Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
3 Февраль 2021, 14:03

"УФ, ҠАҢҒЫРТМАҒЫҘ..."

Уйҙарға батып купела ултыра инем, кемдер дөбөр-шатыр килеп инде: «Уй, аллаҡайым, һуңланым, тип ҡот осҡайны, әл дә килеп өлгөрҙөм! Әллә ниндәй бөтмәҫ ямғыр - күктең төбө төшкәндер ул». Һуңғы «баҡыр» аҡсаларҙы ҡырып-һепереп һатып алған «модный» эшләпәмде күтәрергә иренеп, бер күҙемде генә асыу менән сикләндем: оло йәштәрҙәге, тулы ғына кәүҙәле (Ауылдан икәнлеген белдереп, хан заманындағы плащын кеймәһә лә булыр ине әле), бихисап төйөнсөк күтәргән (Ҡырҡмаһа-ҡырҡ тоҡсай һөйрәп йөрөгәнсе, бер йүнле сумка алмай) түңәрәк йөҙлө апай күҙҙәрен сылт-сылт йомоп миңә баҡҡан да иҫе китеп тора бирә.

(Ниндәйҙер таныш кешегә оҡшаған… Булмаҫ… Әҙме ни бер-береһенә оҡшаш кешеләр). Әйберҙэрен, ниһәйәт, урындыҡҡа бушатҡас, һыпырылып төшкән яулығын сисеп, битен һөртә-һөртә, миңә мөрәжәғәт итте:
«Туғаным, ҡайҙа бараһың?», (Эйе, миңә бәйләнмәгәнең генә ҡалғайны!). Эсем бошһа ла, уйымды ҡысҡырып әйтмәнем, әлбиттә, ә мөмкин тиклем битараф тауыш менән: «Ҡалаға», -- тип һуҙҙым. Әммә апайым, был яуапҡа ғына ҡәнәғәт булмай, туҙған сәстәрен рәтләп-һыйпаштырғылап (Үәт һиңә әбей, сәстәренең ҡаралығына, ҡуйылығына ҡарағанда, бик үк ҡарт та түгел икән дә баһа!) эргәмә килеп йәйелеп ултырҙы ла, күҙҙәремде эҙләптер инде, эйелә биреберәк: «Ниндәй ҡалаға? Өфөгәме? Златоусҡамы?» - тип төпсөнөргә кереште. (Бына әй, ҡайҙа барһам да барыбер түгелме икән уға?!). «Өфөгә», «Ҡалай һәйбәт булды әле, мин дә шунда юлланғайным. Өфөлә эшләйһеңме, әллә уҡып ҡына йөрөйһөңме?» (Бына «һары һағыҙаҡ»! Уның миндә ни эше бар инде!) «Уҡыйым», «БДУ-ла түгелме?» «Шунда». Апайҙың түңәрәк йөҙө майланған табалай ялтырап-балҡып китте, ҡыуаныслы тауыш менән: «Бирәм, тигән ҡолона сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, ифрат яҡшы булды әле, туғаным. Бергә-бергә һөйләшеп барырбыҙ, ваҡытты ла, араны ла шулай ҡыҫҡартырбыҙ», - тип сутылданы. (Шул ғына етмәгәйне! Эй, ошо ауыл бисәләренең ябайлығы, хоҙайым. Тәки барып еткәнсе үҙенең «иғтибары» менән башты ҡатырып, кәңәштәре менән ҡолаҡты тондора икән! Ятаҡҡа бергә барайыҡ, ти башлар. Ҡиәфәте менән оятҡа ҡалдырыуы етмәҫ, төйөнсөктәренең бер нисәүһен елкәмә йөкмәр! Абау, хәҙер үк ҡотолор кәрәк!). «Мамаша! Зинһар өсөн, ҡаңғыртмағыҙ мине!» - мин боролоп ултырҙым. «Әллә башың ауыртамы, ҡыҙым? Әйтәм, төҫөң ҡасып, күҙ аҫтарың күгәреп тора». Эшләпәмде түбәмә күтәреп, күҙҙәремде аҡырайттым да ҡырт әйләндем: «Шулай буянғанмын! Аңлашылдымы? Бүтән һорауҙарығыҙ юҡмы?!» «Йә, йә, ҡыҙым, ҡыҙма…» - Ул ауыр ҡуҙғалып тороп китте, миңә берҙе тултырып ҡараны ла, уфтанып, әйберҙәрен урынлаштыра башланы. Һөйләшмәй Өфөгә барып еттек. Поезд туктағас, ул: «Ярай, балам, күңелеңә ауыр алма, әммә холҡоңдо әҙерәк үҙгәртмәһәң, йәшәүе ҡыйын булыр», - тине. «Һы» - тип йөҙөмдө йәмерәйткәйнем, тәҙрә аша һөйгән егетем күҙгә салынды. Донъямды онотоп, ишеккә атылдым: «О-о, ҡаршыларға килгәнһең икән?» Әммә ул… ул миңә йылмайып баш ҡаҡты ла ары атланы: «Һаумы, әсәй!» Мин әйләнеп ҡарағанда, Сәлим минең менән килгән апайға поездан төшөргә ярҙам итә ине.
Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в