...Кешеләр бер-береһе менән сер бүлешергә әүәҫ.
Эштә ултырам. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ яуы. Бер өҫтәлдән икенсеһенә күсә, өсөнсөһөнән – дүртенсеһенә. Компьютерҙағы отчеттан ялҡып, талсыҡҡан күҙҙәремде тәҙрәгә күсерәм. Тәҙрәнән ике метр алыҫлыҡта ғына бер ҡартлас ҡарға түшәлгән балаҫына ҡорһағы менән ятып алған да саң һуҡҡысы менән шаҡ-шоҡ килә. Бер килке уға ҡарап, йылмайып ултырам. Көлкө. Рәхәт. Кабинетта йылы, ойоп барам. Тәҙрәгә ҡарап ултыр ҙа ултыр ине. Ярамай.
Йәнә компьютерға төбәләм, танауыма төшөп барған күҙлегемде урынына этәм. Тыҡ-тыҡ-тыҡ... Бармаҡтарға күҙ эйәрмәй, мин – эшем эйәһе. Эшләргә кәрәк. Ишек шығырланы.
Әлфиә. Һуңғы арала көмрәйеп китте. Элек асыҡ-ярыҡ сағыу күлдәктәрҙә йөрөһә, хәҙер буйһынын йәмһеҙләгән йөнтәҫ ҡара-һоро свитерҙарҙа. Ниндәй һылыу ҡатын ине... Үҙ уйыма үҙем тертләнем. Ине, тиемсе...
Әлфиә, минең ҡарашымды тойоп, асыу менән күҙ генә һирпеп алды ла урынына боҫто. Элек был кабинетта мин бер үҙем генә ултыра торғайным, хәҙер шул ҡатынҡай менән ҡушарлап эшләйбеҙ. Мин – уны, ул мине яратмай. Хәйер, мине кем яратһын? Мин барыһының да серен беләм бит. Үҙҙәре һөйләй... Һөйләй ҙә күрә алмай. Кеше серен белер өсөн күп аҡыл кәрәкмәй икән. Күҙәтеүсәнлек һәм бары һиҙгерлек, йәнә кешене тыңлай һәм аңлай белеү. Сәғәтемә күҙ һирпәм.
– Төшкө аш мәле етеп килә икә-ә-ән...
Һүҙ юҡта һүҙ булһын тигән кеүек килеп сыҡты. Әлфиә ишетмәҫтән ултыра. Үҙе мыш-мыш килә. Ҡулындағы ҡулъяулығын йомарлапмы-йомарлай.
– Тымау тейҙеме әллә, һылыу...
– Тымау ғына тейһә...
Дорфа һөйләшә. Йәнәһе, белһәң икән минең нимәләр кисереп йөрөгәнемде, тымау ғына нимә ул?!
– Ярар...
Ҡырҡҡа етеп барған ҡарт ҡыҙға бара ул ундай тон, тип артыҡ бошонмай ғына уйлап ҡуйҙым да урынымдан ҡалҡынып, көҙгө янына килдем. Бесәйемдең тамағына алайым, ҡапҡыларға ла кәрәк...
Төшкө аш мәле, офис кабинеттарының ишектәре шарт-шорт килә, кемдеңдер коридор буйлап ларҫ-лорҫ йүгереп үткәнлеге ҡолаҡҡа салынды. Шкафтағы пальтоға үрелдем тигәндә генә Әлфиәнең ҡапыл яңғыраған һорауынан ауып китә яҙҙым.
– Ә һеҙ үлем тураһында уйланғанығыҙ бармы?
Бәтәс... Шулай тине лә Әлфиә түгелеп илап ебәр ҙе. Нисек әйтергә белмәй оҙаҡ аҙапланған, ахыры, тауышы яһалма һәм артыҡ театраль яңғыраны. Туҙған сәс, ҡып-ҡыҙыл танау, күҙ төптәрендәге ҡаралар... Йоҡоһоҙ төндәр, көнө-төнө уйланыуҙан шаңҡыған мейе һәм... үлемдән ҡурҡыу. Яңыраҡ ҡына минән йәшерә-йәшерә Интернеттан ниҙер уҡып, балауыҙ һығып ултыр ғанын шәйләгәйнем. Йәнә эш өҫтәлендә дарыу ҡаптары туҙышып ятҡанын күреп ҡалдым – кабинетҡа ҡапыл килеп ингәйнем, йәшереп өлгөрә алманы. Сире аламалыр бисараҡайҙың, ябыҡты, бигерәк бөтөрөндө һуңғы арала.
Мин Әлфиәгә ризаһыҙ ғына ҡарап ҡуйҙым. Хәҙер-хәҙер уның күкрәген йыртырҙай булып тулаған ҡурҡыныс сере йырылып китер ҙә мине ялмап алыр кеүек.
– Ҡуй, Әлфиә... – тауышым ғәҙәттәгенән тыш йомшаҡ сыҡты. Мин бары тик һөйләшеүҙән ҡасырға, кабинет тан тайырға ғына теләгәйнем, тик ул быны үҙенсә аңланы ла тағы ярһыбыраҡ, ҡысҡырыбыраҡ үкһергә тотондо. Йәлләһендәр, аңлаһындар, тыңлаһындар өсөн... Хәүеф тыуған януарҙай, мин ҡабалана-ҡарһалана кейенә башланым.
– Бик бөтөрөнмә, һылыу, хәҙер медицина шәп... – Үҙем йыуатырға тырышам, үҙем өҙә-йолҡа тун төймәләрен эләм дә эре бәйләм менән бәйләнгән ҡолас буйы көрәнһыу шарфымды муйыныма урайым. Тиҙерәк кабинеттан сығып китергә, тиҙерәк! Кеше һағышы, кешенең һыҙланыуы менән күп йәшәлде, етеп торор. Кәрәкмәй... Бөгөн һинән серҙәш, иртәгәһенә дошман яһайҙар, кәрәкмәй!
Өлгөрмәнем.
– Миндә яман шеш таптылар.
Әлфиәгә еңел булып китте, ҡапыл маңлайындағы һырҙары яҙылып, йонсоу йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Мин иҙән уртаһына ҡағылған бағана ише ҡуҙғала алмай тора бирҙем. Тынсыу булып китте.
– Һылыу, хәҙер медицина көслө, дауалау шәп...
Үҙем бер үк хәбәремде ҡабатлайым, үҙем йылмайырға итәм инде, иҫәр! Иҫәр... Алдан сығып китергә ине, хәҙер һуң инде. Хәлһеҙләнеп, ултырғысҡа лап барып ҡунаҡланым. Тәнем буйлап ҡара тирем аҡты. Инде тыңламай башҡа сарам юҡ. Быны һиҙгән Әлфиә, ҡаршыма ултырып, ҡабаланмай ғына серен систе. Ҡорбанын аяҡһыҙландырған йыртҡыс ише... Миңә бөтә һыҙланыуы, хәсрәте менән ҡапланды, иланы, сәсен йолҡто, алйыған ише көлдө.
– Оперативка!
Офис хужаһы башын тығып ҡына асылған ишек аша беҙгә ынтылып ҡараны.
– Әллә илашып ултыралар инде... Ну, ҡыҙҙа-а-а-р!
– Юҡ, Салауат ағай! Беҙ... Сер бүлешә инек, – бушанған, хәсрәттән таҙарынған Әлфиә һикереп торҙо ла көлә-йылмая, миңә боролоп та ҡарамай, кабинеттан сығып китте.
***
Иртәгәһенә Әлфиә көн оҙоно миңә һыртын ҡуйып, үпкәләгән төҫлө шымтайып ултырҙы. Мин дә өндәшмәнем. Тәүҙә ул минең кабинеттан кабинетҡа йөрөп, уның серен кешегә шыпыртын ғына фаш итеүемде ҡурҡынып көттө, һис юғы үҙе менән һөйләшергә ынтылыр, йәнен көйҙөрөп уны йәлләр, маҙаһын килтереп ярҙам тәҡдим итер тип уйланы.
Быларҙың береһе лә булмағас, аптыранған һәм минән нимә көтөргә белмәгән Әлфиә йәнә аҙарынды, мине дошман күрҙе. Ғөмүмән, кисәге һөйләшеүҙән һуң мөнәсәбәттәр ҙең нисек дауам итерен алдан күҙаллағайным инде мин, шуға артыҡ аптыраманым да, көйөнмәнем дә. Ниңәлер әсәйемдең һүҙҙәре иҫемә төштө: “Башым ярылһа ла, бүркем эсендә”. Мәрхүмкәй ғүмере буйы йомоҡ кеше булды, өйөнә бер кем инмәне, бер кем сыҡманы. Күпте күрҙе, ауыҙы ҡан булһа ла, кешегә белгертмәне. Йәнә бер һөйләгәне иҫемдә:
“Дуҫтар төрлө була. Иң яҡшыһы – кәңәш дуҫы булыу. Кәрәк икән, кеше кәңәшеңә ҡолаҡ һала, кәрәкмәй икән, юҡ. Иң күңеллеһе – мәжлес дуҫы. Шат йырҙар, тәмле һый, ҡотлашыуҙар. Иң аяныслыһы – сер дуҫы булыу. Бөгөн һиңә дуҫыңдың сере һыя, иртәгә һинән ситкә тайшана. Йә иң ҡурҡынысы – һине серҙәренең ҡәберлеге итеп ҡуллана, һиңә үҙ хәсрәтен өҫтәй ҙә өҫтәй, ә һин торонбаштар көйрәткән мейес ише ҡыҙғандан-ҡыҙа бараһың...”
Эш сәғәте бөтөр саҡта Әлфиә хушлашмайынса кабинет ишеген шарт ябып сығып китте, ә иртәгәһенә уны директор кадрҙар бүлеге ҡыҙҙары янына күсереп ултыртты.
***
...Сылтыр-сылтыр йырғанаҡтар гөрләй. Кабинетта бер үҙем. Эргәмә бер кемде лә ултыртманылар. Дөрөҫөрәге, бер кемдең дә минең менән ултырғыһы килмәне. Хәйер, серҙәш яһап китеүселәр байтаҡ әле һаман да. Ишегем коридорға шар асыҡ. Кадрҙар бүлеге ҡыҙҙарының тегеләй-былай йөрөп һауыт-һаба сайҡап, йәшелсә-емеш ташып йөрөгәнлеге күренә.
Береһе асыҡ ишек ауыҙына килеп, миңә ҡул иҙәне.
– Төшкө ашта бөтәбеҙ ҙә бергә ултырып сәй эсәйек әле, апай... Әлфиәне хәтергә алайыҡ. Иртәгә ҡырҡы... Яман шеш менән сирләгән икән, белмәнек тә, үҙе һөйләмәне лә... Һеҙ ҙә белмәнегеҙме, апай? Бер кабинетта ултырҙығыҙ...
– Уй, Аллам! – мин тертләп киткән булдым. – Шулай уҡ булғанмы ни?.. Әйтәм, өс ай туҡтауһыҙ больничныйҙа... Уның менән бер кабинетта һуңынан һеҙ ҙә ултырғайнығыҙ ҙа ул... – Һөйләнә-һөйләнә сынаяғым менән ҡалағымды эләктереп, һөйләнсек коллегам артынан эйәрәм. – Бахыр ғына, ике балағынаһы...
– Әйткәндәй, иртәгәнән һеҙ яңы хеҙмәткәр менән бер кабинетта ултырып эшләйәсәкһегеҙ. Бухучет буйынса шәп белгес, тик... телһеҙ, тиҙәрсе... Бары бер күңелһеҙ була инде, бар ни кеше, юҡ ни... Исмаһам, һөйләшеп, сәй эсеп алыр инегеҙ төш мәлендә, сер бүлешеп...
– Шулай икән дә, – күңеле булһын өсөн, ҡайғырған ҡиәфәт сығарып, ҡыҙыҡайҙың арҡаһынан ҡағып алам.
– Мин һеҙгә һуңынан инермен әле... – ти шыпырт ҡына ҡыҙыҡай.
– Һөйләшәһе һүҙ бар! Әллә нишләп һеҙгә генә һөйләгем килә. Ҡыҙый миңә күҙ ҡыҫты ла кәзә тәкәһе ише коридор осона сапты, мин иһә бағана төҫлө ҡатып ҡалдым. Серҙең осо ла, ҡырыйы ла булмаҫ, ахыры...
Мин әкрен генә ҡуҙғалып, кире кабинетыма инеп киттем дә ишегемде эстән бикләп ҡуйҙым. ...Кешеләр бер-береһе менән сер бүлешергә әүәҫ...
Ләйсән Ҡорманова.