Ҡоластарын йәйеп ҡаршы алған әсәһен йүгереп барып ҡосаҡланы ла Лилиә, һағыныуына түҙә алмай, үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе. Үҙенең илауына ҡапыл уянып киткәс тә, был ваҡиғаның ни бары төш кенә булыуына ҡарамаҫтан, кире бик оҙаҡ йоҡлап китә алмай яфаланды. Һуңғы арала әллә ниңә күңеле болоҡһой. Етмәһә, тормош иптәше Фәнүр оҙайлы командировкала. Игеҙәк улдары Фәнис менән Рәмис, Мәскәү ҡалаһына уҡырға ингәндән бирле, өсөнсө йыл баш ҡалала йәшәйҙәр. Фәнүре командировкаға китһә, Лилиә үҙенә урын тапмай. Яңғыҙлыҡты яратмай ул.
Бүтән йоҡлап китә алмаҫын аңлаған Лилиә, түшәгенән тороп, йомшаҡ тапочкаһын аяғына кейҙе лә, аш бүлмәһенә үтеп, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Үҙе тәҙрә аша тышты күҙәтте. Елпеп кенә яуған ҡар бөртөктәре, әйтерһең, фонарь яҡтыһында тылсымлы бейеү башҡаралар. Уларҙы күҙәтеү - үҙе бер кинәнес. Бар донъяны сафлыҡҡа күмгән был бейеүселәр бары Лилиәнең генә күңел яраһына дауалай алмайҙар. Ҡайнағанын белгертеп, сәйнүк һыҙғырып ебәрҙе, тертләп китте. Ярҙамы теймәҫме тип, үлән сәйен төнәтте. Сынаяғына сәй яһаны ла тағы ла тышты күҙәтә башланы. Эҫе сәй Лилиәнең өшөгән тәнен йылытһа ла, боҙ булып туңған күңелен йылыта алманы.
1988 йыл. Лилиә Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йортона уҡырға инеү бәхетенә иреште. Ата-әсәһенең өмөтөн аҡлай алғанына ҡыуанып бөтә алмай, аяҡтары ергә теймәй, осоп йөрөгән сағы. Үҙе йәш, үҙе ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һылыу, үҙе баҫалҡы, итәғәтле ҡыҙ күп егеттәргә оҡшай ине. Ни тиһәң дә баҫалҡылыҡ һәм итәғәтлелек һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тартып тора шул. Әммә Лилиә тиңдәштәренә иғтибар итмәне. Сөнки ул тәү күреүҙән тарих уҡытыусыһы Әнүәр Халиҡ улына ғашиҡ булғайны. Дәрте ташып торған 43 йәшлек шаян уҡытыусыны яратыусылар күп булғандыр инде. Әммә ул да тап Лилиәгә иғтибар итте. Тыйылған мөхәббәт татлы була, тиеүҙәре дөрөҫтөр инде. Ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан, улар йәшерен генә осраша башланылар. Дөрөҫөрәге, ҡауыштылар. Кино һәм театрҙарға барыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Белеп ҡалһалар, баштан һыйпамаҫтары билдәле. Коммунист булған Әнүәрҙе эштән дә, партиянан да ҡыуасаҡтары көн кеүек асыҡ бит. Әммә мөхәббәт утында янған ғашиҡтарға ул да кәртә була алманы. Асҡысын ҡайҙан алғандыр, әммә дөйөм ятаҡтың тәүге ҡатында урынлашҡан, күп ваҡытта бикле торған буш бүлмә уларҙын һөйөү төйәгенә әүерелде. Эштә һуңға тиклем тотҡарланыуын ҡатынына нисек аңлатҡандыр, уныһы Лилиәгә сер булып ҡалды. Әммә улар бергә булғанда Әнүәренең биргән анттарына Лилиә ысын күңелдән ышанды. Яратҡан кешеһе уны нисек алдаһын инде! Был хәл ноябрь байрамынан мартҡа тиклем дауам итте. Мөхәббәтенән ҡанатланып осоп йөрөгән Лилиәне 8 март байрамынан ике көн алда ергә төшөргә мәжбүр иттеләр. Һуңғы осорҙа нишләптер күңеле болғана башлағайны, ул көндө лә дәрес ваҡытында башы әйләнеп, ҡолап киткән. Бер аҙ хәл инеүенә ҡарамаҫтан, саҡыртылған “Тиҙ ярҙам” машинаһы уны дауаханаға алып китте. Әммә тикшергән табип борсолорға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, шулай ҙа һеҙҙең хәлегеҙҙә һаҡланырға кәрәк, тине. Лилиә аптыраулы ҡарашын табипҡа төбәне. Ниндәй хәл? Табип тыныс ҡына уны тиҙҙән әсәй булыуы менән ҡотланы. Лилиәнең башына шаңҡыта һуҡтылармы ни!
Әсәһенә ни тиер инде?! Ә Әнүәре һуң ни эшләр? Уҡыуында белеп ҡалһалар, икеһе лә ҡыуыла бит! Бер ваҡытта башынан әллә нисә төрлө уй йүгерҙе. Ятаҡҡа нисек ҡайтып еткәнен дә иҫләмәй. Әнүәре менән осрашыу ваҡытын саҡ көтөп алды.
- Һөйөклөм, ни булды? Ҡобараң осҡан бит?! - тип ҡаршы алды уны Әнүәре. Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй бер аҙ уйланып торғандан һуң Лилиә тураһын әйтергә булды.
- Беҙҙең балабыҙ буласаҡ! - тине.
- Нисек була һуң, шулай, табип әйтте.
- Ә һин ул баланы минән тип уйлайһыңмы?
- Һинән булмай һуң?! Һин бит минең тәүге яратып ҡауышҡан йәрем!
- Тәүгелеккә тәүгеһе лә ул. Һуңғыһы ла түгелмендер инде.
- Оятың етмәй нисек телең әйләнә һинең ошо һүҙҙәрҙе әйтергә?!
- Һинең турала бик күп насар һүҙҙәр йөрөй. Ышанғым килмәгәйне. Дөрөҫтө һөйләгәндәр икән. Белгең килһә, минең балам бер ҡасан да булмай, ҡатыным менән төрлө табиптарға йөрөнөк. Әммә һөҙөмтәһе булманы.
-Бәлки улар яңылышҡандыр?
-Мөмкин түгел! Шуға ла мин ҡурҡмайынса төрлө ҡыҙҙар менән йөрөйөм. Ошоға тиклем береһе лә минән бала таба алманы. Мин һине ипле, тыйнаҡ ҡыҙҙыр тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән. Хуш бул! Мине эҙәрлекләп йөрөмә. Бала минеке булмауын иҫбатлауы ҡыйын булмаҫ. Тейешле ҡағыҙҙарым ҡулымда. Ә баланы кемдән икәнен белмәһәң, алдырт. Йәшһең, табырһың әле.
-Алдыртыуҙан үткән инде!-тине Лилиә өмөтләнеп.
-Улайһа, балаңды тапҡас та балалар йортона ҡалдырып кит!- тип ишекте шартлата ябып сығып китте.
Лилиә алйыр сиккә етеп, шаңҡып ултырып ҡалды. Уны аҙғынлыҡта ғәйепләнеләр! Кем һуң?! Уның шашып һөйгән йәре!
Ишекте шарт ябып сыҡҡан Әнүәрҙең артынан йүгергеһе лә килмәне. Ул ҡыҙҙың һөйләгәнен, аңлатҡанын тыңлап та тормаясаҡ. Ер убылһа, шунда уҡ инеп ҡасыр ине.
Лилиә үҙенә үҙе ышанманы. Нисек һуң улай килеп сыҡты?! Ул Әнүәрҙән башҡа берәү менән дә йөрөмәне бит. Ул бит Лилиәнең ысын мөхәббәте ине! Ине! Тимәк, ошо көнгә тиклем һөйгән йәре уны тик әүрәткес итеп кенә йөрөткән. Фәхишә булған бит ул уға! Ә һөйөүе бары буш ҡыуыҡ!
8 март байрамына ауылына ҡайтырға тейеш булһа ла, һылтау табып ҡайтмай ҡалды. Ата-әсәһенә хат ҡына ебәрҙе. Әлбиттә, хәлен һөйләп торманы инде. Атаһы уҫал уның, белеп ҡалһа, әсәһенең дә, үҙенең дә кәрәген бирәсәк. Ә әсәһе атаһына бер ваҡытта ла ҡаршы төшкәне юҡ. Барыһы ла атаһы әйткәнсә үтәлә.Тик бына хәле йәшерерлектән үтһә, ни хәл итер икән?
Лилиәнең күңеле төшөп йөрөүен бүлмәләш ҡыҙҙары, егете менән ташлашыуынандыр тип уйланылар. Төпсөнмәнеләр ҙә. Әнүәр Халиҡ улы ла бер ни булмағандай уҡытыуын дауам итте. Лилиәнең өндәшмәүен ул үҙенсә уйланы.Тимәк, минән башҡалар менән дә буталған тигән фекерҙә ҡалды. Лилиәгә иһә эсе ныҡ беленә башлағас, һыҡтырғансы бәйләп, уҡыуына киң кофтала йөрөргә тура килде. Шулай ҙа май байрамына ниңә ҡайта алмауын әсәһенә яҙырға тура килде. Атаһына бер нәмә лә әйтмәүен үтенеп, берәй кәңәш биреүен һораны.
Күп уйланыуҙанмы, йонсоуҙанмы, бәпесе 7 айлыҡ ҡына булып тыуҙы. Бала табыу йортонда айға яҡын яттылар. Әсәһенә телеграмманы ла “Дауаханаламын” тип кенә яҙҙы. Белә, атаһы колхоз эшенән бушай алмай, әсәһен ебәрәсәк. Бала табыу йортона әсәһе, Лилиәне ҡыҙы менән сығарыласаҡ көнгә килеп етте. Ейәнсәренә тип барлыҡ әйберҙәрҙе лә алып килгән. Тик йөҙөндә генә шатлыҡтың осҡоно ла күренмәне. Бала табыу йортонан улар “Өфө” ҡунаҡханаһына килделәр. Ҡайҙалыр һөйләшеп, аңлашыр кәрәк бит инде. Йәш бала менән урамда ултырып булмай. Бүлмәгә инеп, бәпесен имеҙеп һалды ла, икәүләп күҙ йәштәренә ирек бирҙеләр. Әсәһе күпме төпсөнһә лә, баланың атаһы кем икәнен белмәйем, тип алданы.
Ҡайтыуға тип билетты әсәһе шул уҡ көнгә алған ине. Атаһы Лилиәне балаһы менән ҡабул итмәйәсәк. Етмәһә, ике ҡустыһы менән әсәһен дә бергә ҡыуып сығарасаҡ. Ә малайҙарға ата тәрбиәһе бик мөһим. Әсәһе лә ошо йәшкә етеп, ике улы менән урамда ҡала алмай бит инде. Барып баш төртөрҙәй туғандары ла юҡ бит, исмаһам. Лилиәнең, ә миңә ни эшләргә һуң, тиеүенә, әсәһе ҡырҡа яуап бирҙе.
- Ҡыҙыңды үҙем менән алып ҡайтам! Үҫтерәм, һиңә бирә алмаған тәрбиәне уға бирергә тырышырмын. Тик бер шартым бар. Атайыңа һин бала тапҡанда үлеп ҡалған тип әйтәсәкмен.Бала гөнаһһыҙ. Ҡабул итер! Мин килгәнсе һине ҡала зыяратында ерләгәндәр тиермен.Атайың – ғорур кеше, эҙләп йөрөмәйәсәк. Ә һин инде буй еткәнһең, үҙ йүнеңде үҙең күр. Тик ҡайтып йөрөйһө булма! Бына һиңә аҡса, ҡалғанын үҙең эшләп табырһың. Сит яҡҡа китһәң, бигерәк яҡшы булыр ине. Өфөлә бер күрмәһәләр, бер күрерҙәр. Мине бәғерһеҙлектә ғәйепләмә, ҡыҙым. Үҙ яҙмышыңды үҙең емерҙең, инде минекен дә емермә! Ҡустыларыңды йәллә!
Илау ҙа, ялбарыу ҙа әсәһен был ҡарарынан кире ҡайтара алманы. Һуңғы тапҡыр ҡыҙын имеҙҙертте лә, әсәһе такси саҡыртып вокзалға китте.
Әсәһе бүлмә өсөн бер аҙнаға түләгән ине. Ашамай-эсмәй тиерлек 3 көн бүлмәһенән сыҡмай илап ятты Лилиә . Уйламаған уйы ҡалманы, башы сатнап ауыртты, имеҙмәгәс түше һыҙланы.Һыҡтырғансы бәйләргә ҡушҡайны әсәһе. Ярҙамы ла теймәгән кеүек, хәлһеҙләнеүҙән саҡ йөрөнө. Дүртенсе көн ҡәтғи ҡарарға килеп, үҙен бер аҙ ипкә килтереп Өфө буйлап эш, йәшәргә урын эҙләп сығып китте. Йәшәренә урын тапһа ла, эш тиҙ генә килеп сыҡманы. Йә эш стажы кәрәк, йә прописка. Ә Лилиәнең бер нәмәһе лә юҡ! Урта белем менән генә эш табыуы ҡыйын булды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ике аҙна тигәндә ул да эшле булды. Ҡаланың ситендә урынлашҡан бер профилакторийға иҙән йыуыусы булып урынлашты. Йәшәгән фатирын да яҡынырағына алыштырҙы. Тик урман кеүек парк аша үтер кәрәк. Ҡыш көнө үтеп йөрөүе шомлораҡ. Эштә саҡта онотолоп йөрөһә лә, кистәрен ҡайһы саҡ олоп-олоп иланы. Тик ата-әсәһенән ҡурҡыуы ныҡ ине, тешен ҡыҫып йәшәргә өйрәнде.
Шулай йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Үҙенә береһен дә яҡынайтманы. Ауыҙың бешһә, һыуыҡ ашты ла өрөп ҡабаһың икән.
Бер көн эштән ҡайтып килгәндә юлда өйөрө менән берәҙәк эттәр осраны. Улар бер өй этен таларға йыйына ине, шул этте яҡлап Лилиә берәҙәктәрен ҡыуырға тотондо. Ләкин улар күҙ асып йомған арала өй этенә түгел, ә үҙенә ташландылар. Уның асырғанып ҡысҡырыуына, арттан килгән кешеләр ишетеп килеп, ҡотҡарып ҡалғандар. “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртып, республика дауаханаһына алып килгәндәр.
Иҫенә килгәс, күҙҙәрен саҡ асып ҡараны. Эргәһендә шәфҡәт туташы йылмайып тора ине.
-Йә, Хоҙай! Саҡ иҫегеҙгә килдегеҙ. Бөтәһе лә тиерлек һеҙҙе терелә алмаҫ тип уйлағайны. Бер аҙна комала яттығыҙ! Бары Сәлим Кәрим улы ғына терелеүегеҙгә өмөтөн өҙмәне.
Лилиә ниҙер әйтергә уйлағайны ла ,тауышы мығырлау ғына булып сыҡты. Шәфҡәт туташы табипты саҡырырға тип сығып китте. Ҡыҙ ни булғанын иҫенә төшөрөргә тырышты. Парк, эт, күп эттәр! Уны эттәр таланы бит! Иҫән ҡалған, тимәк... Ниңә ҡотҡарҙылар икән. Был мәлгә бөтә ғазаптарынан ҡотолған булыр ине инде.
Табип Сәлим Кәрим улы Лилиәне тикшереп ҡараны ла, хәлегеҙ яҡшырыуға бара, тине. Мин бында күпме ваҡыт ятам икән, тип һорарға уйлағайны ла, тағы ла мығырлау ғына килеп сыҡты.
Лилиә дауаханала 11 ай ятты. Эттәр уның йөҙөн йәрәхәтләгәндәр. Тәүге айҙа уға был турала берәү ҙә өндәшмәне. Палатала көҙгө булмағас, түшәктә ятҡан ҡыҙ ҡайҙан белһен инде! Атлай башлағас, бер көндө ул ванна бүлмәһенә тиклем үҙе атлап барҙы. Раковина ситендә кемдер онотоп ҡалдырған көҙгөнө алып үҙенә ҡарауы булды, ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе. Көҙгөнән уға сибәр ҡыҙ урынына йөҙөндә ҡырҡ ямауы булған ҡарсыҡ ҡарап тора ине. Ул ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе лә, иҫенән яҙып ҡоланы. Ҡысҡырған тауышҡа шәфҡәт туташы йүгереп килде, Лилиә иҫенә килгәндә эргәһендә Сәлим Кәрим улы тора ине. Ул битен ҡулдары менән ҡапланы. Барыһы ла уны йәлләй кеүек тойолдо.
- Илама, Лилиә, йөҙөңдө төҙәтербеҙ, беҙҙә шундай оҫта ҡуллы хирург бар, тылсымсының нәҡ үҙе инде! Иртәгә үҙенә консультацияға барырһың. Хәлеңә ҡарап, операция көнөн билдәләрбеҙ.
- Ә ул миңә ысынлап та яңы йөҙ эшләй аламы? Мин ҡурҡыныс булып ҡалмаҫмынмы һуң?
- Әлбиттә, эшләй ала! Элекке фотоларыңды алып килһәләр, нәҡ элекке йөҙөңдө ҡайтарасаҡтар.
- Ә икенсе булғым килһә, улай яраймы?
- Ярай, ярай! Тик бының өсөн бик күп операциялар кәрәк буласаҡ. Беренсеһенән генә матурлығыңды ҡайтарып булмаҫ, әммә түҙемең етһә, үҙ-үҙеңде лә таный алмаҫһың әле. Йә, ярар, бөгөнгә һорау алыу тамам, иртәгә Фәнүр Айҙар улының үҙенән барыһын да асыҡлап һорарһың.
Иртәгәһе көндө Лилиә саҡ көтөп алды. Иртә менән тороп үҙен бар хәленсә ипкә килтерҙе. Сәстәрен тарап берҙән үрҙе лә, елкәһенә төйнәп нығытып ҡуйҙы. Хәл тиҙерәк ҡайтһын өсөн, иртәнге ашты ла ашап бөттө. Ниһайәт, уны хирург менән осрашыуға алып киттеләр.
Бүлмәлә йәш кенә бер егеттән башҡа кеше юҡ ине. Лилиә, хирург әле килеп етмәгәндер, тип уйлап:
- Фәнүр Айҙар улы оҙаҡлармы икән, - тип теге егеттән һораны.
- Фәнүр Айҙар улы мин булам, - тигәс, аптырай төштө.
- Сәлим Кәрим улы бик оҫта хирург тигәс, мин һеҙҙе пенсия йәшенә еткән ҡарттыр, тип уйлаһам, - тине Лилиә. Фәнүр Айҙар улы көлөп ебәрҙе лә:
- Нәҡ шулай, тик мин үҙемә лә пластик операция яһағайным, шуға егеттәр кеүекмен , - тине, хәҙер инде Лилиә көлөп ебәрҙе. Шулай итеп, улар уртаҡ телде тиҙ тапты, оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, дауалай ҙа башланылар. Өсөнсө операциянан һуң да Лилиәнең йөҙө кеше күргеһеҙ ине әле. Быныһын ул бинттарҙы алғас ҡына күрҙе. Эттәр йөҙ
өн бигерәк ныҡ талағандар шул. Ниндәй генә оҫта хирург булмаһын, ул барыбер тылсымсы була алмайҙыр инде. Лилиә көн-төн уйланды, ҡайһы саҡ үҙенең яҙмышын ҡәһәрләне. Берсә йәлләне. Ятҡан урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты, уны асып ебәрҙе. Һыуыҡ ел сәстәрен елберҙәтә, күҙҙәренән субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай иланы ла иланы ул. Шул саҡ ишектән Фәнүр Айҙар улы килеп инде. Лилиәгә тәү тапҡыр күргән кеүек йотлоғоп ҡараны ла:
- Мин һинең кеүек түҙемле, яҡшы, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙарҙы осратҡаным булманы. Һинең менән яҡындан танышҡандан алып мин һиңә ғашиҡмын. Операциянан һуң иҫеңә килгәнсе мин гел яныңда булдым. Әле лә йоҡлайһыңдыр, тип килгәйнем, ә һин бында күңелһеҙләнеп ултыраһың, сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә, минең бәхетем бары һин генә, -тип барыһын да бер тынала әйтеп бөтөрҙө.
Лилиә ишеткәндәренән бер аҙ шаңҡып торҙо:
-Һеҙ минән көләһегеҙ! Минең кеүек йәмһеҙ ҡыҙҙарға өйләнмәйҙәр! Минең яраларым, йөҙөм кеше ҡарағыһыҙ. Хатта операциялар мине кеше ҡиәфәтенә индерерлек түгел бит!
-Яралар уңалыр! Тик бының өсөн тағы ла бер нисә операция һәм һинең түҙемлек кенә кәрәк! Элеккенән дә сибәрерәк булырһың. Шунан өйләнешербеҙ.
Лилиәгә ҡапыл йән өрҙөләрме ни! Ысынлап та, сабырлығы етеп, операцияларҙы уңышлы үткәрһә, яңы яуған ап аҡ ҡарҙай, аҡ биттән башлаясаҡ ул тормошон!
Йөҙөнә барлығы 7 операция, ҡулына тағы 2 операция эшләнде. Хирург Фәнүр Айҙар улы бар оҫталығын һалды, тырышты. Ул Лилиәнең йөҙөн генә түгел, яраланған күңелен дә дауаланы. Әммә Лилиә уға асылырға ҡурҡты. Үҙен етем, атайымды белмәйем, мин тыуғансы уҡ үлеп ҡалған, әсәйем ауырып үлгән , ауылда өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем, мин ҡалаға уҡырға киткәс, ул да үлеп ҡалды , бүтән бер кемем дә юҡ, тип алданы. Ә Фәнүр Айҙар улы балалар йортонда үҫкән. Әсәһе уны 40 йәшенә еткәс кенә тапҡан булған. Шуға тиклем балалары булмаған. Әммә берҙән-бер улдарын үҫтерергә яҙмаған, автоһәләкәткә осрағандар. Яҡын туғандары булмағас, балалар йортона тапшырғандар. Тырыш малай яҡшы уҡығас, медицина институтына инеү бәхетенә ирешә. Практика ваҡытында Сәлим Кәрим улы менән танышалар. Ул Фәнүрҙе үҙ улылай күрә, үҙ итә. Уҡып бөткәс тә үҙенең янына эшкә ала. Етемдәргә тейешле квартираһын да юллап алып бирешә. Шулай итеп, ике яралы күңел танышып, ҡауышты. Дауахананан улар тура ЗАГСҡа барҙылар. Фәнүре әйткән һүҙендә торҙо. Хәҙерге Лилиәне әсәһе лә танымаҫ ине! Ул иң матур кәләш булды!
Туйҙан һуң Лилиә Фәнүрҙең фамилияһын алды. Хәҙер уны бер кемдә таба ла,таный ҙа алмаясаҡ. Ул өр-яңы тормош башлай!
Сәлим Кәрим улы ярҙамы менән Лилиә медицина институтына уҡырға инде. Балалар табибы булып сыҡты. Уҡып бөтөүгә игеҙәк улдары тыуҙы. Донъялары теүәлләнде! Тик Лилиә генә бер көнгә лә ҡыҙын, ата-әсәһен, ҡустыларын онота алманы. Иренә лә асылманы. Яңы булғас, тормошо яңы булһын!
Ниндәй ауыр булһа ла заманалар, Фәнүр менән Лилиә бер береһенә тоғро булдылар. Эштәрендә лә үҙҙәрен ихтирам иттеләр. Күҙҙәре гел һағышлы һылыу табипты балалар бигерәк яраттылар. Күпме баланы ҡотҡарғандыр, кем һанаған, һәр береһен үҙенең балаһылай итеп дауаланы Лилиә.
Эшләй башлағанына дүртенсе йыл тигәндә Лилиәгә үҙенең ауылынан ауыр хәлдәге ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡыҙҙың әсәһе - уның класташы Әминә булып сыҡты. Кабинетына балаһын күтәреп килеп ингәс, Лилиәнең ҡото осто. Таныр кеүек тойолдо. Әммә Әминә уны таныманы. Класташының ҡыҙын да яҡшы дауаланы. Мәлен тура килтереп, элекке үҙе тураһында ла һорашты. Әминә үҙе белгәндәрен уға һөйләне.
...Ҡалала уҡып йөрөгән Лилиәне көсләгәндәр. Ҡыҙ ҡурҡышынан һәм оялыуынан береһенә лә, бер нәмә лә әйтмәгән! Атаһы ла бигерәк уҫал шул, шуға ата-әсәһенең аңлауына өмөт тә итмәгәндер. Ауырға ҡалғанын да ваҡыты үткәс кенә белеп ҡалған. Әммә бала тапҡанда үлеп ҡалған.Ҡыҙ балаһы тере ҡала. Уҡыған ере аша әсәһен саҡыртып алып, баланы биреп ҡайтарғандар. Ата-әсәһе ейәнсәренә Әлиә тип исем ҡушҡандар, үҙҙәренең фамилияһына яҙҙырғандар. Атаһы ныҡ ҡына туҙынып ала, аҙаҡ бөтә ҡайғыһын эскегә һала. Тик бер аҙ ваҡыттан нисектер үҙен ҡулға алып, бөтә һөйөүен ейәнсәренә бирә. Әлиә шундай уңған, баҫалҡы, егәрлеҡыҙ булып үҫеп килә.