Эйе, бында бер инәй йәшәй торғайны. Унын хаҡында ауылда әле лә хәтерләп алалар.
Уны күрмәмешкә һалышып үтәм тиһән дә булмай торғайны. Биле бөкрәйгән, таяҡ менән генә йөрөй, йөҙөндәге йыйырсыҡ-һырҙарға ҡарап, арыу уҡ йәш бирергә була, шулай ҙә сәсе сөмҡара, бер бөртөк аҡ сәс тапмаҫһың.
«Инәй, исемең кем? - тип ҡыҙыҡһынһан: - Унда ни эшен бар?
Күпте белһәң, тиҙ ҡартайып, сәсең ағарыр! Ҡороғорҙар, әллә юра-мал һорашалар инде, күрмәйһегеҙме, мин -- Кәкре әбей!» - тип яуаплай ҡаты ғына.
- Атаҡ-атаҡ, уныһы тағы нимәгә кәрәк?
- Былай ғына, йөҙгә еттегеҙме?
- Йөҙгә етеп үлһәм, шунда белерһегеҙ!
— Инәй, - тип ауыҙ асыуың була:
- Етәр, күп төпсөнмә! - тип ауыҙыңды яба ла ҡуя. Шулай үҙе бер сәйер инәй ул. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡоҙоҡ һыуын тамсы ла эсмәй. Ҡойоп яуған ямғырҙа ла, күҙ асҡыһыҙ әсе бурандарҙа ла, көрт ярып булһа ла, шишмәгә һыуға йөрөй. Өйөнә ҡайтып еткәнсе бер нисә мәртәбә туҡтап хәл ала. Был мәлдә ҡарттарға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәклекте һәр кем белә, ләкин янында туҡталыусы юҡ. Унан һаулыҡ һорашһаң да:
- Суҡынсыҡ бала, ни эшең бар унда?! - тип эстән әллә нәмәләр лығырлап үтә.
Мал-тыуар көткән әсәйем Кәкре әбейҙе йәлләп, яңы һауған һөттән уға ла өлөш сығара. Беҙҙең менән арлы-бирле аралашып йәшәһә лә, өйөнә һирәк инәбеҙ. Ике улы, килендәре, ҡыҙы ҡалала йәшәйҙәр, ти, ләкин бер ҡасан да уларҙы күргән юҡ. Донъяла иң ҡәҙерле кеше -- әсә бит. Ә балалары ниңә ҡасып йәшәй икән! Исмаһам, килеп хәлен белеп китһәләрсе! Була бит шундай ҡаты бәғерле, моңһоҙ кешеләр.
Ауылдаштар, Кәкре әбейгә ен эйәләгән, тиҙәр. Ендәр уның өй эсендәге эштәрен бөтөрәләр, имеш. Шунлыҡтан ололар балаларын уның өйөнә инеүҙән тыя.
Бер мәл әсәйем йома сәйенә әбейҙәр саҡырырға ҡушты.
- Күршегә әйтмәһәң, килешмәҫ, бар әле, балам, инәйеңә лә әйтеп сыҡ,
Әсәйҙе тыңламайса булмай. Ә мин әбейгә барырға шөрләңкерәйем. Урамда бер аҙ тыпырсынып торғандан һуң, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдым. Ҡапҡаһыҙ өйҙөң ишек тупһаһына еткәс, туҡталып ҡалдым. Имеш-мимеш йөрәкте ҡуҙғатты: әллә килә алмай, тип кенә ҡайтып яуапларғамы? Их, мәктәптә бит, алдашырға ярамай, тип өйрәтәләр шул… Нишләргә? Өйҙә әрләшкән тауыш ишетелеп ҡалды. Ышанмағандай, соланға инеп, ишек ярығына ҡолағымды ҡуйҙым.
- Өйөмдө туҙҙырып бөткәнһең, йәнемде күп көйҙөрмә, ҡороғор! Юғиһә, ҡыуып та сығарырмын үҙеңде! - тип кемгәлер өндәште, ә икенсеһенең тауышы ишетелмәне. Өйҙә кемдер булыуы миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Ул сыҡмаҫ элек тип, ашығып килеп индем. Вәт ҡыҙыҡ! Кем менәндер һөйләшкәйне түгелме, ә үҙе яңғыҙ ғына! Һаулығымды ла алмай, һаман да кемделер әрләне, өйөнән ҡыуып маташты. Иҙәндәре һап-һары итеп ҡырып йыуылған, урындыҡҡа йәйелгән балаҫында ла тап әҫәре күрмәҫһең, өйө таҙа, йыйнаҡ. Мин йәнә ҡысҡырып өндәштем. Инәй кинәт кенә боролдо, ҡулын- дағы таяғын иҙәнгә ҡуйып:
- Ни йомош? - тине ҡоро ғына.
Инәйҙең күҙҙәрендә шат нур түгел, асыулы сатҡылар сәсрәне. Ниңәлер тәндәрем семерләп, артҡа сигенеп ҡуйҙым.
- Атаҡ-атаҡ, йомошоңдо әйтмәнең дә баһа! - тип лығырланы.
- Әсәйем йома сәйенә саҡырғайны, - тинем дә яуап көтәм.
- Әстәғәфирулла, тәүбә, нишләп аңшайып тораһың, һаңғырау түгелмен, ишеттем бит! - тине ҡырағай тауыш менән. Уның шулай каты һөйләшеүен бөтә ауыл белә, шунлыктан сығып тайыу яғын ҡараным…
- Мин ишек тыңлап торғайным, әллә кемде ҡыуалай, ниҙер әшләргә ҡуша, барып ииһәм, берәү ҙә юҡсы. Әллә биреһе бармы икән? --- тип ҡыҙыҡһындым әсәйемдән.
- Кит! Туҙға һөйләмә! Ҡарт кеше үҙ алдына һөйләнәлер.
- Һуң, бөтә кеше шулай ти ҙә инде, -- тигәйнем дә, әсәйем бүлдерҙе:
- Бүтәнсә кәрәкмәгәнде ишетмә! - тип, сәсен йыйып, яулығын нығытып бәйләне лә икмәк баҫырға тотондо. Шулай ҙа эңер төшөп, өйҙәрҙә ут ҡабынғас, беҙ, бала-саға, инәйҙең тәҙрә төбөнә йыйылып аңдырға булдыҡ. Төнгө тауыш әллә ҡайҙа яңғырай, ә беҙ шым-шырыҡ.
- Ҡайҙа ҡуйҙығыҙ, хәҙер үк табығыҙ!
- Ах, сусҡалар! Өндәшмәйһегеҙме әле, әйҙә, бар, юғал!
Бер мәл ишек асылды ла шатыр-шотор тауыш ишетелде. Беҙгә шул етә ҡалды, сыр-сыулашып, кем ҡайҙа етте, шунда һибелдек.
Өйгә ыш та тыш ҡайтып инеп:
- Әсәй! Кәкре әбейҙең ендәрен ҡыуғанын күрҙек! - тип һөрән һалдым.
- Ауыҙыңдан ел алһын! - Әсәйемдең иҫе лә китмәне, ғәжәп!
- Ысын! Ышан инде бына! Ишек асылғас та шартылдап йүгерештеләр! -- тип шаштыра бирҙем.
Әсәйем һаман да ыжламай ғына:
- Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тиҙәр. Әбейең таяҡ ташлаһа, аяҡ тауышы булып ишетелгәндер. Ҡуйсы, балам, юҡ-бар менән башыңды ҡатырма! Элек кенә ул беҙҙе әсәйҙәр, улай итмә, башыңа алла һуғыр, кисен тәҙрәнән ҡарама, ен һуғылыр, төндә йөрөмә, мәскәй әбей зыяраттан сығыр, тип ҡурҡыталар ине. Заманаһы шундай томана ине. Һуң, хәҙер ниндәй ен-бире булһын, ти! Әйттем дә баһа, инәйең олоғайған, - үҙ алдына һөйләнә. Әсәйемдең һөйләгәненә тамам ышанып бөтөп, бәхәсләшә-бәхәсләшә, иптәштәремә аңлаттым. Артабан инәйҙе күҙәтергә уйлағайныҡ та, һуңғы арала ул ниңәлер күренмәне. Көн дә шишмәгә һыуға йөрөй торғайны, әле күпме көтһәк тә, урамдан үтмәне. Ахырҙа әсәйем, түҙмәй, өйөнә барғайны, тап итмәгән, ишеге бикле булған. Хәтһеҙ ваҡыт үткәс, ауылда йәнә Кәкре әбейҙе ендәре күсереп алып киткән икән, тигән хәбәр таралды. Ул араларҙа әсәйемдәр ҡалаға баҙарға барып ҡайтты. Кәкре әбейҙең улы-ҡыҙы шунда йәшәй, һорашып-белешеп ҡайтырбыҙ тигәйнеләр ҙә, ләкин улары ла белмәй икән. Халыҡ араһында: моғайын, шул ендәре алып ҡасҡандыр, тигән һүҙҙәр тарала бирҙе…
Кәкре әбей онотола төшөп, йәй үтеп, иген урыр ваҡыт та етте. Шул мәлдә ауылға яңы хәбәр ҡайтты. Кәкре әбей иген араһында ята, ҡоро һөйәккә ҡалған кәүҙәһен ҡарғалар суҡып бөткән, имеш…
Уны күмәк халыҡ тейешле хөрмәт күрһәтеп ерләне. Ҡаланан балалары ла ҡайтты.
- Әсәйһеҙ ҡалайтып йәшәрбеҙ икән, исмаһам, ағай, бер ҡайтып ярҙамлашманыҡ бит, - тип шыңшыны ҡыҙы.
- Ә һин нимәңде ҡарап яттың?
Туғандар берен-бере ғәйепләп, ирешә башлағас, аранан бер инәй:
- Ҡуйығыҙсы, оло мәйет янында талашмағыҙ. Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен бик һуңлап ҡына аңлайбыҙ шул. Ә кем ғәйепле икәнен мәрхүмә үҙе генә белә инде!…
Ысынлап та… Үҙе генә белдеме икән? Ә ендәре? Миңә ҡалһа, яңғыҙ һәм Кәкре әбейҙән ташландыҡ кешеләргә генә эйәләшә кеүек ул ен тигәндәре. Һәр хәлдә асыу, уҫаллыҡ һәм ҡырыҫлыҡ ендәре бары бәхетһеҙ, кәкре йәндәргә оялауына шигем юҡ.
Кәкрәйә күрмә берүк, күңелем! Яҡтыра күр берүк, йөрәгем! Тыуған яғым миңә ошолай тип өндәшкәндәй… Танһыҡ һәм ниндәй ғәзиз уның ауазы!