Ул йылда әле мин саҡ ауылдан Өфөгә килеп, беренсе курста ғына уҡый башлағайным. Теге бәләкәй малай менән ҡыҙҙы тимер юл вокзалына төшкән һайын күрә торғайным. Шәмбе көндәре дәрестәрҙән һуң апайымдарға һуғылам да, үксәләремде насар, эре ташлы, таралып бөткән асфальтка шаҡылдатып бәрә-бәрә, электричкаға ашығып йүгерәм. Ә теге ике бәләкәй бала һәр саҡ тәҙрә төбөндә ултырған була. Ҡыйшайып бөткән иҫке йорттоң аҫҡы ҡаты, дөрөҫөрәге ер аҫты өлөшөндәге тәҙрәләрҙең иң өҫкө өлгөһө генә асфальт тротуарҙан юғарыраҡ булғас, балалар унан был яҡты донъяның нимәһен генә күреп ултырҙы икән? Вокзалға ашыҡҡан кешеләрҙең аяҡтарын, япраҡтары һарғайып килгән ағастарҙын өҫкө ботаҡтарын, көҙгө болоттарҙы… Шунда мин был ике бәләкәстең исемдәрен дә белдем. Бер заман эстән йәш ҡатындың тауышы ишетелеп ҡалды:
- Марс, Венера, тәҙрәне ябығыҙ - еүеш, һалҡын…
Минеке һымаҡ, малай менән ҡыҙҙың да исемдәре бик «шәп икән - алла исемдәре. Малайҙа, әлбиттә, һуғыш аллаһыныҡы, ә ҡыҙ кешегә, күрәһең, мөхәббәт алиһәһенеке йәтешерәктер.
Ҡыш етте. Әүәлгесә һәр шәмбе кис мин, ошо тайғаҡ юлды ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, вокзалға төшәм. Дөрөҫөрәге, ҡаҡ боҙҙан шыуып, йүгерәм, тәкмәсләп тә китәм. Бер тапҡыр, хатта, шыуып килеп, теге подвал тәҙрәһенә саҡ төшөп китмәнем. Ап-аҡ боҙ ҡапланып туңған тәҙрә аша бер нәмә күренмәһә лә, бәләкәй Венера менән Марсты күҙ алдына килтерергә тырыштым. Бәләкәстәр һалҡын ер аҫтында ҡыш буйына сирләп сыҡмаймы икән?
Яҙ етте. Шәмбе. Кис. Вокзалға төшөп барам. Теге йортҡа яҡынлашып киләм. Балаларҙың тауыштары ишетелгәс, күңелгә йылылыҡ ингән һымаҡ була. Тимәк, иҫән-һауҙар.
- Юҡ, тегеһе һинеке! Ә быныһы -- минең йондоҙ!
- Юҡ, ҡыҙыл төҫтәгеһе - Марс, ә ағы - Венера! Әсәйем шулай тине! Ҡара, ниндәй ҙур ул йондоҙ!
Тәҙрә төбөндә, аҫта уҡ ултырған балалар, тротуарҙан ашығып үткән кешеләрҙең аяҡтары ҡамасаулаһа ла, ҡараштарын өҫкә төбәгән. Мин дә улар ҡараған яҡҡа күҙ һалып алам. Унда, киң юл үткән соҡорҙоң аръяғындағы ҙур, туғыҙ ҡатлы һоро йорттоң бихисап күп телевизор антенналары араһында ике ҙур йондоҙ балҡып тора ине. Ҡояш саҡ байыуға ҡарамаҫтан, ҡалҡып та
өлгөргәндәр. Береһе, ысынлап та, ҡыҙғылтыраҡ төҫтә, ә икенcehe - сафлыҡтың, гүзәллектең үҙе! Сибек, ап-аҡ йөҙлө балалар был ике йондоҙға шундай ҙур ышаныс менән ҡараған һымаҡ - әйтерһең, тегеләре хәҙер был ике бәләкәй генә йән эйәһен күреп ҡала ла ошо ер аҫтындағы ҡотһоҙ урындарынан күтәреп тә ала! Бәлки, был бәләкәстәргә әсәләре Ай ҡыҙы Айһылыу тураһындағы әкиәтте лә һөйләгәндер әле. Бәлки, уларға ошо ер аҫтынан сығырға ярҙам итерҙәр. Ана, ҡаршылағы йә туғыҙ ҡатлы йортта уларҙың әллә күпме тиҫтерҙәре йәшәй бит, ә Марс менән Венера ниңә ер аҫтында ултырырға тейеш?
… Шунан һуң ун-ун биш йылдан ашыу ваҡыт үтте. Мин теге балаларҙы башҡа күрмәнем… Бер көндө, шулай, тимер юл вокзалына килеп төшкәс, ғәҙәттәгесә, апайымдарға һуғылып китергә булдым. Яҡын булғас, йәйәүләп кенә менеп барам. Теге иҫке йортҡа яҡынлашҡас, тертләп киттем. Бала-саға тауышы ишетелеп ҡалды.
Юҡ, булмаҫ… Хәҙер теге балалар ҙурайғандар бит инде. Ә был ике бәләкәс? Шул тиклем теге бапаларга окшағандар! Мин, эйелә биреп, уларға ҡарап алам. Бәләкәстәр миңә йылмая…
Апайымдарға килһәм, миңә гел туҡмас киҫергә ҡушалар. Минең күҙ алдынан теге ике бала китмәй. Юҡ, юҡ… һаман шундай уҡ бәләкәй, сибек, көн яҡтыһы күрмәй үҫкән үҫенте һымаҡ ап-аҡ малай менән ҡыҙ. Юҡ, булмаҫ -- кәмендә ун биш йыллап ваҡыт үтте бит.
Мин туҡмасымды киҫәм, ә апайым нишләптер йәштәргә зарлана:
- Әллә ниндәй хәҙерге йәштәр! Беҙҙән аҫтараҡ бәләкәй, иҫке йорттар бар бит
шунда Зөһрә исемле ҡатын йәшәй. Ире шофер ине, йәшләй үлеп ҡуйҙы. Марс исемле улы бар ине, шуны яңыраҡ ерләнеләр - Чечняла үлтергәндәр, Ҡыҙы Венера аҙып-туҙып йөрөй, эсә, тарта, Баҙарҙа һатыу итеп йөрөй. Хәҙер инде үҙенең ҡыҙы менән малайы бар -- икеһе ике ирҙән… Тамам боҙолоп бөттө ул ҡыҙ, балаларын һис тарамай. Меҫкендәр көнө буйына тәҙрәнән тышҡа ҡарап тик ултыралар. Подвал тәҙрәһенән кешеләрҙең аяҡтарынан башҡа нимә генә күрәләрҙер… Зөһрәһе ауырый. Ғүмере буйына шул ер аҫтынан сыға алманылар инде… Ә бит ниндәй сибәр ине! Венераһы ла, әсәһенә оҡшап, бик сибәр уның, әммә, бына, боҙолоп, юҡҡа сығып бара… Беҙҙең Салауат та уның менән элегерәк йөрөп ҡарағайны ул… Күрәһең, яҙмышы шулдыр инде…
Мин апайымдың артабан нимә һөйләгәнен дә ишетмәйем. Тамағыма ауыр төйөр килеп тығыла һәм, тынымды ҡыҫып, мейемә баҫа башлай. Туҡмасымды ашҡа һалам да, бер стакан һалҡын һыу ағыҙып эсеп, һуған әрсергә керешәм. Әсе һуғандан күҙ йәштәрем бәреп сыға, ике бөртөгө «тып» итеп туҡмас таҡтаһына килеп төшә. Шул саҡта ҡаршылағы ҙур йорттан аҙ ғына юғарыраҡ ҡалҡып сыҡҡан яңғыҙ йондоҙҙо күрәм. Шундай саф, яҡты йондоҙ! Ул әллә үҙе емелдәй, әллә минең керпектәремдәге күҙ йәштәре шулай дерелдәп ала…