Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
7 Ғинуар 2021, 14:20

Яңы йыл. Миңзифа Ҡашҡарова.

Кистәрен һирәк һаяҡ булһа ла ауыл клубына сығып әйләнде ҡыҙ .Шәмбе һайын үткәрелгән дискотекаларҙа күбеһенсә һигеҙенсе - унынсы класс уҡыусылары , өйләнмәй йөрөүсе буйҙаҡ егеттәр бер мөйөштә өйкөлөшөп тора , күңелле тормош яратыусы өлкәнерәк ғаиләле апайҙар ҙа күренгеләп ҡала . Гөлсейә клубта ла йәм тапмай . Бала - сағаның күңелле көйгә ҡыйшаңлашыуын әҙ - мәҙ ҡарап тора бирә лә , ҡайтып китә .Яңыраҡ армиянан ҡайтҡан тиҫтер егеттәр Айнур менән Василдан башҡа , ауылда йүнле егеттәр ҙә юҡ тип иҫәпләне Гөлсейә . Улары ла әллә кем түгел , береһе шофер , икенсеһе тракторист . Юҡ , тиң түгел ауылдыҡылар Гөлсейәгә . Ул кейәүгә фатирлы , машиналы ҡала егетенә генә сығасаҡ . Уның ире доктор булырға тейеш . Дәрәжәле һәм кәрәкле кеше .Крутой ғына машинала ауылға елдереп кенә ҡайтып төшәсәктәр ҡунаҡҡа . Ауылдаштары шаҡ ҡатасаҡ , күҙҙәре ҡыҙасаҡ .Гөлсейә алдағы шәп тормошон күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы хатта .

Миңзифа Ҡашҡарова
Яңы йыл

Гөлсейә мәктәпте тамамлағас медицина институтына имтихандар биргәйне , тик инә алманы . Иң ҙур хыялы , аҡ халат кейеп тағалы туфлиҙәрҙә генә больница коридоры буйлап тыҡылдата баҫып йөрөү ине . Ҡала больницаһында . Буласаҡ ире лә аҡ халатлы , абруйлы кеше буласаҡ .Һәм мотлаҡ ҡаланыҡы .
Хыялы әлегә хыял ғына булып ҡалып торҙо . Икенсе йыл инермен тип ауылға ҡайтып китте ул . Унан күпкә түбән билдәләргә уҡып йөрөүсе Эльвира еп еңел генә инде лә китте институтҡа . Әхирәте хәҙер медицина институты студенткаһы .
Гөлсейә бар ваҡытын дәреслектәр , китаптар аҡтарып үткәрҙе . Эшкә лә урынлашырға теләмәне ул , атай әсәй елкәһендә ята бирҙе . Әсәһе лә күп уҡыған ҡыҙына эш ҡушып йонсотманы .
Кистәрен һирәк һаяҡ булһа ла ауыл клубына сығып әйләнде ҡыҙ .Шәмбе һайын үткәрелгән дискотекаларҙа күбеһенсә һигеҙенсе - унынсы класс уҡыусылары , өйләнмәй йөрөүсе буйҙаҡ егеттәр бер мөйөштә өйкөлөшөп тора , күңелле тормош яратыусы өлкәнерәк ғаиләле апайҙар ҙа күренгеләп ҡала . Гөлсейә клубта ла йәм тапмай . Бала - сағаның күңелле көйгә ҡыйшаңлашыуын әҙ - мәҙ ҡарап тора бирә лә , ҡайтып китә .
Яңыраҡ армиянан ҡайтҡан тиҫтер егеттәр Айнур менән Василдан башҡа , ауылда йүнле егеттәр ҙә юҡ тип иҫәпләне Гөлсейә . Улары ла әллә кем түгел , береһе шофер , икенсеһе тракторист . Юҡ , тиң түгел ауылдыҡылар Гөлсейәгә . Ул кейәүгә фатирлы , машиналы ҡала егетенә генә сығасаҡ . Уның ире доктор булырға тейеш . Дәрәжәле һәм кәрәкле кеше .Крутой ғына машинала ауылға елдереп кенә ҡайтып төшәсәктәр ҡунаҡҡа . Ауылдаштары шаҡ ҡатасаҡ , күҙҙәре ҡыҙасаҡ .Гөлсейә алдағы шәп тормошон күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы хатта .

Василдың төн йоҡоларын осорҙо Гөлсейә .Йөрөй йөрөй ҙә , үҙе лә һиҙмәҫтән Гөлсейә , Гөлсейә тип шыбырлай егет . Юҡ , оҙаҡҡа һуҙмаҫ кәрәк , үҙенең хистәрен белдерергә тейеш егет ҡыҙға . Юғиһә , ҡолаҡ ҡағыуың да бар . Дуҫы Айнур ҙа ҡыҙға битараф түгел һымаҡ . Һәм Васил бар ҡыйыулығын йыйып тәүәкәлләргә булды . Сираттағы тансанан һуң , Васил ҡыҙҙың артынан китте .
Ләкин , ҡыҙ шундай итеп яуап бирҙе , егет асҡан ауыҙын да яба алмай , башын түбән эйеп артына сигенергә мәжбүр булды . Гөлсейәнең русса - башҡортсаны ҡуша болғап ҡысҡырыуы бик оҙаҡ сыңлап торҙо егеттең ҡолаҡ төбөндә .
- Кем ты себя возомнил ?! Колхозник несчастный ! Доньяла егет бөткән тиһәләр ҙә , мин һине аяҡ осома ла һалмаясаҡмын !
Васил ғәрләнде , бер һүҙҙә өндәшмәй , ҡырт боролоп шәп атлап китеп барҙы .
Һуңғы һүҙҙәрҙе Гөлсейә ике еңгәһенең ирешкәнен тыңлағанда отоп алғайны . Бәләкәй ағаһы үлеп , йәш кенә еңгәһе тол ҡалды . Өлкән еңгәһе ирен килендәшенән ҡыҙғанып ҡаңғырҙы . Бер шулай , ике килен ирешеп киттеләр . Тәҡәте ҡороған йәш еңгәһе өлкән килендәшенә :
- Доньяла иң һуңғы ир ошо тиһәләр ҙә , аяҡ осома ла һалмайым мин һинең иреңде ! Үҙеңә хәйерле булһын ! - тип ҡысҡырғайны . Өлкән еңгәнең өнө тығылды , Гөлсейәгә оҡшаны бит ошо һүҙҙәр . Бына ҡулланырға ла яйы сыҡты . Ҡыҙ тәкәббер рәүештә шул һүҙҙәрҙе әйткәндә егет ниҙәр кисергәндер , ә Гөлсейә үҙенең тапҡыр теленә шат ине . Ҡыҙ үҙенсә шулай уйланы .

Яңы йыл яҡынлашты . Эльвира Яңы йылды башҡалала ҡаршылаясағын белдереп шылтыратты .Гөлсейәне ҡунаҡҡа саҡырҙы . Үҙенең Өфө егете менән дуҫлашыуын , тиҙҙән уға кейәүгә сығасағын әйтте . Егетенең һәйбәт кенә дуҫы барлығын һәм Гөлсейәне шул егет менән таныштырырға теләүен белдерҙе . Гөлсейәнең төн йоҡолары осто , хатта ашауҙан яҙҙы ҡыҙ . Ата - әсәһен күндереп , Яңы йылды ҡалала ҡаршы алырға тип юлға йыйынды ҡыҙ .
Киске поездға ултырып , иртәгәһенә килеп төштө ул Өфөгә . Ҡаланы яҡшылап ҡына түгел , бөтөнләй белмәй ине ҡыҙ .Икенсе тапҡыр ғына килеүе . Әхирәтенә шылтыратты , уныһының телефоны һүнек булып сыҡты . Кешенән һорашып , ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған адресты эҙләп китте . Яңылыш өйрәттеләрме , әллә үҙе ҡаңғырыпмы , бөтөнләй икенсе яҡҡа китеүсе автобусҡа ултырған булып сыҡты . Бер автобустан төшөп , икенсеһенә ултырып ҡаланы урап йөрөй торғас , адрес яҙылған ҡағыҙын да юғалтты ул . Көн дә кисләне . Асыҡҡан , һыуһаған һәм йонсоған ҡыҙ , ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып торған халыҡ араһында япа - яңғыҙ тороп ҡалды . Алдағы остановкала төштө лә , күҙҙәренә йәш тулып иларға ғына торғанда , берәү арттан килеп ҡосаҡлап алды ҡыҙҙы .
- Ауылдашҡайым ! Күршекәйем ! Гөльямал апайымдың ҡыҙы бит һин ?
Гөлсейә ҙур ҡалала ауылдаш апайҙы осратыуына шатланып бөтә алманы . Хәл әхүәлдәрҙе һорашып бөткәс , Хәлимә ҡыҙҙы үҙҙәренә саҡырҙы .
- Беҙ яҡында ғына торабыҙ ул . Бынауында . Әйҙә беҙгә ! Ҡунаҡ саҡырғанбыҙ , байрамды бергә ҡаршыларбыҙ . Гөлсейәнең яуабын да көтмәй , сумкаларҙы эргәлә торған урыҫҡа тотторҙо .
- Был еҙнәң . Коля еҙнәң . Мин яңынан тормошҡа сыҡтым бит һеңлем .
- Әәә .
Хәлимә йылмая - көлә сутырлығы сыҡты , Гөлсейәгә барыбер ине , уның нисәнсе иргә сығыуы ла урыҫ булыуы ла . Тиҙерәк йылы өйгә инеп , тамағын туйҙырып йоҡлау ине уйында .
Хәлимә йәшләй генә ҡалаға сығып киткән ине . Гөлсейәләрҙән өс өй аша ғына уларҙың өйҙәре . Әсәһе Мәхмүзә инәй ҡарт инде хәҙер .Яңғыҙы ғына тора . Гөлсейәләргә көн аша тиерлек килеп йөрөй әбей .
Иркәләтеп кенә үҫтергән бер бөртөк кенә ҡыҙы Хәлимә Мәхмүзә әбейҙең . Һигеҙҙе бөттө лә ҡалаға сығып китте . Ниндәйҙер училищены бөткән тиҙәр . Оҙаҡ йылдар стройкала эшләгән , хәҙер ни менән көн күрәлер кешегә билдәһеҙ . Эсеүгә һалышҡан тип тә ишетелде . Бик күптән тыуған ауылына ҡайтып әсәһенең хәлен дә белгәне юҡ . Әле бына шул апайҙы осратыуына Гөлсейә шатланып бөтә алманы . Әгәр ул осрамаһа , ҡайҙа барыр ине ул ят ҡалала ?
Хәлимәгә ҡыуана ҡыуана эйәреүсе Гөлсейәнең квартираға килеп инеү менән , йөрәге " һулҡ " итеп сәнсеп ҡуйҙы .
Өй эсен томан кеүек тәмәке төтөнө сорнап алған . Бер төркөм ҡатын - ҡыҙҙар өҫтәл артында тәмәке тартып , араҡы эсеп , күңелле генә гөжләшеп ултыралар ине инде .
- Ауылдан һеңлем килде , исеме Гөлсейә - тип Хәлимә барыһы менән дә таныштырып сыҡты . Яһалма керпектәр , бүрттерелгән бүлтәйеп торған иренле , самаһыҙ биҙәнгән ҡатындар һәр береһе ҡул биреп Гөлсейә менән күрешеп сыҡтылар .
- Таныш булайыҡ , мин Надя булам .
- Гөлсейә .
Надя тигәне алсаҡ ҡына ихлас күренде ҡыҙға .
- Ә мин Света .
Светаһы ҡылансыҡланып ҡына күреште . Шаян хәбәрҙәр һөйләп көлдөрҙө .
- Альбина .
- Саша .
- Данил.
- Ваня .
Ир егеттәр ҙә ҡул биреп күрешеп бөткәндән һуң , ҡыҙҙы әйҙүкләп түргә индереп ултыртып ҡуйҙылар . Улар ингәндә үк башланған мәжлес күңелле генә дауам итте .
Эльвира әхирәтенә тип алып килгән күстәнәстәрен Гөлсейә Хәлимә апаһына бирҙе . Апаһы ҡыуанды ауыл күстәнәсенә , Гөлсейәне ҡосаҡлап суп та суп үпте .
Гөлсейә асыҡҡан булһа ла , ризыҡҡа ҡағылырға ҡыймай ултыра бирҙе . Бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәсе хәлендә ине ул ошо ваҡытта . Һауыт - һаба бысрағыраҡ , өҫтәлдәге һый ниғмәт тә артыҡ оҫталыҡ һалынмай ғына , зауыҡһыҙ әҙерләнгән ине . Өй эсендәге бысраҡлыҡҡа , ҡотһоҙлоҡҡа аптырап ҡалған ҡыҙ , үҙ әсәһенең нур балҡытҡан өйөн , тәмле татлы аш һыуҙан һығылып торған өҫтәлен күҙ алдына килтереп , күңел төбөндә үкенес хисе барлыҡҡа килде . Өфө тип сығып китеүенә үкенеп бөтә алманы . Әгәр ауылда ғына ҡалған булһа , әсәһе бешергән билмәндәрҙе ашап ҡына ултырыр ине . Клубҡа сығыр ине . Моғайын Васил да сыҡҡандыр әле .
Ҡыҙға араҡы ҡойоп бирҙеләр . Света эргәһенә килеп тороп ҡыҙҙы эсергә ҡыҫтаны .Коля еҙнәһе әле ул ризыҡты , әле был ризыҡты балдыҙы алдындағы тәрилкәгә һалды . Еҙнәһе былай арыу кешегә оҡшаған . Ҡыҙға яҡын туғаны һымаҡ ҡәҙер хөрмәт күрһәтергә тырышты . Саша тигәне бигерәк әрһеҙ булып сыҡты . Ҡулын ҡыҙҙың йә яурынына йә биленә һалды . Гөлсейә ҡурҡыуға төштө . Ҡыҙ ван на бүлмәһенә инеп һығылып ҡына илап алды . Телефондан уға быға шылтыратты , тик һөйләшеп ҡуйғандай береһе лә трубканы алманы .
Хәлимә апаһы ҡыҙҙы ҡабат өҫтәлгә саҡырҙы . Үҙе арыу ғына ҡыҙып та алған ине . Яңы йыл сәғәте һуҡҡан ваҡытта ҡунаҡтар барыһы ла тиерлек иҫеректәр ине инде . Байрамды шау гөр килеп ҡаршы алдылар . Кемеһелер ҡысҡыра ҡысҡыра тост әйтте , кемдәрелер илашты , иреште . Аҡыртып ҡуйылған музыкаға бейеп маташтылар . Иң аҙаҡтан килеп ингән Рома исемле ир Гөлсейәгә ысынлап бәйләнә башланы . Бейергә төшөргә һөйрәкләне , ҡыҙ бейемәйем тип ҡаршылашып ҡараһа ла , күтәреп тигәндәй алып сыҡты . Көслө ҡулдарҙың һыға ҡосаҡлауынан йырыла алмаған ҡыҙ , ҡалтырана ҡалтырана өйөрөлөргә мәжбүр ине . Йөрөй торғас Рома ҡыҙҙы үбергә ынтылды , араҡы еҫе борҡоп тороусы һаһыҡ ауыҙҙан көс хәл менән ысҡынды ҡыҙ . Ул арала ҡайҙалыр юғалып торған Хәлимә килеп инде . Романың Гөлсейәгә бәйләнеүен күргәс , ҡыҙҙы икенсе бүлмәгә алып сыҡты .
- Бәпесем , һин арының шикелле . Урын һалам , йоҡлайһыңмы ?
- Йоҡлар инем апай .
Йоҡо бүлмәһендә өс карауат тора . Төптәге карауатта бер ҡыҙ йоҡлап ята ине . Ҡара ҡаршы тороусы ике карауаттың береһендә бер ҡарт ята ине . Ҡарттың ҡаршыһындағы карауатҡа Гөлсейәгә урын һалып биреп , Хәлимә ҡунаҡтар яғына сыҡты .
Коля еҙнәһенең атаһы тинеләр бабайҙы . Бабай әллә иҫерек инеме , әллә аҡылға зәғиферәк булдымы , таяғын болғап ҡыҙға һуғырға киҙәнде . Гөлсейә ҡурҡып ята торғас сыҙаманы , ҡысҡырып илап ебәрҙе . Тауышҡа Хәлимә менән Коля йүгереп инделәр . Хәлде аңлағас ,Хәлимә йоҙроҡтарын төйөп ҡартты туҡмай башланы . Уға Коляһы ҡушылды . Бабайҙы иҫһеҙ итеп туҡмап һалып ҡуйғас , икәү ара талашып алып киттеләр . Улар мәжлес барған бүлмәгә сығып китеү менән ҡыҙ ырғып торҙо . Тәҙрә төбөндәге карауатта ятыусы ҡыҙ ҙа тороп ултырған ине . Гөлсейә шул ҡыҙ баланан үҙенә такси саҡыртыуын үтенде .
Такси килеү менән , Гөлсейә апаһы менән хушлашып та тормайынса , йүгереп сығып ултырып китте . Таңғы сәғәт биш тулып килә ине инде . Вокзалға килеп төшөп ҡалды ул . Төнгө вокзалда кеше күп түгел , ләкин йөрөп тороусылар бар .Кемеһелер ултырған килеш серем итә . Һыуыҡ , ҡотһоҙ вокзалда үҙен тыныс тойған ҡыҙ эскәмйәгә килеп ултырып күҙҙәрен йомдо .
Улай былай үтеп йөрөүсе милиционерҙарҙың барлығы күңеленә һиллек өҫтәне . Мәхшәрҙән ҡотолоуына ҡыуана ҡыуана йоҡларға тырышты , әммә йоҡлай алманы .
Кире ҡайтыуға поезд кискә генә була .
Ҡыҙ көнө буйы вокзалда ултырып саҡ кисте еткерҙе .
Ауылына ашҡынып ҡайтты ул . Өйҙәренә килеп инеү менән , ҡотолдом тип шыбырланы .
Икенсе көндө кис клубҡа сыҡты Гөлсейә .Байрамға ҡаланан йәштәр күп ҡайтҡан ине . Клубта йәнлелек , шау шыу .
Класташтарының ҡосағынан йырылып ҡыҙ күҙҙәре менән берәүҙе эҙләне . Аҡ бейеү иғлан ителгәс , ҡыйыу рәүештә Василдың алдына барып баҫты Гөлсейә .
Көй ыңғайына еңел генә өйөрөлдө улар . Ҡыҙ маңлайын егеттең сикәһенә терәне , күҙҙәрен йомдо . Ошо кешенән дә ҡәҙерлеһе юҡ икәнен йөрәге менән тойҙо ҡыҙ . Ҡала ла , фатиры ла ҡиммәтле машинаһы ла , буй етмәҫлек ҡала егетк лә кәрәк түгел ине уға .
Моңло көй дауам итте . Ҡыҙ һәм егет өйөрөлдө лә өйөрөлдө ...
Читайте нас: