Шоңҡар
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
11 Ноябрь 2020, 00:10

Әхирәт васыяты

– Оятһыҙ һин, Азат! Балаларыңды уйлайһы урынға, үлергә йыйынғанһың! – тип ҡысҡырып ебәрҙе, шул ыңғайы күҙенән йәштәре атылып килеп сыҡты.

Зөлфиә Муллағолова-Сәлихова


-Әсәй, беҙ Наҙгөл менән яраштыҡ! Рәсилә генә болғап йөрөгән икән арабыҙҙы. Уның бер дуҫы ла юҡ бит, шуға ла эсе көтөрләй ул. Бүтән уның менән уйнамайбыҙ!

Мәктәптән ҡайтып ингән Әнисә ишек төбөнән үк ашыға-ашыға хәбәрен теҙҙе. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Ҡыҙын шат ҡиәфәттә күргәс, Айзиләнең дә күңеле булды. Юғиһә әхирәте Наҙгөл менән һүҙгә килешкәндән бирле ҡыҙғынаһы гел бойоҡ йөрөй ине. Хатта тамағына ла йүнләп ашамай башлағайны. Күңеле бигерәк нескә шул Әнисәһенең, бөтә нәмәне лә йөрәгенә яҡын ала.

-Әсә-ә-й, ҡыҙҙар бер үк кешегә кейәүгә сыҡһа буламы?

-Атаҡ-атаҡ, нишләп улай тиһең ул?! – Айзилә ҡыҙының был һорауынан ултыра төшә яҙҙы.

-Беҙ Наҙгөл менән бер кешегә кейәүгә барырға булдыҡ. Әтеү беҙгә айырылышырға тура килә бит. Ана, Зилә апайым кейәүгә сыҡҡайны, еҙнәй уны Стәрлеһенә апҡайтты ла китте бит. Ә уның әхирәте Гөлдәр апай бында тороп ҡалды.

-Эй, иҫәркәйем минең! Юҡ, әлбиттә. – Айзилә ҡыҙын ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып яратып алды. – Ә Зилә менән Гөлдәр апайҙарың барыбер әхирәттәр булып ҡалды бит. Гөлдәр ошо арала Стәрлегә апайыңдарға ҡунаҡҡа барам, ти әле. Күстәнәс ебәрермен тип торам.

Әнисә уйға ҡалды. Бер аҙҙан уның шат, шул уҡ ваҡытта ҡәтғи тауышы яңғыраны:

-Белдем! Улай булғас, беҙ икебеҙ ҙә бер ҡалаға кейәүгә сығабыҙ! Көн һайын күрешербеҙ, исмаһам... Үҙ һүҙле Әнисәне барыбер еңеп булмаҫын белгәнгә күрә, Айзилә, йылмайып, “ярай” тип ҡуйҙы. “Кит инде, был хәтлем дә Гөлисәгә оҡшамаһа... Төҫө менән генә түгел, хатта фекерләүе лә уныҡы бит әле...” тигән уйҙар йүгерҙе үҙенең башынан.

******

Улар бер урамда йәшәне. Бергә балалар баҡсаһына йөрөнөләр, бергә мәктәпкә барҙылар. Дуҫлыҡтары ла шул мәлдәрҙән башланды – бер-береһенә Гөлис һәм Айзүк булып, айырылмаҫ әхирәттәргә әйләнделәр. Тәүҙәрәк донъяларын онотоп ҡурсаҡ уйнатһалар, үҫә килә, серҙәре лә беректе. Унынсыла уҡығанда икеһе лә күрше ауыл егеттәре Ришат менән Илфатҡа ғашиҡ булып, хыялыйҙар булып йөрөгәйнеләр. Гөлисә төҫкә лә сибәр, өҫтәүенә илгәҙәк тә булғас, Ришатты йәһәт кенә үҙенә ҡаратып алды. Ә Илфат Айзиләне бар тип тә белмәне. Әллә уның ҡырыҫлығынан өрктө, әллә үҙенең күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙы булды. “Илфат мине яратмай” тип ер-һыу илап, Гөлисәнең яурынын аҙ сылатманы ул шул саҡта. Уныһы әхирәте өсөн, эй, өҙгөләнә, Илфатты уға үҙе етәкләп килтереп тотторорҙай хәлгә етә. Тик был – ҡыҙҙарҙың йәшлек мауығыуы ғына булғандыр, күрәһең. Айзиләнең яуапһыҙ мөхәббәт яралары уңалыуға, Гөлисә лә Ришаты менән ташлашып ҡуйҙы. Ә ысын мөхәббәттәрен Өфөлә педагогия институтында уҡып йөрөгәндә осратты әхирәттәр.

Гөлисә Азаты менән тәүге курста уҡығанда уҡ йөрөй башлағайны, йыл үтеүгә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Бер-береһе өсөн генә яратылған йәндәр ине улар. Икеһе лә уңған, дәртле, төҫкә-башҡа ла бына тигән, өҫтәүенә – йыр-моңға һәләтлеләр. Береһе баянына ҡушылып йырлап, икенсеһе өҙҙөрөп бейеп китһә, был бәхетле парға ҡарап һоҡланып туя алмайһың. Ә Айзиләгә яҙғаны тиҙ генә осраманы. Артынан егеттәр йөрөмәне түгел, йөрөнө, тик ул үҙе оҡшатманы уларҙы. Урамда йөрөп килергә, йә дискотекаға саҡырһалар ҙа, уҡыуын һылтау итеп, китабын ҡосаҡлап бүлмәлә ятып ҡалыр ине. Гөлисәнән әрләнеп бөтә торғайны шуның өсөн: “Илдарҙың ни ере оҡшамай һиңә? Группалағы бөтә ҡыҙҙар уның өсөн үлергә әҙер, ә һин?! Анауы Шамил да ураған һайын һине һораша. Яҡшы уҡый, тиҙәр, килеп тороп аҡыллы, алсаҡ... Һайланып йөрөй бирһәң, һаҙға батырһың әле!” Үҙе ишен тапҡас, Айзиләне лә яңғыҙ йөрөткөһө килмәй ине уның. Ә Айзилә өтөк әхирәтен “Эйе, анһат һиңә! Үҙе шәп егет эләктерҙе лә, миңә ниндәй булһа ла бара инде! Ҡасан һинең Азатың кеүекте осратам, шунда ғына кейәүгә сығам!” – тиеп мәрәкәләр ҙә ҡуйыр ине.

Өсөнсө курста уҡығанында, бер-бер артлы вафат булған атаһы менән әсәһен ерләп, ҡайғыһынан донъянан ваз кисеп йөрөгәнендә, үҙенән күпкә өлкән Әлфир менән танышты Айзилә. Заводта эшләгән шаян, үткер холоҡло был егет ҡыҙға баштан уҡ оҡшаны. Уның ихлас көлөүе, күңелле хәбәрҙәре йөрәгендәге юҡһыныу, һағыш тойғоларын ваҡытлыса булһа ла баҫа ине. Шуға ла ул егет менән осрашыуҙы үҙе үк көтөп ала башланы. Шулай ҡапыл ғына ҡабынды уларҙың мөхәббәте. Дүрт айҙан, мәсеткә барып никахлашып ҡайтҡас, ир менән ҡатын булып йәшәп алды ла киттеләр. Әлфире эшләп йөрөгәс, Айзиләнең артабан көндөҙгө бүлектә уҡығыһы килмәне. Мәктәпкә эшкә инеп, уҡыуын ситтән тороп дауам итте. Унан да бәхетле кеше юҡ ине һымаҡ шул саҡта. Эйе, янында өҙөлөп торған ире, ҡайтып ятыр өсөн үҙ ҡыйығы, шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашҡан яҡын дуҫтары Азат менән Гөлисә, яратҡан эше бар. Әммә тулы бәхет өсөн был ғына етмәй икән шул... Бала кәрәк! Йыл артынан йыл үтте, тик, ниңәлер, ул һаман ауырға ҡала алманы. Тәүҙәрәк, бер булмаһа бер булыр тип, сабыр ғына көттөләр ҙә, өмөттәре өҙөлгәс, дауахана юлын тапай башланылар. Тиҙҙән Айзиләгә табиптар ҡот осҡос дөрөҫлөктө еткерҙе – ул бер ҡасан да бәпәй таба алмаясаҡ! Бала сағында, эсенә ат тибеп, саҡ үлмәй ҡалғайны, шуның касафатылыр, тинеләр. Әсә булыр өсөн донъяға яралтылған ҡатын-ҡыҙ затына ошонан да ҙур бәхетһеҙлек бармы икән?! Йәнең-тәнең менән бала көҫәү, кеше сабыйҙарына ымһыныу, ата-әсәй булғандарҙан көнләшеү, ир алдында үҙеңде ғәйепле тойоу... Айзилә күңел тыныслығын юғалтты. Тиҙҙән был ғазаптарға яңыһы ҡушылды: Әлфиренең үҙенән һыуына башлауын аңлап ҡалды ул. Иренең хыянаты тураһында ишеткәс, аҡылдан яҙыр сиккә етте. Тик уға булған рәнйеүҙәрен ут йотоп йөрөһә лә һиҙҙермәҫкә тырышты. Барыһына ла үҙен ғәйепләне... Ярай әле, янында берҙән-бер терәге – әхирәте бар ине. Ярҙам-кәңәштәренән айырманы. Берәй етемде ҡыҙлыҡҡа, йә уллыҡҡа алырһығыҙ тип, йөрәгенә өмөт осҡоно һалыусы ла ул булды. Әммә Әлфирен барыбер янында ҡалдыра алманы Айзилә. Ире икенсе ҡатынға сығып киткәс, бала алып көтөү тураһындағы хыялы ла селпәрәмә килде. Үлеп терелде ул шул саҡта. Әлдә яратҡан эше булды, шуның менән күңелен баҫты, көн оҙоно мәктәптән ҡайтышманы. Ә кистәрен Гөлисәләргә барып ултырыуҙы ғәҙәт итеп алды. Бәләкәй сағынан үҙе ҡарашҡанғамы, әхирәтенең ҡыҙы Зилә (хатта исемде лә әхирәте уныҡына оҡшатып ҡушҡайны!) уны үҙ итте, килгәнен көтөп кенә тора. Ишектән күренеү менән, уның ҡосағына атылыр ине. Айзиләгә шул телдәр баланы күреү танһыҡ булһа, Гөлисә һаман әхирәте өсөн янып-көйҙө. Уны бәхетле итергә бик-бик теләй ине ул. Азатының өйләнмәгән дуҫтары менән таныштырырға маташып ҡараны, хатта буйҙаҡтар клубына ла мөрәжәғәт итеп бөттө. Тик “Үҙем бәхетһеҙ булған да еткән, күрәләтә тағын берәүҙе бәхетһеҙ иткем килмәй!” тигәнде алдына ҡуйған Айзиләне тыңлата алманы. Ахырҙа, әхирәтенең ҡарары менән үҙе лә килеште, шикелле. Һәр хәлдә, башҡаса, кейәүгә сыҡ, тип өгөтләмәне.

Донъя шулай һәүетемсә генә тәгәрәп китеп бара ине... Берҙән-бер көндө Айзиләнең һил тормошо пыран-зыран килде. Гөлисә әхирәте ҡапыл ғына был донъяларҙан китеп барҙы. Ҡыҙҙарын ире менән ҡалдырып, үҙе магазинға тип кенә сыҡҡан еренән тере килеш әйләнеп ҡайта алманы ул өйөнә. Тайып йығылғанда, башы менән асфальтҡа бәрелеп, мейеһенә ҡан һауған, тине табиптар. Дауаханаға беренсе булып килеп еткән Айзиләнең ҡулында үтте әхирәте. “Азатҡа кейәүгә сыҡ! Балаларымды һинән башҡа берәүгә лә ышанып ҡалдыра алмайым...” тигән һуңғы һүҙҙәрен әхирәтенең ирендәре ҡыбырлауынан ғына аңлай алды Айзилә. Гөлисәнең йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлаған килеш, үҙе лә иҫтән яҙған.

Иң яҡын әхирәтен ер ҡуйынына һалғас, гүйә уның һуңғы ҡояшы һүнде. Таянырлыҡ яҡын туғандары булмаған байы, ошоғаса Гөлисәһе бар ине янында. Ә хәҙер япа-яңғыҙ. Эшендә ҡайғыһы нисектер онотолдо, ә өйөнә ҡайтып инһә, күңеленә урын тапмай, ситлеккә ябылған бүре шикелле олой-олой, ары һуғылды, бире һуғылды... Үҙен белә-белгәне бирле эргәһендә тик уны ғына күреп, уның менән генә кәңәш-төңәш итеп йәшәгәс, әхирәтен шул тиклем юҡһынды, үҙәгенә үтеп һағынды. Ишек артында аяҡ тауыштары ишетһә лә, “терт” итеп ҡалды – хәбәрен һөйләй-һөйләй шат йылмайған Гөлисәһе килеп инер кеүек тойолдо. Телефоны йырлап ебәрһә лә, ҡабалана-ҡабалана алырға ашыҡты – ул шылтыраталыр кеүек ине. Ҡайғыһынан алйып, етем ҡалған ҡыҙсыҡтарҙы ла онотоп китә яҙған хатта.

Ул барғанда, Азат ашарға яраштырып маташһа, Зилә төпкө бүлмәлә кескәй Әнисә менән мәж килә ине. Тол ҡалған ирҙе танырлыҡ та түгел: күҙгә күренеп ябыҡҡан, ҡап-ҡара сәстәренә юлаҡ-юлаҡ булып сал төшкән, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Айзилә аш-һыу бүлмәһенә үтте, үҙе нимә тип һүҙ башларға ла белмәне. Ахырҙа, тегендә-бында теҙелешеп ултырған бысраҡ һауыт-һабаны йыйып алды ла йыуырға кереште. Уныһын бөтөргәс, Азаттың бешерә башлаған ашына картуф турай һалып төшөрөп ебәрҙе. Ир үҙенең был бүлмәлә артыҡ икәнен тойҙо, шикелле:

– Айзилә, мин ҡыҙҙар янына сығайым. Нимәлер кәрәкһә, әйтерһең, тип залға йүнәлде.

Айзилә еңел тын алды. Эш менән булышҡанында ҡарап торғандарын ене һөймәй уның. Гөлисә иҫән саҡта әллә ни иҫе китеп бармай торғайны. Азат эргәһендә уңлы-һуллы хәбәрҙәрен дә һала, шаярышып-мәрәкәләшеп тә китерҙәр ине. Бөгөн ул ете-ят кеше кеүек...

Аш бешеп сыҡҡас, күмәкләп ултырып, ашап алдылар. Элекке шаян, телдәр Зилә үҙ-үҙенә йомолған, ауыҙынан берәй һүҙ тартып алырмын, тимә. Ә яңы теле асыла башлаған кескәй Әнисә, киреһенсә, бер туҡтауһыҙ “әсәй” тип тәтелдәп әсәһен таптырҙы. Ҡыҙҙарҙы йәлләүҙән йөрәккенәһе өҙөлөп төшә яҙҙы Айзиләнең. Азатҡа уғата ҡыйын икәнен дә күңеле менән тойҙо ул. Тауышы ҡалтыранып, күҙҙәре йәшкәҙәп-йәшкәҙәп китә ине ирҙең.

Иртәгеһенә лә килде ул, унан һуң да... Ҡыҙҙар ҙа уға өйрәнеп китте. Тиҙҙән Азатҡа эшкә сығыр ваҡыт етте. Ҡатынының вафатынан һуң ул отпуск алғайны. Аптырауға ҡалдылар. Ярай, Зилә хәҙер ҙур – мәктәпкә үҙе барып ҡайта белә, ә йәше саҡ тулған Әнисәне кем ҡарар һуң? Айзиләгә әхирәтенең васыят һымаҡ әйтелгән һуңғы һүҙҙәре тыңғылыҡ бирмәне. Оҙаҡ уйлағандан һуң, мәктәп директоры менән килешеп, академик ял алды. Тәүҙәрәк балаларҙы үҙенә алып ҡайтып ҡарап маташты. Сегән кеүек бер бында, бер тегендә тейәнеп йөрөү ҡыйын булғас, тора-бара уларҙың өйөндә ҡунып ҡала башланы. Азат та ҡуй тимәне. Иртүк тороп, эшкә китмәҫ борон ҡыҙҙарын ашатып, кейендереп, Айзиләгә илтеү үҙенә лә оло мәшәҡәт ине. Етмәһә, Әнисәне иртәнсәк уятыуы бәлә. Йоҡоһо туймаһа, көнө буйы мыжып тик йөрөрөн көт тә тор.

Ваҡыт үтеү менән, ҡыҙҙар әсәйһеҙ тормоштарына күнде, шикелле. Зиләнең моңһоу йөҙө асыла төштө, ә кескәй Әнисә, барыһын да аптыратып, Айзиләгә “әсәй” тип өндәшә башланы. Айзилә лә, ҡыҙсыҡтар үҙҙәрен етем итеп тоймаһын өсөн, бар тырышлығын һалды. Улар менән бергә уйнаны, әкиәттәр уҡыны, Зиләнең дәрестәрен әҙерләште... Төрлөләндереп аш-һыуын да яраштырҙы, матур-матур кейемдәр ҙә бәйләп кейҙерҙе ҡыҙҙарға. Тик Азаттың ғына йөҙөнә элекке нур кире ҡайтманы. Яйлап ҡына һүнде ул... Ябыҡҡандан ябыҡты – үҙенә бикләнде...

Әхирәтенең балаларын ҡарашам тип, ғәйбәтселәргә ем булғанын да яҡшы аңлай ине Айзилә. Сөнки кемдәрҙер уның был аҙымын хуплаһа, ҡайһылары юҡ-бар ғәйбәт таратты. Йәнәһе, Айзилә электән үк Азатты оҡшатып йөрөгән дә, уңайлы мәлдән файҙаланып, балалар көтөшәм тигән һылтау менән, уның өйөнә күсә һалған. Әлбиттә, эстән генә үртәлде ул, тик етем ҡыҙҙар хаҡына түҙергә тырышты. Азаттың Гөлисәһен нисек яратыуын, уны мәңге онота алмаҫын да яҡшы аңлай ине ул. Әхирәте уға: “Азатҡа кейәүгә сыҡ”, тип васыят әйтһә лә, бындай уй уның башына хатта яңылыштан ғына ла инеп сыҡманы. “Әнисәгә балалар баҡсаһына сират етеү менән үҙ өйөмә ҡайтам. Килеп-китеп йөрөп тә ярҙамлашып була бит”, тип тынысландырҙы ул үҙен. Тик бер ваҡыт түҙемлеге шартлап һынды. Гөлисәнең үлеменә йыл тулып килгәндер. Ҡыҙҙар менән саф һауа һуларға тышҡа сығып бара инеләр. Подъезд алдындағы эскәмйәлә ултырған әбейҙәрҙең һөйләшкәне ҡолағына салынды:

– Бала көтөшөргә килгән тиһеңме уны, ир кәрәк булғас! Гөлисә үлмәһә, һаман яңғыҙ ултырыр ине әле.

– Эйе, эйе! Йәнәһе лә, берәү етемдәрҙе йәлләй...

Яҡшылыҡ эшләйем тип, яманатлы булып йөрөүенә йәне әрнеүе шул тиклем ине уның. Зилә менән Әнисәне аптыратып, буҫлыҡҡансы илап бөттө. Ә кис Азат ҡайтҡас, эшкә сығырға ла ваҡыты етеп килеүен һылтау итеп, башҡаса бында ҡала алмаясағын аңғартты ла, әйберҙәрен йыйып, ҡайтты ла китте.

Иртәгәһенә Азат килде. Һүҙен башлай алмай ҡаңғырҙы бер гилке. Уфтанды, борғоланды, ахырҙа:

– Һин сығып киткәс, Зилә ҡыҙым миңә дөрөҫөн һөйләне. Кеше һүҙе кеше үлтерә. Аңлайым хәлеңде, Айзилә. Миңә лә килеп ишетелеп тора ул хәбәрҙәр. Тик ҡыҙҙарым һиңә ныҡ өйрәнделәр бит. Зинһар өсөн, ташлама уларҙы... – һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә уның тауышы ҡалтыранды.

Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты.

Байтаҡ өнһөҙ ултырғас, ир тағы телгә килде:

– Күптән һиңә әйтергә тигән һүҙем бар, Айзилә. Тик һин ҡурҡма, йәме? Аңларға тырыш... Гөлисәмдең артынан китергә күп ҡалманы миңә...

Ишеткәндәренән Айзилә “терт” итеп ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Оятһыҙ һин, Азат! Балаларыңды уйлайһы урынға, үлергә йыйынғанһың! – тип ҡысҡырып ебәрҙе, шул ыңғайы күҙенән йәштәре атылып килеп сыҡты.

– Гөл кеүек ике ҡыҙымды ташлап, үҙемә ҡул һалырға башым ике түгел, Айзилә. Ауырыйым мин... Медосмотр үткән саҡта беленде. Рак... тинеләр.

Азат Айзилгә, өмөт тулы йәшле күҙҙәрен төбәп, тағы нимәләрҙер һөйләне лә һөйләне. “Загс”, “фатир” тигән һүҙҙәре ҡолағына яҙа-йоҙа ишетелеп ҡалды, ураған һайын ҡыҙҙарҙың исемен телгә алыуын аңғарҙы. Ул ирҙең хәбәренән шаңҡығайны...

******

– Айзү-ү-үк, беҙ, ҙурайһаҡ та, дуҫтар булып ҡалайыҡ, йәме? Бер ҡасан да айырылмайыҡ!

– Ярай һуң, Гөлис. Тик мин кейәүгә сығып алыҫҡа китһәм, нишләрмен икән? Өләсәм мине йоҡлатҡанда: “Әлли-бәлли итәр ул, үҫеп буйға етәр ул, үҫеп буйға еткәс тә, кейәү алып китәр ул”, тип йырлайсы?

– Икебеҙ бер кейәүгә сығырбыҙ, бәй! Эштәрҙе тиҙ генә эшләп бөтөрбөҙ ҙә, туйғансы уйнарбыҙ ивет, Айзүк?

– Кеше, кейәүгә барғас, уйнамай, белдеш! Бәпәй ала. Ана, Алһыу еңгәй күрше Заһит ағайға кейәүгә сыҡты ла бәпәй алды бит?

– Ярай, бер-беребеҙгә бәпәй көтөшөрбөҙ, әтеү. Күндәм әхирәте Айзиләнең хәбәрен шулай тип йөпләп ҡуя һала.

Ирендәре күгәргәнсе һыу ингәндән һуң, ярҙағы йылы ҡомда тештәре тешкә теймәй дер-дер ҡалтыранып, кибенешеп ятҡан етешәр йәшлек ике ялбырбаштың шул һөйләшеүен Хоҙай бабай әллә ишеттеме икән, әллә яҙмыш ҡушыуымы был?.. Аңламаҫһың. Хәтеренә һеңеп ҡалған ошо баласаҡ әңгәмәһе тураһында йыш уйлана хәҙер Айзилә. Бөгөн, ана, Әнисә лә әсәһе Гөлисә кеүек хәбәр һалғас, шул һөйләшеү тағы “келт” итеп иҫенә төштө. “Тәүбә, тәүбә, ауыҙыңдан ел алһын, балаҡайым. Оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булығыҙ! Хоҙай һеҙгә ир бәхете, әсә бәхете насип итһен, күҙ нурҙарым!!!” Әхирәтенең ҡыҙҙарына инде нисәнсе йылдар әсәйҙе лә, атайҙы ла алыштырған Айзиләнең ирендәре шулай тип шыбырланы.

Читайте нас: