Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
6 Ғинуар 2021, 13:45

Дилбегә Хикәйә

Йоҡлай алманы бөгөн Миңлезата. «Кеше итеп эшкиндерә аламы бәпәйен, юҡмы Нәҡиәһе? Эш ҡулы етешмәй колхозда – барып хәлдәрен белә алғаны юҡ. Үҙенең донъяһының күптән ҡото китте. Бер үҙенә һыйыр нимәгә, көҙгә алып барып тапшырыр инде Нәҡиәһенә. Кейәүе булһа ла һауыр. Әллә йәшәүҙән төңөлөүеме? Ҡуй, тороп, йыуып-йышып ҡуйыр кәрәк. Унда ҡуҙғалырға иртәрәк әле, иртәрәк. Аяҡҡа баҫтырышаһы бар бит әле Фатимаһын», – тип үҙ алдына һөйләнде ҡатын. Бригадир ике килеп урап, тәҙрәгә туҡылдатты, ҡатын тауыш бирмәне. Арманһыҙ булып, ағартырын ағартып, ҡағырын ҡағып, йышырын йышып, һыйырының кө­төүҙән ҡайтҡанын көткән Миңлезата ҡапылғара ҡубып атҡарып ташлаған эшенән аптырап ултыра. «Ат егеп бынауы мәлдә кем йөрөй», – тип уйлап өлгөрҙө, эргәһенә килеп туҡта­ған арбанан кейәүе төштө:

Миңнур ҠАСИМОВА
Дилбегә

Миңлезата туранан-тураға йүгер­ҙе. Ике ауыл араһы егерме саҡрым – өйлә менән икенде араһында ғына үтергә иҫәп тота ине, әле арыуыҡ ҡалды. Үҙе­нең күләгәһе ике тапҡырға артты – шишмә янында тәһәрәтлә­неп, икенде намаҙын уҡып алды. Бер аҙ хәл ингән­дәй булды, юҡһа, йөрәге иртәнсәктән тулап тик тора.

«Йә, ни йәнем менән сыҙап, ошо көнгәсә ултырҙым инде? Колхозда эш бөтмәҫ ул, бер баламды юғалттым, инде икенсеһен һалайыммы?» Тамағына ты­ғылған төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе. Ултырып оло ҡыҙының рух-шәрифенә доға ҡылды. «Урының ожмахта ғына бул­һын инде, балам! Һуғыш йылдарында һаҡлап ҡала алғанды…» Түгелеп илап ебәрҙе. Һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәр са­ғында сабыйы ла үҙе менән китте. Кө­нөң бөтһә, сәбәп кенә инде. Күкрәге тағы семтеп-семтеп алды. Услап һыу эс­кәс, йөрәге бер аҙ урынына ултырғандай булды. «Насар хәбәр яҡшыһынан тиҙ йөрөй. Моғайын, имендер. Нимә уйлап ҡына сығарып ебәрҙем һуң күҙ терәп торған баламды? Әле тегендә, әле бында ҡасҡындар осрай, тигән хәбәрҙе ишетеп торалар, шулар ҡулына эләкһә…»

Нәҡиәһе менән бер ай элек булған һөйләшеүҙе күҙ алдынан үткәрҙе.

– Еҙнәм ни генә хәлдә икән, әсәй?

– Белмәйем шул, балам. Һуғыш күр­гән кеше бит, яҙылыр. «Әллә кемдәр өмөт итеп йөрөйҙөр әле…» – Быныһын ҡысҡырып әйтмәне.

– Көн дә апайым төшөмә инә. Еҙнә­мә ҡарай ҙа, бер нәмә лә өндәшмәй. – Һуҙып әйтеп ҡуйҙы Нәҡиә. Ҡырылмаһа ҡырҡ һылтауын табып, иркәләтеп өйҙә генә тота шул ҡолонсағын Миңлезата. Тиңдәштәре күптән ҡырҙа ятып, колхоз малына бесән эшләй. Башта төрттө­рөүселәр бар ине, хәҙер бер кем дә өндәшмәй.

– Әсәй, әллә йыуаса бешереп кенә барып киләйемме?

– Яңғыҙың үткәнең юҡ бит әле ул юлдан. Тағы кеше күҙенә күренеп ки­теп барһаң да оҡшамаҫ. «Башынан сыҙа­май» тием һораған береһенә. Апа­йың­дың кейемдәрен алып ҡайтып ке­йерһең инде. – Әйтеп бөтөрә алманы. «Кемдәр генә яҫтап ятыр инде күҙ нурҙары түгеп ҡораған түшәк­тәрен? Әллә анауы сергетышлы кейеҙен генә һорап алһа инде? Өлкән ҡыҙының төҫө итеп кенә һаҡлар ине. Тора бирер инде кинйә ҡолонсағы янында. Тартып-һуҙып, саҡҡа тамағыңа еткергәндә, бирнә әҙерләп буламы?»

– Яңы ун дүрте тулған ҡыҙға кейәү уйлап торамсы! – Ҡысҡырып әйтә ҡуйҙы.

– Нимә тинең, әсәй?

– Әстәғәфируллаһ! Шайтаным ҡо­торталыр. Сепрәк өсөн кейәүе менән ара боҙмаһа инде! Сергетыш юллатып ҡына йөрөмәһәм…

…Ай башында тәүәккәлләп сығып киткән Нәҡиәһе һаман юҡ. Ай тулғанға ни ғүмер. «Оҙон уйға төштөм. Кин­гәткән икән. Йәш саҡта йүгереп кенә үткән юлдар ҙа бит». Аҙымдарын тиҙләтте Миңлезата.

– Ҡолонсағымды! – Урындыҡта ялан аяҡтарын болғап, ҡурмас ашап ултырған ҡыҙын һыға ҡосаҡлап алды. – Ниңә шул тиклем оҙаҡ ҡайтманың?

– Әй, мин еҙнәмә барҙым да ҡуйҙым. – Ике улының похо­ронкаһын алған һәм бер ҡыҙын ерләгән әсә был хәбәрҙе күтәрергә әҙер түгел ине – шаңҡып иҙәнгә шыуып барып ятты…

***

– Ҡәйнә! Нисек улай килеп сыҡ­ҡанын аңлата алмайым. Шулай булды инде...

– Апайымдың ике күлдәге лә яраманы. Ҙурайғас кейермен инде. – Нәҡиә­нең үҙ хәсрәте.

Миңлезата тышҡа күҙ һалды: аҡшам күптән уҙған, был хәлдә бөгөн ҡайтып етә алмаҫ. Ни хәл ҡылырға? Сыпранлап та әллә нәмә сығарып булмаҫ. Булыры булған, буяуы уңған.

Кейәүе ҡаҙан аҫтында көлдө бол­ғаштыра – һыу ҡайнатып ултыр­ған кеше лә юҡ икән.

– Никахлы ҡатын башына яулыҡ ябына. – Әйтте лә телен тешләне.

– Никахһыҙбыҙ шул, ҡәйнә, – ба­шын бормай ғына һөйләнде кейә­үе. Әүәлгесә «ҡәйнәм» тип өҙөлөп әйтә алмай икән.

– Әллә үҙең уҡый ҙа ҡуяңмы, әсәй? – Балалыҡтан сығып бөтмәгән, эй, һан­тый ҡыҙ бала.

Яуап булманы. Ҡурмасҡа ҡушып ҡына сәй эстеләр. «Көлсә бешереп кенә ултырған булһасы!» – Тағы өндәшмәне.

Ашъяулыҡты йыйып, Нәҡиә урын һала башланы.

– Мин һарай башында йоҡлайым. – Аулаҡта аңлашһындар тинеме, тартындымы – ҡултыҡ аҫтына кәзәкейен ты­ғып, кейәүе сығып китте.

– Өйҙәге һымаҡ ҡосаҡлашып ҡына йоҡлайыҡ әле, әсәй! – Артыҡ иҫе кит­мәне ҡыҙының ир тигәненә.

– Миңә айырым һал. – Һөй­лә­шерлек түгел, теле көрмәләнеп тора Миңлеза­таның. Шулай ҙа, ике нама­ҙын ҡаза ҡы­лыр хәл табып, тән­терәкләп менеп ятты. Иртәнге намаҙҙы уҡығас та ҡуҙғалыр. Улар торғансы, юлланғаның хәйерле. Әллә ни әйтер, ғүмерлек үкенес булыр. Өй­рәнгән ғәҙәт буйынса боролоп ҡына ҡыҙының өҫтөн ябайым тиһә, күпертеп һалынған урындың буш икәнен аңғарҙы.

– Шулай килеп сыҡҡан икән шул! Үҙең иркәләткәс, кемгә үпкәләйһең инде…

***

Миңлезата ҡыҙының турғай суҡышындай ғына имсәгенең осон ҡыҫып тотто:

– Һыҡ, һыҡ! Ыуыҙы тығылған. Тирткән бит. Осондағыһы ысҡынһа, хәҙер эйеп китә.

Сәрелдәп илаған ҡыҙының ай-вайына ҡарамай, тартҡылауын белде.

– Әсәй, әсәкәйем! Ауырта. – Аяҡтарын болғап ҡысҡырыуын белә Нәҡиә.

– Алда башың менән уйлар инең. – Йырылды быуа­һы! Туғыҙ ай өндәшмәй түҙ­гәнде… Ҡы­ҙыңды үҙ мәлендә ҡырҡ ерҙән ҡырҡып, тыяһы урынға, йөрө инде хәҙер үҙеңдең ауыҙыңды үлсәп асып. «Артыҡ хәбәр һалып ҡуйма­йым» тип, көнөнә генә килеп ураны бит ошоғаса.

– Эҫеләй генә ҡалған шул. Беҙҙең заманда буйға уҙмай, өс-дүрт йыл йөрөйҙәр ине әле. – Кендек инәһе булған күрше әбей табынға хуш итһә лә, ҡуҙғалмай ултыра ине һаман. «Күрҙең – ҡармаҡты үҙең башлап емләгәс, ҡабыусыһы табылды. Их, телеңде! Бүрәнә ярығына тыҡһаң да, үсең ҡанмаҫ. Шуларҙан башҡа кемем бар?» Миңлезата, эстән үҙен әрләй-әрләй, башын борғолап имергә эҙлә­гән сабыйҙы Нәҡиәгә тоттороп, имсәк башын ҡаптырҙы. Уныһы, мең йәшәгер, уймаҡтан да кесе ауыҙы ме­нән һурырға кереште. Бәпес имеҙеү ләззәте үҙенең буйын зымбырҙатып үткәндәй булды – күҙенә тығылған йәште яулыҡ осо менән генә һөртөп алды.

– Фатима! Ҡайҙа, ҡыҙымды күрһә­тегеҙ әле. – Исемде ҡәйнә ҡушып ҡуй­маһын, тип уйланы әллә? Ишек­тән ингән Фәйзуллаға арты менән баҫты. «Аҡылы менән аңлаһа ла, күңеле ҡабул итеп бөтмәй, күрәһең. Бер ҡуйындан икенсеһенә һикереп. Уйнаҡлап ҡына сабыр ҡолонсағын инәһенән айырған кеше бит». Телен ҡанатҡансы теш­ләне – тағы ысҡындырыр.



***

Фәйзулла, ҡыҙын Нәҡиәнең ҡуйынынан алып, аҫтын алыштырып, сәңгелдәккә һалды. Төнгө уйындан таңға ҡайтҡан кәләше ҡымшанманы ла. Тәбиғәттең күңел ҡылдарын уйнатып, моңһоҙҙо ла моңландырыр сағы. Тышаһаң да, тотоп булмаҫ шул Нәҡиәһен. Һүҙ әйтеп ҡара, шыңшып илай башлай. Ярай, бәпес тыныс, төндә бер уянһасы. Сәңгелдәк ситен, йән-яғынан ҡымтып, боролоп күҙ һалды ла эшкә сығып китте.

…Һене ҡатып илаған ике айлыҡ ба­ла баш бармағын ауыҙына ҡабып, бер килке әүрәп ятты. Уныһы ысҡы­нып киткәйне, тағы ярһырға тотондо. Атаһы иртән нисек һалып киткән, шунан бирле ҡағылыусы юҡ – көн кис­ләгәйне инде. Ҡулдарын бер өҫкә, бер аҫҡа һелтәй торғас, тыуғаны бир­ле ҡырҡыл­маған тырнаҡлы бармаҡ­тары ҡолаҡ осон эләктерҙе. Бер туҡ­тауһыҙ тызылып, бүҫерелеп килеп сыҡҡан уң ҡола­ғының ярыһы, бармаҡ араһына эләгеп, битен ҡанға буяны.

Көноҙоно һыу төшөп, асығып ҡайтып килгән Нәҡиә ел ҡапҡаны асып ингәндә, ире ҡанға батҡан ҡы­ҙын йыуындырып, буғына эйәләгән рәш себен­дәрен таҙалай ине. Фәйзул­ла, билендәге һалдат ҡайышын сисеп, кәләшенә бер тартты ла, ишек төбөн­дәге сөйгә элде. Һығылып төшкән Нәҡиә буҙлап сығып сапманы, битен ҡаплап, ишек төбөндә шыңшып ултырҙы ла һүҙһеҙ генә Фатимаһына имсәк ҡаптырҙы.

– Ишетһен ҡолағың: тағы шундай хәл ҡабатланһа, ике имсәгеңде ике яҡҡа тарбайтып, анау стенаға үҙеңде ҡуша ҡатып ҡуям. Ҡайыш ише генә булмаҫ. – Ҡыҙҙар араһында ғына үҫкән Фәйзулла үҙенең ҡатылығына аптырап ҡуйҙы.

…Ҡуйманы ун биш йәшлек Нәҡиә киске уйындарын да, еләккә йөрөүен дә, бала-саға менән һыу инеүен дә. «Балам бар» тип, өҙөлөп торманы. Ике айлыҡ сабыйҙың өҙөлгән ҡолаҡ осо кимтек булып, тире менән генә ҡапланды.

Утты-һыуҙы кискән Фәйзулланың ҡайышҡа ҡулы күтәрелмәне башҡаса. Ҡустыларының ҡылын тартҡылап ҡа­раны – ҡайҙа ла исем-аты сыҡманы кәләшенең, шул яҡтан тыныс ине. Үҙе­нән ун биш йәшкә өлкән иренең өҫтө ҡараулы, өйҙөң иҙәне ҡырып йыуыл­ған, тик… бешеренеп-төшө­рөнгән ке­ше булмағас, түрбашы ла үтә таҙа булды.

Селлә етте. Ҡысҡырып-ҡысҡы­рып та, атаһы ҡайтҡансы тамағы ки­беүҙән өнө сыҡмай ятҡан саҡтары йы­шайҙы өс айлыҡ ҡыҙының. Бер көн эшенән ҡайтыуға Фатиманың тәне буйлап йыбырҙашып йөрөгән ҡорт­тарҙы күреп, телһеҙ ҡалды Фәйзулла.



***

Йоҡлай алманы бөгөн Миңлезата. «Кеше итеп эшкиндерә аламы бәпәйен, юҡмы Нәҡиәһе? Эш ҡулы етешмәй колхозда – барып хәлдәрен белә алғаны юҡ. Үҙенең донъяһының күптән ҡото китте. Бер үҙенә һыйыр нимәгә, көҙгә алып барып тапшырыр инде Нәҡиәһенә. Кейәүе булһа ла һауыр. Әллә йәшәүҙән төңөлөүеме? Ҡуй, тороп, йыуып-йышып ҡуйыр кәрәк. Унда ҡуҙғалырға иртәрәк әле, иртәрәк. Аяҡҡа баҫтырышаһы бар бит әле Фатимаһын», – тип үҙ алдына һөйләнде ҡатын. Бригадир ике килеп урап, тәҙрәгә туҡылдатты, ҡатын тауыш бирмәне. Арманһыҙ булып, ағартырын ағартып, ҡағырын ҡағып, йышырын йышып, һыйырының кө­төүҙән ҡайтҡанын көткән Миңлезата ҡапылғара ҡубып атҡарып ташлаған эшенән аптырап ултыра. «Ат егеп бынауы мәлдә кем йөрөй», – тип уйлап өлгөрҙө, эргәһенә килеп туҡта­ған арбанан кейәүе төштө:

– Ҡәйнәм! Алып ҡайтайым, тигәйнем. – Ыштан төбөнә һалғандай тапанып тора уныһы. «Ҡәйнәм» тисе.

– Үҙе балалыҡтан сыҡмаған бит Нәҡиә, Фатиманы ҡарашмаһаң, әрәм булыр. – Күңеленә ғәзиз исем үҙенекен итте, һикереп торҙо Миңлезата:

– Ә һыйырҙы?

– Председатель үҙенең атын бирҙе. Быҙауын арбаға һалырбыҙ, һыйырын артҡа бәйләрбеҙ. Тәҙрәңә таҡта ҡатмайыҡ, йортоңа мөғәллимә ҡыҙҙы күсереп торалар. Ҡәйнәм!

– Әү, кейәү! – Ҡайһылай үҙ итеп әйтте лә ҡуйҙысы.

– Теге… ни. Мөйөш бүлә торған шаршауыңды ғына алһаң, башҡа нәмәңә теймәйек. Үҙеңә айырым урын түшәгәйнем.

…Икенде мәле уҙғанда ат арбаһына бәйләнгән һыйыр артынан атлаған Фәйзулла ауыл ҡапҡаһынан сығып бара ине.

– Ултыр, кейәү! – Шаҡара тартты дилбегәне Миңлезата. Яндап ултырырға ҡыйманы, ситкә ултырҙы Фәйзулла.

– Әйҙә, малҡай! – Ҡыуаланы атты – тормош дилбегәһен ҡәйнәһенә үҙе тотторҙо бит кейәүе.
Читайте нас в