Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
4 Февраль 2021, 13:04

Һәйкәл. Новелла

Поездан төштөм дә, ҡайҙа барырға белмәйенсә, айбанып ҡалдым. Мине өйҙә көтәләр. Минеме, әллә әсәйемдең хыялы, ғаилә ғорурлығынмы?Һүҙҙең әсәйемдең хыялы тураһында ғына барыуын нисек аңлатып бирәйем? Был хәлдең бынан бер нисә йыл элек башланыуына, йылдар буйы атай-әсәйемде ҡайғыртмаҫ өсөн генә түҙеп, эстән һыҙып йөрөүемә кем ышаныр?

Әсәйем мине поезға ултыртып оҙатҡанда ла мин уның күҙенә ҡарап дөрөҫөн әйтергә ҡыйманым.«Ҡыҙым, һин бөйөк музыкант булырһың, һине бөтә донъя белер!» - Тап ошо һүҙҙәр менән үҫтерҙе ул мине.
Вокзалдан йәйәү атлап киттем. Иҫке ағас йорттарҙы үтеп, ҙур урамға сыҡтым. Таш йорттар күренә башланы. Был юлды мин бик яҡшы беләм. Йылдар буйы бындағы музыка мәктәбенә юл тапаным бит. Мин мәктәпкә кереп сығырға булдым.
Йыйыштырыусы әбей мине танып йылмая:
- Йә, нисек барып ҡайттың, керә алдыңмы?
- Юҡ, барманым да, кермәнем дә. - Яуабым менән уны бөтөнләй аптырауға ҡалдырып, коридор буйлап атлайым. Ян-яҡтан бүлмәләр һуҙыла. Һыуыҡ, тығыҙ, ҡояш нурын үткәрмәҫ таш бүлмәләр…
Ишектәрҙән төрлө тауыштар урғылып сыға. Уларҙан мәғәнәһеҙ како фония ярала. Ләкин иғтибарлыраҡ тыңлап торһаң, һәр ишектең үҙенсә көйләүен абайлайһың. Бынауы баян класы, ә быныһында скрипка һыҙлана. Арыраҡ минең фортепиано класы. Унда әле кемдер уйнай.
Туҡтап ҡолаҡ һалам. Моцарттың ябай ғына менуэтын кемдер өсөнсө тапҡыр яңынан уйнай башлай. Башлаған һайын, бармаҡтар теләр-теләмәҫ кенә бер-ике нотаны ала, уҡытыусымдың: «Туҡта!» тигән тупаҫ ҡысҡырыуы моңдо өҙә. «Башһыҙ тауыҡ! Инструментты шулай этләргә яраймы ни?». «Ул бер мине генә түгел, бөтә уҡыусыларын да шулай әрләй икән», тип уйлап ҡуйҙым. Сольфеджио класынан балалар сыға башланы. Бер бәләкәй ҡыҙыҡай минең эргәмдә туҡтап тыңлай башланы. Ә эстә эштәр уғата ҡыҙыулана шикелле. Бармаҡтар ҡыйыуһыҙ ғына алтынсы тапҡыр бер үк ноталарҙы алды.
Мин үҙемде хәтерләнем. Ҡасандыр мин дә ошо менуэтты уйнарға тейеш инем, ләкин бер ни килеп сыҡмай. Тәүҙә уҡытыусы миңә ҡысҡырып тауышын бөтөрҙө, ә түҙемлеген юйғас, пианино ҡапҡасын шарт итеп ябып ҡуйҙы. Мин саҡ бармаҡтарымды тартып алып өлгөрҙөм.
Был ҡапҡас йөрәгемдә саҡ бөрөләнә башлаған музыкаға мөхәббәтемде мәңгегә баҫты. Йылдар буйы музыкаға вайымһыҙ булып, мәктәпте тиҙерәк бөтөрөргә тырыштым. Бәлки, шуғалыр ҙа мин бик яҡшы уҡыным, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, кластан класҡа күсә барҙым. Минең уңыштарым әсәйемдең хыялдарын үҫтерҙе лә инде.
…Ҡапыл пианино ҡапҡасы шарт итеп ябылды. «Бөгөнгә етте! Күҙем күрмәҫ ине һине!» Ишек саҡ ҡына асылды, унан, күҙ йәштәрен һөртәрһөртә, бер ҡыҙ йүгереп сыҡты ла, бер кемгә ҡарамай, тышҡа атылды. Эргәмдә торған бәләкәс кенә ҡыҙыҡай уның артынан ташланды. Минең дә бында бер минутҡа ла ҡалғым килмәне.
«Юҡҡа ғына килгәнмен», - тип уйланып, ҡыҙҙар артынан тышҡа сығып киттем. «Бәлки, тап ошо өҙөлгән менуэт әсәйемдең ниәтен емергәндер ҙә әле»…
Мәскәүгә барып етеү менән, бер нисә сәғәттән ҡайтырға торған шул уҡ поезға билет алдым да, тағы бер көндән тыуған ҡаламда булдым. Ә мине бында бер кем дә көтмәй әле.
Юл буйлап алдымда теге ике ҡыҙыҡай атлай. Олоһоноң күҙ йәштәре кипкән инде, бәләкәйе менән шаярып китеп бара. Мин уларҙы күҙәтәм.
Ғәжәп тә баһа, улар минең һеңлеменән үҙемде бик ныҡ хәтерләтә. Ҡыҙҙарҙың хәҙер ни эшләйәсәктәрен дә белеп торам. Бына улар һәйкәлһеҙ пьедестал янына барып етте. Тәүҙә мин, ә һуңынан һеңлем, пьедесталға менеп, берәй һәйкәл булып баҫа торғайныҡ.
Ҡыҙҙар пьедестал янында туҡтаны. Оло ҡыҙ уға һикереп менде лә уң ҡулын өҫкә күтәрҙе - был Ленин. Бәләкәйе шырҡылдап көлөп ебәрҙе. Апаһы, ҡулын һуҙып, уны ла үҙе янына тартып мендерҙе. Һәйкәл янында оҙаҡ туҡталып тормай, ҡыҙҙар һикереп төштөләр ҙә, ҡулға-ҡул тотоношоп, өйгә табан ашыҡтылар. Бер ни уйламай, мин арттарынан киттем.
Алда светофор. Хәҙер өлкәне кесеһенә ноталар тултырылған папканы тотторасаҡ. Беҙҙең шундай килешеү була торғайны.
- Хәҙер һинең сиратың.
- Апаһы, шатланып, һеңлеһенә папканы һондо.
Ҡыҙҙар өйҙәре янына килеп етте. Мин аптырап ҡарайым - был бит элек беҙ йәшәгән өй! Беренсе ҡатта өс тәҙрә. Урталағыһы – һеңлем менән минең бүлмә. Бер нисә минуттан тәҙрә яҡтырып китте. Тәҙрә ҡапланмаған. Баяғы ике ҡыҙ һыны күренеп ҡала.Бына бүлмәгә әсәләре килеп инде. Моғайын, ҡыҙҙарҙы ашарға саҡыралыр.
«Бәлки, кереп сығырғалыр? - Башымда төрлө уйҙар сыуала. Ҡыуып сығармаҫтар бит…»
Ишек асылғас, күҙ алдыма әсәйем килеп баҫты. Минең әсәйем. Беҙ бында йәшәгән саҡта нәҡ ошондай ине ул. Бер мәл ул миңә аптырап ҡарап торҙо ла, мин ҡыйыуһыҙ ғына йылмайып ҡуйғас, «таныған» һымаҡ булды. Ишле нәҫелебеҙ араһындағы берәйһенең ҡыҙы тип танығандыр. Индереп ултыртты ла сәй әҙерләгән ыңғайға бабай-әбейҙәребеҙҙең сәләмәтлеген һорашты. Күбеһе хәҙер вафат булған инде, ләкин әсәйем өсөн улар йәшәйҙәр бит әле. Шуға ла мин: «Эйе, таҙа ғыналар, рәхмәт», - тип баш ҡағып ултырҙым.
Әсәйем бүлмәнән ҡыҙҙарын саҡырып алды. Айгөл менән Азалия. Айгөл минең ябай халатымда. Эйе, был минең халат. Аҫтағы ике төймәһе, киң атлап йөрөүем сәбәпле, гел өҙөлөп бара торғайны. Ирекһеҙҙән мин күҙемде шул төймәләргә төшөрҙөм. Айгөл, оялып, халат ситтәрен тиҙ генә тубыҡ араһына йәшерҙе. Тап минең хәрәкәтем.
Беҙ кухняла сәй эсеп ултырабыҙ. Атайым да сәй эйергә сыҡты, ләкин минең менән бөтөнләй һөйләшмәне тиерлек.
- Айгөл, шәкәрҙе алып бир әле, - тине әсәйем.
Мин, уйлап-нитеп тормайынса, кәштәнән шәкәр һауытын үрелеп алдым да өҫтәлгә ҡуйҙым. Шәкәр артынан ынтылған тағы бер ҡул токка һуғылғандай кире тартылды.
- Миңә үҙегеҙҙең бүлмәгеҙҙе күрһәтегеҙ әле, - тип Азалияға өндәштем. Үҙ-үҙемә өндәшергә нисектер уңайһыҙ ине. Былай ҙа Айгөл мине шикләнеп күҙәтә.
Һеңлем индерҙе. Беҙҙең бүлмәбеҙ: өҫтәл, карауат, пианино менән ус ояһындай иҙән. Беҙ шатлана торғайныҡ: шундай бәләкәй, йыумаһаң да була, бөтөнләй юҡ һымаҡ.
Ҡыҙҙар бер ни өндәшмәй. Мин беләм, беҙ таныш булмаған кеше алдында ояла торғайныҡ. Улар минең ни әйтеремде күҙемә ҡарап, ҡыҙыҡһынып көтәләр. Ә мин ололарҙың иң мәғәнәһеҙ һорауын бирҙем:
- Мәктәптә эштәр нисек?
Ҡыҙҙарҙың күҙҙәренең һүнеүенән өмөттәрен аҡламағанымды аңланым.
- Яҡшы, - тип ипле генә яуап бирҙе бәләкәсе, ә оло папканан ноталарҙы сығарып, пианино эргәһенә ултырҙы.
- Берәй нәмә уйнап күрһәтәһеңме? - Мин уның янына баҫтым,
- Юҡ, миңә дәрес әҙерләргә кәрәк. - Ҡаты ғына өндәште ул. Ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таба алмауым үкенес ине, Әсәйемдәр менән дә хушлашып, өйҙән сығып киттем. Тышта ҡараңғы төшкән инде. Бараһы ерем юҡ. Алыҫта урам уттары йымылдай. Мин шуларға ынтылдым. Бер аҙ үткәс, мөйөштәге өйҙөң стенаһында урамдың исеме менән өй һанын күреп ҡалдым. Был бит беҙҙең иҫке өйөбөҙ! Бына беҙҙең ишек алды. Ләкин ниңә «Скорая»? Ҡурҡыныс һиҙеп, йөрәгем һикерә башланы. Врач артынан өйгә йүгереп индем.
- Тиҙерәк, тиҙерәк, икенсе ҡатҡа! - Ҡабаландыра врачты йәш ир. Ишек шар асыҡ. Барып инһәм, бәләкәс кенә ҡыҙ карауатта борһаланып ята. Әсәһе өмөт менән врачҡа ҡарай, иңбаштарын йыйырҙы. Әйтеүе ҡыйын, йәнәһе. Шул көн ҡылт итеп иҫемә төштө.
Әсәйем мине балалар баҡсаһынан алып ҡайтты ла: «Әлегә бер үҙең уйнап тор», - тип магазинға йүгерҙе. Бүлмәгә инеп, ҡурсаҡтарым менән һаулаштым, «Тәүҙә бер витаминка ғына ашайым да һеҙҙең менән уйнармын, түҙеп тороғоҙ әҙерәк», тип мин дарыуҙар һаҡланған тартмаға ынтылдым. Бер тумпайған ҡапты тартып алырға маташҡанда, уның йоҡа ҡағыҙы йыртылып китте лә, әсенән ваҡ ҡына төргәктәр иҙәнгә осто. Берәүһен асып ҡараһам, эсендә һары төҫтәге порошок. Әсәйем миңә аҡ төҫтәгеһен бирә торғайны. Шикләнеп, тел осо менән генә ялап ҡараным. «Шул, шул!» - тип шатланып ырғаңлап ҡуйҙым. Аҡмы, һарымы - барыбер түгелме ни? һарыһы матурыраҡ та әле, тип төргәктәрҙе итәгемә йыйып һалдым да һыйланырға ултырҙым. Әсәйем өйрәткәнсә, төргәксәне ипләп кенә асып, һары ҡомдо ялап ҡуйҙым. Шунда уҡ башыма бынамын тигән уй килде. Зур аҡ ҡағыҙ битен алып, бөтә төргәктәрҙе шунда бушаттым да ошо һап-һары витамин онона битемде сумырҙым. Ялап бөткәс, танауға һылашҡанын һөртөп, уйнарға булдым. Өҫтәлдә лә, иҙәндә лә ҡағыҙҙар туҙылып ята. Былай ярамай, әсәйем ҡайтҡансы йыйыштырырға кәрәк.
Бүлмәнән сығайым тиһәм, ишек, ҡулға ығышмай, төрлө яҡҡа сайҡала башланы. Алға ынтылып ҡарағайным, арттан кемдер тотҡан да ебәрмәй һымаҡ. Әйләнеп ҡарарға борола алмайым.
«Моғайын, убырлы ҡарсыҡ кладовканан сыҡҡандыр ҙа, сәсемә йәбешеп, үҙ янына алып китергә уйлайҙыр». Ҡысҡырырға ла, йүгереп ҡасырға ла хәл юҡ. Мин күҙемде йомдом.
Әсәйем ҡайтҡанда, мин иҫемде юғалтып иҙәндә ята инем.
...Бәләкәс ҡыҙ өҫтөндә юҡ кейемдәрен сисеп ташларға тырыша. Кладовка ишеге шығырлап асыла башланы. Ирекһеҙҙән артҡа сигендем. Асылған ишекте күреп, ҡыҙыҡай карауатында бөрөшөп китте. Уның һағаныуы көсәйҙе. Мин сыҙай алманым, бүлмәгә инеп, кладовка ишеген шарт ябып ҡуйҙым. Ҡыҙыҡай, шунда уҡ тынысланып, еңел тын алды. Ололар, бер ни өндәшмәй, аптырап ҡарап тора. Мин тышҡа йүгереп сыҡтым. Ял итеп, тынысланырға кәрәк миңә. Өләсәйемде иҫкә төшөрҙөм. Бына кемгә тәүҙә үк китергә булған миңә!
Ул мине һәр саҡ аңлай торғайны. Шулай уйланым да вокзалға табан ашыҡтым. Һуңғы электричкаға өлгөрмәнем, төн буйы шыҡһыҙ залда һулыған ҙур пальма аҫтында ултырып сыҡтым.
Иртә таңдан уҡ кассалар залына индем. Ял көнө булғас, билет артынан сират тора. Касса тәҙрәһенә еткәс, ҡабаланып, 54 һум аҡса һуҙам.
- Һин нимә, Айға барырға уйлайһыңмы? - тип асыуланып, кассир. 54 тинде генә алды ла бүтән аҡсаларымды кире ырғытты. Эй был хаҡтар, үҙгәрә лә үҙгәрә, һис эйәреп булмай. Ләкин уйла-нырға ваҡытым юҡ, мин электричкаға ашығам. Тәҙрә янынан урын алып ултырҙым. Күҙемде күтәрһәм, ҡапма-ҡаршы әсәйем ултыра. Минең әсәйем. Йәп-йәш кенә, бөҙрә ҡусҡыл сәстәре туҙған. Аяҡ аҫтында ауыр ҡумталар. Атайым күренмәй. Бәлки, улар өйләнешмәгәндер ҙә әле! Юҡ, ана, бармағында алтын балдағы ялтырай. Шулай булғас, әсәйем ауылға, минең яныма ҡайтып бара! Мин бәләкәй генәмен. Өләсәйем менән олатайымдарҙа ҡунаҡтамын. Әсәй, әсәкәйем! Һинең алдыңда кем ултырғанын белһәң ине! Мин хәҙер, түҙмәй, тубыҡланам да итәгеңә башымды һалып илап ебәрәм. Бөтәһен дә һөйләрмен, бөтәһен дә илап бирермен! Әсәйем минең!
Әсәйем урынында ҡыбырланы ла миңә ҡырын ҡарап ҡуйҙы. Ниңә был ҡыҙ миңә текләп ҡарай икән, тип уйлағандыр әле. Шунан ул, тәҙрәгә башын терәп, күҙен йомдо.
Алда ике сәғәтлек юл. Мин дә йоҡомһорап киттем. Электричка, тырыш уҡыусы һымаҡ, тимер юл клавишаларында бер үк ятҡа бикләнгән сикһеҙ гамманы тыҡылдата ғына. Әлшәйгә килеп еткәс, әсәйем артынан эйәрҙем. Әгәр уны олатайым ҡаршы алмаһа, ул йәйәү китәсәк, ә мин уға ҡумталарын күтәрешермен, тип уйлап та бөтөрмәнем, тимер юл күперенән үк олатайымдың зәңгәр «запорожец»ы күренде. Үҙе, ҡулдарын кеҫәһенә тығып, машинаһына һөйәлеп тора.Нисә йыл мин һине күрмәгәнмен, олатай!
Олатай, башынан фуражкаһын сисеп, әсәйемә сәләм бирҙе. Улар ҡумталарҙы тейәнеләр, ултырҙылар, етеҙ машина дыңғырлап урынынан ҡуҙғалды, ә мин туҙан болотонда бер үҙем тороп ҡалдым. Көс-хәл менән күрше ауыл автобусына ултырып, ауылыма килеп еттем. Бына олатайҙарҙың өйө, тупһаһы. Керәйемме?
Тыңлап торам. Көләләр, әсәйем яңылыҡтар һөйләй. Мин ишекте шым ғына астым да, ҡара бесәй булып, төпкө бүлмәгә йылт итеп инеп киттем. Бүлмәлә пәрҙәләр ябылған. Комод өҫтөндә әсәйемдең күстәнәстәре ята. Миңә килтергән инде.
Бәләкәй тимер карауатҡа иңкәйәм. Бына ул мин. Бәхетле, йомороҡай, төшөндә мышнап ята. Мин уны ҡулыма алам. Үҙе йылы ғына, таҙа. Минең хаҡта бер ни белмәй, әлбиттә. Ни эшләргә миңә һинең менән? Бәлки, туҡтатырғалыр? Ҡаҡса бармаҡтар ҡыҫыла башлайҙар, оҙон тырнаҡтар йомшаҡ тәнгә баталар.
Сабый бала сытырайып уянып китте. Мине күреп йылмайҙы, ҡулын танауыма һуҙҙы. Күҙ йәштәре менән йыуылған танауым ҡулынан ысҡынып китте. Ул тағы ла мөләйемерәк йылмайып: «Әсәй», - тип өндәште.
Айгөл Әхмәҙиева
Читайте нас: