Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
6 Июнь 2020, 23:30

ӘКИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ (детдом хикәйәләре)

Тәғзимә апайҙы “скорый” менән ҡалаға алып киттеләр.

Айгиз Баймөхәмәтов
Ҡомаҡ
Класҡа инеү менән бөтәһе мине һырып алды. Балға ынтылған һағыҙаҡтай, төрлө яҡтан өҫкә менеп киләләр.
– Шул хәбәр дөрөҫмө ул, Ильяс? – ҡыҙҙарҙың береһе төпсөнөргә тотондо.
– Нисек улай килеп сыҡты һуң? Әмилә яҙа-йоҙа ғына һөйләне шунда. Бер нәмә лә аңламаныҡ...
– Эйе шул! – Күрше партала ултырған малай ҡулын яурыныма һалды. – Әйҙә, үҙең һөйләп бир әле.
– Һеҙ нимә тураһында һорайһығыҙ ул? – Бер нәмә лә белмәмешкә һалыштым. Тик ҡыҙыҡһыныуы саманан тыш ашҡан класташтарым күҙҙе лә астырмай.
– Ҡуй! Белмәмешкә һалышма!
– Инәлттермә инде...
– Ниңә, беҙҙе дуҫҡа һанамайһыңмы әллә?
Хатта гел “бишле”гә уҡып, үтә баҫалҡы тип йөрөгән ҡыҙ ҙа төпсөнөргә тотондо:
- Ҡомаҡ менән ысынлап шулай булдымы ул?
Быларҙан еңел генә ҡотола алмаҫым көн кеүек асыҡ. Ни хәл итәһең –һөйләргә тура килә. Был турала берәүгә лә әйтмәҫмен тип уйлағайным да бит. Ну, ошо Әмиләне! Ауыҙында бер һүҙ тормай. Иләк ауыҙ! Мәктәпкә минән алда килеп, бөтәһенә лә шыҡрыҡлап өлгөргән бит.
...Бынан бер ай элек тыуған көнөм булғайны. Дуҫтарым, класташтарым үҙенсә ҡотланы. Тәрбиәсе Хәкимә апай ҡыҙарып бешкән алма бирҙе, Әмилә ручка бүләк итте, берәүҙәре - кәнфит, икенселәре, теләктәрен әйтә-әйтә, дәфтәр тотторҙо. Был тиклем дә ҡотлауҙарға башым әйләнеп китте хатта.
Телгә әүәҫ, зирәк Фаяз исемле класташым бөтәһен уҙҙырҙы:
- Ильяс, мәктәптән һуң беҙҙең өйгә барырбыҙ, - тине ул мут йылмайып. – Һиңә шундай бүләк әҙерләнем! Барғас күрерһең...
Класташымдың был һүҙҙәре түҙемлекте юйҙы. Ҡасан ғына дәрестәр бөтөр! Көткәндә ваҡыт шул тиклем яй аға. Нимә менән аптыратырға булды икән Фаяз? Ҙур әйберҙер. Еңел булһа, моғайын, портфеленә һалып алыр ине...
Фаяздың өйөнә ингәс тә, был яҡта көтөп торорға ҡушты:
- Күҙеңде йом! Әтеү ҡыҙыҡ булмаясаҡ. – Бер аҙ төпкө бүлмәһендә ҡыштырлай биргәс, яныма килеп, ҡулыма йомшаҡ ҡына нәмә һалды. – Инде ҡараһаң була...
Усымда кескәй генә йән эйәһенең еҫкәнеп ултырғанын күреп, ҡурҡышымдан уны иҙәнгә ырғытҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Үҙем ситкә һикерҙем:
- Иҫә-ә-әр! Кеше шулай шаяртамы?!
Ҡулдарым туҡтауһыҙ ҡалтырай, ҡурҡышымдан бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Ә Фаяз, бер ни булмағандай, рәхәтләнеп көлә.
- Көлкө һиңә! Тапҡанһың нисек шаяртырға! Тешләп алһа? – Был һүҙҙәремдә үпкә лә, асыу ҙа бар ине.
- Кит, кеше шунан ҡарҡамы?
- Анау хәтле ҡомаҡ ҡулыңда ултырһа, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың! – Кәйефем ҡырылып, сығыу яғына йүнәлдем. Класташым туҡтатырға ашыҡты:
- Ярай, үпкәләмә, Ильяс. Был бит баҙ аҫтында, һарайҙарҙа йәшәгән ҡомаҡ түгел. Ә ҡулға эйәләшкән. Диңгеҙ аръяғынан килтерелгән тоҡом. Ҡалала булғаның юҡмы ни? Һәр фатирҙа тиерлек ошондайҙарҙы тоталар. Мода бит!
- Кит, юҡты һөйләмә! Унан кеше нисек ҡотолорға белмәй.
- Ысын, бына, күрһәтәм. – Фаяз карауат аҫтына йәшенгән ап-аҡ ҡомаҡты сығарҙы. Һөйләгәнен аҡларға теләгәндәй, уны һыйпап алды, яурынына ултыртты. Шуны ғына көткән йән эйәһе, ҡойроғон болғай-болғай, уның башына үрмәләне. – Бер зыяны ла юҡ. Күптәр шундайҙы өйөндә тоторға хыяллана. Ә миндә берәү түгел – өсәү!
Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ҡомаҡтың шул тиклем иркәләнеүен күреп, тыныслана төштөм.
- Тағы бер нәмә күрһәтәйемме? – Фаяз ҡыҙып китеп һөйләргә тотондо. – Ошо бәләкәс ҡомаҡ ауыҙҙан һыу эсә белә! Үҙем шулай өйрәттем. Әгәр төнөн һыуһаһа, түшеңә баҫа ла, ирендәреңде ипләп кенә тырнай. Шулай аҡыллы ул – һыу һорай.
Үәт ҡыҙыҡ! Ҡомаҡтарҙың бындай төрөн күргәнем юҡ минең! Улар кешегә зыян килтереп, ризыҡтарын урлай, әйберҙәрҙе тишкеләп йөрөй тип уйлаһам. Хатта берәүҙәрҙең галушын кимереп бөткән, тип тә ишеткәйнем.
Ҡалай шәп бүләк булды был! Дуҫыма рәхмәттәр әйтә-әйтә, ҡомаҡты портфелемә тыҡтым да, детдомға ашыҡтым. Бүтәндәрҙе лә аптыратайым әле.
Балалар йортона яҡынлашҡан һайын, шатлығым һүрелә барҙы. Ул ҡомаҡты алыуын алдым да, ә ҡайҙа аҫырарға һуң? Беҙҙә бит бер йән эйәһен дә тоторға ҡушмайҙар. Хатта бесәйҙе лә керетмәйҙәр. Санитар талаптарға ҡаршы килә, тиҙәр. Шулай булғас, ҡомаҡты нисек бүлмәмдә йәшәтәйем? Тыңлап та тормаясаҡтар! Тәүҙә сикһеҙ шатланһам, детдом тупһаһына етер саҡта шомом артты. Әгәр тәрбиәселәр уны күреп ҡалһа, үҙеңде эттән алып, беткә һалып әрләр, кескәй дуҫымды тышҡа сығарып ырғытырға ҡушырҙар... Нимә эшләргә? Ошондай йомшаҡҡайҙан һис тә айырылғы килмәй. Ни булһа ла булыр, тип, ҡомаҡты берәүгә лә күрһәтмәй, бүлмәмә алып индем.
Оҙон ҡойроҡло, йылтыр ҡара күҙле, мамыҡтай ап-аҡ ҡомаҡты күргәс, бүлмәләш малайҙар “аһ” итеп ҡалды. Нимә икәнен аңлатҡас, тынысландылар. Тик был турала бер кемгә лә һөйләмәүҙәрен үтендем.
Ҡомаҡ тиҙ арала беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙға әйләнде. Мәктәпкә китһәк – уны тумбочкала бикләп ҡалдырабыҙ. Ризыҡты ла аш бүлмәһенән сиратлап ташыйбыҙ. Ә кисен, йоҡларға ятҡанда, ҡомаҡты тумбочканан сығарабыҙ. Ул рәхәтләнеп бүлмә буйлап йөрөй. Йә теге осҡа, йә был яҡҡа йүгерә. Карауатҡа менеп, беҙгә иркәләнә: юрған аҫтына инеп китә лә, аяҡ осона барып сыға. Әй, ҡытыҡ килә! Уның ҡылыҡтарын күҙәтеү - үҙе бер тамаша.
Ул төндә төркөмдә Тәғзимә апай эшләй ине. Апай эшкә килһә, төркөмдә тынлыҡ урынлаша. Бөтәһе лә уға ярҙамлаша, нисек булһа ла ярарға тырыша. Бының сәбәбе лә бар. Телевизорҙа бик шәп сериал башланды! Бер ғаиләнең яҙмышы тураһындағы киноны ҡарарға бөтәбеҙ ҙә экран янына йыйылабыҙ. Берәү ҙә тауышланмай. Мауыҡтырғыс
ыһы ғына асыуҙы килтерә: кино бик һуң, сәғәт 11-ҙә башлана. Ә режим буйынса был ваҡытта йоҡларға тейешбеҙ.
Төнгөлөктә эшләгән тәрбиәселәр алышынып тора. Флүрә апай булғанда – рәхәтләнеп телевизор ҡарай алабыҙ. Ә бына Тәғзимә апайға арыу ғына инәлергә тура килә.
- Юҡ, юҡ, юҡ! – ти ул ҡул һелтәп. – Ниндәй кино ти был ваҡытта? Йоҡларға!..
- Апай, беҙ шым ғына ултырасаҡбыҙ. Зинһар өсөн ҡаратығыҙ инде, – тип инәлә ҡыҙҙар.
- Детдом директоры бынан алыҫ йәшәмәй, - тәрбиәсе тәҙрәгә ымлай. – Ана, уның өйө. Бында нимә булғанын һиҙеп тора. Залда яҡтылыҡты күрһә, шылтыратып әрләйәсәк. Ҡуй, юҡ менән булмағыҙ. Ятығыҙ йоҡларға...
Әммә сериалдың тәмен татып алған балалар ҙа тиҙ генә бирешергә теләмәй. Яуабын шундуҡ таба:
- Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн Өфөгә китте, - тип алдаштыра малайҙарҙың береһе. Директорыбыҙҙың баш ҡалаға йыш йөрөргә яратҡанын белгәнгә күрә, тәрбиәсе ышана. Шунан йомшара төшә.
- Һуң йоҡларға ятһағыҙ, иртән уҡыуға тора алмайһығыҙ бит! – ти ул.
- Тора-бы-ы-ҙ! – шуны ғына көткән балалар бер тауыштан яуап бирә.
- Әгәр кемебеҙҙер тора алмаһа, ул башҡаса кино ҡарамай! – тип үҙ шартын ҡуйыусылар ҙа табыла.
Бер аҙ инәлткәндән һуң Тәғзимә апай рөхсәт бирә. Тик бының өсөн бурыслы булып ҡалабыҙ. Уның ҡайһы бер эшен эшләшәбеҙ, һәр ҡушҡанын тыңлап ҡына торабыҙ.
Анау көндә лә бик йәтеш килеп сыҡты. Тәғзимә апайҙың йөҙө ниңәлер борсоулы ине. Үҙенә урын таба алмай.
- Берәй хәл булдымы, апай, - тип һорап ҡуйҙым.
- Эй, һыйырым өсөн борсолам, - тине ул уфтанып. – Бөгөнмө, иртәгәме быҙауларға тейеш. Әгәр бөгөн төнөн булһа, быҙау туңасаҡ. Өйҙә бер кем юҡ.
Тышта, ысынлап та, һыуыҡ ине. Борсолорлоҡ та шул. Тәғзимә апай минең яныма килде.
- Ильяс, әйҙә беҙгә барып киләйек. Һыйырымды ҡарамайынса үҙемә урын тапмайым. – Мин ҡуш ҡуллап ризалаштым. Йоҡлар алдынан тышта йөрөп алһаң, һәләк рәхәт ул.
Тәғзимә апайҙың һарайына индек. Ауыр һулап ҡара һыйыр ята. Тәрбиәсем тегенең эсен тотоп ҡараны, арҡаһын һыйпаштырҙы.
- Ней, эште ҡалдырып китеп булмай, - тип ауыр көрһөндө ул.
- Әгәр беҙ киткәс, һәүкәш төнөн быҙаулаһа?- тип һораным кинәттән. Тәғзимә апай йәнә аптырашҡа ҡалды:
- Кит, насарға юрама! Һин ҡайҙан беләһең? – тип асыуланды ул.
Мин мал ҡараған кеше түгел. Шулай ҙа ниндәйҙер эске тойомлау бар. Ана, малҡай нисек ауыр тын ала. Бына-бына быҙаулар һымаҡ. Шулай тип уйлаған булам. Тик, икеләнеүемде белдермәҫкә тырышам. Күпте белгәндәй, һарай буйлап йөрөйөм. Тәүҙә һәүкәштең уң яғына сығып, эсен тотоп ҡараным, шунан һул яғына сыҡтым. Муйынын һыйпаштырҙым. Тын алышын да тыңлаған булдым.
- Тәғзимә апай, һәүкәш тиҙҙән быҙаулар! – тинем белдекле кешеләй.
- Шулай уҡмы ни?
- Шулай. Бына мин әйтте тиерһегеҙ.
- Әй, Аллам! Улайһа, ҡалайтайым икән? Һеҙҙе ҡалдырып китеп булмай бит.
- Ә һеҙ, апай, борсолмағыҙ. Үҙегеҙ бында ҡалығыҙ. Ә беҙ бер ҙә тәртип боҙмабыҙ. Уттарҙы һүндереп, шым ғына йоҡларға ятырбыҙ. Ә һеҙ иртәнсәк сменаны тапшырыр алдынан ғына килһәгеҙ ҙә була.
Тәғзимә апай бер аҙ уйланып торҙо ла, ризалашты.
- Тик был турала берәү ҙә белмәһен. Эш урынын ҡалдырып киткән тип күҙҙе лә астырмаҫтар.
Мин йән-фарманға детдомға саптым. Эй, шатланам! Минең күрәҙәсе һәләтем юҡ. Һәүкәш быҙаулармы бөгөн – уныһын белмәйем. Ә бына беҙ туйғансы телевизор ҡараясаҡбыҙ! Тик тәрбиәсе юҡ тип үрле-ҡырлы һикермәҫбеҙ. Берәй кино ҡарарбыҙ ҙа йоҡларға ятырбыҙ. Ана шуның өсөн Тәғзимә апайҙы өйөндә ҡалырға күндерҙем дә инде.
Барыһы ла мин уйлағанса килеп сыҡты. Ә иртәнсәк тәрбиәсебеҙ уятты. Тәғзимә апайҙың йөҙө балҡый ине:
- Ильяс, һиңә рәхмәт! – тип арҡамдан тупылдатып һөйөп алды. – Һәүкәшем тәки быҙауланы!..
Ғәҙәттә, иртә менән ашхананан ашты Тәғзимә апай үҙе барып ала ла һәр кемебеҙгә таратып сыға. Ул өҫтәл әҙерләгәндә берәүбеҙҙе лә аш бүлмәһенә индермәй. Әҙер булғас ҡына саҡыра.
Нишләп улай икән? Тәғзимә апай эшләгән көндә гел беҙгә аш әҙ эләгә. Берәр телем икмәк – уныһы ла йоҡа ғына, үтә күренеп тора. Май ҙа ҡалаҡтың осонан ғына тәтей. Булған ғына ашамлыҡты “һә” тигәнсе йотаһың да, аш бүлмәһенән сығып китәһең. Ярай, беҙ нисек тә булһа өйрәнәбеҙ шуға. Ә бына ҙур кәүҙәле Динар этләнә! Ул юрамал иң һуңғы булып өҫтәл янынан ҡуҙғала. Берәйһе ашап бөтмәнеме икән тигәндәй, өҫтәлдәрҙе ҡараштыра.
- Апай, ниңә ашты әҙ бирәләр ул? - тип һорап ҡуябыҙ тәрбиәсенән. Тәғзимә апайҙың яуабы әҙер:
- Булғанына шөкөр итегеҙ! Үҙегеҙ эшләй башлағас, туйғансы ашарһығыҙ...
Бер көн иртәнгелеккә алма бирҙеләр! Тәғзимә апай эшләгән ваҡытҡа тура килде. Тик аш бүлмәһенә инһәк – һәр кемгә яртышар алма һалынған. Быны күргәс, кәйеф ҡырылды. Шулай булмайса ни! Һирәк кенә тәтегән емеш тә яртышар эләкһен әле.
- Берәрҙе бирһәләр ҙә булыр ине, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Әмилә. Бүтәндәр өндәшмәне, сөнки бының өсөн Тәғзимә апай аҙаҡ телевизор янына юллатмаясаҡ. Ҡыйыу ҡыҙ ғына үҙ алдына һөйләнә бирҙе:
- Бер туйғансы ашаған юҡ, – ти ул иренен турһайтып. – Икмәкте лә семтем генә бирәләр, кесе телгә лә йоҡмай. Бесәйҙәргә лә күберәк бирәләр...
Тәғзимә апай, бер ниҙә ишетмәгәндәй, һауыт-һаба йыйыштыра. Ә беҙ, баш күтәрмәй ашарға тотонабыҙ. Тиҙерәк тамаҡты ялғарға ла, мәктәпкә йүгерергә кәрәк.
Бөгөн бутҡаның тоҙо әҙерәк булған. Шуға Динар тоҙ алам тип урынынан торҙо ла, шкафҡа үрелде. Тәғзимә апай уны шәйләмәй ҡалды. Малайҙың шкафты асыуы булды, иҙәнгә тыпыр-тыпыр алмалар тәгәрәне!
- Атаҡ, был кемдеке ул? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Динар. Шунан ниҙер эҙләгәндәй, шкафтың бүтән ишектәрен асҡыланы:
- О-о-о, бында икмәк тә күп икән! – тине шатланып. Бөтәһе лә аптырап китте. Асыуы ҡабарған тәрбиәсе Динарҙың еңенә йәбеште:
- Ас ҡарға, ниңә кәрәкмәгән ерҙә соҡоноп йөрөйөң?!
Быны күреп бөтәһе лә геүләшә башланы. Эштең ниҙә икәнен аңланыҡ. Тимәк, тәрбиәсе беҙгә тигән өлөштө үҙенә алып йөрөгән.
Башҡалар шаңҡып ҡалғанда, Әмилә урынынан һикереп торҙо ла, теге алмаларҙы йыйырға тотондо.
- Бишәү, алтау... унау, - тип һанай барҙы.
- Башҡаса телевизор тип ауыҙығыҙҙы асмағыҙ! Күрһәтермен мин һеҙгә киноны! - Тәғзимә апай беҙҙе әрләй-әрләй аш бүлмәһенән сығып китте.
Был ваҡиға көнө буйына баштан сыҡманы. Нисек улай килеп сыҡты һуң? Тәғзимә апай бер ҙә ундай кешегә оҡшамаған бит! Бәлки, ул бүлеп ашатырға булғандыр. Ә Динар шкафты асты ла, эште боҙҙо ла ҡуйҙы. Етмәһә, Әмилә бөтәһен дә ҡотортоп һөрән һалды. Әгәр ошо уйлағаным дөрөҫ булһа, беҙ Тәғзимә апайҙы нахаҡҡа рәнйеткәнбеҙ бит.
Ҡайһы берәүҙәрҙең балалар йортонан ризыҡ ташыуҙары тураһында электән ишеткән бар. Тик бындай эш, ғәҙәттә, ашханала эшләгән апайҙарҙың ғына ҡулынан килә. Ярай, бәлки артып ҡалғанын ташыйҙарҙыр. Ә инде ашхананан һәр балаға иҫәпләп бирелгән тәғәмдең тағы нимәһен алмаҡ кәрәк? Иртәнсәк тә, төшөн дә, кисен дә әллә ни ашарға күп бирмәйҙәр бит.
Уйҙарға сумып, әллә ҡасанғы ваҡиғалар хәтергә төштө.
Бер мәл кисен Динар менән икебеҙҙе ашнаҡсы апай саҡыртып алды.
- Малайҙар, ошо әйберҙәремде өйөмә алып барышығыҙ әле, - тип беҙгә пакет тотторҙо. Үҙе лә ике тоҡсай тотҡан. Эй, ауыр ине әйберҙәре. Өйөнә алып барып еткәнсе ҡулдар талып бөттө. Шулай ҙа теге йөктө бер ҡулдан икенсеһенә күсерә-күсерә, саҡ барып еттек. Ашнаҡсы рәхмәт әйтеп, пакетынан берәр ус кәнфит өләште. Эй,
шатландыҡ шунда! Ул көндө киске ашҡа шул кәнфитте берәрҙе генә биргәйнеләр шул...
Иҙәнгә тәгәрәгән алмалар... Тәғзимә апайҙың шундағы аптыраулы йөҙө һаман күҙ алдынан китмәй. Тимәк, тәрбиәсебеҙ ҙә шул өлөштө үҙенә... юҡ, юҡ! Бындай көфөр уйҙар нисек инә башыма?!
Эйе, тәрбиәсебеҙ ҡайсаҡ ҡатыраҡ та булып китә. Шулай ҙа яуыз заттарҙан түгел. Әгәр ипләп һораһаң, һуң булһа ла киноһын да ҡарата. Тәүҙә инәлтеп алған була инде. Булһын! Әгәр шундуҡ, бер һүҙһеҙ ризалығын бирһә лә ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Нимә генә тиһәң дә, Тәғзимә апай һәйбәт кеше. Нисә бөртөк алма өсөн апайҙың күңеленә яра һалдыҡ шикелле.
Шул уҡ көндә төркөмдә үҙ-ара һөйләшеп алдыҡ. Иртәнге аш ваҡытындағы һаҡһыҙ ҡыланыуыбыҙ өсөн ғәфү үтенергә булдыҡ. Әлбиттә, Әмилә лә, Динар ҙа оҙаҡ ҡарышып маташты.
- Үҙе ғәфү үтенһен! Мин уның алмаһын урламағанмын! – тип ҡырт киҫте Динар.
- Эйе, уны элек тә шулай ташый тиҙәр ине. Хәҙер үҙебеҙ күрҙек. – Әмилә лә уны йөпләп ҡуйҙы. Ләкин беҙ уларҙы барыбер күндерҙек.
Эшкә килгәндә Тәғзимә апайҙың йөҙө йәмерәйгәйне. Ныҡ үпкәләгән күрәһең.
- Апай, һеҙ беҙгә асыуланмағыҙ инде!.. - тип һүҙҙе башлағайным, тәрбиәсе шундуҡ бүлдерҙе:
- Кит, асыуымды килтереп, өйкәлешеп йөрөмәгеҙ янымда!
- Тәғзимә апай, беҙ бит юрамал эшләмәнек, - бөтәһенән дә ҡыйыуыраҡ, бығаса асыуы ҡабарып йөрөгән Әмилә лә йомшаҡ ҡына өндәште. – Беләбеҙ бит инде, ул алмалар һеҙгә кәрәк түгеллеген. Икмәкте, майҙы ла беҙ аҙаҡ ашаһын тип шкафҡа ҡалдырғанһығыҙҙыр тип уйлайым.
Был һүҙҙәр Тәғзимә апайҙың күңелен иретмәне, киреһенсә, асыуландырҙы ғына:
- Ҡара һин уларҙы! Етмәһә, мыҫҡыл итеп маташалар. Апай беҙҙең өлөштө ташый тип, бөтә детдомға яр һалғанһығыҙҙыр әле. Юғалығыҙ күҙемдән!
- Юҡ-сы-ы, - тинем көтөлмәгән яуапты ишетеп. – Улай түгел, апай!
- Рәхмәтте аңлай торғандарҙан түгел һеҙ. Бынан һуң телевизор тип ауыҙ асып ҡына ҡарағыҙ! – тәрбиәсе бармағы менән беҙгә янаны ла, урынынан тороп китте. Артабан һөйләшеүҙең мәғәнәһе юҡ ине. Шул шкафты асып, Динар беҙгә күпме бәлә өйҙө!
Сәғәт туғыҙ тулыу менән Тәғзимә апай бөтәбеҙҙе лә бүлмәләребеҙгә ҡыуа башланы. Ә беҙҙең теге шәп сериалдың дауамын ҡарағы килә.
- Никаких! – тип ҡырт киҫте ул. – Бынан ары һеҙҙең һымаҡ булам. Хәҙер үк йоҡларға ятығыҙ! – Тәрбиәсе шарт итеп телевизорҙың шнурын һурып алды. Теләмәһәк тә, бүлмәләребеҙгә инеп, йоҡларға ятыуҙан башҡа сара ҡалманы...
... - Ҡарауыл! Ҡа-ра-уыл! – берәүҙең йән өҙгөс тауышына терт итеп уянып киттем. Бүлмәләге башҡа малайҙар ҙа һикереп торҙо. Нимә булған икән тип залға йүгереп сыҡтыҡ.
- Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! Үлә-әм! –Ҡараһаҡ, сәсе туҙған Тәғзимә апай өҫтәлгә менеп баҫҡан. Беҙҙе күрҙе лә йәнә ҡысҡырҙы:
- Ҡотҡарығыҙ! Ул бында ғына йәшенде! – апайҙың йөҙө ҡасҡан, үҙе дер ҡалтырай. Билләһи, йөрәкте яра яҙҙы бит. Уның шулай ҡыланышын күреп, ҡаушап ҡалдыҡ.
- Нимә булды, апай? – уянып та бөтмәгән балалар эштең ниҙә икәнен белергә тырышты. Ә Тәғзимә апай, ағыулы йыландан ҡасҡандай, өҫтәлдән төшөргә лә уйламай. Үҙе илай, ҡалтырана-ҡалтырана аңлатып маташа:
- Ул ҡә-бә-хәт... бында! Әле генә күрҙем!
- Кем тейҙе? – Әмилә уны тынысландырырға тырышып, ҡулынан һаҡ ҡына тотоп алды.
- Ҡо-ҡо-маҡ! Ҡомаҡ эйәләгән бында! – апайҙың әйткәненән тәндәр зымбырлап китте. Минең ҡомағым!
Береһенә лә борсолоуымды белдермәй, бүлмәгә йүгерҙем. Йәһәт кенә тумбочканы асып ҡараным. Юҡ! Беҙ йоҡларға ятҡанда – гел ишекте яба инек. Күрәһең малайҙарҙың береһе төнөн тороп, ишекте ябырға онотҡан. Ҡасҡан суҡынсыҡ!
Йәнә залға сыҡтым. Балалар бөтәһе лә Тәғзимә апайҙы уратып алған. Уның ҡысҡырыуын ишетеп, беренсе ҡатта ултырған вахтер ҙа килеп еткән. “Тиҙ ярҙам”ды ла ул саҡыртҡан.
Тәғзимә апай йөрәген тотҡан да, һыҡтай-һыҡтай күргәнен аҡ халатлы апайға һөйләй.
- Давлениеғыҙ юғары! Йөрәк тә тулай. Нисек инфаркт булмаған... – ти табип.
- Нимәлер иренемде тырнай, – тип һөйләй уға тәрбиәсе. – Күҙемде асһам – ҙу-ур ҡомаҡ! Ул минең күкрәгемә баҫҡан ине!
- Бәлки, күҙегеҙгә күренгәндер? – тип тынысландырырға тырыша табип. – Берәй бесәй балаһы булманымы?
- Нимә, мин ҡомаҡтан бесәйҙе айыра алмайыммы? – шулай екеренде лә, иларға тотондо. – Ҡороп киткер ошо детдом. Күрәһеләрем бар икән...
Тәғзимә апайҙы “скорый” менән ҡалаға алып киттеләр. Төнгө сәғәт дүрт ине. Бынан һуң оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай этләндем. Етмәһә, хәлдең ниҙә икәнлеген төшөнгән малайҙар рәхәтләнеп көлә.
Бына һиңә ҡомаҡ! Ҡайҙан ғына алып ҡайтҡан көнгә төштөм! Фаяз бүләк иткәндә, ҡомаҡтың ауыҙҙан һыу эсергә яратҡаны тураһында әйткәйне бит. Бахырҡайҙың һыу эскеһе килгәндер. Ҡотоң осмаҫ ерҙән осор! Ярай әле апайҙың йөрәге ярылмаған.
Бүтәндәр ятҡас, ҡомаҡты эҙләп таптым да, тумбочкаға бикләп ҡуйҙым. Әгәр ул йән эйәһе минеке икәнен белеп ҡалһалар, кәрәкте бирерҙәр. Бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, минең өсөн ҡәҙерле бүләктән шулай ҡотолорға тура килде. Таң атыу менән ҡомаҡты элекке хужаһына алып барып бирҙем. Малайҙарҙан был турала берәүгә лә һөйләмәүен үтендем.
Тәғзимә апай ике аҙна дауаханала ятып сыҡты. Детдомда бүтән эшләмәне, үҙ теләге менән китте.
- Ҡомаҡтар эргәһенә ҡомаҡтар эйәләй. Бүтән унда аяҡ баҫаһым юҡ! – тигән ул документтарын алырға килгәндә.
Тәғзимә апай менән дә, теге ҡомаҡ менән дә шулай айырылышырға тура килде...
Читайте нас: