Шоңҡар
+25 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
21 Июль , 19:00

Көмөш беләҙек

  – Ярай, кәләш, был юлы үҙем генә ҡайтайым. Юлдарға күҙ һалайым. Машина тәгәрмәсе ашалырлыҡ түгелме? Юл элеккесә булһа, самолет менән генә осорбоҙ. Ағайымдың балалары барыһы ла Өфөлә ти бит хәҙер. Тәүҙә үҙем генә ҡайтып, йәшәү-тороштарын байҡап киләйем әле, – тип, Морат юлға сыҡты. Күстәнәскә кедр сәтләүектәре алды («кулак» тип Себер яҡтарына ҡыуылған ҡартатаһы, эрбет сәтләүеге ҡотҡарҙы аслыҡтан, тип һөйләгәс, бөтөнөһөнөң дә ошо сәтләүекте тәмләп ҡарағыһы килгәйне), йорт-ҡураһын фотоға төшөрөп һалды. Йорто – уның ғорурлығы. Үҙ ҡулдары менән булдырҙы: олатаһынан отоп алғанса, бүрәнәләрҙең көньяҡҡа ҡараған яғын өйҙөң эс яғына, төньяҡҡа ҡарағанын – тыш яғына тура килтереп, ырып бураны үҙе күтәрҙе, кәсәк-тирәстәрен биҙәне, семәрләне. Тәүҙә ике ҡатлы тип уйлағайны, бер юлы өсәү итеп ҡуйҙы. Ағаһы менән еңгәһе килеп күргәс, иҫтәре китте.

Көмөш беләҙек (хикәйә). Мәрйәм Бураҡаева.

Морат байтаҡ ваҡыттар тыуған яҡтарында булманы. Тәүҙә өҫ-башын рәтләп алырға уйланы, унан өй бөтөрөргә кәрәк ине, шунан инде машина менән ҡайтырға хыялланды. Атаһы менән әсәһе килеп, донъяһын күреп ҡайтҡас, һағыныуы тағы баҫылып торҙо. 

 
Икенсе йылына ағаһы менән еңгәһенең юлы төштө. Шунан инде атаһы менән әсәһе бер-бер артлы ғына фанилыҡтан мәңгелеккә күскәс, ауылында өс кенә көн булды ла, ҡабат юлы төшмәне. Алтмышҡа аяҡ баҫҡас, һағыныу тойғоһо уғата көсәйә ти. Дөрөҫө лә шулдыр. «Юлдаш» каналынан йәш саҡтарындағы кей ишетелһә, йөрәге һулҡылдап-һулҡылдап ҡуйғылай башланы.
– Ҡайтып киләйек, кәләш, – тине бер көн ҡатынына. Йыш ҡына ҡабатлана торған был тәҡдимгә әллә ни аптыраманы ҡатыны.
– Әйҙә һуң. Тыуған яҡтарыңды күреп килермен, исмаһам. Ирем Башкириянан булып та бер тапҡыр ҙа күргән юҡ, – тине лә, – туғандарыңдың күпме дебет шәлен һаттым, дебет кәзәһенең ниндәй икәнен дә белмәйем, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ҡатынының шулай тиеүе Мораттың тәүәккәл уйҙарының теҙгенен тартып ҡуйҙы, уйға һалды. Ҡатынына нимә күрһәтер? Армияға киткән сағындағы ауылы бик үк маҡтанырлыҡ булманы. Урам тулы кәзәнән башҡа бер ни юҡ ине. Өйҙәрендә буй урындыҡ та, һандыҡ өҫтөнә өйөп ҡуйылған ҡаралты. Мебель тигәндең нимә икәнен дә белмәне ауылдаштары. Ҡыҙ балаларҙың шәл сите бәйләүҙән башы сыҡманы. Күпме шәл бәйләп ебәрә торғайнылар... Хатта Хрущев етәкселек иткән заманда, кәзәләрҙе бөтөргән осорҙа ла, ауылдаштары ни ғиллә менәндер һаҡлап алып ҡалғайнылар дебет кәзәләрен. Тик власҡа Брежнев килеп, «ауылдарҙы эреләтеү» башланғас ҡына, уларҙьщ мал аҫырау өсөн бик уңайлы урындағы ауылы ер йөҙөнән юҡ ителеп, туғандары тырым-тырағай таралышып бөттө. Хәҙер ниндәй кәсеп менән генә йәшәйҙәр икән?
– Ярай, кәләш, был юлы үҙем генә ҡайтайым. Юлдарға күҙ һалайым. Машина тәгәрмәсе ашалырлыҡ түгелме? Юл элеккесә булһа, самолет менән генә осорбоҙ. Ағайымдың балалары барыһы ла Өфөлә ти бит хәҙер. Тәүҙә үҙем генә ҡайтып, йәшәү-тороштарын байҡап киләйем әле, – тип, Морат юлға сыҡты.
Күстәнәскә кедр сәтләүектәре алды («кулак» тип Себер яҡтарына ҡыуылған ҡартатаһы, эрбет сәтләүеге ҡотҡарҙы аслыҡтан, тип һөйләгәс, бөтөнөһөнөң дә ошо сәтләүекте тәмләп ҡарағыһы килгәйне), йорт-ҡураһын фотоға төшөрөп һалды. Йорто – уның ғорурлығы. Үҙ ҡулдары менән булдырҙы: олатаһынан отоп алғанса, бүрәнәләрҙең көньяҡҡа ҡараған яғын өйҙөң эс яғына, төньяҡҡа ҡарағанын – тыш яғына тура килтереп, ырып бураны үҙе күтәрҙе, кәсәк-тирәстәрен биҙәне, семәрләне. Тәүҙә ике ҡатлы тип уйлағайны, бер юлы өсәү итеп ҡуйҙы. Ағаһы менән еңгәһе килеп күргәс, иҫтәре китте. Ағаһы бүрәнә баштарынан ҡулсаларҙы ҡарап, ай-һай, ҡустым был хас олатайымса булған бит, мәңгелек итеп бурағанһың, тип маҡтаны. Төртмә телле еңгәһе генә: «Әсегеҙ өс ҡатында ултырһағыҙ, телефон аша аралашырһығыҙ микән?» – тип шаяртып алды. Морат өйөн эс яҡлап та төшөрөп алды. Ни тиһәң дә, ҡала шарттары бит. Һыуы ла үткәрелгән, мебеле сит илдеке. Ихатаһында бынамын тигән мунса. Туғандары күрһендәр ағаһының донъяһын! Бүләккә үҙ ҡулдары менән һуҡҡан беләҙектәрен алды. Ә беләҙектәре матур ине. Ҡара алтын ялатылған көмөш һымаҡ. Шундай беләҙектәр менән байып киттеләр ҙә инде. Уныһы ла олатаһынан ҡалған оҫталыҡ. Ялтыратыуҙан ғына ҡурғаш көмөш була алмай, тиһәләр ҙә оҫта ҡулында була икән.
Әлбиттә, ҡурғаш ялтыратып яһаманы беләҙектәрҙе, иҫке кер йыуыу машиналарының эсендәге «нержавейка»нан һуҡты.
Олатаһынан отоп алған һөнәре буйынса ҡара алтын кеүек юлаҡ та ебәргәс, ҡара алтынлы көмөш беләҙектән айырып алғыһыҙ. Ҡатыны ла сауҙаға оҫта ла, әүәҫ тә булып сыҡты. Әлбиттә, Морат өсөн намыҫ аҡсанан ҡиммәтерәк. Олатаһы был төшөнсәне ныҡ һеңдергәйне. «Минең васыятым шул: ҡайһылай ғына байығып китһәгеҙ ҙә намыҫығыҙҙы аҡсаға алмаштырмағыҙ.
Нәҫелең ауырыу булмаһын тиһәң, иң ҙур байлыҡ – таҙа намыҫ ҡалдыр мираҫҡа», ти торғайны мәрхүм ҡарт. Морат та беләҙектәрҙе «көмөш» тип алдаманы, дөрөҫөн әйтте, ә ҡатын-ҡыҙ барыбер матурлығына, семәрҙәренә ҡыҙығып һатып алды. Яратып, ҡыуанып кейҙеләр. Береһенән икенсеһе күрә барҙы, үҙҙәре теләгән биҙәк һалдырыуҙы һорап килә торҙолар. Олатаһының энә осондай ғына осло ҡасау менән беләҙеккә хыялдағы кеүек матур биҙәктәр һалғанын ҡарап ғәжәпкә ҡала торғайны Морат. Әле инде үҙе биҙәк һала башлаһа, хыял донъяһына сумып онотолоп китә. Аҙаҡ үҙ эшенә үҙе һоҡланып тора. Тик хәҙер Мораттың беләге лә һыҙлай, ҡулының көсө лә ҡалмай бара, шуға ҡатыны беләҙектәрҙе бик ҡәҙерләп кенә һаҡлай – тыуған көндәргә бүләккә генә тота. Әле лә, үҙең фатирға төшкән туғаныңа бүләккә, тип, ике генә беләҙек бирҙе. Артығын ыскындырманы. Морат отолманы, ҡатынының һаранлығына ҡулайлашып алғайны, һәр береһенә алдан бүләк әҙерләп ҡуйғайны.
Моратты аэропорттан һылыуы Аҡсәскә менән кейәүе Аҡназар ҡаршы алды. Аҡсәскә бер туған ағаһының өлкән ҡыҙы. Йола буйынса ҡунаҡ-туғанды өлкәнләтә ҡабул итәләр. Хәҙер бер туғандарынан береһе лә ҡалманы. Ғаиләлә иң төпсөк бала, атаһы һуғыштан ҡайтҡас тыуған Морат ҡына иҫән. Ике туғандарынан иң өлкәне Аҡсәскә һылыуы менән Аҡназар кейәүе. Морат уларға бара.
Самолеттан сығыуын көтөп торған һылыуының еңгәһенә ныҡ оҡшағанын күреп аптырап китте Морат.
– Китсе, һылыу, шул тиклем дә еңгәйгә оҡшарһың икән. Ул бит тап һинең кеүек кенә ине.
– Һин дә, ҡайнаға, ҡайныма оҡшағанһың. Күргәс тә таныным. Аҡсәскә бер үҙең барма, танымаҫһың, тигәйне. Таныр инем, – тип күреште Аҡназар ҙа беренсе тапҡыр күргән ҡайнағаһы менән.
Машиналары эргәһенә алып килгәс:
– Арғымаҡ үҙегеҙҙекеме? Һәйбәт! – тип һоҡланды Морат.
– Башҡорт арғымаҡһыҙ булмаҫ инде, ағай. Кейәүең өйләнгән саҡта уҡ, йәйәү йөрөтмәм, тип вәғәҙә иткәйне. Торҙо һүҙендә.
Аҡсәскә иренә йылмайып ҡарап алды. Аҡназар күңел үҫтерер был һүҙгә ирәйеп китте, баҫалҡы ғына йылмайҙы.
– Әлегә атлатып йөрөткән юҡ һылыуыңды, ҡайнаға. Тулылана башлаһа ла атлатмам, машина артынан йүгертермен генә, тип уйлайым, – тип мутлашып та алды Аҡназар.
Нәҫелебеҙҙә ул хәтле һимеҙ кеше юҡ бит, ағай. Сама белеп йәшәй торған нәҫел ул Байрамғолдар, тип маҡтана торғайны әсәйем.
Ай, һылыуҡайым, был хәтлем дә еңгәмә оҡшарһың да. Һағыныуҙы көсәйттең дә ебәрҙең. Күҙгә йәш алды хатта. Аптырамағыҙ инде миңә. – Тауышы ҡалтырабыраҡ сыҡты Мораттың.
Ҡапылда йәш саҡтарына ҡайтҡандай тойолоп китте уға. Йән ирерлек был ирәбелектән күңеле тулды.
Иркен фатир, зауыҡ менән йыйыштырылған бүлмәләр, хатта еңгәһе килен булып төшкәндәге боронғо семәрле һандыҡ та һаҡланған. Ул һандыҡты Морат үҙе күтәрешеп алып ингәйне өйгә.
– Һин ҡалай изге күңелле ул, һылыу. Ҡомартҡының ҡәҙерен белеп тотаһың, – тип, һандыҡ семәрҙәрен һыйпап ҡуйҙы.
– Атайым менән әсәйемдең ҡарыуы ҡайтҡас, үҙемдә йәшәттем. Кинйәләтә ҡустым ҡарарға тейеш булһа ла, килен аспирантурала уҡып йөрөгәс, балалары ла бәләкәй булғас, миндә бағыулыраҡ та, тынысыраҡ та булыр тип, ебәрмәнем. Кейәүеңә лә рәхмәт, ҡайны менән ҡәйнәһенең ихлас ризалығын алды.
– Һәйбәт, һылыу, һәйбәт. Һеҙҙең ошолайтып бөтмөр генә донъя көтөүегеҙҙе күҙ алдына ла килтермәнем. Былай йәшәүегеҙҙе белгәндә еңгәңде лә алып ҡайтыр инем бергә.
Ашап алғас, Аҡназар ғәфү үтенеп, иртәрәк ҡайтырға вәғәҙә биреп эшкә китте. Моратҡа серем итергә тәҡдим итһәләр ҙә, баш тартты.
– Ҡайҙа инде, һылыу. Йоҡо осто. Һөйләшеп-һорашып ултырайым.
Әйтерһең, тыуған яҡтарға түгел, йәш саҡтарға ҡайтып төшкәнмен.
– Морат ағай, бөгөн Ғайсар ҡустымдарға барабыҙ. Килен кискә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Өфөләге туғандарҙы тотош үҙебеҙгә йыябыҙ, Морат ағай бер юлы барыһын да күрһен, тинеләр.
– Ғаяздар ҙа Өфөлә ти ине.
– Улар ҙа Өфөлә. Ғаяз ҡустым хәҙер олоғара спорт комплексы һатып алды. Шунда бөтөн туғандарын эшкә алып бөттө. Ауылды бөтөргәс, тырым-тырағай таралышҡайныҡ, хәҙер тағы йыйылыштыҡ. Атайым, бер-берегеҙҙе ташламағыҙ, татыулыҡҡа бер ни етмәй, бергәрәк булығыҙ, терәк тә булырһығыҙ, аҙ ғүмер эсендә һағынышып та йәшәмәгеҙ, бауырҙаш туғандарҙы һағыныуҙан йөрәккә көс төшә, тигәйне. Өлкән кеше бушҡа әйтмәгәндер, васыятында торабыҙ, шөкөр.
– Кейәү ҡайҙа эшләй?
– Кейәүең дә үҙебеҙҙең яҡҡа тартҡан. Математик. Бергә уҡығайныҡ. Тик мине уҙып китте. Докторантура тамамлай.
– Ғайсар ҙа ғилем юлынан киттеме?
– Эйе. Математиканан бик көслө уҡытыусы уҡытты беҙҙе университетта. Үҙе лә көслө, һәләтле балаларҙы ла таба белә. Йыл һайын райондар буйлап йөрөп йыйып ала. Беҙгә лә ул ярҙам итте. Мин әле уның менән бер кафедрала эшләйем.
– Һин дә университетта уҡытаһыңмы? Вәт әй. Мин армияға киткән саҡта бәләкәй генә инең. Апайым менән хәлегеҙҙе белергә барғанбыҙ ҙа ҡайтҡас, әсәйемә, еңгәмдең ята торған бәпесе лә бар, ултыра торғаны ла бар, шыуып ҡысҡыра торғаны ла бар, тип һөйләгәнмен. Шыуып ҡысҡыра торғаны һин инең.
– Ауылды һағынһаң, барып ҡайтырбыҙ, ағай. Кейәүең беҙҙең яҡтыҡы бит.
– Һеҙ эштә түгелме ни?
– Эштә булһаҡ ни. Йома китәбеҙ ҙә, ялға кире боролорбоҙ. Күреп өлгөрәбеҙ. Мунса инеп тә өлгөрөрбөҙ әле. Ҡайнымдар, ҡоҙаның форсаты булһа, алып килегеҙ, тип саҡ-ырҙылар.
– Нисек йома ҡайтһаҡ? Бер көндә етеп буламы ни?
– Өс сәғәтлек юл, ағай. Рулгә мин ултырһам ғына яйыраҡ барам.
– Ауылға тиклем асфальтмы?
– Асфальт һалынмаған, газ үткәрелмәгән ауыл ҡалманы ул, ағай, районыбыҙҙа. Утын яғыу бөттө, һәр береһенең мунсаһы ла бар, өйгә ванна ҡуйғандары ла байтаҡ. Халыҡ рәхәтләнде. Ҡайтһам, күҙем ҡыҙып, ҡыуанып киләм.
– Китсе, һылыу. Әкиәттер был.
– Әкиәт, ағай. Халыҡтың әкиәт итеп хыялланып һөйләгән тормошо ошо икән.
– Еңгәңде ултыртып машина менән ҡайтырға кәрәк булған. Тик һеҙҙе машина менән аптыратырлыҡ түгел. Үҙегеҙҙеке иң һуңғы марка. Киркоровтыҡы кеүек Хаммер менән генә ҡайтмағанда...
– Уға ла әллә ни иҫебеҙ китмәҫ ине, ағай. Анау тиклем оҙон лимузин нимәгә кәрәк булды икән, тип кенә аптырамаһаҡ...
– Еңгәм кеүек әсе теллеһең икән, һылыу.
– Әсәйем әсе телле түгел, тура һүҙле булды. «Кәкре уҡ тура осмай. Сәпкә тейҙергең килһә, уҡтың тураһын ат», ти торғайны кейәүенә. Әле лә әсәйем теленә эләкһәң, улай тип кенә ҡуймаҫ ине. Ҡәйнеш, нәфсең шулай сосолоп киттеме? Ҡушавтобус һымаҡ оҙон машинаға тейәлеп ҡайтмаһаң, тиер ине. Самаһыҙыраҡ эшләһәң, нәфсегеҙ сосолоп, үтә артығына ынтылмағыҙ, сама белегеҙ, тип тыя торғайны.
– Былайтып йәшәүегеҙ ҡыуаныс инде, һылыу. Фатирығыҙ ҙа һәйбәт. Һинең өсөн ҡыуанып ултырам. Ғайсарҙың да үҙ фатирымы?
– Эйе. Беҙ элегерәк өлгөрҙөк. Ә бәләкәй һеңлебеҙгә күмәкләшеп һатып алып бирҙек. Ғаяз үҙе төҙөттө. Ҡаланан ситтәрәк йәшәй.
– Зилә лә Өфөләме ни?
– Эйе. Ул да математик, әле мәктәптә уҡыта.
– Һеҙ шулай барығыҙ ҙа математик булып бөттөгөҙмө ни?
– Уҡытыусыбыҙ, Байрамғоловтар математикаға зирәк. Зиһендәре яҡты, тип, гел шул факультетҡа өгөтләй. Яңылышмай. Арыу уҡыныҡ, маҡталып эшләйбеҙ.
– Уҡытыусы апайығыҙ ҙа үҙебеҙҙең яҡтыҡымы?
– Эйе. Туған һымаҡ яҡын. Шул тиклем дә һәйбәт кеше булыр икән. Уға кешегә яҡшылыҡ эшләү яҡшылыҡ күреүҙән артығыраҡ шикелле. Бөтөнөбөҙ ҙә күҙ терәп уға килдек.
– Хәҙер бушлай бер нәмә лә эшләнмәй. Ҡулды ҡул йыуа, ике ҡул битте йыуа. Бушҡа ғына эшләнмәйҙер бит бындай яҡшылыҡ?
Бушлай түгел, әлбиттә. Беҙгә үҙ шартын ҡуя ул: һәр берегеҙ бер-ике һәләтле бала табып килтерегеҙ, ти.
– Шулай ғынамы?.. – Морат һылыуына, шаяртмаймы был, тигәндәй, аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙы. Әммә Аҡсәсәктең йөҙө етди ине.
– Эйе. Район һайын үткәрелгән олимпиадаларҙа булып, һәләтле балалар эҙләп алып киләм мин дә.
– Олимпиада тигәндәй... Мин дә көслө инем теүәл фәндәрҙән. Олимпиадала ла ҡатнаша торғайным. Армиянан һуң уҡырға инергә лә уйлағайным хатта...
– Ни эшләп унда тороп ҡалдың һуң?
– Еңгәң осраны ла...
– Үпкәләмә, ағай. Әсәйем һеҙгә барып ҡайтҡас, ҡайҙан табалар шундай ҡуштан бисәләрҙе. Ялпылдап бер алдына, бер артына сыға. Теле менән әүрәтеп алдаштырып тота. Юғиһә, Себер сәтләүегенә алданып, бер балаға ғына ҡарап йәшәмәҫ ине ҡарағайҙай ҡәйнешем. Һөйләгәне әйбер, байлыҡ, ти. Аҡһаҡ таяғын һөйләгәндә, һаран аҡса һөйләр, тигәндәй, башҡа нәмә тураһында сер бүлешеп тә булманы. Нисек килеп еттегеҙ, тигән юҡ, ҡайным менән ҡәйнәм ни хәлдә, тигән юҡ, уйында аҡса ғына. Ҡаты ағасты ла йомшаҡ ҡорт ашай шул – теле-телгә йоҡмай, әйтәгүр, ике һүҙенең берендә, Морат бәғерем, йәнейем, тип тора үҙе, шул ҡалыуҙан ҡалғандыр инде ят ерҙәрҙә, тип, күңеле төшөп ҡайтҡайны әсәйем.
– Яҙмыштыр инде, һылыу. Хәҙер үкенеүҙең дә фәтеүәһе юҡ. Сырмалсыҡ һымаҡ ҡыҙҙар була, һылыу. Уралып алһалар, нисек ысҡынырға ла белмәйһең, – тине лә, артығыраҡ әйтеп ебәреүенән уңайһыҙланып, шып туҡтаны.
Был уйын бер ваҡытта ла ҡысҡырып әйткәне юҡ ине. Әллә ни ҙә бер генә үҙен армияға оҙатып ҡалған ҡыҙы күҙ алдына килеп, йөрәген ниҙер семетеп–семетеп алғандай булған саҡта ғына ҡатынын шул ҡыҙ сағыштырып ҡарай ине. Оҙатырға килгәйне вокзалға. Буфетҡа инеп сәй эсерлек форсат таптылар ҙа икәүләшеп йүгерҙеләр. Өҫтөндә зәңгәр төрткөлө аҡ күлдәк. Ике толомон үреп төшөргән. Етәкләшеп йүгереп барғанда, толомо сайҡалып китеп, Мораттың бөгәренә бәрелгәйне, ҡып-ҡыҙыл булып оялып киткән булды... Ошо мәл иҫенә төшһә, эстән генә сырмалсыҡ тураһында уйлап ала ине. Тик бер кемгә лә ләм-мим әйткәне булманы. Ә бында һылыуына серен систе лә ҡуйҙы. Әллә еңгәһе кеүек күрҙе, әллә һағыныуы күңелен нескәртеп ебәрҙе.
– Ауылда йәшәү бигерәк ауыр булды бит, һылыу. Үҙең беләһең. Балтырған ашынан да ялҡып кителгәйне.
– Ә хәҙер күмәкләшеп йыйылышабыҙ ҙа йылына өс тапҡыр танһыҡҡа балтырған ашы ашап, ауылды, өләсәйемдәрҙе иҫкә төшөрөп алабыҙ.
– Туғандар бер табын, бер ҡор булаһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙҙыр инде.
– Эйе, шөкөр, үҙебеҙ бер табын. Туғандар араһына шул уҡытыусы апайыбыҙҙы ғына алабыҙ ҙа. Бөгөн ағайымдарҙа ла булыр әле.
– Яйы тура килгәндә, берәй бүләк тотоп барайым әле ул уҡытыусы апайығыҙға. Һеҙгә шул тиклем ныҡ ярҙам иткәне өсөн. Өфө һынлы Өфөгә кемгә күҙ терәп килер инегеҙ?
– Эйе шул, ағай. Берәү башлап юл ярмаһа, ҡайҙа барып төртөләһең.
– Ире менән киләме?
– Яңғыҙ ул. Фәнгә бирелгәнгәме, әллә үҙен кешеләргә ярҙам итеүгә арнағанғамы – яңғыҙы ғына йәшәй. Беҙгә һыйына. Беҙ ҙә уны бер ҡунаҡтан да ҡалдырмайбыҙ.
– Улай ҙа булғас, һылыу, күңел өсөн дә, рәхмәт йөҙөнән дә берәй бүләк алайым уға.
– Әлләсе, нимә алырһың икән? Иң яратҡаны – китаптар инде. Тик китапты кеше үҙе һайлап ала.
– Ә биҙәнеү әйберҙәренән нимә ярата? Алтынмы, көмөшмө? Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары көмөштө яҡыныраҡ күрә торған.
– Алтын да, көмөш тә ҡыҙыҡтырмай шикелле уны. Мин белә-белгәндән нимәлер тағып йөрөгәнен хәтерләмәйем. Әйткәндәй, ҡулдан һуғылған беләҙеге бар. Ҡара алтын ялатылған көмөш беләҙек. Шул тиклем матур итеп һуғылған. Әллә ниндәй семәрле-селтәрле хыяли биҙәктәр сүкелгән. Шуны бер һалмай кейә. Әсәһенән ҡалған ҡомартҡымы ул, берәй иҫтәлекле бүләкме...
Аҡсәскә сәй яһай-яһай уҡытыусыһы тураһында һөйләне лә һөйләне. Олоғайып барһа ла, сәсенә әллә ни сал ҡунмаған, буй-һыны ла һомғол һаҡланған Морат ҡаршыһындағы көҙгөгә күҙ ташлай-ташлай сәй эскән еренән ҡапыл ултырған урынында һеңеп-шиңеп киткәндәй булды. Ул Аҡсәскәне тыңлаған кеүек булһа ла, бер ни ҙә ишетмәй ине инде.
Армияға Өфөнән оҙатҡан саҡта Гөлъямалының ҡулына үҙе һуҡҡан ысын көмөш беләҙек кейҙергәйне бит ул.
– Һин ҡайтҡанда, мин өсөнсө курсҡа ғына киләм. Бергәләшеп уҡырбыҙ. Мин һиңә әҙерләнергә ярҙам итермен, – тигәйне. Район үҙәгендә математиканан олимпиадала ҡатнашҡан саҡта танышҡайнылар. Олатаһынан өйрәнеп, иң тәү үҙе һуҡҡан көмөш беләҙекте Гөлъямалдың беләгенә кейҙереп:
– Беләгеңдән һалма. Мин ҡайтҡанды көт, – тигәйне...
Эй, ғүмер... Мораттың башы әйләнеп киткәндәй булды, күҙҙәренә тағы йәш төйөлдө.
– Ағай, арып киттең, ахыры. Ял итеп ал.
– Ярай, һылыу. Рәхмәт.
– Төпкө бүлмәлә урын әҙерләнек. Айбулат менән Йәнбулаттың бүлмәһе ул. Иркен. Рәхәтләнеп ял ит. Улар лоджийҙа йоҡлай.
– Әйберҙәремде бүлмәгә индерәйемме, һылыу?
– Эйе, эйе, ағай. Урынлаш. Үҙ өйөңдәге кеүек бул. Ҡунаҡҡа барғанға тиклем ял итеп ал. Алыҫ юл ҡаҡшата инде ул.
Морат аулаҡ бүлмәлә ҡалғас, сумаҙанынан беләҙектәрен, өйө төшөрөлгән фотоларҙы алып, айырым төрөп, төпкәрәк һалып ҡуйҙы. Ҡасандыр үҙе һуҡҡан ысын ҡара алтынлы көмөш беләҙеген күҙ алдына килтергәс, әле алып ҡайтҡан бүләктәре төҫһөҙләнеп ҡалғандай, мәғәнәһеҙ нәмәләр кеүек тойолдо уға.
Ҡара алтынлы көмөш беләҙек... Нисә йылдар буйы беләгенән һалмай йөрөтһөн әле...
 
Көмөш беләҙек
Автор: