Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
24 Июнь 2021, 11:45

Һуғым

Ауыҙ тултырып ит ашар көн булырмы-юҡмы? – тип һуҡранды ҡарт, ҡалағы менəн шыйыҡ өйрəһен болғата-болғата.– Быҙау алып үҫтерəйек, – тип элеп алды сəй əҙерлəп йөрөгəн ҡарсығы. – Нисек тə ҡарарбыҙ əле, малһыҙ донъяның рəте юҡ, бер бешерерлек кенə ит ҡалды бына.Əйткəн һүҙ – атҡан уҡ. Йəйге йəмле кистəрҙең береһендə уларҙың ихатаһында бер йəшлек башмаҡ пəйҙə булды.

ҺУҒЫМ (ХИКƏЙƏ). МАРАТ ӘМИНЕВ.

– Ауыҙ тултырып ит ашар көн булырмы-юҡмы? – тип һуҡранды ҡарт, ҡалағы менəн шыйыҡ өйрəһен болғата-болғата.

– Быҙау алып үҫтерəйек, – тип элеп алды сəй əҙерлəп йөрөгəн ҡарсығы. – Нисек тə ҡарарбыҙ əле, малһыҙ донъяның рəте юҡ, бер бешерерлек кенə ит ҡалды бына.
Əйткəн һүҙ – атҡан уҡ. Йəйге йəмле кистəрҙең береһендə уларҙың ихатаһында бер йəшлек башмаҡ пəйҙə булды. Байтаҡ бурысҡа батһалар ҙа, ҡарт менəн ҡарсыҡтың ҡыуанысы ныҡ ҙур ине. Был шатлыҡты көндəн-көн арта барған мəшəҡəттəр ҙə һүрелтə алманы. Ҡартҡа көн режимын киҫкен үҙгəртергə тура килде. Əбейе менəн ике сəғəт һайын яйлап ултырып сəй эсеүҙəрҙе, йəштəштəре менəн эскəмйəлə теҙелешеп ултырып гəп һатыуҙарҙы һағынып һөйлəргə генə ҡалды. Хəҙер иртəн тора ла, балтаһын ҡыҫтырып, ут күршеһе Вəзиргə керə. Аҙна-ун көн эсендə мунса бурап, иҙəн-түбəһен түшəп, мейесен ултыртып ҡуйҙылар. Сиратта Хəйбулланың йортона төкəтмə бурау, унан Сəлихтең аҙбарын рəтлəү тора. Барыһы ла мал аҙығы хаҡына инде. Биш һыйыр тотҡан Вəзир – ике сана бесəн, ырҙын табағы мөдире Хəйбулла центнерлап иген, комбикорм вəғəҙəлəй, Сəлих көтөүгə сығырға ризалашты.
Кис тə тынғы юҡ. Көтөүҙəн ҡайта белмəгəн башмаҡты эҙлəп хəлдəн тая, тапһа ла, ҡасыу яғын ғына ҡараған мал менəн ярышыу етмеш йəшлек ҡарт файҙаһына түгел. Ғəжəп, юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуҙан, йөрəк өйəнəгенəн яфаланған ҡарт ауырыуҙарын бөтөнлəй онотто – уның дауаланырға ваҡыты ла ҡалмағайны.
Башмаҡты Яңы йыл алдынан ғына һуйҙылар.
– Ите матур күренə, тас май, шул хəтлем ҡарауға ни, – тип һөйлəнде ҡарт ҡəнəғəтлек менəн. Мал һуйышырға ҡайтып төшкəн балалары тағанға эленгəн түшкəлəрҙе һыйпап, ярыша-ярыша баш ҡаҡты. Ҡарт уларға тəүгə күргəндəй ҡарап ҡуйҙы. Ҙур ғына икəн дə уның ғаилəһе. Ана бит, өс ҡыҙы, ике улы хəлəл ефеттəре, балалары менəн килеп еткəн. Өйгə лə һыймайҙар хатта. Ҡарсығының да, үҙенең дə юбилейына ла был тиклем йыйылмағайнылар. Балаларына аҡыл ултыра, тимəк, ата-əсəне ҡəҙерлəргə кəрəклеген аңлағандар. Ҡарттың күңелен ғорурлыҡ хисе билəне. Ул эргəһенə килеп баҫҡан, быйыл ғына пенсияға сыҡҡан оло ҡыҙының арҡаһынан һөйөп алды.
– Ейəнең кəлəш алам ти бит, атаҡайым, туйға аҡса еткерə алмай хитланабыҙ, берəй бот ит һатып алырға ине лə ... – ҡыҙы һүҙен дауам итə алмай, танауын тартты, ҡулъяулығы менəн күҙ тирəһен һөрткөлəне.
– Бəй, ниндəй һатып алыу ти ул, – ҡарттың кəйефе боҙолдо. – Алып китегеҙ бер ботон, аҡсаһы ла кəрəкмəй.
Ҡапыл урамда тауыш ҡупты, бер аҙҙан оло улының ҡатыны кəртəгə һөйəлеп шарылдап илап ебəрҙе.
– Итһеҙ нисек ҡыш сығырбыҙ икəн, тип ҡайғыра, икебеҙҙең дə эш хаҡын ҡыҫтылар бит, кризис, – тип ғəйепле төҫ менəн аңлатты улы. Ҡарт сығырынан сыҡты:
– Артҡы ботон һал машинаңа, тапҡанһығыҙ ҡайғырыр нəмə!
– Атай, эсəк-бауырын арттыр əле, унан бешерелгəн пирожки бигерəк тəмле була, киленең ҡойҡаһын ярата, баш-тояғын да алып китһəк инде? – Кинйəһе һораулы ҡараш төбəп торҙо ла өҫтəп ҡуйҙы. – Алған бөтə эш хаҡы фатирға түлəүгə китеп тора шул, үҙебеҙ ҙə алыр инек тə.
Ҡарт ҡулын ғына һелтəп ҡуйҙы...
– Ауыҙ тултырып ит ашап булырмы бер, юҡмы? – Тəрилкəһенəн бəлəкəй генə ит киҫəге тапҡан ҡарт һуҡранып ҡуйҙы.
– Быҙау алып үҫтерəйек, бер бешерерлек кенə ит ҡалды, – тип элəктереп алды ҡарсығы, унан ҡартының асыулы ҡарашын шəйлəп, өҫтəргə ашыҡты. – Икəүҙе алайыҡ, нисек тə ҡарарбыҙ əле!
Марат ӘМИНЕВ.
  • Читайте нас: