Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
5 Февраль 2021, 17:02

ТУРЫҠАЙ. БУЛҒАН ХӘЛ

Турыҡайҙы Дауыт ағай ҡолон сағынан тәрбиәләп үҫтерҙе. Үҫә килә, ҡолон хужаһына шундай өйрәнде, Дауыт ағай ҡурала күренеп ҡалыуы була, еҙ ҡыңғырауҙар ҙа көнләшерҙәй тауыш менән кешнәп, уйнаҡлап, тып итеп янына килеп тә баҫа. Шунан, сабыйҙарса, ҡалын ирендәре менән уның битенә үрелә, кейеменең ең остарын, башҡа урындарын эләктереп ала, тартҡылай, кейеменә башын ышҡып ала. Дауыт ағайға Турыҡайҙың был ҡылығы, йә, мине лә яратып ал әле, тигәндәй тойола. Ул Турыҡайҙың муйынын, ҡайсылай уйнап торған ҡолаҡтарын, тығыҙ булып тырпайып үҫеп килгән ял һырттарын һыйпай-һыйпай, уға көткән күстәнәсен икмәк киҫәген ҡаптыра ине.

Турыҡай үҫә барған һайын үҙгәрҙе. Киң күкрәкле, мыҡты, бер аҙ дуғаланыбыраҡ торған оҙон муйынлы, бына, мине күрегеҙ, тигәндәй, баҫҡан урынында уйнаклап торған башҡорт атына әйләнде. Дауыт ағай уға күп өмөттәр бағланы. Тәүге йүгән, сана, эйәр Турыҡай өсөн ят булһа ла, хужаһы янында булғас, әллә ни туламаны, Дауыт ағайҙың «Турыҡай» тип өндәшеүе менән тынысланды һәм оҙаҡламай буйһонорға өйрәнде.
Дауыт ағайҙың өмөттәре аҡланды: тора-бара Турыҡай бәйгеләр йондоҙона әйләнде, һабантуйҙарҙағы ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне, финиш һыҙығын һәр ваҡыт беренсе булып киҫеүсегә әйләнде. Ә бына быйыл Дауыт ағай ни өсөндөр Турыҡайҙы ат бәйгеһенә әҙерләмәне. Күршеләренең:
- Дауыт ағай, быйыл һабантуйҙа атыңа кемде ултыртаһың? Үҙеңдең улыңдылыр инде, ул бит хәҙер күҙгә күренеп нығынды, булдыра алыр, -- тиешеүҙәренә: «Турыҡай олоғайҙы инде, быйыл булдыра алмаҫ», - тип яуаплап килде.
Салт аяҙ көн. Бөгөн Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуҙаштарының ҡоролтайы үткәрелә. Төрлө яҡтарҙан ҡунаҡтар саҡырылған. Байрам тантанаһы Ҡарайғыр тигән тау түшендәге яланлыҡта билдәләнгән. Дауыт ағай ҙа Турыҡайҙы егеп, ғаиләһен, һыйған тиклем күрше-күләнен арбаға ултыртып байрам үткәреләсәк майҙанға китте…
Ниһәйәт, ат бәйгеһе башланасағын иғлан иттеләр. Аҡлан ситендәге ағаслыҡтарҙан бәйгелә ҡатнашасаҡ һыбайлылар старт һыҙығына йыйыла башланы. Һәр һыбайлы, бында минең атымдан да өҫтөнө юҡ, тигәндәй, теге-был һөнәрҙәрен күрһәтеп ала: йә атын арт аяҡтарына баҫтырып үрәпсетә, йә урынында бейетеп ала. Ошоноң менән, йәнәһе, ул ғына беренсе булырға тейешлекте аңлата.
Бәйге башланасағын һиҙеп, Турыҡай сыҙамһыҙлана башланы: ҡат-ҡат бышҡырып алды. Был инде -- аттарҙың тын юлдарын киңәйтеп алыу тәртибе. Турыҡайҙың аяҡ-ҡул мускулдары дер-дер ҡалтыранды. Ул берсә бәйгегә йыйылыусы аттарға, берсә хужаһына ҡараны. Дауыт ағай атын тынысландырырға теләп, әле уның муйынынан, әле арҡаһынан һыйпаштырҙы: «Ярай, малҡай, тыныслан, йәштәргә лә юл бирергә кәрәк бит», - тип үҙ алдына һөйләнде. Тик бына Турыҡайҙың күҙ ҡараштары менән осрашҡас, уның «ебәр мине» тип ялбарғанын, инәлгәнен тойҙо. Улының да бер нисә тапҡыр ҡыйыуһыҙ ғына: «Атай, атай!» -- тип өндәшеүен еңә алмай, Дауыт ағай:
- Йә, улайһаң, мен атҡа, улым, - тине. - Тик теҙгенеңде башта ҡатыраҡ тот. Яланды өс урарға кәрәк. Һуңғы уралышта Турыҡайҙы үҙ яйына ҡуй, ул үҙе белә, - тип, атын ауыҙлыҡланы. Малайы, шуны ғына көткәндәй, ат өҫтөнә талпандай йәбешеп ултырып та алды. Дауыт ағайҙың: «Бар, улым, йәһәтлә, ҡалаһың», - тиеүенә, бәйге башланыуын белдереп, баш судья флаг күтәрҙе. Шул секундта бәйге аттары атҡан уҡтай алға ынтылдылар. Турыҡай ҙа улар артынан тороп сапты. Әммә бәйгеләрҙә артта ҡалып өйрәнмәгән малҡай өҫтөндә ултырған йәш малайға буйһонорға теләмәне.
Бына ул бәйге аттарын ҡыуып етте, берәм-берәм уларҙы уҙа башланы. Был күренеш ситтән ҡарағанда нисектер яйлап атлап барыусы бер төркөм кешеләрҙе бер йүгереүсенең уҙып барыуын хәтерләтә ине…
Дауыт ағай ары-бире йөрөй:
- Их, Турыҡай, янаһың бит, ниңә малайға баш бирмәйһең? Уны ултыртҡансы, үҙем менһәм ни була? - тип үҙ алдына һөйләнде, бәйге аттарын артта ҡалдыра барған Турыҡайынан күҙен ала алманы.
Өсөнсө әйләнеш башында Турыҡай, ҡалған аттарҙы байтаҡ артта ҡалдырып, бәйге еңеүсеһе булып саба ине инде. Бына финиш һыҙығына дүрт-биш йөҙләп метр самаһы ғына ара ҡалды. Ҡапыл… Турыҡай һүлпән генә юртыуға күсте. Ә инде финишҡа йөҙ метрлап ҡына ҡалғас, сайҡала-сайҡала атлай башланы. Алдараҡ килгән ике ат Турыҡайҙы уҙып, финиш һыҙығын киҫеп үтте. Нисек кенә булмаһын, Турыҡай ҙа бер аҙыраҡ барҙы ла әкрен генә ергә ятты…
Аптырашта ҡалған Дауыт ағай йүгереп барып Турыҡайға эйелде. Атының башын, йомоҡ күҙҙәрен һыйпай-һыйпай: «Ни булды һиңә, малҡайым? Хәлең шул тиклем бөттөмө ни», - тип һөйләнде. Таныш тауышты һәм ҡулдарҙы тойғас, Турыҡай, саҡ ҡына башын ҡалҡытып, күҙҙәрен асты һәм ху-жаһына ҡараны. Ҡарашында: «Их, был юлы булдыра алманым, ғәфү ит мине», - тигән үкенес сағылғандай булды. Турыҡай бер нисә тапҡыр торорға ынтылып ҡараны ла, ныҡ итеп тын сығарып, башын әкрен генә ергә һалды. Был уның һуңғы һулышы ине.
Мәһәҙей Фәтҡуллин
Читайте нас: