ТУТ ЙОҘАҠ
(Хикәйә)
Аһәңле йыр кинәт тынды. Моң шауҡымында тирбәлгән ҡунаҡтар ҡабаттан көй көҫәп тын ҡалды. Ә Заһиҙә күҙ ҡарашы менән шул арала өҫтәл артындағы ҡунаҡтарын барлап сыҡты. Ысынлап та шул тиклем Заһиҙәнең йырына бирелделәрме, ҡымшанмай ҙа ултыралар ҙаһа. Ә Насип, Насип һуң! Күрҙегеҙме минең бисәкәйҙе тигән кеүек, хәмер ҡыҙартҡан ике бит алмаһын тумалатып йылмайып өҫтәл аҫтына текләгән. Ә өҫтәл аша ҡаршы ултырған Сәлимә бикәсе һуң! Ауыҙы эсенән мөңгөрләп һаман йырлап маташалаһа!
Йырлауын йырланым да, аҙағы болалы булмаһа ярай ҙа. Нишләп әле имынны бөгөн килеп ауыҙ асып йыр һуҙмаҡсы булдың, әллә эстеңме түрбаш араһында тиһә... Булыр ул унан. Насиптан нимә лә көтөргә мөмкин.
Йырҙың ысынлап тамамланғанына ышанған ҡунаҡтарҙың бер-бер артлы күтәремләү һүҙҙәре яңғыраны:
- Һай-һаааай! Заһиҙә килен, быныңсама моңдо нишләп бығаса биктә тоттоң? - Гөлсирә ҡайынбикәһе ине был.- Һуң, ҡустым, - эргәһендәге ирҙәргә ниҙер һөйләп ултырған Насиптың иғтибарын йәлеп итмәк булып тауышын күтәреп, - Насип ҡустым, ниндәй талантты ҡуйыныңа ҡосоп йәшәгәнһең бит әй! - тип тел сартлатҡан булды. Уныһы яуап итеп йылмайып баш һелкте. Беләм йәнәһе лә.
- Зерә матур йырҙаның килен, күҙ теймәһен, әртис итер кәрәк булған да үҙеңде...
- Булыр булмаҫ моңлолар баҫып алды сәхнәне, бына ҡайҙа ятҡан тере хазина...
- Йә инде, балаялай итеп йырҙаны ла ҡуйҙы бит әле. Тәндәрем земберҙәп китте хатта. Уй аллааам...
Ҡунаҡтарының маҡтап хуплауҙарына күмелгән Заһиҙә итәғәтле генә рәхмәтен белдереп урынына ултырҙы. Көй хөрмәтенә тип буйтым ҡыҙмаса булған ҡоҙаса-ҡайынбикәләре төп күтәрәһенән берәрҙе түңкәреп тә ҡуйҙы.
Табын гөрләне. Ир-ат яғы үҙе бер ҡаҙандай айырым хәбәрҙән ҡайнаһа, тик ҡатын-ҡыҙ урынлашҡан өҫтәлдең бер осоноң үҙ туҡһаны туҡһан ине.
Сәбәпһеҙ мәжлес йыйыуҙы яратмай Заһиҙә. Бөгөн дә һуғым ашына ғына йыйғайны үҙенекеләрҙе. Үҙенекеләр тигәне лә шул иренең, Насиптың туған- тумасаһы инде. Заһиҙә яғынан бер кем дә юҡ.
Бына ирҙәр "перекур" тип тышҡа сыҡтылар. Буйтым быуынына градус төшкән Сәлимә бикәсе ауа-түнә Заһиҙәнең ҡултығына һырылып эргәһенә килеп ултырҙы.
- Еңгәй! Әллә ҡасандан һорайым тием дә, гел уңай таба алмайым. Насип ағай менән ҡайҙа таныштығыҙ ул? Һөйлә әле шуны. - күп буяуҙан күптән ҡапысланып бөткән күҙ ҡабаҡтары аҫтынан бала сағынан күпте белергә тырышҡан таныш зәгер күҙҙәр ҡарай ине Заһиҙәгә. - Еңгәй, ныу, еңгәй,
пажалыста...
- Ҡуй әле Сәлимә, уның ниһен һөйләйем, таныштыҡ та өйләнештек. Үҙең дә беләңдер, бала булһаң да бик отҡор инең бит, - тип Заһиҙә һорауҙан тиҙ ҡотолмаҡсы булды.
- Иҫләйем дә ул. Насип ағай бит шым, аҫтыртын. Ә һин, еңгәй, шаян, алсаҡ. Бына һеҙ икегеҙ бер-берегеҙҙең тап кирегеҙ кеүек. Ағай нисек һине ҡаратты икән үҙенә, бына шуны белге килә ине лә.
- Эй, ҡуй әле. Йәшлек - йүләр саҡ. Ярашҡанбыҙҙыр инде.
- Ошо Заһиҙә киленде алсаҡ тиһәк тә, бер асылып үҙенең хәлен һөйләп бармай. Бына мин Хәйрулла ҡайнағаңа үҙем баҫып барҙым. Эййее! Бер ритайымда күрҙем, икенсеһендә әмәлен табып иҫерттем дә, аҫтына индем дә, үәссәлләм, эш бөттө! Шулай! Оҡшай икән - минеке! Быны мин вис һөйләп йөрөйөм. Нимәһен йәшерергә? Ә һин, килен, туң! Ғәфү ит шулай тигәнгә, ысыны шулай. Тут йоҙаҡ менән бикләнгән мөгәрәп кеүекһең. Мәңге асылмаҫ та ул, беҙ белмәҫбеҙ ҙә. Һөйләһәң үҙеңә еңел булып ҡала ла инде?! Беҙгә лә сиселмәгәсең, тағын кемгә...? Әллә беҙҙе кешегә һанламайһыңмы? Эй, кит...! - ауыҙын салшайтып сер һөйләмәгәнгә Кәримә ҡайынбикәһе лә үсеккән булып ҡыланды.
Заһиҙәнең өн сығармай йылмая биреп тик ултырыуынан туйған ҡунаҡтар "рулде" үҙ ҡулдарына алып һыйлаша ла башланылар. Хужабикә быға ҡыуанды ғына.
- Әйҙәгеҙ әле, ирҙәр тышта саҡта берәрҙе "ҫуғып" алайыҡ. Йә, тот, ҡайҙа рүмкәң? Килен, ҡана бир рүмкәңде, ҡайынбикәң ҡулын мәхрүм итмә, йә!
Көлөшә - һөйләшә һауыттарын бушатып та ҡуйҙы ҡатындар. Заһиҙә ирен терәп кенә ҡуйҙы ла, зәһәр эсемлектең еҫенән тетрәнеп һаҡ ҡына һауытын тегеләр күрмәгәндә тәрилкә артына һыйындырҙы.
Ҡыҙмаса ҡатындар ҡыҙып -ҡыҙып донъя хәбәрҙәренә сумды...
Ярты төн ауғас ҡына таралышты ҡунаҡтары Заһиҙәнең. Өҫтәлен йыйыштырып, һауыт-һабаларын йыйып ятҡанынса төн күптән таңға һырылған ине. Эсеүҙән аяғында ла баҫып торалмаҫлыҡ иҫергән Насип шундуҡ йоҡоға талды. Ҡыуанды ғына Заһиҙә. Табын артында йырлағаны өсөн баянан бирле шөрләп, шикләнә ине атыу. Буш аллы юҡҡа бәйләнеү тиһәң уны ҡуй инде. Күнегеп тә бөттө.
Ә күпме ғүмер тын сығармай йәшәп ятҡан Заһиҙәне туң, хатта тут йоҙаҡҡа тиңләгән ҡайынбикәһенә бер аҙ күңеле ҡайта биреп ҡуйҙы. Һәр янъял һайын шар-шор килеп йөрөһә, күҙе башы күгәргәнен күрһәтеп ауылдаштарына Насиптың ысын йөҙөн асһа, йә күсенеп ҡырҡ ҡайтып кире тейәнеп килһә, Заһиҙә килендәре үтә лә айҙаҡай, шәп була инде уларса. Ә бит йоҙаҡ бушҡа тутланмай. Ошоғаса, килен хәлең нисек, тигән берәү булдымы?
Уйҙарынан күңеле тулып Заһиҙә ҡулйыуғыс өҫтөндәге көҙгөгә ҡарап шәмәреп алды.
Ҡайынбикәһе, ярай, ят бауыр, үҙ әсәһе яғынан тартыу күрмәгән Заһиҙәнең күңеле ҡатмай нишләһен?!
Эшен бөтөп, иңенән ауыр йөктө ауҙарғандай барып ятһа ла, Заһиҙәне йоҡо алмаҫтай ине.
***
Мәҙәни - ағартыу училищеһы тамамлап ҡайтҡан йәш ҡыҙ дәртләнеп ауыл клубында эш башланы. Көн дә ритайым-дискотека үткән клубҡа йәштәр һеперелеп йөрөнө. Үҙ ауылдарынан ғына түгел, күрше ауыл, хатта күрше район йәштәре лә машина-матайҙар атланып килеп етер ине. Эштәренең гөрләп ыңғай барыуына ҡыуанды ғына Заһиҙә. Тик, әсәһенең эскелеккә бирелеүенә генә эсе бошто. Илап ялбарып тиерлек айнытып алһа, бер ике көн йөрөй ҙә, кире әшнәләрен табып байрамын дауам итә ине.
Көҙгә Заһиҙәне балалар баҡсаһына эшкә ҡоҙаланылар. Бер аҙ аяҡ терәп ҡырталашһа ла, күндерҙеләр яңы урынға. Балалар менән эшләүҙе Заһиҙә үҙе лә яратып өлгөрҙө.
- Таныш булайыҡ, мин - Рияз!
Заһиҙәнең балалар баҡсаһынан сығыуын көткән матайлы ят егет телгә килде,- Үргендән беҙ. Ә был егет - Насип. Һине бер ритайымда күреп ҡайтҡайны, илап теңкәмә тейҙе бит алып бар тағы ла тип. Бына шуға алып килдем үҙен, - егеттең шаян теленән күңелле генә көлөшөп танышты йәштәр.
Көҙгө көн ҡыҫҡа. Киске эңер ятҡанда ауыл уртаһындағы ағаслыҡ эскәмйәһендә яңы танышҡан йәштәр бер һауыттан алмашлап һут һемерәләр ине.
Бер ике килде лә Насип Заһиҙәләрҙең ауылына юҡҡа сыҡты. Үтә лә шым, йомоҡ егет Заһиҙәгә әллә ни оҡшап та етмәй ине. Уны оҙата йөрөгән егет күпкә күңеленә ятты ла бит, тик...
Бер көн балалар баҡсаһы мөдире ҡобараһы осҡан йөҙҙә Заһиҙәне үҙ бүлмәһенә саҡырҙы.
- Һин, ҡыҙый, беләһеңме әле миңә кем шылтыратты?- асыулы ине ул.
Юҡ тип ишаралап баш һелккән булды.
-- Ҡаланан! Кождиспансер үҙәктән! Һин йөрөгән егет венерик ауырыу менән булған! Вәт!- үтә лә ярһыу менән сыҡты мөдирҙең һуңғы һүҙе, - бөгөн үк, хәҙер үк эштән китәһең! Яҙ ғариза! И, иртәгә үк больницаға! Тикшерелергә!
Ни әйтергә, ни ҡыланырға белмәй шаңҡыны ҡыҙ. Ишеткәне бар ине Заһиҙә шундай хәшәрәт ауырыу хаҡында. Нисек тә , ул да ауырыу булып сығамы хәҙер? Уф, ояты ни!
Йоҡламай таң аттырҙы ул төндө. Больницаға барып анализ биреүен, врачтың һөйләүҙәрен дә томан араһындағылай ишетте. Ҡиммәтле уколдар менән тейәндереп Заһиҙәне икенсе ҡала үҙәгендә урынлашҡан больницаға ебәрҙеләр. Аҙғынлыҡтары арҡаһында ауырыу йоҡторған ир-ҡатындар араһында ятып, әле баш ҡалҡытып өлгөрмәгән ауырыуы менән көрәште Заһиҙә. Оялды, ғәрләнде.
Артҡа юл юҡ. Балалар баҡсаһында ла, клубта ла урын юҡ уға хәҙер. Хатта бар ауыл унан ерәнеп ҡарай ине һымаҡ.
Насип бер ни булмағандай ҡыланды. Заһиҙәнән ғәфү үтенергә лә теләмәне. Намыҫы тапланған ҡыҙ үҙен бер кемгә лә кәрәкһеҙ итеп тойҙо...
Дауахананан сығыу менән Насип ризалыҡ һорау итеү юҡ көйө әйттерергә килеп тә етте.
Аңҡы-тиңке ултырған Заһиҙәһен тиҙерәк "һатып" ҡалырға тырышҡан эскән әсәһенә лә имеш булды. Исемең сыҡҡанын көтәңме, ошонан ҡалһаң һиңә бәхет юҡ, шулай тип төкөрөк сәсеп нотоҡ уҡыны әсәһе...
Шулай китте Заһиҙә үҙ ауылынан. Яҡты хыялдар, бәхетле һөйгән йәр булыу хаҡындағы уйҙар әсе йәш менән йыуылды.
- Йүнле ҡыҙ булһа ултырмаҫ ине. Ауырыу булғанға ултырған. Малайымды буҡҡа буяп, муйынына аҫылынып килде. Нисклькы расхуттанып, ыҙалап бальниста ятты балам. Күҙе башы остандап йөрөй ана хәҙер аҫтын таҙартҡас әллә кем булып, хөрәсән. Атаһы юҡ, әпсәһе алкаш... Беҙ алмаһаҡ йөрөр ине һаман кибетәһенә ҡатып.
Уҫал, үткер ҡарашлы ҡәйнәһе һәр көс төшөргәне һайын Заһиҙә артынан шулай ыу сәсеп ҡалыр булды. Килененең керһеҙ саф күңелен үә тәнен Насип таплағанын танмай ине шул. Һәр кемгә лә үҙ балаһы яҡын. Тауыш күтәрмәне килен кеше. Теш ҡыҫты, түҙҙе.
Түҙмәҫлек саҡтарында юлға сығып, эләгә-һарҡа ауылына ҡайта ине. Ә унда...иҫерек әсәй, иҫерек әшнәләр...
Мин һине бынамын тигән бай кейәүгә бирҙем, нимә, сыҙамай ҡасып ҡайттыңмы? Марш, күҙемдән юғал!- тип ҡыуҙы уны үҙ әсәһе бер саҡ.
Һигеҙ айлыҡ ауырын ҡосаҡлап тау битендәге ҡайын төбөндә оҙаҡ ҡына илап ултырғайны шунда.
Ә ҡайтҡас, Насип тағы ла яманыраҡ итеп ҡон ҡайтарҙы. Ништәй, һөйәрҙәреңде туйҙырып килдеңме? Сабыйыңдың атаһы мин дә түгелдер әле. Әйт, түгел тиең! Йә!
Һәр балаһы тыуған һайын, әллә кемгә оҡшаған, бөтөнләй миңә оҡшамаған, кем атаһы, тип ҡаҡшатты Заһиҙәне Насип.
Барыр ере, батыр күле юҡ ҡатын, Насиптың үҙгәрер көнөн көтөп ғүмер уҙғарҙы. Кеше араһында йөрөһәм тип эшкә лә сыҡты, күҙе башы күктән ҡалмай туҡмалып, оялышынан донъяһына бикләнде.
Тиң күреп килгәс күңелен күрәйем тип Насип ыңғайына йөрөп тә ҡараны Заһиҙә. Аҫтыртын, һәр изгелектән йөй эҙләп тапҡан ир менән йәшәүҙең ауырлығын тик үҙ башынан кисергәндәр генә аңлайҙыр.
Өс ул, бер ҡыҙ үҫтереп ир еткерҙеләр. Инде олатай һәм өләсәй ҙә булдылар. Инә һөтө менән инмәгән аҡыл тана һөтө менән инмәй икән ул. Оло бәйеле инһә көнләшеүен дә ҡуйыр тип көтөүҙәре бушҡа булды. Үҙен һау һаҡ итеп, Заһиҙәне һин миңә ауырыу йоҡторҙоң тип тылҡыны һәр саҡ.
Хоҙай хөкөмөнә ҡалдыра барҙы һәр янъялды ҡатын. Күпме әсе йәш, күпме һыҙланыу кисерҙе ул үҙ ғүмерендә...
Бөгөн килеп, тут йоҙаҡҡа тиңләп ҡуйыуҙарын әйт инде..
Һыҙылып ҡына сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә ирек бирҙе Заһиҙә. Насип йоҡлай, ҡурҡып өркөргә сәбәп юҡ, ихластан иларға ла иреге булманы бит уның. Йә, Хоҙай, әҙәм ҡатылығы!
Тып, тып, тып...
Заһиҙәнең һәр тамсы күҙ йәше һайын күңеле түренә эленгән йоҙаҡ туты ҡойолғандай еңеллек булһа ла, бик мәңгелеккә асылмаҫлыҡ ҡатҡан ине шул...
Автор: МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.
-12 °С
Болотло