Таңһылыу Вәлиева- Ҡарасурина
Буҙ бала
Ауыҙындағы сейә һөйәген үҙ урынына, ҡупшы ғына бәләкәй тоҙ һауытына һалды ла өҫтөн ап - аҡ ҡулъяулығы менән бисмилла итеп япты. Осонмаһын, юғиһә, ауыҙ тирәһе шундуҡ ҡабарсып сыға ла ҡуя Хәҙисәнең. Тамағы кипмәһен өсөн шул сейә һөйәген ауыҙында йөрөтә. Элек сейәле ҡороттан "борсаҡ кәнфит" эшләп киптереп, шуны имә торғайны. Әсәһенән өйрәнеп алғайны быны. Хәҙер һыйыр көтә алмай. Ҡорот эшләгәндәрҙән һатып алып та ҡараны - оҡшатманы, сейә тәме лә сыҡмай, сөсө лә. Эркет ҡорото түгелдер инде.
Шул сейә һөйәге менән күңелен алдай. Ап - аҡ булып ағарып бөткәс кенә, алыштыра икенсеһенә.
- Ауыҙың бер ҙә буш булмай, мөйшәндәй ҙә йөрөйһөң. Нимә ул ауыҙыңда? - тиһәләр,
- Йывашкы, - тип көлөп яуаплай.
Борсаҡ кәнфите юҡ шууул, ҡана һуң булһа. Туҡ та тота бит ул ҡорот.
Ә әхирәте Сәмәриә туҙ һағыҙынан өҙөлмәне. Сыртылдығын сығарып, матур итеп сәйнәй ине. Күҙәрҙен дә сырт - сырт йомғолап ала ләззәт сигеп. Һағыҙҙы сәйнәй белергә лә кәрәк бит әле. Ҡайһы берәүҙәр ауыҙҙарын да япмай сәйнәй, күперек - төкөрөктәре лә күренә хатта. Кит, ғибрәт. Оялмай ҙа үҙҙәре.
Ә әхирәте Сәмәриә...
Киткәнендә лә ауыҙында туҙ һағыҙы бар ине. Хәҙисә үҙе ипләп кенә сығарып алды.
... Бала саҡта ҡыҙҙар Сәмәриәнән һағыҙ һораһалар, устарын йәйәләр ҙә:
- Сем - сем - семәкәй, ҡана миңә бәләкәй! Һағыҙ бирсе, Сәмәкәй! - ти торғайнылыр. Сәмәриәнән һағыҙ алалар ҙа Хәҙисәнең алдына килеп баҫалар:
- Сем - сем - семәсүк ҡана миңә бәләкәсүк, борсаҡ ҡорот, Хәҙисүк!
Береһе лә юҡ әхирәттәренең, бер Хәҙисә ҡалды буҙ булып...
- Кем ғүмерен йәшәйемдер ул тиклем туҡһанды үткәнсә, йөҙгә еткәнсә...
Тороп атлай башлаған ерҙән лып итеп кире урынына ултырҙы.
- Тәүбә, тәүбә! Аҡ тәүбә! Тәүбә әстәғәфирулла! нимә әйткәнемде белмәй китәм, алйыған әбей! Кем гүренә кем инһен! Йә Раббым, ризамын, ризамын. Ошо яңғыҙлығым үҙәккә үткәнгә әйтеп ебәрҙем...
Яңғыҙ шул Хәҙисә. Яңғыҙ булмаған сағы булдымы икән һуң? Булды. Егерме йыл бәхеттең аҡ елкәнле көймәһендә йөҙҙө Хәҙисә.
... - Ҡыҙ баламды минең, буҙ* баламды, - тип һөйә ине Хәҙисәне әсәһе. Әсәй ҡуйынында буҙ бала бәхетле, иркә, күңеле бөтөн, донъяһы теүәл булалыр, шуға ла ул буҙҙыр, тип уйлай ине Хәҙисә. Ә тегеләр күмәк булғас, уларға иркәләү теймәйҙер.
Был бәхет бер ҡасан да бөтмәҫ, атай - әсәй бер ҡайҙа ла китмәҫ кеүек.
- Һиңә рәхәт, һин бер үҙең генә!
Ҡыҙҙар шулай тиҙәр, әсәһе буҙ* балам, тип һөйә, атаһы буҙыҡай, ҡыҙыҡай, тип шаярта. Бәхет икән буҙ булыу!
- Һиңә рәхәт! Бәтә нәмәң бар! Ҡурсаҡ кеүек кейенәһең. Беҙҙең кейем ямау өҫтөндә ямау, - тип көнләшә ине ҡыҙҙар. Бар шул, ҡалайтһын булғас. Тик Хәҙисәнең дә юғы бар. Бөтә нәмәһе булыу менәнме? Ағайың йә апайың, ҡусты - һеңлеләрең булмағас?..
Өй беренсә ете - һигеҙ бала булғанда, Хәҙисәләре бер бөртөк кенә ине Шәкирйән менән Ғәрифәнең. Ҡалайтһындар тыуған береһе үлеп тик торғас... Ул саҡтарҙа ни...Герман һуғышынан һуң гыраждары* һуғышып киткән, бик яман аслыҡтар булған. Әллә ниндәй күмәк ауырыуҙары сығып ҡына торған.
Хәҙисәнең игеҙ һыңары малайға ла ғүмер бирмәгән, исмаһам.
Ҡара сәсәк яман булған, ти бит элек. Нисек бер дауаһы булмаған икән? Хәҙисәнең игеҙе ир бала булһа ла бирешкән. Илап ҡына ятып үлгән. Шәһит, тип исем атап ерләгәндәр. Ә Хәҙисәнең уң күҙенә аҡ һалған шул ауырыу.
- Һин дә саҡ ҡалдың инде, - ти торғайны әсәһе. - Сәсәктең ояһы уң күҙеңдә булды. Үҙеңдең йылы ғына кесекәйеңде күҙеңә тамыҙҙым, битеңде йыуҙым. Битеңдең ала танығы ҡалманы бит хатта, ҡара ҡысыу баҫты ла ҡуйҙы.
Үҫә килә Хәҙисә буҙыҡайҙың, буҙ баланың сәстән һыйпап, арҡанан һөйгән саҡтағы яратып ҡына әйткән һүҙ түгел икәнен аңлай башланы.
Ун ете йәш ине Хәҙисәгә. Әхирәттәренә эйәреп, тәүге тапҡыр Ҡыҙҙар тауына киске уйынға сыҡҡайны.
Күңелле була икән бында! Бейене, уйнаны, көлдө, шаярҙы. Ҡыуанып йөрөп ҡайтты.
Икенсе уйынға күрше ауыл егеттәре лә килгәйне. Ҡыҙҙар тауы гөрләп торҙо ул йәйге төндә. Йәйҙең ҡыҫҡа төндәрендә ни байыған ҡояштың шәфәғе юйылып өлгөрмәҫтән, таң һыҙыла башлай. Өлгөрөп ҡал уйнарға ла, башҡаһына ла.
Егеттәрҙең бер - икеһе тау итәгенә төшөп, ҡыҙыу - ҡыҙыу һөйләшеп сыҡтылар. Ҡыҙ бүлешкәндәрҙер һәр саҡтағыса. Мозафар тигән егет Хәҙисә эргәһенән китмәне. Үҙенең дә йөрәге бар икәнен, ҡайҙа тора икәнен шунда саҡ белде Хәҙисә.
Мәңге онотмаҫ Хәҙисә ул йәйге таңды.
Бейенеләр, уйнанылар, көлдөләр, шаярҙылар. Ҡайтырға булып, хушлаша - таралыша башлағас, Хәҙисә лә ҡыҙҙар артынан ынтылды.
- Һайт, ҡыр кәзәһе! Сабыр ит! - Мозафар Хәҙисәнең оҙон толомон эләктереп алды.
- Көт әле саҡ ҡына. Һүҙем бар.
Егет Хәҙисәнең толомон ысҡындырҙы ла ике яурынынан тотоп, үҙенә борҙо.
- Хәҙисә, әйҙә ысынлап, ихласлап танышайыҡ, осрашып йөрөйөк. Һине бик оҡшаттым мин, Хәҙисә. Ҡурҡма минән, оялма. Башыңды ҡалҡыт сәле, Хәҙисә...
Хәҙисә башын күтәреп Мозафарға төбәлде.
Ә таң шундай аяҙ, шундай яҡты. Хәҙисәнең бәхетенә ҡарышҡан шикелле яҡты. Үҙәктәрҙе өҙөп, һандуғас сутылдай. Ә Мозафар шул тиклем сибәр, шул тиклем яҡын. Тик матур ҡуңыр күҙҙәре шаҡ ҡатыуҙан ҙур итеп асылған...
Хәҙисә сейә һөйәген алырға булып, урынынан торҙо. Юҡ, быны алыштырыр, бигерәк бөтөп киткән. Сейә үәринйәһенән бер бөртөк емеш алды ла тышын һыҙырып, һөйәген ҡапты.
- Сем - сем, семәсүк, борсаҡ ҡорот Хәҙисүк... Берегеҙ ҡалһасы миңә иптәшкә, ҡыҙҙар.
Тәҙрә янына килеп ултырҙы. Әүәлге кеүек сәғәт буйы Ҡыҙҙар тауына ҡарап тора алмай хәҙер, аяҡ быуындары тотмай. Ҡыҙҙар тауы уларҙың ҡаршыһында ғына, ана, йылға аръяғында. Үтте инде, ҡалды... Мозафарҙың ҙур асылған матур ҡуңыр күҙҙәре шунда ҡалды.
Ҡыҙҙар тауына теге таңдан һуң Хәҙисә башҡа йөрөмәне. Әсәһенең алдына ятып иланы - иланы ла...
- Буҙ булмаһаң ғына ярар ине, балаҡайым, зарлы яңғыҙ ҡалайтырһың?
Әсәһе лә иланы
Ҡыйылып киткән ҡаштар, оҙон керпектәр аҡ һалған күҙҙе, текә маңлай, төп - төҙ нәфис танау, бешкән сейә төҫөндәге ирендәр, икенән үреп төшөрөлгән ҡап - ҡара сәстәр, тал сыбыҡтай зифа буй - һын йөҙөңә һибелгән тәрән шаҙраларҙы йәшерә алмай икән...
Хәҙисә кеше менән башын эйеп һөйләшеп өйрәнде, күҙҙәрен ҡуйы керпектәре менән күләгәләне.
Йәшлек үҙенекен итә бит - ит ултырып, тулыланып китте Хәҙисә. Бите лә шымарҙы, буйтым тигеҙләнде. Эшкә тилбер, һөйкөмлө һөйәк йәш ҡыҙға һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр ҙә ымһынып ҡарай башланы. Ул саҡта ирҙәр һанда һаяҡ ине шул. Ҡатын йорто - быуа быу. Хәҙисә яманат сығарманы, үҙен тотто.
Уға ла өлөш ҡалған шулай ҙа. Һуғыштан алда уҡ ниндәйҙер ғәйеп тағылып ҡулға алынған, һуғышҡа Карлагтан штрафбатҡа алынып, тура алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән, һуғыш бөткәс, тағы ете йыл хеҙмәт иткән 35 йәшлек сал егет ҡайтты ауылға. Илдән сығып киткәненә ун биш йыл үткән
Шәкирйән ағай, Ғәрифә еңгә, тип Хәҙисәләргә туҡталды туғанлығы булмаһа ла. Исеме - Мозафар.
Колхоз эшенә егелде иртәгеһенә үк. Өйҙә һирәк тап булыштылар.
Көҙ етте шулай йәшәп. Бер кисте Хәҙисә киске һауындан ҡайтып ҡулын йыуып тора ине, атаһы менән Мозафар ағаһының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды.
- Нишләп һаман һин? Башҡа кеше юҡмы ни калхузда?
- Халастуйҙарҙы йыялар бит, ағай. Минең ни симейә юҡ.
Ҡайҙа ебәрәләр, нишләп ебәрәләр - Хәҙисә ҡалғанын тыңлап бөтмәне, ҡото осоп Мозафарҙың алдына барып баҫты.
- Китмә, ағай! Китмә, Мозафар! Мине симейәң итеп ал!
Мозафар шаҡ ҡатты, атаһы телдән яҙҙы, әсәһе илап ебәрҙе.
Хәҙисә үҙе, оялып, битен устары менән ҡапланы ла сығырға уҡталды.
- Хәҙисә, туҡта, Хәҙисәкәй. Һуң, мин бит... Миңәме, бараһыңмы? Ысынмы ни, Хәҙисә?
- Барам! Ал мине, ағай...
Мозафарҙы тәүге төндәрендә тағы аптыратты Хәҙисә.
- Хәҙисә... Һин һаман... Һин ҡыҙмы ни һаман, Хәҙисә?
- Ҡыҙ булмай, егет булайыммы? Мына бушҡа аптыраған. Ҡыҙыҡ хәбәр һалдырып ятаһың!
Матур йәшәнеләр. Бер береһен яраттылар, ҡәҙер иттеләр. Балалары булманы тик.
- Минән юҡтыр ул, Хәҙисә. Йәшкә лә олораҡмын. Анау типкеләүҙәренә. Анау барак һыуыҡтарына... Һиңә бала кәрәктер, ҡалайтайыҡ?
- Кәрәк булһа, ҡалайтаһың? Таштан йүкә һуяйыҡмы, кәрәк тип? Балаһыҙҙар бер беҙ генә түгел бит. Бары еткән беҙгә. Һине биргәнгә шөкөр. Буҙ булып ҡалырмын инде ғүмерем буйы, тип ҡайғыра инем, Бәхетем ҡалҡты, Мозафар, һиңә ризамын, ризамын. Артыҡ бәхет кәрәкмәй - үкенескә була ул.
Мозафарының әкиәт өйө һымаҡ итеп һалған өйөндә көн итә Хәҙисә. Ҡырҡ йыл көн итә. Хәҙисә үҙе шулай ти:
- Көн итәм, - ти. Егерме йыл бәхеттең аҡ елкәнле көймәһендә йөҙөп йәшәгәйне, инде ҡырҡ йыл йәне яңғыҙ Ҡыҙҙар тауы - ҡайғылашы.
Йөрәктән, баштан сыҙаманы аҙаҡҡа табан Мозафары. Лагерь касафаты ла, һуғыштыҡы ла булғандыр инде. Түшәк тартып, оҙаҡ та ятманы.
- Тубыҡтан һыу эсендә торғанымда, примой пападанйа осороп алһын да китһен на щурт, илап ҡалыр кешем юҡ, тип иланым акупта. Ир ғүмерендә бер иланым шунда. Мына икенсегә илайым. Һин илап ҡалма, буҙыҡай. Васыятым был. Тубыҡтан һыу эсендә был юлы тора алмам...
Бөгөн иртәнсәк әллә төш итеп күрҙе, әллә был көйө күҙ алдына килде - Ҡыҙҙар тауына ҡул болғап саҡыра Хәҙисәһен Мозафар. Сәмәриәләр ҙә күренеп - күренеп ҡала тауҙа.
- Барам, барам. Алырһың тағы симейәң итеп. Ятып ял итеп алайым да тәүҙә. Көт.
* Буҙ - яңғыҙ, ишһеҙ.
*Гыраждар - граждандар.
Һүрәт - Әхмәт Лотфуллин әҫәре