Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
6 Декабрь 2021, 12:10

Сер. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Бынан йыл ярым самаһы элек, китап сығарып һатып ятҡанда, бер танышым, кемгәлер китап кәрәк ине, тип, интернет аша смс яҙҙы. Мин адресымды бирҙем. Был хәҙер яуап итеп ҡыҙыҡ ҡына эстәлекле хат һалды. “Дилара тигән ҡатын һиңә сәләм әйтә. Һеҙ ҡасандыр бергә абитуриент булғанһығыҙ, ул уҡырға инә алмай ҡайтып киткән. Дилара бөгөн онкологияла. Һинең бер-ике әҫәреңде уҡыған да, китабын алып килеп китмәҫ микән, һөйләшергә һүҙем дә бар ине, ти”. Кеше йомошона артыҡ йүгерә һалып китә торғандай түгелмен былай. “Китап яҙырлыҡ яҙмышым бар, килеп тыңла” тип саҡырыусылар ҙа аҙ түгел ул. Әйтерһең, һәр кемдең тормошон тота килеп яҙып һалып була. Шулай ҙа бындағы “онкология” тигән һүҙ ҡабарып килгән мин-минлегемде баҫа, тыя ине.

СЕР

(Хикәйә)

 

Ҡалтырап төштөм. Әле телефондан һөйләшкәндән генә лә. Күҙмә-күҙ осрашыуҙа ни эшләрмен икән? Әллә бөтөнләй ҡасып ятып ҡалырғамы? Уй-тойғоларымды йыйып ала, йыйып ҡына тәртипкә һала алмай сәбәләнеп ҡаңғырып киттем. Һыҙырып әрләйем үҙемде:
— Йә инде, ҡыҫылмаған ерең юҡ! Башыңа бәлә алырға тигәндә һиңә ҡуш!
...Ҡалайтһам да китеп барам әле осрашыуға. Телефон аша һөйләшкән әҙәм баҙар йәрминкәһенә ит алып килдем, шунда килеп кит, тигәйне. Ни булһа ла булыр, тип, аллаға тапшырып...

Бынан йыл ярым самаһы элек, китап сығарып һатып ятҡанда, бер танышым, кемгәлер китап кәрәк ине, тип, интернет аша смс яҙҙы. Мин адресымды бирҙем. Был хәҙер яуап итеп ҡыҙыҡ ҡына эстәлекле хат һалды. “Дилара тигән ҡатын һиңә сәләм әйтә. Һеҙ ҡасандыр бергә абитуриент булғанһығыҙ, ул уҡырға инә алмай ҡайтып киткән. Дилара бөгөн онкологияла. Һинең бер-ике әҫәреңде уҡыған да, китабын алып килеп китмәҫ микән, һөйләшергә һүҙем дә бар ине, ти”. Кеше йомошона артыҡ йүгерә һалып китә торғандай түгелмен былай. “Китап яҙырлыҡ яҙмышым бар, килеп тыңла” тип саҡырыусылар ҙа аҙ түгел ул. Әйтерһең, һәр кемдең тормошон тота килеп яҙып һалып була. Шулай ҙа бындағы “онкология” тигән һүҙ ҡабарып килгән мин-минлегемде баҫа, тыя ине. Һәм мин танышым биргән номерға шылтыратмай булдыра алманым.
— Иҫләйһеңме мине? – тип шыбырлап ҡына өндәшә теге яҡтан ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Һеҙ Гөлдәр, Сулпан тигән ҡыҙҙар бергә йәшәнегеҙ. Мин һеҙгә килә торғайным, кистәрен бергәләп “дух” саҡыра торғайныҡ?
Юҡ, иҫләмәйем быны. Исемен дә хатта хәтерләй алмайым.
— Әлләсе... Күрһәм иҫләр инем, былай ҡапылда күҙ алдына килмәй, - тигән булам инде йомшартып.
— Килеп китә алмаҫһыңмы икән?.. Ҡыйын булмаһа...

Был дауаханаға минең килгәнем юҡ икән. Атамаһы уҡ күңелгә шом һала. Һағайып ҡына индем, палатаһын эҙләп таптым. Эстәге дүрт карауатта ятҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһенә тексәйеп сыҡһам да, таныш йөҙ тапманым. Тегеләр ҙә миңә төбәлеп китте.
— Дилара кәрәк ине...
— Мин-мин, мин бит, - тип ҡулын болғай иң төптәге. Шыбырлап өндәшеүен ишетмәй торам икән.
Ҡатындың янына килеп ултырҙым. Ул оҙаҡ итеп ҡулымды ҡыҫты. Һалҡын тарамыш бармаҡтарын ысҡындырмай, ҡушуслап йәбешеп ята бирҙе. Унан мине палаталаштары менән таныштырҙы. “Фәлән фәләнова, шундай-шундай, минең йәшлек танышым” тип бышылданы. Әйткәндәрен дә мин генә ишеттем шикелле.
Хәтерләй алманым “йәшлек танышым”ды. Ул һөйләгән уртаҡ таныштарҙы беләм, тик уның үҙен бөтөнләй күргәнем дә булмаған кеүек. Диалекты ла ят, “һ” урынына “с” менән һөйләшә, ундайҙы ла онотмаҫ инем кеүек. Нисек кенә булғанда ла, уны был хәл артыҡ аптыратманы. “Элек мин тулы инем ул, әле ныҡ ябыҡҡанмын, күптәр танымай” тип кенә аҡланды ла, үҙем менән ҡыҙыҡһынды. Инде килерен килеп, ҡаршыһына ултырып алғас, һөйләмәй ҡайҙа бараһың? Бынауындай торошта ятҡан кешегә етмәһә. Ана шул ул белгән абитур саҡтан алып, теҙеп-теҙеп тороп тормошомдо бәйән итергә тура килде. Сөнки Дилара һорау өҫтөнә һорау бирә, туҡтаһам “шоннан соң ни булды инде” тип этәреп ебәреп кенә ултыра. Шулай, үҙем һөйләшеп ултырам, үҙем аптырайым. Бығаса бындай хәлгә ҡалғаным булмағайны әле. Таныш та, таныш түгел дә кеүек кеше менән түгелеп һөйләшеп ултырыуымды әйтәм...
Алып килгән һыйымдан баш тартты Дилара. Торба менән генә ашай ала икән үҙе. Тамаҡ юлында булған шешен алдыртҡан. Тауышы ла шыбырлап ҡына шуға. Уға ҡарап нисек йәлләп сирылып ҡалған булһам, шунан яҙыла алмайым. Илағым да, һыйпап йыуатҡым да, был тирәнән сыға һалып ҡасҡым да килгәндәй. Ҡатын минең хәлемде аңлап йылмая:
— Ҡурҡма, был бит йоғошло сир түгел.
Беләм дә ул, тик барыбер ауыр... Ә уларға? Уларға нисек ауырҙыр инде...
— Хәлең нисек һуң, Дилара? Ниндәйҙер өмөт барҙыр бит? – тигән һорауҙы бирергә, ниһайәт, баш етә.
— Әллә инде... Берәй йыл йәшәлгәндә һәйбәт булыр ине, - ҡатындың яуабынан тағы шаҡырайып ҡалам.
— Ғаиләң барҙыр бит?
— Бар. Биш ҡыҙым бар минең!
— О-о!
— Ҙурҙар инде, Аллаға шөкөр. Ирем килеп тороп һәйбәт минең.
Быларҙы әйткәндә Дилараның йөҙө ҡояштай балҡып, хатта тауышы ла сығып киткәндәй булды.
— Барыһы ла яҡшы ул минең, матур йәшәнек, бер үпкәм юҡ... Тик бер серем бар. Шул серҙе һиңә һөйләйемме?
Ниндәйҙер шундай бер хәбәр булып ҡуйыр инде тип биҙерәп кенә ултыра инем былай ҙа – бына һиңә.
— Ә нишләп миңә? – тип көлөп ҡарайым.
— Яҙышаһың бит, кәрәк булыр ине берәй ерҙә шундай бер сюжет, - үҙе мине күндерергә теләгәндәй ынтылып ҡулымды һыйпап уҡ ҡуйҙы. – Берәүгә лә һөйләй алмайым быны. Әллә күпме ынтылып ҡараным – булманы. Әхирәттәрем дә бар, туғандарым да. Ана шул серем мине ауырыу иткәндер ҙә тип уйлайым...
Быныһы беренсе осрашыуыбыҙ булды. Тәүгеһендә әллә нимә һөйләй алманы ҡатын. Күберәк мине һөйләндерҙе лә, әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә хәле лә шул сама ғына булып, йоҡоһо килде лә ҡуйҙы.
— Арыныңмы? – тип һорауыма яуап та бирә алманы, күҙҙәрен йомоп тынып ҡалды. Миңә шым ғына сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Ошо күрешеүҙән һуң яңы танышым миңә йыш ҡына шылтыратыусан булып китте. Трубканы алһаң ябай ғына итеп: “Нишлисен?” ти. Мәленә ҡарап көлкө лә килә, йән дә көйөп китә был һорауға. Күп осраҡта ҡыҫҡа ғына итеп “эштәмен” тим. Йәғни, ваҡытым юҡ. Кәйефем булғанда аҙыраҡ сурытып ебәрәм. Унда уның да күңеле була. Эшемде, балларымды, туғандарымды һорашып бөтә. Әйтерһең уларҙы белә. Шундай ҡыҙыҡһыныусанмы, иғтибарлымы ҡатын инде ул. Туғандарыңдың, танышатырыңдың түгел, үҙ хәлеңде үҙең белмәй сабып йөрөгәндә, ул шулай ҡапыл туҡтата ла яйлап тороп төпсөнөп һөйләттереп ала. Нисектер, һине кемдер ҡайғыртҡан, уйлаған кеүек тойғо ярала биреп ҡуя шул саҡ. Ҡыҙыҡ инде...

Икенсе тапҡыр беҙ яҙға ғына күрештек. Дилара күпме генә саҡырһа ла мин бара алманым. Ваҡыт та, ваҡытынан бигерәк артыҡ теләк тә булманы шикелле. Ысынында мин уны белмәйем һәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, белергә лә теләмәйем, тик әлеге сирле булыуы ғына мәжбүри аралаштыра ине.
Ҡатын мине дауахананың баҡсаһында ҡаршы алды. Ағас күләгәһе аҫтындағы эскәмйәлә һүнеп барған шәм шикелле булып ҡына ултыра ине бахырҡай. Йөрәгем ҡыҫылып китте. Ҡаҡса яурындарынан ҡосаҡлап һөйгән булдым. Ул да мине күреүгә бала шикелле шатланды.
— Китабыңды уҡып бөттөм. Илап-көлөп инде... Әллә нисә палатаға күсеп йөрөнө инде, — тип һөйөнөсөләй һалды.
— Яҡшы, һиңә оҡшағас булған, - тием.
Дилара ике айға ҡайтып та килгән икән. Әле ҡабаттан һалғандар.
— Киттем, унда күҙ көйөгө булып ултырғансы. Барыбер бер нәмәгә эшкинмәйем өйҙә, - ти. Ире ауыл фермеры икән, мал үрсетә, ит менән кәсеп итә икән. Ҡыҙҙарының бишеһе лә кейәүҙә, төрлө тарафтарҙа йәшәйҙәр. Әсәйҙәрен алмашлап килеп ҡарап, тәрбиәләп торалар. Ире лә ике-өс көн аша ошонда, яҡын райондандар.
Ғәҙәттәгесә, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндереп бөткәс, Дилара тәүге осрашыуҙа башлаған хәбәренә кире ҡайтты.
— Теге юлы сер тип башлағайным бит әле, иҫләйһеңме?
— Эйе, тигәйнең.
— Тик мин үлмәйенсә яҙма, йәме?
— Ыста, кит, алйот! – хәлен белһәм дә, бындай һүҙ бигерәк мәрхәмәтһеҙ ине.
— Һуңынан тотонорһоң, бәлки. Бәлки, бөтөнләй онотоп та ҡуйырһың...
Дилара бер генә тәрән һуланы ла, ауыҙын ҡолағыма терәй уҡ яҙып бышылдап һөйләргә тотондо. Ваҡыты-ваҡыты менән тауышы бөтөнләй өҙөлөп-юғалып китте. Башымды эйә биреп “Нимә тинең” тип ҡабаттан әйттерҙем, ишетеп етмәй сытырайҙым. Ул хәл йыйып алды ла, тағы дауам итте.

— ... Ана шул абитур саҡта мин ауылдаш апайҙарға барып йөрөгәйнем. Ул апайҙың төрмәнән ҡайтҡан улы бар ине, ҙур ағай кеше ине инде. Ә минең егетем бар ине армияға оҙатҡан, иҫләйһеңме? Әй, иҫләмәйем тинең бит әле...
Егетем минән ике йәшкә өлкән ине, арминянан ҡайта торған мәле ине инде. Ауылдаш апай отпускыға ҡайтып китте лә, миңә гөлдәренә һыу һибеп йөрөргә ҡушты. Улы яҡшылап өйҙә тормай ине.
Бер мәл мин уларҙа ванна йыуынып сығып йөрөһәм, улы ҡайтты. Бик күңелле мәле булдымы, шаяртып маташты. Был ағай миңә оҡшай ине. Тик ул өлкән һәм күптән инде үҙ тормошо менән йәшәгән кеше. Был миңә шарап тәҡдим итте, мин үҙемдең ҙур ҡыҙ икәнлегемде иҫбатларға теләпме, эстем. Унан тағы ла берәр бокал эстек һәм... ахырҙа мин шунда тороп ҡалдым. Был хәл тағы ла ике-өс тапҡыр ҡабатланды. Әүрәнемме уға, арбалдыммы, имтихандар ҙа, башҡаһы ла онотолдо...
Уҡырға инә алмай ҡуйҙым бит инде. Ауылдаш апай ҙа ҡайтып төштө. Улы менән арабыҙ өҙөлдө лә, бер, юлына сыҡҡайным: “Миңә эҫенмә, яҡшы тормош вәғәҙә итә алмайым”, - тип китеп барҙы. Ай тирәһенән үҙемде насар тоя башланым. Ашайым да ҡоҫам, ашайым да ҡоҫам. Әммә барып тикшерелер урыным, ышанып кәңәшләшер кешем юҡ. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә егетем ҡайтып төштө. Нимә тип әйтһәң дә әйтерһең инде мине, шул ваҡыт уны файҙаландым да ҡуйҙым. Ике-өс аҙанан уға ауырлы икәнлегемде әйттем. Егетем, әлеге ирем инде, йәһәтләп никах уҡытты, ашығып туй үткәреп ташланыҡ. Шунан алып йәшәп ятабыҙ.
Дилара әллә уйҙарына батып, әллә ял алыуға туҡтай. Инде тарих эсенә инеп киткән мин уға ҡарап ҡалам. Көтәм. Артабан белге килә бит.
— Ауыр үткәрҙем ауырымды, эстән янып йөрөгәнгәме, серем асылыуҙан ҡурҡып ҡалтыранып йәшәүгәме, ауырыным да ауырыным. Ирем ҡалаға эшкә төшөп, мин дә шунда учетҡа торғанлыҡтан, баланың срогын төпсөнөүсе булманы. Иремә ете айлыҡ булып тыуҙы, алдан булды инде, тинем. Ул ышанды. Бары ҡәйнәм генә, бер ҙә ете айлыҡҡа оҡшамай, шап-шаҡтай бит, тип нимәлер һиҙгәндәй һөйләнде лә, тынды.
Тик был ғына түгел әле. Балалар тыуҙырыу йортонда ла аңлашылмаған хәл булды. Бөтөн бәхетһеҙлек бер миңә, тигәндәй. Баланы ауыр таптым тигәйнем бит, ҡыҙым да бәләкәйс, хәлһеҙ генә тыуҙы. Үлсәгәндәрендә ике килонан саҡ ҡына үткәйне, күреп яттым. Иртәнсәк миңә биркаһыҙ кәүҙәле генә баланы алып килделәр. Бының йөҙ һыҙаттары ла башҡа. “Был минең балам түгел” тим. Медсестра баланың биркаһын эҙләп китте лә, йөрөп килеп, “бөтә баллар ҙа бирка менән, ошо һинеке, башҡаныҡы түгел” – тип был баланы миңә тотторҙо ла китте...
— Нисек инде, “тотторҙо ла китте”? – тип бәреп туҡтатам.
— Миңә яңы ун һигеҙ тулған, үҙем баламын, аңлайһыңмы?.. Аңралыҡ та, ҡыйыуһыҙлыҡ та... һәр хәлдә баламды эҙләп даулап йөрөр көс тапманым... Күреп торам был мин тапҡан бала түгел, әммә өндәшә алманым.
— Шунан?!
— Шунан шул баланы алып сыҡтым. Егерме ете йәш инде уға, үҙе ике балалы әсәй хәҙер.
Шымып ултырҙыҡ. Нимәлер тип әйтеп йөпләр ҙә, хатта һорашыр һүҙ ҙә табылмай ине.
— Артабанғы йәшәйештә ошо серҙе ҡалайтырға белмәй көн иттем. Иремә йә хәҙер инде ҡыҙымдың үҙенә әйтәйем тиһәм, тағы баланың кем икәнлеген дә аңлатып булмаҫ кеүек. Кемһең тип әйтәһең уға хәҙер, ә?
— Аптырайым...
— Шулай шул бына. Ана әйтеләм, бына әйтеләм тип шул сер тап бына ошо тәңгәлемдә – тамаҡ төбөмдә генә торҙо ул, беләһеңме? Муйын төбөн гел яндырып торғандай, ҡайһы саҡ быуып-быуып алғандай ине. Һәм шул сер ауырыуға әйләнеп, бына инде, үҙемде ағыулап бөттө. Ошо серемдән үлеп барамдыр ул мин.
— Һы... – аҙыраҡ ултырғас мин дә телгә киләм. – Ҡыҙыңа әйтеү кәрәкмәҫтер... Ысынлап нимә тип әйтәһең хәҙер уға? Мин һине икенсе ирҙән табып, унан юғалтып... нимә тип әйтеп аңлатып була һуң?
— Эйе.
— Ә иреңә әйтеү-әйтмәүҙе үҙең ҡарайһың инде. Ә, бәлки, уға ла кәрәкмәйҙер был сер. Балаһын яратып үҫтергән бит инде. Башҡа балларың да апайҙарын бер туған итеп белеп өйрәнгән.
Дилараның хәле еткәнсе ултырҙыҡ ул көндө шулай аптырашып, “аһ-уһ” итеп. Тик аныҡ ҡына бер фекергә килә алманыҡ. Был хәлдә беребеҙ ҙә нимәлер хәл итә алырлыҡ та, аҡыллы ғына уй уйлап табырлыҡ та булмай сыҡтыҡ. Артабанғы һөйләшеүҙәр тик телефон аша ғына барҙы. Унан тора-бара был ҡатын миңә шылтыратмай ҙа башланы. Мин шылтыратһам алманы. Һәм аҙаҡ был номер һүнеп тә ҡуйҙы.

Бөгөнгө шылтыратҡан кеше шул Дилараның иремен, тип тора. Йыл ярым элек һөйләшелгәндәр ҡабаттан баштан үткәндәй булды. Аңлауымса, Дилара был донъяла юҡтыр инде, тип уйлайым. Һәм был был әҙәмдең миңә ниндәй һүҙе барҙыр, тип, китеп барыуым.
Ауыл хужалыҡтарының көҙгө баҙары геүләп тора. Телефондан бәйләнешкә инә-инә йөрөп саҡ эҙләп таптым тегене. Ҡарап тороуға һөймәлекле генә ҡәҙимге ауыл ире. Бер-беребеҙҙе һынап ҡарашып алдыҡ. Хәл-әүәл һорашҡан булдыҡ. Артабан һүҙ ялғанманы.
— Диларам миңә бик матур хат ҡалдырған ине. Һөйөү хаты, — ир был хәбәренән оялғандай итеп ҡарашын ситкә юллатты.
— Ә-ә... һәйбәт йәшәйбеҙ тигәйне шул.
— Эйе, насар йәшәмәнек беҙ уның менән. Бына, шул хатында ул бер серем ҡалды, әгәр белергә теләһәң, ошо номерҙан һорарһың тигән, теләмәһәң, өндәшмә тигән.
— Ыста... – мин хәҙер бөтөн теге серҙең эйәһе үҙем булып ҡалғандай инем.
— Шуны ишетәйем тигәйнем.
Яҡлау эҙләгәндәй йәки ҡасырға йыйынғандай ян-яғыма алаҡанлап ҡаранып алдым. Ҡурҡыуым йөҙөмә сыҡты, ахыры. Ир көтөп тора бирҙе лә, минән йүнле яуап ала алмаҫын аңлапмы, көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Өлкән ҡыҙыбыҙ тураһындамы?
— ...
— Шулмы сер?
— Эй-йе... – тип кенә әйтә алдым.
Ир йылмая бирҙе:
— Мин ул серҙе күптән беләм.
— Н-нисек? Ҡайҙан? – ышана алмай торам.
— Диларам икенсе бәпәйҙәрҙе – игеҙәктәрҙе табып ятҡанда, өлкән ҡыҙыбыҙҙы балалар баҡсаһына үҙем урынлаштырғайным. Анализдар тапшырғанда баланың ҡаны минекенә лә, әсәһенекенә лә тап килмәгәнен аңғарҙым. Ҡан төркөмөн билдәләүсе табип та быны дәлилләне. Унан... ҡарап-күҙәтеп тә... аңланым инде.
— Нимәне аңланың? – ирҙең серҙең тап ҡайһы өлөшөн аңлауын төшөнөп етә алмайым һаман.
— Бала роддомда буталған икәнен. Аңлаһам да Дилараға әйтмәгәйнем, ул был хәлде күтәрә алмаҫ, тип. Баланы ла йәлләнем. Ә, баҡтиһәң, ҡатыным үҙе лә белгән һәм шунан сер яһап йәшәгән икән. Ауыр булғандыр инде уға... Икебеҙгә бер сер булһа еңелерәк булыр ине.
— Һеҙ, моғайын, ҡыҙығыҙға быны әйтмәҫһегеҙ ул, ивет? – тип ялбарып төбәләм иргә.
— Юҡ, әлбиттә, ул беҙҙең ҡыҙыҡай ине, хәҙер минең ҡыҙым булып ҡалды. Кемгә файҙа ул серҙән?

“Ә зыяны һуң? Күпме зыяны ул серҙең?” тип әсенеп уйлап барҙым ир менән хушлашып киткәс. Дилара дөрөҫ әйткән, ағыулы сер булған. Хатта миндә лә уның бер өлөшө йәшеренеп тороп ҡалмаҡсы.
— Кит! Ос! Өҙөл минән, юйыл! Асылдың һин, тағатылдың, берәүгә лә кәрәгең ҡалманы, – тип, өшкөрөнөп-төкөрөнөп алдым да, ары атланым. Онотолһон был сер – аҙаплы сир.

 

Авторы: Миләүшә Ҡаһарманова

Фото - cont.ws

Сер. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова
Сер. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова
Автор:
Читайте нас: