәленән яҡшы әҙәм түгел! Ынйыбика апаһы был турала беләме икән? Белһә, нимә уйлай? Резеданың мейеһе ҡайнап сыҡты. Тиҙерәк сығырға, ҡотолорға кәрәк был йорттан. Ул, ишеген дә ябып тормай, аҫҡы ҡатҡа уҡталды. Төшкәс тә уң яҡта урынлашҡан ҡунаҡ ҡабул итеү бүлмәһе күҙен арбаны. “Ҡунаҡ булып сыҡҡан” әҙәм ашанып ҡына ҡалмаған ахырыһы! Юрған ята ойпаланып, яҫтыҡ бөтөнләй иҙәнгә төшөп киткән. Иҙәндә бысраҡ итек эҙҙәре. Күрәһең, ингән дә диванға ауған. Шунан тороп ашанған. Резеда яңынан кухняға инде, сәйнүкте тотоп ҡараны. Эҫе. Ул инер алдынан ғына сығып киткән! Илһамды алып килергә кәрәк булған шулай ҙа. Ҡурҡыуҙан шыбыр тиргә батҡан Резеда ян-яғына ҡарана-ҡарана соланға сыҡты. Кемдеңдер тексәйеп, тишерҙәй итеп ҡарауын тойоп, ҡатындың тәне зымбырҙап китте. Аяҡтары тыңлашмайынса, баҫҡан урынында бер нөктәгә төбәлгән килеш ҡатып ҡалды. Уның ғына ҡарашы! Тын алышынан да һиҙә уны Резеда. Бер нисек тә яңылыша алмай. Әммә уны үлде тигәйнеләр бит? Ҡотолдом, тип ҡыуанғайны? Туҡта, был нимә? Кемдер шаяртамы? Кемгә кәрәк бындай уйын? Кем булһа ла, бына ул, ишек алдында ғына тора. Резеда, бар көсөн йыйып, ҡапыл ғына һеләүһен тиҙлегендә ишеккә ташланды. Әммә артында уның һәр хәрәкәтен күҙ ҙә яҙлыҡтырмай күҙәткән әҙәм йылғырыраҡ булып сыҡты, Резеданы ҡулынан эләктереп, ауырттырғансы артҡа шаҡарып тотоп алды, икенсе ҡулы менән муйынынан урап тотто.
– А-а-а! Илһам! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Резеда.
– Шым! Ҡысҡырма! – тип ыҫылданы таныш тауыш, ҡулын тағы ла нығыраҡ шаҡарып. Ҡатын ауыртыуҙан сытырҙатып күҙҙәрен йомдо. Ир ҡулын уның муйынынан алды, әммә бер нисә секундтан боғаҙы тәңгәленә һалҡын бысаҡ килтереп терәне. – Мине беләһең... – тип өҫтәне.
Белмәгән ҡайҙа! Уны нисәмә йылдар ҡоло кеүек тотҡонлоҡта тотҡан Сәйетте танымаҫҡа, белмәҫкә мөмкинме ни?! Тимәк, үлмәгән булып сыға. Алданылар Резеданы. “Ҡасып ҡына ҡара, ер аҫтынан да табырмын мин һине”, – тип янауҙары ошомо? Быуындары ҡамыр хәленә әйләнгән Резеда, баҫып торорға көс тапмайынса, Сәйеттең тәне буйлап аҫҡа шыуҙы. Ләкин Резеданан ике башҡа бейек ир уға йығылырға ирек бирмәне, ҡурсаҡ кеүек кенә һелкетеп, һөйрәп торғоҙҙо.
– Белеп ҡуй, һин хәҙер минең ҡулда! Нимә генә эшләйем тиһәң дә, килеп сыҡмаясаҡ! – тип һаман ыҫылдауын белде Сәйет. Резеда күҙ ҡырыйы менән үҙен ҡыҫып тотҡан әҙәмде күҙәтте. Свитерының ең остары эт талаған кеүек теткеләнгән, әшәкеләнеп киткән, яҫы тырнаҡтары аҫтына бысраҡ тулған, сәстәре тиренә уҡмашып ҡатҡан. Һәр ваҡыт ҡара костюмда, көн дә йыуылған таҙа, үтекләнгән күлдәктә, галстукта йөрөүенә өйрәнгәнгәме, уны бындай ҡиәфәттә күреү сәйер.
– Хәҙер шым ғына өйгә инәбеҙ, өҫкә күтәреләбеҙ.
Сәйет ҡатындың муйынына бысаҡ терәгән килеш арты менән баҫҡыс буйлап күтәрелә башланы. Резеда абына-һөрөнә уға буйһондо. Башҡа сара юҡ, Сәйет бер нәмә алдында ла туҡтап ҡала торған кеше түгел. Йәш ҡатынды тәҙрәләре урам эсенә ҡараған бүлмәгә һөйрәкләп индерҙе. Резеданың башында бер генә уй: нисек ҡотолорға был ҡәбәхәттән? Ни ҡылып ҡарарға? Сәйеттең уны стенаға терәтеп ултыртылған яҫы карауатҡа йән көсөнә этеп ебәрҙе. Тегеһе тәкмәсләп барып ятты.
– Шунан? Менттарға һатырмын да, анһат ҡына ҡотолормон тип уйлағайныңмы? – тип ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайҙы. - Минең менән шаярырға ярамай икәнен һаман аңламайһың ахырыһы!
Былай ҙа тартылып торған йөҙө күҙгә күренеп һурыҡҡан, күҙҙәре өңөлөп эскә инеп киткән. Һаҡал-мыйыҡ урынын ҡара төктәр баҫҡан – ып-ысын ҡасаҡҡа әйләнгән!
– Һин бит үлдең!
– Минме? Ха-ха-ха! – Күҙҙәрен аҡайтып, тексәйеп торғандан һуң йәмһеҙ тауыш сығарып ғыжылдап көлөп ебәрҙе. – Мине улай тиҙ генә үлтермәй тороғоҙ! Мин – Сәйет бит әле! Юҡҡа “Бессмертный” тип йөрөтәләр тиһеңме?
Тап шулай! Нисә йәне барҙыр был йыртҡыстың! Резеданың йәне әрнене.
– Мине өйҙә көтәләр. – Ул тыныс һөйләшергә тырышты. Ҡарышһа, телләшһә, йүнле бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. – Зинһар, Сәйет, ебәр мине? – Мөлдөрәп карауат ситенә шылып ултырҙы. – Һиңә бер зыяным да тейгәне юҡ бит... Мине эҙләп килеп етеүҙәре лә бар.
– Ебәр? Ха-ха-ха! Һин – тик минеке генә! Шуның өсөн генә лә бөгөнгө көндә тереһең бит һин! Юҡһа, күптән ер ҡуйынында ятырға тейеш инең. Мине менттарға тотторорға маташҡан мәлдә үк… – Резеда үҙенә табан бер нисә аҙым яһаған Сәйеттең тубыҡтарынан ҡосаҡлап алды. Бысраҡ джинсыһынан танауына әсе тир еҫе бәрелде.
– Сәйет! Ебәр мине! Зинһар! – тип күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һамаҡлай башланы.
Сәйеткә уның шулай ялбарыуы ҡәнәғәтлек кенә килтерҙе. Уның кәмһенеүен кинәнес менән ҡарап торғандан һуң, аяғы менән тибеп ебәрҙе.
– Ебәрмәйем! Һин ғүмер буйы миңә хеҙмәт итәсәкһең! Ҡолом кеүек йәшәйәсәкһең! Ишетәһеңме?! – тип ыҫылданы күҙҙәрен алартып.
Ҡыҙ артҡа ҡолап, башы менән карауаттың осло ҡырыйына төкөлдө. Әммә тамсы ла ауыртыу тойманы. Ҡапыл күҙ алдына Илһам килеп баҫты. Сәйет матҡып тотҡан ерҙәр күгәреп сыҡһа? Башы ла шешеп сыҡмаҫмы? Ул ваҡытта ни тиер? Ҡоланым тип алдармы? Илһам ғәфү итмәҫ... Ғәфү итмәһә, Резеда өсөн тормош бөтәсәк, артабан йәшәмәһә лә була.
– Мине һатыуыңдың хаҡын шулай ҡайтарасҡһың! – иҙәндә сеңләп илап ятҡан ҡатынға ҡарап торғандан һуң, йомшағыраҡ һөйләшеүгә күсте Сәйет. – Ә хәҙер миңә ярҙам ит! Ошонан имен-аман ҡотолһам, үҙеңде нисек тотоуыңа ҡарап… бәлки, ғәфү лә итермен ҡылығыңды…
– Нисек ярҙам итәйем һиңә? Элекке кеүек яңғыҙ түгел мин хәҙер – ирем бар!
– Хе-хе, – Сәйет кинәнеп кеткелдәне. – Күрҙем инде иреңде, торғаны менән бер быҙау! Ярай, уныһы һинең эш. Үҙең дә шунан артыҡ түгелһең. Күпме тырыштым, барыбер әҙәм була алманың!
– Миңә ошондай тормош оҡшай һәм унан баш тартасағым юҡ! – Бер аҙ тынысланған Резеда яңынан карауатҡа ултырҙы.
Әммә Сәйет уны тыңламаны, үҙ хәбәрен һөйләне:
– Мине береһе лә күрергә тейеш түгел. Бер нисә көндән минең арттан машина килә. Шуға тиклем ошонда йәшеренергә тура килер. Кейемде бында ла табырмын, ә бына ашау яғын... һиңә хәстәрләргә тура килер. Икмәк тә колбаса менән генә тамаҡ туймай, йылы аш кәрәк! Мунса төшкөм килә. Берәйһенә минең хаҡта өндәшһәң, быныһында ысынлап та тере ҡала алмаясаҡһың! Һин дә, теге быҙауың да. Хәйер, инде хәҙер һиңә ышанмаясаҡтар ҙа, сөнки мин барыһы өсөн дә - үлгән!
Резеда әкренләп үҙен ҡулға алды. Йәшле күҙҙәрен ең осо менән һыпырҙы. Әҙ генә иланы тип, ҡабаҡтары шешенеп тә өлгөргән. Танауы ла ҡып-ҡыҙылдыр инде. Ире күрһә ни тиер? Ул, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ, алдаһаң да ышаныр. Унда тағын ҡәйнәһе бар бит әле. Уның осло күҙҙәренән ҡасып ҡотола алһа ярай ҙа.
– Бөгөн кискә ҡарай мунса яҡ. Эҫеһе ныҡ булһын, һыу һалғанда шартлап торһон, – тип бойорҙо Сәйет. Әммә улар кисә генә мунса инделәр ҙә баһа. Нимә тип аңлатыр һуң?
– Булмай. Кесаҙнаһыҙ яға алмайым. – Унан ҡасып ҡотола алмаясағын аңлап, ҡыҙҙың күҙендәге өмөт сатҡылары һүнде: бөттө, барыһы ла юҡҡа сыҡты: матур ғүмер кисереү, бәхетле булыу, бала һөйөү...
– Ә һин булдыр! – Сәйеттең ҡаштары ла һелкенмәне.
– Нисек? Бүтәндәр ни тиер бит?
– Унда минең эшем юҡ! Төнгөлөккә ишеген асыҡ ҡалдыр. Һәм тағы: Ынйыбикәнең ҡайтыры ишетелгәс тә миңә хәбәр итәһең.
– Ул бит ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәнен миңә хәбәр итмәй, ҡасан ҡайтырын ҡайҙан беләйем?
– Аңра! Телефон нимә өсөн? Шылтырат, белешеп тор!
Читайте нас: