Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
11 Февраль 2021, 17:19

ЙӨҘЛӘГӘН КӨНДӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

Был болотло, һыуыҡ, йонсоу көн ине. Бөтәһе лә киреһенсә бара, әйтерһең дә, барыһы ла иртүк һул аяғы менән торған.

Кәйефтең көйһөҙ сағы. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй, мин фойелағы креслоға ултырып, кешеләрҙең кергәнен-сыҡҡанын күҙәтергә тотондом. Ул оҙон, ҡыҙғылт-көрән сәсле һәм әҙерәк шығырлаҡ тауышлы ине. Ул миңә ҡайһылыр фильмда күргән моңһоу, романтик бер скрипкасы ҡыҙҙы хәтерләтте.
Күңелем мине алдамаған - ул музыкант, әммә дирижер булып сыҡты. Күҙлек аша миңә текләгән шул ҡарашын (шуғалырмы икән, үҙен тотошо тағы ла етдиерәк күренде) мин ҡайҙалыр осратҡайным кеүек тойолдо.
Хатта ғәҙәти танышыу тураһында онотоп, беҙ һөйләшеп киттек. Уның минән байтаҡҡа оло икәнлеге беленде. Һөйләшә торғас, бер-ике сәғәт ваҡыт һиҙелмәй үтеп тә китте. Уның кешегә ҡарата һоҡландырғыс иғтибарлы булыуы, тыңлай белеүе, һүҙе һәм фекер көсө менән сихырлап арбауы, ваҡыты-ваҡыты менән һауалы, әҙ генә сәнскеле йылмайыуҙары мине таң ҡалдырҙы. Йыш алмашынып торған кәйефе көн торошона оҡшаш - йә плащ һәм курткаларҙы бәләкәй еүеш нөктәләр менән сыбарлатҡан ямғыр, йә шаян осҡондар менән йылмайған ҡояш, нимәлер йәшергән серле, томан кеүек ине.
Уның башҡалар менән дә шулай еңел танышып китеүен белгәс, миндә саҡ ҡына көнләшеү хисе ҡуҙғалды: уларҙың бөтәһенә лә миңә рәхәт булған кеүек рәхәтме икән?
Бына әле мин ҡапыл йылынып киттем. Уның йомшаҡ йылмайыуы миңә лә күсте. Был көн ниндәйҙер үҙенсәлекле, минең быға тиклемге бер көнөмә лә оҡшаш түгел ине…
Ул көндө мин асфальтҡа нисектер икенсе төрлөрәк итеп бәрелгән ямғыр тауышы, машиналарҙың геүләп йөрөүе, ишектәрҙең асылып-ябылыуы, аяҡ тауыштары, үҙебеҙҙең әкрен генә һөйләшеүебеҙ аша хәтергә төшөрәм. Ул ямғырлы көндә бөтәһе лә нисектер икенсе төрлөрәк булды шул… Минең бәхетле йылымдың беренсе көнө ине. Шул ваҡыттан бирле мин ямғырлы көндәрҙе яратам.
Айгөл Хисамова
Читайте нас: