Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
2 Август 2021, 19:00

Киҫәкбикә. Хикәйә. Мәрйәм Бураҡаева.

…Өсөнсө тапҡыр өс йылдан һуң, алтмыш йәшлек сағында Иҫәт йылғаһын йөҙөп сығып ҡасҡайны Киҫәкбикә. Көҙ мәлендә йылға һайыраҡ булһа ла, һыу бик һалҡын ине… Киҫәкбикә башына бәйләп сылатмай алып сыҡҡан өҫ кейемен кейеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, ҡойолған япраҡтарҙың ҡороларын һәрмәп йөрөп кенә йыйҙы ла шуға күмелеп серем итеп алды. Төнөн йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеш билдәләне, көндөҙөн тағы япраҡтарға күмелеп ятты. Юл алыҫлығын да, аяҡтарының сикһеҙ һыҙлауын да уйламаны ул. Уны улы, туғандары, ауылдаштары ғына борсоно. “Байрасовтарҙын береһен дә ҡалдырмаясаҡбыҙ!” – тип берәм-берәм эҙәрлекләй, тапҡандарын йә үлтереп, йә ҡоллоҡҡа һатып ҡыра башлағас, кинйә улын – Биксәтәйен урманға ҡасырғайны. Карателдәр уны тапмағас, Киҫәкбикәнең үҙен алып киттеләр.

Киҫәкбикә (хикәйә). Мәрйәм Бураҡаева

 

Бығау һалынған Киҫәкбикә-Катеринаны Заводтарҙың баш идаралығы канцелярияһына алып ингәс, һаҡсылар был ҡатындың сикһеҙ тыныс йөҙөнә аптырап ҡарап ҡуйҙылар. Ҡулын шаҡарып тотоп бығаулаған саҡта ла, башҡа төрлө тән йәрәхәттәренә дусар иткәндә лә, бер ни өндәшмәне лә, ынғырашманы ла. Теш ҡыҫып, урт сәйнәп ауыртыуҙарға түҙергә тырышыу түгел, ә сәйер битарафлыҡ ине был. Аҡылдан яҙғандар йә аңын юғалтҡандар ғына шулай ауыртыуҙы тоймай. Язалаусылар быны яҡшы аңлай. Шуға ла Киҫәкбикәнән һорау алып торманылар, ҡабат төрмәгә алып киттеләр. Артабан Башҡорт эше буйынса комиссия башлығы генерал Соймоновтан фарман көттөләр. Заводтарҙың Баш идаралығы канцелярияһының беренсе ағзаһы майор Леонтий Угримов Байрасоваға ниндәй яза биреү тураһында һорап яҙған хатында тотҡон ҡатындың аҡылдан яҙыу ихтималлығын телгә алып торманы. Фәҡәт: “Суҡындырылғандан һуң Катерина тип исем бирелгән башҡорт ҡатынын өс тапҡыр Башҡортостанға ҡасҡаны һәм Христиан Законын боҙоп, басурманлыҡҡа ҡайтҡаны өсөн ниндәй язаға тарттырырға?” – тигән һорау ғына ҡуйҙы.

Императрица Анна Иоанновна 1734 йылдың май айында Сенаттың обер-секретары Кирилловтың башҡорттар һанын яртылаш кәметеү буйынса тәҡдим иткән сарадарын һәм шулай уҡ көсләп суҡындырыу тураһындағы планын раҫлап ҡул ҡуйғас, көсләп суҡындырыу башлана һәм суҡындырылған башҡорттар Христиан законынан аҙ ғына булһа ла тайпылһа, ҡаты язаға тарттырыла ине. Шуға да Угримов, Киҫәкбикә-Катерина тураһында яҙғанда, уның үҙ диненсә доға ҡылып йөрөүенә айырыуса баҫым яһаны. Генерал Соймонов та фарманға ҡул ҡуйыуҙы оҙаҡлатманы: 1739 йылдың 12 февралендә яҙылған хатҡа 14 майҙа яуап та килде. Ә яуап көткән арала төрмә һаҡсылары ла, Канцелярия хеҙмәткәрҙәре лә Байрасованың сәләмәтлек торошон асыҡламаҡсы булдылар. 60 йәшлек Киҫәкбикә Байрасованың аҡылдан яҙғанмы-юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн, тәржемәсе Иван Дураков менән әңгәмә ойошторҙолар.

– Тотҡонлоҡтан ҡасып, ҡабат мосолманса доға ҡылғаны өсөн, Туйгилдене яндырҙылар… башҡаларға фәһем булһын тип.

Суҡындырылған Иван Дураковтың ҡурҡа-ҡурҡа ғына әйткән һүҙҙәренән һуң Киҫәкбикә бер аҙ уйланып ултырҙы ла, уға арты менән борола биреп, ауыҙ эсенән ниндәйҙер аяттар уҡып алды. “Был тиклем тәккәберлек аҡылдан яҙған кешелә генә булыр”, – тигән һығымта яһаны Иван, һәм, ҡағыҙына ниҙер яҙып ҡуйғас, һүҙен дауам итте:

– 20 апрелдә бөтөн ҡолдарҙы, тотҡондарҙы майҙанға йыйҙылар ҙа, Туйгилдене барыһы алдында яндырҙылар…

Киҫәкбикә тағы битараф ҡалды. Хатта йөҙөндә генә түгел, бөтөн булмышында аңлайышһыҙ күтәренкелек тойола ине уның. Тағы ҡасыуҙы уйлай тиһәң, был юлы инде уға бығауҙың да хәтәрен кейҙерҙеләр: муйын менән аяҡ ҡуша тоташтырылғанын. Турайып баҫырлыҡ та форсаты юҡ.

…Киҫәкбикә Байрасованың ире 1735 йылда Ҡараһаҡал ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Шуға ла тотош ғаиләһен ҡоллоҡҡа һаттылар. 57 йәшен тултырған Киҫәкбикәне лә, Екатеринбургка алып килеп, латин мәктәбе уҡытыусыһы Кондратович Кириак Андреевичҡа хеҙмәтсе итеп бирәләр. Бер ай самаһы уларҙа торғас, суҡындырып, Катерина тигән исем ҡушалар. Ошонан һуң ул ҡасыу тураһында уйлай башлай. Тик тыуған яғының ҡайҙа, ҡайһы яҡта икәнлеген белмәгәнлектән, ваҡытлыса түҙә. Ә бер көн, ҡаланан сығып, тирә-яҡты байҡап, ағас ботаҡтары, ҡырмыҫҡа иләүе буйынса йүнәлеш билдәләп йөрөгән сағында , тотоп алалар ҙа, ныҡ ҡына ҡамсылайҙар, “аҡылға ултыртҡас”, ҡалала протопоп ҡатынына хеҙмәтсе итеп бирәләр. Киҫәкбикә өнһөҙ-тынһыҙ ғына хеҙмәт итә башлай. Латин теле уҡытыусыһы протопоптың кабинетын йыйыштырған саҡта ары-бире һүҙ ҡушҡылап, Екатеринбург ҡалаһының ҡайһы тирәлә урынлашҡанын һораша. Һүҙ уңайына үҙенең Ҡатай волосынан икәнлеген дә әйтеп ҡуя. Ә протопоп был волосты белеүен, хатта Екатеринбургтан ҡайһы яҡта урынлашҡанын да ҡулы менән ишаралап күрһәтә. Киҫәкбикә оҙаҡҡа һуҙмай, тағы тәүәккәлләй, тағы ҡаса. Тик Иҫәт йылғаһы аша кисеү эҙләгән саҡта тотола. Был юлы инде сыбыртҡы менән һуҡтыралар. Ул бер аҙға баҫыла, тән яраларын дауалай, сохари киптерә, алмаш кейемен, аҙ-маҙ ризығын һалған артмағын, йөҙгән саҡта һыуланмаһын өсөн, башына бәйләп ҡуймалы итеп әтмәлләй. Иң мөһиме – Иҫәт йылғаһының аҙ булһа ла һайығыуын көтә. Япраҡтар һарғая башлағас, иҫке ай менән яңыһы алмашынған мәлдә, аҡ менән ҡараны айыра алмаҫлыҡ иң ҡараңғы төндә, Аллаға тапшырып сығып ҡаса. Ҡаса ла өс айҙан һуң үҙ ризалығы менән ҡабат килә… Өлкән йәштәге был ҡатындың йылға кисеп ҡасыуы ла, язалауҙарға түҙеүе лә төрмә һаҡсыларын аптырата. Шуға уны күҙәтмәксе булалар.

– Туйгилдене яндырған саҡта, ҡарап тороусылар “аһ” итеп ҡалды. Мин ҡарамаҫҡа тырыштым, ә барыбер тойҙом. Тереләй яндырыу… Кешене тереләй яндырыу… Йөрәгем күкрәгемдән сығып китер һымаҡ типте.

– Ул саҡта мин дә булдым. Мин бит ике тапҡырында ла йәй ҡастым. Ә Туйгилде мәрхүмде яҙ яндырҙылар. Мин дә күрҙем ул йыртҡыслыҡты…

– Һин күрҙеме ни?… – тип ғәжәп бер яңылыҡ асҡандай, шул уҡ ваҡытта кем өсөндөр әйткәндәй, алан-йолан ҡаранып, ҡысҡырып ебәрҙе лә Иван, тағы шыбырлауға күсеп, – уны яндырғандарын күрһәң дә, үҙебеҙсә иман тоторға баҙнатың еттеме? – тип һораны аптырап. – Туйгилдене ҡасҡан өсөн түгел, ә суҡындырылғандан һуң ҡабат мосолманса доға ҡылғаны өсөн яндырҙылар бит. Ирҙәрҙе генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла яндырасаҡтар… Шуны беләһеңме?

Киҫәкбикә Һыҙғы волосына ҡасып ҡайтып киткән Төйөнбикә Йоманованы ла, ире Ҡаратбайҙың иҫән икәнлеген ишетеп ҡалғас, Күҙәмеш волосына ҡасҡан ҡатынды ла, ҡасыу тураһында хыялланып йөрөгән иҫәпһеҙ күп башҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын да күҙ алдына килтереп, көрһөнөп ҡуйҙы ла:

– Беләм, – тине.

Иван Дураков бындай һөйләшеүҙән һуң Киҫәкбикәнең аҡылдан яҙған булыуын ғына теләне.

…Өсөнсө тапҡыр өс йылдан һуң, алтмыш йәшлек сағында Иҫәт йылғаһын йөҙөп сығып ҡасҡайны Киҫәкбикә. Көҙ мәлендә йылға һайыраҡ булһа ла, һыу бик һалҡын ине… Киҫәкбикә башына бәйләп сылатмай алып сыҡҡан өҫ кейемен кейеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, ҡойолған япраҡтарҙың ҡороларын һәрмәп йөрөп кенә йыйҙы ла шуға күмелеп серем итеп алды. Төнөн йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеш билдәләне, көндөҙөн тағы япраҡтарға күмелеп ятты. Юл алыҫлығын да, аяҡтарының сикһеҙ һыҙлауын да уйламаны ул. Уны улы, туғандары, ауылдаштары ғына борсоно. “Байрасовтарҙын береһен дә ҡалдырмаясаҡбыҙ!” – тип берәм-берәм эҙәрлекләй, тапҡандарын йә үлтереп, йә ҡоллоҡҡа һатып ҡыра башлағас, кинйә улын – Биксәтәйен урманға ҡасырғайны. Карателдәр уны тапмағас, Киҫәкбикәнең үҙен алып киттеләр. Улының яҙмышы тынғы бирмәне өс йыл буйы. Уның да, уның аша, исмаһам – бер баламдың хәлен белергә ине, тип йөрәкһене ул. Бына туған яҡтарына яҡынлаша… тик көндөҙҙәрен урманда йоҡлап, төнөн берәй башҡорт ауылында йоҡлайым, тип, ымһынып барһа, уныһы яндырылған булып сыға. Эй, башҡорт ауылдары, туғандарым минең, бауырҙаштарым, ҡайҙа булып бөттөгөҙ тырым-тырағай? Бөтөнөгөҙҙө лә яндырып көл-күмергә әйләндермәгәндәрҙер ҙә һуң? Анау тиклем халыҡты нисек яндырып бөтмәк кәрәк? Ни өсөн? Үҙенең тыуған ерен йәндәй күреп яратҡандары, ҡалҡандай ҡалҡып һаҡланғандары өсөнмө? Бер үк Аллаға үҙҙәренсә иман килтергәндәре өсөнмө? Шулар язаларға дусар итерлек ғәйепме? Ауылы-ауылы менән, йәшен-ҡартын аямай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙы йәлләмәй, ҡырып һалсы… Мейес мөрйәләре генә һерәйеп ултырып ҡалған ауыл урындарын ҡарап, Киҫәкбикәнең йөрәккенәһе ҡыҫып-ҡыҫып сәнсте. “Уныҡылар ҡайҙа икән? Кинйәкәйе ни хәлдә? Утта үртәр өсөн ҡорҙоҡмо ни беҙ ауылдарҙы? Утын ағасы һымаҡ яндырыр өсөн үҫтерҙекме ҡарағайҙай уландарҙы?” Әсәй, өләсәй булған Киҫәкбикәнең йөрәк башҡайына ҡан һауҙырырлыҡ, йән әрнеү-рәнйеүҙәре тән һыҙланыуҙарын уйларға ирек бирмәне.

Яратҡан кешеһенә сығып, килен булып ҡайны-ҡәйнә бағып, аҙаҡ үҙе килендәр төшөрөп, ҡыҙ биреп, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән саҡырышып һыйлашып, бынамын тигән итеп донъя көтәләр ине. Ҡоҙаларының ауылы ла юҡ хәҙер урынында. Тирә-яҡта бесәнлек тә, иген баҫыуҙары ла ҡара көйөп ята. Әллә яңлыш юлдан киттемме, тиһә, урман- туғайҙары ла, тау-убалары ла шул уҡ. Тик ауылдар ғына юҡ. Бына ул ҡайтып етте. Анау ҡалҡыулыҡты ғына артылһа, ауылы… Ана, балаларының береһен күтәреп, икенсеһен итәгенә тоттороп, башҡаларын эйәртеп йөрөгән болондары. Күҙ алмаларын талдырғансы ҡарап торҙо. Кемдәр генә иҫән икән дә, кем ҡурҡмай һыйындырыр икән? Кемгә күҙ терәп инер ҙә, кемгә бауыр баҫыр? Тик ауылы юҡ ине. Урыны буп-буш. Күкрәгенән ялҡын бәреп сыҡҡандай булды, йөрәге шартлар сиккә етте. Бер аҙ урынынан ҡуҙғалмай сайҡалып торҙо. Эргәһендәге ағасҡа тотондо. Бер йығылһа, тора алмаҫ кеүек тойҙо үҙен. Был тиклемен башына һыйҙыра алманы. Башҡа ауылдарҙың яндырылғанын күрһә лә “кешенеке итәктә, үҙеңдеке үҙәктә” тигәндәй булғайны. Был хәл быуынына төштө. Һөйәктәренең тирелеп төшөрҙәй һыҙлауы әле генә тойолдо. Ҡайҙа барырға, артабан ни эшләргә белмәй бер аҙға албырғап ҡалды. “Төндө үткәрәйем дә, таң атҡас, тирә-йүнде байҡармын”, – тип уйланы. Тыуған яғының әскелт төтөн еҫе һеңгән һауаһын күкрәк тултырып һуланы ла ҡыштырлап торған япраҡ өйөмөнә ауҙы. Зарураттан ашҡынып, йөрәкһеп ҡайтып ҡына күрерлек булмаған шул. Мәңгелеккә юҡ ителгән барыһы ла. Көндөҙ йәшеренеп ятты. Был юлы ул тыуған ерендә, урманда, тыуған ере ағастарының япраҡ аҫтында йәшенде. Уйламаған ғына уйы, күҙ алдына килтермәгән үткән ғүмер көндәре ҡалмағандыр ҙа. Яндырылған ауылы янында ғына ултырып, йылдай оҙон тойолған көҙгө көндө үткәреп ебәрҙе. Ҡалҡыулыҡ һарҡыуында йылға буйындараҡ һыйыр баҡырыуын, кәзәләр мезелдәүен ишетмәһә, хыялыйланыу сигенә етер ине. Быҫҡып ҡына янған усаҡта ҡалған бөләңгерт ҡуҙ һымаҡ, өмөт осҡоно йөрәгенә йылы өрҙө. Шунда йәшәгән кешеләрҙән ни ҙә булһа белеренә өмөт бәйләп төн еткерҙе. Эңер төшкәс, ептәй нәҙек кенә булып төтөн күренгән яҡҡа ыңғайланы. Улының иҫәнлеген белеп, был яҡтарҙан алыҫҡараҡ китеп өлгөрһә, тағы тотһалар ҙа үкенмәҫ ине. Тоҫмаллап килеп еткән ере ауылға оҡшағайны. Өшәләктәй генә бер нисә өй ултыра, ай яҡтыһында аран түбәләрен дә шәйләп була. Киҫәкбикәнең күңеленә йылы йүгерҙе. Ниндәйҙер ышаныс йөрәгенә майҙай яғылды. Ул аҙымдарын ҡыҙыулатты, ашыға-ҡабалана ауыл осондағы өй ишеген шаҡыны.

Яулығын сөм итеп бөркәнеп, күҙҙәрен генә ҡалдырып ҡарап торған Киҫәкбикәне шунда уҡ таныны өй хужаһы. “Апаҡайым!” Ир кешенең тауышы ҡалтыранып сыҡты, ай яҡтыһында күҙҙәрендәге йәш ялтырап күренде. Ирҙәр күҙендә йәш күреү сәйер түгел ине был осорҙа. Киҫәкбикә лә таныны: күршеһе Үтләү ине өй хужаһы.

– Эй, хоҙайым, шөкөр, тере йән күрер көнөм бар икән. Ауыл булмағас, ҡот алынғайны.

– Ҡалғандарыбыҙҙы ошонда ҡыуҙылар.

– Нимәнән ҡалғандарҙы?

– Иген баҫыуын да, бесәнлекте лә тотош яндырҙылар бит 1736 йылда. Шуға һәләк тигәнсә яман аслыҡ булды. Бик күп ҡырылды халыҡ. Ул ерҙәр әле лә ҡара көйөп ята, бер нәмә лә үҫмәй. Һеҙҙекеләрҙе себергә һөрҙөләр, апай. Ҡыҙҙарығыҙҙы ҡоллоҡҡа таратҡанадар. Ауылда тотошо тигәндәй шул уҡ яҙмышлы. Ә Биксәтәй иҫән, апай!

Киҫәкбикә сәңкеп-сәңкеп, елек майҙарына тиклем үтеп, аяҡ һыҙлауын да, нисә көндәр тәғәм ризыҡ ҡапмай һыу менән генә тамаҡ сылатып килеүен дә онотто, шатлығынан ни әйтергә белмәй, хатта тотлоғоп ҡалды. Шунан:

– Үтләү, туғанҡайым, ҡалай ғына бәхетле иттең мине был хәбәрең менән! – тине лә һыңҡылдап илап ебәрҙе.

– Апай, Биксәтәйҙе алып киләйемме?

– Юҡ, туғанҡайым, аҙыраҡ хәл алайым. Мине был ҡиәфәттә күреп йәлләмәһен. Иртәгә килер.

– Апай, әйҙә, киленеңдең сәйе ҡайнап та сыҡты.

– Балаларың иҫәнме?

Үтләү тәрән итеп көрһөндө, тыныу ҡайнарлығы хатта эргәһендә ултырған Киҫәкбикәнең сикәһенә бәрелде.

– Аңланым, туғанҡайым… – тине Киҫәкбикә, башын эйеп эйәк ҡағып ҡына ҡуйҙы.

– Әле бәләкәсебеҙ бар. Ауылда бер нисә сабый тыуҙы. Тотош ауылға йәмғеһе ике һыйыр. Һөтөн сабыйҙарға ғына тотабыҙ. Биксәтәйҙең дә улы бар. Теремек кенә.

Айҙан ашыу юл аҙабы күреп килгән Киҫәкбикә был һөйөнөслө хәбәрҙән һуң йылмайып йоҡоға талды.

Иртәгеһен төндә килде улы. Өс йыл эсендә ҡәҙимге буй еткереп, ир ҡорона ингәйне ул. Тәүҙә аптырап, был хәбәргә ышанмайыраҡ торҙо. Шунан, әсәһен күргәс, ғәйепле кешеләй, башын эйеп кенә эргәһенә килде. Хәл алайым тәүҙә, тиһә лә бер төнлөк кенә ялдан һуң йәлләмәҫлекме ни? Элекке әсәһенән бер ни ҙә ҡалмағайны. Һәр саҡ көр күңелле, шаян һүҙле, гел генә йылмайып һөйләшкән әсәһенең ҡарашында ҡара көйгән ер һыҙланыуын күрҙе Биксәтәй.

– Әсәй, мин һине ҡотҡарам. Әсәй, әйҙә, шул мин йәшеренгән урынға. Унан һуң күҙ күрер. Һин бит минең өсөн…

– Балам, мин һине бурысҡа тип ҡотҡарманым. Әгәр бурыслымын тиһәң, улың алдында ғына. Улың булыуына шатландым, йәшәреп киткәндәй булдым. Байрасовтар нәҫеленең дауамы бар. Хуп. Килен дә яҡшы нәҫелдән икән. Хуп. Улар быуындан күсә килгән көрәшселәр нәҫеле. Миңә күрһәтерһең килен менән ейәнемде. Тик үҙҙәре белмәһен, – тине Киҫәкбикә, тулҡынланыуын йәшерергә тырышып. Улы, әсәһенең ҡиәфәтенә ҡарап, тәрән итеп көрһөндө:

– Беҙҙе көл-күмергә әйләндереп, еңдек тип уйлайҙармы икән? Һарыуҙы ғына ҡайнаттылар…

Киҫәкбикәнең үткер күҙҙәре кинйәһенең тап атаһыныҡы кеүек бөркөт ҡарашында ҡапыл ялтлап киткән нәфрәт осҡоно абайлап ҡалды ла тынысландырыу ниәтенән:

– Улым, ғаиләң өсөн ҡалҡан бул, балаларыңды ишәйт, – тине һәм арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.

– Һине генә йәшерерлек әмәл табырбыҙ, әсәй. Мин хәҙер үк урын әҙерләргә китәм.

– Улай булмай, балам. Мине эҙәрлекләп сыҡҡандарҙыр инде. Тапһалар ҙа, тапмаһалар ҙа тотош ауылды тағы утҡа тоторҙар. Һыныҡҡа һылтау ғына кәрәген аңлайһың бит. Ә мин нисек йәшәгәнмен – шулай йәшәрмен. Иң мөһиме – һеҙ иҫән. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, ҡайтарып та ебәрерҙәр, – тине Киҫәкбикә, ҡараштарын осраштырмаҫҡа тырышып.

Үтләүҙәрҙә кеше күҙенә салынмай ғына биш көн буйы йәшәне Киҫәкбикә. Улы Биксәтәйҙең иҫән булыуын белгәс, ҡан һауып күрәшкә әйләнә башлаған күҙҙәре асылып киткәндәй булды. Биксәтәй балаһын күтәреп, ҡатынын эйәртеп, бер нисә тапҡыр ауылдың түбән яғына барып кире әйләнеп ҡайтты. Ни эшләп улайтып ауыл буйлап йөрөгәндәрен хатта ҡатыны ла белмәне. Ә Киҫәкбикә уларҙы, тәҙрә аша ҡарап, күңеле менән балаларын наҙлап-иркәләп ҡалды. “Ана бит, кинйәһе – Биксәтәйе тас атаһы! Улын күтәреп һәләк ғорур атлай! Ай, атас, рәхмәт яуғыры. Килене лә иш килгән, ипле генә тойолһа ла, башын юғары тотоп атлай… Инә ҡорт ниндәй – күсе лә шундай. Шулай булһын, иншалла. Байрасовтар ваҡ булманы бер ваҡытта ла. Үҙҙәренең кем икәнлектәрен, ни эшләгәндәрен белеп йәшәне! Артабан да шулай булһын. Амин”.

Хәҙер фани донъяла уға бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. Тик үҙен һыйындырған, тубыҡ бөкләп урындығына ултыртып, сабыйынан арттырып сәйенә һөт тамыҙып, самауыр шажлатып сәй эсергән, ҡорот иҙеп ашатып, ирәмәл төнәтмәһе менән дауалаған, улы менән күрештергән Үтләү ғаиләһен дә, улын да, ауылды ла хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай. Башҡалар һиҙмәҫ элек китергә кәрәк. Шулай тип уйланы Киҫәкбикә. Шунан ауылынан бик алыҫҡа, Урал аръяғына батшаның ышаныслы кешеһе старшина Мәндарға китте.

Мәндарға ул барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе лә, мине һин Екатеринбургҡа ҡире оҙат, яңы ғына ҡулға алдым, тип яҙ, пропуск бир, башҡаларын өндәшмә, һиңә берҙән-бер үтенесем шул, тине. Мәндар уны үҙҙәрендә йоҡларға ҡалдырырға булды. Уның был тәҡдиме шик тыуҙырһа ла Киҫәкбикә ризалашты. Уға хәҙер барыбер ине. Мәндар ҡатынынан Киҫәкбикә тураһында ентекләберәк һорашты. “Үҙемде ниндәй яза көткәнлеген беләм. Тик аяҡтарым ныҡ боҙолған. Майҙанға сыҡҡанда, сатанлап-ыңһаңлап атлағы килмәй. Ҡаҙ һуйһағыҙ, йәрәхәттәрен дауалап алыр инем”, – тине. Ҡатынынан был хәбәрҙе ишеткәс, Мәндар йоҡларға ятҡан еренән һикереп килеп ултырҙы. Ынтылып сапанын алды, ҡатаһын ҡуңалтаҡ кейҙе… Ҡатыны иренең был тиклем ярһығанын күптән күргәне юҡ ине. Киҫәкбикәнең үҙ ауылында булыуын, улы менән күрешкәнен юҡҡа әйттем, ахыры, тип, ҡурҡып китте.

– Йоҡламаһа, саҡыр әле Киҫәкбикә апайҙы, – тине Мәндар, алғы бүлмәгә сығып.

Киҫәкбикә бешекләнгән йөнтәҫ япраҡтың һутын һығып табанын ыуа ине, шунда уҡ таҫтарын бөркәнде лә Мәндар янына инде.

– Киҫәкбикә апай, һине ниндәй яза көткәнлеген мин дә беләм. Һин миңә туған… Апай, ҡал беҙҙә. Аяҡтарың уңалғансы йәшә. Тик урамға сығып, кеше күҙенә салынып йөрөмә, бер кем дә белмәһен. Шунан пропускной яҙып бирермен. Беҙҙә ваҡытта нимә танһыҡлаһаң, шуны аша. Ни һағынһаң, шуны эшлә. Төндәрен ихатала йөрө, тик һаҡ бул. Юғиһә, нимә янағанын үҙең беләһең – минең дә балаларым ишле, – тине.

– Рәхмәт, Мәндар. Изгелегең балаларыңа ырыҫ булып ҡайтһын.

Ай ярым йәшәтте уны Мәндар. Киҫәкбикә уның ғаиләһенә ҡорот ҡайнатышты, ҡыҙыл эремсек киптерҙе, балан ҡағы ҡойҙо, ҡаҙы яһап, тултырма тултырышты, мәтрүшкә, шалфый ҡушып бәйләнгән ҡайын япрағы менән мунса инде, шау сәскә итеп сигелгән алъяпҡыстар һалып, таҫтар урап йөрөнө. Мәндарҙың, Биксәтәй улының, Үтләүҙең ғаиләһенә, туғандарына, ауылдаштарына, юлда саҡта үҙенә ярҙам ҡулы һуҙғандарға именлек-бәхет теләп доға ҡылды, аят уҡыны. Аяҡ яралары төҙәлгәс, Мәндарҙан пропускной хат алды ла Дыуан юлында Ирәләш йылғаһы буйындағы ҡәйнеше Рәзге Байрасовта ике көн йәшәп, батшаның ышаныслыһы Мәхмүт Мамаҙилин тигән кешегә китте. Мәндар бирген пропускыһын йыртып ырғыты. Хәҙер инде пропуск кәрәкмәй ине. Мамаҙилин ул күрешкән кешеләрҙе белергә тейеш түгел. “Айыуҙың ни уйлағанын ҡайҙан беләһең?” – тигән булыр ине һунарсы ире шикләнгән кешеһе тураһында. Мәхмүт уны ҡапҡаның эс яғына ла индермәй генә тыңланы ла, бер йотом һыу ҙа эсермәй, шундау уҡ ҡабат Екатеринбургҡа алып китте…

– Һин Тугилдене ни өсөн яндырғандарын белһәң дә ҡабат үҙебеҙ… үҙегеҙсә доға ҡылырға йөрьәт иттеңме? Үтә өлкән түгелһең бит, апай, йәшәгең килмәйме ни?

– Катерина булыпмы?! – Киҫәкбикә асыу тулы күҙҙәрен Иван Дураковҡа төбәне. Был ҡараштан хатта бығау ҡулсалары өҙөлөп, тимер киҫәктәре селпәрәмә таралыр кеүек ине. Ярһыуынан ни эшләргә белмәгән Киҫәкбикә тороп баҫты, әммә бығау ауырлығынан һикегә кире ултырҙы. Тимер сынйыр ҡулсалары сыңлап китте. Төрмә бүлмәһендә тынлыҡ урынлашты. Иван дураковтың тағы ни ҙә булһа, өндәшергә түгел, уның яғына ҡарарға ла баҙнаты етмәне. Бер аҙҙан ул һаҡлыҡ менән генә башын борҙо. Киҫәкбикә тәҙрә ярығынан тубығына һыҙылып ҡына төшкән нурҙы һыйпап ултыра ине. Биксәтәйенең ҡулындағы ейәнен күҙ алдына килтереп, шул нурға оҡшатып, уй-хыялында иркәләп йылмайҙы. Күңеле сабый һөйөү наҙына тулған йылмайыуҙар ҡараңғы бүлмә ҡапыл баоҡып, яҡтырып киткәндәй тойолдо. Был ауырыу йәки аҡылдан яҙған кеше йылмайыуы түгел, был һау-сәләмәт кешенең ҡәнәғәт йылмайыуы ине. Әйтерһең, әле Киҫәкбикәнең бығауҙарын ысҡындырғандар ҙа, үҙ иркенә ебәргәндәр. Ә ул бейек тау башына артылып, көләс ҡояшҡа бағып: “Ҡояш, мин дә һинең һымаҡ азатмын. Минең йәнемде бер кем дә, бер ни ҙә тотҡон итә алмаясаҡ!” – тип йылмая. Ә ҡояш уның ошо бәхетен аңлай һәм көлтәләй нурҙарын тик уның ҡыуанысын уртаҡлашыу өсөн генә һибә.

– Мин йәшәнем! Иңһәлегемде иңемә һалып, аяҡтарыма сарыҡ кейеп Киҫәкбикә булып болондар буйланым, турғай сирҡылдауын Киҫәкбикә булып тыңланым, тыуған яғымдың һауаһын Киҫәкбикә булып һуланым. Минең әле ни тиклем бәхетле икәнемде ошондай шатлыҡты үҙе кисергән кеше генә аңлар ине… Өс тапҡыр ҡастым мин. Өс быуа Киҫәкбикә булып йәшәнем… Мәңгелек донъяға Киҫәкбикә булып китәм…

Был һүҙҙәрҙән һуң Иван Дураков, ҡапыл иҫенә килеп, һөйләшеүҙе теркәй барған ҡағыҙҙарын тотто ла Канцелярияға йүгерҙе. Ул йүгерҙе, артынан Киҫәкбикәнең тантаналы йылмайыуы ҡыуа килгән һымаҡ тойолдо. Бер аҙ барғас, нимәлер онотҡандай, туҡтап ҡалды, кире боролдо ла ишектәге аҙыҡ бирә торған уйымдан бүлмә эсенә ҡараны. Төрмә тәҙрәһе ярыҡтарынан төшкән нур шәлкеме Киҫәкбикәнең иңенә лә, йөҙөнә лә ҡунғайны. Ул, ишеккә арты менән торһа ла, тотош булмышынан шул нурға бағып йылмайғаны тойола ине.

"Ейәнсура таңдары"нан.

 
Киҫәкбикә. Хикәйә. Мәрйәм Бураҡаева.
Киҫәкбикә. Хикәйә. Мәрйәм Бураҡаева.
Автор:
Читайте нас: