Һуңғы арала беҙҙең төркөмдәге малай-ҡыҙҙарҙың уҡыуы хөртәйҙе. Йә тегеһе, йә быныһы мәктәптән “икеле” алып ҡайта. Бының өсөн детдом директоры тәрбиәсебеҙгә шелтә яһар, ә ул балаларҙың иманын уҡытыр. Был юлы ла тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай, бөтәбеҙҙе йыйып, һуңғы арала икеле алғандарҙың кәрәген бирҙе.
- Икмәк сереткестәр һеҙ! – тине төкөрөгөн сәсә-сәсә.– Йылыла йоҡлауҙан, эсегеҙ шартларҙай булып һоғоноуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хөкүмәт һеҙҙе аҫрағансы, берәй сусҡа фермаһы асһа, файҙаһы күберәк булыр ине. Һеҙ бит беҙҙең балалар күрмәгән рәхәтлектә йәшәйһегеҙ... Ә үҙегеҙҙән, исмаһам, тырнаҡ осондай булһа ла файҙа килһәсе...
- Булыр әле берәй заман, - был һүҙҙе әсе телле Әмилә ысҡындырҙы.
Көтмәгәндә шулай бүлдереүҙәренә Рәйфә апай сығарынан сыҡты:
- Ах, һин шайтан таяғы! Мин һөйләгәндә ауыҙыңды усың менән йомоп ултыр, оңҡот!
- Мин шайтан таяғы түгел...
- Бейәләй ауыҙыңа хужа була алмаһаң – мә һиңә! – Рәйфә апай йәһәт кенә ҡалын табанлы тапочкаһын сисә һалды ла, Әмиләгә елләне. Тәрбиәсебеҙҙең был “ҡоралы” сәпкә тейҙе, ҡыҙҙың ҡулына шаҡ итеп ҡалды. Ауыртыуҙан түҙә алмайынса ул илап сығып китте. Бөтәбеҙ алдында берәүҙең өнөн шулай тыҡҡас, тәрбиәсебеҙҙең кәйефе күтәрелеп китте. Ул үҙен тағы ла иркенерәк тотоп, беҙҙе оло ләззәт менән әрләргә тотондо. Шулай итеп берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы.
- Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, шундай ҡарарға килдем әле, - тине ул туҡтауһыҙ әрләшеүҙән тирләнеп бөткән ҙур күҙлектәрен һөртөп, - кем эшләмәй – шул ашамай, тиҙәр халыҡта. Мин был мәҡәлде “кем уҡымай – шул ашамай” тип үҙгәртер инем. Шуға күрә бөгөндән алып конкурс үткәрергә булдым. Кем дә кем ошо сиректе өсһөҙ тамамлай, шул бөтә төркөмдөң бер көнлөк полднигын ашаясаҡ. Һеҙ ризамы ошо шартҡа?
Күптәре ризалығын белдерҙе. Тик Динар исемле малай ғына өнһөҙ ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, уның башы шул икеләрҙән сыҡҡаны юҡ. Көн дә тиерлек мәктәптән уларҙы тоғо менән йөкмәп ҡайта. Күптәр унан көлөп, “Академик” тигән ҡушамат та тағып ҡуйған.
- Ә һин ниңә өндәшмәйһең, Академик? – Рәйфә апайҙың һорауы мыҫҡыллы яңғыраны.
- Әлләсе... - Динар нимә тип әйтергә лә белмәй баҙап ҡалды. – Әгәр ҙә полдникка берәй емеш бирелһә, шулар бөтәһе лә тик ботаникка эләгәме?
- Хәлеңдән килһә, һин дә ботаник бул, - тине тәрбиәсе.
- Ярай, Академик, инәлтмә инде. Ризалаш та ҡуй, барыбер һин еңеп сығасаҡһың бит, - балалар араһынан берәүҙең шулай мыҫҡыллауы булды, бөтәһе лә шарҡылдап көлөргә тотондо.
Тәрбиәсебеҙҙең был конкурсын берәүҙәр ыңғай ҡабул итһә, кемдер ауыр көрһөнөп тә ҡуйҙы. Тик нисек кенә булмаһын, Рәйфә апайҙың
һүҙен йығып ҡара! Уның кейгән тапочкаһы, йә ҡулындағы асҡыстар бәйләме һинең арт һабағыңды уҡытырға әҙер генә тора.
Тәмле-татлы менән балалар йортонда беҙҙе әллә ни шаштырып бармайҙар. Баш ҡаланан дәү-дәү ҡунаҡтар килгәндә генә рәхәтләнеп ҡалабыҙ. Ә былай һирәк-һаяҡ алма бирелһә лә, уныңды йә көслөрәк тартып ала, йә мәктәптән һуңлап килгәнсе урлап ашап ҡуялар. Ҡайһы саҡта алманы биҙрәһе менән ашағы килеп китә...
Беҙҙең төркөмдә әлеге көндә егерме биш бала тәрбиәләнә. Әгәр ҙә мәгәр мин тик яҡшы билдәләргә генә сиректе тамамлаһам... уй, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Егерме биш алманы миңә тотторһондар әле! Бына мин ҡыҙарып бешкәнен алып, шытырҙатып тешләйем. Үәт булыр ине байрам! Ошоларҙы күҙ алдыма килтереп, ауыҙыма әскелтем шыйыҡса йүгерҙе. Ҡуй, юҡ менән ҡотороноп, нәфсемде аҙҙырмайым әле. Әллә эләгә һиңә, әллә юҡ. Үҙ өлөшөңдән ҡолаҡ ҡаҡмаһаң бик хуш әле. Нисек кенә булмаһын, уҡыуҙа алған яҡшы билдәләрең үҙең өсөн. Тырыштырып ҡарар кәрәк...
Рәйфә апай иғлан иткән ошо конкурс дәррәү башланып китте. Кемдер уҡыуға яуаплыраҡ ҡарай башланы, ә кемдәрҙер өсөн был һөйләшеү булды ни, юҡ ни. Болонда үҫкән сәскәләрҙең күп төҫлө булыу кеүек, беҙҙең төркөмдәге балаларҙың да холоҡ-фиғеле төрлөсә. Араһында тәртиплеләре лә, эт ялҡауҙары ла, аҙ һүҙлеләре лә, ғәйбәт тоҡсайҙары ла бар.
Беҙҙекеләр мәктәпкә барған һайын төрлө мажараларға осрап ҡына тора. Ул ваҡиғаның шаһиттары детдомға ҡайтыу менән бөтәһен түкмәй-сәсмәй асып һала.
Бөгөн Академик-Динар менән булған ҡыҙыҡлы хәлде хәҙер ишетмәгән кеше юҡтыр. Ул да шул уҡыуға һалҡын ҡарағаны өсөн шундай хәлдәргә йыш тарып тора. Динар мәктәпкә бер ҡасан да китаптар, дәфтәрҙәр йөкмәп йөрөмәй. Уның сумкаһында йыл буйына берҙән-бер дөйөм дәфтәр ята. Шунда, онотҡанда бер, математиканан да, әҙәбиәттән дә, физиканан да, географиянан да бер-ике һөйләм сыймаҡлаған була. Күрәһең, ул дөйөм дәфтәр тигәнде шулай аңлай.
Математика дәресе бара икән. Динар класҡа ингән дә, һуңғы рәткә үтеп, дүрт ултырғысты йәнәш ҡуйған да, йоҡларға ятҡан. Быны уҡытыусы ла күрмәгән. Шулай итеп дәрес ҡыҙғандан-ҡыҙа, ти. Уҡыусылар сиратлап таҡта алдына сығып, төрлө мәсьәлә сисә. Бер заман улар бәхәсләшеп китә. Берәүһе класташының эшен дөрөҫ тип таный, кемеһелер иһә хаталы тип иҫбатлай.
- Апай, ул дөрөҫ эшләне. Һеҙ өйрәткән формула буйынса ла инде!
- Кит, юҡты һөйләйһең! Шыр хата!
Уҡыусылар араһындағы бәхәс әллә күпме дауам итер ине. Шул арала иң һуңғы рәттән кемдер һөрән һала:
- Нимә ҡарҡылдашағыҙ унда?! Исмаһам, кешесә йоҡларға пакуй бирегеҙ!
Уҡытыусы ла, малай-ҡыҙҙар ҙа тынып ҡала. Эштең ниҙә икәненә төшөнгәс кенә, рәхәтләнеп көлөргә тотоналар. Баҡтиһәң, беҙҙең Академик дәрестә икәнлеген бөтөнләй онотҡан...
Динар нисек кенә булһа ла, дәрескә йөрөй әле. Ә бына Даян уҡыу тип иҫе лә китмәй. Исем өсөн генә мәктәпкә барып ҡайта. Бик тә теләмәһә, барып та тормай. Иртәнсәк детдомдан сығып китә лә, юл ыңғайы таныш-белештәренә һуғыла. Шунда туйғансы тәмәке болхолдатып ала. Унда-бында йөрөп ваҡыт үткәрә лә, төшкө ашҡа тып итеп ҡайтып та етә.
Уҡыуға шулай талпынып тормауының сәбәбен дә аңлата.
- Ә мин физкультура техникумына уҡырға барам, - ти ул иҫе лә китмәй. – Унда барыр өсөн әллә нимә белергә кәрәкмәй. Бары көсөң генә булһын. Бына күрерһегеҙ: бер нисә йыл баш ҡалала техникумда уҡырмын да, ауылыбыҙҙың мәктәбенә директор булып килеп
төшөрмөн әле. Ну шул ваҡытта миңә “икеле” ҡуйып яфалатҡан уҡытыусыларға көн бөтәсәк. Үҙҙәрен ялан аяҡ ҡуҙға баҫтырасаҡмын...
Ә бына Әмилә һуңғы арала яҡшы уҡый башланы. Өйгә эште эшләргә ниндәйҙер яуаплылыҡ менән ҡарай ул. Мәктәптә булғанда һине бар тип тә белмәһә, эргәңә килеп һөйләшеп тә бармаһа, өйгә эш эшләргә тотонһа, артыңдан ҡалышмай. Күрһәтеп, аңлатып биреүеңде һорай.
Мәктәптә Әмилә үҙен эре тота. Шуғалыр ҙа кластағы уҡыусылар уның менән аралашыуҙы мәртәбә тип һанай. Бөтәһе лә белә – Әмилә әкәм-төкәм менән һөйләшеп бармай. Етмәһә, уның теле үтә әсе.
Әмилә кәүҙәгә йыуантыҡ ҡына. Мәктәптә бер ҡыҙ уны кәмһетмәксе булып былай тигән:
- Йыуан ҡыҙҙарҙы шул тиклем йәлләйем. Уларға егеттәр нисек ҡарай икән...
Әмилә һис тә юғалып ҡалмаған:
- Егеттәр эт түгел, һөйәккә ташланып бармайҙар. Мин, киреһенсә, ябыҡтарҙы йәлләйем, - тигән ул иҫе лә китмәй.
Бер көндө тәнәфес ваҡытында Әмилә эргәмә килеп ултырҙы. Кәйефең нисек тип һораны, ниндәй уй-хыялдар менән йөрөүемде лә ҡыҙыҡһынды.
- Бына мин, Ильяс, һиңә ҡарайым да, һоҡланып туя алмайым, - тине класташым йылмайып, - мәктәпкә көн дә ваҡытында киләһең. Белмәгән нәмәң юҡ – уҡытыусының һәр һорауына дөрөҫ яуап бирәһең...
- Нишләп шаштырайым, ти! Һинең кеүектәрҙе элек осратҡаным юҡ ине. Белгең килһә, Ильяс, һинең менән аралашыуым үҙе ҙур бәхет!- тип шаштырып ебәрҙе Әмилә.
- Тиктомалдан класташымдың мине һыу тейҙермәй маҡтауына аптырап ҡуйҙым. Бигерәк татлы телгә әйләнгән бит!
Киләһе тәнәфестә Әмилә йәнә эргәмә килде.
- Ҡарале, Ильяс, һинең башыңда әллә компьютер ултырамы? Ҡайҙан шул тиклем күпте беләһең?
- Дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, уны ғына бөтәһе лә белә инде...
- Әйҙә, башыбыҙҙы алмашып торайыҡ, - ти ул мут йылмайып.
Әмиләнең ниңә үҙен былай тотоуына оҙаҡ ҡына төшөнмәй йөрөнөм. Иҫе бөткәнсе мине маҡтай бит! Булмаған хәл! Берәй әтнәкәһе барҙыр, моғайын. Иң һуңғы дәрес – математика башланыр алдынан ғына төшөндөм.
- Ильяс, аҡыллым, һиңә бер үтенесем бар ине, - Әмилә уңайһыҙланған булып эргәмә килде, - хәҙер математиканан имтихан буласаҡ. Шул ҡайһы бер формулаларҙа буталам да ҡуям. Әйҙә, һинең менән бер партаға ултырайым әле. Шунда бер-ике урында ярҙамлашып ебәрһәң...
Бына нимәлә икән Әмиләнең киң күңеллелегенең сәбәбе. Ә мин, иҫәр, йылы һүҙгә иреп, уның маҡсаты хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Үҙемде ысынлап та йылы һүҙҙәргә лайыҡ икән тип ышанып йөрөнөм. Әммә был турала мин һуңынан ғына аңланым.
- Әйҙә, ултыр. Миңә бер тамсы ла ауырлығы юҡ, - тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...
Дәрестәр бөтөр-бөтмәҫ кемуҙарҙан детдомға йүгерәбеҙ. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Ғәҙәттә, төркөмдә дежур кеше төшкө аш ваҡыты еткәс бөтәһенә лә өҫтәл әҙерләй. Ашын һала, һәр кешегә иҫәпләп икмәк тарата.
Һуңлап килһәң – ашың күптән һыуынған инде. Һалҡын аштың ни тәме, ни бәрәкәте юҡ. Ауыҙыңды асып, аяғыңды көскә һөйрәтеп йөрөһәң - бөтөнләй ашһыҙ ҡалыуың бар. Шулай булғас, йүгермәй ҡайҙа бараһың?!
Бөгөн класташым Әмилә тағы ла бик һөйөнөслө хәбәр һөйләп китте әле. Ысын булһа - төшкө ашҡа груша бирәләр икән! Ур-рааа!!! Ууух, тиҙерәк ҡайтырға ине! Бына шул татлы емеште рәхәтләнеп тешләйәсәгемде күҙ алдыма килтерәм... Ирендәрем буйлап уның тәмле һуты аға, имеш. Татлы хыялдарҙан ауыҙҙа бал тәме барлыҡҡа килгәндәй булды. Шундай ваҡытта гелән берәй ҡаршылығы сығып тора. Исмаһам, дәрестәре әҙерәк түгел! Бүтәндәр күптән ҡайтып китте. Нисек кенә түҙергә икән? Әллә һуңғы дәрестән ҡасып ҡайтайым микән? Улайтһаң, аҙаҡ уҡытыусынан эләгәсәк... ә груша ағастағы алланып бешкән емеш кеүек күңелде ымһындырып тора...
Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мәктәптән һуңлап ҡайтырға тура килде. Детдомға ҡайтҡас, өҫтөмдө лә алыштырып тормай ашханаға саптым. Ох! Хәҙер теге грушаны ашаясаҡмын. Ашайым тигәс тә, умырып ҡабырға мин ул тиклем үк ҡомһоҙ түгел. Емештең тәмен татып, ләззәтләнеп һутын һурасаҡмын...
Өҫтәл янына тиҙ генә килеп еттем дә, аптыраштан ҡатып ҡалдым. Мин көн буйына хыялланған балланып бешкән груша урынына алдымда күгәреп һәм мәжеп бөткән емеш ята ине. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, ҡулыма алғайным, емеш һытылып китте лә, бармаҡтарыма шыйыҡ лайла йәбеште. Әйтерһең, баянан бирле йөрөгән хыялым кинәт һытылды кеүек. Ҡулымдағы серек емеште өҫтәлгә ташланым да, ашхананан сығыу яғына йүнәлдем...
Бер нисә көн үткәс емештең сереккә әйләнеү серенә төшөндөм. Баҡтиһәң, Даяндың этлеге икән. Ул үҙенең өлөшөнә туймай, минең дә өлөштө һоғонған икән. Етмәһә, минән мыҫҡыл итеп, сүплектән
серегән грушаны алып, өҫтәлемә һалып ҡуйған. Шул көндә груша ашамағаным өсөн түгел, серек емеш һалыуы өсөн йәнем әсене.
Ниндәйҙер татлы ризыҡтан мәхрүм ҡалыу тойғоһо күңелдә оҙаҡ һаҡланмай ул, ә бәғзеләрҙең күңел сереклеге ғүмер буйына иҫтән сыҡмай. Ярай әле ул “сереклек” тик үҙендә генә ҡалһа. Теге саҡтағы һытылған груша кеүек еҫе донъяға таралыусан шул...
Уҡыу сиреге “һә” тигәнсе үтте лә китте. Груша тарихы ла иртәнге томан кеүек хәтер күгендә иреп, күптән юҡҡа сыҡҡайны инде. Бер көн төшкө аштан һуң бөтәбеҙ ҙә бүлмәгә йыйылдыҡ. Сәбәбе күптән билдәле. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай сирек тамамланыу уңайынан йыйылыш үткәрә.
- Мин үҙ һүҙемдә торам, - тип башланы тәрбиәсебеҙ. – Әгәр иҫегеҙҙә булһа, бергәләп конкурс иғлан иткәйнек. Шунда еңеүсегә тотош төркөмдөң полдникка бирелгән алмаларын тапшырырға һүҙ ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә ризалаштығыҙ. Вәғәҙәне үтәйем, - тип Рәйфә апай алдыма бер пакет алма ҡуйҙы. – Үпкәләштән булмаһын, был сиректә Ильястың ғына “өслө”ләре сыҡманы. Рәхәтләнеп һыйлан, Ильяс!
Ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалдым, Рәйфә апай сығып киткәйне инде. Төркөмдәштәрҙең бөтәһе лә миңә текләгән. Уларҙың ҡараштары йәнемде кимергәндәй тойолдо. Көн һайын сиректе яҡшы тамамлау хаҡында хыялланһам, хәҙер килеп “өслө” сыҡмауы өсөн үкенес тойғоһо биләне. Пакетты алдым да, алмаларымды таратырға тотондом. Шул саҡ кемдер:
- Даянға бирмә! Ул бит теге саҡта һиңә серек груша һалды, - тип ҡолағыма бышылданы.
Сират иң артта ултырған Даянға еткәндә, пакетта ни бары бер генә алма ҡалғайны. Ҡыҙарып бешкән ҙур алманы мин уның усына һалдым.