Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
28 Март 2020, 22:35

Ҡаяға һыйынған ҡайын (Повесть. Дауамы. 4)

Ҡайтырға сыҡҡанда Резеданың тамсы ла йәшәгеһе килмәй ине. Ниндәй ғәрлек! Хәҙер иренең, ҡәйнәһенең күҙенә нисек кенә күренер? Күҙҙәренә нисек тура ҡарар? Һүҙ ҡушыр? Илһам менән бер түшәккә ятыр? Сәйеттән дә бысраҡ, унан да әшәке әҙәм юҡтыр ул! Ҡайһылайтырға? Әллә үҙенә ҡул ғына һалырға ла ҡотолорғамы? Ҡаяға менер ҙә, һыуға ташланыр...

Ҡайтырға сыҡҡанда Резеданың тамсы ла йәшәгеһе килмәй ине. Ниндәй ғәрлек! Хәҙер иренең, ҡәйнәһенең күҙенә нисек кенә күренер? Күҙҙәренә нисек тура ҡарар? Һүҙ ҡушыр? Илһам менән бер түшәккә ятыр? Сәйеттән дә бысраҡ, унан да әшәке әҙәм юҡтыр ул! Ҡайһылайтырға? Әллә үҙенә ҡул ғына һалырға ла ҡотолорғамы? Ҡаяға менер ҙә, һыуға ташланыр... Бөтөнләй башы буталды уның. Яңы тормош башлайым тип иртә ҡыуанған икән. Күрәһеләре алда булған шул әле. Үлгеһе килә уның. Өйөнә бөтөнләй аяғы тартмай. Лайыҡ түгел ул яҡшы күңелле кешеләр янында йөрөргә. Яҡындарын барыбер ғүмер буйы алдап, иртәгәһе көндән ҡурҡып йәшәй алмаясаҡ. Уға хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй кеүек. Бәлки, яҙмышына күнеп, Сәйет менән сығып ҡына китергә кәрәктер? Резеда үҙен донъялағы иң йәлке бер йән эйәһе итеп тойҙо. Уға Сәйет кеүек бандиттар ғына тиң. Ә бәхет... булды ла бөттө. Шул үткән бәхетле минуттарын яҡты бер иҫтәлек итеп ғүмер буйы күңел түрендә һаҡлаясаҡ. Ҡотолоу юҡ Резедаға үткәндәренән, улар һәр ваҡыт эҙәрлекләйәсәк, табасаҡ, ыҙалатасаҡ, ғазаплаясаҡ. Был Сәйет ысынлап тороп үлһә лә тынғылыҡта ҡалдырмаҫ Резеданы. Ана бит, әле лә ҡайҙа икәнлеген белеп, эҙләп килеп еткән. Ундай кешене ер ҙә алмай шул үҙенә. Һәм Резеда кеүектәрҙән дә сирҡана торғандыр ер...
Күҙ йәштәрен йотоп, иҫерек кеше кеүек алпан-толпан атланы ул урам буйлап. Ҡыҫҡа ғына был ара шул тиклем оҙон тойолдо. Аяҡтары талды, ултырғыһы килде. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Сәңкеп-сәңкеп башы ауыртты.
Бер кемгә лә, бер нәмәгә лә иғтибар итмәй йортҡа уҙҙы. Ҡәйнәһенең:
– Һәүкәш! Алаҡай, ал аяғыңды! – тип ҡысҡырыуын ишеткәс кенә айнып китте. Бәй, ул бит Ынйыбикә апайҙарының һыйырын һауманы. Ынйыбикә апай... Шылтыратмай ҙа, ҡайтыр хәбәре лә ишетелмәй. Нимә эшләп йөрөй икән? Бандит ирен шулай ныҡ яратамы? Әллә нимә менән шөғөлләнгәнен белмәй ҙәме? Резеданың тамсы ла хәле юҡ, “теләһә ни эшләһендәр!” тине лә, урын һалып-нитеп тормай, карауатына менде лә ятты. Торғоһо килмәй. Бармаясаҡ ул унда яңынан. Белһендәр әйҙә килендәренең кем икәнен! Ә мунса? Мунса төшөргә киләм тине бит! Ҡәйнәһе яҡтымы-юҡмы? Бесәй кеүек бөгәрләнеп ятҡан бәләкәй, сибек кенә кәүҙә өшөүҙән еңелсә ҡалтыранды. Үҙенән-үҙе күҙҙәре йомолдо. Уйҙары төшө менән буталып, һаташты.
Тышта эштәрен бөтөрөп ингән Илһамды кәләшенең әлеге хәле борсоуға һалды.
– Кәләш! Нимә булды? Ауырып киттеңме әллә? – Йәһәт кенә эргәһенә килеп ултырҙы. Ҡулын маңлайына ҡуйҙы. – Һин бит янаһың! Һыуыҡ тейҙерҙеңме икән? Хәҙер дарыу бирәм.
“Кәрәкмәй... Миңә хәҙер бер генә дарыу ҙа ярҙам итмәйәсәк, – тип бышылданы көскә күҙҙәрен аса алған Резеда. – Минең үлгем генә килә...”
– Әйттем мин уға бөгөн ял ит тип, юҡ, үҙһүҙләнеп, тыңламаны!– һуҡрана-һуҡрана Илһам артынан бүлмәгә ҡәйнәһе инде. – Тыуған төйәгенән сығып киткәненә нисә йыл, ҡала ҡыҙына, аҡһөйәккә әйләнеп бөткән бит инде! Ауылда донъя көтөү ай-һай уйын түгел шул!.. – Унан улының ҡулындағы аптечканан аспирин алды. – Әлегә бына ошоно бирә тор. Температураһы төшмәҫтәй булһа, фельдшер саҡырырбыҙ. Тыңламай әллә ҡайҙа ятҡан Динәһенә сығып киткән булды. Мин дә шәп инде, күрә-белә ебәреп торам! – Ҡәйнәһе сығып киткәндә лә һуҡрана ине әле.
Илһам стакан менән һыу алып килде.
– Кәләш, башыңды ҡалҡыт та бынау төймәсекте ҡап әле… – тип балаға әйткән кеүек иркәләп өндәште. Резеданың һис тә ҡыбырлағыһы килмәй. Ниңә ыҙалаталар уны? Нимәгә кәрәк уларҙың дарыуҙары? Теймәһендәр, тыныслыҡта ҡалдырһындар ине уны! Береһен дә күргеһе лә, ишеткеһе лә килмәй Резеданың. Әммә Илһам уның ай-вайына ҡарамай, бәләкәй генә аҡ төймәсекте ауыҙына ҡаптырҙы, артынан түгә-түгә һыу эсерҙе. Резеданың өҫ кейемдәрен систереп, юрған япты. Илһам үҙе лә, кәләшен ҡосағына ҡымтып, эргәһенә ятты. Резедаға рәхәт тә, ҡыйын да. Ситкә этергә итә, әммә көсө етмәй. Унан башында тағы уйҙар ҡайнай башлай: уға бит бындай бәхетле минуттарҙы кисерергә күп ҡалманы, ятып ҡалһын иркәләнеп, ниңә ситкә этергә? Илһам әлегә уның законлы ире бит әле!
Бер аҙҙан иҙерәп йоҡлап китте Резеда, әммә оҙаҡ та ятманы, тирләп уянды. Бүлмә эсе дөм-ҡараңғы, исмаһам, ай ҙа юҡ. Сәғәт нисә икән? Эргәһендә бер ни белмәй мышнай-мышнай Илһам йоҡлай. Тимәк, ваҡыт һуң! Резеданың йөрәге дөп-дөп типте. Урамда шылҡ иткән дә тауыш юҡ, әйтерһең, тормош туҡтап ҡалған. Ул бит мунса яғырға тейеш ине! Дөрөҫөрәге, ҡәйнәһе. Яҡмай ҡуйһа? Яҡҡан хәлдә лә ишеген йоҙаҡлаһа? Сәйет төн уртаһында килеп ғауғалап, Резеданы таптырып йөрөһә? Унан булмаҫ тимә! Резеда торорға теләп, урынынан ҡалҡынды. Әммә кәүҙәһе бүрәнә кеүек, үҙен һис тыңламай. Башы ла, ҡом тултырып ҡуйылғандай, көс етмәҫлек ауыр. Ҡыбырларға ла хәле етмәйенсә, лып итеп урынына кире ауҙы. Күҙенә йәш эркелде. Артабан әллә йоҡланы, әллә юҡ, ошо ике арауыҡта Илһам һәм Сәйет менән һаташты.
Күҙҙәрен асҡанда яҡтырғайны инде. Ҡояш уларҙың тәҙрәһенә боролған, тимәк, һыйырҙар көтөүгә күптән киткән. Резеда ҡорт саҡҡандай һикереп тороп ултырҙы. Ул бит йоҡлап ҡалған! Әҙәмдән оят! Ыныйыбикә апайҙарҙың һыйырҙары һауылдымы? Һауылғандыр, ҡәйнәһе уның уянғанын көтөп ятмағандыр... Килене тураһында нимә уйланы икән? Ә Сәйет? Резеда килде тип, үҙенең ундалығын һиҙҙереп ҡуйманымы? Уф... Ниңә атты был көн? Ниңә уянды? Ниңә мәңгелеккә күҙҙәрен йомманы шунда? Күрәһеләре бөтмәгән өсөнмө? Ҡатынҡай, ауыр итеп ыңғырашып, йөҙтүбән әйләнеп ятты. Нимә эшләргә? Ниндәй көс табып торорға? Өйҙә тынлыҡ. Ауыр тынлыҡ. Бүлмәнең, улай ғына түгел, тотош өйҙөң йәме юҡ, һыуыҡ, шомло, тын ҡыҫыла. Әйтерһең, кемдер үлгән. Хәйер, Резеда үҙе үлде түгелме ни? Карауатта тәне генә ята, йәне үлде. Шуға ла ҡыйын кеүек тойолалыр ул. Бүтәндәргә ғәҙәттәгесә таң аталыр, шул уҡ һауаны һулайҙарҙыр.
Урамда мөңгөр-мөңгөр һөйләшәләр. Ниңә Илһам уның янына инеп тә сыҡмай? Хәлен белешмәй? Әй, юҡ та, инмәһен! Кәрәкмәй, бер кемде лә күргеһе килмәй Резеданың. Бына ошо яҫтыҡты ҡосаҡлап, ауырығанға һалышып тик ятасаҡ ул бөгөн карауатта. Сәйет тә теләһә ни эшләһен! Кискә Резеда бөтөнләй икенсе донъяға юлланасаҡ. Арыны ул барыһынан да. Ялҡты. Был мәхшәр бер ҡасан да бөтмәйәсәк, бәхетле булмаясаҡ барыбер Резеда. Иң һәйбәте – бер кемгә лә бәлә һалмай ғына китеү. Үҙ ваҡытында. Үҙе белеп.
Бына ҡәйнәһе өйгә инде. Ҡулын йыуҙы. Шалтыр-шолтор килеп бактан сәйнүккә һыу ҡойҙо. Кисә һыу индермәне Резеда. Ғәҙәттә кистән ташып ҡуя торғайны. Тиҙҙән сәйнүктең шыжлағаны ишетелде. Шкафтан әйберҙәр алып, сәй ултырта башланы. Илһам инде. Ҡулын йыуҙы. Тауыш-тын бөттө. Һөйләшмәйҙәр. Иртән өй эсе бигерәк тә гөрләп тора торғайны, ғәжәп, бөгөн ғүмерҙә булмағанса тын. Шулай ҙа, ниңә Илһам уның янына һаман инмәй? Резеда түҙемһеҙләнә башланы. Ҡулын йыуғас та хәлен белергә тейеш ине лә баһа? Кисә мунсаның ишеге бикле булғанға үс итеп, Сәйет эште боҙоп ҡуйғанмы әллә? Ул мотлаҡ килгән булырға тейеш. Сөнки ҡат-ҡат киҫәтте бит. Резеда бөгөн иртән бармағас, йәне көйөп берәй нәмә ҡылып та ҡуйырға мөмкин. Резеданы ҡурҡыу алды. Ҡабырғаһына әйләнеп ятты ла юрғанын башы аша бөркәнде. Ошолай ғына бөтөн булған проблемаларыңдан ҡасып ҡотолоп булһа икән?! Юрған аҫтында ла әлеге уйҙары тынғы бирмәне. Башы яңынан сеңкеп ауыртырға тотондо.
Кухняла ултырған иренең һәр ҡыланышын күҙ алдына килтереп, йөрәге һыҙланы. Инһен ине Резеда янына, әрләһен, сәсенән һөйрәтеп йөрөп туҡмаһын ине! Өнһөҙлөгө менән бәғерен өҙҙө ул ҡатынының. Билдәһеҙлектән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр!
Өйҙәге тынлыҡты боҙоп, телефон шылтыраны. Уның тауышына терт итеп ҡалды. Кем булыр? Үс иткәндәй, оҙаҡ ҡына береһе лә алмай торҙо. Ниһайәт, ҡәйнәһенең “Эйе, тыңлайым” тигәне ишетелде. Теге башта өндәшмәйҙәр ине булһа кәрәк, бер һүҙҙе әллә нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң, йән асыуына трубканы һалып ҡуйҙы. Сәйет кенә булды был. Резеданы юғалтҡандыр. Юҡ, бармаясаҡ ул бөгөн. Резеда йән әрнеүен баҫыр өсөн, юрғанының осон бар көсөнә тешләп тартырға тотондо. Нимә булһа ла булыр, яҙмышын Хоҙай ҡулына тапшырып, тик ятасаҡ бына шулай.
Илһамдың ауыр аҙымдары ишетелде. Был яҡҡа килә! Резеда тулҡынланыуҙан тын алырға ла онотто. Күкрәк тәңгәле әсетә башлағас ҡына ауыр итеп тын алды. Ни тиер? Резеданың үҙенә ни эшләргә? Ул йәһәт кенә тороп ултырҙы. Тубыҡтарын юрғаны менән ҡапланы. Әйтерһең, юрған уның һаҡсыһы, ул булғанда Резедаға ҡурҡыныс янамай. Килеп ингәс тә, Илһам күҙҙәрен иҙәнгә йүнәлтте. Ҡатынының ялбарыулы, меҫкен ҡарашын күтәрә алманы. Бер ни өндәшмәй кейем шкафын асты, аҫҡы тартмаһын алға һөйрәп сығарҙы ла нимәлер эҙләй башланы. Үҙе һыу уртлағандай, ләм-мим.
– Илһам, берәй нәмә булдымы әллә? – Резеда ипләп кенә өндәште, бер нәмә лә белмәгәнгә ҡалышты.
Илһам, эҙләнеүенән туҡтап, ялп итеп кәләшенә әйләнде. Бер ни аңлатмаған, мәғәнәһеҙ ҡарашы менән тексәйеп торғандан һуң:
– Уны мин һинән һорарға тейеш, – тине лә, яңынан үҙ эшенә тотондо. Бер төн эсендә ни тиклем үҙгәреш! Кисә генә кәләшен яҡлашыр өсөн дошманына ҡыйғыр бөркөттәй ташланырға әҙер үткер ҡарашлы, етеҙ, дәрте ташып торған ире ҡартайып киткәндәй. Ҡыланыштары, үҙен тотошо бабайҙарға оҡшап ҡалған.
– Нимәне, Илһам? Бәлки, аңлатырһың?
Уның һүҙҙәрен, әйтерһең, ишетмәй ҙә. Резеданы бар тип тә белмәй. Шулай уҡ барыһы ла бөттөмө икән ни? Ғәфү итмәҫме?
Кәрәкле әйберен тапҡас, Илһам сыға башланы. Резеда түҙмәне, иҙәнгә һеләүһен етеҙлеге менән һикереп төштө лә, иренең аяғынан ҡосаҡлап, иҙәнгә йығылды.
– Илһам, өндәшмәй-нитмәй сығып китмә улай. Зинһар! Миңә былай ҙа ауыр!
Илһам иҙәндә ултырған ҡатынына нәфрәт менән ҡараны. Резеданың ҡулдарынан арынырға тырышып, аяғын һелкте. Әммә Резеда ныҡ тотҡайны, тиҙ генә ебәрергә теләмәне.
– Һөйләш минең менән... Зинһар.
– Һине... һине күргем дә килмәй! Ебәр.
– Юҡ! – Резеда уның һайын Илһамдың аяҡтарына сат йәбеште.
– Һин тыңларға тейешһең. Хәҙер барыһын да аңлатам һиңә.
– Аңлаттылар инде, ыҙаламаһаң да була! Бөтөн ауыл һөйләгәндә нимәгә ваҡыт әрәм итергә?
Бер аҙға албырғап ҡалған Резеданың ҡулдары бушауын тойоп, аяғын ҡапыл тартып алды. Резеда кәүҙәһен тота алмай, артына йығылды. Шунан файҙаланып, Илһам шәп-шәп атлап сығып китте. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға бер генә тапҡыр ҙа ҡул күтәргәне юҡ, әммә енәйәттәр тап ошондай мәлдә ҡылыналыр, күрәһең. Илһам йөрәгенең дарҫлап тибеүен, мейеһенә ҡан йүгереүен тойҙо, үҙенән-үҙе йоҙроҡтары төйнәлде. Ҡыҙып китмәҫ өсөн гаражына инде, машинаһын тоҡандырҙы. Бер аҙҙан өйҙәгеләр машина тауышын ғына ишетеп ҡалды. Миңзифа апай артынан йүгереп сыҡһа ла, өлгөрмәне. Илһамдың туҡтарға ла, ҡайҙа киткәнен белдерергә лә теләге юҡ ине. Сөнки әлегә үҙе лә белмәне. Уға тынысланырға, үҙ хәленә ҡайтырға кәрәк, ә өйҙә был мөмкин түгел. Резедаһы янында саҡта башына йүнле генә уй килмәйәсәк. Ә уның алдына артабанғы тормошон хәл итеү мәсьәләһе килеп баҫты. 30 йәшенә етеп тәүге тапҡыр ғашиҡ булғайны бит ул! Ә уныһы торғаны менән бер йылан булып сыҡты. Уйнаш итә-итә ирҙәрҙе арбау серенә өйрәнеп бөткәндер инде. Ә Динә? Ниңә ул мыҫҡыл итте Илһамды? Яҡшы мөнәсәбәттә инеләр бит һуң. Килешмәһәләр, берәй нәмәне бүлешә алмаһалар, үс ала, тип әйтер инең. Ә былай... Юҡ, йәшәй алмаясаҡ ул кәләше менән. Күҙ алдынан Илһамға тиклемге ирҙәре китмәйәсәк. Нисәү булды икән улар? Көнөнә берәү генә лә түгелдер бит инде. Көн һайын яңы, яңы, яңы... Илһамдың асыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана башлағас, машинаһын туҡтатырға мәжбүр булды.
Башын руленә терәне лә, күҙҙәрен йомоп, өнһөҙ ҡалды. Күҙ алдында Резедаһының инәлеүле йөҙө. Кеше шул тиклем дә ике йөҙлө була ала икән дә! Ҡапыл эске бер тауыш: “Бәлки, ул дөрөҫтө әйтәлер, һин бит тыңламаның…” – тигәндәй булды. Илһам хатта башын ҡалҡытып, тирә-яғына ҡаранып алды, ысынлап та берәйһе өндәштеме әллә? Юҡ! Юха ул, юха! Өйрәнеп бөткән… Илһам, кәләше менән һөйләшмәгәнгә бер секундтай ғына үкенгәндәй итһә лә, йөрәге я
Шул ваҡыт телефоны шылтыраны. Ынйыбикә апаһы!
– Эйе, тыңлайым, һөйлә, – тине ул ҡоро ғына.
– Иркәм, миңә һин, һинең ярҙамың кәрәк. Тиҙ генә килеп етә алмайһыңмы? – Тауышы төшөнкө, ышанысһыҙ сыҡты. – Бер кемгә лә бер нәмә лә өндәшмә, барыһын да үҙең килгәс аңлатырмын...
Илһам машинаһын тиҙ генә оло юлға борҙо ла баш ҡала яғына елдерҙе.
Резеда күпме ятҡандыр иҙәндә, иҫләмәй. Ни илай алманы ул, ни көлә алманы, һыны ҡатҡан килеш бер нөктәгә төбәлеп тик ятты. Донъя һүнде уның өсөн. Илһамһыҙ тормошоноң йәме юҡ.
Ҡәйнәһенең ҡыштыр-ҡыштыр нимәләрҙер эшләгәне, бүлмә буйлап йөрөгәне ишетелә, әммә юрамал ғына булһа ла Резеда ятҡан бүлмәнең ишеген асып та ҡарамай. Кисә генә нимә алып, нимә бирергә белмәй ине, бөгөн... Йөрәкте өҙөп тағы телефон шылтыраны. Быныһында ҡәйнәһе шунда уҡ алды: “Эйе, тыңлайым”. Теге башта нимә тигәндәрҙер, Миңзифа трубканы тотоп Резеда янына килеп инде.
– Мә! Һөйәркәң!
Тауышында ни тиклем нәфрәт! Туғанын үлтергәнме ни Резеда. Телефонды алды ла, бер ни өндәшмәй, кире һалды. Сәйетте, мөмкин булһа, өҙгөсләп ташларға әҙер ине ул. Талапсан тауыш менән телефон яңынан шылтыраны. Резеда йәнә һүндерҙе.
– Ниңә һөйләшмәйһең? Мин ҡамасаулайыммы әллә? – Резеданың ҡыланышы Миңзифаның йәнен генә көйҙөрҙө.
– Һөйләшкем килмәй.
– Эй, килен, килен! Мин бит һине өйөбөҙгә үҙемдең ҡыҙым кеүек ҡабул иткәйнем... – Миңзифа карауатҡа килеп ултырҙы ла, сеңләп илап ебәрҙе. Ул да күкрәгенә төйөн булып төйнәлгән йәшен нисек тышҡа сығарырға белмәйенсә йөрөй ине. – Ниңә улымды бәхетһеҙ иттең? Ни ғәйебе бар ине һуң уның? Әллә фәхишә икәнеңде береһе лә белмәҫ тип өмөтләнгәйнеңме? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ул. Бер ваҡытта ла көнөнә ҡырҡ ир аҫтына ятҡан фәхишә киленем булыр тип уйламағайным. Эй, аллам, ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың икән?
Аһ, көнөнә ҡырҡ ир аҫтына... Сәйет шулай һөйләнеме икән ни? Вәт хайуан!
– Кем һөйләне һеҙгә уларҙың барыһын да?
– Кем ауыҙынан ишеткәнде кем генә иҫләһен инде! Бөтөн ауылға рисуай булдыҡ. Бөтөнөһөнөң телендә хәҙер беҙ генә.
Ҡәйнәһенә яуап итеп ни әйтергә белмәне Резеда. Аҡланып та ни тиһен? Уларҙың һүҙендә хаҡлыҡ бар – нимә генә тиһәң дә, теләк менәнме, түгелме, фәхишәлек менән шөғөлләнде, Сәйеттең ҡәҙерле ҡунаҡтарының күңелен күрҙе.
– Ҡәйнәм... – Резеда нимәлер аңлатырға тип ауыҙын асҡайны, ҡәйнәһе уҫал итеп:
– Өндәшмә, исмаһам! – тип ауыҙын япты. – Оялыр инең әҙерәк! Бына нимә, һин артабан был өйҙә ҡала алмайһың. Быны үҙең дә аңлап тораһыңдыр. Һөйәркәң дә тынғы бирмәй ана. Улай, ир менән дә, һөйәркәң менән дә рәхәт кенә йәшәп булмай ул.
– Һөйәркәм түгел ул минең!
– Ышанмайым. Кисә лә, Динәгә барам тигән булып, йөрөп итеп ҡайттың түгелме? Етмәһә ниндәйерәк спектакль уйнаның! Көлөргә кешеһе генә юҡ ине. Илһам ҡайтҡансы сығып кит! Бер минут та тотҡом килмәй фәхишәне үҙ өйөмдә! Ярай әле Ынйыбикә күҙҙе асты. Былай булһа, ҡуйыныбыҙҙа һаман йылан эйәләтеп ятыр инек, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлдөрөп!
Ынйыбикә тиме? Тимәк, ел Өфөнән иҫә булып сыға? Уға Сәмиғулла йә Сәйет барыһын да һөйләгәндер инде? Нисек был турала уйламаған! Ынйыбикә апайҙың ире бик яҡшы белә бит Резеданы! Ниндәйҙер проблеманы яйлар өсөн Сәйет Резеданы Сәмиғулланың ҡуйынына ла һалғайны. Ах, хайуан! Ә Ынйыбикә апай? Ул ниңә таратҡан был хәбәрҙе? Ҡайтҡас аңлашырҙар ине әле. Резеда туйҙа Илһамы һөйөүенең билдәһе тип бүләк иткән балдағын бер систе, бер кейҙе. Бынан ары уны йөрөтөргә хаҡы юҡ. Тимәк, ҡалдырырға тейеш. Ҙур ауырлыҡ менән балдағын тәҙрә төбөнә һалды. Илап танһығы ҡанғас, юл сумкаһын сығарып ултыртты. Шкафты асып, кейемдәрен алып карауатҡа ырғытты. Әйберҙәре күп түгел уның, бөкләп хитланманы, йомарлап-йомарлап тыҡты ла, сумкаһын ҡосаҡлап, уйға ҡалды. Инде ҡайҙа барырға? Сәйеткәме? Юҡ! Һәм тағы ла берҙе юҡ! Үлтерһә, үлтерһен, әммә уға боролоп та ҡарамаясаҡ. Динәгә барырмы? Былай ҙа башына бәлә һалды бит инде. Хәҙер инде ҡәйнәләренә түгел, уға ла бармаҡ менән төртөп күрһәтәсәктәр, сөнки Динәнең таныштырғанын бөтәһе лә белә. Ауылға ҡайтырғамы? Әсә-атаһының яраһына тоҙ һалырғамы? Өфөлә, аяғы тартмаһа ла, фатиры бар бит әле уның. Шунда ҡайтырғамы? Үҙен берәй нисек аҫрар әле. Шәп һөнәре бар бит – фәхишә. Резеда әсе көлөмһөрәне. Ни эшләргә белмәй, башын тотоп яңынан карауатына ауҙы.

Миңзифа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне был мәлдә. Үҙенән дә бигерәк алданған улын күҙ алдына килтереп ғазапланды әсә. Һайланған һаҙға бата, тиҙәр, үҙ мәлендә кәләш алып ҡал, тип күпме тылҡыны уға Миңзифа, юҡ, тыңламаны. Әсә кеше насарлыҡ теләп әйтәме ни? Күпме бынамын тигән ҡыҙҙар димләп ҡараны. Бынау фәхишәне көткәндер инде. Үҙ башына. Резедаһы ла... Килен булып төшкәс тә ҡайһылай фәрештә булып ҡыланды. Бөтөн күрше-тирәнең хушын алды. Хәҙер күҙен дә астырмай көлөрҙәр инде Миңзифанан. Ҡылт итеп иҫенә Динә килене төштө. Ул таныштырҙы бит йәштәрҙе! Шул тиклем мыҫҡыл итмәһә! Иң яҡын әхирәтем тине бит әле етмәһә. Үпкә һүҙҙәрен әйтмәйенсә тыныслана алмаясаҡ ул. Аңҡы-тиңке йөрөй торғас, түҙмәне, Динәнең номерын йыйҙы.
– Алло, Динә, һаумы!
– Әй, Миңзифа апай! Һаумы! Ни хәлдәрҙә генә йәшәп ятаһығыҙ?
– Һинең фатихаң менән бик шәп, килен! Һинән ундай бүләкте көтмәгәйнем! – Һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп, үпкә менән әйтте.
– Ниңә улай тиһең, Миңзифа апай?
– Ниңә, бик шәп килен алып бирҙең бит улыма! Бына хәҙер ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй ултырабыҙ!
– Берәй нәмә булдымы әллә? – Динә һағайҙы. – Резеда ни хәлдә һуң? Килгәне лә юҡ, үҙем дә барып сығырға ваҡыт таба алмайым.
– Кисә көнө буйы һиндә йөрөп ҡайтты бит!
– Кисә? Резеда беҙгә килмәнесе. Ниңә кинәйә менән һөйләйһең? – Динәнең тауышы борсолоп сыҡты.
– Фәхишәңде кейәүле иттең дә, хәҙер белмәмешкә һалышаһыңмы?
– Ниндәй фәхишә? Нимәне белмәйем?
– Әхирәтеңдең фәхишә икәнен белмәй ҙә инеңме әллә?
– Нисек? – Динә тамам аптыранды. Миңзифаның һүҙҙәре мейеһенә һыйманы. – Резеданы әйтәһеңме?
– Рәхмәт шундай бүләгеңә!
– Туҡта, Миңзифа апай, мин бер нәмә лә аңламайым. Яйлап, аныҡ итеп һөйлә әле!
– Нимәһен һөйләп тораһың, ана, кил дә тыңла, бөтә ауыл тик беҙҙе генә һөйләй. Резедаң, иң яҡын, иң һәйбәт әхирәтең фәхишә булып сыҡты бит!
– Кем әйтә улай тип? Һәр бер ләститкә ышана башлаһаң! Резедаға мин үҙемә ышанған кеүек ышанам. Хәҙер һеҙгә барам, шунда һөйләшербеҙ!
Ишеткән хәбәренән шаңҡыған Динә, телефон трубкаһын һалғас, бер килке иҫәңгерәп ултырҙы. Унан һикереп торҙо ла кейемен алыштыра башланы: өйҙә нисек тыныс ҡына ултырмаҡ кәрәк? Был хәбәрҙең ялған булыуына иманы камил уның. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡандыр. Резеданы бәләкәй саҡтан белә, бергә уйнап үҫтеләр... – юҡ, булыуы мөмкин түгел. Класта ла иң тәртипле, иң яҡшы уҡыған ҡыҙ ул булды. Егеттәр менән дә йүнләп дуҫлашманы. Хатта кемдер оҡшай тигәнен дә ишеткәне булманы. Һәр ваҡыт баҫалҡы, ябай, ыҡсым. Юҡ, берәйһе шаяртып һөйләгәндер ҙә, таралғандыр хәбәр. Ауылда ни шулай бит, аптырарға түгел.
Ике ауыл араһын ҡыҙыулыҡ менән һә тигәнсе үтте, арыуын да тойманы. Тиҙерәк барып еткеһе, һорауҙы асыҡлағыһы килде.
Ул урамға килеп ингәндә Миңзифа, саңланып ятмаһын тип, тупһаһын йыуып йөрөй ине. Ауыҙ эсенән нимәлер мөңгөрләй.
– Һаумы, Миңзифа апай!
Динәнең тауышын ишетеүгә һыулы сепрәген тотҡан килеш яйлап ҡына күтәрелде, буш ҡулы менән яулыҡ эсенән килеп сыҡҡан сәстәрен тығыштырҙы, унан, һынарға теләгәндәй, үткер күҙҙәре менән Динәгә төбәлде. Миңзифаның сәнскеле ҡарашынан уңайһыҙ булып китте, хатта бер ни ваҡытҡа үҙен ғәйепле тойҙо. Ошолай текләп торғандан һуң, теләр-теләмәҫ кенә алды Динәнең һаулығын.
– Һаубыҙ. – Шул тиклем ҡоро, яһалма итеп әйтте, әйтерһең, Динәне бөтөнләй белмәй, әйтерһең, юл һорарға ингән бер юлсы ғына.
– Һинең менән бая һөйләшкәндән һуң күңелем урынынан ысҡынды. Нимә булды, Миңзифа апай?
– Кемдән-кемдән, һинән бындайҙы көтмәгәйнем, килен. Ҡарап тороуға былай әҙәмсә генәһең, шикелле.
Миңзифа баҡса буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Һүҙен нимәнән башларға белмәй аптыранды.
– Резеда ҡайҙа?
Килененең исемен ишеткәс, ҡапыл тоҡанды.
– Резеда тиһеңме? Ана, өйҙә ята! Ҡыуҙым мин уны!
– Ниңә? – Динәнең аптырауҙан күҙҙәре шарҙай булып асылды.
– Һин бит улыма фәхишәне димләгәнһең! Илһамға бара ул, тинеңме ни? – шулай тине лә, сеңләп илап ебәрҙе. – Кешенән оят бит...
– Кем һөйләне һиңә ундай хәбәрҙе?
– Алдаҡ түгел, кемгәлер Ынйыбикә һөйләгән. Уның ире бик яҡшы белә булып сыҡты әхирәтеңде. – Килен тип әйтергә теле әйләнмәне Миңзифаның. – Дөрөҫөрәге, әхирәтеңдең шәхсән үҙе менән түгел, ә уның сутенеры менән! Ынйыбикә был турала ишеткәс, аһ иткән. Улымды бәхетһеҙ генә иттең, килен. Бар, ҡайҙан алып килгәнһең, шунда алып кит! Күҙемә күренмәһен!
– Мин белмәгәйнем... Әллә нисек... ышанғы килмәй барыбер. Резеданың үҙенән һораштығыҙмы һуң барыһын да? Ул нимә ти?
– Нимә тиһен? Эйе, мин фәхишә, тип ултырмай инде ауыҙ асып. Ундай кеше оят тигән нәмәне белә тиһеңме? Белһә, ошонда килеп тә ултырмаҫ ине. Шулай түгелме ни?
– Ә Илһам?
– Уға бөтөнләй шок булды. Әле ана, машинаһына ултырҙы ла сығып китте. Үҙе менән бер-бер хәл генә ҡылып ҡуймаһын инде, эй аллам! – Миңзифа йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. – Шул тиклем яратҡайны бит әхирәтеңде. Ҡулында ғына йөрөттө. Һәм килеп, бына һиңә мә!
– Резеданың үҙе менән һөйләшәйем әле. Барыбер ышана алмайым.
Динә аңҡы-тиңке булып килеп ингәндә Резеда карауатында ята ине әле. Ишек асылғанын, кемдеңдер ингәнен ишетһә лә, әйләнеп ҡараманы, нисек ятҡан, шулай ҡалды, әйтерһең уны тимер сымдар менән ҡоршап һалып ҡуйғандар.
– Резеда, был мин, Динә! – Динә карауат ситенә килеп ултырҙы, әхирәтенә йәлләп ҡараны. Берәйһе фәхишәлектә ғәйепләһә, уға ла ҡыйын булыр ине, шуға күрә хәленә инергә, аңларға тырышты.
– Ауырыйһыңмы әллә?
– Зинһар, сығып кит! – Тамаҡ төбө менән, ҡаты итеп әйтте был һүҙҙәрҙе Резеда, хатта үҙенең тауышын үҙе таныманы. – Береһен дә күргем килмәй! Барығыҙ ҙа ялҡыттығыҙ!
– Мин һинең менән һөйләшергә генә тип ингәйнем...
Резеда башын күтәрҙе лә, күҙҙәрен зәһәр йылтыратып, йән көсөнә аҡырҙы:
– Башҡортса әйткәнде аңламайһыңмы әллә? Улайһа русса ҡабатлайым: пошла вон!
Йоҡо бүлмәһендәге шау-шыуҙы ишетеп, Миңзифа йүгереп килеп инде.
– Ә һин нимә аҡшайып ҡарап тораһың? – тип аҡырҙы ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡәйнәһенә лә үҙен-үҙе белештермәйенсә. – Нимә, фәхишә ҡарарға индегеҙме? Бына ошондай, минең кеүек була улар! Ҡарағыҙ, күрегеҙ! – Шарҡылдап көлөп карауатына менеп баҫты, халатының замогын тартып, итәген йәйеп ебәрҙе.
– Иҫәрләнгән был! Аллам һаҡлаһын, тфү-тфү, ташҡа үлсәйем, – тип ҡәйнәһе теленә килгән беренсе һүҙҙәрҙе теҙҙе.
– Резеда, аҡылыңа кил, нимә эшләйһең ул? – Динә уға бара башланы. Карауатта баҫып торған Резеда аяғын өҫкә күтәреп тибергә ынтылды. Әхирәте янтайып ҡалды.
– Сығып китегеҙ! Күҙемә күренмәгеҙ!
Резеда аҡылдан шашҡан кеүек ҡысҡырыуын белде. Уға ҡарауы ҡурҡыныс ине: бер төн эсендә күҙ төптәре ҡарайып сыҡҡайны, былай ҙа ябыҡ йөҙө нығыраҡ һурылды, һарғайып китте. Шешмәкләнгән күҙҙәре битен тағы ла йәмһеҙерәк итеп күрһәтә. Сәсе-башы туҙған. Аңғармай ҙа ҡалдылар, ҡапыл ғына эйелеп яҫтығын алды ла, аптырашып баҫып торған ҡәйнәһе менән әхирәтенә бәрҙе. Яҫтыҡ уларға теймәне, үпкәләгәндәй йәмшәйеп, ишек төбөнә барып ятты.
Миңзифа менән Динәгә сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Икеһе лә ни тиергә, нимәгә юрарға белмәне. Әхирәтенең ҡылығы өсөн Динәгә уңайһыҙ ине.
– Әллә нимә булған ул уға... – тип аптыранды.
– Ярай, килен, туҙыныр-туҙыныр ҙа, тымыр. Уныңса килеп сыҡмағанға ене ҡоторалыр. Һәйбәт кенә килеп урынлашып алғайны бит. Йә Хоҙай, күрәһеләребеҙ бар икән!..
Телефон шылтыраны. Икеһе лә бер-береһенә ҡарашып ҡатты.
– Килен, һин һөйләш әле, был, моғайын, Резеданың һөйәркәһелер. Иртәнән бирле шылтырата инде. Минең тауышты ишетә лә, өндәшмәй.
– Алло! – Динә һүҙен әйтеп бөтмәне, теге баштан асыулы ир тауышы яңғыраны:
– Туңбаш! Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Күпме көтөргә була? Ҡасан киләһең?
Динә аптырашынан асҡан ауыҙын ябырға ла онотто. Миңзифа телефонға инерҙәй булып тыңларға маташты. Эстән генә: “Ыстағафирулла, ташҡа үлсәйем, хоҙайым күрһәтмәһен...” тип бышылданы.
– Туҡтағыҙ әле, һеҙгә кем кәрәк? Ниңә аҡыраһығыҙ улай? – Динә ярһыған ирҙе туҡтатырға, аңын-тоңон белергә ашыҡты. Икенсе кешенең тауышын ишеткәс, Сәйет тә шып туҡтаны. Әммә оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ түҙемһеҙләнеп:
– Резеда кәрәк миңә, Резеда! – тип ҡысҡырҙы. – Саҡырығыҙ әле тиҙ генә!
– Ә нимәгә кәрәк һуң ул һеҙгә? Һеҙ кем булаһығыҙ? – Динә төпсөнөүен белде.
Читайте нас: