Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
18 Декабрь 2020, 13:00

Рәнйемә, Аҡтырнаҡ

- Аҡтырнаҡ! Аҡтырнаҡ!.. – Үҙ аяғына үҙе эләгә-йығыла йөрөгән туңҡыш Сажиҙә этаяҡҡа һөйәк-һаяҡ ырғытты ла этен саҡырҙы. Һәр саҡ ас булғанлыҡтан, исемен ишетеү менән уныһы атылып килеп етә ине. Был юлы күренмәне. Хужабикә утынлыҡҡа күҙ һалды. Хәстрүштең көн иткән урыны шунда. Ярҡанан әтмәләнгән тишек-тошоҡ ояһына ҡарағанда, утын һарайын ҡулайыраҡ күрә ул.

Иҙрис НОҒОМАНОВ.
РӘНЙЕМӘ, АҠТЫРНАҠ!

– Аҡтырнаҡ! Аҡтырнаҡ!.. – Үҙ аяғына үҙе эләгә-йығыла йөрөгән туңҡыш Сажиҙә этаяҡҡа һөйәк-һаяҡ ырғытты ла этен саҡырҙы. Һәр саҡ ас булғанлыҡтан, исемен ишетеү менән уныһы атылып килеп етә ине. Был юлы күренмәне. Хужабикә утынлыҡҡа күҙ һалды. Хәстрүштең көн иткән урыны шунда. Ярҡанан әтмәләнгән тишек-тошоҡ ояһына ҡарағанда, утын һарайын ҡулайыраҡ күрә ул.

Дүрт тәпәй осо менән түше – аҡ, ә ҡалған яғы сөм-ҡара лайка тоҡомло баҫалҡы тәбиғәтле Аҡтырнаҡ ысынлап та шунда ине. Бөгәрләнеп ятҡан да, гүйә, хужабикәһенең өндәшкәнен ишетмәгәндәй, ҡымшанмай ҙа. Тик күҙҙәре генә бер асыла, бер йомола. Уларҙа ниндәйҙер әрнеү ҡатыш һыҙланыу сағыла.

– Аһ, аһ, тамағың туҡ икән! – тине Сажиҙә, муйырылып ҡарап ятҡан эткә асыуланып. – Башҡа саҡта элмәндәп йөрөгәнеңде...

– Искәндәр, анауы аснәҡәтең һалғанды ашаманысы. – Утын күтәреп өйгә ингәс тә, яңылыҡты иренә еткерә һалды. – Ҡыбырларға ла йыбанып ята, ата ялҡау.

– Кемде әйтәһең? – Быйма табанлап ултырған Искәндәр һүҙ айышына төшөнмәне.

– Шул эшкинмәгән этеңде инде, кемде булһын...

– Ашар әле, – тине ире ырыя ғына. – Туҡтыр. Бәлкем, иштиһаһы юҡтыр.

– Нимә тинең? – Сажиҙә ауыҙын салышайтып, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Иштиһаһ! Таптың һүҙ! Туйынып, бер ҡәнәғәт йөрөгән сағы булырмы икән уныңдың? Мәңге элмәндәй, мәңге темеҫкенә.

– Ни өсөн шул тиклем Аҡтыр­наҡты яратмайһың, Сажиҙә? – Искән­дәр, әсенеп, бисәһенә ҡараны.

– Абау! Яратам, тип ҡосаҡлап алып ятайыммы уны? Минең ҡуйынға бер тинтәк тә еткән, хатта артығы менән…

– Һин бигерәк инде…

– Ҡоро тамаҡ яуы бит уның, урынына берәй баш сусҡа аҫраһам...

– Уның ҡарауы, һунарҙа алыш­тырғыһыҙ.

– Һунарыңды ла әйтер инем инде. Файҙаһы бер тинлек ҡуян, ә расхуты...

Ҡатынының холҡон белгән Искәндәр тиҙерәк сығып китеү яғын ҡайырҙы. Абайламай һөйләп, утҡа тағы кәрәсин һипте түгелме? Ифрат ҡапыл тоҡана ла китә шул Сажиҙәһе. Дөрләп китә, тиҙ һыуына.

Малдарын ҡарағас, Искәндәр утын һарайына инде. Иркәләнергә, һике­рәңләп уйнарға әүәҫ эт был юлы ҡы­бырларға ла уйламаны. Хужа, эйелеп, уның яҫы маңлайынан һыйпаны, йомшаҡ итеп һүҙ ҡушты.

– Нимә булды, Аҡтырнаҡ, берәйһе ҡыйырһыттымы әллә?

Эт ҡойроғон теләр-теләмәҫ һелкә биреп ҡуйҙы ла ауырлыҡ менән башын ҡалҡытты. Уның ярым асыҡ ауыҙынан һеләгәй аға ине. «Ағыулағандар!»

– Аҡтырнаҡты ағыулағандар, буғай, – тине ашығып өйөнә ингән хужа әрнеүле тауыш менән. – Йылы һөт бир әле.

– Дөмөкһә ярар ине, аскернә! Йылы һөт уға, ишеү, етмәһә! – Сажиҙә оторо енләнеп китте. – Юҡ һөт! Булһа ла бирмәйем!

Аҡтырнаҡ ҙур ҡыйынлыҡ менән һауығыуға барҙы. Үлеп терелде. «Эт йән» тип ундайҙарға юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Танымаҫлыҡ булып ябығып хәлһеҙләнгән эт көслөк менән аяғына баҫты, тәнтерәкләп, сайҡала-сайҡала ихатаға, көн яҡтыһына сыҡты.

– Мә, аҡыллым, тамаҡ ялғап ал. Әҙәм күргеһеҙ булғанһың бит. – Искәндәр уға икмәк һынығы ырғытты. Ә тегеһе, мәғәнәһеҙ ҡарашын хужа­һына төбәгән килеш, урынында тороуын белде. Ҡарт һунарсының һиҙгер күңеленә шик йүгерҙе. Ул этенең мороно алдында ҡулын тегеләй-былай болғаштырҙы, эйелә биреп шом тулы, йәм-йәшел күҙҙәренә ҡараны. Этенең күҙҙәре күрмәй! Шундай һунар этен әрәм иттеләр, их, ҡара эслеләр!

Зәғифләнгән Аҡтырнаҡ Сажиҙә­нең хас дошманына әүерелде.

– Суртыма аҫрайһыңмы шуны? – тип ябырыла ул иренә. – Бысағыма кәрәкме эттең һуҡыры? Дөмөктөр! Кәрәгенән аҙыраҡ ашатҡанмын икән ағыуҙы!..

Ошо һүҙҙәрҙән һеңгәҙәгән Искән­дәр шулай ҙа уйлап ҡуйғыланы – ыҙа сиктергәнсе, әллә атырға ла ҡуйыр­ғамы ғәрипте? Тик йәлләне. Уныһы, томана күҙҙәрен тауыш килгән юҫыҡ­ҡа төбәп, башын йә ул, йә был яҡҡа аушайтып торған була. Хас та бер гонаһһыҙ сабый инде. Нисек итеп йәлләмәйһең, ҡалайтып ҡыҙғанмай­һың шунан? Ис­кәндәр тәүәккәллек ме­нән тоҫҡаған мылтығын әкрен генә кире төшөрә. Ҡайһы аралалыр еүеш­ләнеп киткән күҙҙәрен ең осо менән ҡоротоп ала, ауыр көрһөнөп ҡуя. Тә­тегә баҫырға көсө лә, намыҫы ла етмәй уның. Етмәҫ тә. Һунарсымын тигән һунарсы һунар этенә бер ваҡытта ла атмаҫ.

Декабрь баштарының томанлы бер көнө. Ни ҡар, ни ямғыр тигәндәй, аяҡ аҫты боҙлауыҡтан ялтырап ята. Сажиҙә Аҡтырнаҡҡа мөнйөлгән ҡаҡ һөйәк быраҡтырҙы.

– Тик ятҡансы, кимереп ят, онҡот!

Эт тауышты ишетте, әммә үҙенә тәғәйен ризыҡтың ҡайҙа барып төш­кәнен ҡапыл-ҡара абайламай, йәнһеҙ күҙҙәрен баҙырайтып, еҫкәнә-еҫкәнә, болдорға яҡынлашты.

– Аңшайған, аңра һуҡыр! – тип эткә килтереп типмәксе итте. – Мә, нишана, тәре!

Аҡтырнаҡ ниндәйҙер эске һи­ҙемләү менән янтайып өлгөрҙө. Эткә йүнәлтелгән аяҡ яҙа уҙҙы, икенсеһе тайып китте һәм Сажиҙәнең ауыр кәүҙәһе туң ерҙе тетрәтте. Ҡоймос һөйәге бәрелеүҙән ҡатындың һыны ҡатты, әммә тауышы баҫылманы.

– Ай! Харап итте! Билһеҙ ҡал­дырҙы! Үлтерҙе, тыума! – Буш ихата эсен йөрәк өҙгөс сәрелдәк ауаз яң­ғыратты. Сарға бисә бәлә һалып, боҙ өҫтөндә аунаны. Көтөлмәгән шау-шыуға хафаланған Искәндәр йүгереп тышҡа сыҡты.

– Күпме әйттем һиңә, юҡ ит шу­ныңды, тип! Башымды ашаны, ер йот­ҡоро, үләт йыҡҡыры, ҡәбәхәт! – Бәләгә тарыған хужабикә ҡарғанып-ҡарғана. Һис тыныслана алмайынса, бер зыянһыҙ эткә бәддоға уҡый.

Ныҡ һелкенеүҙән Сажиҙә оҙайлы ваҡытҡа билдән яҙҙы, айҙан ашыу хәстәханала ятып сыҡты. Унан ҡайт­ҡас та, иң әүәл ихата эсендәге эт эҙҙә­ренә иғтибар итте.

– Теге емтегеңде һаман да йөрөтөп ҡуйғанһыңмы? – тип иренә йәнә бәйләнде.

– Ҡуй, Сажиҙә, йәберләмә шул мәхлүкте. – Искәндәр һаман этен яҡлашты. – Йәшәһен, байғош. Бер ғәйебе лә, зыяны ла юҡ бит уның.

– Ғәйебе юҡ, имеш. Ә кем мине ошо көнгә төшөрҙө? Кем минән ғәрип яһаны? Ярар, һин йәлләһәң, үҙем…

…Буранлы бер төндә, Искәндәр ҡарауылға киткәс тә, Сажиҙә ике урам аша йәшәгән мал табибына юлланды. Маҡсаты ҡәһәрле һанаған эткә эсерер өсөн ағыу алып ҡайтыу ине. Бараһы ере ярайһы алыҫ ҡына. Өҫтәүенә йыл­ға аша сығырға кәрәк. Төн ҡараңғы, ҡаршыһына сасҡау әсе ел иҫә.

Ҡатын, сыҡҡан еренән өйгә кире инергә лә уйлап ҡуйҙы, әммә алама холоҡ үҙенекен итте. Ҡулындағы таяғын уңлы-һуллы һелтәштереп, ваҡ аҙымдар менән алға, ҡараңғылыҡҡа атланы. Их, белгән булһа шунда…

Үҙенсә иң ҡурҡыныслыһы тип иҫәпләгән тар баҫманы үткәйне инде. Артабан хәүефләнерлек урын да юҡ һымаҡ ине.

Көтмәгәндә-уйламағанда аяғы аҫ­тында ер уйылып киттеме ни! Ҡа­раңғы – юҡҡа йөҙөн ыжғыр елдән ышыҡлап бер ни уйламай барған Сажиҙә йәһәннәмгә осто. Һәр хәлдә үҙенә шулай тойолдо. Хатта ҡысҡы­рырға ла өлгөрмәй ҡалды. Башы бәре­леүҙән күҙ алдында сатҡылар уйнаны, ҡот осҡос ауыртыныу мейеһен һел­кетте. Ҡатын күпмелер ваҡытҡа иҫен юғалтты.

Һушына килгәндә аяҡ-ҡулы ныҡ ҡына өшөгәйне. Бар көсөнә тырышып-тырмашһа ла, тәрән соҡорҙан сыға алманы. Яр һалып ҡысҡырып маташты, һөрәнләп илап та ҡараны – ишетеүсе булманы, эҙләп бер кем дә килмәне. Ғинуар һыуығында ҡалын бейәләй ҙә, йылы быйма ла ярҙам итмәй икән ул. Аяҡтарының да, ҡулдарының да бармаҡтары өшөүҙән иҫ белмәй башлағанда Сажиҙә ысынлап ҡурҡыуға ҡалып, күңеленә шом йүгерҙе. Гонаһ шомлоғо. Әжәле ошо микән әллә? Үҙәгенә үткәргән боҙло ел йә яндырып өтөп ала, йә туңдырып иҫен китәрә. Бер ни тоймай башлаған ҡатындың күҙҙәренә ялҡын күренә. Уф, ниндәй эҫе! Ул бейәләйҙәрен сисә, устарын утҡа яҡын килтерә. Йылы! Йомшаҡ, наҙлы ҡағылыуҙан ҡатын бер аҙға ғына асылына ҡайта. Ҡулдарын эт ялай икән! Ҡалай рәхәт, ә!

– Аҡтырнаҡ! Аҡтырнағым минең! – Сажиҙә әллә ҡыуаныстан, әллә үкенестән иламһырай, күҙҙәренән йәш сыҡмай. Күҙ йәштәре туңған! – Бар, ҡайта һал, ҡәҙерлем! Хужаңды – Искәндәремде әпкил…

Йәнә билдәһеҙлек, тағы ялҡын…

…Искәндәр болоттай боҫ эйәртеп, бер аҙ ғына йылынып алмаҡ булып, ҡарауыл өйөнә ингәйне. Ел олоуына ҡушылып, эт сыйылдағаны ишетелде. Аҡтырнағының инәлеүгә тартым тауышын таныған Искәндәр ишекте шар асып ебәрҙе. Ни сәбәптәндер ярһыған эт сәңкелдәп, элекке, һау сағындағы һымаҡ, хужаһының ҡосағына ташланды. Аҡтырнаҡ лауылдап өрөргә тотондо. Хужаһының еңенән, балағынан эләктереп тартты, уның тирәләй туҡтауһыҙ әйләнде. Аптырауҙан иҫ-аҡылы ҡороған хужаһының кинәт зиһене асылды: «Өйҙә ниҙер булған!» Хәтәр уй ток һуҡҡандай тәьҫир итте. Искәндәр сығып йүгерҙе. Эт, шат­лығынан һикерәңләгән бала ише уйнаҡ­лап, алдан төштө. Тик ул нишләптер өйҙәре яғына түгел, бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа, йылға аръяғындағы урамға ҡарай тартып, шул яҡҡа әйҙәй. Байтаҡ барғас, эт ҡапыл юҡҡа сығып, йәлп-йөлп иткән ҡара шәүләһе ғәйеп булды. Искәндәр, йүгереп барышлай, саҡ соҡор эсенә османы. Һыу үткәргес өсөн ҡаҙылған ике метрҙан ашыу тәрәнлектәге канау ине был. Соҡор төбөнән эт шың­шығаны ишетелде, кемдер ғазаплы ыңғырашып ҡуйҙы.

– Сажиҙә!!!

Асырғанып ҡысҡырған ир тауышын ел үкереүе йотто.



***

Урам буйлап аҡ түшле, аҡ тәпәйле эт етәкләп, ҡара күҙлек кейгән йыуан­тыҡ кәүҙәле ҡатын килә. Аҙымдары ауыр һәм ифрат аҙаплы.

– Һаумы, Сажиҙә инәй! – тип сәләмләй уны танығандар. Таныма­ғандары иһә үтеп киткәс тә, сәйер­һенеп, артына боролоп ҡарап ҡала. Оло кешенең ауыл ерендә көпә-көн­дөҙ эт етәкләп йөрөүе – ят күренеш. Ҡала булһа, бер хәл. Сит-ят кешеләр әлеге инәйҙең көнө ошо, күрер күҙгә матур ғына эткә ҡалып, ҡасандыр үҙе көн күрһәтмәгән шул эт бөгөн уның күҙе лә, ҡолағы ла икәнлеген белмәй. Эйе, эт менән хужабикә бөгөн икеһе бер хәлдә. Тәҡдир тигәнең уларҙы шулай тигеҙләп ҡуйҙы. Тәүгеһенең күҙҙәре ыу зәхмәте­нән күрмәһә, икенсеһе мейеһе һелке­неүҙән тома һуҡыр, етмәһә, шыпа һаңғырау ҙа булып ҡалды. Аҡтырнаҡ хәҙер шыҡһыҙ утын һарайында йәшә­мәй. Мәрхәмәт­ле хужаһы уға йылы, ҡупшы, уңайлы, иркен оя яһап ҡуйҙы.

– И-и, Аҡтырнағым минең! – Сажиҙә этенең башынан һыйпап, яшыҡ арҡаһынан һөйөп ала. – Һин булмаһаң, ниҙәр генә эшләй алыр инем, йә инде? Тәңрем һинән айыра күрмәһен берүк. Ниңә шулай рәнйет­тем икән үҙеңде? Белмәнем шул…
Читайте нас: