Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
29 Март 2020, 20:29

Ҡаяға һыйынған ҡайын (Повесть. Аҙағы. 5)

Уның туҙған өҫ-башына, аларған күҙҙәренә, шешмәкләнеп ҡыҙарған йөҙөнә ҡарап Динә менән Миңзифа ҡурҡыуға ҡалды. Икеһенең дә Резеданы бындай хәлдә тәүләп күреүе ине. Ғәжәпләнергә түгел, Резеда үҙе лә берәй тапҡыр ошо рәүешле ҡыланғанын хәтерләмәй.

– Кем булһам да һеҙҙең өсөн барыбер түгелме ни? Резеда үҙе белә. Саҡырығыҙ! – тине Сәйет талапсан тауыш менән.
– Кем икәнеңде әйтмәһәң, саҡырмайым!
– Саҡырмаһаң, әйт, тиҙ генә килеп етмәһә, үҙенә ҡарап үпкәләһен! Мине белә. – Артынса телефондың һүнеүен белдереп пип-пип тигән тауыш ҡына ишетелде.
– Ана, күрҙеңме? Ә һин ышанмаған була инең! – Миңзифа еңеүсе ҡиәфәтендә Динәгә баҡты. Тегеһе, һүҙем юҡ тигәндәй, яурын һикертте. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине. – Кисә лә Резеда һиңә барам тип алдап, ошо ир менән йөрөп ҡайтты. Бик сәйер ҡыланды, бик сәйер... Сутенерылыр ул. Шулай булмаһа, кешегә күрәләтә тороп аҡырмаҫ ине. Хужаһы кеүек ҡылана бит, ә?!
Уларҙың һөйләшеүен ишетеп, ишекте шарт асып, күҙҙәре аларған Резеда килеп сыҡты.
– Миңә шылтыраттылар түгелме? Ниңә саҡырманығыҙ? Кем һеҙгә миңә хужа булырға ҡушты? – тип ҡысҡырғандан һуң телефон номерын йыя башланы. Әммә Сәйет трубканы алманы, ҡурҡҡандыр.
Уның туҙған өҫ-башына, аларған күҙҙәренә, шешмәкләнеп ҡыҙарған йөҙөнә ҡарап Динә менән Миңзифа ҡурҡыуға ҡалды. Икеһенең дә Резеданы бындай хәлдә тәүләп күреүе ине. Ғәжәпләнергә түгел, Резеда үҙе лә берәй тапҡыр ошо рәүешле ҡыланғанын хәтерләмәй. Һыйыр тулаһа аттан яман, тиҙәрме әле? Әммә уға рәхәт ине. Күпме түҙеп йөрөргә, барыһын да эсенә йыйырға мөмкин? Нисәмә йылдар буйына тупланған асыу, үс, үпкә-рәнйештәре бер юлы тышҡа урғылды. Тыйманы ул үҙен. Ҡурҡып йөрөп, былай ҙа күпме ваҡыты әрәм булды, йәш ғүмере заяға уҙҙы. Телефонын шап иттереп урынына һалды ла, был ғына аҙ әле тигән кеүек, яңыраҡ ҡына үҙе рәтләп һалған журналдарҙы иҙәнгә алып һелтәне. Бының менән генә күңеле булмай, Илһамы бүләк иткән сәскәләр гөлләмәһен дә йән асыуына терһәге менән иҙәнгә этеп төшөрҙө. Ултырмаһындар күҙ көйөгө булып! Үҙе, күҙ йәштәренә төйөлөп, дарҫ-дорҫ баҫып яңынан йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Инде лә, кереп йөрөйһө булмағыҙ тигәнде белдереп, ишеген шап итеп ябып ҡуйҙы. Тауышынан хатта өй һелкенеп ҡуйғандай тойолдо Миңзифаға. “Ыстағафирулла тәүб-ә-ә-ә...” тип һуҙҙы бер һүҙен ни уйларға ла белмәй аптырап торғандан һуң. Динә лә өнһөҙ ҡалғайны. Әхирәтенең ҡылығы өсөн оялды ул. Хәҙер Илһам, Миңзифа апай, күрше-тирәләре ни тиер инде? Ниндәй генә бәхәсле осраҡ килеп сыҡмаһын, тыныс юл менән хәл итергә мөмкин ине лә баһа! “Әллә яңылыштыммы уларҙы таныштырып?” Динәнең башына ошо уйҙар килгәс, аҡырып илағыһы килде. Ҡаш яһайым тип, күҙ сығарыуы ошомо әллә? Резеда менән ҡасандыр әхирәт булыуҙарына әллә күпме ваҡыт үтте, ул арауыҡта кеше ҡырҡҡа төрләнергә мөмкин. Тормош тигәнең Резеданы ла иләп-һуҡмай ҡалмағандыр... Ай, ошо хаҡта ниңә әҙ генә алдараҡ уйламаны икән? Резеданың бөгөнгө тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһынһа булған да баһа! Нимә белә ине әхирәтенең мәктәптән һуңғы яҙмышы хаҡында? Өфөлә йәшәүе, бер бүлмәле фатиры булыуы ғына мәғлүм ине бит. Осрашҡанда ла Динә үҙе генә һөйләгән, ә әхирәте йә һорау биреп ултырған, йә тыңлаған. Уны күреүенә ҡыуанысы сикһеҙ ине шул Динәнең. Шулай бәләкәйҙән “ыштанһыҙ” булды инде. Әсәһе гелән шулай тип әрләй торғайны бит үҙен – эсендәге һәр ваҡыт тышында, бер ни йәшерә белмәй. Барыһын да үҙе кеүек асыҡ-ярыҡ, хәйләһеҙ тип уйлай. Уйламаған кешеләр ана нисек аҫтыртын булып сыға?! Өфөһөндә фәхишә булып йөрөгән ти ҙә баһа! Кит, Хоҙайым, ғүмер буйы шуларҙы ҡәһәрләп, шуларға йәне көйөп йәшәне, ә баҡһаң, ундай кешеһе янында ғына йөрөгән!

Резеда инеп карауатына тәгәрәне лә буҫығып-буҫығып иланы. Күптән былай илағаны юҡ ине, күҙ йәштәре кибеп бөткәйне бит инде. Яҙмышына күнеп, хис-тойғолары һүнеп, тимер ҡатынға әйләнгәйне... Илһам... һин үлһәң дә мине ғәфү итмәҫһең инде. Барыһынан да бигерәк бына ошо уйҙар йөрәген һыҙлатты Резеданың. Мин бит уны бәхетһеҙ иттем! Мәңгелек ғазаптарға һалдым, йөрәген яраланым. Яралы йөрәк менән йәшәүҙең нисек икәнен Резеданан да яҡшыраҡ аңлаған кеше бармы икән? Был тормошта ул яҡшы күңелле кешеләр менән бергә тиң ғүмер итә алмай, шуны төшөндө Резеда. Ул эргә-тирәһендәгеләргә тик бәхетһеҙлек кенә килтерә. Ялҡты ул барыһынан да! Бер көн дә торғоһо килмәй!
Былай илап ятып булмай, тиҙерәк сығып китергә кәрәк был йорттан. Илһам ҡайтмаҫ борон... Юҡһа... ҡыйын буласаҡ Резедаға. Сумкаһын һөйрәп залға сыҡҡанында Миңзифа менән Динә ишек төбөндә торалар ине.
– Нимә аҡайышып ҡарап ҡаттығыҙ?! – тип, бер аҙ тынысланған Резеда әхирәте менән ҡәйнәһенә ҡарамай ғына кухняға уҙҙы. Миңзифа аяҡ осонда ғына уның артынан эйәрҙе. Инмәне үҙе, ишек ситенән генә эскә үрелеп ҡараны. Шунда уҡ, ҡорт саҡҡандай, Динә янына әйләнеп килде: “Бысаҡ алды, тәүбәкәйем!” Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәне үҙе. Уның ҡапыл ғына хәле бөттө, теҙҙәре ҡалтырарға тотондо. Динә хәлдең ҡайҙа табан барыуын күҙ алдына килтереп, аш-һыу бүлмәһенә ашыҡты.
– Резеда, туҡта!
Әммә шул ваҡыт Резеда бысаҡ тотҡан килеш әйләнеп баҫты:
– Ялҡыттығыҙ! Китегеҙ янымдан! Ҡамасауламағыҙ, юҡһа... – тип ыҫылданы. Динәгә ситкә ялтаныуҙан башҡа әмәл ҡалманы.
– Аҡылдан шашҡан был... – Миңзифаның бар белгән һүҙе шул ғына булды.
Резеда урам буйына атылды.
– Әҙәмдән оят! – тип ғәрлегенән һығылып төштө Миңзифа. – Был Илһамы ҡайҙа йөрөй икән?!.
Резеда тау яғына ашыҡты. Тиҙерәк, тиҙерәк урман араһына инеп, кеше күҙенән йәшеренергә! Әлегә ҡайҙа барырын аныҡ ҡына белмәй ине, уны мөһим тип тә һанаманы, ҡәйнәһе йортонан ысҡына алғас, бик шәп. Сумкаһына абына-һөрөнә тауға үрмәләне. Үләнгә, селек ҡыуаҡтарына ҡулдарының һыҙырылыуын да тоймай, атланы ла атланы. Һәм башына зәһәр уй килде: хәҙер, хәҙер барыһы ла бөтәсәк. Илһам да, ҡәйнәһе лә, Динә лә, ата-әсәһе лә ғәрлектән ҡотоласаҡ. Менеп кенә етергә кәрәк. Тау башына дүрт аяҡлап тигәндәй менеп етте лә йығылды. Ерҙе ҡосаҡлаған килеш хәрәкәтһеҙ ҡалды. Күҙ алдынан бала сағы – Динә менән һыу инергә, еләккә йөрөгән, уйнаған, бергәләп уҡырға йөрөгән мәлдәре йыбырлап уҙҙы. Әсәһе, атаһының шелтәле йөҙҙәрен күрҙе. Класташтарын, ауылдаштарын, дуҫ-иштәрен – һәр береһен айырым-айырым барлап сыҡты. Һәр береһе элекке кеүек кенә һаҡланып ҡалған уның хәтерендә. Барыһын да иҫенә төшөргәс, уға рәхәт булып китте, эсенә йылы йүгерҙе. Туҙған сәстәрен бер аҙ рәтләштереп, үҙен ипкә килтереп, тороп баҫты. Бынан бар ауыл ус төбөндәгеләй генә күренә. Ана ул килен булып төшкән йорт. Хәҙер ни эшләйҙәр икән? Илһам ҡайтҡандыр инде. Моғайын, мал ҡайтҡансы тип, сәй эсәләрҙер. Сәй артында Резеданы һөйләп көләләрҙер. Бәлки, әрләйҙәрҙер... Сығып китеүенә һөйөнәләрҙер... Ана, Ынйыбикә апайҙарының өйө. Ҡәһәрле өй. Тыштан ғына ялтырап ултыра, ә эсендә күпме бәхетһеҙлек... Барыһы ла бөттө!.. Ошо һүҙҙәр менән Резеда ҡая ситенә килеп баҫты. Аҫта йылға. Резеданың ниндәй аҙым яһарға ниәтләгәнен белмәй ул, тыныс ҡына ағыуын белә. Хәҙер ошо тынлыҡ боҙоласаҡ, тирә-яҡ һиҫкәнәсәк, бар тирә-яҡ әҙәмдең сәйер ҡылығына аптыраясаҡ... Резеда күҙҙәрен йомдо. Һуңғы тапҡыр Илһамының асыҡ, мөләйем йөҙө күҙ алдына баҫты. Уйында ғына һөйгәненең сәсенән һыйпап иркәләне, маңлайынан, күҙҙәренән үпте. Инде китергә лә була... Һикерҙем генә тигәндә ҡылт итеп иҫенә Сәйет килеп төштө. Ә ул? Һыуҙан ҡоро сығырмы? Енәйәт ҡылыуҙарын, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡайғы-хәсрәткә ҡалыуҙарын дауам итерме? Резеда, ирекһеҙҙән, өйҙән һалып алып сыҡҡан бысағын ҡапшап ҡуйҙы: ниңә был ҡоралдың файҙаһын күрмәҫкә?
Халыҡтың мал-тыуарын барлап бөтөүен саҡ көтөп алды Резеда. Кеше аяғы һил булғас, төнгө урмандың һәр шылҡ иткән тауышын тыңлай-тыңлай ауыл яғына ыңғайланы.
Сәйет уны көтә ине. Сумка күтәреп килеп инеүен күргәс, ҡыуанысынан ауыҙы йырылды.
– Килдеңме шулай ҙа? Кәнишнә! Минһеҙ кем һин? Минең арҡала ғына кеше булып йөрөйһөң бит һин!.. – тип һөйләнә-һөйләнә ҡосаҡларға ынтылды. Бөгөн ул элекке Сәйеткә оҡшап ҡалғайны: таҙа кейемдәр кейгән, ҡырынған, сәсе лә шыма ғына. Хатта одеколон да һиптереп алған булған. Кисә, күрәһең, мунса төшә алған шулай ҙа. Ҡәйнәһе яҡҡандыр...
– Кил әле бер ҡосаҡлайым үҙеңде. Һағынып бөттөм бит юҡһа...
Резеда уны йән асыуына этеп ебәрҙе.
– Ҡағылма миңә! Мин бында һинең менән иркәләнеп ултырырға килмәнем... – тип тамаҡ төбө менән ғыжылданы.
– Һин нимә?! Кем менән һөйләшкәнеңде оноттоңмо? – Сәйеткә, әлбиттә, Резеданың үҙен шулай иркен тотоуы, унан да бигерәк ҡаршы өндәшеүе һис кенә лә оҡшаманы, күҙҙәрен аҡайтып, ҡатындың сәсенән урап тотоп алды. – Күрһәтәм мин һиңә хәҙер нисек иркәләнеүҙе.
– Ебәр!.. – Резеда нәфрәт менән өндәште. Элек булһа, бүренән ҡурҡҡан һарыҡ бәрәсе кеүек, нимә эшләргә белмәҫ ине, әле иһә тамсы ла ҡурҡыу тойманы. Быны Сәйет тә һиҙҙе.
– Ах, кәнтәй! Телең асылдымы әллә? Яҡшы итеп өндәшкәнде аңламай башланыңмы? Икенсе төрлө һөйләшербеҙ улай булғас! – Үҙе Резеданың сәсен ҡулына тағы ла нығыраҡ ураны.
– Мин дә һинең менән икенсе төрлө һөйләшергә тип килдем! Ебәр сәсте!
Ни ғиллә менәндер был юлы Сәйет уға буйһондо, Резеданың сәсен ысҡындырҙы ла, үҙен төпкә этеп индерҙе.
– Йә, улай телең асылғас, һөйлә. Минең хәҙер ваҡытым күп, тыңлайым... – Үҙе мыҫҡыллы йылмайып диванға ҡырын төшөп ятты.
– Һин – ҡанэскес!
– Шуны әйтер өсөн ашҡынып килдеңме шулай? – тип хихылданы Сәйет. - Уны мин һинһеҙ ҙә беләм...
– Һин – эт! Күпме кешегә бәхетһеҙлек килтерҙең, күҙ йәштәрен түктерҙең!..
– Шунан? – Сәйет тыныс ҡына тыңлауын белде.
– Мине кешелектән сығарҙың. Күрә алмайым мин һине! Ишетәһеңме, күрә алмайым!
– Бөттөмө? Ә хәҙер мине тыңла! Нимә генә лығырлап торһаң да, бел – минән барыбер ҡотола алмаясаҡһың! Һин – минеке генә!
Сәйет тороп, Резедаға ынтылды. Ҡатын тейен етеҙлеге менән йоҡа курткаһы кеҫәһенән бысаҡ килтереп сығарҙы.
– Яҡынлайһы булма! Бына һинең дә бөтә гонаһтарың өсөн яуап бирер ваҡытың етте, эт!
Сәйет бер аҙға албырғап ҡалды. Кемдән-кемдән, Резеданан бындай аҙымды көтмәгәйне ул.
– Һин нимә?! – тип ни асыуланырға, ни көлөргә белмәй торҙо бер килке. Унан: – Йә ярай, шаярҙың, етте, бысаҡ һиңә уйынсыҡ түгел, – тип бысағын тартып алмаҡсы булды. Резеда ла аптырап торманы, йән асыуына Сәйеткә ташланды:
– Етер һиңә кеше ҡаны эсеү! Теге ваҡыт милицияға ышанып хата эшләнем, ғәҙеллекте үҙемә генә атҡарырға кәрәк булған!
Әммә ир күпкә йылғырыраҡ та, көслөрәк тә ине: ялтанып ҡалды, шул ыңғайҙан Резеданың ҡулынан эләктереп өлгөрҙө. Ҡулы шаҡарылыуға түҙә алмай, ҡатынҡай ҡулдарын бушатты, бысағы иҙәнгә төшөп китте.
– Һин шулаймы әле! Һиҙә-ә-ә инем кемдең эше икәнен, ышанғым килмәгәйне… Ҡуйынымда йылан йылытып ятҡанмын икән!... – тип ҡатлы-ҡатлы һүгенеп, ирекәй уға һуғып ебәрҙе.
Тәкмәсләп барып төшһә лә, ауыртыу тойманы Резеда. Көсһөҙлөгө өсөн ғәрлек алҡымынан алды уның. Шулай уҡ яңынан килеп ҡаптымы ни ҡапҡанға?
– Иртәгә таң менән юлға сығабыҙ! Беҙҙең арттан киләсәктәр, үҙеңде тәртипкә килтер, – тине лә, Резеданы өҫкө ҡатҡа һөйрәп мендереп, йоҡо бүлмәһенә төртөп индерҙе, тыштан ишекте бикләп ҡуйҙы.
– Тауыш-тының сығып ҡына ҡараһын! – тип янарға ла онотманы.
Резеда күҙ йәштәренә быуылып, һығылып төштө. “Иҫәрмен дә инде!” – тип үҙен тиргәне. Әзмәүерҙәй ирҙе еңел генә итеп үлтерергә теләне!
Резеда Илһам менән тәүге төндәрен үткәргән карауатҡа барып ятты. “Бына шулай... ошонда башланғайны уның бәхете, ошонда тамамлана ла...” – һүрән генә йылмайып, яҫтыҡты һыйпаны. Нисәмә көн үтеп китһә лә, танауына Илһамының еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Ул ни эшләй икән? Резеда Сәйетте үлтерергә әҙер булған кеүек, ул да Резеданы үлтерер хәлдә йөрөйҙөр инде. Был эттең ҡулынан үлгәнсе, рәхәтләнеп Илһам ҡулынан йән бирер ине ул...
Тышта ҡараңғы. Ҡая менән ҡайын барыһын да күҙәтеп торалыр инде... Хуплаймы улар Резеданы? Йәлләйме? Иҫәр тип көләме? Ниңә генә мине ҡайынға иш итеп, үҙ ҡосағына алманы икән был ҡая?.. Хәйер, Резеда үҙе ғәҙеллек булдырырға теләгәйне бит… Бер аҙҙан ҡатын тәнендә еңеллек тойҙо, тынысланды, ҡайҙалыр осоп киткәндәй тойҙо. Әүен баҙарына осҡайны ул.
Кемдеңдер һаҡ ҡына сәсенән һыйпауына уянып китте. Сәйет, тип ытырғанды йоҡо аралаш ҡатынҡай, шулай ҙа һиҙмәгәнгә һалышып ята бирҙе. Ваҡытты һуҙырға теләне бисара, ҡайҙалыр йәне һөймәгән кешегә эйәреп сығып киткеһе, бар мәхшәрҙе өр-яңынан башлағыһы килмәне. Бая һикерәм тигән сағында туҡтап ҡалмаған булһасы!
– Резеда, тор, – тип бышылданы тауыш. – Мин һине алырға килдем...
Бәй... Илһам түгелме һуң был? Ул бында нимә ҡарай? Резеда башын ҡалҡытты. Ғәйепле бала шикелле башын түбән эйгән килеш карауат ситендә ысынлап та уның Илһамы ултыра. Ҡаштары төйнәлгән, ҡарашы уйсан, етди. Резеда ҡорт саҡҡандай ҡапыл һикереп тороп ултырҙы.
– Илһам, үтенәм, тиҙерәк сығып китә һал бынан! Теге эт килеп инһә, үлтерәсәк! Зинһар! – тип ялбарҙы. Үҙе иренә яҡынларға, ҡулдарына ҡағылырға бик теләһә лә, ҡыйманы. Илһам уға йәлләп ҡараны – шул тиклем дә меҫкен хәлендә ине ул. Сәсе-башы туҙған, биттәре күп илауҙан шешмәкләнгән, кейеме лә... ойпаланып, урам буйында йөрөгән эскеселәрҙеке кеүек булып ҡалған.
– Мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Һине алырға килдем. Ҡайттыҡ өйгә!
– Нимә? – Ҡатынҡай үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Шаярталыр!.. Шундай хәлдән һуң ни йөҙө менән өйөнә алып ҡайтһын ул Резеданы?
– Әйҙә-әйҙә, тиҙерәк бул, ҡайтҡың килмәйме әллә? – тип ҡабаландырҙы ҡатынын Илһам.
– Мин бармайым һинең менән. Былай ҙа туғандарың, ауылдаштарың алдында йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтерҙем. Сәйет мине ер аҫтында булһам да табасаҡ. Ғәфү ит, мине, Илһам... – Резеданың күҙҙәренә йәнә йәш төйөлдө. Ялбарып иренә ҡараны.
Ул арала аҫҡы ҡаттан Ынйыбикә апайҙың тауышы ишетелде:
– Йә, төшәһегеҙме-юҡмы? Күпме көтөргә була?
– Ынйыбикә апай?
– Эйе, йә-йә, кешене көттөрмәйек. – Илһам ай-вайына ҡуймай Резеданы алып төшөп китте. – Барыһын да аҙаҡ һөйләшербеҙ, аҙаҡ аңлашырбыҙ...
Ғәжәп, тауышында тамсы ла асыу, үпкәләү билдәһе һиҙелмәй. Ни булды икән? Зал эргәһенән үтеп барышлай, күҙенә батареяға ҡуша бәйләнгән Сәйет салынды. Резеда ирекһеҙҙән туҡтаны.
– Ҡурҡма, ул кәрәкле кешеләрен көтөп ултыра. Хәҙер мигалкаларын ялтыратып артынан килеп етерҙәр.
- Шулай итеп, еттеңме башыма? – тип мығырланы Сәйет Резеданы күргәс һәм иҙәнгә лысҡылдатҡансы төкөрөп ҡуйҙы. Хәлдәрҙең айышына яҡшылып төшөнөп етмәгән Резеда уға ерәнеп тә, һиңә шул кәрәк, тигәндәй, еңеүсе ҡиәфәтендә лә ҡараны. Унан, башын юғары күтәреп, уның эргәһенән тиҙерәк китергә ашыҡты. Әлеге ваҡытта уның башында бер уй ҙа юҡ ине. Шатланманы ла, борсолманы ла, икеләнмәне лә. Хәл-ваҡиғалар ағышына буйһондо. Барыһы ла яҡшы икәненә төшөнгәйне инде ул. Ә уға шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Улар ҡапҡанан сығыуға милиция күренде. Ынйыбикә, уның Илһамы менән нимәлер һөйләштеләр, Резеданың үҙенән әллә нимә һоранылар – бер нәмә хәтерләмәй. Быларҙың береһе лә уға ҡағылмағандай, миңрәү кеше кеүек хис итте үҙен. Эстән генә: “Мин ҡотолдом! Мин - ирекле!” – тип бышылдаһа ла, уның ысынлығына ышанып та бөтмәй ине. Бер аҙҙан яндарына ҡәйнәһе килеп баҫты, күрше-тирәләре йыйылып китте.
- Сәмиғулла бандит булған тиҙәр ҙә баһа!..
- Ынйыбикә, бахыр, шуны ла белмәй йәшәгән…
- Резеда килен дә, бисара, бандиттарҙа тотҡонлоҡта булған икән, шуларҙы милицияға тотторған да, үҙе ҡасып был яҡтарға килеп сыҡҡан.
- Тапмаҫтар тип өмөтләнгәндер инде, эй, Алла!..
- Сәмиғулла ла ҡалай эт икән! Ҡуйыбыҙҙа йылан эйәләштереп ятҡанбыҙ…
- Шулай шул… Резеда килен тураһында тим, белгән кемдең ҡолағына төшөрөргә - ауылдың иң ләститселәренә!
- Етмәһә, Ынйыбикә һөйләне, тигән түгелме һуң?
- Өфөгә барған сағында Резеда киленебеҙгә үҙе ымһынып йөрөгән ти бит ул…
- Кит инде, кит. Ынйыбикәне лә үҙ эшендә файҙаланмаҡсы булған да баһа!…
- Ярай уныһы эштең айышына тиҙ төшөнгән, Сәмиғулла ирем тип яҡлап тормаған, тотҡан да барыһын да һөйләгән дә биргән…
- Бигерәк шәп булған, бандиттарҙың бөтәһе лә үҙ өлөшөн алған ти бит!.. Шундайыраҡ хәбәрҙәр ҡуйырҙы улар араһында. Резеда ишеткәнен ишетте, ишетмәгәне өсөн дә көймәне. Был ауыл халҡы барыһы тураһында ла ҡайҙан хәбәрҙар булып өлгөрә икән, шуға ғына аптыраны.
Сәйет ултырып киткән тәҙрәһенә тимер ҡуйылған машина ауыл осона сығып юғалғас, халыҡ яйлап таралыша башланы. Миңзифа килененә ғәйепле кешеләй һаҡ ҡына өндәште:
- Ҡайтайыҡ, килен...
Ҡапҡанан сыҡҡас, Резеда ҡая-тауға, ундағы зифа ҡайынға күтәрелеп ҡараны. Ана ул ниндәй ғорур... Резеда ла... Ҡатындың битен көйҙөрөп ике бөртөк күҙ йәше тәгәрәп төштө. Шатлыҡ йәштәре ине улар…
Читайте нас: