Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
11 Февраль 2021, 13:07

ОТОШ

Беҙҙең урамда ике ут күрше - Гәрәй ҡарт менән Хөсәйен ҡарт йәшәй. Әллә ҡасан алтмышты узып, пенсияға сығыуҙарына ҡарамаҫтан, телһә тимер өҙөрлөк әле улар. Тик, әллә тыңлашып бармағанға инде, етәкселәр Хөсәйен ҡартты эшкә бик ҡушып бармайҙар.

«Мин тейешле эштәремде әшләп бөтөп, тейешле ялға сыҡҡанмын», - тип әй-тергә ярата шул. Нимә тиһең инде уға, дөрөҫ әйтә.
Ә Гәрәй ҡарт һаман эшенән айырыла алмай интегә.
Икеһененең дә донъяһы шәп: ҙур, ҡалай башлы йорт, ихата тирәһе ғүмерлеккә нығытылған, баҡсаларында үҙҙәре йәш саҡта ултыртҡвн ағастары шаулай. Ә урамда, рәшәткә буйында, уларҙың кис һайын әңгәмәләшеп ултыра торған таҡта эскәмйә.
Бына бөгөн дә, әҫе йәйҙең бер кисендә, Гәрәй менән Хөсәйн ҡарт, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, икеһе ике ҡапҡанан бер үк ваҡытта сығып, эскәмйәләренә килеп ултырҙылар. Гоголь персонаждары Иван Иванович менән Иван Никифорович кеүек боҙолошоп йәшәмәһәләр ҙә, уларҙың һүҙҙәре бөгөн ҡыҫҡа булды.
  • Иртәнсәк урман пунктында булғайным, - тине Гәрәй ҡарт, сал мыйығын борғолап, - яңы цех асалар икән. Шуның нигеҙенә цемент һалырға пенсионерҙарҙы ярҙамға саҡыралар. Аҙна-ун көнлөк кенә эш бер бригадаға. Мин ризалаштым. Барабыҙмы?
  • Хөсәйен ҡарт, ғәҙәтенсә, яҫы ҡаштарын йыйырып, таҡыр башын эшләпәһе аҫтынан һыйпап ултыра бирҙе лә, ҡырт киҫеп:
    - Булмай, һөт әрәм, һөт. Иҫке сепаратор тутығып ултыра, шуны ходҡа ебәреп, рәхәтләнеп яңы ҡаймаҡ, күбекмай ашап ятырға кәрәк. Беләһеңме, -
    тине ул, күршеһенә етди ҡарап. - Хәҙер бит ҡаймаҡ, май ун тапҡыр ҡиммәт элеккегә ҡарағанда. Йәйге һөтөң - үҙе бер баш мал. Һөтләй ҡала баҙарына алып барғансы тәләф була, әсей. Сепаратымды рәтләргә кәрәк әбизәтелне.
    - Ә ниңә электр сепараты ғына һатып алмайһың? Яңы яңы булыр ине.
    - Уға бит аҡса кәрәк. Аҡса хәҙер тоҡлап йөрөтһәң дә етмәй. Әйберҙәрҙең әргәһенә яҡын барырлыҡмы, ҡиммәттең ҡиммәте бит, алла һаҡлаһын! Яңы сепарат алырға пенсия етәме?… Үҙем оҫта бит, бар сепаратым тиккә тутығып ултырмаһын.
    Бәхәсләшеүҙең бушҡа икәнлеген Гәрәй күршеһе белә инде. «Ярай, улай булғас, йүнәт», - тине лә, һаубуллашып, өйөнә инеп китте. Хөсәйен ҡарт яңғыҙы оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ул кистән йоҡлай алмай, иртәнсәк йоҡоһонан тора алмаған бер кеше.
    Шуға ла ашыҡманы. Әйҙә, төн уҙа бирһен, йәнәһе. Ул үҙе йүнәтәсәк һөт айырғысының бөтә ерҙәрен күҙ алдынан үткәрҙе.
    «Ҡайһы ере эшкинмәй икән? Ниңә өйөрөлткәндә ҡалтырай ҙа, ниңә ике һемәгенән дә һөт килә?» Унан ары баҙар хәлдәре күҙ алдына килә ҡарттың: сепаратын көйләп ебәрһә, ике һыйырының көн дә килтергән ике биҙрә һөтөнән күпме май сығарып була?! «Йүнәтергә, йүнәтергә сепаратты, цемент ҡойоп йөрөргә, ней, Гәрәй күрше шикелле», - тип йомғаҡланы ул йоморо уйын.
    Иртәгәһен күршеләр тағы ла ошо әскәмйәлә осраштылар ҙа, бөгөнгө эштәрен ләззәтләнеп һөйләргә тотондолар. Гәрәй ҡарт әҙер соҡорҙарға нисек цемент болғатып ҡойоуҙарын, кем-кемдәр эшләүен, ә Хөсәйен ҡарт һөт айырғысын нисек һүтеүен, нисек майлауын ихлас һөйләне. «Бынамын тигән сепарат буласаҡ, тик бер генә еҙ тәгәрмәсен алмаштырырға кәрәк», - тип ҡуйҙы оҫта.
    Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе кистәрен дә ҡарттар, ғәҙәттәгесә, үҙ эштәрен бер-береһенә һөйләмәй булдыра алманылар. Тик Хөсәйен ҡарттың кәйефе көндән-көн ҡырыла барҙы, йөҙөндәге ваҡ һырҙары йышайғандай күренде. Гәрәй ҡарттың сырайы башҡаса - йөҙө алһыуланған, ҙур көмөрө көүҙәһе турайған, һимеҙ ҡыҙыл елкәһе тағы бүрткәндәй тойола, күҙендә шат сатҡылар һиҙелә.
    - Иртәгә нигеҙҙе цементлап бөтәбеҙ, үҙебеҙҙең ағас бысыу цехы оҙаҡламай аяҡҡа баҫасаҡ, төҙөүселәр килә, - ти Гәрәй ҡарт, кинәнеп. - Һинең эш нисек һуң, беҙҙең менән эшләргә юҡҡа ризалашманың. Йәл, йәл!
    - Бармай, - ти Хөсәйен ҡарт, һул ҡулын һелтәп. – Иҫке сепаратор тәгәрмәстәре эҙләп, бөтә ауылды әйләнеп сыҡтым - юҡ, һәр кемдә лә электрҙыҡы. Иҫкеләрен әллә ҡайҙа илтеп бөткәндәр…
    - he…
    * * *
    Бөгөн Хөсәйен ҡарт, иҫке һөт айырғысын соҡой торғас, арып, унан бөтөнләй өмөтөн өҙөп, сүп-сар соҡорона ырғытырға тип урамға сыҡһа, күрше Гәрәй ҡарт, йылмайып, ҙур ҡағыҙ ҡумта күтәреп ҡайтып килә ине.
    - Нимә, яңы ҡаймаҡ менән күбекмай тәмләп булманымы ни? -- тине Гәрәй ҡарт.
    - Булманы, - тине күршеһе, әсенеп.
    - Бер аҙна буйы бушҡа соҡондом. Ә һин нимә әпкиләһең, ауыҙың ҡолағыңа еткән?
    - Юҡ, - ти Гәрәй ҡарт, мыйыҡ аҫтынан йылмайып. Бөгөн кантурҙа әлеге цемент нигеҙ өсөн эш хаҡы бирҙеләр. Шул аҡсаға электр сепараты һатып алдым, тегеһе хөртәйгән - мин уны кисә сүплеккә ташланым. Минен дә яңы ҡаймаҡтан ауыҙ итке килә бит!
    НУРИСЛАМ ШӘЙХУЛОВ
    Читайте нас: