Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
26 Ғинуар 2021, 22:00

Будильник. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Шул ваҡыт Шәмсиәнең башына әлеге ҡарағай әҙернә менән тондорҙолармы ни: «Теге сыйылдаған урам яңғырата, Орҡоя ла ишетәлер бит!» Әбей эләгә-тәгәрәй тышҡа ташланды. Көҙгө һалҡын таңда бөгә донъяға яр һалған будильникты эләктерә һалып, ҡәҙерле нәмәһендәй күкрәгенә ҡыҫты ла, аяҡ остарына баҫырға тырышып өйгә шылды. Эскә ингәс тә, нәмә урлап ҡайҙа йәшерергә белмәй сәбәләнгән бур шикелле әле былай, әле тегеләй йүгергеләне, ахырҙа, һис ни уйлап таба алмаҫтан тамам алйып, ҡулындағыһын иҙәндә ултырған ашлыһыуына төшөрҙө лә ебәрҙе. Ниһайәт – тынлыҡ.

Орҡоя ҡарсыҡ Шәмсиәнең күлдәк итәктәрен йәлпелдәтә баҫып алыпһатар торған урынға ыңғайлағанын күргәс, сығырға булды. Яҡындағы магазин тәңгәленә килеп туҡтаған алыпһатарҙы иртәнсәк үк күргәйне ул күреүен. Бер ни ҙә кәрәкмәгәс ни – иғтибар итмәне. Әле Шәмсиәнең шунда юлланғанын аңғара тороп, сыҙап ҡала буламы?
Шәмсиә уның ҡара-ҡаршы күршеһе. Орҡоя кеүек үк, балалары үҫеп осҡас, яңғыҙ ҡалған инәғоштай ултыра. Бабайҙары ла күптән юҡ инде. Ғүмер буйы күрше булып йәшәнеләр, балалары бергә уйнап үҫте. Күршеләрсә һәүетемсә генә аралаштылар, ғаиләле замандарҙа бер-береһенә һуғымға, өмәләргә, башҡа байрам аштарына йөрөштөләр. Бабайҙары йыш ҡына бергә эсеп тә алыр ине. Шулай йәшәнеләр инде. Әле яңғыҙҙар.
Ана шул яңғыҙлыҡ касафатынанмы, һуңғы йылдарҙа ике әбей үҙ-ара сәмләнеп ярышыр булды ла китте. Орҡояға балалары төҫлө телевизор алып килеп биргәйне, күршеһенә тегенеһенең: «Төҫлөһөн ҡараһаң, төҫһөҙ дилвызыр һүрәт шайы ла түгел икән ул»,– тип ебәреүе оҡшаманымы, әллә үҙенең аҡ-ҡара телевизор ҡарап ултырыуына кәмһендеме – хәтере ҡалды. Быға тиклем бер ҙә аптырамай гына ҡараған телевизорын «шарт» иттереп һүндереп, башы аша шәлъяулығын ябып уҡ ҡуйҙы. Унан килеп-китеп йөрөгән балаларына һүҙ ыңғайы: «Боҙолдо, ғүмере бөткәндер... «Ефрәсинйәне» ҡарап бумай инде һәҙер», тигәнерәк хәбәр ташларға ла онотманы. Оҙаҡ көттөрмәне тегеләре: аҙна-ун көн тигәндә ҙур булмаған «Акай» телевизоры иҫкеһенең урынында ҡуҡырайып ултыра ине инде.
Унан Шәмсиәгә бер ҡыҙы шау сағыу биҙәктән ғенә торған мамыҡтай йомшаҡ плед алып килде. Әбей шул көндө үк уны Орҡояға индереп күрһәтте. «Мындай матур нәмәне үҙем тәүгә күрәм, һинең дә күргәнең юҡтыр тейем», – тине. Күршеһе бик оҙаҡ текләп, унан сыҙамайса сумаҙанын асып (плед үтә күренмәле сумкала ине) һәрмәп ҡараны. Бигерәк кенә лә йомшаҡ, үтә генә лә ҡупшы ине шул әйбер. Ике әбей баш сайҡап, тел сартлатып һоҡланды. Унан береһе ҡәнәғәт булып ҡайтып китһә, икенсеһе нәфсе ҡортоноң күңел итен ҡырт-ҡырт кимереүен тыңлап ултырып ҡалды.
Ултырып ҡына ҡала буламы Орҡоя, күршеһе сығып китеү менән район үҙәгендә йәшәгән килененә шылтыратты. Хәл-әхүәл белештеләр, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыҙыҡтарын һөйләп көлөштөләр, унан әбей һүҙенең төп нөсхәһенә күсте. «Ул плед һиңә нимәгә, ҡәйнәм, ҡаралдыңдан күп нәмәң юҡ», – тип аптыраны килене. «Кәрәк, – тине өҙөп кенә ҡәйнә, әпкил, килен, һаҡын түләрмен».
Ике йылдан ашыу барған сәмле «һалҡын һуғыш» барышында, шундай уҡ юлдар менән ике күршенең дә беләктәрен күҙ яуын алырҙай йылтыр көмөш беләҙектәр биҙәне, өҫтәлдәренә һыуын оҙаҡ һыуытмай һаҡлай торған термосамауырҙар менеп ултырһа, аптечкаларына автомат ҡан баҫымын үлсәгестәр килеп ятты. Әйткәндәй, әбейҙәр икеһе лә электр самауыры сәйен эсмәне, ә инде теге аппараттарын асын та ҡараманы (уның нимәһен ҡарайһың инде, тотона белмәгәс). Шулай ҙа: «Инде кәрәкле нәмә, инде кәрәкле», – тип уңайы сыҡҡан һайын ҡат-ҡат маҡтап алырға онотманылар.
Быларҙан тыш абейҙәрҙең ауыл магазинынан, ситтән килгән алыпһатарҙарҙан алған кәрәкле-кәрәкһеҙ ҡый-шаҡыһының һаны булманы, һандыҡ төптәренә, сервант кәштәләренә сыбар-собар, ялтыр-йолтор тауарҙар, ҡыйыш-мыйыш тегелгән ҡытай күлдәктәре, ябыныуға барымһыҙ шыумалаҡ үзбәк яулыҡтары, башалтайҙары, тәпешкәләре ырғытылды. Ҡайһы бер Хоҙай ҡушмаған әйберҙәрҙе әбейҙәр балалары әрләүҙән ҡурҡып төпкәрәк тә йәшерҙе. Бер көн хатта сәмләнешеп китеп үтмәй ятҡан күрәгә емештәрен дә бүлешеп алып ҡуйғайнылар, аҙаҡ икеһе лә үкенде. Әлбиттә, эстән генә. Емештәрҙең сифаты сығып, һағыҙланып, йәбешеп бөткән булып сыҡты. Береһе «ожмах емеше»н йәшертен генә кәртә артына тауыҡтарын саҡырып һипһә, икенсеһе ҡурлап ултыртҡан балына сумдырҙы.
Был мәғәнәһеҙ «ярыш» абейҙәрҙең былай ҙа ҙур булмаған пенсияларын һиҙелерлек йоҡартып, йөрәктәрен семетһә лә, серҙе төшөнөп алған һатыусыға ҡулай ине ул. Береһе килһә, нимәнелер тәҡдим итә лә: «Орҡоя инәй алғайны, уға килешә» йәки «Шәмсиә инәй инде ҡыуанып тотоп китте», – тип ебәрә. Әлбиттә, тегеләр: «Шәмсиәнең йыуан кәүҙәһенә нисек һыйҙы икән был, мына миңә һылашып ятты» йә: «Орҡоя мыны ҡайҙа кеймәксе икән, мин, исмаһам, ҡалаға йыш йөрөйөм», – тигәнерәк һөйләнеп, алып китәләр. Алмай саралары юҡ, мах бирергә ярамай.
Әле лә алыпһатарҙың әле был, әле икенсе нәмәһен тотҡолап ҡараны ҡарсыҡтар, әле бының, әле тегенең хаҡын һорашҡан булды. Өйҙәрендә булмаған, күҙгә-башҡа салынырлыҡ бер ят нәмә лә юҡ ине. Иң ахыры Орҡояның күҙе кескәй өй сүрәтендәге сәғәткә төштө:
– Мынау сәғәтең нисә тәңкә, балам?
Алсаҡ алыпһатар абейҙәрҙең һәр һорауына тулы яуап биреп, ҡыҙыҡһындырырға тырышты:
– Будильник был, инәй, бына ошо ҡыҙыл телен кәрәкле ваҡьгтҡа ҡуйһаң, зырылдап уята. Бик уңайлы нәмә.
«Уңайлы нәмә»гә йәһәт кенә икенсе әбей ҙә иғтибарын күсерҙе һәм, күршеһенән алда өлгөрөргә тырышыл, төйнәлгән ҡулъяулығын сисә башланы:
– Ҡана, бир шуны, ҡыҙым, алайым.
Орҡоя эсенән: «Аһ-аһ, был сәғәт Шәмсейгә ней бысағыма?!» – тип аптыраһа ла, бармаҡ баштарына «тфү» иттереп төкөрөп, унарлыҡтарын һанап һондо:
– Мин дә алайым, унда-бында сыҡҡанда һуңламаҫҡа...
Әлбиттә, ике абейҙең дә будильникҡа мохтажлыҡтары юҡ ине. Быны улар үҙҙәре лә бик яҡшы белә. Будильник менән уяныу түгел, йоҡлай алмай йонсойҙар, таң әтәстәренән алда уянышып ултыралар. Ашығып, һуңлап барырҙай, ҡабаланырҙай урындары булһасы? Икеһе лә хәҙер һыйыр тота алмай, көндәре кәзәгә лә, тауыҡҡа ҡалған. Уларын да күңелһеҙ булмаһын, кәртә-ҡура бигерәк буш тормаһын өсөн генә аҫраған булалар.
Алыпһатар ҡыҙ будильниктарын маҡтай-маҡгай, абейҙәрҙе тамам әүрәтеп, сәғәттәренә бушлай батареялар ҡуйып биреп ебәрҙе. Теге, ауыл өйөнә оҡшатып, мөрйәләи тороп эшләнгән кескәй будильниктар алып ҡайтылып, береһе телевизор өҫтөнө, икенсеһе сервантҡа ҡуйылды һәм уларҙы инде башҡаса иҫләүсе булманы.
Тик улай ғына онотола торған нәмә түгел икән ул будильник тигәнең. Үҙенең был йортта барлығын Орҡоя ҡарсыҡҡа ул киске сәғәт унда белдерҙе. Ҡапыл яңғыраған үҙәк өҙгөс әсе тауыш, «Телевизорҙы күп ҡараһаң – күҙ ауырта, иртә ятһаң, таң атыуын көтөп ятып бил ҡата»,– тип нисек тә ваҡыт һуҙырға тырышып, арҡаһын йылы мейесенә терәп, ойоҡ бәйләп ултырған әбейҙең ҡотон алды:
– Пип-пип! Пип-пип! Пип-пии!
Хужабикә эргәһендә мырлап ҡына ойоп ятҡан бесәй, көтөлмәгәнлектән һикереп тороп, арҡаһын дуғаландырҙы. Әбей ҙә, бесәй ҙә башта тауыштың ҡайҙан сыҡҡанын аңлай алмай торҙо. Икәүләшеп ҙур асылған күҙ ҡараштары менән кескәй өй эсен һөҙөп сыҡтылар. «Әһә! Буҙилник...» – Орҡоя ойоған аяҡтарында алпан-толпан барып теге нәмәне ҡулына алды ла... ҡалайтып һүндерергә белмәне. Артында бер генә бормасы бар барлығын, тик уныһын ҡайһы яҡҡа өйрөлтһә лә сәғәт һаман әсе сырлай бирҙе:
– Пип-пип! Пип-пип!
Оҙаҡ мәшәҡәтләнде әбей. Улай итте, былай итте, хатта теге «өй»ҙө ныҡ ҡына итеп һелкетеп тә ҡараны, әммә тауыш туҡталманы. Ахырҙа кире урынына ҡуйып, ишетмәмешкә һалыша булып бәйләменә ултырып алды. Ишетмәй ҡара, ҡәберҙән торғоҙоп ултыртыр был.
– Сәнселгер! – Орҡоя йән асыуына бәйләмен урындығына бырғатты ла, тороп кейенә башланы. Йылы күкрәксәһе өҫтөнән башынан аша оло дебет шәленә уранғас, будильникты таҫтамалға төрөп тотоп, йөн ойоҡло аяҡтарына тәрән ҡырлы галуштарын элеп алын, ишеккә ыңғайланы. Ишек асылыуға, ҡурҡышынан күптән тупһа төбөндә боҫоп ултырған бесәй ҙә, хужабикәһен эләктереп йыға яҙып, тышҡа атылды.
– Быныһына ни нәмә ҡалмаған! – Әбей һалҡын ноябрь төнөндә үҙен ауыл буйлап һәптәнләргә мәжбүр иткән будильник асыуын бесәйенә төшөрҙө.
Туңғаҡ ергә һаҡ баҫырға тырышып күрше урамдағы ейәне йортона юлланды ул. Өлкән улының малайы ауылға килеп йөрөп, фельдшер ҡыҙға өйләнеп, ошонда төпләнгәйне. һәйбәт булды әле, үҙенә лә күҙ-ҡолаҡтар. Татыу ғына йәшәп яталар, биш йәшлек туп шикелле малайҙары үҫә.
Таҫтамал эсендә сыйнаған сәғәтте ҡуйынында ҡыҫа тотоп килгән әбей ейәненең ҡапҡаһына килен етеп, тотҡаға үреләйем тигәндә генә боҙло урынға баҫып тайып китте.
– Эттә-ген-нәһе-е! – Ҡоламаҫҡа тырышып сәбәләнгәндә ҡуйындағы төргәк ситкә атылды, ҡарсыҡ ҡулдарын болғай-болғай салҡан ауҙы...
Шәмсиәне был «уңайлы нәмә» төнгө өстә уятты. Былай ҙа тауыҡ шикелле генә төнәгән әбей беренсе «пип»тән үк күҙҙәрен асты. Тәүге уйы: «Ой эйәһе... кәзәм бәрәсләһә белдерәлер... рәхмәт төшкөрө...», – булды. Унан теге һаман ярһығас, тамам йоҡоһо осоп, тороп ултырҙы. Стена буйлап һәрмәләнә-һәрмәләнә барып ут ҡабыҙҙы. Эштең ниҙә икәнлеген төшөнгәс, көйөп үк китте:
– Йоҡтап ята тей микән, шу һәтте һөрәндәмәһә!
Ҡарсыҡ ҡулындағы кескәй будильник тегеләй әйләнде, былай тулғанды, алды ла, арты ла ҡаралды, бер ултырҙы, бер ятты. Шәмсиә тамам алйыны:
– Башындағы тырылдағына баҫа ла һүндерә торғайнылар элек, әллә нинәмә уйҙап табалар бит һәҙер, ҡороторҙар!
Будильник асыулы хужабикәнең башта яҫтығы, унан күпмә түшәге аҫтына тығылды.
«Сығып ингәнемсә баҫылыр әле», – тип кәзәһен ҡарарға булды Шәмсиә. Бәрәсләмәгән икән, әлеге шул сәмле ярыш барышында алыпһатарҙан алып ҡалған кеҫә фонарын бите тәңгәленә күтәреп, үҙе шул яҡтылыҡ аҫтында өрәк шикелле булып торған әбейенә «Нишләп йөрөйһөң был ваҡытта?» тигәндәй аҡыш күҙен өйләндереп бер генә ризаһыҙ ҡараш ташланы ла, быуаҙ кәүҙәһе менән ауыр тын алып, мырт-мырт көйшәп ятыуын белде.
Инһә – теге һаман сыйылдай, дөрөҫ, тауышы алыҫтан ишетелгәндәй, әммә былай ҙа көйгәләк әбейҙең һарыуын ҡайнатырға етә. Шәмсиә һелкетә баҫып барып сәғәтте ҡаралды араһынан тартын сығарҙы һәм «ялп» иттереп соланға сығарып ҡуйҙы:
– Дошман! Өйҙә йәшәй белмәгәсең, утыр ошонда туңып!
«Дошман» «ҡыуып сығарылғас», ҡарсыҡ тыныслана төшөп, усағына ут яҡты. Сайырлы ағас сытырлап тоҡанды ла, күңелле дөрөлдәп янып та китте.
Шул ваҡыт Шәмсиәнең башына әлеге ҡарағай әҙернә менән тондорҙолармы ни: «Теге сыйылдаған урам яңғырата, Орҡоя ла ишетәлер бит!» Әбей эләгә-тәгәрәй тышҡа ташланды. Көҙгө һалҡын таңда бөгә донъяға яр һалған будильникты эләктерә һалып, ҡәҙерле нәмәһендәй күкрәгенә ҡыҫты ла, аяҡ остарына баҫырға тырышып өйгә шылды. Эскә ингәс тә, нәмә урлап ҡайҙа йәшерергә белмәй сәбәләнгән бур шикелле әле былай, әле тегеләй йүгергеләне, ахырҙа, һис ни уйлап таба алмаҫтан тамам алйып, ҡулындағыһын иҙәндә ултырған ашлыһыуына төшөрҙө лә ебәрҙе. Ниһайәт – тынлыҡ.
Әммә эш уның менән генә бөтмәгән икән. Тын алышы яйланып, ярһыуы баҫылғансы, тип биҙрә янында сүгәләп ултырған Шәмсиә бер ваҡыт үҙенең башы әйләнеп тәнтерәкләй барыуын тойҙо. «Ай, Алла, көйҙөрөп мынау... ыһ, дәвлинйәм микән...» Хәле аптечканан дарыу алып ҡабыуға ла, урындығына барып ауыуға ғына етте.
Шулай ятып аҙмы-күпме көс туплағас, Шәмсиә ҡарсыҡ, медпункттың асылыу ваҡытын саҡ көтөп алын, ҡусҡар аҙымдары менән шунда юлланды.
Барып инһә, йөҙө ҡағыҙ төҫөнә инеп буҙарып, ирендәре күгәрен, күҙҙәре төпкә батып киткән күршеһе лә шунда ултыра икән. Үҙенең бил тәңгәленән әллә ниндәй ептәр һуҙылыпып сығып, нимәгәлер тоташып тора.
– Ыһ, нихәл, күрше, ауырып киттеңме әллә? Ыһ...
Орҡоя башын бора алмаһа ла, күршеһенең тауышын таныны:
– Ҡазаланып ҡалдым бит бына... Бәлә аяҡ аҫтында, беҙҙең йәштә ней. Мына, килен билемде йыльптыра.
Унан, тәңгәленә килеп еткән күршеһенең ҡара янған йөҙөнә күҙ алмаларын ғына күтәрә алды:
– Үҙең дә ауырып тораң түгеме?..
Шәмсиә элеп алды:
– Дәвлинйәм шулайта бит минең, ҡапыл аяҡтан йыға ла ҡуя... ыһ...
Фельдшер йылдам ғына килеүсенең давлениеһын үлсәне һәм бер-бер артлы ике укол ҡаҙап, арҡаһын терәтеп ултыртып ҡуйҙы.
Ике әбей ике яҡта ыһылдашып ултыра торғас, ойоп барғандарҙай ине, шул ваҡыт оло шау менән кескәй малай атылып килеп инде:
– Әсәй! Әсәй! Ҡара! Ҡара нимә таптым!
Фельдшер ҡатын төпкө бүлмәнән сыға һалын улын тыйырға ашыҡты:
– Сеү! Шым! Бында ҡысҡырырға ярамай... Ана бит өләсәйҙәр ауырый...
Малай тыйыуҙы ишетерҙән түгел ине, һөрәнләүен белде:
– Ҡара, әсәй – будильник! – Кескәй өй «шап» итеп ике әбей уртаһындағы тумбочкаға килеп ултырҙы. Таныш һындан әбейҙәрҙең баштары үҙҙәренән-үҙе гөбөргәйелдеке шикелле яурын эсенә һеңде, күҙҙәре был әйберҙе мәңге күрмәҫтән булып сытырлатып йомолдо, укол-дарыуҙар менән яңы тынысланған йөрәктәре хәлһеҙ аяҡтарын йүгереп ҡасырға өндәп дарһылдап тулап китте.
Әсә аптырай төштө:
– Бәй, будильник шул. Ҡайҙан алдын?
– Үҙебеҙҙең ҡапҡа эргәһенән таптым. Ҡара, әсәй, пипелдәй!
Ике әбей ике яҡтан хәлһеҙ сәбәләнеп өлгөргәнсе, таныш ауаз бүлмә тынлығын телде:
– Пип-пип! Пип-пип! Пип-пип!
– Ай Алла, аны нишәп ҡабыҙа икән, ҡалайтып һүндерәбеҙ инде һәҙер?!
– Үтерер инде мине был буҙилник, ҡайҙан алдым ҡороғорҙо, ҡайҙан алдым...
Ололарҙың ҡапыл-ғара ҡубып ризаһыҙлыҡ белдереүенән уңайһыҙланған фельдшер ҡатын улына каты ғына өндәште:
– Йә, булды – күрҙек, һүндер ҙә алып кит.
Әбейҙәр бер ауыҙҙан ыһылданы:
– Ҡалайтып һүндерһен ул аны?., һүнмәй бит ул, һәле бөтмәйсә...
Сабый кескәй бармағы менән өйҙөң ҡыйығынан суҡайып сығып торған мөрйәһенә баҫты. Мөрйә эскә инә биреп еңелсә генә шыҡылданы ла... сигнал тынды. Ул арала малай, шатлыҡ ташҡыны һис кенә лә һүрелмәйсә, табышын эләктерә һалып урамға сапты. Әбейҙәр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп ҡарап ҡалды. Был мәлдә уларға бер-береһенең күҙенә ҡарау, нисектер, уңайһыҙ ине.
Читайте нас: