Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
12 Февраль 2021, 15:54

АСҠЫС. ХИКӘЙӘ

Исрафил былтыр башынан уҙған фажиғәле хәлде иҫенә төшөрә лә, асыуы ташып, бөҙрә сәстәрен йолҡҡолай, үҙ терһәген үҙе кимерерҙәй булып ғәйрәтләнә. Эй ауыҙы ныҡ беште шул бисараның! Әммә хәҙер күпме үкенеп-зарланһа ла, үҙгәртә лә, еңеләйтә лә алмай шул хәлде. Шаҡый ысынында ысҡындырҙы бәхетен, беренсе мөхәббәтен, киләсәк яҙмышын. Барыһы ла мәңгегә ысҡынды, юғалды: һөйөү уттары ла, яратыу хистәре лә… Яҙмышын бер йоҙаҡ хәл итте лә ҡуйҙы. Суҡынып киткерекемдең башына килһен бындай уй әҙәм балаһының йәш йөрәгендә мөхәббәт уты дөрләп тоҡанғанда?

Якташы сибәркәй менән Исрафил автобуста танышты. Улар икеһе лә студенттар булып сыҡтылар. Исрафил быйыл технология институтын бөтә, ә Әлмираға уҡытыусы һөнәрен үҙләштерергә тағы бер йыл ҡалған. Нишләп улар ошоға ҡәҙәр осрашмаған - Аллаһы тәғәлә үҙе генә белә. Силәбенән ҡайтышлай дүрт сәғәт эсендә ике йәш йөрәк, күптәнге таныштар кеүек, күҙгә-күҙ ҡарашып мөңгөрләште, бер-береһенең тормошонан байтаҡ нәмәләр белде.
Үтә ныҡышып тормаһа ла, Исрафил яҡташының әсәһе фажиғәле үлеп китеүен һәм хәҙерге вакытта атаһы, өләсәһе менән генә йәшәүҙәрен белде. Әлмира иһә Исрафилдың әсәһенән башҡа яҡындары юҡлығын аңғарып алды. Ҡыҫҡаһы, һөйләшә торғас, аҙаҡ осрашҡанда бүлешерлек серзәре лә ҡалманы шикелле…
Әлмираның мыҡты кәүҙәһе, ябай һәм шул уҡ саҡта ҡупшы кейеме, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштары, кершәнһеҙ ҙә ҡыҙыл сейә төҫлө ирендәре, ҡабара-бүрткән түше-ние - барыһы ла егетте ылыҡтырҙы, йәлеп итте. Шул уҡ ваҡытта таныш булмаған ҡыҙҙың һәм үҙенең дә үтә асыҡ-ярыҡланыуы ғына күңеленең иң төпкөлөндә ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ҡалдырҙы. Хәйер, был хистең ниҙән яралғанын Исрафил әллә ни аңларға ла тырышып ҡараманы, сөнки «күҙ күпте күрер, күңел берҙе һөйөр» тигәндәй, Исрафил ғашиҡ булды ла ҡуйҙы ҡыҙға. Шуға ла быға тиклем бер ҡасан да, бер ҡыҙға ла асылмаған йөрәге тулҡынланды, ярһып типте.
Әлмира ла ситкә киткәне бирле ошондай әҙәпле, тыйнаҡ, күркәм егетте тәү тапҡыр осратыуына, әллә уның үҙенә хас баҫалҡы, йылмайып көлөүенә хайран ҡалды. Ул ғына ла түгел, егеттең һүҙҙәрендә яуаплылыҡ тойғоһо, яманды яҡшынан айыра белеү һыҙаты ҡыҙ күңеленә ныҡ тәьҫир итте буғай. Шуғалыр ҙа, моғайын, ул Яңы йылды бергә уҙғарырға Исрафилға тәҡдим яһаны:
- Атайым әле Себерҙә, вахтала эшләй. Минең өләсәйем байрамға етди әҙерләнергә ярата. Бахырҡай, мине һағынды инде. Риза булһағыҙ, ике әхирәтемде лә саҡырам. Улар менән гел бергә ултырырға күнеккәнбеҙ. Киләһегеҙме? - тине Әлмира, егеткә тура ҡарап.
Көтмәгәндә бирелгән бындай һорауға Исрафил бер аҙ ҡаушай төштө. Ахырҙа: «һис шикһеҙ киләм, саҡырыуығыҙға рәхмәт, Әлмира», - тип уның ҡулын ҡыҫты. Ә баяғы төпкө тойғо үҙенә яһалған баҫымды тойҙо, ҡыҙҙың тәүәккәл тәҡдименә буйһонмаҫҡа өндәне. Әммә Исрафил күңел күҙе күргәнен шәйләрлек хәлдән үткәйне. Маңлай күҙе арбаны егетте. Ҡыҙ саҡырмаһа ла, уны үҙе үк ер тишегенән дә эҙләп табыр ине. Ҡанатлы ҡош төҫлө осто ул хәҙер. Әсәһенең йомоштарын да «һә» тигәнсе үтәне, үҙенекен дә эшләне. Әлмираға бүләккә сәскә алды. Унан өҫ-башын үтекләне, ҡырынып алды, йыуынды, магнитофонын әҙерләне.
Бөгөнгө сәғәттәр Исрафилға иҫ китмәле оҙаҡ һымаҡ тойолдо. Эштең ниҙә икәнен белгәс, әсәһе лә улының теләктәрен хупланы.
- Хәҙер, улым, миңә эшкә. «Ашығыс ярҙам»да дежурҙа булам. Иртәгә, бер нәмәгә ҡарамай, ҡыҙыңды килтер, бергәләп ултырырбыҙ, танышырбыҙ…
Әсәһе киткәс, Исрафил әүәлге яһалма шыршыны йыйып биҙәне, тирәһенә ысын ҡарағай ботаҡтарын йәйҙе. Өй байрам төҫөн алды, ылыҫ еҫе танауҙы ҡытыҡланы. Үҙ эшенән ҡәнәғәтләнеп, сүп-сарҙы тыштағы контейнерға түгергә ашыҡты.
Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр. Ә Исрафил өсөн бәлә ишектәге йоҙаҡта эленеп торған. Ул буш биҙрәһен шалтыратып, арғымаҡҡа атланғандай, икенсе ҡатҡа менгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ғәҙәттәгесә, салбар кеҫәһенә ҡулын тыҡты. Тик… кеҫәләр буш ине. Исрафил үҙ-үҙенә ышанмай, кеҫәләрен ҡат-ҡат ҡапшаны һәм торған урынында ҡатып ҡалды. Егет бөтә көсөнә ауыр ботинкаһы менән ишеккә килтереп типте, уға иңбашы менән бәргеләнде, әммә тимер менән көпләнгән ишек бирешерлек түгел ине шул.
Ул күпме торғанын хәтерләмәй. Был бәләне үҙе татыған әҙәмгә генә аңлашылалыр - ул кешенең тамам хәлһеҙләнеп ҡойолоп төшөүе.
Иҫ китмәле ғәҙелһеҙлек! Нишләргә, тигән һорау мейегә йүгерҙе. Беренсе ҡат булһа, тәҙрә ватып инер ине. Икенсе ҡат, балконы юҡ. Әсәйҙең эш урынына шылтыратырға кәрәк. Уның асҡысы үҙе менән булһа, осортоп килтереп еткерер, тигән ҡарар тыуҙы. Исрафил күршеләр ишеген шаҡылыатырға кереште.
«Хәйерсегә - ел ҡаршы» тигәндәй, тауыш-тын ишетелмәне. Ярай әле иң һуңғы ишек асылды. Оло уҡ йәштәге ҡарсыҡ сәйер егеткә рәтле ҡарап та тормай: «Нимә кәрәк?» тигән һорау бирҙе лә боролоп китә башланы.
Бер аҙ ҡыуана төшкән егет әбейгә ашыға-ашыға барыһын да теҙеп аңлатырға тырышты. Ҡарсыҡ фатирға яңы күскәнен белгәс, кем малайы икәнлеген аңлатты, асҡысы, кейеме өйҙә ҡалыуын әйтте.
- Ә-ә-ә, шулаймы? Телефон-фәлән юҡ шул. Хәсәндәрҙә бар - үҙҙәре ауылға китте. Автоматҡа йүгер!
- Ә кейем, ваҡ аҡса? Инәй, зинһар өсөн ярҙам итегеҙ!
Ҡарсыҡ комодтан таушалып бөткән берет, шифоньерҙан ҡыҫҡа яһалма тунын сығарып һуҙҙы.
-Мә, кей, юғында, улым, йүкә лә ярай, тиҙәр, - тип шаяртып, һеңкелдәп көлөп алды.
Исрафил икенсе ҡаттан бер-ике генә һикерҙе. Тиҙҙән уның дер ҡалтыранған бармаҡтары автоматтағы түңәрәк тишектәренән һандар йыя ине инде.
-Сабира апайҙар тиҙ ҡайтмаҫ, ауылға саҡырҙылар, - тине дежур ҡыҙ теге остан.
Ғәҙәти булмаған кейемдәге егетте урамда осраған халыҡ һәр береһе үҙенсәрәк аңлағандыр. Ни тиһәң дә, Яңы йыл етә бит, бәлки, майҙанға шулай барырға кейенгәндер, кемдә кемдең эше бар… Тик Исрафил ғына аңҡы-тиңке атланы, уңайһыҙланды, ғәрләнде.
- Шылтыраттыңмы, улым? - тип ҡыҙыҡһынды әбей, Исрафилды ҡаршылап.
- Ауылға киткәндәр, ҡәһәрең…
Үҙе лә һиҙмәҫтән, егеттең күҙҙәренән йәш бөртөктәре атылды, ике юл яһап, ялтырашып, бите буйлап ағып төштөләр. Быны ҡарсыҡ та күрҙе, барыһын да аңланы, уфтанды, йәлләне, ҡабат шаяртманы.
Ҡала майҙанында һауаға төрлө төҫтәге ракеталар осто, тәҙрә аша күренгән көслө яҡтылыҡ Исрафилға ялағай ялтырауы, йәшен йәшнәүе кеүек тәьҫир итте. Әбейҙең стена сәғәте лә 12-не һуҡты. Ул Исрафилға нимәлер һөйләне, әммә-ләкин егет бер ни ҙә аңламаны, башын баҫып ултыра бирҙе.
Яңы йыл шау-шыуы баҫыла башлағас ҡына, әсәһе машина менән килеп етте, ишекте асты. Тағы ла бер сәғәттән Исрафил Әлмиралар квартираһы ишеген дөбөрләтте. Һуңынан ҡабат бер нисә килеп ҡараны - ишек асыусы булманы. Тойғолар, хыялдар, мәшәҡәт-бошоноуҙар юҡҡа сыҡты.
Бер йылдан ашыу тигәндә, улар урамда ҡапма-ҡаршы осраштылар. Был юлы үҙе генә түгел - өсәүҙәр ине. һөйләшеү ҙә өс минут ҡына барҙы.
- Теге кистә һеҙҙе оҙаҡ көттөк! Ә һеҙ - алдаштығыҙ. Хушығыҙ!…
Исрафил аҡланырға һүҙ ҙә, ҡыйыулыҡ та тапманы. Иҫенә килгәс, көтмәгәндә зиһене яҡтырып киткәнен тойҙо. Бәй, ҡайҙан был нәфис ҡыҙҙа шул хәтле донъя күргән ҡатындар тупаҫлығы? Ниндәй әҙәпһеҙлек! Ҡунаҡҡа саҡырылыуымдың маҡсаты Әлмира менән мотлаҡ «яҙмыш бәйләү» булған түгелме? Исрафил, ғәрлегенән быуылып, бер килке урамда иҫәңгерәп баҫып торҙо ла, ғәҙәттәгесә, ҡулын кеҫәһенә тыҡты. Уның һуҡыр хыялдарын селпәрәмә килтергән һәм бәләнән йолоп ҡалған бәләкәй генә асҡыс урынында ине.
ИСМӘҒИЛ ҒИМРАНОВ
Читайте нас: