Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
25 Июнь 2020, 19:50

Юшҡын

Римма Саньярова Юшҡын -Уҙең теләп килдеңме һуң Зилә һеңлем, хуплайым..,-имам Рәшит ағайҙың төпсөнөүен ишетмәмеш кеүек үткәреп ебәрҙе. -Ярай, һеңлем, афарин.Нәҫел-нәсәбенең әруахтарына доғалар уҡытып ҡайтты бөгөн. Әллә ниндәй тылсымлы хис кереп ҡунды күңеленә. Бер яҡтан, ҡыйынһыныу,икенсе яҡтан тыныс һиллек. Ун йылдан артыҡ, ауылдаштары тырышлығы менән һалынды был мәсет. Өй башынан аҡса йыйҙылар. Әлеге лә шул, Себер яҡтарына төпләнеп киткәндәре, мулыраҡ ярҙам итте. Аҡса йыйыусы, Фатимаға аҡса бирмәй сығарғаны хәтерҙәә. -Был донъяла иркен йәшәргә кәрәк. Әллә бар, әллә юҡ, әхирәтлекте уйларға ваҡытым юҡ,- тип борхотҡайны заманында. Бөгөн үҙ белдеге менән килде иман йортона. Аҙ ғына булһа ла еңеллек тапмаҫмынмы тип? ...Ғаиләләре ҙур булды үҫкән саҡта. Биш малай, ике ҡыҙ.Атаһы менән әсәһе, димләп өйләнешкәндәр. Үҙ-ара татыу булдылар. Тауыш-тынһыҙ үтте бала саҡтары. Кеше ашағанды ашап, ауыл мәктәбендә уҡып, атай йортонан остолар. Ҡайғыларға һалып, тик бер туғандары ғына мәрхүм булып ҡалды. Аварияға осрап. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгәйне әле. Үкенесле булды шул яҙмышҡайы. Эй,ҡайғырыуҙары атай-әсәһенең. Кис етһә, Хәмиттең беларусын көтәләр ине гараж яғынан. Ғүмере буйы тертләп уянды әсәһе трактор тауышынан. ...Араларынан тик Зилә генә ауылда төпләнде. Йәшлек мөхәббәте Раиль менән тормош ҡороп ебәрҙеләр. ..Бер ҙә үкенмәй ауылда ҡалғанына. Матур төбәктә йәшәйҙәр. Күлдәре лә бар,тауҙары. Ағиҙел йылғаһы уратып аға. Торғаны бер ожмах! Ҡышҡылыҡҡа сәй үләндәре тиһеңме, еләк-емеш,барыһы ла бар. Сутлыҡай тауын, тирә-яҡтан ишетеп киләләр.Ҡыҙыл китапҡа яҙылған үләндәр үҫә. Туристар,сырхауҙар күпләп килә шуны белеп. Таң ысығы менән ауырыу кешеләр шифаһына сыға. Кешене өмөт йөрөтә бит....Ауыл халҡы ҡаршы килә алмай. Ярамайға,ҡарамайһың ҡайһы саҡ. ...Раиль менән ихлас донъя көтөп алып киттеләр. Бер-бер артлы ике малайҙары тыуҙы. Афған хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, ташламалары күп. Делянка алып, ҙурҙан өй һалдылар. Сиратҡа баҫып, хужалыҡ арттырырға, ярҙам юлланылар. Әлбиттә,зур этәргес булды. ..Ә,шулай ҙа,барыһы тигеҙ тәгәрәмәне. Атай-әсәһе олоғайғас,ҡарау төштө. Зилә бер үҙе ауылда. Эргәлә булғас, әлбиттә күберәк ул йүгерә. -Тәүҙәрәк,шулай кәрәк,- тип тапһа. Һуңынан, әллә нимә булды. -Һин ҡара,мин ҡарайым,-туғандар араһында шым һөйләшеү китте. Тауышты күбеһенсә,Зилә сығарҙы. Иҫәпләшеп. Һеңлеһе,Гүзәл каникул һәм йәй көндәре ярҙам итте. Уҡытыусы ул. Ә,бына, ир тугандары ,кәләштәренән уҙа алманы. -Ҡыҙҙары күбеһенсә тейеш ҡарарға,-тип кенә ебәрҙеләр. Араларҙың боҙолоуына, Зилә үҙен ғәйепләй. Бер кемгә,һөйләмәгән сере шул. Ҡайтҡан арала йөҙ боҙоп ҡаршылаһынмы? Тәрбиәләгәне өсөн хаҡ ҡуйҙы. Юҡты-бар итеп тауыш сығара ине. Еңгәләре сыҙаманы. Матур ҡараныларҙа бит ололарҙы. Тик һүҙ, низағ менән .Һиҙмәнеләр шикелле.. ... Һуңғы арала,тормош иптәше ,ҡырын ҡарай. -Тәүбә,беҙ һеҙҙең кеүек түгел. Ярамай улай,Зилә. Дуҫлашығыҙ үҙ-ара. Дөрөҫ әйтә ул. Раильдең әсәһе иҫән. Сабый кеүек ҡарайҙар, өс балаһы. Ял йортомо,тәм-томдар, тәрбиә иркен. Үҙ ара ла йылы мөнәсәбәттәләр. Һыр бирмәй, йөйөн табып, әсе һүҙен ҡәйенбикәләренә лә еткерә. Нимә-нимә,яһиллыҡ көслө Зилә лә. Бәләкәйҙән йыуаш һымаҡ ине, хәҙер үткер. Уҫал үткер. Ошо яман ғәҙәтенән ҡотолорға, бығауҙан ысҡынырға килде ул иман йортона... ..Ҡайтып кереү менән иң тәүҙә, оҙаҡ итеп уйланып ултырҙы. Баласаҡтарын иҫкә төшөрөп. Әсәһенең эҫе ҡоймаҡтарын, түҙмәй көтөп йөрөйҙәр ине һағалап. Атаһы минлек бәйләгәндә,эҫе сәй сығарып бирһендәрме? Туғыҙ йыл аралашмай туғандары менән Зилә. Операциялар үткәргәндәре булды ағай-энеләренең, барманы. Кемелер,тәүҙәрәк саҡыра ине никах аштарына балаларының, мәжлестәргә. Йөрөмәнеләр. Эре ҡуйҙы үҙен. Ял көндәренә килһәләр, йәшенеп ҡалғыланы. Әкренләп уларҙа туҡтаны инәлеүҙән. ....Барыһы ла, атай йорто өсөн тауышланып йөрөүҙән ғыйбрәт. Бер-береһен уҙғармай ғына китте яҡындары. Түшәктә ятмай,тыныс хушлаштылар. -Әсәһе, кеше күҙҙәренә ҡалдырмай, алһаңсы,-тип һәр ваҡыт теләп ултырыр ине. Теләктәрен,хоҙай ишетте. Белһә икән, ниндәй әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә төшөрөн ҡыҙының. Книжкаларына йыйған аҡсаларын үҙе тотондо Зилә. Мин күберәк ҡараным, һөт-ҡаймағымды ашаттым, йәнәһе. Өҫ-баштары ҡараулы булды. -Әсәһенең, һүҙе ҡолаҡ төбөндә һаман яңғырай. Ризалығым һиңә ҡыҙым, «чистым” бүлешегеҙ. Йыйған мөлкәтте. Тыуған йортто һатмағыҙ. Тыуғандарың ҡайтып йөрөр, балам. Йәй көнө беҙҙә ифрат матур бит. Ейәндәремә ҡайтыр ер булһын. Кеше олоғайғас, Ергә тартыла. Ҡаланан бәлкем берәүһе төпләнер,-һуңғы һүҙҙәре шул ине -Юҡҡ,мин-минлеге,-алға тәгәрәне ҡатындың. Раилелә ҡаршы булды.-Оял әҙерәк. Уртаҡ йорт,нимә ҡыланаһың һин? Тик ҡатынының холҡон белә. Үҙенекен эшләмәй туҡтамай. Аҡса ҡоло,- тиҙәр ундайҙарҙы. Ҡыш көнө, урамынан ҡарын да һатыр,-тиҙәр. ..Туғандары,аңын-тоңон аңлағансы, ризалыҡ распискалары алып та өлгөрҙө. Ризалыҡты уйламай ҙа бирҙеләр. -Тыуған йортҡа күҙ - ҡолаҡ булыр. Ергә һалым түләү, йортто ҡараштырыу барыбер Зилә гә төшә йәнәһе. Ә,Зиләкәй,һатты ҡуйҙы доньяны. - Беҙгә ҡайтығыҙ,ишегебеҙ шар асыҡ,- тип йыуатты. Улай булмай сыҡты. Килһәләр, тырт-мырт йөрөнө. Һөт ризыҡтарын йәлләп ашатты. Һатып ашанылар күбеһенсә ҡала туғандары. Һөйләһәң, күп инде ул. Бай,етеш тормош үҙҙәренең. Ике яҡлы йорт.Утыҙ сутыйға яҡын ер. Хужалыҡта мал күп тоталар. Атай-әсәйҙең мөлкәте лә ярап ҡуйҙы. Тик күңеле генә тар булды, күрәһең. Өҙөлдө туғанлыҡ ептәре. Ярҙам итеп ҡайтып торҙолар ҙа һуң. ..Башта эшкә күмелһә. Яйлап һағыныу килде. Күрше-тирәһенә үлеп көнләште. Гөрләтеп тыуғандары ҡайта. Татыуҙар. Туй тиһеңме, ҡунаҡ. Һәр ваҡыт бергә. Айырыуса, йәй көндәре шаулап тора урам буйы. Берәү килә, икенсеһе ҡайта. Ә быларҙа буш! -Оло малайы өйләнгәндә,егет яғынан туғандарының булмауы аптырауға һалған ҡаршы яҡты,- килен хәбәр еткерҙе. -Оят миңә, әсәй, дуҫлашығыҙ,-күпме өгөтләне өлкәне. Ҡайҙа инде ул,һыр биреү. Ауылдаштары ла ҡырын ҡарай. Һиҙелә, ишетелә. Быйыл, бесән сабынлығын алыштырыу тураһында һүҙ сыҡҡас йыйылышта, нимә - тинеләр. Туғанына,сәйен йәлләгән кешегә, мәңге Ер - сабынлыҡҡа туймай инде ул. ....-Тәәәк,Зилә.Үҙенә -үҙе ,- өндәште.Йыйын юлға.Иң тәмле ҡайнатмаларыңды алып, иң һимеҙ ҡаҙҙарыңды төйнә. Биш төйөнсөк кәрәк буласаҡ. Өс ағаһы Стәрлетамаҡта. Автобус йөрөп тора. Юҡ, Раиль менән юлға сығасаҡ, машинала. Ҡан баҫымы юғары һуңғы осор. Эргәмдә булһын. Кире юлда Бүздәккә, һеңлеһенә юлланыр. Иң олоһо ағаһына тәүләп барырҙар.Сибай ҡалаһы эргәһендәге поселокта йәшәй. Пенсияла хәҙер. ...Шулай һөйләнә-әҙерләнә торғас, байтаҡ ваҡыт уҙған. Тормош иптәше эштән ҡайтҡанда, өй уртаһында, сәсе –башы туҙған ҡатыны әлһерәп ултыра ине. -Йөрәге жыу итеп китте,- ир кешенең. Холҡо ауыр булһа ла, ярата Зиләһен. Йәлләй, яңылышлыҡтары өсөн. -Тәүге уйы,аҡылдан шашҡан булды.Эхх...Бер һүҙ өндәшмәй ,ҡарап торғас, төйөнсөктәрҙе асып ҡараны. Нимә генә юҡ! Киҫәк-киҫәк иттәр, ҡаҙылыҡ,ҡорот, ҡаҙ, өйрәк. Сепрәк-сапраҡ. -Аҡыллым,ятып тор.Үҙем алып ҡуйырмын төйөнсәктәрҙе. Ҡайҙа әле,дарыу бирәйем. Хәҙер фельдшерҙе килтерәм,-тыныс ҡына итеп,ҡатынын күтәреп торғоҙҙо. Иптәшенең, ҡурҡыу баҫҡан, килбәтһеҙ аҙымдарын шым ғына күҙәтте Зилә.Ысынлап хыяллыйға әйләнде шул ошо йылдар. Ә, хәҙер,ҡотоласаҡ! ...Һуңынан, бына нимә булды. Киноларың артыҡ торһон. Зилә,түкмәй-сәсмәй һуҙҙы ғына. Иман йортона барып,доғалар уҡытыуын һөйләне. Ошо туғыҙ йыл эсендә, иң ҡиммәтле осорҙан мәхрүм булып йәшәүен. Аҡылдан яҙмаған ул. Бары тик тәүбәгә килгән. Асылына ҡайтҡан! Йөрәген ҡаплаған юшҡынын йыуа хәҙер. Тимер йыуғыс менән түгел, күҙ йәштәре һәм туғанлыҡ һөйөүө менән.Тап-таҙа ҡаласаҡ,алла бирһә!. ..Тиҙ арала, күрше килен Ләйсәнде саҡырып, йомоштарын ҡуштылар. Мал-тыуар,ҡош-ҡортто ҡарап торорға. Иптәше ярҙам итер. Ошо, йәш бала менән генә аралаша Зилә. Ҡалған күршеләренән эре тота үҙен. Нисек инде тотмаҫҡа? Ауыл һынауы буйынса, байҙар. Урам тулы техника, мал күп. Ире эшлекле. Иҫән-һау ҡайтһын ғына юлдан...Ҡунаҡ саҡырасаҡ, алла бирһә. Һәр береһенең өйөнә инеп сығасаҡ. Тәмлекәстәр бешереп. Ике баҙы туп-тулы ҡайнатмалар, барыһында таратып бирәсәк күршеләге сабыйҙарға. Тик ҡайтып ҡына етһен. Йөрәге, шул хәтлем һыҙлай бит. ...Барыһы ла Зилә әйткәнсә килеп сыҡты. Иң тәүләп ағаһына юлландылар. Машинан төшкәндә, кухня тәҙрәһенән еңгәһе ҡарап тора ине. Күҙ ҡараштары осрашты. Йүгереп сыҡты! Еңелерәк булып ҡалды фатирға инеүе. .-Афарин,Зилә,һай,ағайың йығылып төшәсәк ,-тип шатланып,йүгереп инеп китте алдан. Тәүге уйы, нимә әйтермен,- тип,ҡурҡһа ла. Бер туған бит улар! Һүҙҙәр бәйләнде. Раиле ярҙамға килеп, һүҙ ҡыҫтырып торҙо. ..Алдан уҡ,юлда,ғүфү үтенәм ,теҙләнәм,-тип нығытып килде күңелен. Холҡон әрләп бер булды. Ағаһы аҡыллы шул. Теҙләнергә юл ҡуйманы. Оҙаҡ итеп ҡосаҡлашып ҡына торҙолар. Еңгәһе илаулап өйөрөлдө. Бары бер туғандар ғына шат ине. Йылы нурҙарҙа иҫерҙеләр. Әллә ниндәй көслө елдәр ҙә айыра алмаҫ ине уларҙы был минутта. Ике сәғәттән артыҡ ултырып, Стәрлегә юлға сыҡтылар. Ағаһы менән еңгәһе лә ҡалманы. Туйҙай итеп, остолар ҡалаға. Еңгәһе, хәбәр иткәндер, шилма. Уртансылары, Салауатҡа килеп кергәндә,өсөһө лә бәләкәй саҡтағылай йүгереп сыҡтылар туғандары ҡаршыға. Табын ҡорғандар бит әле. Илашып-көлөшөп төн уҙғарҙылар. Скорый һыҙҙа булманы түгел.Ҡан баҫымы бергә таҙарынды. Йә төштө, йә күтәрелде. Күрһәгеҙ, яҡындарының хәстәрен. Барлыҡ Стәрленең врач-таныштарын аяҡҡа баҫтырҙылар күрәһең. Берәү килде, икенсеһе китте. Таңға табан, йүнләнде хәле. Мөхәббәтле бит ул хәҙер.Туғанлы! Һулаған һауаһы икенсе төҫлө.Эскән сәйҙәре тәмле!.. Туғандары,тормош иптәше, ризалыҡ бирмәһә лә. Төшкә ҡарай, Бүздәккә юл тоттолар. Биш бер туған,биш таған!..Яңы атҡан ҡояш та көнләшкәндер был минуттарҙа. Бар тирә –яҡ шундай яҡты ине Зилә өсөн! Баш ауыртыуы хатта еңел. Бер нимә лә ҡамасауламаҫ бәхетенә бынан кире. Аңлай ул хәҙер. Туғандары эргәһендә тыныслығы. Бер туғандары менән тулы бәхете! ..Бына шулай ипкә килде нәҫел ебе. Йөйҙәре сиселде. Күңелендәге юшҡынын ҡырып йыуҙы Зилә. Ваҡытында аңланы, туған ҡәҙерен. Барыһы ла ваҡытында. Һуңламаны. .Ауылда күкрәп һөйләрлек хәлдәр оҙааҡ булды әле...Зилә күршеләрен ҡунаҡҡа йыйҙы. Ҡарттар йортона ярҙам иткәнлеген белде ауылдаштары. Иман йортона ҙур сәғәт алып элде Һәм башҡалар һәм башҡалар. ..Ғүмер тигәнең шул хәтлем ҡыҫка икән, кешем. Ҡәҙерҙәрен генә беләйек. Йылы һүҙҙәр ҡалһын ине, беҙ киткәс...Туғанлыҡ ептәренә һаҡ ҡағылайыҡ. Булмаһын юшҡындары..Арыныуҙары еңел түгееел... Зиләнең - күңел төпкөлө белә хәҙер,нисек икәнен.... Еңел түгел...

Римма Саньярова
Юшҡын

-Уҙең теләп килдеңме һуң Зилә һеңлем, хуплайым..,-имам Рәшит ағайҙың төпсөнөүен ишетмәмеш кеүек үткәреп ебәрҙе. -Ярай, һеңлем, афарин.Нәҫел-нәсәбенең әруахтарына доғалар уҡытып ҡайтты бөгөн. Әллә ниндәй тылсымлы хис кереп ҡунды күңеленә. Бер яҡтан, ҡыйынһыныу,икенсе яҡтан тыныс һиллек. Ун йылдан артыҡ, ауылдаштары тырышлығы менән һалынды был мәсет. Өй башынан аҡса йыйҙылар. Әлеге лә шул, Себер яҡтарына төпләнеп киткәндәре, мулыраҡ ярҙам итте. Аҡса йыйыусы, Фатимаға аҡса бирмәй сығарғаны хәтерҙәә. -Был донъяла иркен йәшәргә кәрәк. Әллә бар, әллә юҡ, әхирәтлекте уйларға ваҡытым юҡ,- тип борхотҡайны заманында. Бөгөн үҙ белдеге менән килде иман йортона. Аҙ ғына булһа ла еңеллек тапмаҫмынмы тип?

...Ғаиләләре ҙур булды үҫкән саҡта. Биш малай, ике ҡыҙ.Атаһы менән әсәһе, димләп өйләнешкәндәр. Үҙ-ара татыу булдылар. Тауыш-тынһыҙ үтте бала саҡтары. Кеше ашағанды ашап, ауыл мәктәбендә уҡып, атай йортонан остолар. Ҡайғыларға һалып, тик бер туғандары ғына мәрхүм булып ҡалды. Аварияға осрап. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгәйне әле. Үкенесле булды шул яҙмышҡайы. Эй,ҡайғырыуҙары атай-әсәһенең. Кис етһә, Хәмиттең беларусын көтәләр ине гараж яғынан. Ғүмере буйы тертләп уянды әсәһе трактор тауышынан.

...Араларынан тик Зилә генә ауылда төпләнде. Йәшлек мөхәббәте Раиль менән тормош ҡороп ебәрҙеләр.

..Бер ҙә үкенмәй ауылда ҡалғанына. Матур төбәктә йәшәйҙәр. Күлдәре лә бар,тауҙары. Ағиҙел йылғаһы уратып аға. Торғаны бер ожмах! Ҡышҡылыҡҡа сәй үләндәре тиһеңме, еләк-емеш,барыһы ла бар. Сутлыҡай тауын, тирә-яҡтан ишетеп киләләр.Ҡыҙыл китапҡа яҙылған үләндәр үҫә. Туристар,сырхауҙар күпләп килә шуны белеп. Таң ысығы менән ауырыу кешеләр шифаһына сыға. Кешене өмөт йөрөтә бит....Ауыл халҡы ҡаршы килә алмай. Ярамайға,ҡарамайһың ҡайһы саҡ.

...Раиль менән ихлас донъя көтөп алып киттеләр. Бер-бер артлы ике малайҙары тыуҙы. Афған хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, ташламалары күп. Делянка алып, ҙурҙан өй һалдылар. Сиратҡа баҫып, хужалыҡ арттырырға, ярҙам юлланылар. Әлбиттә,зур этәргес булды.

..Ә,шулай ҙа,барыһы тигеҙ тәгәрәмәне. Атай-әсәһе олоғайғас,ҡарау төштө. Зилә бер үҙе ауылда. Эргәлә булғас, әлбиттә күберәк ул йүгерә.

-Тәүҙәрәк,шулай кәрәк,- тип тапһа. Һуңынан, әллә нимә булды. -Һин ҡара,мин ҡарайым,-туғандар араһында шым һөйләшеү китте. Тауышты күбеһенсә,Зилә сығарҙы. Иҫәпләшеп. Һеңлеһе,Гүзәл каникул һәм йәй көндәре ярҙам итте. Уҡытыусы ул. Ә,бына, ир тугандары ,кәләштәренән уҙа алманы. -Ҡыҙҙары күбеһенсә тейеш ҡарарға,-тип кенә ебәрҙеләр. Араларҙың боҙолоуына, Зилә үҙен ғәйепләй. Бер кемгә,һөйләмәгән сере шул. Ҡайтҡан арала йөҙ боҙоп ҡаршылаһынмы? Тәрбиәләгәне өсөн хаҡ ҡуйҙы. Юҡты-бар итеп тауыш сығара ине. Еңгәләре сыҙаманы. Матур ҡараныларҙа бит ололарҙы. Тик һүҙ, низағ менән .Һиҙмәнеләр шикелле..

... Һуңғы арала,тормош иптәше ,ҡырын ҡарай. -Тәүбә,беҙ һеҙҙең кеүек түгел. Ярамай улай,Зилә. Дуҫлашығыҙ үҙ-ара. Дөрөҫ әйтә ул. Раильдең әсәһе иҫән. Сабый кеүек ҡарайҙар, өс балаһы. Ял йортомо,тәм-томдар, тәрбиә иркен. Үҙ ара ла йылы мөнәсәбәттәләр. Һыр бирмәй, йөйөн табып, әсе һүҙен ҡәйенбикәләренә лә еткерә. Нимә-нимә,яһиллыҡ көслө Зилә лә. Бәләкәйҙән йыуаш һымаҡ ине, хәҙер үткер. Уҫал үткер. Ошо яман ғәҙәтенән ҡотолорға, бығауҙан ысҡынырға килде ул иман йортона...

..Ҡайтып кереү менән иң тәүҙә, оҙаҡ итеп уйланып ултырҙы. Баласаҡтарын иҫкә төшөрөп. Әсәһенең эҫе ҡоймаҡтарын, түҙмәй көтөп йөрөйҙәр ине һағалап. Атаһы минлек бәйләгәндә,эҫе сәй сығарып бирһендәрме? Туғыҙ йыл аралашмай туғандары менән Зилә. Операциялар үткәргәндәре булды ағай-энеләренең, барманы. Кемелер,тәүҙәрәк саҡыра ине никах аштарына балаларының, мәжлестәргә. Йөрөмәнеләр. Эре ҡуйҙы үҙен. Ял көндәренә килһәләр, йәшенеп ҡалғыланы. Әкренләп уларҙа туҡтаны инәлеүҙән.

....Барыһы ла, атай йорто өсөн тауышланып йөрөүҙән ғыйбрәт. Бер-береһен уҙғармай ғына китте яҡындары. Түшәктә ятмай,тыныс хушлаштылар.

-Әсәһе, кеше күҙҙәренә ҡалдырмай, алһаңсы,-тип һәр ваҡыт теләп ултырыр ине. Теләктәрен,хоҙай ишетте. Белһә икән, ниндәй әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә төшөрөн ҡыҙының. Книжкаларына йыйған аҡсаларын үҙе тотондо Зилә. Мин күберәк ҡараным, һөт-ҡаймағымды ашаттым, йәнәһе. Өҫ-баштары ҡараулы булды. -Әсәһенең, һүҙе ҡолаҡ төбөндә һаман яңғырай. Ризалығым һиңә ҡыҙым, «чистым” бүлешегеҙ. Йыйған мөлкәтте. Тыуған йортто һатмағыҙ. Тыуғандарың ҡайтып йөрөр, балам. Йәй көнө беҙҙә ифрат матур бит. Ейәндәремә ҡайтыр ер булһын. Кеше олоғайғас, Ергә тартыла. Ҡаланан бәлкем берәүһе төпләнер,-һуңғы һүҙҙәре шул ине -Юҡҡ,мин-минлеге,-алға тәгәрәне ҡатындың. Раилелә ҡаршы булды.-Оял әҙерәк. Уртаҡ йорт,нимә ҡыланаһың һин? Тик ҡатынының холҡон белә. Үҙенекен эшләмәй туҡтамай. Аҡса ҡоло,- тиҙәр ундайҙарҙы. Ҡыш көнө, урамынан ҡарын да һатыр,-тиҙәр.

..Туғандары,аңын-тоңон аңлағансы, ризалыҡ распискалары алып та өлгөрҙө. Ризалыҡты уйламай ҙа бирҙеләр. -Тыуған йортҡа күҙ - ҡолаҡ булыр. Ергә һалым түләү, йортто ҡараштырыу барыбер Зилә гә төшә йәнәһе. Ә,Зиләкәй,һатты ҡуйҙы доньяны. - Беҙгә ҡайтығыҙ,ишегебеҙ шар асыҡ,- тип йыуатты. Улай булмай сыҡты. Килһәләр, тырт-мырт йөрөнө. Һөт ризыҡтарын йәлләп ашатты. Һатып ашанылар күбеһенсә ҡала туғандары. Һөйләһәң, күп инде ул. Бай,етеш тормош үҙҙәренең. Ике яҡлы йорт.Утыҙ сутыйға яҡын ер. Хужалыҡта мал күп тоталар. Атай-әсәйҙең мөлкәте лә ярап ҡуйҙы. Тик күңеле генә тар булды, күрәһең. Өҙөлдө туғанлыҡ ептәре. Ярҙам итеп ҡайтып торҙолар ҙа һуң.

..Башта эшкә күмелһә. Яйлап һағыныу килде. Күрше-тирәһенә үлеп көнләште. Гөрләтеп тыуғандары ҡайта. Татыуҙар. Туй тиһеңме, ҡунаҡ. Һәр ваҡыт бергә. Айырыуса, йәй көндәре шаулап тора урам буйы. Берәү килә, икенсеһе ҡайта. Ә быларҙа буш! -Оло малайы өйләнгәндә,егет яғынан туғандарының булмауы аптырауға һалған ҡаршы яҡты,- килен хәбәр еткерҙе. -Оят миңә, әсәй, дуҫлашығыҙ,-күпме өгөтләне өлкәне. Ҡайҙа инде ул,һыр биреү. Ауылдаштары ла ҡырын ҡарай. Һиҙелә, ишетелә. Быйыл, бесән сабынлығын алыштырыу тураһында һүҙ сыҡҡас йыйылышта, нимә - тинеләр. Туғанына,сәйен йәлләгән кешегә, мәңге Ер - сабынлыҡҡа туймай инде ул.

....-Тәәәк,Зилә.Үҙенә -үҙе ,- өндәште.Йыйын юлға.Иң тәмле ҡайнатмаларыңды алып, иң һимеҙ ҡаҙҙарыңды төйнә. Биш төйөнсөк кәрәк буласаҡ. Өс ағаһы Стәрлетамаҡта. Автобус йөрөп тора. Юҡ, Раиль менән юлға сығасаҡ, машинала. Ҡан баҫымы юғары һуңғы осор. Эргәмдә булһын. Кире юлда Бүздәккә, һеңлеһенә юлланыр. Иң олоһо ағаһына тәүләп барырҙар.Сибай ҡалаһы эргәһендәге поселокта йәшәй. Пенсияла хәҙер.

...Шулай һөйләнә-әҙерләнә торғас, байтаҡ ваҡыт уҙған. Тормош иптәше эштән ҡайтҡанда, өй уртаһында, сәсе –башы туҙған ҡатыны әлһерәп ултыра ине. -Йөрәге жыу итеп китте,- ир кешенең. Холҡо ауыр булһа ла, ярата Зиләһен. Йәлләй, яңылышлыҡтары өсөн. -Тәүге уйы,аҡылдан шашҡан булды.Эхх...Бер һүҙ өндәшмәй ,ҡарап торғас, төйөнсөктәрҙе асып ҡараны. Нимә генә юҡ! Киҫәк-киҫәк иттәр, ҡаҙылыҡ,ҡорот, ҡаҙ, өйрәк. Сепрәк-сапраҡ.

-Аҡыллым,ятып тор.Үҙем алып ҡуйырмын төйөнсәктәрҙе. Ҡайҙа әле,дарыу бирәйем. Хәҙер фельдшерҙе килтерәм,-тыныс ҡына итеп,ҡатынын күтәреп торғоҙҙо. Иптәшенең, ҡурҡыу баҫҡан, килбәтһеҙ аҙымдарын шым ғына күҙәтте Зилә.Ысынлап хыяллыйға әйләнде шул ошо йылдар. Ә, хәҙер,ҡотоласаҡ!

...Һуңынан, бына нимә булды. Киноларың артыҡ торһон. Зилә,түкмәй-сәсмәй һуҙҙы ғына. Иман йортона барып,доғалар уҡытыуын һөйләне. Ошо туғыҙ йыл эсендә, иң ҡиммәтле осорҙан мәхрүм булып йәшәүен. Аҡылдан яҙмаған ул. Бары тик тәүбәгә килгән. Асылына ҡайтҡан! Йөрәген ҡаплаған юшҡынын йыуа хәҙер. Тимер йыуғыс менән түгел, күҙ йәштәре һәм туғанлыҡ һөйөүө менән.Тап-таҙа ҡаласаҡ,алла бирһә!.

..Тиҙ арала, күрше килен Ләйсәнде саҡырып, йомоштарын ҡуштылар. Мал-тыуар,ҡош-ҡортто ҡарап торорға. Иптәше ярҙам итер. Ошо, йәш бала менән генә аралаша Зилә. Ҡалған күршеләренән эре тота үҙен. Нисек инде тотмаҫҡа? Ауыл һынауы буйынса, байҙар. Урам тулы техника, мал күп. Ире эшлекле. Иҫән-һау ҡайтһын ғына юлдан...Ҡунаҡ саҡырасаҡ, алла бирһә. Һәр береһенең өйөнә инеп сығасаҡ. Тәмлекәстәр бешереп. Ике баҙы туп-тулы ҡайнатмалар, барыһында таратып бирәсәк күршеләге сабыйҙарға. Тик ҡайтып ҡына етһен. Йөрәге, шул хәтлем һыҙлай бит.

...Барыһы ла Зилә әйткәнсә килеп сыҡты. Иң тәүләп ағаһына юлландылар. Машинан төшкәндә, кухня тәҙрәһенән еңгәһе ҡарап тора ине. Күҙ ҡараштары осрашты. Йүгереп сыҡты! Еңелерәк булып ҡалды фатирға инеүе.

.-Афарин,Зилә,һай,ағайың йығылып төшәсәк ,-тип

шатланып,йүгереп инеп китте алдан. Тәүге уйы, нимә әйтермен,- тип,ҡурҡһа ла. Бер туған бит улар! Һүҙҙәр бәйләнде. Раиле ярҙамға килеп, һүҙ ҡыҫтырып торҙо.

..Алдан уҡ,юлда,ғүфү үтенәм ,теҙләнәм,-тип нығытып килде күңелен. Холҡон әрләп бер булды. Ағаһы аҡыллы шул. Теҙләнергә юл ҡуйманы. Оҙаҡ итеп ҡосаҡлашып ҡына торҙолар. Еңгәһе илаулап өйөрөлдө. Бары бер туғандар ғына шат ине. Йылы нурҙарҙа иҫерҙеләр. Әллә ниндәй көслө елдәр ҙә айыра алмаҫ ине уларҙы был минутта. Ике сәғәттән артыҡ ултырып, Стәрлегә юлға сыҡтылар. Ағаһы менән еңгәһе лә ҡалманы. Туйҙай итеп, остолар ҡалаға. Еңгәһе, хәбәр иткәндер, шилма. Уртансылары, Салауатҡа килеп кергәндә,өсөһө лә бәләкәй саҡтағылай йүгереп сыҡтылар туғандары ҡаршыға. Табын ҡорғандар бит әле. Илашып-көлөшөп төн уҙғарҙылар. Скорый һыҙҙа булманы түгел.Ҡан баҫымы бергә таҙарынды. Йә төштө, йә күтәрелде. Күрһәгеҙ, яҡындарының хәстәрен. Барлыҡ Стәрленең врач-таныштарын аяҡҡа баҫтырҙылар күрәһең. Берәү килде, икенсеһе китте. Таңға табан, йүнләнде хәле. Мөхәббәтле бит ул хәҙер.Туғанлы! Һулаған һауаһы икенсе төҫлө.Эскән сәйҙәре тәмле!.. Туғандары,тормош иптәше, ризалыҡ бирмәһә лә. Төшкә ҡарай, Бүздәккә юл тоттолар. Биш бер туған,биш таған!..Яңы атҡан ҡояш та көнләшкәндер был минуттарҙа. Бар тирә –яҡ шундай яҡты ине Зилә өсөн!

Баш ауыртыуы хатта еңел. Бер нимә лә ҡамасауламаҫ бәхетенә бынан кире. Аңлай ул хәҙер. Туғандары эргәһендә тыныслығы. Бер туғандары менән тулы бәхете!

..Бына шулай ипкә килде нәҫел ебе. Йөйҙәре сиселде. Күңелендәге юшҡынын ҡырып йыуҙы Зилә. Ваҡытында аңланы, туған ҡәҙерен. Барыһы ла ваҡытында. Һуңламаны. .Ауылда күкрәп һөйләрлек хәлдәр оҙааҡ булды әле...Зилә күршеләрен ҡунаҡҡа йыйҙы. Ҡарттар йортона ярҙам иткәнлеген белде ауылдаштары. Иман йортона ҙур сәғәт алып элде Һәм башҡалар һәм башҡалар.

..Ғүмер тигәнең шул хәтлем ҡыҫка икән, кешем. Ҡәҙерҙәрен генә беләйек. Йылы һүҙҙәр ҡалһын ине, беҙ киткәс...Туғанлыҡ ептәренә һаҡ ҡағылайыҡ. Булмаһын юшҡындары..Арыныуҙары еңел түгееел... Зиләнең - күңел төпкөлө белә хәҙер,нисек икәнен.... Еңел түгел...
Читайте нас: