Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
12 Февраль 2021, 17:02

ДИЛӘНКӘЛӘ. ХИКӘЙӘ

Һуғыштың иң ауыр осоронда ла халыҡ бошонҡолоҡҡа бирелмәне. Ҡайғы-хәсрәт кисерһә лә, ас-яланғас булһа ла, кешеләр үҙ-үҙҙәрен йыуатты, уйын-көлкөһөҙ, йыр-моңһоҙ йәшәмәне, тырышып эшләне.Миңә лә, үҫеп килгән малайға, бер-ике йыл әсәйемә ярҙамлашып леспромхозда ваҡытлы эштәрҙе башҡарырға тура килде. Әрҙәнә ҡырҡыуҙа, ағас ағыҙыуҙа, сыбыҡ-сабыҡ яндырыуҙа ҡатнаштым.

Ул саҡта урманда күберәк ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, йәш үҫмер булды. Хәллерәк ҡарттар, йә үҫмер егеттәр ат менән эшләне. Әрҙәнә-ағасты яҙға тиклем йылға ярына ташып өйәләр ине. Ә яҙ, боҙ киткәс, ағасты Еҙемдән һигеҙ саҡырым ағыҙып, быуала туҡтаттылар. Ағас махсус мейестәрҙә яндырылып, күмер сығарылды. Күмер әҙерләү мейестәре был тирәлә өс-дүрт ауылда эшләне. Һуңынан әҙер күмер тимер юлынан Белорет домналарына оҙатылды, фронт өсөн иң сифатлы металл иретелде. Леспромхозда эшләгән ҡатын-ҡыҙ шулай итеп фронтҡа ярҙамлашты.
1944 йыл. Май урталары. Күгүлән сығып, бер ҡарышҡа еткән. Ошо мәл ҡыштан ҡалған сытыр өйөмдәрен, туҙып ятҡан ботаҡтарҙы йыйып яндырыуы уңайлы. Йәш үлән күтәрелгәндә янғын сыҡмай. Аҙыраҡ өйөм тирәһендәге ҡоро япраҡ, ҡый яна ла туҡтай. Ә ҡыштан ҡалған ҡыйҙарҙы таҙартыу мотлаҡ. Шуға ла диләнкәне бер аҙнала таҙартыу бурысы ҡуйылды.
Бөгөн ауылдан ун ике кеше килгәнбеҙ. Кисә туғыҙ инек. Дөрөҫөрәге, мин - ун икенсеһе. Әйткәндәй, берҙән-бер ир йораты - мин, ҡалғандары гел ҡатын-ҡыҙ.
Бына әле үткер балта тотоп, буранда ҡолаған ағас осон ботайым. Бынан тыш, ҡайҙа ярҙам кәрәк - мин шунда. Апайҙар үҙҙәре шулай тинеләр: «Кәрәк саҡта үҙебеҙ саҡырырбыҙ, әйҙә, бота».
Бөгөн иртәнән алып күптәрҙең эше ырамлы бара. Тау битләүе буйлап төрлө урында ботаҡ өйөмдәре дөрләп яна. Ниһәйәт, уны үртәп сығырға ла таҫыллыҡ кәрәк, үҙенә күрә сере бар. Башта туҙ, сайыр, ҡоро ботаҡҡа тоҡандыраһың. Ул янып киткәс, ел һуҡҡан яҡтан тороп, йыйылған ботаҡтарҙы эргәнән берәмләп ырғытаһың. Ут ныҡлап ҡыҙа бара, тәүҙә төрлө төҫтәге төтөн күккә бөркә, унан һуң аҡ-һороға күсә, ахырҙа - төтөнһөҙ, саф ҡыҙғылт булып китә. Ошо ваҡыт ялҡын һәләк көсәйә. Аңғармаҫтан ел һинең яҡҡа иҫеп ебәрһә, сәс-ҡаштарҙы ялман та ала. Эҫегә биттәр ҡыҙыл алмаға әйләнә. Ботаҡтар өҫтәгәндә, ут тағы ла көсәйә, ҡоторона. Түҙәһең: сытырың күңелең күтәренке, һәр хәлдә, планды үтәргә, кешенән ҡалышмаҫҡа тырышаһың.
Тик бөгөн ниңәлер бер апайҙың әше бармай ыҙалата. Иртәнән бирле интегә, бахырҡай, Ана, икенсе өйөмө лә аҙапландыра шикелле, быҫҡып тик ята. Фатима апай йәш көйө ирһеҙ ҡалған. Фронттан яңыраҡ «ҡара ҡағыз» килгән. Уның ун ике йәшен ҡыуған ҡыҙы бар. Минән саҡ ҡына олораҡ. Үҙенең буйы оҙон, һәләк ябыҡ, етмәһә, шау һипкелле. Әммә, күрше булһаҡ та, беҙҙең борсаҡ бешмәй. Ҡыҙыҡай эрегенә, ерле юҡҡа бәйләнергә ярата.
Әле Фатима апай өсөнсө сытыр өйөмөнә күскән. Өҫтөнә ҡуҙ һалып, шуға өрөп маташа, Ул йыш ҡына үҙ алдына һөйләнә, кемделер тиргәй.
  • Малай! Кил әле! Ул ҡул болғап мине саҡыра.
  • Хәҙер! Ошоно ботайым да…- тим.
  • Их, ҡороғоро, була бит шулай! Бер-ике ботаҡты ҡырҡып та өлгөрмәнем, балтам сыбыҡҡа эләгеп, үткер осо аяғымдың йөҙлөгөн ярып үтте. Сабата бауы ҡырҡылды, аҡ башалтай аша ҡан бәреп сыҡты. Ҡурҡышымдан шымып, ботаған ҡайыныма ултырҙым.
    Көскә башалтайҙы систем, яраны усым менән ҡапланым. Йылы ҡан борхоп, бармаҡ араларынан аҡты.
    • Нишләп ултыраһың? Ялҡауың киләме әллә? Сәсрәгере, янмайҙаһа, бәлки, ҡулың еңел… Атаҡ, ней булды? Саптыңмы?
    • Эйе, аяҡты-ы…
    • Ул, ҡанды күреп, ҡурҡып китте, хәүефләнеп урынында тыпырсынды,
      • Тороп тор, хәҙер… - Фатима апай ҡысҡырып башҡаларҙысаҡырҙы, ҡалай кәнсир тотоп, сытыр артына йүгерҙе.
      • Ике-өс минуттан барыһы ла яныма йыйылды. Әсәйем илаулай башланы.
        - Йә, хоҙай, харап иткән бит аяғын… Ныҡмы?
        - Кит әле, Хәҙисә, илап ни сыға. Ҡана, тиҙерәк ошоноң менән йыуайыҡ!
        Фатима апай, аяғымды йәтешләп һалып, яраны йыуырға кереште. Ҡырҡылған ере ныҡ әсетә. Күҙҙәремде йомоп, түҙеп ятам.
        Кемдер яулығын йыртып бирҙе, кемдер яраны бәйләне. Ҡайһы берәүҙәр ҡыуыш эшләне, икенселәре мине йәлләп, аптырашып торҙо.
        - Былай булғас, төшкә туҡтайыҡ. Ҡулға ниндәй эш барһын хәҙер, - тине әсәйем, ҡалғандарға ҡарап,
        - Ҡуй инде, ҡыҙҙар, берҙән-бер ир ҡоронан да яҙҙыҡ таһа, - тип шаяртты Сәмсиә апай.
        - Шуға ла, әхирәткәйем, егетте кәҙерләп ҡыуышҡа һалабыҙ. Күләгәлә бот сәнсеп ятыу үҙе бер ғүмер ул! - тине Ғәлиә апай, миңә ҡаш һикертеп, күҙ ҡыҫҡан булып.
        Ғауғалашып ултырып сәй эстеләр. Тәмле, туҡлыҡлы аҙыҡ минең ҡыуышҡа күсте. Ләкин һис ашағым килмәне. Ҡайғым ҡасан - йүнәлеүемдә ине. Кисә генә малайҙар менән кәкмә туп уйнарға һөйләшкән инек. Эх-х, булманы…
        Башҡалар йәнә эшкә таралышты. Мин ҡыуышта ятам. Күтәреп бәйләнгән яралы аяҡ һулҡылдап һыҙлай. Күңел бойоҡ, әс боша. Ҡояш байыуға ыңғайланы. Томра. Бөжәктәр гөж килә, Коштар сутылдаша. Йыраҡтан Рәйсә апайҙың моңло йыры ишетелеп ҡуя. Икенсе яҡтан Шәмсинур еңгә лә ҡалышмай. Эшһеҙ ҙә сабырлыҡ кәмей. Ҡыуыштан баш ҡалҡытып ҡарайым. Бәй, был ни хикмәт!? Итәктәрен йәйеп, Фатима апай һаман шул сытыр өҫтөндә ултыра лаһа… Тәки яндыра алмаған икән теге өйөмөн.
        ... Мине апайҙар алмаш-тилмәш арҡаларында алып килә. Күптәре ҡоро утын йөкләгән. Сират Фатима апайга етте. Ул сумкаһын әсәйемә тотторҙо ла:
        - Йә, атлан арҡама! Ныҡ тотон! - тип бойорҙо.
        Мин бар көсөмә уның муйынына йәбештем.
        - Ипләберәк ҡылан! һығып бараһың даһа.
        --Егет бит, ҡыҫып та алыр, ниңә? - Шарҡылдап көлөшәләр.
        - Хәҙисә, малайың егет булып килә, тиҙәр. Алып бирәйек шуға минең ҡыҙымды. Кәләшле булыр, кеше арҡаһын туҙҙырғансы… Алаһыңмы ҡыҙымды?
        - Ю-у-уҡ…
        - Ниңә?
        - Ҡыҙың йәмһеҙ, оҙон.
        - Һе, уның урынына көслө. Хәстәрле. Кәзә һауа белә. Рәхәтләнеп һөт эсеп йөрөрһөң. Күберәк һөт эсһәң, тиҙүк ҡыҙым буйы булырһың.
        - Алмайым һинең тәртешкәңде…
        - Бынағайыш. Төш арҡамдан! Ҡыҙымды яманлап киләсе. Хәҙисә, ал йолҡошоңдо.
        Тағы көлкө башланды.
        - Ярай, Фатимаҡай, кейәүҙән уңманың инде. Тик сер итеп кенә әйт әле: кисә кәрәсин йотманыңмы? -- тине Сәмсиә апай, етди төҫкә килгән булып.
        - Быныһы тағы ни тигән һүҙ?
        - Бәй, шуға әйтәм. Кәрәсин эсмәгәс, нишләп еүешләү менән сытырың дөрләп янып китте?!
        Бисәләр яңынан шарҡылдашты.
        - Хәйерлегә булһын, тип киләм әле: ул хәтәр дарыуың менән йәш кешене ағыулаһаң, мантырмы икән?
        Йәнә хихылдаштылар. Ҡайтып еткәнсе юл мәрәкәле үтте. Сөнки минең менән булған хәлдән башҡа уларҙың эше ныҡ ыраны.
        План арттырып үтәлде. Иртәгә диләнкә таҙара: бында эш бөтә. Шуға ла кәйефтәре күтәренке ине. Тик минең көлөү түгел, һөйләшкем дә килмәне, һыҙландым.
        Фатима апай бик ныҡыш ҡатын булып сыҡты. Юлдың яртыһын үҙе күтәреп килтерҙе,. Ә беҙҙең соланға еткәс: «Ҡара, егет, кейәү булһаң, хур итмәҫбеҙ, уйлаш», - тип күҙ ҡыҫты. Арҡамдан йомшаҡ ҡына һөйҙө лә ҡапҡаға табан атланы.
        ИСМӘҒИЛ ҒИМРАНОВ
        Читайте нас: