Ләкин, Нурзияның иҫе китмәне, өйөндә лә эше күп уның. Биш һыйырҙы һауырға, һөтөн эш итергә лә елкә кәрәк әле.Ҡырҡлаған һарыҡ аҫранылар, ҡош- ҡортоноң иҫәбе юҡ.Барыһы ла Нурзияның арҡаһында инде,Айҙар клубтан ҡайтып килмәй. Йә концерт ҡуялар, йә спектакль менән ауылдар буйлап сығып китәләр. Өйҙә тормаған ирен утлы табала бейетеп тә ала ул, тик файҙаһы юҡ.Йәй бесән ваҡыты етһә, өйҙә ызғыш- талаш сыға.Айҙар малды бөтөрөү йә булмаһа кәметеү яғында, ҡыйрап ултырған семья юҡ,ни бысағыма уныса мал?!
Ләкин, Нурзияның алдына сығырлыҡ түгел, кешенән ҡалышып тороп булмаҫ инде.Ярышты Нурзия,күршеһе Сәкинә менән ярышып төн йоҡоларынан яҙҙы.Сәкинә күлдәк алһа, Нурзия икене алды, Сәкинә стенка алды,Нурзия уныҡынан да яҡшыраҡты алып ҡайтып ултыртты,машинаны ике күршеләр ҙә башҡа бер кемдә булмағанды алдылар, Сәкинәләрҙең торған өйө иҫке, бала-сағаһы ла күмәк, ҙур итеп өй һала башлауҙары булды Нурзия Ай арҙың ҡолаҡ итен сәйнәргә тотондо.Ҡайныһы төҙөп биргән шыңғырлап торған ҡарағай өйҙө мөрхәтһенмәне Нурзия, эргәһендә ике йыл эсендә ике ҡатлы йорт төҙөп инделәр. Сәкинә һыйырын өсәү итте,Нурзия унан да арттырҙы.
Кешенән ҡалышмайым тип, ярышҡа сыҡҡан аттай сапты ла сапты Нурзия.Айҙары әллә күпме инәлһә лә,хәйерсе ишәйтмәйем тип башҡа бала тапманы.
Бер бөртөк Гөлсирендәрен батша ҡыҙылай итеп үҫтерҙе.
Гөлсирен бер бөртөкмен тип иркәләп ултырманы, ата- әсәһенә бәлә һалмай ғына буй еткерҙе,бәләкәйҙән эшкә сымыры булды.Эшкә әрһеҙ ҡыҙҙың уҡыуға ғына барымы булманы.Мәктәпте этеп төртөп тамамланы ла ҡалаға сығып китте.
Парикмахерҙар курсын тамамланы,эшкә төштө. Башҡала егетенә кейәүгә сыҡты, ҡайны- ҡәйнәнән дә уңды.Туйҙан һуң туп- тура әҙер квартираға барып инделәр.
Ҡыҙы өсөн борсолмай Нурзия.
Һуңғы осорҙа ирендә ниндәйҙер үҙгәреш бар.
Һиҙенеүе, күңеле болоҡһоуы тиккә генә булмаған икән.
Әхирәте Мәрзиә еткерҙе уға был ҡот осҡос хәбәрҙе.Аяҙ көндө йәшен аттымы ни, Нурзияның йөрәге саҡ ярылманы.
Инде иллегә баҫҡан ирен шул юлға баҫыр тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәгәйне.
Үҙенән ун йәшкә кесе Әнзинәгә күҙ һалған икән ире. Әнзинәһе башҡа ир тапмағанмы, уның иренә йәбешмәһә,Нурзия ярһыны.
Әнзинә лә клубта эшләй, гел бергә йөрөгәс эҫенешкәндәрҙер.Күҙенә аҡ- ҡара күренмәй донья ҡыуған Нурзия, клубҡа йөрөй һалып барманы.Тәүҙәрәк Айҙары инәлеп- ялбарып алып барғыланы ҡатынын клубҡа. Матур йырлай Айҙар, хоҙай бирһә бирә бит кешегә моңдо.Нурзияның ғына иҫе китмәне, йырлаймы ире йырламаймы уға барыбер ине.Спектаклдәренә лә иҫе китмәне, бер-ике барҙы ла, һеҙҙең әкиәтегеҙгә ваҡытымды әрәм иткәнсе, ҡоротомдо ҡайнатам, май бешер кәрәк иртәгә баҙарға барыр кәрәк тип теҙҙе.Айҙары ла ҡул һелтәне.
Тормош үҙ яйына тәгәрәй бирҙе.Үҙен ҡосаҡларға ынтылған иренә һалҡын ҡарашын һирпте,кит әле ҡартайғанда тыртайған. Ире эшенән ҡайтып инмәне, Нурзия малынан бушаманы.Аралары йырағайғанын һиҙмәне Нурзия.
Концерттарҙа Айҙар менән Әнзинәнең ҡушлап йырлауҙарына ла әһәмиәт бирмәгәйне шул.
Йәне әрнене Нурзияның. Ярһыны.Айҙарҙың ишектән башы күренеү менән уға ябырылды.
Ғәжәпкә ҡаршы, ире ирешеп тә аҡланып та торманы, нисек бар шулай дөрөҫөн әйтте.
Туфан һыуҙары ҡалҡып ҡына ҡалманы, ялағай ялтлап күк күкрәне, ел- дауыл ҡупты.
Нурзияны ишетмәгәндәй, өндәшмәй йөрөнө-йөрөнө лә Айҙар, бер көндө йыйынып сыҡты ла китте Әнзинәһенә.
Нурзия уны ебәрмәҫкә тырышып ҡарағайны ла, тота алманы . Һуңғы сиктә Нурзия ишеккә арҡыры ятты, только через мой труп. Айҙар бер секундҡа ла икеләнмәне, иҙәндә ятҡан Нурзияны ашаҡлап сыҡты ла китте. Бындай хәлде көтмәгән Нурзия иҙәндә тәгәрәп, үкереп иланы. Иренең үҙен ташлап китеүенә ышанманы. Йөрөр- йөрөр ҙә ҡайтыр тип өмөтләнеүе бушҡа булды.
Нурзия үҙен үҙе бөтөрҙө. Ҡартайҙы. Айҙар киткәс, тормошоноң мәғәнәһе юғалған кеүек булып ҡалды.Элеккесә ярышып донья ҡыуырға теләге юғалды.Ике ҡатлы , шаурап торған доньяһында бер үҙе ултырҙы ла ҡалды.
Өмөттәре аҡланманы уның. Йәш ҡатыны Айҙарҙы үҙенә баш- көллө бәйләне. Улы тыуғанын ишеткәс, Нурзия уның ҡайтмаҫын аңлағайны инде.Иренең әйткән һүҙҙәрен дә еткерҙеләр.
- Ғүмер буйы ҡатын бәхетенән мәхрүм йәшәгәнмен икән, Әнзинә менән ҡауышып ҡына белдем ҡатынлы булыуҙың рәхәтлеген.
Нурзия ярата Айҙарын, үҙенсә ярата.Ваҡытында хистәрен белдерә белмәне шул, донъя ҡыуып алып киткәс ире артҡы планға күсте.Йәшәйҙәрме, йәшәйҙәр. Берәүҙән дә кәм түгелдәр.Тағы нимә кәрәк, тип уйлаған Нурзия иренең нимә уйлап йөрөүен дә белмәне. Тамағы туҡ, өҫтө таҙа, зарланырлыҡ сәбәп юҡ.Мәңге шулай йәшәрҙәр кеүек ине.
Емерҙе Айҙар, тормоштарын, емерҙе. Ҡайғыһынан арына алмаған Нурзияны, ҡыҙы ҡалаға алып китте.Әсәһе әсенһә лә мал- тыуарҙы баш- көллө тотондолар.Тереләйен тереләй, һуйырлығын һуйып һатып, әләф тәләф итеп бөткәс, ишек ҡапҡаларҙы бикләп, зар илап сығып китте Нурзия ауылдан.
Минзифа Ҡашҡарова.