Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
4 Май 2021, 09:40

Аҡ сәскәле болон

Илдарҙың һуңғы һүҙҙәре Ғиззәтте айнытып ебәрҙе. Ысынлап та, ни эшләп әле, «бала-саға түгел» тип, Зиләнең үҙенә генә хәл итергә ҡалдырып ҡуйҙы ул? Ни эшләп ҡул ҡаушарып ултырырға, егет әйтмешләй. Биҙһен ул уйынан Зилә. Биҙһен, биҙһен!..

Мирас Иҙелбаев
АҠ СӘСКӘЛЕ БОЛОН
Хикәйә
IАптыратты Зилә бөгөн Ғиззәтте. Сикәһенә уңлы-һуллы сабып ебәрҙеме ни! Әле булһа күҙ алдары ҡараңғыланып, аңы томаланып тора. Ғәзиз ҡыҙыңдан шул һүҙҙе ишетсе әле! Урамға сығып, кеше күҙенә күренергә оят. Бала һүҙе, тип юрар инең – егерме йәш бала-саға йәше түгел. Инде исеме лә халыҡ теленә инеп бара. Уны яратып өлгөргән тамашасылар бөгөнгөнө ишетһә, хайран ҡалыр ине, моғайын.
Ни эшләп былай килеп сыҡты һуң, Зилә? Иртә татыған дан аҙҙырҙымы? Шул уҡ коллективыңда бына тигән егеттәр, ҡыҙҙар бар ҙа баһа. Илдар үҙе генә ни тора. Алтын егет! Ни эшләнең һин, Зилә? Әсәйең иҫән булһа, яңылышыр инеңме икән?
Ғиззәт ҡатыны менән булған бер һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Ҡыҙы был турала, әлбиттә, ишетмәне. Ишетһә, хәтерендә уйылып ҡалыр ине. Биш йәшлек ҡыҙыҡай балалар баҡсаһында йөрөп ҡалғайны. Әсәһе, моғайын, шундай мәлде һайлағандыр. Ятҡан көйө хәлһеҙ тауыш менән Ғиззәтте саҡырып алды ла, күптән әҙерләп ҡуйған нәмәһен мендәр аҫтынан һаҡ ҡына алып, иренә һуҙҙы:
– Мә, был минең Зиләмә васыятым. Үҫкәс уҡыр. Ҡасан бирергә икәне, ана, икеһенең дә тышына яҙылған.
Уның ҡулында ике конверт ине. Көтөлмәгән был хәлгә Ғиззәт аптырап китте.
– Һин ни һөйләйһең, әсәһе? Ауыҙыңдан ел алһын!
– Эй, Ғиззәт... Кемде-кемде, врачты йыуатма инде. Үҙем белмәйемме ни? Әйтмәҫкә ҡушҡандарҙыр ҙа һеҙгә...
– Әле йәшәйбеҙ әле беҙ һинең менән. Теттереп йәшәйәсәкбеҙ!
– Үҙ хәлемде үҙем белә-әм. Һуңғы, берҙән-бер үтенесем, Ғиззәт.
Ғиззәт һаман уның һуҙылған ҡулына үрелмәне. Ҡатынын тағы ниндәй һүҙ менән йыуатып, нисегерәк күңелен табырға белмәй аптырап тик торҙо.
– Ал инде тиҙерәк. Хәле юҡ бит ҡулымдың.
Был конверттарҙы алыу – ҡатыны әйткән әсе дөрөҫлөк менән ризалашыу, тигән һүҙ ине. Һис ниндәй хәлдә лә ала алмай ине Ғиззәт уларҙы. Шуға ла ошо өнһөҙ бәхәсте туҡтатырҙай ҡәтғи, ләкин яғымлы тауыш менән өндәште:
– Һалып ҡуй кире, әсәһе. Кәрәге теймәҫен тойғас та, үҙ ҡулдарың менән йыртып ташларһың.
Әсәнең ҡулындағы конверттар һауала тағы бер аҙ тора бирҙе лә яй ғына ҡабат мендәр аҫтына инеп юғалды.
– Э-эй, Ғиззәт, – тип һөйләнде шул арала Зиләнең әсәһе – атаһыҙ ул көтмә, инәһеҙ ҡыҙ көтмә, тиҙәр. Аҙаҡ аңларһың әле. Үҙем булмағанға күрә, һис юғында рухым берәй заман ҡыҙыма барып етһен, тием. Тышына йылдары яҙылған. Шул ваҡыттары еткәс кенә асырһығыҙ, йәме?
Оҙаҡ та үтмәне, ошо ике конверт Ғиззәт өсөн өй эсендәге иң ҡәҙерле нәмәгә әйләнде. Ҡатынының ғүмерен саҡ ҡына булһа ла оҙайтыу өсөн ҡайҙарға барып, ниндәй ишектәрҙе асып, кемдәргә инәлеп, ни төҫлө дарыуҙар эҙләп тапманы ул. Оҙайта алдымы һуң? Оҙайтҡандыр. Дауахананан һуңғы тапҡыр өйгә ҡайтарғанда, врачтар: «Бер айҙан үтмәҫ», – тигәйнеләр. Ярты йылға яҡын йәшәне, һыҙланыу яфаларынан аҙға ғына арынған мәлдәрҙә Ғиззәткә рәхмәт әйткәндәй һөйләнә ине:
– Яҡты донъяға бер көн ҡарап ҡалыу үҙе бер ғүмер...
Мендәр аҫтынан теге конверттарҙы Ғиззәттең үҙенә алырға тура килде. Был ҡағыҙҙарға ул күңеле тулмай ҡарай алманы. Икеһенә лә хәлһеҙ кешенең быуынһыҙ ҡулдары менән хәрефтәрҙе эре итеп, бер-береһенә һыйындырып йә айырып: «Күҙ нурыма, йөрәгемә – Зилә ҡыҙыма» тип яҙылғайны. Ғиззәт уларҙы ҡыҙының ҡулы етмәҫлек урынға ныҡлап йәшереүен йәшерҙе, ләкин ваҡыт-ваҡыт үҙе алып, конверт тышындағы яҙыуын булһа ла ҡарамай түҙмәне.
Тәүгеһе Зиләнең ун йәше тулған көнөндә уҡылырға тейеш ине. Тыуған көндәрҙең нимә икәнен белә ине ул саҡ Зилә. Шуға ла өс-дүрт көн алдан әҙерләнә башланы. Атаһы менән магазиндарҙы ҡыҙырып сығып, тәм-томдо, башҡа кәрәк-яраҡты көн элгәре хәстәрләп ҡуйҙылар. Бармаҡ буйындай ғына ун май шәм һатып алдылар. Быларына бигерәк тә ҡыуанды Зилә. Атаһы уның үҙенә атап ҙур торт бешертте. Ҡыҙыҡай үҙе менән бергә уҡыған туғыҙ иптәшен саҡырып, ун май шәмде ун урындан бер юлы яндырып ебәрергә иҫәпләп ҡуйҙы. Көнө еткәс, мәктәптән иң яҡын дуҫы Гөлназды алып ҡайтты. Аталары тағы магазиндарға сапҡан арала, икәүләп өйҙә булаштылар. Залға табын әҙерләнеләр, ултырғыстар теҙеп ҡуйҙылар, күҙ бәйләп ҡайсы менән ҡырҡып уйнар өсөн төрлө бүләктәрҙе ҡағыҙға тороп, епкә теҙеп таҡтылар.
Тик ҡунаҡтар билдәләнгән ваҡытҡа йыйылманы. Ярты сәғәттән һуң да берәү ҙә ишек шаҡыманы. Зилә аҫҡы ҡатҡа дүрт-биш тапҡыр йүгереп төшөп, ҡарап килде. Телефоны булғандарға шылтыратып алғыланы. Йә яуап бирмәнеләр, йә өйҙә булмай сыҡтылар. Бер сәғәт үтте. Атаһы ла тынысһыҙлана башланы. Подъезд алдына үҙе йүгереп сыҡҡыланы, телефон аша үҙе юллап ҡараны. Юҡ, исмаһам бер генә килерҙәй кеше эҙләп таба алманы. Ике сәғәт көткәс, инде өмөт ҡалмағас, Ғиззәт тыуған көн кисәһен Зилә менән Гөлназдың икеһе өсөн генә башлап ебәрҙе. Ун йәшлек балалар яратҡан һыйҙан – виноград, емеш-еләк, варенье, сок, лимонад, пирожныйҙарҙан һығылып торған өҫтәл артында өсәү генә ултырып ашанылар, батмустан ҙурыраҡ түңәрәк тортҡа беркетелгән май шәмдәрҙе өсәүләп яндырҙылар, өсәүләп магнитофон таҫмаһынан төрлө көйҙәр тыңланылар, йырланылар, ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар. Күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡҡанда, Ғиззәт ҡыҙҙар ыңғайына шарҡылдап көлдө, улар менән йүгерҙе, һикерҙе, юрамал бәхәсләшеп тә алды. Ә үҙе минут һайын тигәндәй, ҡыҙына күҙ һалды – ҡунаҡтар килмәгәнгә күңеле кителмәнеме баланың? Бойоҡмаймы ул?
Бергәләп Гөлназды оҙатып ҡайтҡас, изге урынға йәшерелгән теге хатты алып, ҡыҙы алдында асты.
– Зилә, бына әсәйеңдең һиңә ҡалдырған бер иҫтәлеге. Уҡып ҡара әле, мә. Һин уҡырлыҡ итеп, эре хәрефтәр менән яҙылған. Йә әле...
Зилә, «әсәй» һүҙен ишеткәс, ул иҫтәлектең нимә икәне хаҡында ла уйлап тормай, балаларға ғына хас булған етеҙлек менән атаһының ҡулынан тартып тигәндәй алды.
– Әсәйемдән?!.
Баланың был һорауында әсәһен оҙаҡ һағыныуҙан күңеленә төйөр булып ултырған ғазап та, ошо ҡағыҙ менән бергә үҙен күреп булғандай көтөлмәгән шатлыҡ осҡоно ла бар ине. Ғиззәт Зиләне тубығына ултыртты. Бер-береһенә һыйынып, ҡағыҙҙы икәүләп уҡынылар. Хат оҙон түгел, дәфтәр битенең яртыһын саҡ ҡына тулып үткән.
«Зилә ҡыҙым! Ҙур үҫкәнһеңдер инде һин. Уҡырға йөрөйһөңдөр. Бөгөн ун йәшең тулғандыр. Мәктәптән иптәш ҡыҙҙарыңды алып ҡайтып, гөрләтеп байрам иткәнһегеҙҙер. Минең үтенесем шул, балам – атайыңдың, бүтән оло кешеләрҙең әйткәнен тыңла, иптәштәреңә һәйбәт бул, тырышып уҡы. Бөтә көндәр ҙә бөгөнгө кеүек күңелле байрам булмаҫ, кешегә бәлә һалмай, ҡыйынлыҡтарҙы үҙең еңеп сығырға өйрән. Ауыр саҡтарыңда минең ошо һүҙҙәремде хәтерлә. Быларҙы әсәйең үҙ теле менән әйтте, тип уйла. Атайыңа ла, үҙеңә лә, өйҙәге бөтәһенә лә бәхет теләйем, ҡыҙым».
Әсәһен яҡшы хәтерләй Зилә. Уға бәйле өҙөк-өҙөк ваҡиғалар йыш ҡына иҫенә төшә. Бына әле лә әсәһенең һуңғы йылындағы йәйге бер көн күҙ алдына баҫты. Өсәүләп ҡала ситендәге саф һауалы тәбиғәт ҡосағына, күк йөҙө кеүек зәп-зәңгәр һыулы Оҙон күл буйына ялға сыҡҡайнылар. Еләк сәскә атҡан хуш еҫле мәл ине. Ғиззәт ут яғырға тип ҡоро утын эҙләгән арала, әсә, тәрән көрһөнөп, үҙ алдына шыбырлап ҡуйҙы:
– Вә-әй, киләһе йыл был сәскәләрҙе күрә алмам инде...
Эргәлә яурынынан сәскәле үләнгә күмелеп баҫып торған Зиләнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:
– Нишләп, әсәй? Нишләп улай тиһең?
Әсәһе уның һорауынан тертләмәне. Тыныс ҡына яуап бирҙе:
– Ауырыйым бит, балам, бик ҡаты ауырыйым.
– Врачтар ҙа ауырыймы ни ул?
– Ауырый икән шул... Врач та кеше бит.
Икенсе йылына, Зилә ҡабат-ҡабат һорағас, Оҙон күл янына тағы сығып әйләнделәр. Атаһы менән икәүләп кенә. Ошонда килһә, әсәһен күреп ҡалыр һымаҡ ине Зилә. Тап былтырғы мәл түгел ине – бер аҙ һуңлағайнылар. Йәйе лә ямғырһыҙ, ҡоп-ҡоро килгәйне. Еләк сәскәләре көйөп ҡойолған, емеше тумаланып өлгөрмәй ҡалған. Хатта япраҡтары ла бөрөшөп ултыра. Ҡурғаштай ҡараңғы төҫкә ингән күл ситендә лә ағастарҙың иртә ҡойолған һары тәңкәләре йөҙөп йөрөй. Зилә шуларҙы әле хәтерләп, ҡулына хатты тотоп ултырған килеш уйға батты. Атаһы иғтибар итә һалып, тынысһыҙлана төштө. Бойоҡмаймы бала?
Тәүге мәлдәрҙә бик бойоҡто шул ул. Балалар баҡсаһында оҙаҡ ҡына бер кем менән дә һөйләшмәне. Мәктәптә лә дуҫтар табып китә алманы. Бары тик Гөлназға ғына эҫенде. Атаһы уның күңелен күтәреү өсөн бөтәһен дә эшләне. Өйләнмәне – күргән-белгәндәрҙе, таныш-тоношто аптыратып, йылдар буйы яңғыҙ йәшәй бирҙе. Зиләнең әсәһен йәненән артыҡ күреп ярата ине шул. Өйгә ят ҡатын килеп, балаға бер генә сит ҡараш ташлаһа, ҡыҙ менән бергә әсәһе лә ҡушылып рәнйер һымаҡ ине.
Тора-бара Зилә асылды. Атаһына ныҡлап эйәләште. Күңелендәге һәр уйын тигәндәй уға еткерә торҙо. Тиң күреп, бергәләп уйнаны, шаярҙы. Бик шатланды Ғиззәт. Уны иң ныҡ һөйөндөргәне – ҡыҙының бейеүе ине. Әсәһе иҫән саҡта уҡ, йә ҡолаҡҡа ятышлы ғына таҡмаҡ әйтеп, йә пианинола уйнап, Зиләне көйгә баҫырға өйрәтә торғайны. Яңылышһа, үҙе күрһәтеп биргеләне. Мәктәп йәшенә еткәндә, атаһы ҡурай уйнаһа, тартыныуҙың ни икәнен белмәй, ихласлап, иркенләп, үҙ аяҡ тауышына үҙе кинәнеп бейене. Мәктәптә берәй байрам булһа, форсат тейгән һайын Ғиззәт, ҡурайын алып, ҡыҙы янына ашыҡты. Зиләне сәхнәгә, тамашасы алдына мөмкин тиклем йышыраҡ сығарып ҡалырға, кешенән тартынмаҫҡа өйрәтергә тырышты. Ә Зилә тартыныу хаҡында уйлап та ҡараманы. Халыҡ алдында бейеү үҙе ҙур шатлыҡ ине уға: бөтәһе лә күрә, һоҡлана, ярата. Оҙон керпектәрен яй ғына ҡалҡытып йә төшөрөп, кәрәк саҡта хәйләкәр йылмайып, һығылмалы кәүҙәһен, ҡулдарын ғәжәп еңел тотоп, ҡурай тауышына матур баҫып бейеһә, «ах» тип ҡарап ултырыр булды халыҡ.
Уҡытыусылар ҙа өйрәнеп китте. Концерттар алдынан Ғиззәткә «һә» тигәнсә хәбәр итә һалдылар. Ҡыҙының һәр сығышы уға байрам булды. Тәүҙә Зиләнең исеме мәктәптә яңғырай башланы, ололарҙың да, балаларҙың да теленән төшмәне.
– Ана, теге бейеүсе ҡыҙ...
– Шул ҡыҙҙы яҡындан бер күреп ҡалайым әле...
– Күргәнең юҡмы ни әле һин уның бейегәнен? Күрһәң – иҫең китер.
Ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе мәктәп тирәһендә Ғиззәт үҙе лә ишеткеләне. Маһайып, осоноп китмәһен тип, ҡыҙын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты, дәрестән өйгә бирелгән эштәрен көн һайын тикшереп торҙо.
Үҫә төшкәс, Зилә атаһының ҡурайына бейемәй башланы. Алтынсы-етенсе кластарҙа уны баш ҡаланың байрам концерттарына саҡырғыланылар. Уҡыуҙы бөтмәҫ борон уҡ ҙур заводтың мәҙәниәт һарайына йөрөнө, һәүәҫкәр артистар менән бергә райондарға, сит ҡалаларға йөрөй башланы. Ғиззәт Илдар менән ошо ваҡыттарҙа танышты. Зиләнең сәхнәләге пары ине ул. Ғиззәттәрҙең өйҙәренә килһә, китап шкафы янынан айырылманы. Башҡортостан хаҡындағы бөтә китаптарҙы берәм-берәм ҡарап алып уҡып сыҡты.
– Бейеүсеме, һин, Илдар, әллә тикшеренеүсеме? – тип шаяртып һорар булды Ғиззәт унан. – Тотҡас, бер генә ҡуяндың ҡойроғонан тоторға кәрәк. Ныҡлап, ысҡындырмаҫлыҡ итеп. Ә һин?.. Үҙеңә тейешен уҡы. Ана, сәнғәт тураһында ла китаптар бер кәштә беҙҙә.
– Былары ла кәрәк шул. – Илдар, ысынға алып, аңлатып бирергә ашыға. – Һорашалар бит, ағай, ҡайҙа барһаң да. Башҡортостандан ситкә сыҡҡан һайын кәрәк була. Йыр-бейеүҙе ҡарағас, беҙҙең турала һорашып алып китәләр. Ҡурайҙы күрһәләр, инде бөтөнләй һырып алалар. Белмәй торһаң – оят та инде.
Ҡалын ҡара ҡаштары еңел генә уйнап, күҙҙәре теремек йылтырап торған йәш егет, ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләгән арала Ғиззәттең көлөмһөрәй биреп тыңлауын шәйләп ҡала ла, тартына төшә.
– Ниңә, Ғиззәт ағай, сәнғәт менән бергә халҡыбыҙҙың тарихы хаҡында ла һөйләп йөрөһәк, насармы ни?
Ғиззәт уны арҡаһынан яратып, тауышын етдиләндерә төшә:
– Кем һиңә насар, ти! Ундай изге эш өсөн кәрәк икән – бөтә китапхана һинеке. Афарин! Ана, Зиләйлүкте лә ылыҡтыр һин был эшкә, йәме?
Илдар башын әкрен генә аҫҡа эйеп, ҡарашын йәшерә төшә.
– Мин уға гел әйтәм дә... Уҡымай бит. Ә халыҡ, үс иткәндәй, ни эшләптер гел үткәнде, тарихты һораша. – Илдар йәнә ҡулдарын һелтәй-һелтәй тоҡанып алып китә. – Бер ҡыҙыҡһынып күҙ һалһаң, үҙеңә лә файҙа бит инде шул. Донъяға икенсе төрлө ҡарай башлайһың. Яҡынаяһың халыҡҡа. Уның бер тамсыһы итеп тояһың үҙеңде. Шулай бит, Ғиззәт ағай? Ҡайһы берәүҙәргә аптырайым. Йыбаналармы, йоҡлайҙармы – белмәҫһең. Үҙ халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынырға теләмәгән кешеләр һағайта башлай мине, Ғиззәт ағай. Ысын-ысын...
Илдар менән Ғиззәт осрашҡан һайын уларҙың уртаҡ һүҙҙәре бөтмәй. Зилә өй ҡараштырған йәки өҫтәл әҙерләгән арала былар әллә күпме хәбәрҙәр һөйләшеп өлгөрә.
– Бына беҙҙең филармонияның ансамбле сит илдәрҙән ҡайтмай бит инде. Һине шунда алһалар, ни эшләр инең, Илдар? Ни тураһында һөйләр инең сит ил тамашасыларына?
Егеттең ҡалын ҡаштары бер-ике һикереп ҡуя:
– Нишләп улай тиһегеҙ, ағай? Илебеҙ тураһында ғорурланып һөйләр һүҙ әҙме ни? Ҡайһы халыҡтың тормошон һорашһалар ҙа, яуап бирер инем. Ә филармонияға ҡыҙыҡмайым мин. Беҙҙең мәҙәниәт һарайы ансамбле унан һис кәм түгел. Сит илгә лә әҙ йөрөмәй. Бына Зиләне филармонияға алып китмәһендәр ине. Өйрәнелгән пар.
Зилә мәҙәниәт һарайында эшләй башланы. Шул көндө Ғиззәттәргә шатланышып йүгереп килеп инделәр. Илдар шатлығын ишектән үтер-үтмәҫтән уртаҡлашырға ашыҡты:
– Булды, Ғиззәт ағай! Зилә менән беҙ ер шарын урап сығасаҡбыҙ. Китаптарҙы ташып ҡына өлгөртөгөҙ. Күрһәтермен әле мин сит ил тамашасыһына...
Сит ил кешеләре менән бында, тыуған ҡалала уҡ осрашырға тура килде уларға. Зилә бер көн, эштән ҡайтҡас, Ғиззәт менән яңылыҡ уртаҡлашты:
– Заводҡа сит ил йәштәре практикаға килгән, атай, – тине ул һәм көньяҡ сик аръяғында ятҡан бер илдең исемен әйтеп бирҙе. – Бөгөн беҙҙең мәҙәниәт һарайына ла килеп киттеләр. Ҡыҙыҡ әҙәмдәр икән. Ыҫмала кеүек һырлығып баралар. Төрлө нәмәләр һорашалар. Егеттәре барыһы ла бер иш – сәстәре бөҙрә, күҙҙәре ҡуңыр. Мыйыҡтарына тиклем оҡшаш – ҡап-ҡара, нәҙек кенә...
Сит ил йәштәре оҙаҡҡа килгән булып сыҡты. Улар тураһында һәр көндө берәр яңылыҡ алып ҡайта башланы Зилә. Илдар ҙа Ғиззәт янына килеп йөрөнө. Ҡунаҡтарҙы бик мәрәкә күргән икән ул.
– Улар янында Илдар үҙе лә бер мәрәкә, – тине Зилә атаһына, – һөйләшә башлаһа, бәхәсләшә лә китә. Улай ярамай ҙа инде. Тегеләре беҙҙе үҙ итергә әҙер генә тора. Руссаны, инглизсаны вата-емерә һөйләшәләр.
Йәштәрҙең һүҙе буйынса, Ғиззәт ҡунаҡтар менән күптән ҡыҙыҡһына ине инде. Шуға ла ҡыҙының хәбәрҙәрен берсә көлөмһөрәп, берсә һағая биреп тыңлар булды. Был юлы ла, яҙыу өҫтәле артында эшенә күмелеп ултырған еренән башын ҡалҡытып, һорай һалды:
– Ни һөйләшәһегеҙ һуң шулай?
– Илдар һөйләшә. Ә мин күбеһенсә тыңлайым. Аман тигән йәшерәк бер егеттәре бар. Араларында иң матуры. Уныһын инде... Тыңламаҫ ерҙән тыңларһың.
Ғиззәт, яҙыуынан туҡтап, креслоһында турайып ултырҙы.
– Ә ул ни һөйләй? Уның тураһында һин кисә лә әйтә биреп ҡуйғайның?
– Һөйләй инде. Бейегәнемде күргәйне, шунан бирле янымда уралғылай. Вәт, беҙҙә һинең бейеүҙе ҡараһындар ине, ти.
Атаһы Зиләне үҙенең янына уҡ саҡырып алып, яҙыу өҫтәле алдындағы ултырғысҡа күрһәтте:
– Ултыр әле, ҡыҙым, тыңла.
Үҙе ҡыҙына баштан-аяҡ ентекле ҡараш ташлап алды. Зиләнең һөйкөмлө ҡуңыр йөҙө, теремек һоро күҙҙәре, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡара ҡаштары – тап әсәһенеке. Ошо күҙҙәр Ғиззәткә алыҫ йылдарҙағы наҙлы ҡараштарҙы иҫкә төшөрөп, күңеленең төбөнә тоноп ултырған ауыр һағышты юҡ-юҡ та ҡуҙғатып ҡуя.
– Беләһеңме, һинең ул ҡунаҡтарыңдың илен үҙ күҙебеҙ менән күрҙек бит беҙ.
Зилә ултырырға йыйынған еренән һиҫкәнеп, ҡулдарын бейегән саҡтағы кеүек аҡҡош ҡанатындай йәйеп ебәрҙе:
– Булмаҫтыр!
– Булыу ғына түгел... Оҙаҡ ҡына йәшәнек, әсәйең менән, һин юҡ инең әле.
– Сит илдәргә күп йөрөгәнегеҙҙе беләм. Ә унда... Ниндәйерәк ер һуң ул, атай?
– Март айында сәскә атып ултырған алһыу розалары хәтерҙә ҡалған. Алһыу ҡомло сүллеге бар, үҙәккә үткәргән.
– Ә халҡы?
– Халҡымы? Ғәҙәттәге көньяҡ халҡы – мәрхәмәтле, асыҡ, ярҙамсыл сағын да, һөмһөҙ, ҡыҙыу сағын да күп күрҙек.
– Ә иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны нимә ине, атай?
Ғиззәт саҡ ҡына ла уйланып торманы, шул һүҙҙе генә көткәндәй ашығып яуап бирҙе:
– Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны – үҙебеҙҙең илде һағыныу ине, ҡыҙым. Түҙеп торғоһоҙ һағындыра, үҙәккә үткәнсә. Әсәйеңдең нервы өйәнәгенә тиклем барып еткән саҡтары булды. Бөтәһен дә төп күтәрә һуғып, минутында уҡ йүгереп ҡайтҡы килә торғайны. Шул да һаулығын ныҡ ҡаҡшатты уның. Тик нихәл итмәк кәрәк – эшебеҙ яртыһынан ташлап китерлек түгел ине. Барыбер түҙҙек. Хөкүмәтенең фатихаһын, халҡының рәхмәтен алып, ваҡытты тултырып ҡайтып киттек.
Атаһын тыңлап, Зилә билдәһеҙ нөктәгә текәлде. Әсәһен хәтерләнеме, бүтән төрлө ауыр уйға баттымы – Ғиззәт белә алманы.
Күп тә үтмәй, ансамбль сит илгә сыҡты. Көнбайышҡа. Үтә оҙаҡ та йөрөмәнеләр – ай ярым ни бары. Ғиззәткә ул йыл ярымдан ашыу тойолдо, һуңғы осорҙа ул тиктомалға ҡыҙының яҙмышы өсөн борсолдо. Бер уйлаһаң, бөтәһе лә ал да гөл: ансамблдә бик тиҙ үҙ иттеләр. Исеме, атаһының фамилияһы менән бергә, республикаға тарала башланы. Тамашасыларҙың «Зилә» лә «Зилә» тип йәндәре өҙөлә. Йылына дүрт-биш тапҡыр ситтә йөрөп әйләнһә лә, эш урыны бында. Шөкөр, Өфөлә, күҙ алдында. Тормошҡа сыҡһа ла, ошо тирәнән, сәнғәт тирәһенән, моғайын, алыҫ китмәҫ. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта Ғиззәттең сәбәпһеҙгә йөрәге болоҡһой. Ни эшләптер, ҡыҙын юғалтыр ҙа, уның менән бергә әсәһенең төҫөнән яҙыр һымаҡ. Ни эшләптер, шулай. Тиктомалғамы? Юҡ, түгел һымаҡ. Бәлки, ҡыҙы сит илгә тәүге тапҡыр сыҡҡанғалыр?..
Ай ярымды ул көскә көтөп алды. Ансамбль ҡайтҡан көндө Ғиззәт янына иң алда Илдар йүгереп килеп етте. Сәләмләшеп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән, юлдағы хәлдәрҙе һөйләр урынға, үҙе һорашырға тотондо:
– Ағай, нисек уйлайһығыҙ, элек беҙҙә барабан булғанмы?
Уның Зилә тураһында ниндәйҙер хәбәр әйтерен көтөп ҡобараһы осҡан Ғиззәт ғәжәпкә ҡалды.
– Ниндәй барабан? Зилә ҡайҙа? Тотош ҡайттығыҙмы? Ҡайҙа Зилә?
– Ниңә, ҡәҙимге барабан инде. Һуғып уйнай торған. Тегендә, мәҙәниәт йортонда ҡалды Зилә. Хәҙер ҡайта. Булған микән беҙҙә барабан, ағай, ә?
Ғиззәт әҙерәк еңел тын алды. Көлөмһөрәп, егеттең арҡаһынан ҡаҡты:
– Ней, килеп инер-инмәҫтән ниндәйҙер барабан менән башты бутайһың? Булғандыр. Юғиһә, халыҡ «ярыҡ барабан кеүек» тип һөйләмәҫ ине.
– Ә минеңсә, булмаған. Китаптарҙа осрамай бит. Ҡурай, ҡумыҙ, һыбыҙғы, думбра ун һигеҙенсе быуат яҙмаларында уҡ бар. Ә барабан тураһында – ләм-мим.
– Үҙегеҙ «Төньяҡ амурҙары»нда, «Башҡорт казактары»нда, бүтән бейеүҙәрҙә барабан ҡағып бейейһегеҙ бит...
– Юҡ, хәҙерге замандан индерелгән элемент ул. Режиссерҙар уйҙырмаһы. Уның менән раҫлап булмай. Булмаған ул, барабан, минеңсә. – Илдар Ғиззәттең ихлас тыңлаймы-юҡмы икәненә лә иғтибар итмәй, ҡыҙып аңлатырға тотондо. – Ни өсөн, тиһегеҙме? Кәрәге теймәгән. Музыкала, бейеүҙә уны аяҡ тыпырлауы алмаштырған. Ниндәй генә ритмға тыпырлатып баҫмаған халыҡ! Минеңсә, ата-бабаларыбыҙҙың ташып торған ҡеүәте, энергияһы, таланты тураһында һөйләй ул. Оҡшаттылар, ағай, беҙҙе сит илдә.
Ҡыҙыҡ егет Илдар. Нисек ҡапыл килеп инһә, шулай тиҙ юҡ булды. Тәьҫирҙәрен тағы әллә кемдәр менән бүлешергә ашығыптыр инде, артабан сапты.
Ә Зилә байтаҡҡа һуңлап ҡайтты.
– Һағындым, атай! – тип ишектән инеү менән Ғиззәттең күкрәгенә һырылды ул. – Һине, тағы ла берәүҙе бик-бик һағындым. Хәҙер инде һинең теге ваҡытта һөйләгән өйәнәккә бирелеп һағыныуҙың ни икәнен аңланым. Ул кешенең миңә ни тиклем кәрәк икәненә төшөндөм, атай.
– Кем һуң, ҡыҙым?
– Тора алмайым мин унһыҙ был донъяла. Нишләргә икән миңә, атай? Әле иң тәүҙә уны барып күрҙем. Бергә булыу өсөн нишләргә икән, нишләргә?
– Кем ул?
II
Аптыратты Зилә бөгөн Ғиззәтте. Егерме йыл тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз ҡыҙыңдан шул һүҙҙе ишетсе! Тамашасы ни тиер? Уны ғына түгел, Ғиззәтте лә күрә алмай башлаясаҡ бит хәҙер халыҡ.
Гастролдән һуң ярты йыллап ваҡыт үткәйне. Ҡыҙы инде күптән ҡалала, үҙ янында булһа ла, Ғиззәттең тынысһыҙлығы артҡандан-артты. Зилә һуңғы ваҡытта нисектер елбәҙәкләнеп киткәндәй тойолдо. Аҙаҡҡы айҙарҙа һис кемгә иғтибар итмәй, көҙгө алдында үҙе менән асыҡтан-асыҡ һоҡланыр булды. Тауышында яһалма иркәлек, холҡонда балаларса көйһөҙлөк билгеләре арта төштө. Бала, аҡылға үҫкән һайын, ундай кәмселектән арына бара. Ә Зилә... Иртә килгән дан шулай боҙамы әллә? Ғиззәт ҡыҙы менән оҙаҡ итеп асыҡтан-асыҡ бер һөйләшергә йыйынды. Уңайлы ваҡытты көтөү ҙә кәрәкмәй. Теләһәң, аҙым һайын сығып тора. Зилә үҙе үк бөтә уйын атаһы менән бүлешергә әҙер. Эсендәге – тышында. Бөгөн дә бына, эштән хәтһеҙ генә һуңлап, әҫәрләнеп ҡайтып инде лә, ишек төбөнән үк тауыш бирҙе:
– Оҙаҡланым әҙерәк. Асыуланма, атай, йәме?
Атаһы, йонсоған күҙҙәрен ике усы менән ыуғылап, үҙ бүлмәһенән коридорға ҡаршы сыҡты.
– Аҙаҡҡы мәлдәрҙә көн һайын һуңлай башланың бит әле. Һин ҡайтып еткәнсә, Илдар минең янға ике-өс килеп урап китә. Ҡайҙа йөрөйһөң һуң, ҡыҙым?
– Теге һағынған кешем янында. Тиҙҙән китә ул, атай. Һөйләшер һүҙҙәр күп.
– Һин, Зилә, минән көлөргә булдың, ахыры. «Кем ул?» – тип көн һайын һорайым. Әйткәс, әйт. Әйтмәйһең икән – атайыңа ул турала бөтөнләй өндәшмә.
Зилә тиҙ генә ике ҡулын Ғиззәттең яурындарына һалып, уның имән ҡайырыһындай арҡыры-буй йыйырсыҡлы маңлайынан үбеп алды.
– Әйтәм, әйтәм, атай. Һиңә лә әйтмәгәс, кемгә әйтәйем инде. Былай ҙа, һөйләшергә тин уйлап ҡайтып килә инем. Әйҙә, үтәйек әле, Нишләп ишек төбөндә тапанабыҙ? Хәҙер тәмле итен сәй яһап эсерәм үҙеңә. Әсәйемдең буталлы сәйнүге менән. Мин булмағас, ашамағанһыңдыр ҙа әле. Беләм бит һине...
Кухняға инеп, икәүләп ашарға әҙерләй башланылар. Плитала, ысынлап та, баянан бирле Зиләне көтөп түҙемһеҙ шыжлап ултырған ҙур сәйнүк өҫтәлгә күсте. Ғиззәт, ғәҙәте буйынса, уның бутал яҙыуы тәңгәлен һөрткөләп таҙартып ҡуйҙы. Ҡасандыр ошо сәйнүкте ҡатынына бүләк итеп бирелгәнлеге хаҡында хәбәр итеүсе хәрефтәр ялтлап китте.
Тәүҙә һәр кем шым ғына үҙ эше менән булышты. Зилә һауыт-һаба әҙерләне. Ғиззәт сәй яһарға тотондо. Береһе нисек башларға, икенсеһе ниҙән һорашырға ҡыймай, тынлыҡты һуҙҙылар Ғиззәттең сәйнүгенән ҡойолған эҫе һыу сөбөрләүе бөтә кухняға яңғыраны.
– Атай, – тине ахырҙа Зилә, – түҙемеңде йый ҙа, бүлдермәй генә тыңла.
Атаһы, тынысһыҙланып, ҡыҙына һынаулы ҡарап ҡуйҙы.
– Беләһеңме, атай, мин Аманды яратам. Теге... ал розалар, ал сүллектәр иленән килгән егетте. Ул тиҙҙән үҙҙәренә ҡайта. Мине лә саҡыра. Бөтөнләйгә. Мин бөгөн риза булдым, атай...
Ғиззәттең ҡулындағы бутал яҙыулы сәйнүк, бармаҡтар бушағанын һиҙен, ҡапыл түбән табан атылды. Тыумыштан етеҙ хәрәкәтле Ғиззәт, йәшен тиҙлегендә эйелеп, һыуы сәсрәй-сәсрәй иҙәнгә төшөп етә яҙған эҫе сәйнүкте ике ҡулы менән тубыҡтарына ҡыҫып, тотоп алып ҡалды.
Ғиззәт оҙаҡ өндәшмәне. Ҡапыл ғына тыңлауһыҙға әйләнгән ҡулдары менән һауыт-һабаны шалтыр-шолтор килтереп, үҙ эше менән булды. Атаһынан яуап көткән Зилә түҙемһеҙләнә башланы.
– Ишетәһеңме, атай, ризалыҡ бирҙем. – Ғиззәттең һаман өндәшмәүе уның асыуына тейә башланы, шомландырып та ҡуйҙы. – Ҡыҙҙар ҡанатлы ҡош, ҡайҙа теләй, шунда оса, ти торғайның бит үҙең. Ғүмер буйы ошо өйҙә һинең менән йәшәмәм бит инде. Әллә ҡайҙа –Сахалинғамы, Камчаткағамы китеп барҙым, ти. Барыбер түгелме ни? Нишләп минең өсөн шул хәтлем баш ватаһың?
«Барыбер түгелме ни?!»
Егерме йыл тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙыңдан шул һүҙҙе ишет бына. Ни эшләнең, һин, ҡыҙым? Ҡайҙа хаталанды, ҡасан яңылышты атайың? Әсәйең булһа, атайыңды ла, һине лә был хәлгә төшөрөр инеме икән?
Ахырҙа Ғиззәт, өҫтәлдә эшен бөтөрөп, ҡыҙының күҙенә туп-тура ҡараны. Зилә ҡурҡып китте. Артҡа сигенә биреп ҡуйҙы. Ғиззәттең тауышы тоноҡ, һалҡын сыҡты:
– Туҡта, тайшанма, тыңла. Һинән бигерәк, үҙемдең хаҡта баш ватам мин. Нисек итеп үҙебеҙҙең Камчатка менән сит илдең барыберме-түгелме икәнен дә айырмаған ҡыҙ үҫтергәнмен? Әсәйең рухы алдында ни тип яуап бирермен?
Ғиззәттең Зиләгә бер ҡасан та тауыш күтәргәне юҡ ине. Әле лә әсенеүле итеп, ләкин баҫынҡы тон менән өндәште. Атаһы исмаһам был юлы ҡысҡырыр, сығырынан сығыр, тип ҡурҡынған Зилә үҙен бик тиҙ ҡулға алды.
– Үлгән кешене, бәлки, иҫкә төшөрмәҫһең, атай. Тереләр тураһында һөйләшәйек. Ярай, мине өгөтләп күндерҙең, ти. Ҡалдырҙың, ти, бында. Унһыҙ мин йәшәй алмайым бит, атай. Тере мәйет булып ҡаласаҡмын. Ни үле, ни тере ҡыҙың һиңә нимәгә кәрәк?
– Бөтә Башҡортостанды гиҙеп, ил буйлап йөрөп, шуға торошло кеше таба алманыңмы ни?
– Күрәһең бит, таба алмағанмын. Кемде осратам – бөтәһе лә мине Алла һымаҡ күрә, үҙҙәрен түбән ҡуя. Оҡшамай ундайҙар. Нишләйем һуң?
Ғиззәт өмөтһөҙ баш сайҡаны.
– Шул хәтлем яратаһыңмы ни уны?
– Яратам шул, атай! Яратам...
– Ә ул һине?
– Яраталыр инде, саҡыра бит. Ундай егет беҙҙә юҡ. Әйткәйнем бит инде, үҙенә бер төрлө ҡуңыр йөҙлө, бөҙрә сәсле, ҡара күҙле, ҡара мыйыҡлы, оҙон... Йылмайһа... Юҡ, берәү ҙә уның кеүек йылмая алмай. Өйгә алып киләйемме? Үҙең күрерһең, атай, ә?
– Юҡ! Уйлай күрмә был хаҡта, ризалығым юҡ. Ғөмүмән, фатихам булмаясаҡ һиңә. Бер ҡасан да. Өгөтләмәйем, инәлмәйем, һин хәҙер бала түгел. Айныҡ аҡыл менән баштан-аяҡ бөтәһен дә уйлап сыҡ та, үҙең һайла. Беҙме – улмы, тыуған ереңме – сүллектәр илеме? Һайла.
– Шулай тип әйтереңде белә инем, атай. Әҙ уйлаған, тиһеңме? Һайлағанмын бит инде... Унһыҙ йәшәй алмайым. Йәшәгем килә минең. Аҡылымдан шашып яратып йәшәгем килә. Ҡайҙа булһа ла – тик уның янында!
Артабанғы ваҡиғалар Ғиззәт өсөн томан артындағылай тоноҡ булды. Ҡыҙы менән был турала бүтән һүҙ ҡуҙғатманылар. Үҙ-ара бик аҙ һөйләштеләр. Аралашыу күбеһенсә «эйе», «юҡ»тан уҙманы. Ғиззәттең күңеленә ҡурғаш төйөр инеп ятты. Урамдамы, эшендәме, – ҡыҙын иҫкә төшөрһәләр, йәки яңылыштан берәй сит ил хаҡында һүҙ сыҡһа, ошо ауыр төйөр тулап, әсе яраға әйләнеп, оҙаҡ ҡына баҫылмай һыҙлар булды.
Бер көн шул төйөрҙө Илдар ҡуҙғатты. Элеккесә ашығып, ут сыҡҡандай үрһәләнеп килеп инде ул Ғиззәттәргә. Зилә өйҙә юҡ ине.
– Ғиззәт ағай, Зилә тураһындағы хәбәрҙе ишеттегеҙме? Ризаһығыҙмы шуға?
Ғиззәт был юлы егеттең алабарманлығына йылмайманы, һис кенә лә һөйләшкеһе килмәй ине уның. Шулай ҙа Илдарҙы рәнйетергә теләмәне, һәр бер һүҙҙе йөрәгенән көскә һығып сығарҙы.
– Ниндәй хәбәр?
– Белмәйһегеҙме ни? Ана теге, сит илдән килгәндәрҙең Аман тигәне миңә ысҡындырҙы. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, шикелле. Зилә уның менән китергә йыйына, ти. Дөрөҫ түгелдер бит?
Ғиззәт һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙып торғоһо килмәне. Алдашырға ла теләмәне:
– Дөрөҫ, Илдар, дөрөҫ...
Илдар, ауыҙын асып, ҡатып ҡалды.
– Һеҙ... Һеҙ ризамы шуға?
– Түгел...
– Ә нишләп улай булғас ҡул ҡаушырып ултыраһығыҙ?
– Ултырам инде бына. Һинеңсә, нисек? Зиләне ҡулынан бәйләп ҡуяйыммы? Тәүҙә һыуыныр, аҡылына килер, тип көттөм, һаман көтәм әле.
– Була бит кешеләр! – тине егет, үҙ алдына һөйләгәндәй баш сайҡап. – Ташла ла кит, имеш, Тыуған илеңде. Башҡа һыймай.
Ғиззәт һиҫкәнеп ҡуйҙы. Илдарға кинәт күтәрелеп ҡараны. Егеттең ғәҙәттәге бер ҡатлы йөҙөнә ысын аптырау билгеләре сыҡҡанын күреп, уның яурынына ҡулын һалды.
– Шундай кешене үҫтергәнмен икән бына, Илдар...
Инде тегеһе ҡалҡына төштө:
– Ю-уҡ, мин һеҙҙе әйтмәйем бит, ағай!
– Әйтмәү менәнме ни. Кем үҫтергән – мин. Һин дә бит күреп йөрөнөң. Нишләп арбай алманыҡ беҙ уның күңелен, Илдар?
Илдарҙың эскерһеҙ һорауҙарынан, тәҡәтһеҙ борсолоуынан Ғиззәт әҙерәк асыла төштө. Әллә күпме ваҡыт үҙендә генә йөрөткән уйҙарын бушатырға кеше табылғанға ҡыуана биреп тә ҡуйҙы. Тегеһе лә ҡыйыулана барҙы.
– Эйе, мин дә ғәйепле... – тине ул оялыуын еңергә тырышып, – мин дә ярата инем бит уны, Ғиззәт ағай. Тик бер ҡасан да үҙенә туп-тура әйткәнем булманы. Ә теге килмешәк... Нисек баҙнат итә?
– Илдар, ниндәйерәк кеше һуң ул? Нимәһе менән аҡылдан яҙҙырырлыҡ?
– Кем, Аманмы? – Илдар, танауына ҡапыл килеп бәрелгән алама еҫтән сирҡанғандай, сырайын һытып, ҡул һелтәп ҡуйҙы. – Бер ние лә юҡ. Ярыҡ барабан. Зиләнең артынан бер тотам ҡалмай, ярыҡ барабан кеүек таҡылдай торғас, башын әйләндереп бөткәндер ҙә инде. Әйткәндәй, уларҙа иң төп музыка ҡоралы – барабан икән, шуны белдем. Беҙҙең ҡурай кеүегерәк була инде. Һе, барабан...
Ғиззәттең арыған ҡараңғы йөҙөнән йылмайыуға оҡшаш еңелсә нур йүгереп үтте.
– Улайһа, беләһеңме, һиңә бер йомош. Әлеге уйыңды үҙенә белдер ҙә, күңелен яула. Ебәрмәй, алып ҡалырлыҡ булһын. Үҙең әйтмешләй, ярыҡ барабандан уҙҙыра алмайһыңмы?
Илдар: «Ысын һөйләйме был?» – тигәндәй, Ғиззәткә текәлде. Ысын ине уның һүҙҙәре. Тәҡдименең тормошҡа ашырына ышанып етмәһә лә, батып барғанда һаламға тотоноп ҡалырға тырышҡан кешеләй, ниндәйҙер мөғжизәгә өмөтләнде.
– И-и, йөрәккә бойороп буламы ни, ағай? Зиләнең йөрәге бит миндә түгел...
– Ә һин тырыш. Бойорорлоҡ итеп.
– Уныһын белмәйем. Ләкин беҙгә ниндәйҙер сара табырға кәрәк. Аҡылына килһен Зилә. Улар араһындағы мөхәббәт, бәлки, ваҡытлы ғыналыр? Зиләнең елбәҙәклегә генәлер? Аҙаҡ ғүмер буйы үкенмәҫме?
Илдарҙың һуңғы һүҙҙәре Ғиззәтте айнытып ебәрҙе. Ысынлап та, ни эшләп әле, «бала-саға түгел» тип, Зиләнең үҙенә генә хәл итергә ҡалдырып ҡуйҙы ул? Ни эшләп ҡул ҡаушарып ултырырға, егет әйтмешләй. Биҙһен ул уйынан Зилә. Биҙһен, биҙһен!..
Зилә биҙергә йыйынманы. Уның карауат менән өҫтәл генә һыйырлыҡ айырым бүлмәһенең зәңгәр стеналарына ниндәйҙер журнал тыштарынан алынған ал розалы, ал сүллекле һүрәттәр йәбештерелде. Өҫтәленә ҡара мыйыҡлы, бөҙрә сәсле егеттең открытка ҙурлыҡ рамкалы фотоһы килеп ултырҙы. Ғиззәт уға бер генә тапҡыр күҙ һалды ла, бүтән ҡараманы. Тәүҙән үк нишләптер һөмһөҙ томшоҡло һымаҡ күренде ул. Етмәһә, Зиләнең һарғылт ағаслы карауаты яғына боролоп, мендәр тәңгәленән күҙен алмай текләгән. Зилә үҙе лә шулай һөмһөҙләнә башлаған һымаҡ ине Ғиззәткә.
– Атай, – тине ул бер көн, ҡылансыҡланып, Ғиззәттең яурынына ике ҡулын һалып аҫылынып. – Атай, анау түңәрәк футлярҙағы ҡурайҙарыңдың береһен бир әле? Ул һорай, сувенир итеп.
– Ҡурай? – Ғиззәт бөтөнләй ғәжәпләнеп, Зиләгә ҡалын ҡаштарын төйөп ҡараны. – Ҡурай нимәгә ул уға?
– Алып китергә. Иҫтәлеккә. Үлән ҡурай һорай. Теге илдә уны табып булмай бит. Үлән икәне күренеп торһон, ти. Һиндә күп тә инде.
– Һин бит хәҙер ҡурайға бейемәйһең. Ә ул, моғайын, уйнай белмәйҙер. Шулай булғас, нимәгә кәрәк? Сит ауыҙҙа моңо сыҡмай ул ҡурайҙың, сит кешене бейетмәй...
Зилә атаһының яурындарынан ҡулдарын алды ла, йәйеп ебәрҙе:
– Башланы инде. Ҡырҡ һүҙгә етмәй генә бирә алмайһыңмы? Миңә лә иҫтәлек булыр.
– Юҡ, бирмәйем. Үҙең теләп ҡалдыраһың да баһа ҡурайлы ерҙе. Сүллектән эҙлә. Бик кәрәк икән – китмә. Футлярҙа күп ул ҡурай, эйе. Ләкин береһен дә һинең хәлеңә төшөрәсәгем юҡ. Ошонда үҫкән улар, ошонда уйналырға тейеш. Сит яҡҡа сыға икән – урап ҡайтырға тейеш. Һиңә бирһәм, ҡайтмай бит ул.
Зилә сейә кеүек ҡыҙыл, нәҙек ирендәрен бер генә бүлтәйтеп алды.
– Ярар, бирмәһәң. Мин түгел, ул һорағайны. Бирмәне, тиермен...
– Зилә, аҡылыңа кил. Нишләйһең һин? Әйҙә, баштан-аяҡ аҡыл менән генә уйлап сығайыҡ. Бында егет тапмаҫмын, тиһеңме? Мауығыуың үтһә, үкенәсәкһең бит. Атайыңды, дуҫтарыңды, эшеңде, бөтәһен шуға алмаштыраһыңмы? Әсәйеңде... Үкенәсәкһең бит, Зилә! Ай, үкенәсәкһең...
Атаһының бығаса ишетелмәгән ялыныулы тауышынан Зилә лә йомшара төшкәндәй итте. Һығылмалы ҡулдарын ҡабат уның яурынына һалды.
– Атай, ҡәҙерлем! Ике ут араһында янған саҡтарым үтте шул инде. Нишләйем һуң, Алла мине үҙе ҡәһәрләп, ошондай яҙмышҡа юлыҡтырғандыр. Йәшәй алмайым мин унһыҙ. Аңлайһыңмы? Унһыҙ миңә бер ни ҙә кәрәкмәй. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт, һиңә, атай? Тик үҙең теләп фатиха ғына бир. Мәңгегә айырылышмабыҙ бит. Килеп йөрөрмөн, һин дә барырһың. Барған ерең... Фатиха бир, атай!
Ғиззәт Зиләнең ике беләгенән тотоп, ҡулдарын үҙенең яурынан ипләп кенә алды. Ҡыҙының китергә шул хәтлем ашҡынғанына аптырап баш сайҡаны.
– Юҡ, Зилә. Минән бер ҡасан да фатиха юҡ...
Ансамбль тиҙҙән тағы бер гастролгә йыйынды. Сит илгә. Шул ал розалар, ал сүллектәр иленә. Унан килгән йәштәр делегацияһы үҙҙәренә ҡайтты. Аман да Зилә менән ваҡытлыса хушлашты. Аҙаҡ килеп алырға һөйләште. Амандан айырылып, шиңеп барған гөлдәй бойоға башлаған Зилә, яңы гастроль тураһында ишеткәс, осоп ҡына йөрөнө. Ә атаһына быны бик һуңлап белдерҙе. Хәл ителеү мәлендә аяҡ салыуынан ҡурҡты.
III
Юлға сығыу өсөн ҡағыҙҙар теүәлләнеп бөтөп, ҡуҙғалырға ике-өс көн ҡалды, тигәндә,Зиләгә егерме йәш тулды. Өйгә халыҡ йыйылды. Бөтәһе лә Зиләнең тиҫтерҙәре. Мәҙәниәт һарайынан да, ситтән дә бар. Күренекле бейеүсенең өйөндә ҡунаҡта булыуҙы әллә нигә һанап, ҡыуанышып ризалаштылар. Ғиззәт уларҙы ҡаршы алып, кейемдәрен элешеп, залға саҡырып йөрөнө лә, байрам башланыр алдынан үҙенең эш бүлмәһенә инеп юғалды. Тәүҙә зал тып-тын торҙо. Шунан тоноҡ ҡына тауыштар ишетелә төштө, һауыт-һаба, ҡалаҡ-сәнскеләр ҡыйыуыраҡ шылтыраны. Тиҙҙән магнитофонды уйнатып ебәрҙеләр. Көслө музыка тауышы залға, бүтән бүлмәләргә һыймай, Ғиззәттең ишеген бәреп асып, ҡолағын тондорғансы яңғырап китте.
Зилә кергән икән, баҡһаң. Үҙе ҡыҙмаса, бит алмалары алһыу, күҙҙәре шатлыҡтан осҡон сәсрәтеп, асыҡтан-асыҡ яна. Стеналар тирәләп бүлмәне осоп әйләнеп сығып, китап шкафтарынан ниҙер эҙләне лә, – таптымы, тапманымы, ҡабат залға йүнәлде.
– Зилә...
Ғиззәт, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарынан айырылып, күҙәтеп ултыра торғас, ҡыҙын сығып барған еренән туҡтатты.
– Ҡунаҡтарың араһында Гөлназ күренмәй бит.
– Ҡайһы Гөлназ?
– Класташың... Тыуған көндәреңә бер кем килмәгәндә лә, һине ташламаған Гөлназ.
Зилә, «бар йомошоң шул ғынамы?» тигәндәй, йәнә сығырға уҡталды.
– Ә миңә унһыҙ ҙа күңелле, атай.
– Шулай ҙа. Нишләп юҡ? Саҡырманыңмы ни?
– Саҡырманым. Ул... әллә нисек. «Тегеләй килешмәй», «былай ярамай» тип, аҡыл өйрәтергә тотона. Осранымы – мораль уҡый. Кемеһелер әйткән бит уға. «Китмә!» тип, илай-илай өгөтләй башлай. Ялҡытты ул мине. Шуға саҡырманым.
Ғиззәт ауыҙын асырға өлгөрмәне, Зилә сығып китте.
Ябыҡ ишек аша ла арыу ғына ишетелгән музыкаға бейергә төшөүселәрҙең аяҡ тауыштары ҡушылды. Ғиззәттең ҡулына эш барманы. Ручкаһын тотоп, алдындағы ҡағыҙҙарға эйелгән килеш, ирекһеҙҙән йәштәрҙе тыңланы. Хәлһеҙ ишек, шау-шыуға ҡаршы тора алмай, тағы асылып китте. Был юлы ике ҡыҙ менән Илдар күренде.
– Ғиззәт ағай, һеҙҙе халыҡ һорай, әйҙәгеҙ, – тине егет.
Ғиззәткә таныш булмаған ҡыҙҙар ҙа ҡыйыу ҡушылды:
– Әйҙәгеҙ, ағай, һеҙҙе алырға индек.
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
Ғиззәт ҡуҙғалырға йыйынманы. Уларға ҡыҙыҡһынып та, ғәжәпләнеп тә берәм-берәм күҙ һалып сыҡты. Илдар етди, ҡыҙҙар күңелле кәйефле ине.
– Рәхмәт, балалар. Нишләп сығайым, ти инде? Йәштәр янына... Барығыҙ үҙегеҙ генә...
Ҡыҙҙар шунда уҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, сырҡылдашты:
– О, улайтмағыҙ инде, ағай!
– Үҙҙәре һораны бит, нишләп уңайһыҙланһындар!
Илдар Ғиззәттең ҡолағына саҡ ҡына эйелеберәк, серле ҡиәфәт менән шыбырланы:
– Ҡурай уйнауығыҙҙы һорайҙар. Сығырға кәрәк, ағай.
– Ҡурайҙа бит үҙең дә һыҙҙырып уйнайһың, Илдар.
– Минең уйнауҙы инде! Һеҙҙең алда... Улар һеҙҙе һорай. «Туҡтағыҙ, Ғиззәт ағай өсөн уҙем уйнайым», тип әйтәйемме ни?
Ҡыҙҙар, ағайҙың икеләнә төшкәнен һиҙеп, уны ҡулдарынан тотоп тарта башланылар.
– Әйҙәгеҙ, ағай!
Ғиззәт уларҙы ымлап туҡтатты.
– Ҡурай өсөн булһа, сығырға мөмкин. Ебәрегеҙ, үҙем.
Илдарҙың ҡулына әллә ҡайҙан ҡурайлы футляр килеп эләккәйне. Улар залға сыҡҡас та, шау-шыу тынды. Кемдер музыканы туҡтатты. Залдың буйынан-буйына һуҙылған оҙон өҫтәлдең төрлө мөйөшөнән ике-өс егет тиҙ арала Ғиззәт янына рюмка менән килеп етте.
– Штраф, Ғиззәт ағай, штраф...
Улар яңы ҡунаҡты үҙ өйҙәрендәге хужалар кеүек ҡыҫтарға кереште. Ғиззәт яҡын да килмәне.
– Рәхмәт, балалар. Эшем бар минең. Ҡурайҙа уйнарға, тигәнгә генә индем һеҙҙең янға. – Ул, Илдарға ымлап, футлярҙы ҡулына алды. Бер көй генә уйнап ҡарайыҡ та.
Бүтән көндәрҙә лә ҡурайлы футляр өйҙә тик ятмай торғайны. Кистәрен, Зилә эштә саҡта, Ғиззәт, йә эсе бошҡандан, йә хәтерләүҙәргә бирелгәндән, һауыттағы әле бер, әле икенсе ҡурайын сығарып, үҙ алдына һыҙғыртып алғыланы. Бер тотонһа, сәғәттән ашыу ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә торғайны.
Ғиззәт еп-еңел тын, тап-таҙа тауыш менән «Бейеш»те башлап ебәрҙе. Көйҙөң тәүге куплетын флейта моңо кеүек йомшаҡ, уйсан итеп һуҙҙы ла, икенсеһен бер тоналлеккә түбәнерәк алып, үлән ҡурай ярылып китерҙәй көслө өзләүгә ҡушып, мөғжизәле, ярһыулы тауыш менән дауам итте. Ҡунаҡтар башын аҫҡа эйҙе, бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. Ғиззәт Зиләнең дә ҡарашын күрә алманы. Тап бәләкәй саҡта әсәһен хәтерләп бойоҡҡандары кеүек, билдәһеҙ нөктәгә текәлеп уйлана ине. Көй бөткәс, тынлыҡты боҙорға баҙнат иткән кеше табылманы. Бер аҙҙан Илдар ҡыйыуһыҙ ғына усҡа ус тейҙергән тауыш сығарып ҡуйғайны, бөтәһе бер юлы иҫен йыйып, гөр килеп ҡул сапты.
Ғиззәт, рәхмәт әйтеп, кире үҙенең эш бүлмәһенә китергә йыйынғайны, Илдар менән тағы бер егет туҡтата һалдылар.
– Бейеү көйөн дә уйнағыҙ инде, Ғиззәт ағай. Бейеү көйөн...
Ғиззәт баш сайҡаны ла, барыбер уйнамай ҡотола алмаясағын аңлап, еңел көй башланы. Илдар оҙон өҫтәл менән ишек араһындағы тар ғына аралыҡҡа «һә» тигәнсә бейергә төшөп китте. Уның етеҙ хәрәкәттәренә күҙ эйәрмәне. Тар ғына урынды ла оҫта файҙаланып, аяҡтарын күңелле шыҡылдатып, барабан ҡаҡҡандағы кеүек асыҡ итеп, еренә еткереп тыпырлатты. «Ысынлап та, был егетте бейеткән ҡоралдар араһында барабаның ары торһон», – тип уйлап алды Ғиззәт. Бейеүҙең аҙағына етәрәк, ҡурайсы туҡтарға йыйына башлағайны, һис уйламағанда, Илдар ҡунаҡтар төркөмөнә боролоп, арттараҡ торған Зиләне ҡарашы менән эҙләп тапты ла, уға килеп баҫып, бейергә саҡырҙы. Шул арала оҙон рәт булып һуҙылған табындың ситке өҫтәлдәре арыраҡ шылдырылды. Халыҡ Зиләне бейергә саҡырып, ҡыуанышып алҡышланы. Ә ҡыҙ, батырсылыҡ итмәй, тирә-яҡҡа ҡаранды, таяныс әҙләне. Бая Ғиззәтте бүлмәнән алып сыҡҡан ике әхирәте күҙенә салынды. Үҙ-ара ҡараш менән генә аңлашып, бейергә өсәү бер юлы төштөләр. Илдар ҙа туҡтамағайны. Улар менән бергә тағы ла дәртләнеберәк баҫты. Ҡунаҡтар бөтәһе лә ҡурай ыңғайына ҡул сабып, шау-гөр килделәр.
Ғиззәттең генә күңел төбөндәге ҡурғаш иремәне. «Шулай уҡ һуңғы тапҡыр бейетәмме икән уны? Шулай уҡ аңына һеңдерергә, алып ҡалырға ҡөҙрәтем етмәнеме икән ни? – тип уйланды. – Ниндәй көйгә, кем көйөнә унда бейергә тейеш? Кемдәр алҡышларға тейеш уға?»
Бейеүҙәрҙән һуң йәштәр күпме ҡыҫтаһа ла, Ғиззәт залда ҡалманы. Ҡурайын Илдарға тоттороп, үҙ бүлмәһенә инде. Зиләнең әсәһенең икенсе хаты тураһында ул бөгөн бер генә минутҡа ла иҫенән сығарманы. Егерме йәшендә тапшырырға васыят ителгәйне. Ҡунаҡтар таралғас бирергә тип, түҙемлелек менән көттө. Ә Зилә аш-һыуҙан һуң тиҫтерҙәре менән бергә урамға сығып, бик оҙаҡ юғалып торҙо. Подъезда аяҡ тауышы ишетелгән һайын, ҡыҙында асҡыс булһа ла, Ғиззәт ишеккә йүгереп килде. Ҡыҙы һаман ҡайтманы. Сәғәт төнгө өҫтәр тирәһе етте. Атаһы йоҡламаны. Хатты өҫтәлгә һалып, ҡатынының ауырыу саҡтағы хәлһеҙ ҡулы менән конверт тышына яҙылған хәрефтәрҙән күҙен алмай, байтаҡ текләп ултырҙы. Ошо конвертты асһа, Зиләнең әсәһе менән осрашыр һымаҡ ине. Тәүҙә йылдар, аҙаҡ айҙар, аҙналар, бөгөн сәғәттәр, минуттар һанап көттө был осрашыуҙы. Ваҡыты үтеп тә китте инде: сәғәт хәҙер тыуған көндөң артынан килгән тәүлектең минуттарын иҫәпләй, һаман асып булмай хатты. Зилә һаман һуҙа. Ғәйепләп булмай – был хаттың барлығын белмәй бит ул.
Төнгө йорт тып-тын ҡалғас, Ғиззәтте ҡапыл ғына бер мәлгә йоҡо баҫты. Өҫтәлгә башын һалып ҡына торғайны, тауыштарҙы ишетеүҙән туҡтаны. Күпмелер ваҡыттан һуң ишектә асҡыс шылҡылдағанға уянып китте. Ҡыҙын ашығып үҙ янына саҡыра һалды:
– Зилә, ин әле бында.
Ҡыҙы тәүҙә яуап ҡайтарманы, һорау ҡабатланғас ҡына, теләр-теләмәҫ өндәште:
– Нимә һуң, атай? Һаман йоҡламаныңмы һин?
Ғиззәт коридорға үҙе сыҡты.
– Һине көттөм. Әйҙә әле, бер нәмә уҡыйыҡ.
– Уҡыйыҡ? Инде уйлап таба торған. Йоҡом килә минең, атай. Иртәгә лә ваҡыт бар.
Зилә ризаһыҙлығын йөҙөнә сығарҙы, ләкин атаһының артынан эйәрҙе. Өҫтәлдә таныш яҙыулы хатты күргәс, ҡыҙыҡһыныуы һүрелеп, Ғиззәткә ҡараны.
– Ә, теге хатмы? Нисә тапҡыр уҡыныҡ инде, атай?
– Юҡ, Зилә, быныһы – икенсеһе. Тап бөгөн, һинең егерме йәшеңдә уҡырға ҡушылған.
Зилә һиҫкәнеп китте. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй һораны:
– Икенсеһе? Булмаҫтыр.
– Ултыр, уҡып ҡарайыҡ, ышанмаһаң...
– Ошоға тиклем һаҡланыңмы? Үҙең дә уҡыманыңмы? Нисек түҙҙең, атай?
– Аманаты шулай ине. Аманатты боҙорға ярамай.
Конвертты һаҡ ҡына астылар. Хәрефтәрҙең арҡыс-торҡос урынлашыуына иғтибар итмәй, икеһе лә тиҙерәк уҡырға ашыҡты.
«Зилә ҡыҙым!
Алыҫ йылдарҙан әсәйең яҙа был хатты. Донъялар имен тороп, үҙең иҫән булһаң, бөгөн егерме йәштәһеңдер. Күҙ алдыма килтереүе ҡыйын. Иҙәндә уйнап йөрөгән балам, йән киҫәгем, минең йәшемә етә яҙғанһыңдыр. Тиңем кеүек, барыһы тураһында ла һөйләшер инек, бәлки. Насип булманы бит. Хоҙайым дошманыма ла алдан белеп торған әжәлен ебәрмәһен. Хәҙер күнектем инде, төңөлдөм. Минекенән дә үкенеслерәк яҙмыштар була бит, тип йыуатам үҙемде. Бала ҡайғыһын алдараҡ кисереүселәр ҙә бар. Минең хәлем уларҙыҡынан яҡшыраҡ әле. Һиңә лә минең яҙмышым теймәҫ. Мин иртә киткәнгә күрә, һин оҙаҡ йәшәргә тейешһең, ҡыҙым...»
Хәрефтәр төрлөсә теҙелгән: ҡайһылары тип-тигеҙ, ап-асыҡ, матур, ҡайһылары дәфтәр юлына йығылып бара, ҡайһылары тамам хәле бөтөп йығылған, ҡайһылары көскә тороп килә. Яҙыуға ҡарап, әсәнең хәлен еңел күҙ алдына баҫтырырға мөмкин ине.
«...Егерме йәш – ун йәш түгел. Үҙ холҡоң, үҙ аҡылың барҙыр. Аҡыл өйрәтеп тормайым. Ике генә үтенесем бар. Шуларға ҡолаҡ һалһаң ине.
Инде яҡты донъяла әллә ниндәй үҙгәрештәр булып бөткәндер. Беҙҙең өйгә лә ҡағылмай ҡалмағандыр. Бәлки, хәҙер икәү генә лә елһегеҙҙер. Шулай була ҡалһа, ул үҙгәрешкә рәнйемә, атайыңды ғәйепләмә, ҡыҙым. Минең өсөн донъяла унан да һәйбәтерәк кеше юҡ ине. Ышанам – ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһәгеҙ ҙә, ул һине барыбер яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Илдә сыпсыҡ үлмәй, балам. Хәҙер инде үҙ аллы ла йәшәй алаһың. Үҙеңдең ояң, үҙеңдең донъяң булыр, һин дә атайыңды онотма, бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырма. Беренсе үтенесем шул.
Икенсеһен егерме йәшең етеүгә бүтәндәрҙән үҙең дә күп тапҡырҙар ишетеп өлгөргәнһеңдер. Яңылыҡ түгел ул. Шулай ҙа әсәйеңдән тағы бер тапҡыр ишет.
Үҙең дә хәтерләйһеңдер, бәләкәй саҡта һин гел яңғыҙ уйнарға яраттың, тиҫтерҙәрең менән аралашманың. Үпкәселерәк, үҙ һүҙлерәк булдың. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр. Хәҙер, бәлки, үҙгәргәнһеңдер. Шулай ҙа үтенесемде тыңла. Ҡайҙа ғына уҡыһаң да, эшләһәң дә, һине тәрбиәләгән коллективыңдан ситләшмә, балам. Үҙеңде генә яратма. Коллективыңдан айырылма, уны ихтирам ит. Ул – һинең тамырың. Тамырһыҙ гөл һулый, һыуға күсереп ултыртыу менән генә ҡотҡарып алып булмай. Шуны иҫеңдә тот, ҡыҙым. Егерме йәшең тулһа ла, тормошоң яңы башлана ғына әле.
Әллә ниҙәр яҙыр һымаҡ инем. Әйтер һүҙем бик күп тә ул, мөмкинлек кенә юҡ. Нисәмә көн хәл йыя-йыя һис юғында ошо ике үтенесемде яҙып ҡалдырырға тырышҡайным. Өлгөрҙөм. Бүтәнсә хәл ҡалманы. Ғәйепләмә, ҡыҙым. Бәхетле генә бул инде. Был үтенестәрем һинең ҡулыңа эләкһә генә ярар ине...»
Хат уҡылып бөттө. Икеһе лә тып-тын ҡалдылар. Зилә оҙаҡ уйланып ултырҙы. Ғиззәт баш ватты – ни уйлай ул? Хаттағы һүҙҙәр хаҡындамы, әллә әсәһенең төҫөн хәтерләргә тырышамы?
– Ни уйлайһың, ҡыҙым!
Зилә, көтмәгәндә, күҙен дә йоммай әйтеп һалды:
– Аманды уйлайым, атай. Уның кеүек кешене бер ҡасан да таба алмаясаҡмын бит, юғалтһам.
Ғиззәт, түҙмәй, үҙе лә һиҙмәҫтән, усы менән өҫтәлгә шапылдата һуғып ебәрҙе.
– Кешенең аҡылы теләгенән өҫтөн булырға тейеш, Зилә. Һин кемде иң изге нәмәләрҙән артығыраҡ күрәһең? Уйлап ҡара. Беҙҙеке түгел бит ул.
– Беҙҙеке булмаһа, яратырға ярамай, тигән закон бармы? Ҡайҙа ул закон? Енәйәт эшләйемме ни мин?
– Эшләйһең, Зилә, эшләйһең. Енәйәттең дә ниндәйен. Һине бер күрер өсөн өҙөлөп торған меңәрләгән тамашасыларыңды сүпкә лә һанамайһың. Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы, улар нисек ғәйепләйәсәктәр?
– Мин дә үҙ теләгем менән йәшәй аламмы? Мин дә бит әҙәм балаһы.
– Уйлап ҡарайыҡ, Зилә. Яңы ғына үҙ аллылыҡ алған ил. Ниндәй юл менән китере әлегә билдәле лә түгел. Уныһын, ярай, ҡалдырайыҡ. Күҙ алдыңа килтер, һуғыш ваҡыты икән, ти. Ул егет – һиңә ҡаршы яҡта. Нишләр инең? Үҙ теләгең менән генә йәшәргә тырышыр инеңме? Халыҡ яҙмышына төкөрөр инеңме? Һин әле лә бына шундайыраҡ хәлдәһең.
Зилә тынып ҡалды. Бер аҙ башын баҫып ултырҙы. Көтмәгәндә, тауышын үҙгәртеп, йомшаҡ ҡына итеп һораны:
– Атай, һин нишләп өйләнмәнең? Минең өсөнмө?
Өй эсендә был хаҡта элек тә һүҙ сыға торғайны. Зиләнең әле килеп тағы ла һорауы Ғиззәтте аптыратып ҡуйҙы.
– Әйткәнем бар бит. Әсәйең кеүек кешене осрата алманым.
– Уныһын беләм. Эҙләмәгәнеңде лә беләм. Шул ғынамы? Әллә минең өсөн дәме?
– Һинең өсөн дә.
– Хәҙер үкенәһеңме, атай?
– Өйләнмәгәнемә үкенмәйем. Ә бына һинең ниндәйҙер сит егеткә иҫең китеп, бөтә донъяңды онотоуың әйтеп бөтөргөһөҙ үкенесле.
– Нишләйем һуң, атай? Уны күрер өсөн көндәр түгел, сәғәттәр һанап йәшәйем. Ғазаптарымды кеше генә белмәй. Нишләйем һуң?..
Зиләнең тауышында саҡ ҡына икеләнеү сатҡыһы һиҙеп, Ғиззәт ышаныслыраҡ өгөтләргә тотондо:
– Барма һин гастролгә, Зилә. Аяҡ баҫма ул сүллектәр иленә. Күрмәһәң, яйлап һыуынырһың да, оноторһоң.
Зилә ҡырҡа баш сайҡаны.
– Оноторлоҡ түгел шул уны.
– Э-эй, Зилә. Ваҡыт әллә ниндәй күңел яраларын бөтәштерә. Ғүмерҙә онотмам, тигән нәмәләрҙе оноттора. Бик тә булдыра алмаһаң, үҙем ярҙамлашам – гастролгә ебәрмәйем. Тешем-тырнағым менән ҡаршы төшәм. Бөтә кәрәкле урынға йөрөп сығам – ебәрмәйем.
– Һуң инде, атай. Документтар китте. Һине тыңламаясаҡтар. Бер барып ҡайттым, ышаныстарын аҡланым. Өҫтәүенә, мин бармаһам, ансамбль нишләй? Минһеҙ ул барҙы ни ҙә, барманы ни.
Зиләнең был һүҙҙәре Ғиззәтте аяуһыҙлыҡ хәленә килтерҙе.
– Ансамбль һиңә тиклем дә булған, һинһеҙ ҙә булыр. Үҙеңде уға бик кәрәк, тип һанағас, ташлама, нишләп ташлайһың? Һине аяҡҡа баҫтырған, үҫтергән коллективыңа хыянат итеү түгелме был?
Зилә уны тыныс ҡына туҡтатты:
– Ҡыҙмай тор әле, атай. Тәүҙә барып ҡайтайым. Унан күҙ күрер...
Көскә бер икеләнеүгә рәүеш һүҙ ишетте Ғиззәт. Йөрәге саҡ ҡына йылынып киткәндәй булды. Зиләне ышандырып тыйып алып ҡалырҙай көс табылыр һымаҡ тойҙо. Күңел ярһыуын баҫып, йомшағыраҡ тонға күсергә тырышты.
Төн буйы һөйләштеләр. Таң һыҙыла башланы. Сығырға өлгөрмәгән ҡояштың һаран ал нуры тәҙрә аша аҡһыл стенаға төштө.
– Өйгә ингәндә үк йоҡом килә, ти инең түгелме? – тине Ғиззәт бер мәл.
– Эйе шул. Ә хәҙер нишләптер тамсы ла килмәй...
– Шулай ҙа эшкә тиклем бер-ике сәғәт булһа ла йоҡларға кәрәк. Май төнө, ана, үтеп тә китте.
Зилә, үҙенең бүлмәһенә сығырҙан алда, Ғиззәткә урын әҙерләп бирҙе. Шул арала ла һөйләшеү дауам итте.
– Әсәйемдең характеры нисегерәк була торғайны, атай?
Ғиззәт көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Ҡыҙыҡ һин, Зилә. Быға тиклем ҡырҡ мәртәбә төпсөнөп бөткән нәмәләреңде бөгөн һорайһың да һорайһың.
– Шулай ҙа, атай?
– Бөгөнгә етер. Әсәйең тураһында бер-ике һүҙ менән генә әйтеп булмай ул. Икенсе ваҡытҡа ҡалһын, һөйләй башлаһам, бөтөнләй йоҡламаҫҡа тура киләсәк.
– Йоҡламаҫҡа риза мин.
– Юҡ, юҡ. Икенсе ваҡыт. Иртәгә мин һине бер урынға алып барам. Көндөҙ ун икеләргә өйҙә бул. Шул ваҡытҡа бушайым. Машина менән ҡайтырмын.
– Ҡайҙа, атай?
– Барғас, күрерһең.
Иртәгәһен ҡояштың иң бейектә торған мәлендә улар Оҙон күл буйына килделәр. «Жигули» юл ситенә туҡтар-туҡтамаҫтан, Зилә кабинанан атылып сыҡты ла, сәскәле туғай буйлап болан балаһындай үҙҙәренең яратҡан урынына – күл ситенә, ҡасандыр өсәүләп усаҡ яҡҡан ергә килде. Тиҙҙән уның яңғырауыҡлы тауышы ишетелде:
– Атай, бер кем дә булырға өлгөрмәгән беҙҙең ерҙә.
Ҡабат йүгереп килеп әйберҙәрҙе ташышты. Икәүләп тап элекке урында усаҡ яҡтылар. Елһеҙ ҡояшлы туғайҙа күкһел төтөн, бағана кеүек, туп-тура өҫкә күтәрелде.
Зиләнең быйылғы яҙғы тәбиғәткә тәүге тапҡыр сығыуы ине. Усаҡ янғанса, ул һаман йәш кейектәй ары-бире һикергеләп йөрөй бирҙе. Йүгерә-йүгерә сәскәләр йыйҙы. Оҙон күл болоно хуш еҫле һутлы йәш үлән, йәйҙең тәүге сәскәләре менән ҡапланған.
– Атай, ҡара әле болондо, туп-тулы сәскә...
– Йә, Зилә, тиҙ генә әйт әле, болон ниндәй төҫтә?
Зилә туғайҙың бөтә әйләнәһенә, офоҡҡаса тағы бер ҡарап сыҡты.
– Аҡ, – тине ул. – Шунан һары, ҡыҙыл да айырыла, күк... О-о, төҫтәр күп бит бында. Йәйғор кеүек. Күҙгә иң ныҡ ташланғаны, шулай ҙа, аҡ икән.
– Аҡ...
Болондоң һарғылт сағын иҫкә төшөрҙө Зилә. Ҡурғаштай ҡараңғы төҫкә ингән күл ситендә һары япраҡтар йөҙөп йөрөгән мәлде. Биш-алты йәшлек ҡыҙ үҙе лә бик моңһоу ине ул заманда. Әсәһен юғалтыу һағышы эсендә йәшәй ине.
Шул һары төҫ, шул моңһоулыҡ та әле ҡапыл ғына уның күңеленә яҡын, ҡәҙерле булып китте. Ҡәҙерле – ҡасандыр йөрәгеңде ярып үткән тойғоң, кисерелгән ғүмерең...
Зилә ҡарашы менән болондо йәнә бер иңләп алды. Аҡ төҫ ерлегендә күҙҙең яуын алырлыҡ йәйғор. Ниндәй генә сәскә юҡ бында, ниндәй генә үлән, ниндәй генә үҫемлек...
– Атай, ҡурай ҙа үҫә микән бында? Ошондай матур ерҙә генә үҫергә тейештер ул, эйе бит?
– Э-эй, Зилә, ҡурайҙың ҡайҙа үҫкәнен дә белмәйһең икән әле шул. Таулы урманда үҫә. Унда ла үҙенсә матур.
IV
Ғиззәт ҡыҙын гастролдәргә оҙатмай торғайны. Йә эштә булып ҡала, йә өйҙән генә хушлаша ине. Был юлы уны аэропортҡа үҙе алып килде. Ансамбль тотош тиерлек йыйылып өлгөргән. Зиләне шау-гөр килеп «ура» менән ҡаршыланылар. Таш иҙәндә бер-береһенә һыйынышҡан оло-ҡалын сумаҙандар янына әйберҙәрҙе ҡуйыр-ҡуймаҫтан, Ғиззәтте лә һәүәҫкәр артистарҙың күңелле төркөмөнә ҡушылдырҙылар. Тыуған көндә булған теге ҡыҙ уны шунда уҡ танып, ҡултығынан эләктереп алды:
– О, үҙебеҙҙең ағайыбыҙ! Таныш булығыҙ, Зиләнең атаһы. Беләһегеҙме, ҡурайҙа шул тиклем шәп уйнай. Беҙҙең ансамблдә берәү ҙә, хатта... – ҡыҙ етеҙ генә тирә-яҡҡа ҡарап, кемделер эҙләне, – эй, үҙе юҡ икән! Хатта Илдар ҙа уға еткерә алмай.
Ғиззәтте уратып алдылар. Күптәнге таныш һымаҡ, һаулыҡ һорашып, ихлас һөйләшеп алып киттеләр. Күңеллеләр, шаяндар, хатта бер аҙ вайымһыҙыраҡтар һымаҡ. Улар янында барыбер һәйбәт.
Кешеләр өҙлөкһөҙ инеп-сығып торған ишектәрҙең береһендә Илдар күренде. Ул иң алда Ғиззәтте абайлап алды. Буш ҡулын баш осона күтәреп, алыҫтан уҡ сәләмләне. Икенсе ҡулына сумаҙан менән бергә ҡурай футлярын да эләктереп алған. Төркөм янына килеп, хәл-әхүәлде һорашҡас, һауыттағы ҡурайҙарҙың береһен алып, үтеп-һүтеп йөрөгән сит пассажирҙарҙы бар тип тә белмәй, еңел көйҙө һыҙҙырып ебәрҙе. Ансамблдәге егеттәрҙең береһе күҙ асып йомғансы эргәһендәге ҡыҙҙы ике ҡуллап күтәреп алды ла, тап сәхнәләге кеүек, түңәрәк буйлап бейей-бейей бер әйләнеп сыҡты. Шул арала халыҡ та, ҡыҙығып, ансамбль янына йыйылып өлгөрҙө. Бына-бына ысын концерт башланып китер һымаҡ ине. Ләкин Илдар, уйнауҙан туҡтап, ҡурайҙы Ғиззәткә һуҙҙы:
– Инде һеҙҙе тыңлайыҡ, ағай. Байыҡ сәсән халыҡты француз яуына оҙатҡан кеүек, беҙҙе сит илгә уйнап оҙатығыҙ.
Ҡурайсы тигән исеме лә сығып өлгөргәс, Ғиззәт инәлтмәне. Ҡурайҙы ҡулына алды. Самалап, бер-ике өрөп ҡараны ла, алдан әҙерләп ҡуйғандай, ҡапыл «Урал»ды уйнап ебәрҙе. Яҡын-тирәлә шау-шыу тынып ҡалды. Халыҡ төркөмө шым ғына ҙурая барҙы. Көй бөткәс, ансамбль йәштәренә ҡушылып, таныш булмаған пассажирҙар ҙа ҡул сапты.
– Ҡурайың шәп! – тигән булды Ғиззәт Илдарға. – Сит илгә алып сығырлыҡ.
– Унда ҡурайһыҙ буламы ни, – тип эләктереп алдылар, – тыуған яҡтың төҫөн алып йөрөгән кеүек бит ул.
Ғиззәт, Зилә лә ишетерлек әмәл табып, Илдарға төбәп, мәғәнәле итеп өндәште:
– Тик тыуған яғығыҙ төҫөн ситтә ҡалдыраһы булмағыҙ, ҡарағыҙ уны!
– Ю-уҡ,– тине Илдар, – теге барғанда, хәтерләйһеңме, Зилә, халыҡ араһында ошоноң кеүек уйнап ебәргәйнем, аптырайҙар, иҫтәре китәләр. Ҡулдан ҡулға тотоп ҡарайҙар. Йәнәһе, эсендә көй сығара торған берәй нәмә юҡмы? Үҙебеҙҙең яҡта үҫкән үлән, тиһәм, ышанмайҙар. Бәләкәй киҫәктәргә ҡырҡып, сувенирға тарат, тиҙәр. Вәт, әкәмәттәр. Улар шул сувенир итеүҙән башҡа тағы нишләтә ала? Бирмәнем. Алып ҡайттым. Етмәһә, бүләк ине. Атаҡлы ҡурайсыныҡы...
Киттеләр. Самолет күҙҙән юғалғанса ҡарап торҙо Ғиззәт. Хәҙер инде бер ай буйы яфаланып көтөргә ҡала. Рейсын белһә, ҡаршыларға ла мотлаҡ киләсәк. Ләкин нисек булыр ул ҡаршылау? Иңдәр күтәрә алмаҫлыҡ хәсрәт һалырмы, әллә күңелгә йылылыҡ өҫтәп ебәрерме –әлегә белмәй әле Ғиззәт.
Зилә күктә иллюминатор аша аҫҡа ҡарап, уйланып барҙы. Йәйҙең иң матур мәле. Еләк сәскә атҡан хуш еҫле ваҡыт. Самолет бейеккә күтәрелер алдынан ҡала ситендә бер әйләнеш яһаны. Шул саҡта ул Оҙон күл тапҡырынан үтеп китте. Зилә был ерҙәрҙе таныны. Яңыраҡ «Жигули» менән килеп туҡтаған юлды ла, өсәүләп усаҡ яҡҡан тәңгәлде лә, әсәһе еләк йыйған болондо ла ап-асыҡ күрҙе. Ер өҫтө сәскәләр төҫөнән күҙҙең яуын алырлыҡ. Күге лә, алы ла, һарыһы ла, бөтәһе лә бар. Иң ныҡ беленгәне – аҡ төҫ. Зиләнең ҡолағы төбөндә әсәһенең һүҙҙәре яңғырап китте: «Вә-әй, киләһе йыл был сәскәләрҙе күрә алмам инде...» Күрә алманы шул. Күпме ҡояшты, күпме яҙҙарҙы, күпме сәскәләрҙе күрә алманы. Күпме нурҙан, ризыҡтан, моңдан мәхрүм ҡалды. Хәҙер иҫән булһа, ни эшләр ине икән? Ҡыҙының уңыштарына шатланып бөтә алмаҫ ине, моғайын. Ул да, һис шикһеҙ, оҙатып ҡалыр ине бөгөн.
Ҡыҙ салонға күҙ һалды. Ярты самолет – ансамбль халҡы. Ана, алдараҡ – Илдар. Бер ҡулына китап тотоп, икенсе ҡулының ике бармағын күршеһенә күрһәтеп, ниҙелер аңлата. Шулай ҙа шәп егет икән Илдар. Тыштан ирмәк һымаҡ күренһә лә, бик етди генә. Бөтәһе лә яраталар үҙен. Ансамбль дә һәйбәт. Уның атаһын ана нисек хөрмәтләп торалар. Кеше юлда һынала, тиҙәр. Гастролдәрҙә улар менән еңел. Тәүге тапҡыр барғанда сит ил икәне лә һиҙелмәгәйне. Был юлы нисек булыр?
Ал розалар, ал сүллектәр иле... Ҡыҙҙың йөрәге ҡуҙғалды. Унда – Аман. Һис һүҙһеҙ осрашасаҡтар. Минуттар һанап көттө ул мәлде Зилә.
Ҡыҙ йәнә аҫҡа ҡараны. Аҡ сәсәкле болон инде юғалғайны, аҫта ни бары үтә күренгеһеҙ аҡ болоттар ғына ята.
«Вә-әй, был сәскәләрҙе бүтән күрә алмам инде...»
Ике ут араһында янып уйланыуҙан Зиләнең тамағы кипте. Һалҡын һыу эскеһе килде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ҡолаҡ төбөндә тағы ла әсәһенең һүҙҙәре яңғырап киткәндәй тойолдо:
«Тамырһыҙ гөл һулый, балам...»
Читайте нас: