Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
9 Февраль 2021, 18:11

ШАҒИР

Ҡолағына шыбырлағандарБайрам кисәһе бара. Ҡарасман, теремек малай сыҡты сәхнәгә. Аяҡтарын кирә баҫып, атаҡлы шағирҙың билдәле әҫәрен һөйләргә кереште. Ниңәлер аҙағындараҡ аҙап ҡалды, ятламаһы өҙөлдө. Тик күпкә түгел, үҙенсә килештереп осланы сығышын.

Иртәгәһенә әҙәбиәт дәресендә уҡытыусы малайҙы шелтәләп алды.
-Ҡайҙан ғына килде башыңа, ә? Шиғырҙың ике-өс юлын бөтөнләй фәстерҙең дәһә!- Мәгәр уҡытыусы йомшарҙы.- Шәп яңғыраны былай, тик улай ярамай. Нисек уйлап таптың, ә?
- Әлләсе… Кемдер ҡолағыма шыбырлаған кеүек булды. Унан… шиғырҙың аҙағы миңә электән оҡшамай ине.
- Оҡшамай ине тиһең инде, ә? Былай һәләт бар һиндә, ҡустым, бар. - Уҡытыусы, һаран йылмайып, бармаҡ янаны- Шағир булып китеүең дә ихтимал киләсәктә, улай булғас...
Ҡыуыш кемдеке?
Уның шиғырҙары инде балалар матбуғатында ташҡа ла баҫылғылап тора. «Шағир, шағирыбыҙ» тип тә ҡупайталар үҙен ҡайһы берҙә.
…Йәй аҙағында ул, күрше малайын эйәртеп, бик алыҫҡа балыҡҡа юлланды. Аҙаштылар. Ҡыуыш ҡороп, ҡуна ҡалдылар. Ярай әле шырпылары бар ине, усаҡ яғып, ҡуҙында балыҡ өтөп ашанылар. Арыуҙары еткәнгәме, иртәгәһенә эҫе төшкәнсе иҙрәп яттылар.
Бер мәл ат тояҡтары тупылдағаны ишетелде. Их, оят, малай-шалай һыбай эҙләргә сыҡҡан бит.
- Вәт ниндәй аулаҡта ята ҡасҡалаҡтар! - тип ирештермәксе берәүһе.- Шәриф ҡыуышы, әллә Шакир ҡыуышы тигәйне былтыр һунарға килгәндә атайым. Бер мужик борон Себерҙән ҡасып ҡайтып, ошонда ҡыуыш ҡороп йәйләгән, ысын булһа.
- Шакир ҡыуышы шикелле, мин дә ишеткәнем бар ,- тип йөпләне икенсеһе беренсеһен. - Ҡыуышы а-анау ҡарағай эргәһендәрәк булған, тиҙәр.
- Бөгөндән был туғайҙы Шағир ҡыуышы тип атайыҡ, - тип ауыҙ йырҙы өсөнсөһө.- Шәп бит!
Әмәлгә таянғандай, тора-бара ауылда әлеге йәмле төбәкте яңыса телгә алыусылар ҙа табылды: Шағир ҡыуышы.
Көҙөн малай, рюкзак йөкмәп, әлеге ергә килде. Уйланып ултырҙы. Йәйҙән ҡалған ҡыуыш ҡалдыҡтарын әрәмәгә быраҡтырғас, туғай уртаһындағы йөҙ йәшәр ҡарағай эргәһенә ыңғайланы. Бер аҙҙан ағас биленә дүрткел таҡта киҫәге тәле ҡаҙаҡланды. Унда түбәндәгеләр яҙылғайны.
«Был туғайҙың аталышы –Шәриф ҡараҡ ҡыуышы».
Шағирҙың таҡтаға яҙған шиғыры ине был.
Көллөксә
Тыуған көнөнә Шағирға булатлы быяланан тәмәке көллөксәһе бүләк итте.
- Иҫтәлек булыр. Кеше-фәлән килһә, һинең өсөн миңә оят, - тигәйне дуҫы. -Төпсөгөңдө «Кильки» кәнсеренә тығаһың да ултыраһың. Шағир башың менән меҫкенләнеп ни… Ырғыт шуны.
Ысынлап та, Шағир тәмәкеһен буш балыҡ консерваһына ҡаға-төйә тартырға ғәҙәтләнгәйне. Дуҫының һүҙен йыҡмай, ҡалайын сүплеккә ырғытҡан булды.
Ләкин бер нисә көндән бүлмәләрендә ҡабат ҡалай көллөксә пәйҙә булды. Затлыһы тәҙрә төбөнән китап кәштәһенә ҡунды: дуҫы ҡалайҙы асыуланып тәҙрәнән быраҡтырҙы. Раҫ, хужаһы күрмәгәндә генә.
Аҙаҡ аңлаштылар.
- Берҙән, һин минән бигерәк үҙеңде уйлап бирҙең. Йәнәһе, килгән-киткән кеше һинең хаҡта «кем менән йәшәй был» тимәһен… Икенсенән, «Кильки» алдымда икән, валлаһи, күңелдә шиғырҙарым ихласыраҡ ярала. Өйрәнгән ат яуға яҡшы тигән бит боронғолар. Үпкәләштән булмаһын.
Ҡарауылда
Егетебеҙ - һалдат, ҡарауыл ротаһында хеҙмәт итә. Бына һаҡта тора. Яҙғы төн. Һалҡынса ямғыр быҫҡаҡлай, ара-тирә төнгө урман ҡоштары тауышлана. Ҡапыл бәғерен һағыш, моң телгеләне. Үҙе лә һиҙмәҫтән, «бәшмәк» бағанаһына һөйәлде, әкренләп ҡоралын тубыҡҡа ҡыҫтырып, тулышҡан хистәре, бөләңгерт нурға мансылып, тиҙерәк ҡағыҙға төшһөн - арыу шиғыр урғыла һымаҡ күңелендә.
Гелән ҡуйынында ғына йөрөтә бит дәфтәрен, ҡәләмен. Фонарен ҡабыҙҙы.
Яҙҙарҙың да була, көҙҙө хәтерләтеп,
Эс-бауырҙы өҙгөләгән мәлдәре…
Көтмәгәндә һелкетә тарттылар, тороп шәмдәй баҫҡайны - яңағына алды, хатта тештәре ҡупшығандай тойолдо. Дәфтәре, автоматы посты тикшереүсе әфисәр ҡулында икәнлеген саҡ төшөндө.
Шунан бирле Шағир, портупеялы хәрбиҙәрҙе күрһә, тетрәнеп ҡуя. Юҡ, яңағына алыуҙан өркмәй, ҡылығын аңламаҫтар тип хафалана.
ПОЕХАЛИ, СОЛДАТИК!
Һалдатыбыҙ йөрәкһеп өйөнә ҡайтып килә. Ырымбур поезына ултырҙы. Күршеләре менән танышып алды - һылыу-һылыу ҡыҙҙар. Береһе бигерәк һөйкөмлө. Хәбәргә әллә ни ҡыҫылып та бармай, ара-тирә тубығын ҡаплаған мамыҡ шәлен рәтләп, моңһоу ғына йылмайып ҡуйғылай. Бына ҡыҙҙарҙың тәтелдәге, шарҙыуанырағы, һалдаттың үҙенә бигүк ымһынмағанын тойоп, үсеккән төҫлө, өҫкө һәндерәгә менеп ятты. Егет моңһоу ҡыҙға ихлас ылыҡты, илһамланып шиғырҙарын уҡыны. Баҡһаң, ҡыҙ ҙа ҡәләм тибрәтә икән.
Йәштәр оҙаҡ, бик оҙаҡ шыбырлап ҡына алмаш-тилмәш шиғыр уҡынылар, хатлашырға вәғәҙәләштеләр. Күптән көт кән кешеһен осратҡан кеүек хыялланды егет, үҙендә ниндәйҙер яҙғы уяныу тойҙо.
Таң атыр алдынан ғына сырым итмәксе булдылар. Егет ипле генә һуйлайҙы, ҡыҙ ниңәлер ултырған көйө генә йоҡланы. Дала ҡояшы ҡыҙарып ҡалҡҡанда, поезд ҙур ғына станцияға туҡталды. Бер алабарман пассажирҙың ҡабырға бһына сумкаһын төрттөрөп уҙыуына уянған һалдат егет ҡыҙҙарҙың юҡлығына һағайҙы - төйөнсөктәре лә ғәйеп. Ҡарһаланып, алан-йолан ҡаранды, хушлашмай ҙа ҡайҙа үҙ олаҡҡан шағирәнә йөрәкле матурҡай?!
Егет тышҡа атлыҡты. Ә юҡ, ана баралар.
Йә хоҙай…
Матурҡай… ҡыҫҡараҡ, кәкрерәк бер аяғын дуғаландырып, елгә сайҡалған елкән шикелле кәүҙәһен сайҡалта-сайҡалта, әхирәтенә тотоноп аҙымлай. Юлаусылар, әллә бәрелеп ҡуймайыҡ тигәндәй, әллә зәғифлегенән тайшанғандай, ситләтеберәк уҙалар үҙен.
Егеттең быуындарына ҡурғаш иретеп ҡойҙолармы ни. Йөҙө сирылды, ирендәре дерелдәне. Алға уҡталырғамы? Артҡа ҡайырылырғамы? Нәҡ шул саҡ проводницаның: «Поехали, солдатик», - тиеүен тепловоздың ата болан баҡырған дай геүләүе күмде.
ТӘМӘКЕСЕ ЛӘҺӘ!
Тиҙҙән ошоға оҡшашыраҡ тағы бер ваҡиғаға юлыҡты егетебеҙ. Көтмәгәндә өйҙәренә курсташы - ҡасандыр матур көллөксә бүләк иткән һабаҡташы яҡынлашты. Дуҫының ауылын хәтерләп туҡтауына рәхмәт инде. Ҡойма буйындағы эскәмйәлә ултырған аҡһаҡалға сәләм биргәс, ҡунаҡ һораны:
- Ошо тирәлә Шағир егет йәшәй тигәйнеләр. Күрергә ине үҙен…
- Ошо тирәлә Шағир йәшәүен ишеткәнем юҡ, ә бына тәмәкесе егет йәшәй, - тине ҡарт, мут йылмайып.
- Бабай, ә ул егет тәмәкеһен балыҡ консерваһына тығып һүндерәме?
- Кәнде шулай итә: әхәзләй инде килке-милке ҡалайҙарын.
- Вәт-вәт, шул егет кәрәк тә инде миңә.
- Кәрәкһә, рәхим ит өйгә. Хәҙер күрештерәм үҙегеҙҙе.
Баҡһаң, үҙе лә сәсән икән аҡһаҡал. Ул, кешеләрҙең маҡтауынан артыҡ ҡупайып китмәһен өсөн, ваҡыт-ваҡыт ейәнен «Шағир түгел, тәмәкесе» тип төртмәсләргә ярата, имеш.
Үҙенә оҡшағас…
Шағир поезда танышҡан ҡыҙҙы бик йыш иҫенә төшөрә, юҡһына ине. Хат яҙҙы, ҡабат яҙма, мин һиңә иш түгел тигән юҫыҡтараҡ яуап алды. Бик бошондо быға егет, өҙгөләнде. Бер был күреүҙә ғашиҡ бул да шундай көнгә ҡал инде…
Өйҙәгеләр улын башлы-күҙле итеү хаҡында тызый, теге-был ҡыҙҙы димләй башланылар. Ҡуй ҙа тимәне егет, эйе лә тимәне - бер көндө ауыл осонан бер аяғы һылтағыраҡ булғанға «үтмәйерәк» йөрөгән ҡыҙҙы етәкләп алды ла ҡайтты.
- Киленегеҙ ошо -булыр,- тине улдары.- Көҙгә туй…
«Йәне теләгән йылан ите ашаған тигәндәре ошолор улай инде»,- тип уйланы әсә һәм фатихаһын бирҙе.
Сиратта
Шағирҙы магазинға ебәрҙеләр. Унда байтаҡ халыҡ сират баҫҡайны. Егет ҡойроҡтан урын алды, унан алдараҡ Афғанстанда һуғыштың һуңғы көндәрендә һәләк булған дуҫының әсәһе лә тора ине. Һүҙҙән һүҙ сығып, егеттең яңыраҡ журналда сыҡҡан шиғырҙарын хәтерләнеләр. Ундағы шәлкемдә Шағирҙың афған тупрағында ятып ҡалған тиҫтерҙәренә бағышлау ҙа ташҡа баҫылғайны.
- Шул шиғырыңды уҡып ишеттер әлле беҙгә, - тине сираттағы ҡатындар.
- Уҡы, улым, уҡы, - тине һалдат әсәһе лә.
Ҡыҙҙарҙы борһалап ҡарҙарға
Үҫтеләр ауылда малайҙар…
Бик хисләнеп, тулҡынланып һөйләне шиғырын егет.
Балта ҡыйған тал һымаҡ
Ауҙылар ҡомдарға малайҙар…
Магазиндағы барса халыҡ һыңҡылдап иламһырарға кереште. Шунда ғына егет үҙенең, Шағир икәнлегенә ышанды.
Ялыусыға… бүләк
Тәүге китабы баҫылып сыҡты егеттең. Йоҡа ғына булһа ла, матбуғатта маҡтанылар, хатта премияға тәҡдим иттеләр. Сыйырсыҡ эргәһендә һайыҫҡан һымаҡ шыҡырлаған икенсе бер автор ҙа сыҡҡайны бәйгегә. Көтмәгәндә егетебеҙ өҫтөнән бер хөсөттөң юҡты бар итеп ялыу яҙғаны асыҡланды. Быны белгәс, Шағир әллә ни хурланманы, бары тик премия өләшкән комиссия исеменә ғариза ебәрҙе: «Мин бүләккә лайыҡ түгел, фәлән иптәшкә ул күптән бирелергә тейеш. Өҫтәүенә, ул ялыуҙарҙы ла оҫта ҡорған…»
Фәлән иптәш тигәне… уның ижадына бысраҡ һипкән әшнәһе ине.
ШАРИР БИТ УЛ!
Йәш ғаилә аулағыраҡ ҡалаға күсенде. Башҡорт иленә үҙ аллылыҡ, халҡына -дәүләт теле кеүегерәк өндәмәләр аҫтында унда ла, бында ла көрәштең ҡыҙған мәле. Халыҡ ҡайнаша, ойоша… Сая уҙамандар ҡала хакимиәте ҡыйығынан, Рәсәй - үгәй әсәй ул, тип, оло әләмде алып ташлайҙар ҙа Башҡортостандыҡын ҡаҙайҙар. Түрәләр яңы флаг элдерә - бер аҙҙан уныһы ла ғәйеп була. Кемделер эҙләйҙәр, кемделер тотоп, ҙурҙан штраф һалмаҡсылар, яуапҡа тарттырмаҡсылар.
Шул көндәре Шағир органдарға юллана. Килеп инә лә һала хәбәрҙе: йәнәһе, ул алмаштыра була дәүләт әләмдәрен.
Сөнки шулай тейеш, шулай кәрәк. Органдар шуны көткән тиерһең - ябып та ҡуялар быны, Әммә тиҙҙән ысын ғәйеплеләр табыла, улары үҙҙәренең эшен йәшермәй. Шағирҙы иһә иреккә сығарып ебәрәләр.
Дуҫтары хәҙер уның егетлеген көлмәй генә телгә ала, бары тик: «Шағир бит ул!»- тип кенә баһалай.
Сабир Шәрипов
Читайте нас: