Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
16 Сентябрь 2021, 15:23

Ымһыныу

Йәш саҡта Ғәфүрҙең уның Разияһын яратыуын белеп-һиҙһә лә, уға артыҡлап иҫе лә китмәне, сөнки һөйгәненең уға күҙ һалыу ғына түгел, боролоп та ҡарамаҫын белә ине. Урта буйлы, бөрсәләй хәрәкәтсән, үткер, тура һүҙле, һөйкөмлө, сибәр ҡыҙ нишләп кенә тишек арбанан төшөп ҡалған бер йүнһеҙҙе һайлаһын? Хатта Разияның уны үҙ итеп һайлап кейәүгә сығыуын әле лә төшөнөп етмәй. Ошонан аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ ҡарап-күреп түгел, ишетеп ярата, тигән ырымға ышанма инде. Йоҡа, һонтор кәүҙәле, ыҙмалалай ҡара бөҙрә сәсле, етдилеген белгертеп сирылып тоташҡан ҡалын ҡаштары ас яңаҡлы йөҙгә уҫаллыҡ һыҙаттары өҫтәһә лә, Нур, асылда, ипле һүҙле, тыйнаҡ мөнәсәбәтле егет ине, ә ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ундайҙарға һылашып барыусан.

Ымһыныу (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов

Көтмәгәндә-уйламағанда Нур Сәлимович Мәхмүтов сағыу, ялтыр хәрефтәр менән яҙылған күркәм саҡырыу открыткаһы алды. Ул башта аптыраулы ҡарашын ҡаршыһына баҫҡан йәш ҡыҙға һирпте, шунан әлеге открытканы ҡайҙа итергә белмәгәндәй, ҡулында әйләндергеләне.

 

Был ташҡа баҫылған сәләм хатын яр аҫтынан яу сыҡҡандай сәйерһенеп, ыуаланып ҡабул итеүе шунан ғибәрәт: хаҡлы ялға сыҡҡандан бирле әүәлге эш урынында уны тәүге тапҡыр хәтерҙәренә төшөрөүҙәре һәм ошо хәбәрҙе ебәреүҙәре. Ҡала хакимиәте йылдың йылы ҡарт-ҡороно ололар көнө айҡанлы сәй табынына йыя йыйыуын, өҫтәүенә, ойоштороусылар мәжлес һуңында яһалма ихласлыҡ күрһәтеп, битараф йөҙҙәрен көсләп йылмайтып, һәр килеүсегә сығыр ерҙәге мөйөшкә өйөлгән пакеттарға һалынған ҡуш йоҙроҡтай күстәнәсте тоттороп оҙатҡан була, һый-хөрмәт күрһәтеүҙәре инде үҙҙәренсә, һәр предприятие етәксеһе аҡса бүлеп ойошторған ҡарттар йыйынына китер сығымдарға ул пенсияға сыҡҡан төҙөлөш тресы ла тейеш өлөшөн индерәлер, күрәһең. Нур буштан килгән һыйланыуҙарҙы өнәп бөтөрмәгәнлектән, бер нисә тапҡыр барып, эсе бошоп ҡайтты ла, һуңғы йылдарҙа ундай урындарға йөрөүҙән ҡырҡа баш тарта килә, ҡатынының өгөтләүҙә-ренә лә маҙаһыҙлаған күгәүендәрҙән ҡотолорға теләп сәбәләнгән алашалай ҡулдарын һелтәп лауылдай: «Тамаҡ өңдөп, бүләк там итеп һәмтәңләргә ҡушаһыңмы ҡартайған көнөмдә, ана, нәфсеһен тыя белмәгән ҡарун Ғәфүр барһын!»

Нур ғүмере буйы төҙөлөштә бригадир вазифаһында эшләне, һөнәрен яратып, күңелен һалып ихлас башҡарҙы. Ҡурсаҡтай йәмле, уның ауылы янындағы Аҡҡаялай мөһабәт итеп төҙөгән йорттарын шутлай китһәң, ике ҡул бармаҡтары етмәҫ. Ауылында урта мәктәпте тамамланы ла, юныу-йышыу һөнәре, оҫталыҡ шөғөлө йәненә яҡын булғанлыҡтан, һабаҡташ дуҫына эйәреп, ҡала профтехучилищеһына юлланды. Белем алғас, ошонда уҡ төҙөлөштә ҡалды. Ул арала булмай хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Ил алдындағы изге бурысын үтәне, ауылға ҡайтып, ҡаҡшаған йорт-ҡураны һипләне һәм гимнастеркаһын да һалып тормай, кире ҡалаға юлланды. Әле яңғыҙым көн итерлекмен, бирешмәм, һайлаған һөнәрең буйынса әҙерәк эшләп ал, аҙаҡ күҙ күрер, тип әсәһе лә улының теләгенә ҡаршы килмәне. Тәүге йылдарҙа үҙе ише тиҫтерҙәре менән дөйөм ятаҡта йәшәне, ике йылдан тырыш, егәрле егеткә яңы төҙөп тапшырылған йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Әле лә шунда йәшәп ятҡан көнө, торлағын иркенәйтеү йәһәтенән һоранманы, теләнселәмәне, маҙаһыҙламағас, хужалары ла тәғәйен иғтибарҙы күрһәтергә ашығып барманы.

Медицина училищеһында уҡып йөрөгән ауыл ҡыҙы Разия менән йәштәр кисәһендә танышҡайнылар, оҙаҡҡа һуҙмай әйләнеп тә ҡуйҙы. Бер йылдан игеҙәк улдары Камил менән Данил, ары төпсөктәре Раушания тыуҙы. Тормошо яйға һалынғас, ауылда ҡалған яңғыҙ әсәһен янына күсереп алды. Ҙур ғаиләлә ҡыҫынҡылыҡ тойолманы, бер-береһен аңлап, күтәрмәләп, хәстәрләп, татыу йәшәнеләр. Буй еткереп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫты инде балалары: игеҙәктәр нефть институтын тамамлап, Себер яҡтарында төпләнеп, газ-нефть ятҡылыҡтарын эҙләү-табыу эштәре менән булаша, Раушания әсәһенең һөнәрен үҙ итеп, медицина юлынан киткәйне. Башта урындағы училищела, ары баш ҡалалағы институтта белем алып, әле Өфөләге бер дауаханала бүлек мөдире йөгөн тарта, күптән түгел медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация ла яҡланы.

Һиҙелмәһә лә, шулайтып йылдар артынан йылдар үтә торҙо, хәҙер инде улар икеһе лә хаҡлы ялда. Әсәһе ҡартайған көнөндә улы һәм килененән ҡәҙер-хөрмәт күреп, көнитмешенә шөкөрәна ҡылып йәшәне лә, һикһәнен тултырып үлеп китте. Васыятын үтәп, ауылға алып ҡайтып ерләнеләр. Ә балалары, эш кешеләре, ҡайтып күренеп, ата-әсәләренең хәлен белергә лә форсат тапмайҙар һуңғы йылдарҙа. Икәүҙән-икәү генә ҡалғас, фатирҙары бушап, етемһерәп ҡалғандай итте. Шуға бер-береһен юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, эйәртенешеп йөрөп хәбәр һөйләшәләр хәҙер. Нур үҙе хаҡлы ялға сыҡҡандың икенсе көнөндә үк эшен урынына әҙерләп йөрөгән ярҙамсыһына тапшырҙы.

Разияһы һаман да эшен ташламаған, терапия бүлегендә дежур шәфҡәт туташы булып эшләй, һиҙемләүенсә, әлегә өйҙә ултырырға йыйынмай ҙа шикелле. «Әрһеҙләшмә ҡәҙереңде ебәреп, мәлендә әҙәмсә китә лә бел, һөймәгәнгә һөйкәлмәйҙәр!» «Нишләп әрһеҙләшәйем, ти, йәнем тартҡан шөғөлөм, минең һымаҡ һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы аҙым һайын осрап бармай, – тип яуаплай бисәһе, – коллегаларым алдында абруйым бар, ауырыуҙар яратып, ихтирам итеп торалар, дежурға килеүемде көтөп ала алмайҙар, укол ҡаҙағаныңды ла тоймайбыҙ, ҡулың бигерәк йомшаҡ, тиҙәр». «Бер ҡатлы икәнлегеңде һиҙгәнгә һалпы яғыңа һалам ҡыҫтыралар, ә һин, бер ҡатлыла-нып, шуға ышанаһың. Ауырыуҙарҙың көнө балнисҡа ҡалғас, ни хәл итһендәр инде?!» Зитына тейеүгә сыҙамаған ҡатыны ла уҫал ҡаҙала: «Ҡабатлап әйтәм, мына мин – отличник, ә һин ғүмерең буйы тир түгеп тә ғәмәлгә яраҡһыҙ маҡтау ҡағыҙҙарынан башҡа, исмаһам, мир алдында бәҫеңде күтәрерҙәй берәй исемең дә юҡ», – тип йәнен үртәй иренең. «Уның ҡарауы, егеттәр һаман да һағынып иҫкә алалар икән, сөнки оҫталыҡ, нескәлек талап иткән бар эштәр минең өҫтә ине. Әлегә тиклем дәдәңдең ысулы менән мөйөштәрҙе тоташтыра белмәйҙәр икән, күпме өйрәттем, тәки сөрәкә баштарына һеңмәгән!» – тип бирешергә теләмәй телләшә Нур Салимович.

Ҡатыны менән шулай сәкәләшеп алалар ҙа, икеһе ике бүлмәгә инеп бикләнәләр. Тик оҙаҡҡа түгел, ҡайтымһаҡ, ҡайһы саҡ оторо ҡупһа ла ыңғайға һыпырып төҙәтеп ҡуйыуға маһир Разияһы үпкәһен тиҙ үк онота ла, аш бүлмәһенә үтеп, йүгермәләп йөрөп сәй табыны әҙерләй, шунан ипле генә итеп өндәшә: «Ҡуй, сүптән сүмәлә өйөп, тәмһеҙләтмәйек, әйҙә, сәй һөрпөлдәтеп алайыҡ, үҙең беләһең, һиңә әҙләп-әҙләп кенә йыш ашау кәрәк. – һөйләшеүҙе лә ыңғай яҡҡа көйләй. – Кисә, һин өйҙә юҡ саҡта, Раушанияның улы Рәмил шылтыратты, ҡартатай нисек йөрөй әле, ти». Ейәне тураһында ишетеү Нурҙы шунда уҡ үҙгәртеп ебәрә, йөҙө асылып, маңлай һырҙары яҙылып китә. Былай ҙа, яйы сыҡҡан һайын ейәнемдең төҫ-башы ла, ҡылығы ла үҙемә оҡшаған, тип ҡабатларға ярата, һәр хәлдә, Ғәфүрҙең боламыҡ ейәндәре түгел инде, тип тә өҫтәй.

Өнәп еткермәй шул Ғәфүрҙе; һөйләшеүен, атлап йөрөүен, килешһеҙ, әрпеш итеп кейенеүен, хатта ҡорһағын тыш яҡҡа бүлтәйтә биреп тарбайып баҫып тороуын да ене һөймәй. Уны мөрхәтһенмәүен, ятһыныуын үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәй, әллә йәш саҡта ҡатынының артынан һөйрәлеүен онота алмаймы, әллә ғүмере буйы төҙөлөш бухгалтерияһында ыштан туҙҙы-рыуын оҡшатмаймы, әллә ир-атҡа килешмәгән ваҡсыллығын ҡабул итмәйме, бер Хоҙай белә. Һуңғы сиктә, теләйме ул, юҡмы, аралашалар барыбер, ни тиһәң дә, тиңдәштәр, замандаштар, һөнәрҙәре тап килмәһә лә бер треста эшләнеләр.

Йәш саҡта Ғәфүрҙең уның Разияһын яратыуын белеп-һиҙһә лә, уға артыҡлап иҫе лә китмәне, сөнки һөйгәненең уға күҙ һалыу ғына түгел, боролоп та ҡарамаҫын белә ине. Урта буйлы, бөрсәләй хәрәкәтсән, үткер, тура һүҙле, һөйкөмлө, сибәр ҡыҙ нишләп кенә тишек арбанан төшөп ҡалған бер йүнһеҙҙе һайлаһын? Хатта Разияның уны үҙ итеп һайлап кейәүгә сығыуын әле лә төшөнөп етмәй. Ошонан аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ ҡарап-күреп түгел, ишетеп ярата, тигән ырымға ышанма инде. Йоҡа, һонтор кәүҙәле, ыҙмалалай ҡара бөҙрә сәсле, етдилеген белгертеп сирылып тоташҡан ҡалын ҡаштары ас яңаҡлы йөҙгә уҫаллыҡ һыҙаттары өҫтәһә лә, Нур, асылда, ипле һүҙле, тыйнаҡ мөнәсәбәтле егет ине, ә ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ундайҙарға һылашып барыусан. Йылдар үтеү менән һүҙсән ҡатынына эйәреп, әйтерен тоҙлап-борослап ысҡындыра ысҡындырыуын, мәгәр эскерлектән түгел, ҡапыл тоҡанып китеүсән яндырайлыҡтан...

* * *

Саҡырыуҙы килтергәндәрендә фатирҙа ул яңғыҙы ине. Йәш ҡыҙ ҡағыҙ битендәге исемлеккә ҡултамғаһын ҡуйҙырҙы ла, мөләйем йылмайып өҫтәне: «Һеҙгә барыу мотлаҡ, шуға ҡултамғағыҙҙы алырға ҡуштылар. Көтәбеҙ». Саҡырыусыны оҙатты ла, залға үтте Нур, ҡәнәфигә ҡулайлап урынлашҡас, күҙлеген кейеп, открытканы ҡәҙерләп ҡулына алды, асты, унда яҙылған һүҙҙәрҙе шыбырҙап уҡыны: «Төҙөлөш тресының 80 йыллыҡ юбилейына арналған кисәгә саҡырабыҙ, һеҙҙең урын...»

Башын артҡа ташлап берауыҡ онотолдо, эшләгән йылдары бер-бер артлы күҙ алдынан йүгереп үтте. Был һикһәндең ҡап яртыһы уның хеҙмәт өлөшөнә төшкән. Ҡайһылай ауыр шарттарҙа башлағандар ине бит әле ҡалалағы төҙөлөштө: техника етешмәй, кирбес-цементын килтереп өлгөртә алмайҙар, сөнки тимер юл яңы һалына башлаған осор ине бит. Кирбестәрҙе өҫкә мендереү өсөн краны ла юҡ, носилкаға көн ҡала. Ҡышҡы селләләрҙә йылынып сығыр урын тапмаҫһың. Ә шулай ҙа йәмле заманда эшләгәндәр барыбер, ул саҡта әҙәм балаһының күңелендә киләсәккә яҡты ышаныс бар ине. Бөгөн шул трест теге саҡтағынан да ауырыраҡ көрсөккә килеп терәлгән, тиҙәр, төҙөлөш тә бармай икән, йылына бер-ике йорт тапшыралар ҙа –вәссәләм, шунан юғарынан килгән түрәләргә төҙөгәндәрен әллә нисә ҡат күрһәтеп маҡтаналар, йомортҡа һалған һайын шашынып ҡытҡылдаған тауыҡ ише ҡыланалар. Анау ҡала дауаханаһын ыҙалай-йонсой саҡ ослағайнылар, хәҙер шуны рәсми рәүештә асып, өс тапҡыр ал таҫманы киҫтеләр, һуңғыһы үтә лә күтәренкелек шарттарында үтте: көн һалҡын уҡ булһа ла, медперсоналды аҡ халаттарын кейҙереп теҙеп баҫтырып ҡуйҙылар. Абруйлы ҡунаҡ көттөрөп-ялындырып килде, ул күренеү менән йыйылыусылар һалҡындан тумбыҡҡан быуындарын көскә яҙып, ҡул сабып маташтылар, күккә аллы-гөллө шарҙар осорҙолар. Күҙ буяу был, ысын мәғәнәһендә үҙеңде лә, башҡаларҙы ла алдау. Ә бит ҡаланың ҡап яртыһын улар ҡалҡытты, улар төҙөнө, бер йылы тиҫтәнән ашыу йортто ҡулланыуға тапшырыуҙары хәтерендә. Етештереү объекттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары төҙөлгәс, халыҡ та дәррәү күсеп килә башланы. Кәрәкле белгестәргә шунда уҡ, ҡалғандарға ике-өс йыл арауығында фатирҙар бушлай бүленде. Матур, күңелле йәшәгәндәр, тырышып эшләгәндәр ни тиһәң дә...

Разияһы эштән ҡайтып инде лә, өҫтөн алыштырып, йорт мәшәҡәттәре менән булашып алып китте. Таҙалыҡ, бөхтәлекте ярата шул, ҡайтып инһә, ҡулынан еүеш сепрәк төшмәй, унан ҡалһа, геүелдәтеп саң һурҙырғысты тоҡандырып ебәрә, һауыт-һабаны йыуырға-йышырға тотона. Уңды ҡатынынан, һүҙ ҙә юҡ, уңды. Ата-әсәһенән иртә ҡалып, олатаһы-өләсәһе ҡулында тәрбиәләнгәнлектән, терпеләй энәләрен ҡабартып һаҡланырға әҙер, мәгәр күңеле йомшаҡ, йәне миһырбанлы, ире, балаларын ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәй.

Нур ҡылъяймаған ҡиәфәттә улай-былай үткеләгән булып, бүлмәләр араһын кәлепләне лә:

– Ҡарсыҡ, мине бит төҙөлөш тресының юбилейына саҡырҙылар, – тине һәм открытканы алып, ҡатынына һондо. Тегеһе нуры ҡайта башлаған күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, яҙылғандарҙы уҡырға маташты ла, килеп сыҡмағас, ҡулындағын өҫтәлгә ырғытып, ғәжәпләнеп һуҙҙы:

– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ошоғаса мәжлестәргә барыуҙан ҡырҡ һылтау табып ҡаса инең, әле шуға ҡыуанаһыңмы?

– Был инде икенсерәк ойошторолған сара, беҙ нигеҙ һалған төҙөлөшкә 80 йәш тә тулып киткән.

– Бөгөн ни, әҙәм рәтле эшләргә белмәһәләр ҙә, байрам итергә хиресләнеп алдылар, тормош ҡиәмәт көнөндәге шайтан туйына оҡшап бара, билләһи. Әйткән нимәң дә сираттағы шау-шыу ғыналыр.

– Улай тимә әле, трест йәнемә яҡын һәм ҡәҙерле, ни тиһәң дә, унда ярты ғүмерем үтте, хеҙмәт кенәгәмдә лә бер генә яҙыу, тимәк, ҡала төҙөлөшөнөң айырылғыһыҙ өлөшөмөн.

– Өлөшө, тимә инде, бәләкәй генә шөрөбө.

– Бер шөрөп етмәһә, тотош механизмың туҡтап ҡала, шуны онотма.

– Шөрөптөң дә төрлөһө була, пенсияға сыҡҡас, шул механизмдан төшөп ҡалдың, ә ул туҡтанымы? Юҡ! Әлеге мәлдә Нур ғына түгелһең, пенсионурһың, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй!

Әй, һиңә хәбәр һөйләгән мин иҫәр! – Үпкәләгәндәй иткән Нур, ары һүҙ көрәштерергә теләмәй, ҡулына гәзит эләктереп, ҡыштырҙатырға тотондо, хәлбүки оҙаҡҡа түгел, үткелеккә сыҡты, стенаға беркетелгән телефондың трубкаһын алды ла кәрәкле һандарҙы йыйырға кереште:

– Ғәфүр, һаумы? Ни эштәр бөтөрөп ятаһың?

Теге оста көтөлмәгән шылтыратыуға аптыраңҡыраған тауыш ишетелде:

– Ә-ә-ә, ҡорҙаш, шәпме? Эштәргә килгәндә, ығырлап-шығырлайбыҙ әҙләп, баҙарға сығып, баҡса емешен аҡсаға алыштырып ултырҙым. Нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк бит, көн дә үтә, әҙләп кеҫәгә лә тама, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, баҙар иҡтисадына яраҡлашып йәшәп ятыла. Үҙең нимә ҡыйратаһың?

– Артыҡлап ҡыйратҡан нимә юҡ, БАМ-дың исемлегенә яҙылдым.

– Ул быуат төҙөлөшөн онотоп барыла ине, хәтергә төшөрҙөң әле.

– Ниндәй төҙөлөш тағы, беләһең килһә, пенсионерҙарҙың маршруты өс йүнәлештә: балнис, аптека, магазин!

– Минең йомоштар әлегә баҙар, алыш-биреш, магазин тирәһендә сыуала.

– Баҙарсының һанаулы ваҡытын оҙаҡ алмай ғына һорайым әле, трестың юбилейы икәнлеген беләһеңме?

– Ниндәй юбилей? Кисә генә шул тирәгә барып әйләнгәйнем, өндәшмәнеләрсе.

– Ә бына мин исемлектә бармын.

– Дә-ә-ә, – тип һуҙҙы теге ос, уйланыңҡырап та торҙо шикелле. – Атҡаҙанғанды түгел, прастуй эштә эшләп ялға сыҡҡан ташсыны саҡырғандар, шуныһы сәйер. Белешеп, төбөнә төшөргә кәрәк.

– Ҡасанға әйткәндәр?

– Ике аҙна самаһы ваҡыт бар әле.

– Иртә өндәшеүҙәре лә аңлашылып бөтмәй... Йә, ярай асыҡлармын да еткерермен. Моғайын да, шуның өсөн шылтыратҡанһыңдыр бит инде?

– Шуға шул. Ярай хуш.

Залға сығып, гәзит-журналдарға яңынан иғтибарын йәлеп итергә тырышһа ла тынғылыҡ тапманы, Ғәфүрҙең: «Иртә өндәшеүҙәре аңлашылып бөтмәй», – тип әйтеүе күңелен тағы ла елкендереп ебәрҙе. Арҡаһын диванға терәп ҡайҡайҙы, ә мейеһен һаман да һораулы уйҙар йыбырлата. Ошоға саҡлы йыйын-табындарҙы үҙһенмәй ине, нишләп әле көтмәгәндә тоҡанып китте? Әллә был ысынлап та ҡартайыу ғәләмәтеме? Кеше олоғайған һайын уға бала фиғеле инә тигәндәре дөрөҫтөр. Үткәндә ейәне тыуған көнө менән ҡотлап открытка ебәргәйне, күҙҙәренә йәш эркелде, уны күрһәтмәҫ өсөн ҡарашын йәшереп башын эйгәйне, быны күреп өлгөргән Разияһы кеткелдәп көлдө лә ебәрҙе: «Китсе, ҡарт, ҡотлау алып та йәшкәҙәп ултыраһың, олоғайыуың шулмы, әллә ысынлап та тилеләнә башланыңмы?» «Бер ҙә тилеләнмәйем, әлегә үҙ аңымдамын. Ата-әсәһе иҫенән сығарған саҡта Рәмилдең онотмай ҡартатайына ҡотлау ебәреүе ҙур эш. Тимәк – белекле, кеселекле, иғтибарлы. Теге кеҫә телефонынан смс тигән ғәләмәтте лә оҙатмаған, шылтыратманы ла, иллә килешле итеп яҙып, боронғоса открытка һалған. Ызнашит ул ҡартатайын ярата һәм хөрмәт итә...» – тип яуапланы.

Тағы кемдәрҙе саҡырғандар икән? Моғайын да штукатурсы Бибинурға өндәшкәндәрҙер, ул да унан ике йылға ҡалып хаҡлы ялға сыҡты. Йәнә маляр Тәслимәгә, шунан ташсы Биктимергә, Рафаилға саҡырыу ебәргәндәрҙер... Улар тотоп торҙо бит уның бригадаһын, нисәмә йыл республика профсоюздарының күсмә байрағын ҡулдан ыскындырманылар, һәммәһе лә «Социалистик хеҙмәт ударнигы» исемен лайыҡлы йөрөттө... Трестың элекке начальнигы Болдырев Иван Федоровичты ла саҡырырҙар ине лә, ул элекке йыл оҙаҡ ауырығандан һуң үлеп ҡалды, эшсән, аҡыллы, киң ҡарашлы ойоштороусы булды. Уны эшкә алғанда Болдырев баш прораб ине, шунан начальник урынбаҫары, ары начальник итеп үрләттеләр. Тотонған шөғөлөнә бөтмөр, оҫта ҡуллы Нурҙың кешеләр менән етәкселек итеүгә барымы юҡ кимәлендә ине, мәгәр Иван Федорович тәжрибәһеҙ йәш егеттә шул һәләтте тойомлап, уға ышаныс күрһәтеп, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, алдынғы бригадаға бригадир итеп тәғәйенләне. Үҙенсәлекле, үҙ һүҙле, тырыш һәм шул уҡ ваҡытта аҙым һайын бола күтәрергә әҙер бригадаға юлыҡты ул: теленән дә, ҡулынан да эш килгән Бибинурҙы, Нестор Махно ҡушаматлы Ҡылый Биктимерҙе генә алып ҡара...

Шул саҡ уйын бүлеп, телефон шылтыраны. Ғәфүр икән:

– Ҡорҙаш, был мин әле тағы... Һинең йомошто йомошлап йөрөгән көн. Трест идаралығы урынлашҡан офисҡа барып әйләндем, юбилей үткәреүҙәре раҫ. Мине саҡырмауҙарын да асыҡланым, кем төҙөлөшкә нигеҙ һалған, шуларҙы ҙурлаясаҡбыҙ, тине профком рәйесе. Балыҡ тәрәнде, кеше ҡулай урынды һайлай, тигәндәй, арыу эш эҙләп, төҙөлөш тресының бухгалтерияһына килгәнсе байтаҡ урындарҙы ҡыҙырып ташланды шул, уны һиңә һөйләп-аңлатаһы түгел. Стаж да самалы булғас, миңә өндәшмәҫкә ҡарар ҡылғандарҙыр, күрәһең. Ары профком хужаһы менән һөйләшергә форсат сыҡманы, ҡайҙалыр ашыға ине, һинең турала белешергә итеп ауыҙымды асҡайным, потом, тип кенә ҡуйҙы. Уның ҡарауы, профкомдың секретаренән ҡайһы бер мәғлүмәтте һыҡтым: кисәлә бүләкләнеүселәр күп буласаҡ, тине, ҡайһы берәүҙәргә «атҡаҙанған»ды ла бирәләр икән. Шыпырт ҡына өҫтәл ҡырында ятҡан исемлеккә лә күҙ аттым, Мәхмүтов тигән фамилия ла күренеп ҡалды, ә бына исем-шәрифен абайлап өлгөрөлмәне, һин түгелме икән ул, ә?

Көтөлмәгән яңылыҡтан тертләп китте Нур, тик үҙен ҡулға алып өлгөрөп, вайымһыҙ яуапланы:

– Нимә унда әҙәм ышанмаҫты лыбырҙайһың? Аяҡ күтәреп өйҙә ятҡанға миҙал таҡҡандарын күргән юҡ әле ошоға тиклем.

Ғәфүр ҙә ҡуйырҙан ҡуймай:

– Хәтерләйһеңме, пенсияға сығырҙан алда һиңә атҡаҙанған төҙөүсе исеменә дөкәминт тултырғайнылар?

– Тултырһалар ҙа үткәрмәнеләр бит. Начальник урынбаҫарына бирҙеләр ҙә, тресығыҙға бер генә квота ине, тинеләр.

– Ана шул дөкәминт ятып-ятып өҫкә ҡалҡып сыҡҡандыр әлеге мәлдә, яйы ла тап килеп тора, төҙөлөшкә һикһән йәш.

– Бүләкләү өсөн минән башҡа ла таҙ бөтмәгәндер!

– Миҙал тураһында хәбәр һалғасың әйтәйем, һуғыш осорондағы наградалар бөгөн ҡалҡып сыға, эйәләрен таба. Тәк што, һиңә миҙал тағыуҙары вполне вазмужна!

– Әлләсе...Бер ҙә генә лә ышанғы килмәй.

– Ғүмерең буйы шулай йомортҡанан йөй эҙләп икеләндең инде. Иҫкәрттем, ҡалғанын үҙең ҡара, кеше араһына иҫке-моҫҡоңдо кейеп барып, һүҙҙең рәтен белмәй хәбәр һөйләп торма, тиеүем. Сығыш яһарға тура килһә, иң башта министрлыҡ башлығына рәхмәт күндер, шунан ары түбәнерәктәрен теҙ, ҡала хужаһы, төҙөлөш начальнигы ла онотолмаһын, һәр береһе ҡолағын ҡарпайтып тыңлай, исемдәре яңғырамаһа үпкәләй һалып баралар. Ҡайһы бер тантаналар ғүмерҙә бер тапҡыр ғына була, ул күк ҡабағы асылғандай балҡып китә лә һүнә, өлгөрөп ҡалһаң, өлөш эләгә, өлгөрмәһәң, һемәйеп ҡалаһың. Ярай, ҡорҙаш, белгәнемде өйрәттем, минән ҡалманы. Биғәйбә. – Трубкала ҡыҫҡа гудоктар ишетелде.

Тамам тыныслығын юғалтты Нур, киске сәй янында ла өндәшмәй уйланғандай итеп ултырҙы, йоҡларға ятҡас та бер нисә тапҡыр балконға сығып тәмәке быҫҡытып инде, шунан әүелйей башлаған ҡатынының май ҡунған бөйөрөнә ҡағылды:

– Һөйләшәһе-кәңәшләшәһе бар ине...

– Таптың ваҡыт, йоҡларға ятҡас. Сәй эскәндә ауыҙыңа йөҙөк йәшермәҫкә ине. Хәҙер килеп ете тон уртаһы ауышҡас, кәңәш кәрәк булып киткән. Мин һинең һымаҡ эшһеҙме! – тине Разия.

– Эшем эйәһе! – Яндырай холоҡло Нур елтәңләп сисенеп ташлап түшәккә ятты, юрғанды башынан аша тартты ла һыртын ҡуйҙы.

– һеркәһе һыу күтәрмәй берәүҙең, йә, һөйлә, тыңлайым. – Һәр нимәнең төбөнә төшөп өйрәнгән Разия сыҙап ятамы инде, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы еңеп ҡайырылды ла Нурҙың арҡаһына танауын терәне. – Миңә алмашҡа йәш кәләш алмаҡсыһыңмы әллә?

– Әрәмтамаҡты аҫырағаның да еткән. Йоҡла!

– Дежурство мәлендә ял эләкмәне шул, шуға ғына мыжыуым. Йә, ас сереңде?

– Һиңә лә еңелдән түгел инде, артың ауырайған күптән, йәштәр ише осоп-ҡунырлыҡ йәштә түгелһең. Күпме әйтәм, ял ит, тип. Икебеҙгә килгәнде бергә ҡушһаҡ, бирешмәҫ инек әле. – Нур ҙа ыңғайға төшкәндәй итте.

– Минең янбашта эшең булмаһын, йәме! – Разия түшәктән ҡабарып күренгән тирмәндәй осаһын юрған тартып боҫормаланы. – Илаһым, ғүмер буйы һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәнең инде.

– Һүҙҙең рәтен белгән Ғәфүргә кейәүгә сығырға ине, йәш саҡта инәлеп, күпме артыңдан ҡалмай тағылды. Бөгөнгө көндә пенсиялағы бухгалтер ҡатыны булып, рәхәтлек сигер инең. Өҫтәүенә, килеп тороп һаҡсыл, һәммәһен дебет-кредитҡа һалып, иҫәпләп, экономны йәшәй.

– Ҡартайып теше төшкәнсе ҡуймаҫ инде. Шуны һөйрәй ҙә сығарасы.

– Сүтәки, әйт әле, нишләп Ғәфүрҙе түгел, мине һайланың йәш саҡта?

– Төпсөнмә, уныһын үҙем беләм!

– Белгәнгә һорайым да инде.

– Ҡартатай булғас, үҙеңде маҡтатҡың килеп киттеме? Йә, маҡтайым улайһа: һин аҡыллы, ғәҙел, эшһөйәр, ғаилә тип йәшәйһең. Ризаһыңмы? – Разияһы шулай тине лә иренең ҡултыҡ аҫтына башын йәшерҙе.

– Бына бит, маҡтап ебәргәйнең, йәнем ирәмһеп китте. – Нур ҙа ҡатынының йомшаҡ кәүҙәһен үҙенә тартып, юрған аша арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Тын ята биргәс, башлағанын яңыртты:

– Бая телефундан кем менән һөйләштем, беләһеңме?

– Һөйәркәң түгеллеген тучны беләм.

– Ғәфүр менән һөйләштем!

– Шунан? һаман да шул бер балыҡ башымы?

– Әйҙә, арҡыры-торҡоро һөйләшмәйек, тыңлап бөт башта. – Нур хәбәренең мөһимлеген белдерергә теләп, тороп уҡ ултырҙы. – Элекке эш урынынан саҡырыу алдым, тигәйнем бит әле. Ғәфүр шуны белешкән. Тегендә ҙурҙан ҡубып үткәрмәкселәр икән юбилейҙы. Миңә лә награда тапшырыуҙары ихтимал.

– Буш хәбәрҙер, ҡарт-ҡороно бүләкләй һалып бармайҙар, йәнә, ялда ятҡандарҙы ҙурлау йолаһы бармы икән ул хәҙер?

– Кирегә һаплама инде, Разия! – Күңеленә инеп ояларға өлгөргән өмөтөн һүндергеһе килмәгән Нур ҡабаланып бүлдерҙе. – Ә нишләп ул саҡта исемлеккә минең фамилия теркәлгән?

– Кем әйтте?

– Кем булһын, Ғәфүрең инде.

– Нишләп ул минеке булһын? Ул буш ҡыуыҡҡа ышанғансы, яҙғы боҙға таяныуың хәйерлерәк.

Һуңғы әйтелгәндәргә ҡәнәғәт ҡалған Нур дәртләнеп үк китте:

– Әйҙә, былай итәбеҙ, ошо тантанаға Камилды, Данилды саҡырабыҙ, ул елғыуарҙарҙың ҡайтып күренмәгәненә нисә йыл, исмаһам, хәлде белеп китерҙәр. Раушания ҡыҙым менән Рөстәм кейәүҙәргә хәбәр ебәрербеҙ, Рәмилде лә үҙҙәре менән алһындар. Һин ризамы, ҡарсыҡ?

– Һин тигәндә мин ни...

– Әләйгәс, былай итәйек, ҡунаҡ килгәндә донъяңдың күрмәлекле булыуы фарыз, обойҙарҙы, тәҙрә ҡорғандарын яңыртайыҡ, аш, ванна бүлмәләренә кафель йәбештерәйек, кер йыуыу машинаһын Раушания мәктәпте бөтөргән йылды алғайныҡ, яңыртайыҡ шуны. Телевизор ҙа нух заманынан эшләп тора, шыйыҡ плазмалы, тигәндәре арыу тиҙәр түгелме һуң?

– Бынысама аҡсаны ҡайҙан табырбыҙ?

– Әҙерәк төйнәнгән, теймәҫлек запасҡа тигәне кассала ята түгелме, шунан әҙерәк кредит алып ебәргәндә...

– Ҡунаҡтарҙы һыйлауҙы ла хәл итергә кәрәк бит.

– Арыу ғына ресторан табып, ундағы хаҡтарҙы ҡарап ҡайтырға тура килер.

– Мулыҡма, йәме, ресторанға барып, унда ярты мөлкәтте ҡалдырып китәһем юҡ! Фатирҙы ремонтлайыҡ, тиһең бит, ризамын, тимәк ҡунаҡтарҙы ла ошонда һыйларбыҙ, зал иркен үк булмаһа ла, күңел һыйһа, урын етә ул, ят кешеләрҙе саҡырмайбыҙ әле.

– Үҙебеҙҙекеләр ҙә ул. Тик Рөстәм кейәү фән кандидаты, Камилдың ҡатыны урыҫ, Данилдыҡы сүселдәк татар...

– Булһын, моғайын, улар ҙа ожмах баҡсаһында тыумағандарҙыр. Ҡыҙыбыҙға яратып әйләнеп, улдарыбыҙға тиңһенеп кейәүгә сыҡҡас, беҙҙе лә, йәшәгән еребеҙҙе лә үҙ итергә бурыслылар.

– Ярай, ышандырҙың, ҡалғанын үҙең ҡара, улайға китһә, бешереп-төшөрөү-гә үҙең дә сымрыһың.

– Ҡунаҡ һыйлап өйрәнелгән. Хәл иттек!

– Ҡарсыҡ, бүләкләр алдынан сәхнәгә саҡыралар бит инде. Нимә тип әйтәйем икән, ундай урындарҙа һүҙ тотоп өйрәнелмәгән...

– Ә һин яҙып ал да, сәхнәгә сыҡҡас, түш кеҫәңдән сығар ҙа уҡы.

– Ә нимә тип яҙырға һуң?

– Уныһын инде, үҙең ҡара... – Разия оҙон итеп иҫнәп ҡуйҙы.

– Йоҡлайыҡ. Тыныс йоҡо. – Нур ятты ла түшәктә тумһайып йәйелгән ҡатынының ян-тирәһен юрған менән ҡымтыштырғандан һуң, йомшаҡ, йылы кәүҙәне ярым ҡосаҡлап тынып ҡалды. Бер аҙҙан Разияның тигеҙ, тәрән итеп тын алып мышнауы ишетелде. Уға шул ғына кәрәк ине лә, йәһәтләп торҙо, шәүләләй йомшаҡ баҫып йөрөп кейенде, аяҡтарына карауат эргәһенә ҡуйылған шипатайҙарын ҡатты һәм йоҡо бүлмәһенең ишеген тауышһыҙ ғына ябып, залға сығып утты ҡабыҙҙы. Өҫтәлдә, гәзит-журналдар өҫтөндә ятҡан күреген ҡырлас танауына атландырып яйланы, шкафтан соҡоноп эрәп дәфтәр сығарҙы, шунда уҡ ҡуйылған шкатулканан авторучка алып бармаҡтарына ҡыҫтырҙы һәм ҡарашын түшәмгә ҡаҙаны. Алдында ҡағыҙ, ҡулында ҡәләм, теҙеп ал да кит, юҡ бит, яҙыры кинәт хәтеренән сыҡты, көсөргәнеүҙе ҡабул итергә теләмәгән, тел осондағын да көтмәгәндә оноттороп интектергән оло кешегә хас зиһене таралды ла ҡуйҙы. «Был яҙыусы халҡы ҡайһылайтып ҡалын-ҡалын китаптар яҙа икән? Яҙып ҡына ҡалмайҙар бит әле, йөрәккә үтеп инерлек тапҡыр, урынлы ҡулланған һүҙҙәр менән арбайҙар, әсир итәләр, мөғжизәле әкиәт иленә алып китәләр...»

Нур мәктәп йылдарындағы ҡылығы буйынса авторучканы ирендәренә тигеҙеп алды ла, беренсе һүҙбәйләнеште сыймаҡланы: «Хөрмәтле йәмәғәт!» Ә нишләп йәмәғәт, коллегалар, тиһә, дөрөҫөрәк булмаҫмы? Юҡ, кисәгә бит оло ҡунаҡтар ҙа киләсәк, коллегалар тип ябай ташсы уларҙы үҙе менән йәнәш ҡуя алмай, һөмһөҙлөк, тәрбиәһеҙлек билдәһе булыр ул хәбәрҙе ысҡындырһаң. Йәмәғәт тә иҫкергән һүҙ һымаҡ яңғырай, элеккесә итеп, иптәштәр, тиһә, йәтеш яңғырар. Һыҙып ырғытылғандың өҫтөнә яңыларын теҙҙе лә, ҙур эш башҡарғандай, маңлайын ыуып, уйға ҡалды. «Мин, ауылда үҫкән малайға, был тиклем дә юғары хөкүмәт наградаһын алыу күктән төшкән бәхет һәм мәртәбә. Президентыбыҙға, хөкүмәт етәксеһенә рәхмәтемде белдерәм...»

Китте бит яйлап, яҙылған фекергә эйәреп яңыһы моронланы, килешһеҙерәк, ҡорораҡ сыҡһа ла һүҙ һүҙгә ялғанды. Үҙе өсөн үтә лә мөһим ижади шөғөлөн ослағас, бер бит самаһы сығышын ҡулына алып, көҙгө ҡаршыһына баҫты. Унда сағылған һалынҡы майка, тубыҡтарына тиклем төшкән ғаилә трусигы кейгән, ҡамыт, йөнтәҫ аяҡлы, бүлтегерәк ҡорһаҡлы, сырыш тире аша тарамыштары беленгән арыҡ муйынға ултырған ялбыр башлы тере ҡарасҡыға тартым һын үтә лә күрмәлекһеҙ һәм өркөткәс ине. Был килеш сығыш яһауы мөмкин түгеллеген аңлағанға, шифоньерҙағы ҡунаҡҡа йөрөү өсөн тәғәйенләнгән кейемен кейҙе, апаруҡ һирәгәйеп пеләше күренә башлаған түбәләге өтөрөй сәсен төкөрөкләп артҡа һыпырҙы. Урынына кире баҫып, тамағын ҡырып алғас, яҙмаһын шыбырҙап уҡырға кереште. Беренсеһе насар һымаҡ тойолһа ла, икенсе, өсөнсө, дүртенсе тапҡыры ишетер ҡолаҡҡа апаруҡ аһәңле, яғымлы яңғыраны, бара-тора һүҙ араһында текстан айырылып, килешле, образлы итеп яңы һөйләмдәр ҡыҫтырып ебәрер хәлгә етте.

Ниһайәт, ярты төн ауғас ҡына түшәгенә ятты, тик күҙҙәренә йоҡо төйөлмәй, урынында әйләнгеләне. Атҡаҙанған исемен ауылда заманында колхоз рәйесенә биргәйнеләр, башҡаларға эләккәне юҡ әлегә. Ул икенсе була инде. Ишетһәләр, моғайын да, ҡәҙерләп ҡунаҡҡа саҡырырҙар, ауылдың Почетлы гражданы итеп ҡабул итерҙәр... Бына эштәр ҡайҙа бара... Өмөтлө йылмайған килеш әүелйеп китте, ә ирендәре ихтыярынан тыш сығышындағы һүҙҙәрҙе ятлай ине: «Бәләкәй генә хеҙмәтемде ололап баһалауығыҙ өсөн рәхмәт... рәхмәт...»

Нур һәм Разия ең һыҙғанып буласаҡ тантанаға, ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә башланы. Ремонтты ла ҡулдарынан килгәнен – үҙҙәре, булдыра алмаҫтайҙы оҫталар саҡыртып эшләттеләр. Сафланып, таҙарып, яҡтырып киткән бүлмәләргә яңы ҡаралты өҫтәлгәс, фатир тағы ла күркәмләнде, уға эске йылылыҡ бөрккән ҡот яғылды, һәммәһе лә әҙер булғас, магазинға барып, Нурға кейем-һалым һатып алдылар. Ҡайтҡас, костюм-салбарҙы, крахмалдан ҡыштырҙаған аҡ ҡарҙай күлдәкте, ялтыр туфлиҙарҙы кейеп, Нур көҙгө ҡаршыһына баҫты. Унан уға күпкә йәшәреп, күҙҙәре осҡонланып киткән лайыҡлы ир ҡарай ине.

– Нисек? – Көйәҙлеген баһалатҡыһы килгәнгә һораны быны.

– Бөтәһе лә урынында һымаҡ, – ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡҡан Разияһы былай ҙа тәнгә һылашҡан костюмды ҡаҡҡыланы-һуҡҡыланы, – өҫтәп бынау галстукты тағып ебәрһәң...

– Күршенең студент малайына әйтмәһәк, быны сырмау өсөн дә оҫталыҡ кәрәк бит әле.

– Бер юлы йоҡа пальтоңды, эшләпәңде кейеп, шарфты һалып та күрһәт инде, – тине Разияһы. Әйткәне үтәлгәс, һоҡланыуын йәшермәне: – Бигерәк кәттә күренәһең, бай сауҙагәр, тиерҙәр танып-белмәгәндәр! Теге Ғәфүргә ышанып етмәһәм дә, утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәй, һиңә тегендә ниндәйерәк бүләк бирерҙәр икән? Атҡаҙанғанды ҡаҙарҙармы түшеңә, әллә берәй ҡиммәтле бүләк тотторорҙармы!

– Эш бүләкләүҙәме ни, онотмайынса саҡырыуҙары мөһим! – Шулай тиһә лә, күҙҙәре икенсерәк тойғо белдерә ине. Быны ҡатыны һиҙһә лә күрмәмешкә һалышып йөпләне:

– Дөрөҫ әйтәһең, тағы бер һылтауҙан балаларҙы саҡырып алабыҙ. Уларҙың килеп ҡайтыуы беҙҙең өсөн икеләтә байрам!

* * *

Ҡунаҡтар әйтелгән ваҡытҡа, төш мәленә иномарка машиналарына тейәлеп килеп тә еттеләр. Фатир эсе шау-шыуға тулды. Күптән күрешмәгәнгә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, килтергән күстәнәстәре, бүләктәре менән фатирҙы тултырып ташланылар.

Өҫтәл артына ултырышҡас, Разияһы ҡарашы менән һөйләшергә саҡырып, аш бүлмәһе яғына ымланы.

– Нишләйбеҙ, ҡарт, саҡырыу сәбәбен алдан әйтәйек тә ҡуяйыҡмы әллә? Раушания көтмәгәндә-уйламағанда йыйып алыуыбыҙға аптырай.

– Сәбәп күрмәйем. Хәҙер һәммәбеҙ ишектәрҙе тимерҙән эшләтеп, тәҙрәләргә рәшәткә ҡатып, донъябыҙға бикләндек тә ябай ғына саҡырыуҙы ла ятһынып ҡабул итәбеҙ. Әүәле беҙҙең атай-әсәйҙәр бәлеш кенә бешерһәләр ҙә күршеләрен йыйыр ине. Бик тә ҡыҙыҡһынһалар, әйт бөтәһенә лә – һеҙҙе осраштырғыбыҙ килде, һәм бөттө-китте. Ҡалғанын мәле еткәс белерҙәр!

Ихлас, күтәренке генә барған табындың уртаһы яҡынлағас, ғаилә башлығы ҡапыл йыйына башланы:

– Бер-ике сәғәткә барып киләһе ерем бар, мине юғалтмағыҙ. Камил, табын дилбегәһен һиңә тапшырам!

Ҡаршылау мәшәҡәттәре менән мәшғүлләнеп һуңғараҡ ҡалған икән, ул килгәндә театр фойеһының ишектәрен ябырға йыйыналар ине. Партер ауыҙындағы ҡыҙ уны ситкәрәк алып китте:

– Алданыраҡ ҡуҙғалһағыҙсы, Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтар әле генә килде, улар инеп урынлашмай тороп, залға үтеү ҡәтғи тыйыла.

– Һылыу, мин саҡырыу буйынса...

– Бында бөтәһе лә саҡырыу буйынса. Көтөргә тура килер. – Открыткаға күҙ һалғас өҫтәне. – Урынығыҙға ла икенсе кешене ултырттыҡ, Һеҙгә ултырғыс табып, үҙегеҙгә урынлашырға ҡала.

– Мин Мәхмүтов. Нур Мәхмүтов...

– Ғәфү итегеҙ, ваҡытым юҡ! – Ҡыҙыҡай, яҡынлай күрмәгеҙ, тигәндәй, уны тағы ла ситкәрәк этте лә эш урынына йүгерҙе.

Абруйлы ҡунаҡтар сәхнәләге президиум артына үткәнсе, көс-хәл менән инеп урынлашты ла йүгермәләүҙән бышлығып тирләгән маңлайын ҡул һырты менән һыпырҙы. Эргәһендәге йомшаҡ креслоға ҡунаҡлаған ханым уның яғына ризаһыҙ һирпелде лә ыҡсым танауын йыйырҙы. «Тауис ҡошолай ҡабарып, кәрәкле әҙәмдәй ҡуҡырайһаң да беҙҙең төҙөлөштә ҡатнашың юҡ бит һинең, тәтәйбикә, моғайын да бухгалтерия тирәһендә, йә эшем эйәһе секретарь урынында үткәрәһеңдер көндәреңде!» Тегенең йәшерен, түбәнһетеүле мөнәсәбәтенә күңеленән шулай уҫал яуапланы ла иҫе китмәгән ҡиәфәттә иғтибарын алға йүнәлтте, ыңғайы бер, теүәлләп, түш кеҫәһенә һалынған сығышын да ҡапшап ҡуйырға онотманы. Сәхнә түре гөлтләп яна: алғы планға биҙәкләп яҙылған һикһән һанын, артҡараҡ тотош стенаны күп ҡатлы йорттар, шаулы төҙөлөш барған күренеште һүрәтләгән банер элгәндәр. Президиум өҫтәле, трибуна затлы материалдан, сифатлы итеп эшләнгәнлеге күҙгә ташлана. «Килештерәләр, элек шаршауға ҡағыҙҙан әтмәләнгән саҡырыуҙар яҙып элеү һәм өҫтәлгә ҡыҙыл туҡыма ябыу менән генә сикләнерҙәр ине. Улар заманында иң беренсе эшкә иғтибар иттеләр, шунан ғына шаулы йыйылыштар. Хәҙер – киреһенсә...»

Трестың генераль директоры оҙон-оҙаҡ доклад менән сығыш яһаны, тик Нур ҡатмарлы һөйләмдәрҙе, ят терминдарҙы, өҙлөкһөҙ ҡабатланған һандарҙы, проценттарҙы аҙағынаса аңлап-төшөнөп тә бөтмәне. Етәксе сығышында өҫтәл артына күҙ ташлап түрҙә ҡуҡырайған төп ҡунаҡҡа бер нисә тапҡыр рәхмәтен белдерҙе. Шуны ғына көткән, алдан билдәләнеп иҫкәртелгәндәр аяғөҫтө тороп, ҡул сабырға тотондолар, ҡалғандар, теләр-теләмәҫ кенә ҡалҡып быларға эйәрҙе. Ялҡытҡыс сығыштан һуң бүләкләүҙәр башланды. Ошо мәлде көткән Нур Сәлимович, күрмәй ҡалмағыҙ, мин бында, тигәндәй, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Тик күпме генә көтһә лә уның исем-шәрифе ишетелмәне: дәрәжәле исемдәр, шөһрәт танытмалары, бүләкләүҙәр әле треста эшләп йөрөүселәргә тәтене. Аңлашыла, улар бит яҡшымы-яманмы төҙөлөштөң бөгөнгө йөҙөн, уның абруйын билдәләй. Нимәгә бушҡа ымһынды, ҡартайған көнөндә бала-саға ише шалтырауыҡҡа алданды? Ҡыҫыр өмөт ҡыуып килтереүен бында килгәс кенә төшөндө. Ул бөгөнгө көндә бер кемгә лә кәрәкмәй, ул – янып бөткән утындың эшкә ашмаған торомбашы, һуты һығып алынып ҡыйлыҡҡа ырғытылған лимон...

«Улар беҙҙең төҙөлөшкә нигеҙ һалдылар, тырыш хеҙмәттәре менән тресыбыҙҙы яңы бейеклектәргә күтәрҙеләр...» Бәй, саҡыралар түгелме? Уға эйәреп сәстәренә сал ҡунған, тормош ярайһы уҡ таушалтҡан тиҫтәгә яҡын кеше аҡһай-туҡһай сәхнәгә үрмәләне, текә баҫҡыстарҙан күтәрелеүгә лә апаруҡ ваҡыт китте. Тамашасылар ризаһыҙ шаулашып ҡуйҙы. Теҙелешеп баҫтылар. Бая уны ҡаршы алған ҡыҙый сәхнә артынан сығып ҡосағындағы ҡәнәфер шәлкемен өләшергә тотондо. Уға һабағы бил быуарынан һыныҡ төҫһөҙ генә сәскә эләкте... «Килеп йөрөгөҙ, һеҙҙең тәжрибә, оҫталыҡ беҙгә һәр ваҡытта ла кәрәк...» Был һүҙҙәр, күрендегеҙ, етте, бар төшөгөҙ, тигәнде аңлата ине шикелле. Сәхнәләгеләр, бәй, бөттөләме, тигән һымағыраҡ аңшайып торалар ине, белекһеҙҙәрҙе етәкләп төшөрә башланылар. Нур урынына йүнәлгәндә урта төштә ултырған Ғәфүрҙе күреп ҡалды. Ул уға түбәнһеткәндәй мыҫҡыллы йылмайып ҡарай ине. «Саҡырмаһалар ҙа килгән, ишектән ҡыуылып, тишектән инә торған әҙәм инде...» Урынына һеңде. Тәнен аңлата алмаҫлыҡ ауыр көс түбәнгә тарта, йөрәге сәнсә, күңеле һис ваҡытта булмағанса һыҡрай... Ары шайтан туйын хәтерләткән заманса концертты ла күрмәне, ҡолаҡ тондорғос көслө музыканы ла ишетмәне, көйәнтәләй бөгөлөп, ҡасан ғына был мәхшәр тамамланыр икән, тип ойоп тик ултырҙы.

Театрҙан сыҡты ла уны көткән табынға туралап ҡайтҡыһы килмәй, ҡала уртаһында урынлашҡан паркҡа йүнәлде, урта эскәмйәләрҙең береһен биләне. Көҙ һулышы үҙ хакимлығына ингән, һалҡынайта төшкән, үткер ел үтәләй һуға. Яртылаш ысҡындырылған төймәләрен ҡаптырып, пальтоһының яғаһын торғоҙҙо, эшләпәһен батырыңҡырап кейҙе лә тәү ҡат күргәндәй тирә-яғына иғтибарлап күҙ атты. Ана, уның ҡарағасы. Ул замандарҙа даими үткәрелә килгән өмә мәлендә ултыртҡайны сибек кенә нәмәне. Башта төҙөүсе йәштәр шау-гөр килешеп машинаға тейәлешеп урманға сыҡтылар: кемеһе ҡайын, ҡарағай үҫентеһен һайланы, бәғзеләре муйыл, сейә ҡыуаҡтарын үҙ итте, ә ул беләк буйы ошо ҡарағас йоратына барып йәбеште, был ағас тупраҡ алыштырыуҙы үҙһенмәй, теймә, ҡорой бит ул, тип кире һүреүселәрҙең һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалманы. Ере ҡаты, ташлы булһа ла һис бирешмәй үҫеп киткән ана. Тик замана елдәре уны ла ситләп үтмәгән, һарғайып ҡатҡан энәләрен ҡойған яланғас ағастың аҫҡы бер нисә ботағы олон төбөнән һынған, шуғалыр ул ҡанаты ҡайырылған зәғиф ҡошто хәтерләтә... Арыраҡ үҫкән тирәк балта оҫтаһы Ғәнейҙеке. Тормошто, туғандарын яратҡан, ғаиләһе, тип йән атҡан кеше ине ул, йәшләй генә китеп барҙы. Бынауһы буяусы Сәжидәнеке. Ул төҙөлөштә саҡта сыңғырҙаған көлөү һәр саҡ ҡолаҡта яңғырап торҙо, хәҙер ҡаты сирләй тип ишеткәйне. Күпме йыйына барып хәлен белергә, ваҡыт ҡына таба алмай. «Бер нәмәгә ҡарамай, иртәгә үк барып сығам...» Теге йүкә ағасы бульдозерсы шомбай Байназарҙыҡы. Солоҡ умартаһылай бәһлеүән ир ине ул заманында, бая сәхнәлә ҡураныс ҡына һерәйеп, бәлйерәп баҫып торасы, ышанғы ла килмәй. Кисәнән һуң күҙ йәшереп үсеккән са-быйҙай ҡасып сығып барғансы, тиңдәштәренең хәлен белеп, бер аҙ һөйләшеп алһа ни булған? Ымһынды. Икенсе тапҡырға ымһынды. Ҡыҫыр өмөт рәнйеш һымаҡ күңелгә инеп оялай икән ул. Онотолмай.

Нурҙы әсәһе генә тәрбиәләп үҫтерҙе, атаһы ул иҫ белгәндә ғаиләһен ташлап сығып китеп, Гөлзәйнәб исемле икенсе ҡатынға күсенеп сыҡҡайны. Бер ауылда йәшәгәс, анда-бында бер инеп сыға ине ул. Тик һүҙҙәре лә, кәңәштәре лә берекмәне, ата менән ул араһында күҙгә күренмәгән һалҡынлыҡ инеп оялағайны шул. Атайһыҙ үҫкәнгәме, ҡатымһаҡ булды Нур, тиҫтерҙәренән өлөш ашатып, уларға бирешә һалып барманы, үҙенең хаҡлығын әсе теле менән дә, кәрәк саҡта йоҙроҡ көсө менән дә иҫбатланы. Эшкә лә оһолло булды, сөнки йорт мәшәҡәттәре, кәртә-ҡура тирәһе тулыһы менән уның өҫтөндә, дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәһенең ваҡыты ла юҡ ине шул. Ҡара таңдан сығып китә лә, кис, ҡараңғы төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инә. Саҡрым тирәһе текә тау түбәнендәге шишмәнән көйәнтәләп һыу ташыу, ҡул менән утын бысып дауаханала ятҡан өс тиҫтәнән ашыу ауырыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашатыу, шунса тапҡыр ҡашығаяҡ йыуыу еңелдән түгел. Мәктәптән сыға ла әсәһенә ярҙамлашырға йүгерә. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эште икәүләп башҡарғанда саҡ өлгөрәһең әле! Нурҙың сибек иңенә төшкән йөк уның уҡыуына кире йоғонто яһаманы, уҡыуға сос, отҡор булды, тик шаян шуҡлығы, тәртибе генә тырышлығын юҡҡа сығара ине.

Хәтерендә, мәктәпте тамамлаған йылы класс етәксеһе көтмәгәндә уларға килеп инде. Тағы ла улы берәй хилафлыҡ ҡылғандыр, тигән ҡиәфәттәге әсәһе саҡырылмаған ҡунаҡты түргә әйҙүкләне лә уға борсолоулы текәлеп, ҡаршыһына урынлашты. Уҡытыусы тынысландырырға ашыҡты:

Эргәгеҙҙән үтеп барҙым да боролоп инеп хәлегеҙҙе белергә иттем.

– Һеҙҙе күргәс, Нур тағы ла мәктәптә берәй эш боҙоп ҡуймағайы, тип һипһенеп ҡалдым. Тиктормаҫ ҡулсырлыҡ бар бит унда.

– Уныһы раҫ. Шулай ҙа тиҙҙән тиктормаҫ уҡыусыларым мәктәпте тамамлап сыҡһалар, һағынырмын, юҡһынырмын әле. – Берауыҡ өндәшмәй ултырҙы. Бер яҡ ситтә күлдәген үтекләп аҙапланған Нур үҙҙәре генә һөйләшмәксе ахры, тип аңлап сығырға иткәйне, Сәүиә апаһы туҡтата һалды:

– Икегеҙҙе бер юлы тап итеп арыу булды әле. Изге хәбәр менән йөрөйөм. Бөгөн педсовет үтте. Уҡытыусыларҙың фекере шундайыраҡ, фәҡәт берәүгә генә тапшырыла торған быйылғы Маҡтау ҡағыҙы Фәһимгә йә Нурға бирелергә тейеш. Фәһим уҡыуҙан артыҡ алдыра алмаһа ла тәртибе һәйбәт, ә Нур – киреһенсә... Сирек аҙағынаса ошо ике кандидатураның тик береһе генә һайлап алынасаҡ. Маҡтау ҡағыҙы эләккән уҡыусының юғары уҡыу йортона ауырлыҡһыҙ инеүе билдәле. Тырыша күрһен инде Нур, шуны әйтергә килдем. Миңә ҡалһа, күңелем һиҙә – Нурға эләгер ул бүләк.

Класс етәксеһен оҙатҡас, әсәһе ҡыуанып һөйләнергә тотондо:

– Уҡыу йылы тамамланыуға ла күп ҡалманы, балам, тырыша күр инде. Кемдеке – шуныҡы, күрһендәр бөтәһе лә, минең улым да төшөп ҡалғандарҙан түгел. Грамотаны анау Гөлзәйнәбтең Гөлнурына инселәмәйҙәр бер ҙә, һиңә бирергә итәләр.

– Юҡҡа ымһынма, әсәй, Фәһимдең атаһы бит директор, уҡытыусыларҙың кемде яҡлары көн кеүек асыҡ! – Әсәһен кире һүрергә тырышҡан Нур ҡул ғына һелтәне.

– Сәүиә апайың бер ҙә юҡҡа килмәгәндер, әҙерләнә торһондар, тип иҫкәртергә һуғылғандыр.

Уңыштар, күтәрмәләүҙәр ылғый эләгеп бармаған, башын баҫып йөк атылай иртәнән алып кискә тиклем дауахана менән өйҙәре араһында көндәрен үткәргән, ауылдан ситкә сығып әйләнергә лә ваҡыт тапмаған әсәһе дәртләнеп китте шулай. Эш хаҡына үҙенә сәскәһе ҡалҡып күренгән крепдешин күлдәк, аяҡтарына килешле туфлиҙар һатып алды, Нурҙы ла үтә тырышып әҙерләне, тотонолған ике бәрәндең аҡсаһы тотошлайы менән уны кейендереүгә китте. Сөм ҡара костюм-салбар, көлһыу төҫтәге күлдәкте кейеп, затлы галстук тағып ебәргәс...

Бына һуңғы ҡыңғырау көнө етте. Кейенеп-яһанып мәктәпкә йүнәлделәр. Әсәһе иң алғы урындарҙың береһен биләгән, әйтерһең, бүләк улына түгел, фәҡәт уға эләгә. Бына көтөп алған мәл, хәҙер бәхет тәтегән сығарылыш класс уҡыусыһын уртаға саҡырасаҡтар... Класташы Фәһимдең исем-шәрифе яңғыраны. Нурҙың аяғының аҫтында ер убылдымы ни, салт аяҙ күк йөҙө, йәмле иртә күҙ менән ҡаш араһында бөләңгертләнде. «Ғәрлек... Оят... Үҙе генә мәсхәрәгә ҡалһа ни хәл, әсәһен ымһындырҙы...»

Һуңғы ҡыңғырауҙан һуң һабаҡташтары Һаҡмар буйына йүнәлде, ә ул шаулы төркөмдән айырылып, ауылдан алыҫ түгел ҡалҡып күренгән Аҡ ҡая яғына ҡайырылды. Оҙаҡ суҡайҙы ҡая үркәсенә атланып, тик таштан килгән һалҡынлыҡ зиһенен сафландырманы. Йәнен ошоғаса кисереп ҡарамаған бушлыҡ һәм һыҙланыулы әрнеү биләгәйне. Бынан ары ла бик күп тапҡырҙар ошо хәлдә тороп ҡаласаҡ әле ул, ымһынып та ала алмаған, бик теләп тә өлөшөнә төшмәгән һемәйеү тойғоһон кисерәсәк. Шунда ғына, был тормош тигәнең табыштар, еңеүле артылыштарҙан ғына түгел, үкенеүле юғалтыуҙарҙан тороуын да бөтә тәрәнлегендә аңлаясаҡ. Әлегә ул моңһоу, һүнгән ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәгән. Ҡояш байыу яғына ауышты, ағастар осона һаҡты, ары ығышып офоҡ ситенә ҡарай тәгәрәне, шунан бер аҙҙан ер өҫтөнә үтә күренмәле эңер шаршауы тартылды. Күпме былайтып боҫорға мөмкин, таш өҫтөнән түбәнгә һикерҙе лә, теләр-теләмәҫ кенә ауыл яғына ыңғайланы. Ҡайтып инде лә шым ғына сисенә башланы. Битәрләү, әрләүҙе көткән Нур баҫалҡы өндәшеүҙе ишетте:

– Ҡайҙа йөрөйһөң улай һуңлап, ә мин йоҡом ҡасып, һине көтөп ятам. Өҫтәлгә көрөшкә менән һөт ҡуйғанмын, яңы бешеп сыҡҡан икмәк тә шунда, тәғәмләнеп ал.

Нур түшәгенә ятты ла тынып ҡалды, бына, ниһайәт, иртә таңдан тамағына тығылған төйөн һытылды, сикәләрен ҡайнар йәш бешерҙе...

Бик күп йылдар үткәс, үлем түшәгендә ятҡан әсәһенең алдына башын эйҙе Нур:

– Теге саҡ шөһрәт танытмаһын ала алманым, әсәй, ғәфү ит...

Һүҙҙең ни хаҡында барыуын тиҙ төшөнөп алды әсәһе.

– Һин һәйбәт ул булдың, балам, көнитмештә ундай хәлдәр йыш ҡабатланыр, яҙмыш бит ул, һәммәһен дә ғорур кисерә бел...

Нур Сәлимович шул әйтелгәндәрҙе әле генә ҡабаттан, ап-асыҡ итеп ишеткәндәй һиҫкәнеп китте. Теремекләнеп, башын ҡалҡытты, пальто яғаһын төшөрөп, эшләпәһен өҫкә ҡарай этте. Нишләп биреште әле, өйҙә уны яратҡан ҡатыны көтә, балалары, ейәне ҡунаҡҡа килгән. Йәшәйеше түңәрәк, күңеле бөтөн, тимәк, тормош дауам итә. Фатирында көткән шатлыҡ-ҡыуаныстарға һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡан Нур Мәхмүтов ҡабаланып ҡайтыу яғына атланы.

Хәйҙәр Тапаҡов.

 
 
 
 
Ымһыныу
Ымһыныу
Автор:
Читайте нас: