Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
9 Февраль 2021, 18:37

Дежурҙар илендә

Бөгөн иртәнсәк уяндым да… һикереп килеп торҙом. Юҡ, ғәҙәтем шулай булғанға түгел. Ғөмүмән, мин уянғас та үҙемдең ап-аҡ мамыҡ түшәгемдә кинәнеп ятырға, хыялдарға сумырға яратам. Унан һуң телефон шылтырай башлай. Дуҫтарым миңә хәйерле иртә теләй, мин дә уларҙы яңы көн тыуыуы менән ҡотлайым. Беҙ университетта осрашырға һүҙ ҡуйышабыҙ. Белеп торам, дуҫтарымдың һәр береһе был минуттарҙы түҙемһеҙләнеп көтә.

Йылы, таҙа, иркен аудиторияларҙа лекциялар шундай күңелле бара, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Шулай ҙа беҙҙең иң яратҡаныбыҙ - семинарҙар. Бер кем дә өндәшмәй ултырып ҡалмай, һәр кем үҙенең фекерен әйтергә тырыша. Беребеҙҙән-беребеҙ уҙҙырып китаптар уҡыйбыҙ, уҡыу залына инер өсөн сиратҡа баҫабыҙ. Яңыраҡ Фирҙәүси ижады буйынса үткәрелгән семинарға берәүебеҙ хатта «Шахнамә»нең төп нөсхәһен тотоп килгән. Нисегерәк, ә?
Ә бөгөн ниңә күңелем шомланып уянып киттем һуң әле? Ә-ә-ә, өшөп уянғанмын икән… Беҙҙең йомшаҡ тахталар, мамыҡ юрғандар ҡайҙа булған һуң? Иптәш ҡыҙҙарым тимер карауаттарҙа унан-бынан мамыҡтары туҙышып сыҡҡан матрацтар өҫтөндә, күптән төҫтәре уңып, иҫкереп, йоҡарып бөткән одеялдар ябынып, өшөп-туңып йоҡлап яталар. Мин дә, аяҡтарым өшөп, ҡаҡ иҙәндә баҫып торам икән. Уға төшөмдә матур-матур биҙәкле йомшаҡ балаҫ йәйелгәйне, был иҙәндең буяуы ниндәй төҫтә булғанын белерлек тә түгел.
Туҡта, йыуынып алайым да ҡыҙзарымды уятайым, бергәләп ни булғанын асыҡларбыҙ. Атаҡайым, ә мин ҡайҙа йыуынырға тейеш һуң әле? Көн һайын тиҙ генә ҡойоноп сыға торған ваннабыҙ ҡайҙа? Бүлмәбеҙгә ни булған?
Коридорҙа шау-шыу. “Умывальник” бүлмә эргәһендә сиратҡа баҫҡандар икән. Тәүҙә һыу бөтөнләй аҡмаған, аҙаҡ туҡтатып булмай, тиме шунда…
Сәй ҡайнатырға ла сират алырға кәрәк, имеш. Күрше-тирә сәй эсеп бөтмәйенсә, беҙгә сират етмәне.
Ишек шаҡыйҙар. Бер ҡыҙ тора: «һеҙ дежур». Бер ни ҙә аңламаным. Мин бөтөнләй икенсе дәүергә килеп сыҡҡанмын шикелле. Теге ҡыҙ әйтте бит: «hеҙ дежур», - тине. Тимәк, мин дежурҙар илендә. Ә улар ҡайһы осорҙа йәшәгән һуң? Былай, тарихты бик яҡшы беләм, ләкин ундай халыҡ тураһында ишеткәнем булманы. Бына был кәмит, исмаһам, мин бит киләсәк заманда булып сығам.
Ярай, мин әйтәм, дежурҙарҙың тормошо менән яҡындан танышайым әле, тип университетҡа киттем. Мин эйәргән дежурҙар лекцияға һуңлаған булып сыҡты. «Ҡыңғырауҙы көтәйек тә шунан инербеҙ», тиҙәр. Мин ул ҡыңғырау тигәндәрен көтөп торманым, һуңлағаным өсөн ғәфү үтенеп, лекторҙан рөхсәт алып, аудиторияға инеп ултырҙым. «Никах һәм ғаилә» тигән ғәләмәт ҡыҙыҡ лекция бара. Ләкин лекторҙы тыңлаусылар аҙ. Берәүҙәр китап уҡый, икенселәр хисләнеп китеп хат яҙа, бер ҡыҙ бәйләп ултыра, икенсеһе уға ниҙер һөйләй. Бында «Аҫыш» уйнайҙар, тегендә «Крестики-нолики», мөйөштә «Диңгеҙ һуғышы» ҡыҙа… Тик 5- 6 дежур ғына лектор һөйләгәнде яҙып ултыра. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бында уҡытыусы һөйләгәндәрҙе дәфтәрҙәргә түгел, тура парталарға яҙалар икән. Етмәһә, В. Ф. Шаталовтың терәк сигналдар ысулы менән генә эш итәләр шикелле. Парталағы тамға, билдәләрҙең ниндәйҙәре генә юҡ!
Икенсе дәрес башланыр алдынан дежурҙарҙың яртыһы юҡҡа сыҡты. «Хәҙер бит практик дәрес була», - тип аңлат тылар миңә. Бынағайыш, булһа ни, беҙҙә Сәғдиҙең «Гөлстан»ын ятҡа һөйләйҙәр, былар әҫәрҙе уҡырға китап тапманыҡ, тиҙәр. Уҡытыусы әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙе һөйләп бирергә мәжбүр булды.
Өсөнсө дәрестән бөтөнләй ҡасып ҡайттылар. Ҡайттылар ҙа һәр береһе бер дүрткел йәшник ҡарышыһына ултырып, нимәлер ҡарай башланы. Үҙҙәре ниндәйҙер Марияны көтәләр: уныһы тәки килмәне. Дүрткел йәшниктәре бик ҙур көскә эйә, буғай, шуның эргәһенән китмәйҙәр. Сәй эсеп ултыралар - ике күҙҙәре шул йәшниктә, үҙҙәре ниҙер бәйләйҙәр (бирнәгә, буғай).
Төн уртаһы еткәйне, гармун уйнап бейешә башланылар. Мин, туҡ-туҡ бейегән аяҡ тауыштарын тыңлап ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Төшөмдә лә бейенеләр: туҡ-туҡ, туҡ-туҡ…
…Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Ишек шаҡыйҙар түгелме? Йоҡомдан уянып, сәғәткә ҡарайым: төш етеп килә, сәғәт 12. Ишекте асһам, коридорҙың старостаһы тора: «Ҡыҙҙар, бөгөн һеҙ дежур. Ниңә быға тиклем иҙәндәрҙе йыумай йоҡлап ятаһығыҙ? Кухняла бачок та тулған…»
Рәмилә Хөснөтдинова
Читайте нас: