Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
7 Март 2022, 10:50

Рулле сана Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

– Олоға китмәҫ борон әйтәйем, балам. Төҫө барҙан төңөлмә, тиһәләр ҙә...

Рулле сана Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Рулле сана Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Улдары Сәлимдең бер ай элек кенә һатып алып йәшәй башлаған өйөн күрә килгәйнеләр атаһы менән әсәһе.
– Флигель икән, иҫке генә булһа ла, торорлоҡ, газы бар, һыуы эргәлә, аҙаҡ өйөңә индереп алырһың. – Атаһы өйҙөң тышҡы яғын төрткөләп, һуҡҡылап, һәр мөйөшөн тикшерә.
– Һатыр өсөн тышын семәрләп, матурлағандар, әйтәгүр, – тип әсәһе һүҙгә ҡушыла. – Һай-һай, мынау алмағастары, сейә, ҡарағаттары ҡалай һәйбәт. Аһ-аһ, анауында бәләкәс кенәһе аласыҡмы ул?
– Һеҙ өйгә лә инеп тормаҫҡа булдығыҙмы әллә? Эйе, быныһын һүткәндә шунда йәшәп торорға була – ти Сәлим. – Һеҙгә өйө лә, урыны ла оҡшаны инде, ибет?
Тегеләр уны ишетмәй ҙә кеүек.
– Шәйт, быныһы мунсалыр.
Атаһы артынан әсәһе лә эйәрҙе. Ишеген асып, эскә үтеп, уны ла ентекләп тикшереп сыҡтылар.
– Ныҡ ҡына итеп, касар менән шышып йыуып ҡына төшкәнһеңдер? Өйөңдө ыҫтарға артыш ебәргәйнем, онотманыңмы?
– Һин ҡушҡанса инде, әсәй.
– Яҡын ара ла түгел, килеп ярҙамлаша ла алманыҡ, – ти атаһы.
– Хужаларҙан тороп ҡалған шаҡы-шоҡоно сығарып ташланым, бер нәмә лә ҡалманы өйҙә. Үҙемдеке етерлек. Әйҙәгеҙ, инде өйгә инегеҙ, юлдан һыуһап килгәнһегеҙҙер.
Ауыр-ауыр сумкаларын индереп ултыртҡас, бер бүлмә тулды ла ҡуйҙы.
– Һуғымдың бер бото, был йәшниктә бал, быныһында май, ҡорот, вәринйәләр, икмәк, йыуаса, – ти әсәһе, күстәнәстәрен бушата-бушата. – Соланыңа сығарып элеп тор ҡайһы берҙәрен.
– Шул тиклем тейәнмәһәгеҙ, бер үҙемә ни.
– Бәй, үҙебеҙ бер-ике кис йоҡтарбыҙ.
Әсәһе сисенеп, рәтләнеп алғас, аш-һыу әҙерләргә тотондо.
– Йылы, утын да ташырға кәрәкмәй, күңелле генә. Бөтәһе лә етеш тә ул. Бынан быяғына... Аллаһ ярҙамы менән...
Ни әйтерен белеп торған ҡарты һаҡ ҡына ҡатынының беләгенә ҡағылды. ”Сабыр ит, аҙағыраҡ, әсәһе, әле ярамай.” Әйберҙәрҙе урынлаштырып бөтөп, Сәлим дә килеп инде.
– Оҡшаны инде былай булғас.
– Оҡшамаған ҡайҙа. Яңыһын күтәреп ултыртҡансы бына тигән йәшәрлек. Бураң әҙер, таҡта-ташы етерлек, тимерен дә алғанбыҙ. – ти атаһы. – Тик урының етер микән ул? Анау хәтлем бура ҡайҙа һыйыр икән?
– Ошо өй урынына ултыртам. Ике яҡҡа ла урын етерлек. Быйыл уҡ ултыртып, эшләп бөтөрөргә ине иҫәп, һин нисек уйлайһың, атай?
– Әҙерҙе ни, килтерәһең дә ултыртаһың, тик быныһын боҙоуы ғына.
– Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Ярҙам итерҙәр ул. Урыны оҡшаны, ана бит, Ағиҙел эргәлә, тауҙары терәлеп тора, эшемә лә яҡын, – ти Сәлим.
– Эйе, үҙеңә оҡшағас, булған. Биҙа шәп. Ауыл балаһын ауыл өйө тарта. Гурыты ла күренеп кенә тора. Хәҙер ни һәр кеменең арты аҫтында машина.
Тирә-йүнде күҙәтә-күҙәтә күңелле итеп сәй эстеләр.
Аҙаҡ атаһы өй урынын ҡарайым тип сығып киткәс, әсәһе Сәлимгә аҡса биреп маташты.
– Ниғорло әйберҙәр алып таштағаның, мә, кәрәге тейер, апайың да йыйыштырған, – тине.
– Ҡуйығыҙсы, аҡсам бар, эш хаҡым етә, общактағы бүлмәмде һаттым. Өй ныҡ ҡыйбат та булманы. Үҙегеҙгә бер ҙә ярҙам итә алманым былай ҙа. – Сәлим аҡсаны кире бирҙе. – Борсолма, яңы өйҙө йыһазларға ла етер. Шул өй алһам тип һаранландым былай ҙа. Ҡайтҡан һайын, ныу һаранһың, исмаһам, бер-ике шешә һыра тотоп ҡайтһаң ни була, ҡайҙа тығаһың ул аҡсаңды, тип еҙнәм төрттөрөп бер була торғайны. Килһендәр беҙгә, һыйлармын еҙнәмде.
– Шулай шул, балам. Бына, теләгеңә ирештең. Бынан быяғына... Аллаһ ҡушһа... – Әсәһе тағы туҡтап ҡалды.
– Тел төбөңдө аңлайым. Барыһы ла үҙ яйы менән. Өләсәйем әйтмешләй, никах сәғәттәрем һуғыр көн килер бер мәл.
Әсәһенең күҙҙәре, ҡыуанысынан, йылтырап китте.
– Аһ-аһ, өләсәң мәрхүмәнең хәбәрҙәрен хәтерләйһең икән. Мин дә, атаң да шул һаман өмөтләнәбеҙ. 40-ты үттең дәһә, гел яңғыҙ, беҙҙең үҙәк өҙөлә һине йәлдәп.
Әллә ниҙәр ҡыйратҡандай, ах та ух килеп, Низам килеп инде.
– Тегеләй ҙә, былай ҙа үлсәп ҡараным, әсәһе, дәже верандалыҡ урын артып ҡала. Сәлимде әйтәм, ҡарап, уйлап эш иткән, маладис. Бигерәк тә йәйҙәрен был ерҙәр курортыңа тиң, Мәфтуха. Әле ныҡлап күҙәттем. Һай-һай, кәртүк, башҡа йәшелсә-емеш сәсер урыны иркен. Сәлим, анау ерҙә ни башмаҡ көтөрлөк тәһә.
– Ҡарап, эҙләп йөрөп таптым, – тип ебәргән булды Сәлим, ауыҙы йырылып.
Шул арала өйгә тәмле аш еҫе таралды.
– Ауылдағы өйөбөҙҙәге кеүек, күңелле булып китте. Ҡоротлап тороп аш ашағы килгәйне.
Бала кеүек ҡыуанып, Сәлим өҫтәл артына килеп тә ултырҙы.
– Хәҙер, әйҙәгеҙ. Ҡатын-ҡыҙһыҙ ни, ашың ашмы. Инде лә, Хоҙай ҡушһа...
Мәфтуха һөйләнә-һөйләнә ашын бүлә башланы.
Ашап ял итеп алғас, ирҙәр ҡар көрәйбеҙ тип сығып китте. Мәфтуха, аш бүлмәһен йыйыштырғас, урам яҡ бүлмәгә сығып ултырҙы. Яҡты, күңелле генә икән, ҡыҙҙар кеүек, матур итеп йыйыштырылған. Һәр әйбер үҙ урынында. Бигерәк бөхтәлекте ярата шул улы. Бер мөйөштә коцерттарҙа кейә торған еләне менән ҡамсат бүрке эленеп тора. Эшләнгән, эшләнмәгән үлән ҡурайҙары ла үҙ урынын алған. Бөтәһе лә бар, етеш тә ул. Улдарының һаман яңғыҙ булыуына үҙәктәре өҙөлә. Ауылдағы йәштәштәре бала-сағалы булып, бына тигән итеп йәшәп яталар. Һуң Сәлим уларҙан бер генә лә кәм түгел дәһә? Сәлимемдең балаһын һөйөргә насип булманы, тип үкенер ине ҡәйнәһе лә. Ҡуй инде, беҙгә яҙһа ғына ярар ине. Былай ҙа күңеле китек. Бигерәк тә күрше ҡатындар уландары, ейәндәре хаҡында һөйләй башлаһа, Мәфтуха шымып китә. Тағы ла шул Сәлим тураһында һорашмаһындар тип, һүҙҙе икенсегә бороп ебәрергә тырыша. Ошо ҡотло өй балаһына бәхет кенә килтерһәсе. Ул ултырған урынынан һикереп тороп, бүлмә буйлап доғаларын уҡып, үҙе белгәнсә өшкөрә башланы.
Улдарында өс кис йоҡлап, риза булып, кәңәш-төңәштәрен биреп, шатланышып ҡайтырға йыйынды Низам менән Мәфтуха.
– Һаташтырманы, тыныс әҙәмдәр йәшәгән­дер, нигеҙең ҡотло күренә, – тине әсәһе Сәлимде ҡосаҡлап, – Иҫән-һау, шатланып йәшәргә яҙһын. Белгән доғаларымды уҡып,илай-илай теләк­тәремде теләнем. Аллаһы Тәғәлә ҡабул ҡылыр. Үҙ ишеңде табып, ошонда бала-сағалар менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәргә яҙһын. Бер үк яңғыҙ ҡартайма, тиҫтерҙәреңдән үрнәк ал. Апайыңдар килер, күреп ҡайтырға ашҡынып торалар. Ҡурай моңо яңғыраған өй тыныс була ул. Шайтандар ҡаса, фәрештәләр яурыныңа ҡунып тыңлай, тип әйтә торғайны өләсәң. Йышыраҡ тарт ҡурайыңды.
– Шуныһы ла уңай: мыжғып машина йөрөп торған ҡала уртаһынан үтергә кәрәкмәй, анһат ҡына киләһең дә инәһең. Ҙур ҡалала йөрөүе ололарға барыбер ҙә ҡурҡынысыраҡ. – Атаһы машинаһын ҡабыҙҙы шулай һөйләнеп.
– Уныһы шулай шул, ярай, изге юл, ҡайтып еткәс тә шылтыратығыҙ, йәме.
– Мин әйткәндәрҙе иҫеңдә тот, йәме, Сәлим.
– Икенсе килеүегеҙгә әҙерләп ҡуйырмын.
– Иншалла, ысынмы? – Әсәһенең, ҡыуаны­сынан ауыҙы йырылды.
“Булмаҫтайҙы вәғәҙә итеп торам, хыялый, хәҙер улар ышана инде” тип Сәлим эстән генә үҙен битәрләп алды.
Машина күҙҙән юғалғансы баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы Сәлим. Тирә-яҡ моңһоу булып киткән кеүек. Быға тиклем бер үҙе шулай йәшәп тик ята инесе. Өйөнә ингәс, тыҡ-тыҡ килеп, йүгерекләп ниҙер эшләп йөрөгән әсәһен, әле бер тәҙрәнән, әле икенсе тәҙрәнән ҡарап тирә-йүнде күҙәткән атаһы күҙ алдына килде. ”Дә-ә, был тәҙрәнән гурыт уттары ҡайһылай матур балҡый, анау йым-йым итеп торған елкаларымы? Яңы йылға матур биҙәгәндәр. Икенсе ҡатыңдан вапше матур күренәсәк, тәҙрәләрең ян яҡҡа ҡарап торһон”, – тип ҡуя.
Күңелдәре булып ҡайтты әсәләре. Тик әсәһен генә юҡҡа шатландырҙы. Иләнмәгән, һуғыл­маған, тигәндәй. Тиҙ арала ҡайҙан ғына тапһын кәләште. Төҫө барҙан төңөлмә, тиер ине өләсәһе. Көҙгөнән ҡарап ҡуйҙы. Былай ныҡ ҡартайып китмәгән кеүек. Бергә эшләгән уның йәштәштәренең ҡайһылары унан олораҡ та күренә әле. Әҙерәк тартыштырһа ла эсеп йөрөмәй. Әллә үтә баҙнатһыҙ? Ә бит ҡыҙҙарға күҙ һалманы түгел. Класташы Гөлназды яратҡайны. Тәүге һөйөүе. Әйләнеп тә ҡараманы Сәлимгә Гөлназ, икенсе егетте яратты. Бәлки, һиҙенгәндер ҙә Сәлимдең яратыуын. Бер осратҡанында мәмәй, ҡыйыуһыҙ, ауыҙын асып, һүҙ ысҡындырырға ҡурҡҡан егеттәрҙе яратмайым, егет булғас, ут булһын, тип төрттөрә биреп әйтеп һалғайны. Үҙе һымаҡ ут сәсеп торған егеткә кейәүгә сығып, матур итеп йәшәп яталар хәҙер. Класташтарының ҡайһы бере олатай, өләсәй ҙә булғандарҙыр әле. Ниңә һаман өйләнмәйһең, тигән төпсөнөүҙәрҙән ҡасып, ауылға ла бесән эшләшергә генә ҡайта ла, унда ла кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Ҡыҙҙар менән бөтөнләй осрашманы түгел.
Сәнғәт училищеһының ҡурай класын тамам­лағас, ваҡытлыса бер ауылда мәктәптә, унан мәҙәниәт йортонда эшләп алды. Ауылдарҙа эш юҡ, аҡса эшләргә кәрәк, йөрөй торғас, күрше район үҙәгенә сыҡты ла китте. Комбинатҡа эшкә инде. Бергә эшләгән Милә исемле ҡыҙ менән танышҡайны. Ҡала ҡыҙын бер ялында ауылға алып ҡайтҡайны. Ата-әсәһе шатланып ҡаршыланы, Хәспиямал өләсәһе генә, ниңәлер, Миләгә үткер генә ҡарап торҙо ла, үҙе йәшәгән бәләкәй өйөнә инде лә китте. Ҡыҙҙың өләсәһенә оҡшамағанын аңланы Сәлим.
Иртәгеһенә өләсәһе менән хушлашырға инде.
– Буласаҡ киленме? – тип һораны, ҡаты ғына итеп өләсәһе.
– Дуҫлашып ҡына йөрөйбөҙ әле.
Хәспиямал ҡарсыҡ бер аҙ әйтергәме, юҡмы, тигәндәй, уйланып ултырҙы. Унан:
– Олоға китмәҫ борон әйтәйем, балам. Төҫө барҙан төңөлмә, тиһәләр ҙә... Тик күңелгә ятмай. Һөймәлекле түгел әллә ниңәлер. Күҙе бигерәк өлкән дәһә, ярты битен ҡаптап тора. Бер аҡайтып ҡарап ебәрһә, ҡотоң алынмаҫмы? – тип кеткелдәп, ейәненең арҡаһынан һөйә. Сәлим көлөп ебәрҙе.
– Ҡыҙыҡ ҡына итеп әйтәһең дә ҡуяһың, өләсәй. Үҙегеҙҙеке ҡыҫыҡ ҡына булғас, оҡшамайҙыр шул, ну көлдөрҙөң. Тәртип боҙоп йөрөмәй, аҡыллы, эшләп йөрөй.
– Кендек күрһәтеп йөрөү ана шул аҫтыртын тәртипһеҙлек инде ул. Хоҙайым, беҙҙең халыҡта ғүмерҙә күренмәгән нәмә. Уға ҡағылырға яраймы ни? Шул да булдымы муды?
Көлмә, үҙеңә оҡшағас, ярай, мин ни былай ғына әйтәм. Етмәһә лә тырнаҡтарын ҡап-ҡараға буяп алғансы. Ҡолағын ике-өс ерҙән тишкеләгәнсе. Иң яманы – кендеге күренеп тора. Уныһына һырға таҡҡан инде әллә? Кит, шул да булдымы муды? Нисек бешеренә, ҡашығаяҡ, иҙән йыуа икән? – Өләсәһе башын сайҡап аптырай.
– Шулай ул, ағый, беҙҙә өләсәй рулит, белдеңме? Тик һин йөҙгә етеп килгән өләсәңде тыңлама, – ти урындыҡта торған һандыҡ өҫтөнә тарттырылып ҡуйған түшәк-яҫтарҙарҙы рәтләп торған һеңлеһе өләсәһе ишетмәҫлек кенә итеп.– Исмаһам, һинең балаларыңдың күҙе ҙур булыр, беҙ ана ҙур күренһен өсөн буяп маташабыҙ.
– Үҙеңә мәғлүм, балам, әйттем дә бөт­төм, ҡыҫылмайым. Иҫән-һау ғына эшләп йөрө.
Ауылдан килгәс, ҡып итеп өләсәһе әйткәндәр иҫенә килә лә төшә. Бер генә күҙ һирпте бит әле, шул арала әллә нимәләр күреп өлгөргән. Сәлим үҙе күрмәгән дә хатта, күрһә, бәлки әйтер ине. Шунан һуң барыбер аралары дуҫлыҡтан ары китмәне. Һаман бер цехта эшләйҙәр.
Сәлим, аҡса йыйып, ятаҡтан бүлмә һатып алды. Шулай йыл артынан йылдар үтте лә китте. Тағы бер-ике тапҡыр танышып ҡарағайны ла, бер уңмағас, уңмай икән ул. Быныһы бөтә яҡтан да уңған, егәрле, әммә гел генә уйында һыра ла уйын-көлкө генә кеүек. Ҡыҙҙың тәмләп, ләззәтләнеп һыра һемереүен күҙәтеп ултырғас, әле шулай, аҙаҡ нисек булыр икән ул тип уйлап, шешәһен ҡулынан тартып алырға маташҡайны. “Мине әллә эскесе тип ҡурҡаһыңмы, һыра ғына бит ул. Бисәһеҙ ҡартайһаң ярар ине, һаран, ыуаҡай, эшкинмәгән бабай. Миңә аҡыл өйрәтә, имеш”, – тип оҙон коридор тултырып ҡысҡырып әрләй-әрләй төшөп китте баҫҡыстан.
Ятаҡта яңғыҙ ҡатындар күп ине. Кемдер таныштырып маташты, кемелер үҙе теләне. Йә үтектәре, йә телефондары боҙола, люстра элергә, башҡа эштәрме – Сәлимгә киләләр. Бер ҡыҙыҡ хәлде иҫләп, һаман көлөп ала. Бәләкәс кенә ҡыҙын етәкләп, йәш ҡатын килеп инде. “Яңы кеҫә телефоны алғайным, ағай, өйрәнә алмайым, аңлатығыҙ әле, тигәс, ултырҙы текә генә телефонға текләп. Сәлимдең ундайҙы күргәне лә юҡ ине. Онотолоп киткән. Бер аҙҙан нишләп тып-тын булып китте әле ул тип башын күтәрһә, ундағы тамашаны күреп, иҫе китте. Кескәй бала һыуытҡысты асып, унда торған кефирҙы иҙән буйлатып түккән, Сәлимдең ботинкаһы эсенә ҡойған, сәсен-башын ап-аҡ иткән. Үҙе тешһеҙ ауыҙын ҙур итеп асып, шат көлөп ултырған була. Әсәһе нимә ҡараған? Теймә, ярамай, тип әйтһә ни була? Әллә юрый ултырған, күрһә лә. Ҡана, үҙем таҙартайым, тип тә әйтмәне.Ҡыҙын етәкләп, сыҡты ла китте. Сәлим бер нәмә аңламай торҙо ла ҡалды.
Аҙаҡ ишетеүенсә, йәш ҡатынды Сәлим менән таныштырырға ебәргәндәр булып сыҡты. Ҡатын үҙе кеҫә телефоны салонында эшләгән. ”Ояты ни тора. Ултырҙым шунда тотоп та ҡарамаған телефонға башымды ҡатырып. Шуны ла белмәй, тип көлөп ултырҙы инде. Ҡыҙын түгел, баштан-аяҡ мине күҙәткән. Күрәһең, оҡшамағанмын, ямаҡ булып күренгәнмен”, – тип асыуланғайны ул мәл.
Шуның менән тамамланды танышыу-таныштырыуҙыр. Никах сәғәте һуҡманы ла һуҡманы. Бына хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙан бөтөнләйгә йыраҡлашты тиергә мөмкин.
Байтаҡ уйҙарға сумып ултырғас, һыуға барырға булды. Шуныһы, йәйгеһен кәртәгә инә икән һыу, ҡышын йыраҡ түгел, икенсе урамға колонкаға барырға икән. Күршеләр эскә индереп бөткән, моғайын, был урамда һыуға йөрөүсе ул ғыналыр. Төнгө смена алдынан һыу ташып ҡуйырға кәрәк. Һыуҙы феләккә тултырып, санаһын нығытып бәйләп тә тормай, ҡуҙғалып ҡына киткәйне, ҡапыл бер малай шыуып килеп, санаһына бәрелде. Килгәнендә эргәләге һырғалаҡ тауҙы күреп кенә ҡалғайны ул.
– Ай Аллам, Иршат, сана юлы ул яҡта түгел бит. Ниңә унда боролдоң? Мин һине!
Феләк китте тәгәрәп, барып тотоп өлгөрҙө. Әйләнеп ҡараһа, теге малай йомро пластмасс тасҡа ултырып алған икән.
– Теге яҡта кәлейә, машинам шуға бында боролдо. Ағай һыуың түгелдеме, феләгең ауыртманымы? – Һыуыҡтан биттәре ҡыҙарған, бейәләй, быймаһы боҙланып ҡатҡан дүрт йәштәр тирәһендәге малайҙың. Үҙе Сәлимгә ярҙамлашырға маташа. – Машинаның тормозы юҡ. Беҙ феләкте санаға арҡан менән тарттырып бәйләп ҡуйғанбыҙ ул, һинеке юҡмы әллә арҡаның? Феләгең ауыртҡанмы? Ҡана ҡарайым әле.
– Йәмшәймәгәнме, тигән һүҙелер, – тине эргәләренә килеп еткән әсәһе.
– Аңланым ул, юҡ, бер ере лә ауыртмаған, – тине Сәлим. – Таныш булайыҡ, егет, Сәлим ағайың булам.
– Привет, Мин – Иршатик-шатик! Әсәйем – Танечка.
– Шулай икән.
– Таңһылыу тиң.
– Күршеләр шулай тип әйтә ләһә. Ағай ҙа күрше.
Рәхәтләнеп көлөшөп алдылар.
– Машина елле һинең, тик тәгәрмәстәреңде алмаштырмағанһың, тая, – тигән булды Сәлим.
– Санам юҡ шыуырға. Сашканыҡы һымаҡ рулле, тормозлы сана алырға аҡсабыҙ етмәй.
– Рулһеҙе лә юҡмы ни?
– Емерелде вис.
– Иршат, өшөп бөттөң, әйҙә ҡайтайыҡ. Ағайға ла ҡайтырға кәрәк. Әйҙә теге яҡҡа ҡарай бер генә шыу ҙа. – Әсәһе малайын етәкләп алып китте. Иршат Сәлимгә әйләнеп ҡарай-ҡарай эйәрҙе.
Сәлим дә берғауым уларҙан күҙен ала алманы. Сикәләре һуғып, йөрәге дөп-дөп тибеп, семетеп алғандай булды. Ошондай һөймәлекле генә улы булһа, бер түгел ике-өс рулле сана һатып алып бирер ине. Әсәһе лә тыйнаҡ ҡына күренә, һылыу ғына. Ә ул кейенгән йолҡош һымаҡ. Ниндәй ҡартлас, тип уйланы микән? Инде арыуыраҡ кейенеп йөрөргә кәрәк.
Дәртләнеп килеп инде өйөнә. Унан ҡурайын алып, күңелле көйҙәр уйнарға тотондо. “Иршатҡа ла яраҡлы итеп ҡурай эшләп ҡуяйым әле, өйрәнә торһон. Өйрәтермен! – тип уйлап, тәҙрәһенән ҡарап-ҡарап ала, әйтерһең, малай шунда ғына уйнап йөрөй.
Шул көндән малай күҙ алдында тик тора. Тасын тотоп, көлөп ҡарап тик тора. Уны үҙенеке һымаҡ ҡабул итте лә ҡуйҙы. Сәлим түҙмәне, магазинға барып, Иршат әйткән рулле сана һатып алды. Балалай шатланып, сананы тегеләй-былай әйләндереп ҡараны. Ысынлап та рулле икән шул. Берәй әйбер алып, бөгөнгөләй шатланғаны булмағандыр. Туғандарына берәй уйынсыҡ алып ҡайтып, улар менән бергә уйнап, ҡыуанғаны булһа ла, бөгөнгөләй тойғо кисергәне булмағандыр. Күҙ алдына Иршат килә лә тора. Теге яҡта кәлейә тип ебәрә бит әле ул. Әллә шул шаян малай минең тормош кәлейәмде икенсе яҡҡа бороп ебәрҙеме? Сәлимдәге үҙгәреште иптәштәре лә һиҙеп ҡалды. “Нимәгә йылмаяһың, тик торғанда ауыҙың йырыла”, – тиҙәр. – Атайымдар килеп ҡайтты, һатып алған өйҙө оҡшаттылар”, – тигән булды.
Ҡайтҡас, бар һыуын юҡ итеп, яңы санаһын алды ла китте колонкаға. Һырғалаҡта берәү ҙә юҡ, көнө лә бөгөн ныҡ һыуыҡ шул. Ашыҡмай ғына, ян-яғына ҡарай-ҡарай һыу тултырҙы, унан санаға нығытып бәйләп ҡуйҙы. Сананы, күренеп торһон өсөн бер ситкәрәк ултыртып ҡуйҙы. Шулай байтаҡ бер урында тапанды, берәү ҙә килеп сыҡманы. Исмаһам, өйҙәрен дә һорашмаған. Төнгө сменаға эшкә лә булғас, күңелһеҙләнеп, яй ғына ҡайтыу яғына боролдо.
Эшендә лә уйҙары улар хаҡында булды. ”Кемдәр икән? Атаһы юҡтыр, ахырыһы, Иршаттың, булһа, санаһын йүнәтер ине. Әллә әсәйем берәй нәмәһен әмәлләп ҡайтты ул, уларҙан һуң уйҙарым аҫты-өҫкә килә башланы. Мөҙҙәте килеп еттеме икән? Тып-тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ни”, – тип уйланып йөрөнө эшендә.
Иртәгеһен санаһын һөйрәтеп, тағы китте колонка янына. Магниттай үҙенә тартты ла ҡуйҙы бит был телдәр малай. Феләге ауыртманы ла ул, бына Сәлимдең йөрәге “ауыртты”, шикелле. Ҡылт итеп һеңлеһенең “беҙҙә өләсәй рулит” тип көлгәне иҫенә төштө. Ә бында Иршат рулит түгелме? Вәт, әй. Тағы ла берәү ҙә юҡ. Әллә икенсе яҡта, тау артында йәшәйҙәр микән? Шул яҡҡараҡ барып торайым тип ҡуҙғалғайны ғына һыу колонкаһынан ике генә өй аша ҡапыл ҡапҡа асылып китеп, кейенеп тә тормаған Иршат йән-фарман килеп сыҡты.
– Мин бында-а, ағай, ошонда-а-а!
Шулай тип ҡысҡырып килгән малайҙы ҡаршы барып тотоп алды. Куртка төймәләрен ысҡындырып, ҡуйынына һыйындырҙы.
– Ниңә кейенмәй сыҡтың, туңаһың бит?
Малай, бесәй һымаҡ ҡына йомарланып, ҡуйынына һыйҙы ла ҡуйҙы. Ул арала шапка, курткаһын алып, әсәһе лә килеп етте.
– Һаумыһығыҙ! Кисәнән бирле тәҙрә төбөндә көтә. Тағы килде ағай, сананы икенсе бер малайға биреп ҡуя инде тип, сыҡты ла йүгерҙе.
Таңһылыу малайын кейендерәм тип тартҡылап ҡараны, ә уныһы Сәлимде ныҡ итеп ҡосаҡлап алған да, ысҡындырмай.
– Кисә күрҙеңме ни? Ниңә, улайһа, сыҡманың, мин көттөм, – тине Сәлим, аптырап.
– Әсәйем сығарманы, мин ҡысҡырып иланым, ә һин ишетмәнең. Сана һиңә түгел, тине әсәй. Ә мин белдем миңә икәнен.
– Ниңә? – тип ҡараны Сәлим ҡатынға.
– Уңайһыҙ бит, белмәгән-күрмәгән кешенән тинем. – Таңһылыу сананы һөйрәп арттарынан килә.
Сананы өйгә индер, беҙ уға Сашканыҡы кеүек, лампочкалар ҡуйырбыҙ, – тип бойора малай.
Өйгә ингәс, һикерә һалып төштө.
– Оһо, елле санам! – Малай әйләнеп Сәлимдең ҡулын ҡыҫты:
– Рәхмәт, ағай! – Малайҙың да, әсәһенең дә шатланғандарын күреп, Сәлимдең түбәһе күккә тейә яҙҙы. Үҙе балалай ҡыуанды.
– Шунан, оҡшаймы? Нисек?
– Шәп, во! – Баш бармағын күрһәтә.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ, өшөгәнһегеҙҙер, беҙ эсеп кенә ултыра инек. Был малай ҡыуанысынан нишләргә белмәй ярһып алды ла китте. Сеү, Иршат, ул хәтлем тауышланма! – тине Таңһылыу.
– Ултыр, ағай, ҡоймаҡты әсәйем һин килеүгә ҡойҙо ул, тәмде генә. Әсәйем бөгөн генә сәсен дә матур итеп буяп ҡуйғайны. – Иршат Сәлимде өҫтәл яғына һөйрәкләй.
Таңһылыу оялышынан, ни әйтергә белмәй ҡыҙарынды, бер улына, бер Сәлимгә ҡараны.
– Эй ошоноң, ауыҙында бер һүҙ ятмай.
Һатты бит малайы. Яңғыҙ ғына бер егет күсенеп килде, тип күршеләренән ишетеп ҡалғайны, күргәне генә юҡ ине.
Рулле санаһына ултырып, тегеләй-былай борғолаған Иршатты күҙәтеп, йәшертен генә бер-береһенә ҡарап, сәй эсеү бигерәк тә күңелле ине...

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: