Бына көй юғары нотаға етә һәм… нимә был, әллә ҡош ҡысҡырыуымы, әллә йөрәгемдең әрнеүеме?… Үле тынлыҡты бүлеп, ҡапыл йәшнәп ямғыр яуып ебәрә. Шул ямғырҙы көткән һымаҡ, мин, тороп, балконды астым. Ямғыр геүләп яуа, йәшелле-ҡыҙыллы төҫтәр мөнөн бөтә донъяны тетрәтеп йәшнәй. Төнгө һалҡын ел битемә бәрҙе һәм рәхәтләндереп тамсылары менән йөҙөмдө йыуҙы. Мин илайым, ошо рәхәтлектән, ошо матурлыҡтан, ошо ауырлыҡтан, яңғыҙлыҡтан илайым. Тик мин йөрәгемдәге уй-хистәремде, ғазаптарымды кисереп, ошо ямғыр һымаҡ донъяны тетрәтерлек итеп иларға булдыра алмайым. Минең күҙҙәремдән өс бөртөкенә йәш аға. Өс бөртөк йәш… Кисерһәңсе йөрәгемдәге таш кеүек ятҡан ауырлыҡты!…
Ошо ямғыр тауышын, усыма йәш булып тамған тамсыларҙы ҡайһылай яратам мин! Был минуттарҙа тып-тын урамға сығып, күңелемдә булған музыкаға вальс өйөрөлгөм килә. Та-та-та, та-та-та, та-та-та… Һәм әйләндерҙе! Әйләндерҙе төнгө ямғыр яңғыҙ ғына йөрәгемде…
Испан гитараһының сихри моңо һаман ҡолағымда сыңлай. Алла кеүек юғарыла, баш-аяҡтан аҡта, күңеле лә ап-аҡ. Аҡҡа сорналған күңел! Һин бит шундай юғарыла! һиңә тик үрелергә, тәрәнлегенә сумырға ғына ҡала.
Юҡ, мин илай алмайым. Йөрәгемдәге булған бөтә тойғоларҙы сығара алмайым. Әйҙә, яуһын ямғыр! Төнгө ләззәтле ямғыр! Булһын тик был төн дә, булһын яңғыҙ бер ҡыҙ. Улар бит икәү - ике дуҫ. Ҡасан әле булыр шундай һоҡландырғыс ямғыр!
Әйҙә яуһын, күңелемде быуып, мин илай алмағас, ул минең өсөн илаһын, ошолайтып ҡысҡырып, һине саҡырып илаһын…
Бына вальстың һуңғы ноталары яңғырай. Тик улар шундай моңһоу тамамлана. Ямғыр ҙа туҡтаны… Бөтә донъя таҙарынып, яҡтырып китте. Мин бүлмәгә инәм. Һиҙҙермәйенсә, ипләп кенә таң да күҙен асты… Һаумы, тағы һине көтөр, һине яратырлыҡ, һине яулап алырлыҡ яңы көнөм!…