Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
27 Март 2020, 21:32

Ҡаяға һыйынған ҡайын (Повесть. Дауамы. 3)

Резеда йорттан ауыр уйҙар менән килеп сыҡты. Аяҡтарына көсө етмәй. Ҡаршыһындағы бая ғына үҙенә көс өҫтәгән, дәрт биргән ҡая әле шул хәтлем ҡотһоҙ, ҡурҡыныс булып күренде. Емереп ташлағыһы килде. Ул бит ошо ҡаяны Хоҙайҙың бер билдәһе тип ҡабул итә ине. Әле килеп?!

4
Резеда йорттан ауыр уйҙар менән килеп сыҡты. Аяҡтарына көсө етмәй. Ҡаршыһындағы бая ғына үҙенә көс өҫтәгән, дәрт биргән ҡая әле шул хәтлем ҡотһоҙ, ҡурҡыныс булып күренде. Емереп ташлағыһы килде. Ул бит ошо ҡаяны Хоҙайҙың бер билдәһе тип ҡабул итә ине. Әле килеп?! Күрә алмайым мин һине, ҡая! Һин миңә өмөт бирҙең дә тартып алдың. Их, был хаҡта алдан уҡ белгән булһасы?! Өфөһөнән бер ҡайҙа ла китмәҫ ине. Иҫерек кеше кеүек сайҡала-сайҡала саҡ ҡайтып етте Резеда.
– Берәй нәмә булдымы әллә? – Сәй ҙә эсмәй балаларын көткән ҡәйнәһе уның хәленә шунда уҡ иғтибар итте.
– Юҡсы... – Резеда һүрән генә йылмайҙы. – Ҡапыл башым ауыртып китте, – тип хәйләләне.
– Оҙаҡланың, әллә һыйырҙары һауҙырмай маҙаһыҙланымы? – ҡәйнәһенең тап шулай һорарын белә ине инде ул.
– Юҡсы. Башым үтмәҫме тип саҡ ҡына ятып торғайным... – Алдашыуҙан бите ут булып янды үҙенең.
– Температураң юҡмы? Сикәләрең ҡып-ҡыҙыл, – ҡәйнәһе килә һалып маңлайын тотоп ҡараны. – Бар шул. Һеҙ ни, йәштәр, ҡупшыланып тышта йоҡаҡ йөрөйһөгөҙ. Хәҙер мәтрүш ҡайнатырмын. Баллап эсеп, юрғанға төрөнөп ятһаң, үтеп китә ул.
– Ыҙлама, ҡәйнәм, былай ҙа үтә ул, – тиһә лә, ҡәйнәһе соланға йүгереп сығып та китте. Унан быйыл ғына йыйып киптерелгән үләндәрен ҡосаҡлап инде.
Әммә Резеда нимәнән ауырығанын яҡшы белә – ҡурҡыу, оят, хурлыҡ – бына нимә кәйефен төшөрҙө, ҡайғыға һалды уны. Алай ҙа Илһам өйҙә юҡ. Улар бөгөн урманға китергә тейеш ине, Резеданы көтөп тормаған.
Сәй эскәндә лә, һауыт-һаба йыуғанда, өй йыйыштырғанда ла бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Ҡәйнәһенең ятырға ҡушыуына ла ҡолаҡ һалманы. Ауырымаған килеш нисек яҫтыҡ ҡосаҡлап ятмаҡ кәрәк? Ул ваҡытта башы ысынлап та шартлаясаҡ ауыр уйҙарҙан. Ҡыбырлап йөрөһә, нисектер, онотолғандай. Башынан Сәйет сыҡманы. Күҙ алдынан кинотаҫмалағы кеүек бер-бер артлы тормош юлы йыбырлап уҙҙы.
1991-1992 йылдар. Илдә үҙгәрештәр бара. Магазин кәштәләрендә шар тәгәрәтергә мөмкин. Булғаны ла талонға ғына бирелә. Әммә студент кешегә нимә инде? Улар, тормош шауҡымына эйәреп, күңелле итеп йәшәй бирә. Резеданың яратып йөрөгән егете – Ирғәлеһе – янында, уға шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Ирғәле инде уҡыуын тамамлап эшләп йөрөй, ҡыҙыҡай II-се курста уҡый. Хоҙай насип итһә, уҡытыусы буласаҡ! Уның да тиҙерәк диплом алғыһы килә, Ирғәле өйләнешәйек, тип ҡабаландыра. Иләҫ-миләҫ хистәргә бирелеп, аңҡы-тиңке йөрөгән ҡыҙ йәйгелеккә туй яһарға ризалашып та ҡуйҙы. Әммә бәхетенән башы күккә ашып йөрөгән бер көндө ҡанаттары һынды ҡыҙҙың. Ярай әле алдан ата-әсәһенә был турала һайрап өлгөрмәгән. Уларға күпме күңел яраһы һалыр ине. Ирғәлеһе селпәрәмә килтерҙе уның хыялдарын! Үҙен ситлеккә ташланы.
Бер көндө, йәйге экзамендар мәлендә, кисләтеп кенә Ирғәле килеп инде. Йөҙө күмер кеүек ҡара көйгәйне. Иң яҡын кешең был донъянан киткәндә генә шулай ҡайғырып булалыр. Инде лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡыҙҙың карауатына ултырҙы. Тәүҙә Резеда үҙе лә, бүлмәләш ҡыҙҙары ла уны иҫерек тип уйланы. Әммә Ирғәле тамсы ла эсмәгәйне.
– Ни булды? – Ҡыҙҙың уға ҡарап ҡото осто, – берәйһе үлгәнме әллә?
– Юҡ та... – Егет, сыҡмаҫһығыҙмы, тигәнде белдереп, алмаш-тилмәш ҡыҙҙарға ҡараны. Бүтән ваҡытта әпәләп-һәпәләп, Резеданы үҙҙәре үк кейендерешеп, икеһен сығарып ебәрерҙәр ине, әле иһә, Ирғәленең иҙелгән йөҙөнә ҡарап, бер-бер артлы шым ғына сығып киттеләр.
– Йә, – тип түҙемһеҙләнде Резеда икеһе генә ҡалғас. – Һөйләй һал, ни булды?
Ирғәле бер нәмә лә өндәшмәне, кәүҙәһен ауырлыҡ менән күтәреп, өҫтәл артына күсеп ултырҙы. Ҡуйынынан бер ярты сығарҙы. Уның эскәнен күреп өйрәнмәгән Резеда аптырап китте, шулай ҙа стакан алып ҡуйҙы, икмәк телеп һалды, ҡабаҡ икраһы асып ултыртты. Башҡа ризыҡтары ҡалмағайны, ә стипендияға тиклем арыу уҡ ваҡыт бар ине әле.
– Үҙеңә лә килтер! – тип ҡоро ғына бойорҙо Ирғәле.
– Мин эсмәйем бит...
– Барыбер килтер. Нимә, бер үҙем эсеп ултырайыммы ни?
Резеда өндәшмәй генә тағы бер стакан алды. Ҡаршыһына килеп ултырҙы, һораулы ҡарашын һөйгәненә төбәне, ыҙалатма йәнәһе.
Ирғәле, алдында ялтырап ултырған шешәгә текәлеп, бер талай үҙ уйҙарынан арына алмай аҙапланды. Унан ауыр көрһөнөп, шешәгә үрелде. Үҙенекен Резедаға ҡарамай ғына бөткәнсе эсеп ҡуйҙы. Артынса икмәк киҫәге алып еҫкәне лә, һауытына кире һалды.
– Эс! – тип бойорҙо Резедаға.
– Мин бит эсмәйем, тулы килеш... – тип һөйләй башлағайны, Ирғәле баяғынан да ҡатыраҡ тауыш менән:
– Эс тейем мин һиңә! – тип бүлде уны.
Резеда аптырап, иҫе китеп ҡараны Ирғәлегә. Уның бындай сағын тәүләп күреүе ине. Ҡурҡышынанмы, күҙҙәрен йомдо ла, ирене аша һығып бер-ике йотом уртланы ла уҡшып-уҡшып сәсәргә тотондо. Ирғәле арҡаһына һуҡҡас ҡына тыныслана алды.
– Мине үлтерергә уйланың ахырыһы, – тип үпкәләне Ирғәлегә.
Уныһы хәс тә ишетмәне, стакандарға тағы араҡы һалды. Быныһында ҡыҙҙы ҡыҫтап торманы, төп күтәрә йәнә эсеп ҡуйҙы.
– Миңә аҡса кәрәк, – тине ул шунан һуң ғына.
– Шуның өсөн ошолай ҡыланырға кәрәк инеме ни? – Резедаға әҙерәк йән ингәндәй булды.
– Миңә күп кәрәк, аңлайһыңмы? Бик күп! Отолдом мин. Түләмәһәм – үлтерәсәктәр. Үлтермәһендәр тиһәм, ғүмер буйы уларға эшләргә тейешмен.
– Һин нимә һөйләйһең ул? Кем үлтерә?
– Кемдәргә эшләйем – шулар. Бик ҡурҡыныс әҙәмдәр улар, Резедаҡайым, ниҙәр генә ҡылайым икән, ә? – Ирғәле ҡурҡынған күҙҙәре менән ялбарып уға ҡараны. Әйтерһең дә был мәсьәләне Резеда ғына хәл итә ала. Ҡыҙ уның ҡайҙа, кемдәр менән эшләүен белмәй. Һораһа гел: охранала, охранник мин, тиер ине. Һаҡлауын һаҡлағандыр, формаһы ла бар бит. Тик нимәне? Кемде? Ҡыҙыҡһынһа, бәлки, ҡайҙа эшләүен асыҡлар ҙа ине, әммә кәрәк тапманы. Иң мөһиме, һәр ваҡыт кеҫәһендә аҡсаһы бар, Резеданың һораған нәмәһен алып бирә. Киләсәктә бер мохтажлыҡ күрмәҫһең, тип ышандыра. Резеда ошондай бөтмөр кешегә юлығыуына ҡыуана ғына: киләсәге ышаныслы. Юҡһа бүлмәләш ҡыҙҙарының егеттәре ауыҙҙарын асһа – үпкәләре күренергә тора. Ни сәскә алып бирергә хәлдәренән килмәй, ни теләгән ваҡытта киноларға, кафеларға саҡыра алмайҙар. Шуға күрә әхирәттәре Резеданан үлеп көнләшә.
– Уларға бер барып эләкһәң, иҫән-һау ҡотолоп булмай, тип әйтә торғайнылар шул егеттәр, әллә ни эшләп тыңламаным бит! – тип араҡыһы башына киткән Ирғәле әллә үҙ алдына, әллә Резедаға һөйләне. Ҡыҙ уның һүҙҙәренән Ирғәленең ниндәйҙер мафия менән бәйләнгәнлегенә төшөндө. Үҙенә лә ҡурҡыныс булып китте. – Мин бит китәм тигәйнем, – тип хәбәрен дауам итте егет. – Уларҙың үҙҙәренә лә әйттем был турала. Ә улар... мине ебәрмәҫ өсөн ана нисек хайуандарса ҡыланды... Ҡыҫымға алдылар. Кемеһендер үлтергәндәр, шуны хәҙер миңә ябып маташалар. Ә мин унда булманым! Бер ҡыҫылышым да юҡ минең. Резеда, тамсы ла ғәйебем юҡ, ышанаһыңмы?
– Ышанам! – тип икеләнергә урын ҡалдырмайынса ҡырҡа әйтте ҡыҙ. Сөнки уның бандиттарҙың эше тураһында күп тапҡырҙар ишеткәне бар ине. Охранала йөрөгәс, Ирғәле моғайын күпте беләлер, шулай булғас, нисек ебәрһендәр? Яҡшы эштәр менән шөғөлләнмәйҙәр бит: ҡайҙа енәйәт, ҡайҙа үлтереш – улар шунда. Шаһиттар, билдәле, кәрәкмәй. Ә Резеда һөйгәненә ышана – себенде лә рәнйетә алмағанын белә. Йомшаҡ күңелле, бар нәмәне йөрәгенә яҡын ала. Уны енәйәтсе итеп күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
– Улар мине ебәрмәҫ өсөн шулай итә. Әммә барыбер китәсәкмен! Төрмәгә ултырғым килмәй. Аҡса килтереп һалмаһам, ситлеккә ябыу менән янайҙар. Эшләй алмайым мин уларға, ҡурҡам.
Ирғәле араҡыһын ҡойҙо ла эсте, ҡойҙо ла эсте. Иҫерҙе. Теле көрмәлеп, нимә һөйләгәне лә аңлашылмай башланы. Резедаға уны үҙенең карауатына һөйрәп һалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Төнө буйы керпек тә ҡаҡмай уйланып сыҡты Резеда. Ниңә, ниңә генә ундай әҙәмдәр менән бәйләнде икән? Аҡсаларына ҡыҙыҡтымы? Үҙе лә белмәйенсә бына ниндәй бүләктәргә кинәнгән икән ҡыҙ!
Ул араларҙа Ирғәленең һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө. Йүнләп һөйләшмәне, Резеда янына килмәне. Резеда үҙе лә һөйгәне тураһында уйлап, ни эшләргә белмәй өҙгөләнде. Имтихандарға йүнләп әҙерләнә алманы, күбеһен насар билдәләргә тапшырҙы. Ирғәле аҡса таба алмаған, артабан да шул эшендә ҡалған, тик хәҙер ҡасан, ҡайҙа, нимә эшләргә ҡушалар, баш тартырға хаҡы юҡ. Шулай итеп, тегеләрҙең тоғро этенә әйләнде.
Имтихандар тамамланғас, Резеда ҡайтып китергә ҡарар иткәйне лә, Ирғәле ялбарғас, ҡалды. Сумкаларын тейәп уның ятаҡтағы бүлмәһенә күсте лә барҙы. Уға ысынлап та терәк, иптәш кәрәктер, ауыр сағында янында булайым тине. Бер йәй ауылға ҡайтмағандан үлмәҫ әле. Былай исмаһам һөйгәне янында була. Бигерәк тә ошо уй ҡалырға мәжбүр итте уны башҡалала. Шул мәлдә тормошо ниндәй боролош алырын белһә икән! Ул ваҡытта яңылышыуҙар ҙа, хаталаныуҙар ҙа булмаҫ, барыһы ла дөрөҫ барыр, бәхетле йәшәрҙәр ине. Әммә... Бер көн уйламағанда уларға әлеге Сәйет килеп инде. Резеда, иренең етәксеһе килгәс, өҫтәл әҙерләне. Инеп-сығып йөрөгән арала Сәйеттең үткер ҡарашының тәненең әле бер, әле икенсе өлөшөнә төбәлеүен тойҙо. Ытырғанды. Мөмкин булһа, өйөнә аяғын да баҫтырмаҫ ине әҙәм аҡтығының, елкәһенән алып ҡына ишек артына баҫтырыр ине, хәленән килмәй. Бына кемдәр ҡурҡытып тота уның Ирғәлеһен. Бандит икәне йөҙөнә үк сыҡҡан бит. Тәү күреүҙән уны һөйһөнмәне Резеда. Аңлауынса, башҡортса һин дә мин һөйләшеп йөрөһә лә, кавказ яғы кешеһе ине. Ошондай улы булған әсә кешене күргеһе килде.
Ирғәле тулыһынса уларҙың йомошсоһона әүерелде. Һуңлап ҡайтты, бер нисә көн юғалып тороуы ла ғәҙәти хәлгә әйләнде. Йә булмаһа аҙналар буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай өйҙә йәшеренеп ятты. Ҡайһы ваҡыт кәйефе шул тиклем шәп: Резеданы саҡ ҡулында күтәреп йөрөмәне: бүләктәр ташыны, иң ҡиммәтле ресторандарға саҡырҙы, матур һүҙҙәр һөйләп, хыялдарға бирелделәр. Һөмһөрө ҡойолоп ҡайтһа инде өндәшмәүең, эргәһендә йөрөмәүең хәйерле. Холҡоноң шулай кинәт үҙгәреүе аптыратты ҡыҙҙы. Эше, дуҫтары тураһында һорашып ҡараһа ла, белмәгәндең беләге тыныс, тынысыраҡ йоҡларһың, тип бер ни ҙә һөйләмәне. Кеше бөтөн нәмәгә лә күнегә, хатта насарына ла. Резеда ла өйҙә ултырырға өйрәнде. Күңелһеҙлектән тотош китапхананы уҡып сыҡҡандыр. Бәйләм бәйләп маташты, бешеренде-төшөрөндө – шулай көн үткәрҙе. Әхирәттәренә йөрөргә Ирғәле ҡушманы. Унан, Резеданың үҙенең дә теләге һүрелде. Саф һауаға ла һөйгәне менән генә сығырға тырышты. Ирғәленең кемдән ҡурҡыуын, нимәләр өсөн туҡтауһыҙ хафаланыуын аңлай алманы. Көҙгөлөккә ситтән тороп уҡыуға күсәһең дә, ауылыңа ҡайтып китәһең, тип барҙы уға Ирғәлеһе. Туй үткәрергә лә ҡаршы төштө. “Бәхетһеҙ иткем килмәй үҙеңде. Ғүмер буйы минең менән ҡасып-боҫоп йәшәмәҫһең, бына ҡайтып китерһең, барыһы ла онотолор, ваҡыты еткәс, тиңеңде лә табырһың...” – тип әллә нимәләр һөйләне. Ә Резеда уның һүҙҙәрен башына һыйҙыра алманы: нисек инде ситтән тороп уҡырға? Бигерәк тә ауылға ҡайтып китергә? Ата-әсәһе, таныш-тоноштары ни әйтер? Ғәрлек бит! Өфөлә генә ҡалһа булмаймы ни? Аңламаған шунда Ирғәленең уны ҙур бәләнән һаҡлап ҡалырға тырышҡанын. Тыңламаны уны Резеда, ятаҡҡа ла күсмәне, уҡытыусы булып эшләйһе эшем юҡ барыбер тип, уҡыуын да ташланы. Ирғәленең килтергән аҡсаларын услап тотоп, рәхәт йәшәйем тип алданып, уның әлеге бүлмәһендә ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әсәләрен яҡшы, аҡсалы эш таптым, шуға ҡайта алмайым, тип алданы. Хәҙер һеҙгә ярҙам итә алам тип, Ирғәленән йәшереп аҡса ла һалғыланы.
Бер көн Ирғәле тап теге ваҡыттағы, ятаҡҡа килеп ингәндәге ҡиәфәтендә ҡайтты. Быныһында аяғында ла баҫып тора алмаҫлыҡ иҫерек ине. Буштан юҡҡа ғәфү үтенде, иланы, Резеданы ҡосаҡларға маташты. Сәбәпһеҙгә шулай ҡыланмаған икән. Икенсе көнө, йоҡоһонан уянғас, Резедаға күтәрелеп ҡарамай ғына, кейенергә бойорҙо. Үҙе менән иң кәрәкле әйберҙәрен дә алырға ҡушты. Ҡыҙ албырғап ҡалғас, теш щеткаһын, күлдәк-салбарҙарын, документтарын сумкаға үҙе тултыра башланы. Тәүҙә Резеда уға, һаман айнығып бөтмәгән, ахырыһы, тип көлөп ҡараны, Ирғәленең кисәге хәлен һөйләп, уны көлдөрөргә маташты. Әммә тегеһе шаярырға йыйынманы – йөҙө үтә лә етди ине.
– Һин хәҙер бүтән ерҙә йәшәйәсәкһең, – тине ул Резеда кейенеп, сумкаһын ҡулына алғас ҡына. Тағы ниҙер аңлатып торманы.
Был көндө ғүмерҙә лә онотасағы юҡ Резеданың. Тәүге тапҡыр хыянат менән күҙгә-күҙ осрашты. Күңелен нәфрәт биләне. Йәшәргә теләмәүҙең, тормоштан ваз кисеүҙең ни икәнен дә тәүгә татыны. Бына ошо мәлдән Ирғәле генә түгел, Резеда ла ҡолға әйләнде. Ирғәле һатты уны. Эйе, эйе, тәүҙә үҙенең йәнен, аҙаҡ килеп Резеданыҡын. Йәшәргә ынтылыш бына ни эшләтә кешене! Кәрәк булһа, әсәһен дә ыһ та тимәй һатыр ине моғайын. Иң мөһиме – уға теймәһендәр, уға һәйбәт булһын. Ҡалғандарҙа эше юҡ. Үҙенең йәне бик ҡиммәт инеме һуң? Юҡ, кәрәклеге һуҡыр бер тингә ла торманы. Һура алған тиклем һурҙылар ҙа, файҙаһы ҡалмағас, үле кәүҙәһен сығарып сүплеккә ырғыттылар. Әҙәмсә ерләнмәне лә бит, исмаһам.
Сәйет Ирғәлегә ингеләгән мәлдә юҡҡа ғына Резедаға тишерҙәй итеп ҡарамаған икән, ауылдан яңы ғына килгән, нимә тиһәләр ҙә ауыҙ асып ышанған, балалыҡтан саҡ сыға башлаған алсаҡ ҡыҙға шунда уҡ ҡармаҡ һалып ултырған булып сыҡты. Ирғәле сираттағы ауыр хәлгә тарығас, Сәйет ярҙам ҡулы һуҙған, тик әжеренә Резеданы һораған. Ҡатын итеп түгел, үҙ нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн. Үҙенекен генә түгел, ҡәҙерле ҡунаҡтарының, яҡын дуҫтарының күңелен күрер өсөн. Уларға рәхмәт йөҙөнән бер төнгә бүләк итә ине ул Резеданы. Ҡасан, кем менән килә, ҡыҙ һәр ваҡыт уны әҙер килеш көтөп ултырырға тейеш. Резеданың хис-тойғолары һүнде, шатланыу, ихлас көлөү, бүтәндәр менән аралашыуҙың ни икәнен онотто. Ҡасырға, ҡотолорға теләге булды, әммә ҡурҡты. Унан, мәғәнәһен дә тапманы. Барыбер табасаҡтарын белә ине ул. Китеп тә ҡайҙа бараһың? Белеме лә, йәшәр урыны ла юҡ... Шулай ҙа, эсендә ҡайнаған асыу, рәнйеү уны бер көн килеп үс алырға этәрҙе. Шул теләге генә артабан йәшәүгә өмөт уятты. Донъянан киткән хәлдә лә Сәйетте үҙе менән алып китергә тейешлеген йөрәге менән аңлай ине ул. Уларға кеше яҙмышы менән уйнарға хоҡуҡ бирелмәгәндер бит? Һәр язаны урап үтә алырлыҡ шул тиклем улар кем? Тағы күпме кешенең башына етеп, зар илатырҙар?
Сәйеттең эшенә ҡыҫылмаһа ла, кемдәр менән аралашыуын күреп-белеп йөрөнө Резеда, яҙа-йоҙа хәбәрҙәрен дә ишетергә тура килде. Күрәһең, Сәйет, был ҡыҙ яҙмышынан ҡәнәғәт, сығынсылап бер ҡайҙа ла бармаясаҡ, тип артыҡ ышанып ташланы, уға тулы ирек бирҙе тиһәң дә була, аҡсаһын да йәлләмәне. Ә ҡыҙ, үҙ сиратында, уңайы тура килгән һайын ышаныс телефонына шылтыратып, этлектәрен хәбәр итергә тырышты. Әммә былары ла йоҡлап ятмай ине шул. Күпме генә тикшереүҙәр булып торһа ла, һыуҙан гел ҡоро сыға алдылар. Бик уйлап, һаҡ эш итә инеләр шул, юғары органдарҙа үҙ кешеләре лә булғандыр. Әммә һуңғыһында… Резеда Сәйеттең бик мөһим документтарын урланы, прокуратураға алып барып ҡалдырып китте. Шул көндө үк Сәйет һыуға батҡан кеүек юҡҡа сыҡты. Бер нисә көндән Резеда үҙе белгән енәйәтселәр төркөмөнөң ҡулға алыныу хәбәрен ишетте. Ҡыуанысынан йөрәге шартлай яҙғайны шул ваҡыт. “Ҡотолдоммо икән ни!” тип ни иларға, ни көлөргә белмәне. Сәйетте иһә үлгән тип әйттеләр. Үлеп анһат ҡотолғанына йәне көйгәйне ҡыҙҙың. Ә ул ана, үлмәгән дә, ҡулға ла алынмаған, рәхәтләнеп иректә йөрөй…
Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөй торғас, курсташ ҡыҙының ишеген шаҡыны. Йәшәргә урын, эш тапҡансы ғына индереп тороуын үтенде. Тегеһе Резеданың ниндәй икәнен белһә, бәлки, тупһаһына аяғын да баҫтырмаҫ ине, әммә, күптән күрмәгән әхирәтен тап итеүенә шатланып, ихлас ҡабул итте. Тынысланып, аҡылына килгәс, яңы тыуған балалай тойҙо үҙен Резеда. Тышҡа, донъяға сығырға кәрәк, ә ул нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй. Быға тиклем уның йәненең дә, тәненең дә хужаһы булды – ул нимә әйтә, шуны ғына үтәй ине. Хәҙер үҙенә үҙе хужа! Үҙенең йәнен үҙе аҫрарға тейеш. Тимәк, эшкә төшөргә, аҡса эшләргә тура киләсәк. Тик ҡайҙа? Кем булып? Резеда хәҙер эшләү тигән нәмәне онотоп бөткәйне инде. Иҙән йыуырға барырмы, урам һеперергәме? Унан, Сәйеттәр шайкаһының барыһының да ҡулға алыныуына ышанмай ине Резеда, берәйһенә тап булыуың да бар бит, шунан да ҡурҡты. Ошолай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, әмәлгә ҡалғандай, Динә килеп осраны ла инде. Ул берәү менән таныштырам, бына тигән егет, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгәс, күңелендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлағандай булды. Ә ниңә? Ул кәм-хурмы ни? Уның да ғаиләле булғыһы килә.
Кисә генә Динәгә аяуһыҙ рәхмәттәр уҡый ине, бөгөн килеп ниңә генә юлымда осраның, тип ҡәһәрләй. Исмаһам, бәхеттең ни икәнен белмәҫ, ысын мөхәббәтте татымаҫ ине. Хәҙер ул барыһын да юғалтыуҙан үлеп ҡурҡа.
5
Төшкөлөккә ашарға әҙерләй алманы Резеда. Бер нөктәгә төбәлгән килеш ятты ла ятты. Юҡҡа ғына туй көнөндә үк иренә барыһын да һөйләмәгән. Аңламаҫтай булһа, ҡайтыр ҙа китер ине Өфөһөнә. Сикәһен көйҙөрөп күҙ йәштәре тәгәрәне. Ҡәйнәһе күреп ҡалмаһын тип, тиҙ генә ең осо менән һыпыра һалды.
Миңзифа киленен ошондай хәлдә туйҙан һуң икенсе тапҡыр күрә. Йөҙө вайымһыҙ төҫ алған, әйтерһең, уға бер ни ҙә кәрәкмәй. Нимә булды икән? Әллә яман һүҙ еткерҙеләрме? Булыр ауыл халҡынан, улар ни алды-артын уйлап тормай, яра ла һала. Әллә берәй ере ауыртамы? Етди сир булып, белдерергә теләмәйме? Иртән генә ҡыр кәзәһе кеүек һикерәндәп сығып киткән кеше... Миңзифа ситтән генә күҙәтеп йөрөһә лә, килененә бер ни ҙә өндәшмәне, ярай, ғүмер буйы шулай һөмһөрө ҡойолоп ятмаҫ. Бындай мәлдә кешене бимазаламаһаң, уйҙары менән яңғыҙ ҡалдырһаң, һәйбәт була торған. Кәрәк тип тапһа, үҙе һөйләр әле. Миңзифа саң баҫылырлыҡ ҡына итеп өҫтән-мөҫтән иҙәндәрен һөртөп сыҡты. Һөт айырҙы, ҡаймаҡ беште. Төшкөлөккә ит һалғайны, ашын бешереп алды. Ул арала төшкө ашҡа Илһам ҡайтты. Ҡапҡа шығырлап асылғанын ишеткәс, Резеда тертләп, урынынан һикереп килеп торҙо. Ай аллам, тик ятасы! Нимә уйларҙар бит! Тиҙ генә сәсен тарап үрҙе, күлдәген алыштырҙы, күҙ-ҡаштарын төҙәткеләне. Кәйефенең алама икәнен һиҙмәһен. Соландан килеп ингән ҡәйнәһе бер ни булмағандай төҙәнеп-яһанып алған килененә сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы.
– Ғәфү ит, ҡәйнәм, ятҡайным, ауырайып тик ятамсы. Ғүмерҙә булмағанды, – тип аҡланырға тотондо. – Илһам ҡайтты. Минең көпә-көндөҙ карауатта аунап ятҡанды һиҙеп ҡалмаһын инде, әллә ни уйлар...
– Ярай, ярай, була торған хәл, тормош бит. Ауырып та китәһең. Әллә, мин әйтәм, урамда берәйһе алама һүҙ әйттеме...
– Юҡ-юҡ, ҡәйнәм! Һин нимә! Бөтәһе лә килен тип яратып ҡына тора. Шул хәтлем рәхәт булып китә күңелгә, – тип ихлас йылмайырға тырышты. – Барыһы ла бигерәк һәйбәттәр.
Яһалма кәйеф булдырып, Илһамды ҡаршы алырға тышҡа сыҡты. Уныһы кәләшен ҡосаҡлап, битенән үбеп алды. Резеда ҡорт саҡҡандай ситкә тайшанды.
- Һин нимә, ҡәйнәм күреп ҡалһа! – тине ул уңайһыҙланып.
- Күрһә ни, мин сит ҡатындарҙы ҡосаҡлап йөрөмәйем бит…
Аһ! Уның был һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Әйтерһең, Илһам уға төрттөрә. Юрамал ғына, был нимә тиер икән, тип һынап ҡарауы. Резеданың ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып, сайҡалып ҡуйҙы. Кәләшенең йөҙөндәге үҙгәреште шул ике арала һиҙеп тә ҡалды Илһам:
- Ни булды, кәләш? Әллә берәй ярамаған нәмә әйттемме? – тип һорай һалды борсолоп.
- Юҡ-юҡ! Бер ни булманы!
Йыуынғанында һабынын, таҫтамалын биреп, иренең эргәһендә торҙо Резеда. Динә: “Иреңде бигерәк иркәләтәһең. Яман өйрәнеп китһә, белерһең әле!” – тип шаяртҡан булып бармаҡ янап ҡуйһа ла, Илһам янында кәрәк-кәрәкмәгәнгә өйөрөлөп-сөйөрөлөргә кәңәш итмәһә лә, Резедаға ирен бала кеүек тәрбиәләү ифрат оҡшай. Шунан ҙур кинәнес ала ул.
Төшкө аш мәлендә лә Резеданың башынан Сәйет сыҡманы. Уға ашарға алып барырға кәрәк. Нисек? Ниндәй һылтау менән аш тултырып алыр? Ҡәйнәһе берәй ҡайҙа китһә яҡшы булыр ине лә... тышҡа сығырға уйында юҡ. Берәйһе Сәйеттең Ынйыбикә апайҙарҙа ятыуын һиҙеп ҡалмаһын тип борсолдо ҡатынҡай. Шуларҙы уйлап, тыныс ҡына ултыра алманы: йә ҡалағын яңылыш төшөрөп ебәрә, йә икмәген. Йә башлаған телемен ашап бөтмәй, икенсеһен ала. Үҙе лә һиҙмәҫтән аяҡтары менән “шайтанын саҡыра”. Быларҙың береһе лә ҡәйнәһенең осло күҙенән ысҡынманы. Килене менән ни булғанын аңларға тырышты. Әлбиттә, насар кәйефен күрһәтмәй, улы алдында өлтөрәп тороуы һәйбәт, әммә... нимәлер йәшерә лә баһа! Илһамды күрәләтә алдай килеп сыға түгелме һуң? Улына өндәшмәй ҡалып, Миңзифа килененең ҡырын эшен йәшерергә ярҙам итмәйме? Шулай ҙа аңын-тоңон белмәйенсә, ҡыҫылмаҫҡа ҡарар итте. Төшкә саҡлы ятҡан икән! Бынан ғына донъя емерелмәй. Улы менән киленен юҡтан ғына талаштырып ҡуйыуы ла бар ауыҙын самаламай асып. Бәлки, арып та киткәндер, нисәмә көн инде туҡтауһыҙ йүгерә. Киленен һаҡлар кәрәк, өҙлөгөп тә ҡуйыуы бар.
Ашап алғас Илһам, биш минут ҡына ял итеп алам, тип йоҡо бүлмәһенә инде. Резеда һауыт-һаба тирәһендәге эштәрен йәһәт кенә тамамланы ла, уның эргәһенә ашыҡты. Ире кисә килгән гәзиттәрҙе ҡараштырып ята ине. Ул бер көндөкөн дә ҡалдырмай, баштан алып аҙағынаса уҡып сыға. Шуға күрә илдәге бөтөн яңылыҡтарҙың уртаһында, һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Ә Резеданың ҡулына гәзит-журнал алмағанына нисәмә йыл инде. Иренә ҡарап, уға хатта оят булып китә.
– Арыныңмы? – Резеда уның янына килеп ултырҙы, ҡулын маңлайына ҡуйҙы.
– Янымда илһам, дәрт биреп торғаныңда, арып була тиме ни? – Илһам, гәзитенән айырылып, ҡатынына иркәләп ҡараны.
– Эй, юханы!..
– Ысын! – Иренең күҙҙәрендә осҡондар ҡабынды. – Хәҙер уйлайым да, быға тиклем һинһеҙ нисек йәшәнем икән, тип аптырайым. Тормошомдоң бөтөнләй ҡыҙығы ла, мәғәнәһе лә булмаған.
– Хәҙер бармы һуң?
– Әлбиттә! Һорап тораһың тағы... Тик бына… һинең менән ниҙер булған кеүек бөгөн. Нимәгәлер бик борсолаһың…
Әртислек һәләте бирелмәгәс, бирелмәгән инде Резедаға! Тойғоларын әҙерәк кенә лә йәшерә белмәй ҙә баһа! Улай тиһәң… Элекке тормошо тик театрҙан ғына торҙо түгелме һуң? Харап шәп уйнай торғайны бит һуң. Нәфрәт йәшәгән ерҙә, бәлки, икейөҙлөләнеп булалыр, ә бында иң ихлас хис-тойғолар. Алдашыуға, яһалмалылыҡҡа урын юҡ. Һөйгән йөрәк кенә шулай һиҙгер булалыр.
– Төштән һуң эшкә бараңмы, Илһам? – Резеда уның һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙы.
– Барам! Элек, бәлки, йыбаныр инем, хәҙер бит мин яңғыҙ түгел, минең ғаиләм бар!..
Ана бит ҡайһылай өҙөлөп тора ире. Ә ул?! Ҡайҙан килеп сыҡты был Сәйете! Уф, Аллам...
– Мин һине эшкә оҙата алмаҫмын инде. Ынйыбикә апайҙың этен ашатып киләм. Ас торалыр, иртән ул турала уйламағанмын да!
– Шундай ҙур хужалыҡты алып ҡалғас, бармай булмаҫ.
– … Ҡош-ҡортона ем һалаһы, ҡаҙҙарын ҡарайһы бар. Йылғаға төшөргәйнем, юғалып ҡуймаһындар тип ҡурҡам.
– Бар-бар, уны ниңә миңә әйтеп тораһың?
– Әлләсе... Һин – минең ирем дә.
– Булһа һуң. Улай һәр аҙымыңды әйтеп йөрөһәң, миңә уңайһыҙ.
Ә Резеда һәр баҫҡан аҙымына хисап биреп өйрәнгән. Кемдәндер һорамайынса, кемгәлер әйтмәйенсә эшләп була икәнен башына ла килтергәне юҡ. Уның өҫтөнән һәр ваҡыт контроль булырға тейеш, тип ҡабул иткән.
Илһам уның артынан йылмайып ҡарап ҡалды. Хужабикә!.. Бөтөн яҡлап ҡайғыртып, тырышып йөрөгән көнө. Алла бирһә балалары ла булып китһә… Ҡыҙыҡ, Илһам менән тап булышҡансы ҡайҙарҙа, ниҙәр ҡылып йөрөнө икән? Берәйһен яраттымы? Уйҙары ошо тәңгәлгә килеп еткәс, етмәһә таныш түгел ир йөҙөн күҙ алдына баҫтырғас, һикереп тороп уҡ ултырҙы. Кит, әллә нәмә уйлап ултыра! Егете булған хәлдә лә ул инде тарихта тороп ҡалды. Иң мөһиме, киләсәктә булмаһын ундай ғишыҡ-мишыҡтар… Резедаһының йылмайыуын, әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөргәндән һуң, күңелен яңынан йылылыҡ биләне, серемгә китте.
Эткә тип ҡәйнәһе һөйәктәр, аш әҙерләп ҡуйған, хәҙер Резедаға Сәйеткә тип аш һалып алырға кәрәк. Нисек шик тыуҙырмай ғына ҡыланырға? Ҡәйнәһе һаман аш-һыу бүлмәһендә урала. Бөгөн был тәңгәлдә Резедаға ял бирергә булды, ахырыһы. Ҡатынҡай үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Уның ни ҡылырға йөрөгәнен барыһы ла белгән төҫлө.
Тегендә Сәйет ҡотороналыр. Резеда кухняға инде. Ҡәйнәһе ҡамыр баҫа.
– Нимә бешерәһең, ҡәйнәм? Ниңә миңә генә өндәшмәнең, үҙем баҫыр инем әле.
– Һин был йортҡа төшкәне бирле ҡул ҡаушырып тик ултырам, ялҡытты. Ғүмер баҡый башҡарған эштәрем һағындырып та китте. Танһығымды ҡандырып алайым тинем, – тип көлөп ҡуйҙы. Күренеп тора, ысынлап һағынған аш-һыу эшен. – Һин, килен, ял ит. Миңә лә, минең улыма ла һау булыуың кәрәк, – тип борсолоуын белдерҙе ҡәйнәһе.
– Әлләсе, үҙең әйтмешләй, ҡәйнәм, миңә лә эш танһыҡ. Ҡалала бындай йорт эше эләкмәй бит. Ашарға бешереү ҙә мотлаҡ түгел, магазинда йәнең теләгән нәмә һатыла, яңғыҙ башыңа күп кәрәкме ни, алып ҡайтып йылытаһың да ашайһың.
Резеда шулай хәбәрен һөйләй-һөйләй бер литрлыҡ банкаға киҫелгән һалманан бешерелгән аш тултыра башланы.
– Уны ни эшләйһең, килен?
Ҡәйнәһе бәлки иғтибар итмәҫ, тип өмөтләнгәйне лә, килеп сыҡманы…
– Тегендә барып киләйем тигәйнем. Эттәре ас тора бит.
– Аһ-аһ, эткә ундай аш ҡоя тиме кеше? Ана бит һикелә ҡоштабаҡта ултыра эткә тигән аҙыҡ.
– Ул үҙебеҙҙекенә түгелме ни?
– Булһа ни! Икеһенә лә етә ул. Яртыһын һалып ал ана...
– Ярай инде, аш алдым бит...
Резеда тулҡынланғанын һиҙҙермәҫкә тырышты. Оятынан ер тишегенә инеп китергә әҙер ине ул был минутта. Банканы ҡапҡас менән ябып, пакетына ултыртты. Ҙур-ҙур итеп теленгән, бер нисә телем икмәк, һыуытҡыстан ҙур ғына киҫәк ит һалып алды.
– Икмәк тә әҙерләп ҡуйғанмын... – ҡәйнәһе был юлы тауышын күтәрә биреберәк өндәште. – Ит менән генә һыйларға, нимә, эттәре особый тиһеңме әллә?
– Юҡ та...
Резеда һөйләнеп йөрөү ыңғайға эткә тигән аҙыҡтың да яртыһын һалып алды ла, тышҡа атылды. Уф!.. Нимә генә уйланы икән ҡәйнәһе? Ғәрлек бит! Әммә был турала оҙаҡ көйөргә ваҡыт юҡ, Сәйеттең туҡмағынан ҡурҡа.
“Ы-ыһ! Ни ғәйептәрем өсөн язалайһың мине? Шулай уҡ әҙ генә бәхеткә лә хаҡым юҡмы ни?..” – тип иламһыраны китеп барышлай. Илһам... Күҙ алдына иренең мөләйем йөҙө килеп баҫты. “Ғәфү ит мине...” Ҡапыл уға барыһы ла төш кенә кеүек тойола башланы. Әйтерһең, Илһам – ни бары хыял һәм күҙҙәрен асыу менән юҡҡа сыҡты. Уның урынына Сәйеттең һөмһөҙ йөҙө генә тороп ҡалды. Резеданың йөрәге тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Илағыһы килде, әммә тамсы ла йәше сыҡманы, ауыр, ҙур бер төйөр булып тамағына килеп тығылды.
Резеда кухняға әйберҙәрен индереп ҡуйғас ҡына килеп сыҡты Сәйет. Күрәһең, йәшеренеп торған. Ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Йә, ашарға ҡасан әҙер була? – тип һораны. Резеда тиҙ генә банкалағы ашын бәләкәй кәстрүлгә бушатты, газды тоҡандырып, йылытырға ҡуйҙы, икмәк киҫәктәрен тәрилкәгә сығарып һалды. Һыуытҡыстан май, ҡайнатма кеүек ашамлыҡтар алып теҙҙе. Сәйнүкте ҡайнатырға ултыртты. Резеда иртән сығып киткәндән бирле йоҡлаған ахырыһы, йөҙө иҙелеп, һөмһөрө ҡойолған, күҙ ҡабаҡтары баҡаныҡылай булып шешенгән, ҙур ирендәре һалынып төшкән.
– Ниңә оҙаҡланың? – тип ҡаштарын емерәйтте Сәйет. Резеда уның һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Һүҙһеҙ генә тәрилкәгә аш һалып, алдына ҡалаҡ ҡуйҙы. Шуның менән эшем бөттө тигән ҡиәфәт менән ишеккә ыңғайламаҡсы итте.
– Ҡайҙа киттең?! – Резеда ҡурҡышынан шып туҡтаны.
– Мин китәйем инде... – Уның бында бер минут та артыҡ торғоһо килмәй ине, тиҙерәк, тиҙерәк ҡотолорға...
– Мин ашап бөткәнсе эргәмдә ултыр!
Резеда бүлмә уртаһында ҡатып ҡалды. Бер аҙ торғас, тыныс ҡына тауыш менән, артына әйләнмәйенсә генә өндәште:
– Мине өйҙә көтәләр...
– Көтһөндәр! Минең унда эшем юҡ. Һин – минең ҡатын, мин һине һатып алдым. Кәрәк булһа, иреңә үҙеңде һатып бирермен, – Сәйет бөтөн тештәрен күрһәтеп ыржайҙы. – Йә, ултыр тим!
Резеда тағы бер аҙ торғандан һуң, барыбер һүҙен һүҙ итәсәк, иң һәйбәте – ҡыҙҙырмау, үсектермәү тип, үҙен көсләп тигәндәй Сәйеттең ҡаршыһына килеп ултырҙы. Тегеһе инде бер нәмәгә иғтибар итмәй ҡарһаланып ашарға керешкәйне. Нисек күрә улмай уны Резеда! Хәленән килһә, бына хәҙер үк муйынынан һығып ҡына үлтерер ине! Исмаһам, ер йөҙөндә бер енәйәтсе кәмер ине. Әммә ул – ҡатын, уларҙың көстәре тигеҙ түгел. Резеданың сәскә кеүек ғүмерен урланы бит ул! Туғандарынан, ата-әсәһенән айырҙы, тыуған еренә ҡайтмаҫлыҡ итте. Әллә үҙе ғәйеплеме ҡыҙ? Ирғәлене яратам, тип күҙҙәре томаланды түгелме? Мөхәббәт тигәне, нимә менән шөғөлләнеүе менән ҡыҙыҡһынманы. Хәҙер терһәген тешләрҙәй ҙә бит, тешләп булмай. Әллә тағы ла милицияға шылтыратырғамы, тигән сая уй килде Резеданың башына, әммә шунда уҡ кире һүрелде. Сәйет, һиңә бер кем дә ышанмаясаҡ, сөнки мине үле тип беләләр, тип әйтте бит… Унан, ҡурҡа… Ҡурҡа һәм ғәрләнә. Былай ҙа Илһамға барып ишетелеп ҡуймаһын тип кенә теләй. Сәйет барыбер бында оҙаҡ йәшеренеп ята алмаҫ, үҙе лә әйтте бит, артынан машина килергә тейеш. Шулай булғас, нимә тиһә лә, нимә эшләһә лә өнһөҙ булырға, түҙергә кәрәк. Резеда йылдар буйы сабыр итеп өйрәнгән инде.
Ашҡа һалынған ит киҫәген ҡулы менән алып, тәүге тапҡыр күргәндәй йәбеште Сәйет. Тәмләп, супылдай-супылдай һурҙы һөйәкте. Ҡулы буйлап әллә май, әллә һурпа аҡты, ауыҙ тирәләре майға ялтыраны. Ике тәрилкә ашты бер тынала ялт иттереп ҡуйғас, ғыҡ итеп кикереп алды ла, ҡулдарын йәйеп ебәреп, башын ҡайҡайтып, ултырғыстың артына һөйәлеп ултырҙы.
– Аһ, шәп булды. Кискелеккә тағы килтерергә онотма! Мунсаға ас ҡорһаҡҡа барырға яратмағанды беләһең! – тип бойорҙо Резедаға. – Сәй яһа!
Резеда тиҙ генә һөтләп, ул яратҡанса ҡуйы итеп сәй яһаны. Сәйет тирләп-бешеп кинәнес менән сәй шөрпөлдәтергә кереште.
– Һине үлгән тигәйнеләр бит һуң?.. – Резеда Сәйетте күргәндән бирле борсоған һорауын бирҙе. – Бында нисек килеп сыҡтың?
– Үлгән? Ха-ха-ха! Мин һеҙҙең күбегеҙгә ҡарағанда ла оҙағыраҡ йәшәрмен әле! Һин генә, тауыҡбаш, кем нимә әйтә, шуға ышанып бараһың… Төрмәгә ултырғым килмәй! Хәҙер минең исем-шәрифтәрем бөтөнләй икенсе буласаҡ, өр-яңы тормош башланасаҡ! Эҙләп табып ҡараһындар әйҙә. Һин дә йыйын, бергә китәсәкбеҙ!
– Бергә? Ҡайҙа?
– Һинең ике ятып бер төшөңә инмәгән ерҙәргә, тауыҡ баш! Әллә ошонда һыйыр тиҙәгенә батып ятырға уйлайһыңмы?
– Нишләп һыйыр тиҙәгенә булһын?..
Ишеткән хәбәренән Резеда шаңҡып ҡалды: тағы нимә уйлап сығарҙы был?
– Мин китә алмайым, Сәйет. Бик киткем килһә лә...
Сәйет уға аҡайып ҡараны:
– Нимә? Был һүҙҙәрҙе һуңғы тапҡыр ишеттем тип һана! Ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, мин бында юҡҡа килгән тип беләһеңме әллә? Яңғыҙыңды тап итә алмай күпме урманда йөрөргә була ҡасып? Ярай әле Ынйыбикә китте, өй иркен ҡалды... – Тамағы туйған Сәйет асылып китеп һөйләп ташланы. – Әммә һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен, ишетәһеңме? Бер кемгә лә! Һин минеке генә... Беҙҙе һин генә һаттың. Быны мин йөрәгем менән тоям… Шуның өсөн үлергә тейеш инең. Һине яратыуым ғына һаҡлап алып ҡалды үҙеңде. Бөгөн кис йә иртәгә иртән кейемдәреңде бында килтереп ҡуй. – Әҙерәк уйлап торғандан һуң: – Хәйер, кәрәкмәй! Аҡса хәҙер беҙҙә бер муҡса! Алырбыҙ! – тип өҫтәне.
Резеда өйҙән нисек сыҡҡанын да хәтерләмәй. Бер туҡтауһыҙ мейеһен “бергә китәбеҙ” тигән һүҙҙәр сүкене. Резеда бөтөн кәмһетеүҙәренә, мыҫҡыллауҙарына түҙергә риза, әммә уның менән китә алмаясаҡ. Үлеүең мең артыҡ. Элегерәк, Сәйеттең ҡулы аҫтында йәшәгән сағында, бәлки, ул әйткән ергә эйәрер ҙә китер ине. Хәҙер булдыра алмай. Хәҙер уның Илһамы бар. Бәхеттең нимә икәнен белә. Ни йәне менән кире ҡоллоҡҡа китеп барһын ти инде?!
Резеда өйгә баяғынан да нығыраҡ иҙелеп, ҡобараһы осоп ҡайтты. Тиҙ генә йоҡо бүлмәһенә үтергә уйлағайны ла, һаман аш-һыу тирәһендә ураланған ҡәйнәһе күреп тә ҡалды.
– Ни булды, килен?
– Бер ни ҙә булманысы.
– Йөҙөң ап-аҡ, нур әҫәре юҡ. Ысынлап та өҙлөктөң ахырыһы эш тип йөрөп. Ял ит, бөгөн тороп йөрөмә. Ынйыбикәнең мал-тыуарын үҙем теүәлләрмен әле.
Быны ишетеүгә Резеда ҡото осоп:
– Юҡ! Үҙем барам! Өҙлөкмәнем мин! – тип ҡысҡырҙы. Үҙе яңылыш эшләгәнен аңлап, көсләп йылмайҙы. – Барыһы ла һәйбәт, борсолма, – тип ҡәйнәһен тынысландырырға ашыҡты.
Күңелле күренергә тырышһа ла, йөҙөнә нур ҡунманы барыбер. Аптыранған Миңзифа ай-вайына ҡуймай киленен йоҡо бүлмәһенә ҡыуҙы. Тынысландыра торған үләндәрҙән төнәтмә яһап эсерҙе. Оят ине Резедаға. Ҡәйнәһе әсәләрсә хәстәрлек менән температураһын үлсәгәндә, маңлайына һыуыҡ ҡулдарын ҡуйып ултырғанда ер тишегенә инерҙәй булып ятты. Әммә, ҡәйнәм ятырға ҡуша, тип иркәләнеп ятырға ла ярамай, бәлки, ул быларҙың барыһын да Резеданы һынап ҡарау өсөн эшләйҙер. Торорға кәрәк. Төнәтмәнең дә файҙаһы тейҙе, әҙәмсә фекерләр хәлгә килде бит, бирешмәҫ. Бөгөн ҡәйнәһе уны аш-һыуға яҡын ебәрмәҫ, баҡсала булһа ла соҡсоноп инһен. Ҡурай екләктәрен йыйырға ҡулы теймәйенсә йөрөй ине, йәтеш булды. Көрөшкә эләктереп, баҡсаға сыҡты. Баҡсалары ҙур ғына уларҙың. Ҡәйнәһе буш ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Ана бит, ниндәй генә сәскәләр юҡ бында! Ә Резеда бер нәмә лә үҫтерә белмәй. Хатта сәскәләрҙең исемдәрен дә йүнләп хәтерләмәй...
Был баҡса шәп булды Резедаға, ҡәйнәһенең дә күҙенә күренеп йөрөмәй, эшһеҙ ҙә тормай, ваҡыт та үтә. Кисен ниндәй һылтау менән мунса яғыр, бына быныһы ауыр мәсьәлә.
– Аһ, килен, бында ни эшләп йөрөйһөң ул? – Урамдан ҡәйнәһенең тауышы ишетелде. Күреп тә ҡалған! Бөгөн унан ҡотолоу юҡ...
– Ҡойолоп әрәм булмаҫ борон, ҡурай еләктәрен йыйып, ҡайнатып ҡуяйым тигәйнем.
– Мин бит һиңә ятырға ҡуштым! – Шәп-шәп атлап килеп еткән ҡәйнәһенең тауышында асыуланыу сағылды. – Ҡайһылай әйткәнде тыңламайһың! Хәс тә бала-саға инде!
– Ятҡым килмәй минең, ҡәйнәм, еләк йыйыу ҡыйын түгел бит!
– Ҡыйын булмай ни! Көнө буйы ҡояш аҫтында йөрөп ҡара һин! – Ҡояш ҡыҙыу булмаһа ла, ҡәйнәһе был һүҙҙәрҙе ғәҙәт буйынса әйтеп ҡуйҙы, ахырыһы.
– Ни, ҡәйнәм, бөгөн мунса яҡҡанда яҡшы булыр ине. Хәҙер тиҙ генә һыу ташыйым да...
– Үҙем дә шулай уйлай инем әле! – Ҡәйнәһе ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй өлтөрәп алып китте. – Мунса бигерәк шифалы бит ул. Сабындырырға үҙем инермен. Шәп серен беләм мин уның! Бөтөн сирҙәрең, арыу-талыуың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр. Ҡана, хәҙер үк яғайым!
Хәҙер үк тисе, иртәрәк бит әле! Резеда йәштәрсә бер дәрт менән өй яғына йүгереп ултырған ҡәйнәһен туҡтата һалды.
– Ҡәйнәм, һин борсолма улай. Мин уны һуң ғына яғып, сабынып сығырмын да, шунда уҡ йоҡларға ятырмын тип уйлағайным. Эштәрҙе бөткәс...
Ҡәйнәһе йәнә шунда уҡ ризалашты. Тик үҙенекендә ныҡ торҙо: һыу ташырға, утын индерергә ҡушманы. Ҡатынҡайға ризалашыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Ул хәҙер нимә ҡушһалар ҙа риза ине, тик Сәйетте генә белеп ҡалмаһындар. Көрөшкәһе тулғансы йөрөргә сабырлығы етмәне уның. Һәйбәт нәмәләр тураһында уйларға тырыша, юҡ, Сәйет килә лә төшә иҫенә. Тотона шунан күңеле болоҡһорға. Үҙенә лә юлға йыйынырға ҡушыуын иҫләһә, йәне көйөүҙән йөрәге болғана, башы әйләнергә тотона. Әллә барыһын да Динәгә һөйләргә, уның менән кәңәшләшергәме? Ни тиһәң дә әхирәте бит әле, бында иң яҡын кешеһе. Әммә нисек? Нисек һөйләһен ул барыһын да? Динә уны фәхишә, һатылған ҡыҙ тип башына ла индермәй бит. Уның өсөн әхирәте саф, изге күңелле. Ниңә генә эйәреп килде лә Динәгә, ниңә генә кейәүгә сығырға ризалашты! Ул ваҡытта Илһамды оҡшатмай ҙа ине... Ә хәҙер ул Илһамдан башҡа бер көн дә тора алмай. Шуға күрә... бер генә юл ҡала: көтөргә, барыһының да яҡшы тамамланырына өмөтләнергә, ысын күңелдән Алланан ярҙам һорарға.
– Килен, һине телефонға! – Ҡәйнәһе күтәрмәгә сығып ҡысҡырҙы.
– Кем? – Резеда аптырап китте, уны бында бер кем дә белмәй ҙә баһа. Әллә бер-бер хәл булып, ауылдан әсәләре шылтыратамы? Әй, моғайын, Динәлер...
– Беләйем, исемен әйтмәне, ниндәйҙер бер ир.
Ир тигән һүҙҙе ишетеүгә Резеданың йөрәге жыу итеп ҡалды. Ул! Сәйет! Резеда өйгә нисек йүгереп барып ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Алло, алло! Кем был?
– Кем, имеш, мине танымай башланыңмы! – теге баштан ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һүҙҙәре килеп етте.
Сәйеттең тауышын ишетеүгә Резеда йәшелле-күкле төҫкә инде. Таныш түгел ир тауышын ишеткәс, ҡәйнәһе лә уның артынан инеп, ишек төбөндә тыңлап тора етмәһә. Резеда ҡурҡышынан нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килде, үҙенең йөрәге сығырҙай булып типте, әйтерһең, бөтә өйгә яңғырап ишетелеп тора.
– Ә-ә, Рәфҡәт ағай, һинме ни? Һаумы! – тип саҡ әйтә алды, ҡәйнәһе яғына әйләнеп, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. Бөтә тәненә тир бәреп сыҡты, аяҡ быуындары ҡалтыраны.
– Атаң башына ағайың булайыммы мин һиңә?! – Сәйет аҡырып ебәрҙе. Резеда уның һайын трубканы ҡолағына нығыраҡ терәне.
– Хәлдәр нисек, ағай? Әсәйем менән атайым ауырымайҙармы? – Башына тәүге килгән һорауҙы бирҙе Резеда.
– Мин асыҡтым! Ҡасан киләһең? – тип мыжыны Сәйет.
– Үҙең беләһең, ағай, яҡын ара түгел, тиҙ генә ҡайта алмайым инде. Һағынып та өлгөрҙөгөҙмө ни?
– Ә мине не волнует! Һин минең янда булырға тейешһең! Ишетәһеңме?
– Беләм дә бит... Ниндәй яңылыҡтар бар, ағай? Күрше-тирә нисек көн күрә? Уларға минән күп сәләм! – Телефонды һалып ҡына ҡуйырға ла булыр ине, әммә Резеда уны ҡолағынан айыра алмай, нисек матҡып тотҡан, шулай тора бирә. Исмаһам, ҡәйнәһе сыҡмай!
– Хәҙер үк килеп етмәһәң, ҡара уны, үҙем барам!
– Әсәйемде һаҡла инде. Өйҙә килен бар, эшләһен йәш кеше!
– Һин нимә лыҡылдайһың ул?! Ашарға килтер тейем мин һиңә, тауыҡ баш!
– Ярай, ағай, оҙаҡ итеп һөйләшеп тора алмайым. Һеҙҙең барығыҙға ла кейәүегеҙҙән, ҡәйнәмдән күп сәләм! Һау бул! – Тине лә ҡабаланып трубканы һалды. Уф... Сәйеттең һуңғы: “бирермен мин һиңә кейәү менән ҡәйнәне!” тигән һүҙҙәре генә яңғырап ҡалды. Ҡәйнәһе бер ни өндәшмәне. “Ағаһы” менән һөйләшкәнгә ышандымы? Ай-һай, ниҙер һиҙенде, юҡһа һүҙһеҙ сәйер ҡиәфәт менән сығып китмәҫ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының һаулығын белешер, уларға сәләм еткерер ине. Был Сәйет менән нимә эшләргә? Хәҙер өйгә шылтырата башланы. Кил, ти... Тота һалып нисек сығып китмәк кәрәк? Йә берәйһендә йомош-фәләне юҡ. Динә! Динәгә барам тип сығып китәсәк! Резеда башына ниһайәт йүнле уй килгәнгә һөйөнөп, шарт-шорт баҫып ҡәйнәһе янына сыҡты.
– Ҡәйнәм, Илһам бөгөн һуң ҡайта, мин Динәгә барып киләйем әле? Күптән үҙен күргән дә юҡ.
– Аһ, ҡайһылай ҡапыл ғына уйлап ебәрҙең. Хәҙер һуң түгелме һуң? – Миңзифа сәғәтенә күҙ һалды.
–Динәне күреп, уның менән һөйләшеп ҡайтһам, күңелем урынына ултырыр ине. Рәфҡәт ағайым да шылтыратҡас, әсәйемдәрҙе, тыуған яҡтарымды һағынып киттемсе, – тип хәйләләне Резеда. Уға нисек булһа ла ҡәйнәһен ышандырырға, шик уятмаҫҡа кәрәк. Ысынлап та, уның ошо һүҙҙәренән һуң Миңзифаның зиһене асылып киткәндәй булды: бына эш нимәлә икән! Әлбиттә! Сит-ят яҡҡа сығып китһә, үҙе һағынмаҫ инеме ни? Килененең сәйер ҡыланыштарына аптыраған була тағы!
– Бар әйҙә, килен, бар, әхирәтең менән күңелең булғансы һөйләшеп ҡайт. Борсолма, мин бында мунса яғып ҡуйырмын. Илһам иртәрәк ҡайтһа, барып алыр үҙеңде.
– Юҡ-юҡ, ҡәйнәм, үҙем ҡайтам! Эштән арып ҡайта, ыҙалап йөрөмәһен!..
– Ярай, үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Резеда кейемдәрен алыштырып, аҡса алды ла, уҡ кеүек урамға атылды. Китешләй магазинға инеп икмәк, колбаса-маҙар, билмән, араҡы, закускаға тоҙло ҡыяр һатып алды. Сәйеттең тамағын туйҙырырға кәрәк. Уның ашамһаҡлығына аптырай Резеда. Һис туя белмәй. Әле уға нимә бирһәң дә һоғоноп ултыра, ә элек һайланып теңкәһенә тейә ине: аш бешерһәң, үтә эҫе лә булмаһын, һыуынып та китмәһен, йылытылған кәрәкмәй уға. Бер төрлө аш ҡабатланмаһын.
Сәйет үрһәләнеп, соланда уҡ ҡаршы алды Резеданы.
– Ниһайәт! Өйөңә барырға тип уйлай башлағайным инде! – Ҡатынды күреп, ҡыуанып китте.
– Һин ниңә өйгә шылтыратаһың? – Резеда шунда уҡ уға ташланды. Эсенә йыйылған асыуынан тиҙерәк ҡотолғоһо килде уның.
– Һаман килмәгәсең... – Сәйет бер аҙ тынысланғайны, Резеда менән был юлы әҙәмсә һөйләште, аҡырманы-баҡырманы. Кәперәйеп маташһа ла, күңелендә ҡурҡыу остоғо ла бар ине: әгәр милицияға хәбәр итә ҡалһа? Йә иренә һөйләп ҡуйһа? Мөмкин бит. Ярай, элек тулыһынса үҙенә буйһондороп тота ала ине, әле хәлдәр башҡасараҡ тора шул.
Резеда билмән бешерҙе.
– Һағындым һине! – Ҡатындың һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған Сәйеттең күҙҙәре майланды.
– Сәйет, – тип һүҙ башланы ҡатын бер аҙ өнһөҙ ултырғандан һуң. – Һиңә яңғыҙыңа ғына һәм тиҙерәк китергә кәрәк бынан. Ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың бит... Мин һиңә йөк кенә буласаҡмын, быны үҙең дә аңлап тораһың. Китергә, кеше күҙенә күренмәҫкә хәлемдән килгәнсе ярҙам итәсәкмен...
Бәлки, юхалауға барыр тип һөйләне быларҙың барыһын да Резеда. Уйлап ҡарар ҙа, яңғыҙына ысынлап та уңайлыраҡ икәнен аңлар.
– Һинән ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү миңә шул тиклем рәхәт! Һине генә яратыуымды яңы төшөндөм. Икенсе ир ҡуйынында икәнеңде күҙ алдына килтереп, көнләшеп үлә яҙҙым бит! Төндәр буйы үҙем менән көрәшеп сығам. – Ирҙең күңел йоҙағы асылды, эсендәген һөйләп ҡалырға тырышты. Урынынан ҡалҡынып, Резеда эргәһенә иҙәнгә килеп тубыҡланды. – Бергә китәбеҙ, ишетәһеңме? Мин һинһеҙ йәшәй алмайым. Һағындым! Кил әле, элеккеләй бер ҡыҫып ҡосаҡлайым әле үҙеңде. Һине бит бер кем дә минең кеүек итеп яратмай. Әлеге быҙауың ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк икәнен аңлаймы ни ул?
Сәйет Резеданы ҡосаҡларға, үбергә ынтылды. Тегеһе ытырғанып янтайҙы, шулай ҡыланырын белә ине бит инде. Ул тартҡылашҡан һайын Сәйет нығыраҡ шашынды, тиҙҙән үҙен ҡулда тота алмаҫлыҡ хәлгә килде. Былай ғына килеп сыҡмағас: “Минең ҡасандан бирле бисә күргән юҡ”, – тип яңағына һуғып ебәрҙе. Ауыртыуҙан Резеданың күҙҙәрендә уттар күренде. Сәйет уның һайын шашынды, уның һайын ҡотһоҙораҡ ҡыланды.
Читайте нас: