Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
10 Ноябрь 2020, 12:54

ТЕЛӘК

Педучилище уҡып бөткән ҡыҙҙар Сығарылыш кисендә сыр-сыу килеп «яза» уйнайҙар. Алып барыусы:- Ә был кешегә ни яза? – тип, хәйләкәр йылмайып, арты менән ултырыусы ҡыҙҙан һораны.- Ултырғысҡа баҫһын да, ”эшкә барып урынлашҡас та, кейәүгә сығам!” - тип өс тапҡыр ҡысҡырһын.Сая, дәртле, ҡыйыу Рәйсә шул арала ултырғысҡа осоп ҡына менде лә ҡулдарын өҫкә күтәреп, ҡыйланыбыраҡ, шул һүҙҙәрҙе өс тапҡыр ҡабатланы. Шунан яйлап ҡына ултырғысҡа ултырып етди ҡиәфәттә:

- Фәрештәнең “Әмин!” тигән сағына тура килһен! - тип битен ике ҡуллап һыпырып ҡуйҙы. Китте шау-шыу, мәрәкәләшеп көлөүҙәр.
- Әй, нәмә сыҡһа, шул Рәйсәнән сыға инде! - тип сырҡылдаштылар улар.
- Ҡыҙҙар! Туйҙа "на халяву гулять итәбеҙ", тип шатланмай тороғоҙ әле! Мин кейәүгә сыҡҡансы, дөйәнең ҡойроғо ергә һөйрәлер әле! - тип шарҡылдап көлдө ул...
Рәйсә йәйге ялын ата-әсәһенә янып-бешеп бесән әҙерләшеп, аҙаҡ рәхәтләнеп һыу инеп-ҡыҙынып, еләк-емешен йыйышып, кис көндәре йылға буйына төшөп бейеп, күңелле үткәрҙе. Август аҙағында РОНОға барып күрше ауыл мәктәбенә йүнәлтмә алды ла, ҡустыһы менән мотоциклда ваҡ төйәк әйберҙәрен алып барып та килде.
Бөгөн йома көн. Ҡаланан ҡайтҡан йәштәр ҙә, уҡырға китәсәк студенттар ҙа клубта зыҡ ҡубып, күңел астылар. Ауыл уртаһындараҡ йәшәгән Рәйсәне бөгөн ике егет ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Икеһе лә ҡыҙҙы күптәнән ярата, ләкин береһе лә ул турала башлап өндәшергә ҡыймай йөрөй. Саматы уның класташы, мәктәп йылдарынан бирле дуҫтар, Рәжәбе - апайҙарының күршеһе, уны яҡын ғына туған ағай һымағыраҡ та күрә Рәйсә.
Был шаян ҡыҙҙан етди яуап алып булмаҫ инде, шулай булһа ла ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип Рәжәп ҡапҡа төптәренә еткәс, һүҙ башланы.
- Рәйсә, бына һин дә эшкә китәһең, беҙҙе оноторһоң, шунда тормошҡа ла сығырһың инде, - тине. Рәйсә шуҡ йылмайып ҡарап торҙо ла:
- Әлбиттә, кем беренсе һората, шуға сығам инде, - тип сырҡылдап көлөп кереп тә китте. Самат быйыл техникумды бөтөп, яңы эш башланы, көҙгә армияға китә, шуға ҡыҙға йөрәген асырға баҙнат итмәй.
Ә Рәжәп Рәйсәне яратып йөрөһә лә, йәштәр айырмаһы ун йыллап булғас, нисек һүҙ башларға ла белмәй ине. Ул төнө буйы уйланып сыҡты. Ҡыҙҙары күп булды уның, ләкин быға тиклем береһен дә ғүмерлек тормош юлдашы итеп күрмәне. Ғүмер йомғағын һүтә торғас, бер ваҡиға иҫенә төштө.

Бынан ун биш йыл элек Яңы йыл байрамында күршеләрҙә туй бара ине: Рәйсәнең иң оло апаһы килен булып төшкәйне. Ҡыңғыраулы аттар килеп туҡтау менән, көтөп торған бала-сағаларға аҡса, кәнфит һиптеләр. Шул саҡта биш йәшлек Рәйсә кәнфит йыям тип, ат аҫтына керҙе лә китте. Килен төшөрөү йолаһы буйынса һауаға мылтыҡ атҡан ыңғайы ат үрәпсеп китте лә, асыҡ ҡапҡанан алға ынтылды. Бына-бына ҡыҙҙы тапап иҙә тигәндә, Рәжәп һеләүһен йылғырлығы менән һикерҙе лә, ажғырып торған айғыр аҫтынан Рәйсәне тартып алып бер яҡ ситкә быраҡтырҙы, үҙе икенсе яҡҡа тәкмәсләп китте. Был күҙ асып йомған арала булған хәлде күбеһе, хатта Рәйсә үҙе лә, аңламай ҡалды. Ошонан һуң Рәжәптең нишләптер ошо ҡыҙыҡайҙы гел ҡурсалайһы килеп тик торҙо.

Бынан ике йыл элек шул теремек, шуҡ ҡыҙыҡай сая, шаян, дәртле һомғол буйлы һылыу ҡыҙға әйләнгәнен күреп хайран ҡалғайны ул. Шунан бирле “Рәйсә” тип йоҡларға ята, “Рәйсә” тип йоҡонан уяна. Рәжәп ҡыҙҙы үҙенә нисек ихтибар иттерергә белмәй яфаланды, ҡурсаҡ һымаҡ кейендергеһе, бүләктәр менән күмгеһе килде, ләкин һәр бер биргән бүләген оҙаҡ алмай ҡыртлашҡас,нишләргә белмәй яфаланды. Ул былтыр уҡ мәһәргә тип алтын-көмөш биҙәүестәре алып ҡуйғайны, тик бер нисек тә яйын тура килтереп ҡыҙ менән аңлаша алманы. Ҡыҙ - йәш, ул әле хыял тулҡындарында йөҙә, ялҡынлы мөхәббәт көтәҙер, тип ҡурҡып, етди һөйләшәүҙе һаман-һаман һуҙа килде.
Был төндә Рәйсә лә йоҡламайынса хыялланып сыҡты. Ул бәләкәй саҡтан апаһына ҡунаҡҡа барған һайын ошо күрше ағайҙы йыш күрә ине. Рәжәп, эшләй башлап, отпускыһына ҡайтҡанда күршеләренә лә төрлө ят-ят күстәнәнәстәр алып ҡайта, ә Рәйсәгә йә ҡурсаҡ, йә фломастер, йә матур сәс ҡыҫтырғыс бүләк итә ине. Ә инде ҡыҙ педучилищеға уҡырға кергәс:
- Буласаҡ педагогҡа! - тип бик ҡиммәтле текә ҡара дипломат бүләк итеп шаҡ ҡатырғайны. Шул көндән алып ун биш йәшлек Рәйсә егеткә икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Әллә мин уға оҡшайыммы икән, тигән уйын, булмаҫ, һеңлеһе һымаҡ яҡын күрәҙер, тип күңел төпкөлөнә йәшерҙе. Дүрт йыл уҡыуында бындай ҡиммәтле бүләктәр бихисап йыйылды. Рәйсә "алмайым, уңайһыҙ", тип ҡалдырһа, “әтеү берәйһенә бүләк итегеҙ", тип әйтер ине. Улар хат та алышманылар, сәләм дә ебәрешмәнеләр, тик һирәкләп кенә апаларында осрашҡылай инеләр. Аҙаҡҡы ваҡытта Рәйсә егеттең ҡайтҡанын ишетһә, "осраҡлы осрашыуҙарға" үҙе осоп барып етә һала ине. Бер ваҡыт шулай ныҡ өҙгәләнеп көткәнендә,хатта шиғыр ҙа яҙып маташҡайны.
- Һағындым, йәнкәйем, өҙөлөп,
Арыным да, шикелле, көтөп.
Ғүмеркәйем үтә йүгереп,
Тик барыбер йәшәйем түҙеп.
Ҡайтыр көндәреңде һанап,
Киткән юлдарыңа ҡарап,
Көн дә көтәм янып-көйөп,
Күмерҙәргә ҡалмам һүрелеп.
Көтәм... Көтөр кешем бар, тип һөйөнөп.
Ҡыҙ ҡапыл бөтә ялҡынлы йөрәге менән Рәжәптең үҙенә яусылар ебәргәнен теләне.
- Эй, Хоҙайым, эшкә урынлаштым инде, хәҙер һөйгәнем менән бергә булдырһаң ине, - тип теләктәр теләй-теләй таң аттырҙы.
Рәжәп тә был юлы тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды: иртә таңдан еңгәләрен дер һелкетеп хәлде аңлатты ла, төшкә табан сумка тулы күстәнәстәрен тейәп, ике еңгәһен һоратырға ебәрҙе.
- Һеҙҙә матур ҡыҙ үҫкән, беҙҙә батыр егет буй еткән, - тип буласаҡ ҡайныһына күлдәк менән таҫтамал, ҡәйнәһенә шау сәскә кашемир яулыҡ япты яусылар. Рәйсә уларҙың кемдән килгәндәрен аңлағас, ауыҙын йыя алмай йылмайып, йүгереп сәй табыны әҙерләне.
- Ҡыҙыбыҙ йәш, берәй йыл эшләһен әле, - тип, ата-әсәһе ҡапыл ғына ни әйтергә белмәне, бер Рәйсәгә, бер яусыларға ғәжәпләнеп ҡараны. Ләкин телгә бөткән еңгәләренә тыңлау ҡайҙа ул, Рәжәпте маҡтапмы - маҡтанылар.
- Себерҙә эшләй, аҡсаны көрәп ала. Ата-әсәһенең дә донъяһын яңыртып ҡуйҙы, өр-яңы машина ла алып ебәрҙе. Ауылдың күпме ҡыҙҙары өмөтләнһә лә, миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, тип кенә ҡуя ине. Бына һеҙҙең ҡыҙ үҫкәнен көткән инде. Эсмәй, тартмай – шәп егет! Ундай аҫыл егет тирә-яҡта берәү! - тип тә ебәрҙеләр.
Димсе - диңгеҙ кистерә, тиҙәр бит, ҡыҙ яусыларға ҡарап торҙо ла: “Риза!” - тип оло яҡҡа керҙе лә китте.
- Ҡыҙ кеше - өй зиннәте генә, йәштәрҙең ваҡытында башлы-күҙле булыуы хәйерле инде, - тип иртәгәһенә, бөтә шартын килтереп, никах туйы үткәрҙеләр.
- Төшкән ереңә таш булып бат, ҡыҙым, - тип әсәһе фатихаһын биреп, оҙатып ҡалды. Күптән ҡауышыу сәғәте көткән Рәжәп:
- Мин бөгөн донъяла иң бик бәхетле кеше, мине һайлағаныңа һиңә мең рәхмәт! Теге ваҡыт Хоҙайым буласаҡ кәләшеңде ҡотҡар тип, аңҡартҡандыр инде миңә, - тип һаҡ ҡына ҡосаҡлап, ҡыҙҙан һөйөү тулы ҡарашын алманы.
- Ҡәҙерлем, минең дә бөгөн теләгем ҡабул булды бит...
- Рәхмәтлемен Хоҙайыма
Осраштырған өсөң һинең менән.
Рәхмәтлемен яҙмышыма
Ҡауыштырған өсөн һинең менән! - тип күңелендә тыуған шиғыр юлдарын уҡып һөйгәненә наҙланып ҡына һыйынды Рәйсә.
Читайте нас в