Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
9 Март 2021, 13:27

РӘНЙЕШ. ХИКӘЙӘ

Көн шундай матур! ҡояш ҡыҙҙырғандан-ҡыҙҙыра. Гөлгөнә ашамлыҡтар һалынған төйөнсөгөн төйнәп, ире янына ашыҡты. Йәп-йәшел киң яланлыҡ,сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Рәмиле ҡолас таштап,бураҙналар һалып бесән саба. Вәсиләһе лә бында,уныһы балаларса ҡыуанып гөлләмәләр йыйнай. Әсә кеше йүгереп барып сабыйын күкрәгенә ҡосайым тигәнсе,уныһы әллә ҡайҙа юҡ булды,әллә ҡасыш уйнай башланымы. Саҡырһаң тауыш бирә, ә үҙе күренмәй. Шулсаҡ уның ҡулбашына кемдер ҡағылған кеүек булды, әсәһе икән. Ул бында ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң. Инде нисәмә йылдар бит,әсәһен күргәне лә,хәлендә белешкәне юҡ. Әсәһе иренен ҡыбырлатып "балам!"- тигәненә ҡапыл уянып китте.Йоҡлай алмай уйланып бер аҙ ятҡас,сабыйҙарса мыш-мыш йоҡлап ятҡан ҡыҙының юрғанын барып рәтләне. Шкафтан барып йөрәк дарыуын эсеп алды.Түшәгенә кире барып ятҡайны ауыр күҙ ҡабаҡтары үҙенекен итте, киренән йоҡлап киткән.Тағы төш күрә. Ҡыҙын таба алмай һаман интегә. Ире бер ни булмағандай тыныс килеш, һаман бесән сабыуын белә. Рәмиленә ҡысҡыра уныһы ишетмәй, тағы әсәһе күренә: ап-аҡ кейемдә, ҡыҙыҡайы Вәсиләне етәкләп әллә ҡайҙа китеп тә баралар. "Көтөгөҙ мине,миндә һеҙҙең менән!"-тип йүгерә генә башлағайны, нимәгәлер барып һөрлөктө. Шаптырлап танауынан,ауыҙынан ҡан китте. Нишләп әсәһе ярҙамға килмәй икән балаһына. "Әсәй, ярҙам ит,ҡалдырмағыҙ мине"- тип үҙенең ҡысҡырған тауышына тағы уянып китте.Сәғәтенә ҡараны таңғы биш кенә икән. Әсәһе менән берәй хәл булдымы икән әллә. Ниңә туҡтауһыҙ күренә һуң.Гөлгөнә ун беренсе синыфты тамамлап ҡулына аттестатын алғас,йыр бүлегенә инер өсөн баш ҡалаға юлланды, документтарын сәнғәт училищеһына тапшырып, экзамендарын, алыҫ булһа ла Мәрйәм апайҙарында көттө.Үҙенсә әҙерләнде, китаптарын да алып килгәйне,кәрәк булыр тип. Тик тәүге һынауҙа уҡ төштө лә ҡалды. Комиссияла ултырыусы, үҙенә текләгән ҡараштарҙан ҡурҡып ҡаушап ҡалды инде әллә,белгәндәрендә оноттола ҡуйҙы.Тегеләр өҫтәлмә һорау ҙа биреп ҡаранылар. Юҡ башҡа килмәһә килмәйҙә ҡуя икән ул. Былай мәктәптә дүрткә,бишкә уҡыған бала.Тауышы ла моңло.Ҡайтып тиҙ генә сумаҙанын йыйҙы ла,"тиҙерәк ҡотолайым был тирәнән"-тигән кеүек, райондарына ҡайтыусы автобусҡа һуңламаҫ өсөн йүгерҙе. Мәрйәм апаһы ул ваҡытта эштә ине, квартираны бикләп асҡысын күрше инәйгә индереп биреп китте Гөлгөнә. Ауылына иртәгеһенә генә ҡайтып етте.Ул яҡҡа автобустар иртән генә була шул Өфөнән ҡайтһаң ике көнөң генә юлға китә.Сумаҙан күтәреп инеп килгән ҡыҙын күргәс әсәһе ултыра төшә яҙҙы.-Был ни ғәләмәт. Кисә сығып кит тә,бөгөн әйләнеп ҡайт. Әллә тағы ла экзамендарыңды биреп торманыңмы,хәҙер ауылға ҡайтып нишләп ятмаҡ кәрәк,әсәң кеүек билдән былай батҡаҡҡа батып,колхоз һыйырҙарын һаумаҡсыһыңмы?-тип борҡоп китте.Ҡыҙы:-Кәрәкһә һауырмын.Үҙемә аҡса эшләйемдә киләһе йыл,тағы барып ҡарайым,вәт!Әсәһе һаман асыуынан ҡайтмай:-Эйе берәүҙәр һыйыр һауып байыған,ти,ошо көнө әллә кемдәр миллионер булып бөткән булыр ине, инде хатта-тип тышҡа сығып китте.Әсәләре атаһы менән айырылышҡандан бирле донъяның бар йөгөн үҙе тарта шул. Ҡыш сатлама һыуыҡтарҙа,аяҡтарына кейгән итектәренә тиклем туңып ҡайта. Кешеләрҙең иң тәмле йоҡоларында, аяҡ аҫтындағы ҡарҙарҙы шығырлата баҫып эшкә китәләр.Төн булһа йөрөп сыға йоҡлай алмай,"аяғым ҡороша"-тип,хатта түҙмәй сеңләп ебәргән ваҡыттары ла булыр ине. Ул гел мыртыйы менән икеһенә "Уҡығыҙ,тырышығыҙ,минең кеүек күнәк күтәреп ыҙаланмағыҙ,беҙгә ул ваҡыттарҙа уҡыу теймәне,биш класс бөтөп ниндәй уҡытыусы булһында,ниндәй әртис булһын "-ти ине. Гөлгөнә әсәһен тыңламаны фермаға йәш быҙауҙарҙы ҡарарға инде. Ауылдың зоотехнигы ҡуш ҡуллап, хатта сәпәкәй итеп эшкә алды уны.Ярты йыл йөрөгәндән һуң, шул уҡ ауылдың тракторисы Фәрит исемле егеткә кейәүгә сығып,туй яһанылар.Тик нишләптер тыуасаҡ балаһы төшөп тик торҙо. Бер йыл самаһы әсәһе менән бергә торҙолар. Быға тиклем ауыҙына араҡы алмаған, ире лә йыш ҡына эскелеккә бирелә башланы.Әсһе менән икеһен өйҙән ҡыуып сығарған ваҡыты ла булды.Тынысланып йоҡлап киткәнен көтөп,кире өйҙәренә ҡайтырҙар ине. Иртән иртүк, әсәле ,ҡыҙлы тағы эшкә китәләр.Ҡайтһалар бит, баш шешенгән ир пахмилға шешә таптыра. Бер көн киске аш ваҡытында,унда Фәрит сығып киткән булған,әсәһе әйтеп һалды:-Ҡыҙым мине баштан тыңламаның,уҡырға бар тигәнгә,бер ауылдың эшкинмәгән етем еһеренә иргә барҙың,үҙеңә лә, миңә лә тыныслыҡ юҡ,ҡартайған көнөмдә.Әйттем йәшһең,һиңә әлегә ир нимәгә тип, юҡ тыңламаның-тип һүҙен әйтептә бөтөрмәне, Гөлгөнә өҫтәл артынан ярһып тороп уҡ китте.-Һин генә ғәйепле бында,һәр-бер нимәгә ҡыҫылып,Фәриттә эсмәҫ ине, һин уны көндә шул һүҙең менән ыжыйһың, етте һиңә лә,күп тыңланым инде,мин хәҙер күптән балалыҡтан сыҡҡан ҡатынмын!Шул ярамай,был ярамай.Бала табырға иртә,тип,һинең арҡала мин балаға уҙа алмайым. Ана Шәкирәләр рәхәтләнеп икәүҙән-икәү йәшәп яталар,берәүҙә ҡамасауламай. Между прочим әсәйҙәр төпсөк улдары менән йәшәргә тейештәр. Йәмил ҡалала бүлмә снимать итеп йәшәй бит-тине.Аҙаҡҡы һүҙенән үк аңлашыла ,улың янына кит тигән һымаҡ. Йөрәген ярып сыҡҡан балаһынан ундай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне, әсә кеше,эстән нимәлер өҙөлөп китеп йылы ҡан аҡҡан кеүек булды. Иламаны, бәғре генә өтөлдө. Өҫтәл янынан саҡ тороп китеп,тышҡа саф һауаға сыҡты. Киске һалҡын ел сикәһенә килеп ҡағылды. Әсетеп китте."Нишләргә ,был үҙ өйөңдән ҡыуылыу булып сыҡты түгелме,һуң,сығып китер ине әҙәмдән оят,балаңдың битенә бысраҡ яғыла,ғәйеп ысынлапта үҙендәлер,ҡыҙы әйтмәксе,бынан түбән бер ниҙә өндәшмәҫкә кәрәк"- тип ,үҙен йыуатҡан һымаҡ әйтте. Гөлгөнә өс көн тирәһе әсәһе менән һөйләшмәй йөрөнө лә,бер көн күтәрелеп: "Минең ҡалала йомошом бар ,өс көндән ҡайтам"-тип сығып киткәндән, нисәмә һыуҙар аҡты, ҡош телендәй сәләм ебәреп тә үҙенең ҡайҙалығын иренә лә,әсәһенә лә белгертмәне. Фәрит тә ,төп йортта бер аҙна тирәһе йәшәне лә,улда ҡайҙалыр китеп олаҡты. Гәүһәр инәй япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Хәҙер инде Гөлгөнәнең дә сәстәренә яйлап сал төшә башлаған.Шул китеүҙән ҡалала заводҡа эшкә урынлашып,үҙенең яртыһын табып,тағы байтаҡ йөрөгәндән һуң ,бер ҡыҙ бала табып алды.Әсәһен ошоғаса бер нисә тапҡыр төшөндә күрһә лә,бик иғтибар бирмәне.Ә бөгөн уға йөрәге һыҙлай,үҙе берҙән-бер ҡыҙына әсә булып ,хәҙер үҙ әсәһенең хәлен аңлай башлағанмы.Таныштары аша ауылының мәктәп телефонын табып, директорға үҙен танытмай ғына ,"Гәүһәр инәйҙең хәлен белешәйем,тигән инем"-тип һорашты.Теге яҡ остан ҡаты ғына тауыш яуап бирҙе "Ул байтаҡтан ,Өфө дауаханаһында ята,нимәһенәлер операция яһатҡан ,тиҙәр"-тип хушлашып ,трубканы һалды. Гөлгөнә нишләргә лә белмәне,ҡысҡырып илайым тиһә күҙ йәше сыҡмай. Бүлмәнең бер осонан, икенсе яҡ осо буйлап эй тапанды.Былай булмай,тиҙ генә кейенеп, сумкаһын яуырынына аҫты ла,туҡталышҡа йүгерҙе. Ул ятҡан дауахананы эҙләп тапты.Үҙенән-үҙе аяҡтары һерелдәй башланы,тиҙерәк әсәһе янына ашығырға кәрәк.Хирургия бүлегендәге палатаға йүгереп инде.Ҡатын шундуҡ ғәзиз кешеһенең хәле хөрт икәнен аңланы. Уныһы ҡыҙын күргәстә,йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу юлы һыҙҙы. Күҙҙәре нурланып, Гөлгөнәгә төбәлде :-Балаҡайым!"ү-тине ул наҙлап.-Рәнйемә, әсәй, зинһар миңә! Яңылыштым!Кисер мине әсәкәйем!-тине ҡатын әсәһенең ҡулдарын усына алып.-Эй,балаҡайым!Нишләп мин үҙ балама рәнйеп китәйем, бына күңел генә, йөрәк кенә үҙенә урын таба алмай,-тип бышылданы ул. Гөлгөнә һаман илаулап:-Әсәкәйем, минең ҡыҙым бар,исеме - Вәсилә. Һиңә оҡшап,төҫкә ап-аҡ,һылыу ғына-тине.- Вәсилә...Вәсилә бик матур,аҡыллы,тыңлаусан бала булып үҫер- тине лә Гәүһәр әбей мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.-Әсәй,әсәкәйем,зинһар ташлама мине!Һуңланым бит,һуңланым әсәәәй.....- тип ярһып илаған ҡатынды ,табиптар уколһыҙ тынысландыра алманылар.Буранлы ҡыштарҙан һуң,ҡабат яҙ,йәмле йәйҙәр етте. Гөлгөнә үҙе әсә булғас яңы аңланы. Әсәйҙәрҙәндә бөйөк ,илаһи кеше юҡ икән.Улар һистә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙәр.

Көн шундай матур! ҡояш ҡыҙҙырғандан-ҡыҙҙыра. Гөлгөнә ашамлыҡтар һалынған төйөнсөгөн төйнәп, ире янына ашыҡты. Йәп-йәшел киң яланлыҡ,сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Рәмиле ҡолас таштап,бураҙналар һалып бесән саба. Вәсиләһе лә бында,уныһы балаларса ҡыуанып гөлләмәләр йыйнай. Әсә кеше йүгереп барып сабыйын күкрәгенә ҡосайым тигәнсе,уныһы әллә ҡайҙа юҡ булды,әллә ҡасыш уйнай башланымы. Саҡырһаң тауыш бирә, ә үҙе күренмәй. Шулсаҡ уның ҡулбашына кемдер ҡағылған кеүек булды, әсәһе икән. Ул бында ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң. Инде нисәмә йылдар бит,әсәһен күргәне лә,хәлендә белешкәне юҡ. Әсәһе иренен ҡыбырлатып "балам!"- тигәненә ҡапыл уянып китте.
Йоҡлай алмай уйланып бер аҙ ятҡас,сабыйҙарса мыш-мыш йоҡлап ятҡан ҡыҙының юрғанын барып рәтләне. Шкафтан барып йөрәк дарыуын эсеп алды.Түшәгенә кире барып ятҡайны ауыр күҙ ҡабаҡтары үҙенекен итте, киренән йоҡлап киткән.Тағы төш күрә. Ҡыҙын таба алмай һаман интегә. Ире бер ни булмағандай тыныс килеш, һаман бесән сабыуын белә. Рәмиленә ҡысҡыра уныһы ишетмәй, тағы әсәһе күренә: ап-аҡ кейемдә, ҡыҙыҡайы Вәсиләне етәкләп әллә ҡайҙа китеп тә баралар. "Көтөгөҙ мине,миндә һеҙҙең менән!"-тип йүгерә генә башлағайны, нимәгәлер барып һөрлөктө. Шаптырлап танауынан,ауыҙынан ҡан китте. Нишләп әсәһе ярҙамға килмәй икән балаһына. "Әсәй, ярҙам ит,ҡалдырмағыҙ мине"- тип үҙенең ҡысҡырған тауышына тағы уянып китте.
Сәғәтенә ҡараны таңғы биш кенә икән. Әсәһе менән берәй хәл булдымы икән әллә. Ниңә туҡтауһыҙ күренә һуң.
Гөлгөнә ун беренсе синыфты тамамлап ҡулына аттестатын алғас,йыр бүлегенә инер өсөн баш ҡалаға юлланды, документтарын сәнғәт училищеһына тапшырып, экзамендарын, алыҫ булһа ла Мәрйәм апайҙарында көттө.Үҙенсә әҙерләнде, китаптарын да алып килгәйне,кәрәк булыр тип. Тик тәүге һынауҙа уҡ төштө лә ҡалды. Комиссияла ултырыусы, үҙенә текләгән ҡараштарҙан ҡурҡып ҡаушап ҡалды инде әллә,белгәндәрендә оноттола ҡуйҙы.Тегеләр өҫтәлмә һорау ҙа биреп ҡаранылар. Юҡ башҡа килмәһә килмәйҙә ҡуя икән ул. Былай мәктәптә дүрткә,бишкә уҡыған бала.Тауышы ла моңло.Ҡайтып тиҙ генә сумаҙанын йыйҙы ла,"тиҙерәк ҡотолайым был тирәнән"-тигән кеүек, райондарына ҡайтыусы автобусҡа һуңламаҫ өсөн йүгерҙе. Мәрйәм апаһы ул ваҡытта эштә ине, квартираны бикләп асҡысын күрше инәйгә индереп биреп китте Гөлгөнә. Ауылына иртәгеһенә генә ҡайтып етте.Ул яҡҡа автобустар иртән генә була шул Өфөнән ҡайтһаң ике көнөң генә юлға китә.Сумаҙан күтәреп инеп килгән ҡыҙын күргәс әсәһе ултыра төшә яҙҙы.
-Был ни ғәләмәт. Кисә сығып кит тә,бөгөн әйләнеп ҡайт. Әллә тағы ла экзамендарыңды биреп торманыңмы,хәҙер ауылға ҡайтып нишләп ятмаҡ кәрәк,әсәң кеүек билдән былай батҡаҡҡа батып,колхоз һыйырҙарын һаумаҡсыһыңмы?-тип борҡоп китте.
Ҡыҙы:
-Кәрәкһә һауырмын.Үҙемә аҡса эшләйемдә киләһе йыл,тағы барып ҡарайым,вәт!
Әсәһе һаман асыуынан ҡайтмай:
-Эйе берәүҙәр һыйыр һауып байыған,ти,ошо көнө әллә кемдәр миллионер булып бөткән булыр ине, инде хатта-тип тышҡа сығып китте.Әсәләре атаһы менән айырылышҡандан бирле донъяның бар йөгөн үҙе тарта шул. Ҡыш сатлама һыуыҡтарҙа,аяҡтарына кейгән итектәренә тиклем туңып ҡайта. Кешеләрҙең иң тәмле йоҡоларында, аяҡ аҫтындағы ҡарҙарҙы шығырлата баҫып эшкә китәләр.Төн булһа йөрөп сыға йоҡлай алмай,"аяғым ҡороша"-тип,хатта түҙмәй сеңләп ебәргән ваҡыттары ла булыр ине. Ул гел мыртыйы менән икеһенә "Уҡығыҙ,тырышығыҙ,минең кеүек күнәк күтәреп ыҙаланмағыҙ,беҙгә ул ваҡыттарҙа уҡыу теймәне,биш класс бөтөп ниндәй уҡытыусы булһында,ниндәй әртис булһын "-ти ине. Гөлгөнә әсәһен тыңламаны фермаға йәш быҙауҙарҙы ҡарарға инде. Ауылдың зоотехнигы ҡуш ҡуллап, хатта сәпәкәй итеп эшкә алды уны.
Ярты йыл йөрөгәндән һуң, шул уҡ ауылдың тракторисы Фәрит исемле егеткә кейәүгә сығып,туй яһанылар.Тик нишләптер тыуасаҡ балаһы төшөп тик торҙо. Бер йыл самаһы әсәһе менән бергә торҙолар. Быға тиклем ауыҙына араҡы алмаған, ире лә йыш ҡына эскелеккә бирелә башланы.Әсһе менән икеһен өйҙән ҡыуып сығарған ваҡыты ла булды.Тынысланып йоҡлап киткәнен көтөп,кире өйҙәренә ҡайтырҙар ине. Иртән иртүк, әсәле ,ҡыҙлы тағы эшкә китәләр.Ҡайтһалар бит, баш шешенгән ир пахмилға шешә таптыра. Бер көн киске аш ваҡытында,унда Фәрит сығып киткән булған,әсәһе әйтеп һалды:
-Ҡыҙым мине баштан тыңламаның,уҡырға бар тигәнгә,бер ауылдың эшкинмәгән етем еһеренә иргә барҙың,үҙеңә лә, миңә лә тыныслыҡ юҡ,ҡартайған көнөмдә.Әйттем йәшһең,һиңә әлегә ир нимәгә тип, юҡ тыңламаның-тип һүҙен әйтептә бөтөрмәне, Гөлгөнә өҫтәл артынан ярһып тороп уҡ китте.
-Һин генә ғәйепле бында,һәр-бер нимәгә ҡыҫылып,Фәриттә эсмәҫ ине, һин уны көндә шул һүҙең менән ыжыйһың, етте һиңә лә,күп тыңланым инде,мин хәҙер күптән балалыҡтан сыҡҡан ҡатынмын!Шул ярамай,был ярамай.Бала табырға иртә,тип,һинең арҡала мин балаға уҙа алмайым. Ана Шәкирәләр рәхәтләнеп икәүҙән-икәү йәшәп яталар,берәүҙә ҡамасауламай. Между прочим әсәйҙәр төпсөк улдары менән йәшәргә тейештәр. Йәмил ҡалала бүлмә снимать итеп йәшәй бит-тине.
Аҙаҡҡы һүҙенән үк аңлашыла ,улың янына кит тигән һымаҡ. Йөрәген ярып сыҡҡан балаһынан ундай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне, әсә кеше,эстән нимәлер өҙөлөп китеп йылы ҡан аҡҡан кеүек булды. Иламаны, бәғре генә өтөлдө. Өҫтәл янынан саҡ тороп китеп,тышҡа саф һауаға сыҡты. Киске һалҡын ел сикәһенә килеп ҡағылды. Әсетеп китте."Нишләргә ,был үҙ өйөңдән ҡыуылыу булып сыҡты түгелме,һуң,сығып китер ине әҙәмдән оят,балаңдың битенә бысраҡ яғыла,ғәйеп ысынлапта үҙендәлер,ҡыҙы әйтмәксе,бынан түбән бер ниҙә өндәшмәҫкә кәрәк"- тип ,үҙен йыуатҡан һымаҡ әйтте. Гөлгөнә өс көн тирәһе әсәһе менән һөйләшмәй йөрөнө лә,бер көн күтәрелеп: "Минең ҡалала йомошом бар ,өс көндән ҡайтам"-тип сығып киткәндән, нисәмә һыуҙар аҡты, ҡош телендәй сәләм ебәреп тә үҙенең ҡайҙалығын иренә лә,әсәһенә лә белгертмәне. Фәрит тә ,төп йортта бер аҙна тирәһе йәшәне лә,улда ҡайҙалыр китеп олаҡты. Гәүһәр инәй япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Хәҙер инде Гөлгөнәнең дә сәстәренә яйлап сал төшә башлаған.Шул китеүҙән ҡалала заводҡа эшкә урынлашып,үҙенең яртыһын табып,тағы байтаҡ йөрөгәндән һуң ,бер ҡыҙ бала табып алды.
Әсәһен ошоғаса бер нисә тапҡыр төшөндә күрһә лә,бик иғтибар бирмәне.Ә бөгөн уға йөрәге һыҙлай,үҙе берҙән-бер ҡыҙына әсә булып ,хәҙер үҙ әсәһенең хәлен аңлай башлағанмы.Таныштары аша ауылының мәктәп телефонын табып, директорға үҙен танытмай ғына ,"Гәүһәр инәйҙең хәлен белешәйем,тигән инем"-тип һорашты.Теге яҡ остан ҡаты ғына тауыш яуап бирҙе "Ул байтаҡтан ,Өфө дауаханаһында ята,нимәһенәлер операция яһатҡан ,тиҙәр"-тип хушлашып ,трубканы һалды. Гөлгөнә нишләргә лә белмәне,ҡысҡырып илайым тиһә күҙ йәше сыҡмай. Бүлмәнең бер осонан, икенсе яҡ осо буйлап эй тапанды.Былай булмай,тиҙ генә кейенеп, сумкаһын яуырынына аҫты ла,туҡталышҡа йүгерҙе. Ул ятҡан дауахананы эҙләп тапты.Үҙенән-үҙе аяҡтары һерелдәй башланы,тиҙерәк әсәһе янына ашығырға кәрәк.Хирургия бүлегендәге палатаға йүгереп инде.Ҡатын шундуҡ ғәзиз кешеһенең хәле хөрт икәнен аңланы. Уныһы ҡыҙын күргәстә,йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу юлы һыҙҙы. Күҙҙәре нурланып, Гөлгөнәгә төбәлде :
-Балаҡайым!"ү-тине ул наҙлап.
-Рәнйемә, әсәй, зинһар миңә! Яңылыштым!Кисер мине әсәкәйем!-тине ҡатын әсәһенең ҡулдарын усына алып.
-Эй,балаҡайым!Нишләп мин үҙ балама рәнйеп китәйем, бына күңел генә, йөрәк кенә үҙенә урын таба алмай,-тип бышылданы ул. Гөлгөнә һаман илаулап:
-Әсәкәйем, минең ҡыҙым бар,исеме - Вәсилә. Һиңә оҡшап,төҫкә ап-аҡ,һылыу ғына-тине.
- Вәсилә...Вәсилә бик матур,аҡыллы,тыңлаусан бала булып үҫер- тине лә Гәүһәр әбей мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
-Әсәй,әсәкәйем,зинһар ташлама мине!Һуңланым бит,һуңланым әсәәәй.....- тип ярһып илаған ҡатынды ,табиптар уколһыҙ тынысландыра алманылар.Буранлы ҡыштарҙан һуң,ҡабат яҙ,йәмле йәйҙәр етте. Гөлгөнә үҙе әсә булғас яңы аңланы. Әсәйҙәрҙәндә бөйөк ,илаһи кеше юҡ икән.Улар һистә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙәр.
Читайте нас: