Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
16 Февраль 2021, 17:52

ДУҢҒЫҘ БАЛАҺЫ. ХИКӘЙӘ

Сусҡа майы ашарға ярата Ибраһим. Әүәле күрше ауылдағы урыҫ танышына йорт бурашырға барғайны. Хужа кеше аш артында Ибрайҙың был һәүәҫлеген һынап ҡуйған буғай, эш хаҡына сусҡа балаһы бирәм һиңә, тип сат йәбешмәһенме.- Аҡса нимәгә һиңә, Ибрайка? Барыбер эсеп бөтөрәһең һин уны. Мороноң еҫ һиҙһә, сусҡа алырһың, - тип аҙбарына кереп китте лә йоморо ғына дуңғыҙ балаһын ҡолағынан һөйрәтеп, шар-шор шарылдатып килтереп тә сығарҙы.

- Ибрайка, ошо нәмәкәй бер юлы үҙе ише ун биште табырға булдыра. Һатаһың да эсәһең, һатаһың да эсәһең… Бизнес! Өҫтәлеңдән дә ит-май өҙөлмәҫ. Сусҡа майы бына тигән закуска!
Ел иҫкәнгә лә елберләп аяғында саҡ баҫып торған Ибрай һатыулашыр хәлдә түгел ине. Ысынлап та, теге кафыр әйтмешләй, был мәхлүк йыл һайын үҙе ише ун биште әүәләп торһа, был бушлай килгән кәмендә ике йәшник араҡы тигән һүҙ бит!
Әсәһе, етмешкә аяҡ баҫҡан Ямал әбей, тәҙрәнән күҙен алмай, улын көтә ине. Уҙған көн Фәриҙә әхирәтендә сәйҙә булғайны, шуғамылыр башы, һөрһөгән май тубалы һымаҡ, сатнап бара. Ибраһимы, әсәһен иҫенә төшөрөп, күстәнәскә ярты араҡы алып килмәҫме икән? Әйткәндәй, әбекәйҙең был өмөтө һыуалған һыйырҙан һөт көтөү һымаҡ ҡына. Эт ит һаҡламай…
Ибрай ҡапҡанан инеү менән ишек алдындағы йәшел сиҙәмгә тубыҡланды ла, доға ҡылып битен һыйпағандан һуң, тоҡ ебен сисеп ебәрҙе. Юл буйы дулап сай ҙа сой килеп маҙаға тейгән шешә дәүмәле генә дүрт аяҡлы ыстырам тоҡ эсенән атылып килеп сыҡты ла ихата буйлап үрле-ҡырлы ырғандай ҙа башланы. Ҡурҡышынан йөрәге ҡупҡан Ямал әбей, сиҙәмгә лып ултыра төшөп, телен тешләне.
- Нәмәҫтә ул?! - Ете тиҫтә ғүмер йәшәп тә, был ҡәҙәре мәсхәрәгә ҡалғаны булмағандыр Ямал әбейҙең.
- Бизнес!
- Ә-ә-ә?! Әстәғәфирулла тәүбә, сусҡа ла баһа! - Әбей, осҡолоғо тотоп, аунап китте. - Дуңғыҙ!!! Ҡартайған көнөмдә лә күрәһеләрем бар икән! Урамыма дуңғыҙ керҙе! Илаһым, башҡайымды ниңә шулай хурлыҡҡа төшөрәһең?! Эй хоҙайым-тәңрем, ниндәй гөнаһтарым өсөн язалайһың йәнемде?!
Хурлығынан зиһене томаланған Ямал әбей сарбайлап ауыл урамына сығып китте.
Күтәрмәлә ултырған иҫерек Ибрай ҡуйынынан башланған араҡы шешәһе сығарҙы ла, морононан уртлағас, әсәһе артынан ҡуҡыш күрһәтеп ҡалды.
Тап ошо мәлдә ауыл Советы ултырышында ауылдағы тәртип мәсьәләһе тикшерелә ине. Рәйес Әхәт Әхмәтович, ҡуйы ҡара сәсле, йәш булыуына ҡарамаҫтан, буй-һынға ярайһы уҡ олпат, ихтирамлы кеше, ҡылыс танауына эленгән ҡалын тирәсле күҙлеге аша тәҙрәнән урамдан уҙып барған Ямал әбейҙе күреп ҡалды.
- Ана, Ямал инәй үҙе килә! Закир, йәһәтерәк бул!
Киң урамды тар итеп илаулап килгән Ямал әбей күктән осоп төшкәндәй кинәт кенә юлда пәйҙә булған Закирға ер тибеп ҡысҡырҙы:
- Күҙемдән юғал, дуңғыҙ!
- Инәй, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ. Әхәт Әхмәтовичтың һеҙгә әйтер һүҙе бар ине.
- Әстәғәфирулла, был ниндәй көн булды? Өйҙә сусҡаһы, бында силсәүите… Эй раббым, сабырлыҡ бир ҡолоңа.
Бүлмәләге күмәк ҡатын-ҡыҙ менән ир-атты абайлағас, әбекәй тәү мәлгә албырғап ҡалды.
- Атаҡ-атаҡ… Биҙәнгәнһегеҙ, төҙәнгәнһегеҙ… Туй тиер инем, өҫтәлегеҙҙә аш-һыуығыҙ күренмәй…
- Гөльямал инәй, рәхим итеп, түргә уҙығыҙ. - Закир иҙәндең тап уртаһына ултырғыс сығарып ҡуйҙы.
Инәй, аяҡтарындағы бысраҡ ҡаталарынан уңайһыҙланып бер аҙ ҡыймай торғандан һуң, уларҙы ишек алдына сисеп ҡалдырҙы ла, ҡалын йөн ойоҡбаштары менән иҙәндәге ҡыҙыл балаҫҡа һаҡ ҡына баҫып түрҙән урын алды. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Рәйес диҡҡәт менән әбейҙең йөҙ-һынын, өҫ-башын күҙҙән уҙғарып ултырҙы бер аҙ. Гөльямал инәй зәңгәр балитәкле күлдәк кейгән, иңендә иҫке генә мамыҡ шәл, һырмаһының ең остары, иҙеүҙәре, күптән һыу төҫө күрмәгәнлектән, ҡаҡаша башлаған…
- Гөльямал инәй, һеҙгә нисә йәш?
- Малдар кәртәгә кергәс, етмешем тула, алла бирһә…
- Балаларығыҙҙан хәбәр-хәтер бармы?
- Янымда төпсөк Ибраһимым ғына. Ҡалғандары төрлө яҡта. Ҡайындан өҙөлгән япраҡ кеүек, осоп китеп таралышып бөттөләр. Ун икене тапҡайным. - Гөльямал әбей тешһеҙ ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплап кеткелдәп кенә көлгән булды.
- Һаулығығыҙға зарланмайһығыҙмы?
- Эсмәгән сағымда аллаға шөкөр. Эсһәм генә йөрәгем күкрәгемдә һикереп йөҙәтә…
- Эсәһегеҙ шул, Гөльямал инәй. Күп эсәһегеҙ - Әхәт Әхмәтович, үҙе лә һиҙмәҫтән, ауыр уфтанып ҡуйҙы. - Бына әле һеҙҙең ошо яман ҡылығығыҙҙы халыҡ алдына сығарып тикшерергә булдыҡ. Кисә һеҙ көпә-көндөҙ ауыл Советы йорто алдында иҫереп йығылып ятҡанһығыҙ.
- Артығын эсеп ташлағанмындыр, кисерә күр, улым…
- Гөльямал инәй, кисәге хәл һеҙҙең өсөн ғәҙәти генә бит. Беләһегеҙме, халыҡта һеҙҙе «Әстәғәфирулла әбей» тип йөрөтәләр.
- Нишләйем һуң, улым, әллә ниңә шул ҡәһәр һуҡҡыры шайтан һыуын эскем килеп тик тора бит. Эскән һайын эскем килә. Бер башлаһам, һис тыйыла аламайым.
- Гөльямал инәй, һин оло кеше, ҡулыңа ҡөрьән тотоп, йәштәрҙе иманға, тәртипкә өйрәтеп ултырырға тейеш кеше.- Һүҙгә уҡытыусы Рәхимә ҡушылды. - Уҙған аҙнала ла һин, итәк күтәреп, лаяҡыл иҫереп йөрөгәндә, артыңдан ваҡ бала-саға эйәргәйне. Оят бит!
- Минең һымаҡ, ун ике бала тап тәүҙә, шунан һуң аҡыл өйрәтерһең инәйеңә. - Уҫал әбей Рәхимәнең кейәүҙә булып та балаһыҙ йөрөүенә төрттөрҙө шулай.
- Бәлки, һеҙгә эскелектән дауаланырға кәрәктер, инәй? - тине Закир.
- Э-эй улым, бөгөн булмаһа иртәгә үлергә йөрөгән ҡарсыҡҡа хөкүмәт аҡсаһын туҙҙырыуҙан ни фәтеүә? Йәшәремде йәшәгәнмен, ашарымды ашағанмын, донъя артынан ҡыуаһыларым ҡалмаған. Шуға эсәм…
- Йәштәрҙән, балаларыңдан оялмаһаң, ахирәттән ҡурҡыр инең, Гөльямал! - Бығаса һүҙгә ҡушылмай ултырған яугир Сәлимйән бабай, таяғына таянып, урынынан күтәрелде. - Һинең өсөн мин хурланам - йәштәштәр бит беҙ һинең менән!
- Э-эй Сәлимйән, бармы икән һуң ул ахирәт тигәндәре. Кем күргән дә кем белгән…
- Бар ул, Гөльямал, бар! - Сәлимйән бабай, һылтыҡлап, Ямал әбей ҡаршыһына сығып баҫты. - Тик аллаһы тәғәлә, тормошоноң ҡәҙерен ебәреп, көнө-төнө араҡы эскән, шул эскелеге арҡаһында фани донъянан киткән бәндәләрҙе йәннәткә лә, йәһәннәмгә лә һалмайынса, дуңғыҙ ҡиәфәтенә керетеп, ергә кире быраҡтыра икән. Борон беҙҙең халыҡ саф мосолман булған, әлегеләй зиһене буталғансы хәмер һемермәгән. Сусҡаны мал тип танымағандар, аҫрамағандар, итен-майын ризыҡ итмәгәндәр. Ә бөгөн һәр бер өс башҡорттоң береһе дуңғыҙ аҫрай. - Сәлимйән бабай, ярһып, таяҡ осо менән иҙән төйҙө. - Сөнки бер мосолман үлһә, икенсе мосолман йортона аллаһы тәғәлә ҡөҙрәте менән сусҡа килә! Бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, Ишдәүләт ҡусты эсеп үлде. - Бабай ҡот осҡос сер өйләгәндәй, зәһәр бышылдап, тирә-яғына күҙ йөрөттө. – Ҡырҡын да уҡытырға өлгөрмәнек, Гөльямал, һинең Ибраһимың бөгөн йортона дуңғыҙ алып ҡайтты. Рухы рәнйеһә рәнйер инде Ишдәүләт курсының, уйлағанымды әйттем…
- Тәүбә, тиң, тәүбә, Сәлимйән… - Ҡобараһы осоп бышылданы әбекәй.
- Йортомда дуңғыҙ тотмам тигән һүҙем бар ине. - Бабай урынына йүнәлде. - Хоҙайым, үҙең һаҡла берүк бы хурлыҡтан. Аҡылыңа килеп, ауыҙыңды тыймаһаң, Гөльямал, һин дә ризалыҡһыҙ китәсәкһең…
Сәлимйән бабайҙы кем белмәй. Теләһә, теле менән кеше үлтерер, тыны менән ҡабат терелтер кеше ул. Йыйылғандарҙың йәшерәктәре, бабайҙың әлеге хәбәренән ҡыҙыҡ табып, ауыҙ баҫып хихылдашты. Ололар, өнһөҙ ҡалып, күҙҙәрен иҙәнгә төбәне. Ә Гөльямал әбей шыпырт ҡына урынынан ҡуҙғалды, ҡаталарын кейзе лә ауыҙ эсенән генә түбә уҡый-уҡый, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамай сығып китте…
Йортона ҡайтмайынса, ике көн Фәриҙә әхирәтендә ҡунып йөрөнө Гөльямал әбей. Ниңәлер йөрәге шөбһәләнде, ҡайтырға аяғы тартманы. Ихатаһына керһә, ҡаршыһына теге ғибрәт йүгереп сығыр кеүек, ҡотороҡ сырҡылдауы һаман ҡолағында яңғыраған һымаҡ. Етмәһә, мәрхүм Ишдәүләт энеһе төшөнә керҙе бөгөн. Имеш, Ишдәүләт, түбәһе менән болоттарға тейеп, Гөльямал йортона кереп бара, артынан бихисап эреле-ваҡлы дуңғыҙ эйәргән…
Әбей һаташып уянды, тәүбәләр ҡылып, белгән доғаларын уҡый-уҡый, төн буйы йоҡламай урындығында бәүелеп ултырҙы. Әхирәте Фәриҙә, ҡунағының күңелен табыу ниәтендә, һандығынан шешә лә сығарғайны, әммә әбей, күңеле болғаныуға һылтанып, эсмәне. Шулай ике көн зиһене тарҡалып, ҡыл ҡыбырлатырға ла үҙендә көс тапмай алйып ултырҙы Гөльямал әбей. Өсөнсө төн уҙғас, кинәт кенә ауыр сырхауынан ҡотолғандай, терелеп, ҡайтырға ҡабалана башланы. Нимә эшләп донъямды ҡарамай, ситтә йөрөйөм әле? Әстәғәфирулла тәүбә! Алйыу мин. Һыйырым һауылмаған, иҙәнем йыуылмаған, өҫ-башым, түшәктәрем әҙәм ҡарағыһыҙ… Өйөмдә ҡырылмаһа ҡырҡ эш, ә мин, алйыу, бында ҡул ҡаушырып ултырамсы… Төпсөгөм, Ибраһимымдың, тамағы астыр, өҫ-башы ҡаҡашҡандыр. Ҡайтайым, мунса яғып ебәрәйем, аш бешерә ҡуяйым, һәүкәшемде тәрбиәләйем. Төпсөгөм, Ибраһимым, мине юғалтҡандыр. Алйыу мин, алйыу, эй раббым, кисерә күр хыялый ҡолоңдо…
Әбей төйөнсөгөн бәйләп торғанда кинәт кенә ишек асылды. Әҡлимә, Гөлбикә, Фәриҙә әхирәттәре, Сәлимйән ҡарт арттан эйәргән… Хоҙайым, ни булған тағы! Гөльямал әбейҙең ҡулындағы төйөнсөгө иҙәнгә төшөп китте, үҙе, ҡапыл хәлһеҙләнеп, һикегә ултырҙы, күҙ алдары ҡараңғылан-ды.
- Әйт, Сәлимйән… - тип ыңғырашты ишетелер-ишетелмәҫ кенә.
Әхирәттәре өнһөҙ генә Гөльямал әбейҙе тирәләп урын алды. Сәлимйән ҡарт кәпәсен һалды, түбәһендәге һирәк сал сәстәре ишек еленә елберләп маңлайына төштө.
- Сабыр бул, Гөльямал. Аллаһы тәғәлә түҙемлек бирһен берүк… Ибраһим үлеп киткән бит.
РАЯТ ВӘЛИЕВ,
Белорет.
Читайте нас: