Йәштәрҙең икеһен ике бүлмәлә ҡалдырып, уларҙың ниәтенә ҡаршы төшөргә тырышҡан Насибулла мулла яңылышты буғай. Хистәрҙе был ысул менән генә тыйып, нурҙы төн ҡараңғылығына бикләп ҡуйып буламы икән? Уның тыш алышынан йоҡлап киткәнен аңлаған Иршат һурылып ҡына тышҡа сыҡты. Һөйгәне ҡалған бүлмәнең
асылмалы тәҙрәһе барлығын көндөҙ үк абайлап ҡуйғайны. Тырнаҡ осо менән генә сиртеүе булды, уның килерен тын алырға онотоп көтөп ятҡан ҡыҙ тәҙрәне асып һөйгәненең ҡосағына ташланды...
Төнгө һауаның йылылығы... Балҡыған йондоҙҙарҙың күплеге... Өнһөҙ серлелек...
Телһеҙ илаһилыҡ... Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алдылар ҙа, тиҙерәк төндөң ҡараңғылығында юғалырға теләгәндәй, болон буйлап ағастар араһына йүгерҙе. Тәүге ағаслыҡ, тәүге ауҡанлыҡ, тәүге йәшел түшәк уларҙыҡы. Хәҙер... хәҙер тап шундай урынға барып етеп тәгәрәйәсәктәр ҙә, онотоласаҡтар. Тап унда уларға бер кем дә ҡамасауламаясаҡ...
Бына улар тәғәйен урынға барып та етте. Тәгәрәнеләр. Тәүҙә йыш-йыш тын алып, күктәге йондоҙҙарға ҡарап, төндөң өнһөҙлөгөн тыңлап яттылар. Иршат һаҡ ҡына һөйгәненең йылы усын ҡыҫып, ҡабырғаһына ятты һәм утлы ирендәрен Зәлиәнең наҙға сарсаған ирендәренә терәне... Шул саҡ ҡапыл Турайғырҙың ер тетрәтеп
кешнәгән тауышы барыһын да селперәмә килтерҙе. Илаһи серлелекте юҡҡа сығарҙы. Уңарсы булмай гөпөлдәгән тояҡ тауышы, бейәләрҙең сыңғырлағаны ҡолаҡты ярҙы.
Мәхшәр ҡупты. Яңы ғына наҙҙа ойоған егет менән ҡыҙ йәшен тиҙлегендә һикереп баҫты. Йәйләү яғынан Насибулла мулланың ҡысҡырған тауышы ишетелде:
–Балалар, тороғоҙ, тиҙерәк. Турайғыр болара...
Иршат менән Зәлиә йән-фарманға йәйләү яғына ҡарай сапты. Улар кәртә янына килеп етте. Ай яҡтыһында кәртә эсендәге хәлде күреп ҡоттары алынды. Өйөр ялан кәртәнең бер яҡ мөйөшөнә һерлеккән. Урталыҡта ҡанһыраған ерән ҡолон ята. Унан саҡ ҡына һулдараҡ ҡола тай өйгәҙәгән. Әллә алғы ҡулы, әллә аяғы һынған, торорға
ынтылып-ынтылып ҡарай ҙа, кире ята. Кәртәнең икенсе яғында ярһыған турайғыр ҡола бейәне талай, тешләй, тибә, уныһы арты менән боролоп ике аяҡлап айғырҙың
түшен тызый. Был хәл айғырҙы оторо ярһыта ғына. Насибулла ҡарт уларҙы айырырға итә, әммә күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Турайғыр хатта хужаһына ҡарап ажғырырға ла тартынмай. Яҡын да ебәрмәй.
–Иршат, Иршат улым. Ҡапҡаны, ҡапҡаны ас... – Ҡарт өҫтөнә менеп килгән айғырҙан тайшанып кәртә һайғауына уҡ һикереп ултырҙы. –Зәлиә ҡыҙым, йорт солансаһында элеүле сыбыртҡыны алып кил...
Ҡыҙ менән егет ике тарафҡа уҡтай атылды.
Ҡапҡалар шар асылды. Сыбыртҡы шартлауға тәүҙә башын юғары сөйгән Турайғыр, артынан өйөрө эйәреп сыҡты. Турайғыр кәртәнән ситкәрәк китеп бара бирҙе лә, ҡапыл ер тетрәтеп кешнәп ебәрҙе. Шунан урман яғына табан еңел генә юртып китте.
Өйөр уның артынан эркелде.
Ялан кәртәлә тороп ҡалған ҡола бейә тәүҙә йәнһеҙ ятҡан ҡолонон еҫкәп ҡараны ла, шунан өйгәҙеп ятҡан тай янына килде. Уны аяғына баҫырға ярҙам итә алмағас,
ҡалайтһын, берсә ҡолоно, берсә тайы янында юртып сабауылланы. Насибулла ҡарт ерҙә аунаған малҡайҙар янына барҙы. Йөҙө һыҙланыулы ине ҡарттың. Ҡарт барсә ҡолоҡасты, берсә тайҙы тотоп ҡараны ла, кәртә ситендә ҡото алынып ҡатҡан йәштәр
янына килде. Ҡола бейә уның артынан эйәрә биреберәк килде лә, ҡолоҡас менән тай яғына тағы боролдо. Балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеүен үтенгәндер меҫкен әсәй.
–Ай, әттәгенәһе, ҡолоҡас үлгән, тайҙың алғы ҡулын турайғыр һындыра типкән.
Мандымаясаҡ, салып алырға тура киләсәк. Ай, әттәгенәһе, - ҡарт тағы ла ауыҙы эсенән доғамы-ниҙер мығырҙап уҡыны ла, –Иршат улым, теге нәмәне, телефонды бир әле...
Бына ул телефондың үҙенә кәрәкле төймәһенә баҫты ла:
–Алло, Әнүәр балам, ҡола бейәнең ҡыҙы ҡазаланып ҡуйҙы. Турайғыр ҡолоҡасты тәки талап үлтерҙе. Килеп етмәһәгеҙ булмаҫ, - тине.
Насибулла ҡарттың телефон аша улына әйткән һүҙен ишеткәндән һуң ғына Иршат менән Зәлиә әле генә булған ваҡиғаның фажиғәле асылын аңлай алды. Үҙ күҙҙәре менән күргәндәре сәстәре үрә торорлоҡ булһа, һуңынан, усаҡ янында Насибулла мулланың дауам иткән әңгәмәһе уларҙы тетрәндерҙе:
–Бында айғырҙың һис кенә лә ғәйебе юҡ, балалар. Уның тәбиғәте шундай.
Тоҡомоноң таҙа ҡанлылығын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша ул. Һәләк булған ерән ҡолоҡасты ҡола бейә икенсе бер айғырҙан тапты. Шуны Турайғыр еҫкәй торғас тәки үҙенән түгеллеген белеп талай башланы. Башҡорт тоҡомло аттар өйөрөндә тыумаларға урын юҡ. Шуға өйөрҙән айырып ҡуйғайныҡ...
Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, ҡарт ҡапыл туҡтап ҡалды. Күҙҙәре йәшкеҙәне. Йәштәр уның артабанғы һүҙҙәрен түҙемһеҙләнеп көттө. Паузаны Иршат боҙҙо:
–Олатай, ә нишләп Турайғыр үҙенең ҡыҙын талай һуң, атаһы була тороп...
–Бына был һорауың дөрөҫ, Иршат улым. Сөнки ҡыҙы ҡонажын йәшенә сығып бара.
Тиҙҙән ул айғырға ятырға тейеш. Өйөрҙәге башҡа бейәләргә эйәреп кешнәй башлаһа, өйөр башы булған атаһы уға һикерергә тейеш була бит инде. Шуның өсөн дә Турайғыр тороғоу мәленән күпкә алда үҙенең ҡыҙын өйөрҙән ҡыуып ебәрә.
Китмәһә, талай, хатта үлтерә...
–Үлтерә? – Был һүҙҙәрҙе күҙҙәренә йәш эркелгән Зәлиә әйтте. –Ҡыҙы була тороп үлтерәме ни, олатай?
–Эйе, ҡыҙым...
–Нишләп, олатай? – Зәлиә хәҙер инде һулҡылдауға күсте.
–Тәбиғәте шулай ҡуша. Бер үк төрлө ҡанды йөрөткән туғандар никахлашыуынан зәғиф балалар тыуа. Әүәле беҙҙең атай-олатайҙар дүнәжендең тап ошо миҙгелендә уны атаһы-айғырҙан талатмаҫ өсөн икенсе бер өйөрҙәге шундай уҡ йәштәге атҡа алыштырып алып һаҡлап ҡалған. Беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға айырып
ҡуябыҙ инде...
Шул саҡ һыҙылып ҡына таң беленә башланы. Насибулла мулланың әңгәмәһе тамам булыуын ғына көткәндәй йорт янына еңел машина килеп туҡтаны. Әнүәр, Сәлимә һәм Садиҡ икән. Тиҙ килергә кәрәк булғас, ат егеп тормағандар. Ирҙәр ҡолоҡасты арбаға тейәп күмеп килгәндән һуң ҡазаланған дүнәженде бисмиллалап салып
тиреһен дә һыҙыра башланы. Садиҡ өйөрҙө иртәнге һауынға алып килергә китте. Сәлимә эсәк йыуырға, ҡаҙылыҡ тултырырға һауыт-һаба әҙерләне. Ара-тирә мал һуйыу менән булышҡан ирҙәрҙең ҡулдарына йылы һыу ҡойоп китте.
Улар бар эште лә үҙҙәре өйрәнгән ритмда, тиҙ, аныҡ һәм сифатлы итеп башҡара. Ҡолоҡастың һәләк булыуына ла, дүнәжендең ҡазаланыуына ла өйрәнеп бөткән улар.
Улар өсөн хатта төнгө мәхшәр ҙә булмаған төҫлө. Һин дә мин йөрөйҙәр. Хатта бербереһенә шаярышып һүҙ ҡушып, көлөшөп тә алалар.
Улар хатта Иршат менән Зәлиәгә лә иғтибар итмәйҙәр кеүек. Бындай урында Иршат менән Зәлиә бер генә минут та ҡала алмай. Егет менән ҡыҙ йәйләү хужаларының эш менән мәшғүл булыуынан файҙаланып ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Турайғыр биргән һабаҡтан һуң ер тишегенә инерҙәй булып оялғайны улар. Ни өсөн уларҙы мулла
фәҡәт йәйләүгә саҡырғанын, ни өсөн төнгөлөккә айырып ҡуйған өс баш йылҡының өйөргә ҡушылғанын да бер юлы аңлауҙан тетрәнгәйне улар. Үҙ тормоштарында башҡа төрлө тетрәнеүҙәрҙән азат булыр өсөн улар тәүҙә ошо яһай яҙған хаталы аҙымынан тәүбәгә килергә бурыслы. Турайғыр биргән һабаҡ уларҙы ғүмер буйы һиҫкәндереп торасаҡ әле.
Йәштәрҙең юҡҡа сыҡҡанын бер сәғәт үткәс кенә аңғарҙы йәйләү хужалары.
Насибулла мулла иркен һулыш алды. Әмәле барып сыҡты. Малға килгәндә, ул ҡазаланмай тормай, тик әҙәм балаһы ғына бындай ҡазаларҙан алыҫыраҡ йәшәһен.
Ҡаза тигәндән, мулла таңғы мәхшәр менән онотолоп торған иртәнге намаҙын ҡаза килтереп булһа ла, уҡып ҡуйҙы. Ниәт-теләктәр әйткәндә Иршат менән Зәлиәгә лә зиһен яҡтылығы, аҡыл камиллығы теләне.
х х х
Был ваҡытта инде Иршат менән Зәлиә бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла тартынып ауылға табан баралар ине. Ҡыҙ алдан атланы, егет уға эйәрҙе. Ҡайтыу юлының һәр үре, һәр ҡыуағы, һәр йылғаһы таныш уларға. Шулай булмай ни, тап ошо юл менән йәйләүгә барған саҡта Насибулла олаталары уларҙы һағышҡа һалып йырлап барғайны бит. Көҙгә Иршат әрме сафына алынғас, олатаһының “Әрме” йырындағы
һағышты тағы ла тәрәнерәк аңлар, ағас араһында үҫкән әүрәү бесәндең дә ни өсөн һутһыҙ икәнлеген төшөнөр, ә Зәлиә иһә ҡалалағы институтта уҡый башлағас, үҫмер саҡтағы аңһыҙ һөйөүенән оялып, ауылдағы туғандарына ла күренергә тартынып, йырҙағы “Зөлхизә” һағышына тарыр. Бер төн эсендә тотош быуатҡа олоғайғайны
улар.