Зәңгәр монарға төрөнгән алыҫ тау теҙмәләре иркә ҡояш нурҙарында ирәүәнләп йоҡлай. Тау битендә берәм елгә һанай, эргәлә аҡҡан инеш кемгәлер боҫоп ҡына серен һөйләй…
Ҡайҙалыр яңғыҙ һыйыр мөңрәне. Малҡайҙарға рәхәт хәҙер. Себен-серәкәй юҡ, аяҡ аҫты тулы аш. Ошо мәл етһә, баштары олағып, урман-ҡыр ҡыҙыралар. Эт-ҡошҡа осрамаһалар ярай ҙа…
Ерән ҡашҡа һиҫкәнеп башын күтәрҙе лә, хужаһын танығас, аҡрын ғына кешнәп ҡуйҙы, һоранып, йомшаҡ ауыҙы менән Сәйфулла бабайҙың устарын, кеҫәһен ҡымтыны.
- Илағанһың бит, Юртаҡ, тип һөйләнде хужаһы, ҡул һырты менән атының йәшкәҙәгән күҙҙәрен һөртөп. - Яман төш күрҙеңме әллә… Йөрәгең һиҙәлер шул. Әйҙә, ҡайтайыҡ, көтәләр унда һине. Әйҙә-әйҙә…
Ҡарт алаша ауыр һыңҡарлап хужаһына эйәрҙе. Атының ғазаплы аҙымдары Сәйфулла бабайҙың бәғерен гүйә беҙ булып тишә. Түҙмәне, туктап, атының алдына теҙләнде.
- Ҡана, тағы бер ҡарайым әле ҡатаңды, сөй-фәләнгә баҫманыңмы икән… Тойолмайсы… Бына ҡаза, әле генә шап-шаҡтай инең дә баһа, Юртаҡ…
Ерән алаша, ғәйеп итмә инде, хужам, эштән сыҡтым шул, тигәндәй, башын хужаһының иңенә һалып тик торҙо.
Ун һигеҙ йыл… Көлтә ҡойроҡло ҡолонсаҡ сағыңдан бирле бер теҙгендең, осонда йөрөнөк. Һалған йөктө серәшеп тартҡан булдың, хужаң донъя бөтәйтте, алдынан йылы аш китмәне, аллаға шөкөр. Ә һин ҡаҡ бесән өҫтөҫдә ҡыш сығыр инең, һоло-фәлән һинең өсөн күстәнәс кенә булды. Әле бына зәғиф тояғыңа баҫҡан һайын күҙҙәреңә ут күренә. Ҡартлыҡ сире, ҡартлыҡ касафатылыр был…
Туғай юлы кисеүгә төштө. Көҙгөләй яҡты ятыу төбөндә йөҙгән бәрҙе ялҡау ғына куҙғалып ҡамыш араһында күҙ яҙҙырҙы. Яр ситендәге бөҙрә талдар һыу өҫтөнә алтын толомдарын тарай.
Туҡтала-туҡтала оҙаҡ эсте Юртаҡ. Сос ҡолаҡтарын ҡайсылап әрәмәләрҙе, уйһыуҙарҙе тыңланы, дымлы күҙҙәрен алыҫ тауҙарға, урмандарға төбәп кемделер эҙләне, көттө. Гүйә, яҡында ғына, туғайҙа, уның бала сағы - йылғыр ҡолонсаҡ тыпыр-тыпыр сабып уйнап йөрөй, эйәрергә лә, ебәрергә лә белмәгәндәй селтер-селтер кешнәй, саҡыра, инәлә, илай һәм, түҙеме бөткәс, зәңгәр тауҙар араһына елеп китә…
Ерән алаша тауҙарҙы яңғыратып кешнәп ебәрҙе. Арғы ярҙа һыбайлы күренде. Ирғәле икән.
- Әссәләмәғәләйкүм, күрше. - Ирғәле теҙгенен ҡаты тартып менгеһен туҡтатты. - Итегеңә һыу керә лә баһа. Атыңды менеп алмай ни…
- Менерлеге ҡалмаған шул…
- Ә-ә-ә… Ишеттем, ишеттем. Нимә, ҡылырға булдыңмы?
- Ю-у-уҡ, ҡалайтып… Ул ни - мин ни, һатам.
- Ҡыҙғаныс шул… - Ирғәле Юртаҡты күҙҙән уҙғарҙы. - Шәп ат ине… Элекке йыл, иҫеңдәлер, мин дә шулай Йондоҙомдан яҙҙым бит. Ә был йәш, - Ирғәле менгеһенә ымланы, - уттай ҡыҙыу үҙе, башын тартып килә торғас, беләгем ҡалманы, шайтан. - Морон тишектәре дерелдәп, күҙҙәре аларып, күк айғыр, хужаһының һүҙҙәрен йөпләгәндәй, йылға таштарын яра баҫып урынында бейеп куйҙы.
- Ҡайҙа былай юл тоттоң? Мылтыҡ аҫҡанһың…
- Сыбар тана, ен алғыры, дүртенсе көн ҡайтмай урманда ҡуна. Айыу баҫып ҡуймағайы. Бөгәсә юлын күрҙем Сатра буйында. Табаҡ дәүмәле ләғнәттең табаны.
- Менгең йығып китмәһен берүк.
- Нисауа, китә-бара тыныслана ул. Ярай, ҡорҙаш, ауыр кисермә. Малдан түгел, әҙәмдән дә уҙа ғүмерҙәр…
Хужаһының теҙгенде ебәреүе булды, күк айғыр елдәй осоп ярға менде, тояҡ аҫтынан сәсрәгән көмөш тамсылар йәйғор булып ҡояш нурҙарында сағылдылар.
Урынынан ҡуҙғалғас, ерән алаша тояғын терәй алмай ҡапыл һөрлөгөп китте.
- Ай әттәгенәһе! - Сәйфулла бабай йәне әрнеп тиргәнде. - Тере ҡулһыҙ итәһең бит, Юртаҡ, хәйерсе итәһең…
Ат алыусылар лапаҫ аҫтындағы арбаға ҡунаҡлап тәмәке көйрәтәләр ине. Йыуан шофер аҡһаҡлап ҡапҡанан кергән Юртаҡҡа һынсыл ҡараш ташланы.
- Күпме тартыр икән? - тип һораны ул янындағы мыҡты кәүҙәле таҙа егеттән.
- Эре һөйәкле. Колбасаға ярамағанмы ни…
- Хаҡын ҡыҫ. Атының рәте киткән, ҡарттың һатыулашыры ҡалмаған.
- Ярай, муҡшыланма. Һинең кеҫәңдән сыҡмай әле.
Атының теҙгенен аҙбар мөйөшөндәге ырғаҡҡа элде Сәйфулла, ҡыңғырау, тартҡылашҡандай, йәмһеҙ шаҡылдап, өнө тығылды.
- Эй, хоҙайым. - Аласыҡта самауырға ҡуҙ төшөрөп аҙапланған Әсмә инәй иламһырап үҙ алдына һөйләнде.
- Күҙ терәп торған малыбыҙҙан яҙабыҙ. Донъябыҙҙың ҡото ғына ине бит. Йәлләйемсе Юртаҡты…
— Ярай, ҡарсыҡ, ебемә әле.
- Ебемә, тисе, үҙеңдең күҙҙәрең сыпылдап бөткән.
Мыҡты егет арбанан төшөп, тәмәкеһен тапап һүндерҙе лә, аласыҡҡа ыңғайланы.
- Йә, бабай, ни хаҡҡа килешәйек? - Егеттең салбар ҡайышы артына тыҡҡан бармаҡтарында затлы йөҙөк емелдәне.
- Әллә тағы, - Сәйфулла бабай албырғап кәпәсен һалып, Юртағына боролдо.
- Һатыр өсөн аҫыраған мал түгел дә…
- Әләйһә, бына. - Егет ҡуйын кеҫәһенән бер бәйләм аҡса сығарҙы.
- Бәй… Ҡайһылай ашығыс әле. Әйҙәгеҙ, сәй янына. Мал алыш-биреш иткәндә мөгәресһеҙ булмай…
- Юҡ-юҡ,- йыуан шофер ҡапҡаға ыңғайланы. - Сәйләп ултырырға ваҡыт тар. Төшкә ҡайтып етергә ҡуштылар миңә. Рәүеф, әйҙә, һин дә мыҙылма.
- Биғәйбә, бабай, - йөҙөклө егет Юртаҡтың теҙгенен алды… Ҡарт алаша капҡа аша уҙғанда оҙатырға сыҡҡан Әсмә инәйҙең устарына, хуш бул, тигәндәй, йылы мороно менән йомшак ҡына ҡағылып үтте лә, ғүмере ебенең аҡтыҡ өлөшөн бәғер аша һыҙырып тағата-тағата, аҡһай-туҡһай, урам буйлап китеп барҙы.
… Зәңгәр күк көмбәҙенән зарлы моң һибелә - торналар оса… Сәйфулла бабай Юртағын оҙатырға сыҡманы. Ул солан күтәрмәһендә ултыра, сикәһен еүешләгән күҙ йәштәрен һөртмәй…
Ҡайҙалыр алыҫта ат кешнәне…