Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
11 Май 2022, 10:40

ЗӘҢГӘР СВИТЕР Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Ул фатирҙа, атай менән бергә йәшәгән саҡта, ниндәй рәхәт ине! Әсәйҙең ҡасан ҡайтҡанын һиҙмәйҙәр ҙә ине. Атай, Миләүшә, Айһылыу өсәүләп киноға йөрөйҙәр, эргәләге паркка инәләр, каруселдә әйләнәләр, туңдырма ашайҙар. Өйгә ҡайтҡас та кухняла өсәүләп мәж киләләр.

ЗӘҢГӘР  СВИТЕР                       Хикәйә  Мирас ИҘЕЛБАЕВ
ЗӘҢГӘР СВИТЕР Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Иртәнсәк эшкә тип киткән һайын Зәбирә ике ҡыҙын бармаҡ янап киҫәтә:

– Тәртипле генә ултырығыҙ! Телевизорға, газға теймәгеҙ! Балаҫтарҙы бысратмағыҙ! Атайығыҙ килһә, ишекте асмағыҙ! Үҙегеҙ уның янына барып йөрөйһө булмағыҙ! Урамға сыҡҡан бәләкәй балаларҙы кешеләр тотоп алып китә. Әйткәнде тыңламай сыҡһағыҙ, һеҙҙе лә алып китерҙәр. Өйҙә генә көтөгөҙ. Эш бөткәс, ҡайтам. Күстәнәскә әфлисун йә алма алып ҡайтырмын...

Ҡайтты ти! Хәҙер нисәмә көн шулай. Йә төн уртаһында, йоҡлап ятҡан балаларын ҡурҡытып, йырлап ҡайтып инә. Йә икенсе көнгә ҡала. Ҡайҙа күстәнәс һорау! Балаларҙың үҙҙәренең ҡотон алмаһа, шул еткән. Юғиһә, кейемен дә һалмай, еүеш итеге менән иҙәндәге ҙур балаҫтар буйлап фатирҙы бер урап сыға ла, ҡысҡыра башлай:

– Нишләп астығыҙ газды? Тейгәнһегеҙ бит телевизорға!..

Ете йәшлек, биш йәшлек ике бала оҙон көн, тәүлек буйы нисек ҡул ҡаушырып ултырһын? Белгән кеүек, газ, телевизор тоҡандырырға олораҡ ҡыҙы Миләүшәне атаһы өйрәткәйне. Кәрәге тейҙе. Айһылыуға – һеңлеһенә – кухнялағы ҡаты-ҡото менән сәй ҡайнатып эсерә, һирәк-һаяҡ мультфильм, кино ҡарап алалар. Берәр күҙе урамда («әсәй ҡайтмаймы?!»), икенсеһе телевизорҙа булһа ла, көн үтә. Залдың бөтә иҙәнен ҡаплап ятҡан йомшаҡ балаҫта ултырып уйнап алалар.

Иң татлы минуттары – икәүләп атайҙы иҫкә төшөрөү. Их, ул килһә! Ишек асыу ғына түгел, ҡосағына һырлығып, оҙаҡ-оҙаҡ яратылырҙар ине. Көн һайын көтәләр. Кискә ҡарай уның эш сәғәте бөтөүгә тәҙрәнән күҙҙәрен алмайҙар. Барыбер килер, әсәйҙән ҡурҡып тормаҫ. Миләүшә менән Айһылыу ныҡ һағындылар атайҙы. Тағы 4–5 көндән килмәһә, моғайын, түҙемдәре бөтәсәк. Элекке фатирға үҙҙәре барасаҡ. Урамдағы кешеләр генә тотоп алып китмәһә...

Ул фатирҙа, атай менән бергә йәшәгән саҡта, ниндәй рәхәт ине! Әсәйҙең ҡасан ҡайтҡанын һиҙмәйҙәр ҙә ине. Атай, Миләүшә, Айһылыу өсәүләп киноға йөрөйҙәр, эргәләге паркка инәләр, каруселдә әйләнәләр, туңдырма ашайҙар. Өйгә ҡайтҡас та кухняла өсәүләп мәж киләләр. Өйҙә Мәликә исемле бесәй бар. Атайҙың яратҡан бесәйе. Балалар ҙа уны ярата. Оло инде ул, Миләүшә иҫ белгәндән бирле шул Мәликә. Ошо бесәй ҙә гел генә теге өсәү тирәһендә өйөрөлә. Улар урамда йөрөп ҡайтып, кухняла булаша башлаһалар, Мәликә өсөн иң күңелле ваҡыт. Матур итеп мыяулап аяҡтарға һырлыға.

Бергәләп тәмле итеп киске аш бешереп ашайҙар. Иртәнсәк тә эшкә ҡыҙҙарын ашатҡас ҡына китә.

– Ҡасан ҡайтаһың, атай? – тип һорап ҡала балалар.

– Көндәгесә, сәғәт биш тулып үткәс тә өйҙә булырмын, ҡыҙҙарым.

– Эшең шулай иртә бөтәме? – ти Миләүшә. – Әсәй кеүек бер ҡайҙа ла юғалып тормайһың.

– Алма кеүек ҡыҙҙарымды ташлап ҡайҙа юғалайым? Әсәйегеҙҙең эше шулай. Ресторан һуң ғына ябыла. Уны ғәйепләмәгеҙ. Ул – әсәй...

Ғәйепләргә уйламайҙар ҙа. Әйҙә, йөрөһөн, эше шулай булғас. Атай бар! Өсәү генә (Мәликә менән дүртәү) хатта тынысыраҡ та, күңеллерәк тә.

Шулай ғына йәшәргә ине лә бит. Бер көндә өйҙә балалар алдында талаш ҡупты. Талаш тип. Элекке кеүек үк әсәй бер үҙе туҙынды. Юҡ, элеккеләрҙән дә бик күпкә хәтәрерәк!

– Баста! Үҙ көнөңдө үҙең күр! Минең өсөн был – тормош түгел... Етер ситлектә йәшәү! – тип артабан балаларға аңлашылмаған әллә ниҙәр теҙеп китте әсәй.

Атай нишләптер ҡаршылашманы. Миләүшә менән Айһылыуҙы аптыратып, анһат ҡына ризалашты ла ҡуйҙы.

– Ярай, улайһа, тик балаларҙы миндә ҡалдыр, һинең барыбер уларға иғтибарың етмәйәсәк.

Әсәй тәүҙә ағарынып, шунан ҡыҙарынып китте.

– Ю-уҡ инде! Закон минең яҡлы, балалар әсәй янында булырға тейеш. Беҙгә сығып китер урын бар. Бына, һиңә ике бүлмәле фатирҙы ҡалдырам. Ләкин шуны бел – йыһаз тотош минеке. Минең аҡсаға алынған, һинең эш хаҡыңа ғына ҡарап торһаҡ, әллә ҡасан астан үлер инек. Төҫлө телевизор, мебель, балаҫтар – бөтәһе лә минеке!..

Уныһына ла түҙҙе атай. Әсәйгә бүтән һүҙ ҡушманы. Аптырашып нишләргә белмәгән балаларға ғына өндәште.

– Миләүшә, Айһылыу, бәғеркәйҙәрем!

Улары «һә» тигәнсә атайға килеп һырлыҡты. Әсә кеше ярһып, атлығып ҡыҙҙарының бәләкәс беләктәренән тартҡылай башланы.

– Етәр, иркәләнмәгеҙ! Йыйынығыҙ, бөгөн үк сығып китәбеҙ был өйҙән!..

– Ҡыҙҙарым, – тине атай, Миләүшә менән Айһылыуҙың йомшаҡ сәстәрен һыйпап. – Әсәйҙе тыңлағыҙ, миңә лә килеп йөрөрһөгөҙ. Көн һайын көтәм. Үҙем дә барырмын.

– Шулайтмай ни! Ишетһен ҡолағың! Аяҡ баҫаһы булма! Күҙемә күренмә! – тағы ла балаларға аңлашылмаған һүҙҙәр теҙелеп китте.

– Ярар, Мәликәне генә ҡалдырығыҙ. Миләүшә, Айһылыу, һеҙ уны килеп күрерһегеҙ, йәме. Миндә йәшәһен.

– Өмөтөңдө һәлберәтмә! Ҡыҙҙарҙы ла күреү юҡ һиңә! Ебәрмәйем. Йәшә, әйҙә, шул бесәйең менән!

Әсәйҙең ошо һүҙҙәренән ҡурҡып тормағандыр бит атай? Ә нишләп килмәй? Нишләп айырылыштылар инде? Икеһе лә бер генә төрлө холоҡло булһалар, бәлки, килешеп кенә йәшәрҙәр ине. Нишләп кешеләр төрлө икән? Атай үҙе һәйбәт. Уның ҡустыһы менән һеңлеһе бар – Фәрит менән Фәриҙә. Икеһе лә насар кешеләр. Ағаһын да, уның ҡыҙҙарын да яратмайҙар. Әсәй кеүек әйбергә, юҡ-барға даулашып тик йөрөйҙәр. Әсәй үҙе уҫал. Ә уның әсәһе – Миләүшә менән Айһылыуҙың өләсәләре – шундай һәйбәт. Атай кеүек «ҡыҙҙарым минең» тип өҙөлөп тора. Тик ул алыҫта йәшәй шул. Ҡайҙалыр Себер яғында, һирәк күрешәләр. Йылына бер ҡайтһа ҡайта, ҡайтмаһа юҡ. Ошондай ҡыйын ваҡытта, исмаһам, уныһы килеп сыҡһын ине. Юҡ шул, атай ҙа, ул да килмәйҙәр. Иҙән буйлап йөрөргә, кухняға инергә, телевизорға тотонорға көн буйы ҡотоң осоп тик ултыр инде.

Айһылыу көслө йүтәлләй башлағас, Миләүшә тәүҙә аптырап ҡалды. Әсәй өйҙә юҡ, ҡасан ҡайтырын кем белә. Шунан иҫенә төштө: атаһы бындай саҡтарҙа һөт ҡайнатып эсерә ине. Ярай әле, һыуытҡыста ярты сынаяҡ һөт ултыра, әсемәгән. Ҡайнатып, ашығып залға һеңлеһе янына алып ингәндә, иҙәнгә түгелеп китте. Балаҫта эҙе ҡалмаһын тип сепрәк менән һөрткәйнеләр, тағы нығыраҡ бысраны ла ҡуйҙы.

Ҡайтып инеү менән әсәй ул тапты иң алда күрҙе. Ҡобаралары осоп бер мөйөшкә һырлыҡҡан ҡыҙҙарын елтерәтеп торғоҙоп, биргесләп алды. Ни өсөн бысранғанын да һорап торманы. Бәләкәсенә нығыраҡ эләкте. Йүтәл ише генәме!

Ҡабат үҙҙәре генә ҡалғас, Айһылыу апаһына инәлде.

– Китәйек, атайға, Миләүшә апай, тиҙерәк китәйек. Әйҙә, хәҙер үк!

– Хәҙер үк ярамай, туғаным. Атай был ваҡытта өйҙә булмай. Эштән ҡайтыр сағында барырбыҙ. Етмәһә, хәҙер урамда кешеләр күп, тотоп алырҙар.

Киске сәғәт биште түҙемһеҙлек менән көтөп еткерҙеләр. Икеһенең кейемдәрен, кәрәк-яраҡтарын әллә ҡасан бер төйөнсөккә төйнәп ҡуйғайнылар инде. Бар ҡурҡҡан уйҙары – әсәй генә ҡайтып инмәһә ярар ине.

– Ҡайтмаҫ, – тип тынысландырҙы Миләүшә һеңлеһен. – Был ваҡытта бер ҡасан да ҡайтҡаны юҡ.

Ҡайтманы. Биш тулғас төйөнсөктө алып, ҡыуанышып сыҡтылар ҙа, урамда ҡаушап ҡалдылар – кешеләр күренмәйме?

Элекке фатирҙы беләләр ине. Бала аҙымы менән йәйәү ярты сәғәткә яҡын барырға кәрәк. Етәкләшеп шым ғына атланылар.

– Апай, ана-а, берәү ҡаршыға килә, – тине Айһылыу ҡурҡып.

– Әйҙә, бынау бағана артына йәшенәйек.

Ике-өс тапҡыр шулай кешеләрҙән бағана артына боҫоп тороп ҡалдылар. Тегеләре әллә күрмәне, әллә күрһәләр ҙә иғтибар итмәне.

Ә берәү күрҙе. Атайҙары йәшендәге бер ағай алдан уҡ күҙенә эләктереп туп-тура улар янына килде. Ҡасып өлгөрөп булмай. Ҡысҡырырғамы, иларғамы?

– Кемдән бында йәшенеп тораһығыҙ, балалар? – тип яғымлы ғына тауыш менән һораны ул.

Ҡоттары алынған ҡыҙҙар тиҙ генә өндәшмәне. Яғымлы тауыш ҡабатланғас ҡына уларға әҙерәк йән керҙе.

– Кешеләрҙән,– тине Миләүшә. – Тотоп алып китерҙәр, тип...

Ағай көлдө.

– Ҡайҙа бараһығыҙ һуң?

– Атайыбыҙға.

Ҡыҙҙар һөйләп биргәс, ағай уларҙың бәләкәйен һаҡ ҡына етәкләп алды, төйөнсөктө лә үҙ ҡулына тотто.

– Әйҙәгеҙ, илтеп ҡуям.

Биш ҡатлы таныш йорттоң тейешле подъезы төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы ул.

Икенсе ҡаттағы иҫ белгәндән бирле яҡын, ҡәҙерле ишек бөгөн бикле ине. Шаҡығас, эстә ҡыштырлаған тауыш ишетелде. Мәликә ине ул. Ҡыҙҙарҙың килгәнен һиҙеп, ул да мыяулай, ишекте эс яҡтан сабырһыҙ тырнай.

Атай, тимәк, өйҙә юҡ. Миләүшә һеңлеһен тынысландырҙы.

– Көтәбеҙ инде, эштән ҡайтып етмәгәндер. Тик һин таш иҙәнгә ултырма, туғаным, йүтәлең бөтмәгән, баҫып ҡына көтәйек.

Оҙаҡ баҫып торҙолар, һирәк-һаяҡ юғары ҡаттарға бүтән кешеләр менеп-төшә торҙо, атай күренмәне. Эш ваҡыты әллә ҡасан бөткән. Бүтән яҡҡа әсәй кеүек юғалып йөрөмәй торғайны бит. Ни булды икән? Ни булһа ла ошонда көтөргә лә көтөргә инде. Теге йортҡа ҡайтыу юҡ!

Эңер төшә башланы. Йорттағы кешеләр ҙә йөрөштөрөүҙән туҡтаны. Тын булып ҡалды. Балалар аяҡ өҫтө баҫып тамам арыны.

– Атай килмәһә, ҡайҙа йоҡларбыҙ икән? – тип һораны Айһылыу.

– Мин ишеккә арҡам менән һөйәләм, ә һин миңә. Бына шулай. Ошолай йоҡлап ала-ала көтөрбөҙ...

Ҡапыл аҫта подъезд ишеге шығырлап асылды, баҫҡыста аяҡ тауышы ишетелде. Тап-таныш тауыш. Эстә Мәликә мыяулап ебәрҙе. Атай!

Икеһе бер юлы баҫҡыстан ҡаршыға йүгереп төшөп, уның ҡосағына атылдылар.

– Ҡыҙҙарым, балаҡайҙарым! Һеҙҙе күрер көндәрем бар икән.

Икеһен дә төйөнсөгө менән бергә күтәргән килеш өҫкә алып менеп, ишекте асып өйгә индереп, иҙәнгә баҫтырҙы.

Мәликә шатлығынан үрле-ҡырлы һикерҙе, кемдең аяғына тәүҙә һырлығырға белмәй аҙапланды. Улар тағы ла өсәү бергә! Мәликә менән дүртәү.

– Бик ныҡ һағындыҡ һине, атай. Нишләп беҙҙең янға килмәнең?

– Эйе, тәүҙә барманым, ҡыҙҙарым. Әсәйегеҙҙе туҙындырырға теләмәнем. Үҙегеҙ килерһегеҙ, тип көттөм. Унан һуң ауырыным. Бик ҡаты ауырып яттым. Аяҡҡа баҫа алманым. Үтте шикелле инде хәҙер. Бөгөн бына тәүге көн эшкә сыҡтым. Ҡайтышлай һеҙҙең янға барҙым. Ишек бикле ине. Көттөм. Әсәйегеҙ һеҙҙе минән ҡайҙалыр алыҫҡараҡ йәшергәндер, тип төңөлөп ҡайтып килә инем. Ә һеҙ бында, ҡәҙерлекәйҙәрем! Күрер көндәрем бар икән...

– Их, белмәнек, әллә ҡасан килеп ҡарар инек һине. Сәй эсерер, дарыуҙар бирер инек. Ниндәй ауырыу һуң ул, атай?

– Дошманыңа күрһәтмәһен, балалар. Йөрәк тамыры шартлай. Инфаркт тиҙәр. Ярай әле, күршеләр күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан.

– Инде гел яныңда булырбыҙ. Бөтөнләйгә ҡайттыҡ, атай. Тегендә бүтән бармайбыҙ. Тағы ла һинең менән йәшәйбеҙ.

– Мәликә менән дә...

Ҡадир Айһылыуға һөт ҡайнатып эсерҙе. Элекке кеүек кухняла бергәләп ашарға бешерҙеләр. Мәликәгә лә мул ғына өлөш тейҙе.

Иртәгеһен Ҡадирҙың ялы ине. Ҡыҙҙарын урамға алып сыҡты. Паркта, магазиндарҙа йөрөттө. Туңдырма менән һыйланы. Кейемдәр, уйынсыҡтар алып бирҙе.

– Атай, нишләп беҙгә генә әйберҙәр алаһың? – тип һораны Миләүшә, универмагта йөрөгәндә. – Тиҙҙән тыуған көнөң етә бит. Әйҙә, һиңә лә берәй нәмә ҡарайыҡ. Нимә оҡшай?

Оло ҡыҙының өндәшеүе юҡҡа ғына түгел ине – ирҙәр кейемдәре бүлеге тәңгәленән үтеп барғанда, ундағы витриналарға иғтибар иткәйне. Туҡтанылар. Ҡадир өндәшмәне. Кейемдәргә вайымһыҙ ғына күҙ йөрөттө. Миләүшә ҡабатлап һорағас, айырым ғына элеүле торған зәңгәр свитерға төрттө лә күрһәтте.

– Бына, ошоһо оҡшай.

– Әйҙә, алайыҡ, һиңә бик килешер ине.

– Килешер ине лә. Аҡсам етмәй шул, балалар, һин быйыл мәктәпкә бараһың. Уҡыу кәрәк-яраҡтары алаһы бар. Беренсе сентябргә Айһылыу менән һине бергәләп мәктәпкә оҙатырға барырбыҙ. Мәликә лә эйәрер, бәлки...

Кискеһен Ҡадир ниндәйҙер йомош менән өйҙән сығып киткәйне.

– Оҙаҡламайым, хәҙер ҡайтам, ҡыҙҙарым, үҙегеҙ генә ултырып тороғоҙ.

Ҡыңғырау тауышы ишетелгәс, Миләүшә менән Айһылыу ишеккә ташландылар – ҡайтты! Мәликәнең урынынан ҡуҙғалмауын шәйләмәнеләр. Атай түгел, әсәй булып сыҡты. Алырға килгән. Ғәжәп! – был юлы Миләүшә унан ҡурҡманы. Апаһының ҡыйыулығы Айһылыуға ла күсте. Зәбирә өгөтләп, ҡысҡырып, әрләп, беләктәренән һөйрәп ҡараһа ла, ҡыҙҙары ризалашманы.

– Бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ. Беҙгә бында балаҫһыҙ ҙа һәйбәт. Телевизор төҫлө булмаһа ла рәхәтләнеп ҡарайбыҙ. Көн һайын вәғәҙә итеп, бер тапҡыр ҙа алып ҡайтмаған әфлисундарыңды ашамаһаҡ та торорбоҙ. Атайҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ҡайтмайбыҙ.

Ҡолаҡ һалманы әсәләре, һаман ныҡышыуын белде. Хәҙер атай ҡайтасаҡ. Ул ыҙғыш-талашты яратмай. Әсәйҙе тынысландырыр өсөн ҡыҙҙарҙы тағы уға эйәртеп ебәрәсәк. Ә тегендә бер генә минутҡа ла барғы килмәй.

Шуларҙы күҙ алдына баҫтырып, Миләүшә бер нәмә уйлап тапты.

– Барабыҙ, әсәй, – тине ул, һеңлеһенә ҡараш ташлап алып. – Тик бөгөн түгел. Универмагта ирҙәр кейеме бүлегендә бер зәңгәр свитер элеүле тора. Атайға тап-таман. Тыуған көнөнә тип шуны һатып алып бирһәң, барабыҙ һинең йортоңа. Шулай бит, Айһылыу?

Һеңлеһе өндәшмәне. Әсәләре белә, ул апаһының һүҙенән сыҡмай.

– Ә хәҙер ҡайт, – тип өҫтәне Миләүшә. – Ҡасан шул свитерҙы һатып алып килтерәһең, шул саҡта барырбыҙ.

Ҡыҙҙарының бығаса күрелмәгән тәүәккәллегенә аптыраған Зәбирә өмөтөн өҙөп, Миләүшәнең һүҙенә ризалашып сығып китте. Юлда осраштылармы, юҡмы – тиҙҙән атай йылмайып ҡайтып инде.

– Аҡса таптым, балалар. Иртәгә эштән һуң тағы байрам буласаҡ беҙгә!

Икенсе көндө әсәй оҙаҡламаны. Универмагтың асылыуын ғына көткәндер. Ҡадир эшкә китеп, балалар үҙҙәре ҡалғас, йәнә ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Миләүшә менән Айһылыу бер-береһенә ҡарашты. Мәликә диванда мырлап ята бирҙе. Айһылыуҙың төҫө боҙолдо.

– Әсәй...

Миләүшә ни эшләргә икәнен һеңлеһенә алдан уҡ өйрәтеп ҡуйғайны. Тағы ҡабатланы:

– Свитерҙы алып ҡалабыҙ, ә үҙебеҙ бармайбыҙ.

Астылар. Төргәкте шатланышып ҡаранылар. Шул! Күҙҙең яуын алырлыҡ матур зәңгәр төҫтә.

– Ә хәҙер йыйынығыҙ инде, ҡыҙҙар.

Айһылыу юрамал әҙерләнергә һалышҡан арала Миләүшә свитерҙы ҡайҙалыр йәшереп тә ҡуйҙы.

– Ашыҡма әле, әсәй, – тине ул. – Атайға әйтмәй сығып китә алмайбыҙ. Ул барҙа килерһең.

Айһылыу ҙа йәлп итеп сисенә башланы.

– Апайым бармағас, мин дә бармайым.

Зәбирә кисәгенән былайыраҡ ярһып, тулап, сапсынып ҡараны. Ни булған был ҡыҙҙарға? Танырлыҡ түгел, телдәре телгә йоҡмай тәтелдәп торалар. Элеккесә көс менән еңерлек түгел. Аптырағас, свитерҙы таптыра башланы. Миләүшә кире бирергә уйламағас, үҙе эҙләргә маташҡайны, ҡыҙҙарынан ғүмерҙә ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишетте.

– Тентенмә кеше өйөндә!..

Был юлы ла сигенергә тура килде уға.

– Ярар, һеҙҙеңсә булһын! Атайығыҙ эштән ҡайтһын әле! Ҡурҡытып суд менән тартып алам. Ишетһен ҡолағығыҙ!..

Килмәне. Ике-өс көн күренмәне. Моғайын, теге юлында юғалып йөрөгәндер. Өсөнсө тапҡыр килгәнендә Миләүшәнең яуабы тағы ла әсерәк сыҡты:

– Беҙ эскән кеше менән һөйләшмәйбеҙ.

Шунан һуң бөтөнләй күренмәне. Бер һүҙ сыҡҡанда Ҡадир ҡыҙҙарына аңлатып бирҙе.

– Әсәйегеҙ элекке эшендә эшләмәй, балалар. Фатирын сит кешеләргә тапшырып, ҡайҙалыр алыҫҡа, өләсәйегеҙ йәшәгән яҡтарға киткән.

Миләүшә менән Айһылыу тамам тынысланды, ҡыуанышып ҡуйҙы. Уларҙың тағы ла бер шатлыҡтары бар. Свитер тураһында әлегә атай белмәй. Тыуған көнө еткәс тә ул һис уйламағанда-көтмәгәндә бүләк итәсәктәр. Атайҙың ҡыуанғанын күреү иҫ киткес бәхет буласаҡ. Уның менән бергә йәшәү – үҙе бәхет.

II

Бәхетле көндәр оҙаҡҡа барманы. Тәүҙә Мәликә үлде. Һуңғы көнөндә оҙаҡ итеп имәнес мыяуланы, эштәге атайҙы саҡырыптыр, ишек тирәһендә сапсынды. Уның карауаты, кейемдәре янында үрһәләнде. Бер аҙҙан тауышы тынып ҡалғанға иғтибар итһәләр – һуҙылып ятҡан, ғәҙәттәгесә, йомарланып түгел, мырламай ҙа, тын да алмай. Атай ҡайтҡанда ҡыҙҙар Мәликәнең кәүҙәһе янында илашып ултыралар ине. Үҙенең ҡайғы-хәсрәтен йотоп, Ҡадир ҡыҙҙарын йыуатты.

– Исеме шулай булһа ла, үҙе ҡарт ине бит. Ғүмере бөткәндер. Әйҙәгеҙ, ҡәҙерләп күмеп ҡуяйыҡ. Иламағыҙ, ҡыҙҙарым, Мәликә кеүек матурын, бәләкәсен табып алырбыҙ.

Өйҙә бер кеше кәмегән кеүек ҡыйын, күңелһеҙ булып ҡалды. Атай эшкә китһә, ҡыҙҙар үҙҙәре генә ҡалһа, Мәликәһеҙ йәм юҡ, толҡаһыҙ ауыр. Бесәй балаларын эҙләп әллә күпмеһен ҡараған булдылар, Ҡадирға ла, Миләүшә менән Айһылыуға ла оҡшағаны табылманы. Мәликә кеүек матуры, һөйкөмлөһө, аҡыллыһы юҡ ине. Ярай әле, алда атайға теге зәңгәр свитерҙы тапшырыу ҡыуанысы бар.

Иртәгә тыуған көн тигәндә, эшкә китешләй Ҡадир ҡыҙҙарын алмаш-тилмәш күкрәгенә ҡыҫып, яратып туймаҫтай булып, ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ хушлашты.

– Бөгөн иртәрәк ҡайтырмын, аҡыллыларым. Өсәүләп магазиндарға сығырбыҙ, әҙерләнербеҙ...

Ҡыҙҙар үҙҙәре үк әҙерләнергә тотондо. Өйҙө йыйыштырҙылар, һауыт-һабаларҙы ялт иттереп йыуып ҡуйҙылар. Көн буйы икәүләп мәж килделәр. Эшкә әүрәп, атайҙың ғәҙәттәге ҡайтыр сәғәте лә үтеп киткәнен шәйләмәнеләр. Эңер төшә башлағас, тәүҙә Айһылыу иҫкә төшөрҙө.

– Иртәрәк ҡайтам тигәйне лә, һаман юҡ.

– Ҡайтышлай магазиндарға үҙе генә ингәндер, – тип йыуатты Миләүшә.

Тағы байтаҡ ваҡыт үтте. Инде хәҙер ҡыҙҙар ни уйларға ла белмәне. Подьезда һирәк-һаяҡ ишетелеп торған аяҡ тауыштарынан ҡолаҡтарын алманылар. Мәликә булһа, аҫтағы ишек шығырлауынан уҡ танып һикерә башлар ине. Миләүшә менән Айһылыу ҙа атайҙың нисек атлауына өйрәнеп бөткәндәр. Таныш тауыш ишетелмәне.

Бына ике кеше ҡабалан тубырлашып атлап икенсе ҡатҡа менде. Миләүшәләр йәшәгән фатирҙың ҡыңғырауына баҫты. Фәрит менән Фәриҙә. Улар был йортҡа һирәк килә. Килгәндә лә Ҡадирға берәй үтенес менән, һорауҙары ҡәнәғәтләндерелһә лә, гел ризаһыҙлыҡ менән китәләр. Балаларҙы күрмәйҙәр, күргәндә лә тупаҫ һөйләшәләр.

Был юлы икеһенең дә йөҙҙәре ғәҙәттәгенән яҡтыраҡ, ҡыҙҙарға ҡарашы яғымлыраҡ ине. Һүҙҙе Фәриҙә башланы:

– Миләүшә, Айһылыу, атайығыҙ ҡайтмай. Уны эштән больницаға «скорый» менән алып киткәндәр.

Йөҙҙәре ҡапыл ағарынған, тәндәре хәлһеҙләнгән ҡыҙҙар берәр генә һорау бирә алды.

– Ни булды?!

– Ҡасан ҡайта?

Фәрит өй эсендәге әйберҙәргә тәү күргәндәй ҡыҙыҡһынып күҙ йөрөткән арала ҡыҙҙарға ҡарамай ғына яуапланы.

– Инфаркт. Дөрөҫөн белеүегеҙ хәйерлерәк, балалар. Ул инде бөтөнләй ҡайтмаҫ.

Инфаркт?.. Йөрәк тамыры шартлаған!..

Миләүшә иламаны, илай алманы. Күңеле ҡатты ла ҡуйҙы. Хәбәрҙең, хәлдең был ҡот осҡосо башына барып етмәне. Ике көндән атайҙың кәүҙәһен өйгә алып ҡайтып, уны эштәге таныштары, алыҫ туғандары йыйылып һуңғы юлға оҙатҡанда ла ышанманы. Ололарҙы аптыратып, бер урында хәрәкәтһеҙ ҡатып тик ултыра бирҙе. Ә Айһылыу инде – Миләүшә ни кисерһә, ул да шуны...

Ҡадирҙы ерләгәндә Зәбирә күренмәне. Фәрит менән Фәриҙә ойоштороп йөрөнө, бөтә нәмә уларҙың ихтыяры буйынса эшләнде.

Аҙаҡ юҡ-бар сәбәп тапҡан булып, был фатирға йышланылар. Хәсрәттәренән һис кемде күргеһе килмәгән ҡыҙҙар өсөн уларҙың килеүе, төрлө йомош ҡушып өйрәткеләп маташыуы оло ғазап ине. Миләүшә түҙмәне, икеһенә лә уҫал итеп әйтергә мәжбүр булды.

– Бимазалап йөрөмәгеҙ әле. Теге фатирҙа уҡ үҙебеҙ генә йәшәп өйрәнгәнбеҙ инде. Өләсәй йә әсәй ҡайтҡансы нисек тә түҙербеҙ.

Бала ауыҙынан сыҡмаҫтай һүҙҙәрҙе ишетеп, ағалы-һеңлеле икәү тәүҙә бер-береһенә ҡарашты. Әҙгә генә тынлыҡ урынлашты. Фәрит түҙмәне, алдараҡ башланы.

– Юҡ инде, балаҡайҙар. Әсәйегеҙҙе көтөп ала алмаҫһығыҙ. Ул үҙ фатирын һатып, йәһәннәмгә сығып китте.

Ағаһының тамамлап өлгөрмәгән һүҙен Фәриҙә эләктереп алды.

– Өләсәйегеҙ ҡарт. Ул да алыҫ яҡта. Оҙон юлға йөрөргә хәле юҡ. Хәбәр ителгәнгә аҙна тулып килә, ә тауыш-тыны ишетелмәй. Хәле етһә, ерләшергә ҡайтып өлгөрөр ине.

Сират тағы Фәриткә күсте.

– Юҡ инде, ҡыҙҙар! Был фатир хәҙер беҙҙеке. Бер туған ағайҙан ҡалған. Ә һеҙ бәлиғ түгелһегеҙ. Теләһәгеҙ, бында беҙҙе, ололарҙы тыңлап ҡына йәшәйһегеҙ, теләмәһәгеҙ. ..

Иламаны, түҙҙе Миләүшә. «Бәлиғ» тигән һүҙҙең ни икәнен белмәһә лә, эштең ҡайҙа барырын аңланы. Кемдәргә әйтеп, ниндәй кәңәштәр һорап ҡарарға икән? Их, яҡын туғандар әҙ. Булғандары ла ана ниндәй, һис юғында әсәй ҡайтып урамаҫмы? Ошондай хәлдә яҡлашыр ине, бәлки. Әсәй бит.

Аҙна тигәндә өләсәй ҡайтып төштө. Самолетҡа эләгә алмаған, поезд менән сыҡҡан икән. Етеһенә өлгөрҙө. Иң тәүҙә ҡыҙҙарҙы ҡосағына алды. Оҙаҡ итеп һөйләште, йыуатты. Уны бөтәһе лә «уҡымышлы ҡарсыҡ» тип йөрөтәләр. Шулайҙыр. Ҡайһы бер әйткәндәре аңлашылып та етмәй. Ләкин һәр һүҙе ҡәҙерле. Тап атай кеүек үҙәккә үтерлек итеп яратып, ихласлап иркәләй.

– Һеҙ күргәндәрҙе Йософ пәйғәмбәр ҙә күрмәгән, балаҡайҙарым.

Кем ул Йософ пәйғәмбәр? Нимәләр күргән? Нишләп улай булғас ике бала күргән хәтлем кисермәгән?

– Үҫкәс белерһегеҙ әле. Ҙур михнәттәр татығанға күрә аҙаҡ бәхетле йәшәгән, һеҙ ҙә бәхетле булып китерһегеҙ әле, ҡыҙҙарым. Ғүмер бирһә, ҡулдан килгәнсә үҙем ҡурсалармын, аралармын, ярҙам итермен.

Яйын табып, ҡыҙҙар әсәй тураһында һорашты. Әле ҡайтырлыҡ хәлдә түгел икән шул. Аҡылға ултырып, нәфсеһен тыйһа, бәлки берәй заман иҫенә төшөр...

Етеһен уҡытҡанда ла әлеге шул Фәрит менән Фәриҙә ихтыярынса барҙы. Үҙҙәренең хоҡуғынмы, урынынмы өләсәйгә күрһәтеп ҡалырға тырышҡандай, өлтөрәп түгел, елтерәп йөрөп яттылар. Ҡайһы арала өлгөргәндәрҙер – атайҙың әҙ-мәҙ затлыраҡ күренгән әйберҙәре улар ҡулына күскән, төргәктәргә төрөп ҡуйылған. Бер-ике төргәкте Фәриҙә саҡырылған кешеләргә хәйер итеп таратты. Тағы бер-икеһе Фәриттең ҡул аҫтында ятты. Уныһына тейҙертмәне.

Халыҡ таралып, яҡындар ғына ҡалғас, Фәрит үҙен төп хужаға һанап, алдағы хәлдәр, балалар яҙмышы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Тел төбө шунда уҡ аңлашылды – фатир уларға ҡалырға тейеш. Ҡыҙҙар теләһәләр бергә йәшәрҙәр, теләмәһәләр – балалар йорто яҡшыраҡ булмаҫмы? Миләүшә бер ҡайҙа ла китергә йыйынмаясағын ҡаты ғына белдерҙе, әммә иламаны. Өләсәйҙең ҡәтғи һүҙҙәренән һуң ғына ҡыҙҙарҙың күңеленә бер аҙ йылы инде.

– Иманығыҙ бармы, ҡоҙалар? Ошондай көндә һүҙ ҡуҙғатып ултырырға! Һеҙ башлағас, мин дә әйтәйем. Ҡыҙҙар кәрәк тип һанай икән, үҙем ҡарайым уларҙы. Тегендәге йорт-мөлкәтте барып һатып ҡайтырмын да. Яңғыҙ башыма...

Фатир мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡалды. Фәрит «инде быларына дәғүәләшеп тормаҫһығыҙҙар бит?» тигән ҡиәфәт менән төргәктәр яғына ымланы.

– Ағайымдың миңә ярарлыҡ кейемдәре. Үҙемә булыр.

Миләүшәнең йөрәге «жыу» итеп ҡалды. Тәндәре сымырлап китте. Бөтәһе лә ишетелерлек итеп өләсәһенә өндәште:

– Өләсәй, әйт әле, асып күрһәтһен.

Ҡыҙҙарҙың олоһона Фәрит күҙен аҡайтып ҡарап алды ла, төргәкте асты. Атайҙың һәр саҡ кейгән кейемдәре менән бергә тыуған көнгә тип һаҡланған, бер тапҡыр ҙа кейелмәгән зәңгәр свитер ҙа шунда барып эләккән. Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ҡысҡырышып ебәрҙе.

– Теге свитер!

– Тыуған көнөнә алғайныҡ!

Миләүшә йәнә өләсәһенән яҡлау эҙләне.

– Теймәһен уға! Үҙебеҙгә ҡалдырһын!

Өләсәй ҡыҙҙың һорауын ҡабатлағас, Фәрит тупаҫ ризаһыҙлыҡ менән яуапланы.

– Тағы нимә? Кемегеҙгә ярай ул? Фатирға талашҡан кеүек тартҡылашаһығыҙ. Шиш һеҙгә!..

Миләүшәнең бүтән өндәшергә көсө етмәне, ҡапыл сеңләп илап ебәрҙе ул. Уға һеңлеһе лә ҡушылды. Өләсәйҙең йыуатыуҙарын да ишетмәй, туҡтауһыҙ иланылар. Аптыраған Фәрит свитерҙе асыулы тауыш менән балаларҙың алдына атып бәрҙе.

– Мә, тығылығыҙ!

Ҡыҙҙар тыйылырлык хәлдә түгел ине. Атай күкрәгенә баштарын терәгән кеүек, алдарында ятҡан свитерға ҡапланып, үҙәк өҙгөс әрнеүле тауыш менән үкһеп иланылар ҙа иланылар.

...Өләсәй ҙә атай кеүек тиҙҙән әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә биреп, үҙенең алыҫ яҡтарына китеп барҙы. Миләүшә менән Айһылыу икәү генә йәшәй бирҙеләр. Ара-тирә күршеләр инеп хәл белеп, аҙыҡ-түлек йә аҡса биреп, ярҙам иткеләп сыға. Фәриттәр ҙә ингеләй. Бары тик балаларҙың ҡоттарын алыр өсөн генә.

– Фатирҙы үҙ иркегеҙ менән бирмәһәгеҙ, яҡшылыҡ менән бөтмәйәсәк.

Өләсәй оҙаҡланы. Уҡыуҙар башланды. Беренсе сентябрь көнө Миләүшә мәктәпкә һеңлеһе менән килде. Урамда улар һис кемдән ҡурҡманы. Ҡыйыулыҡҡа аптырамаҫҡа өйрәнеп алған ҡыҙ, йәш кенә мөләйем йөҙлө уҡытыусы апайҙан һорап, өләсәй ҡайтҡансы Айһылыуҙың да дәрестәрҙә ултырыуына рөхсәт алды, өйҙә яңғыҙы ҡалдырып китерлек кеше юҡ.

Миләүшә бөтә хәрефтәрҙе лә электән үк белә ине, атаһының бер-ике күрһәтеп биреүе еткәйне. Тик уларҙы ҡушып уҡый, яҙа ғына алмай ине. Өйрәнеп алһа, өләсәһенә хат яҙыр әле. Шуға ла уҡытыусының һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы, һәр әйткәнен еренә еткереп эшләне. Айһылыу ҙа ҡалышманы.

Айҙар үтеп китте, өләсәйҙән хәбәр юҡ. Фәрит менән Фәриҙәнең тауыштары хәҙер икенсе төрлөрәк сыға:

– Закон буйынса фатирҙы оҙаҡ буш тоторға ярамай, һеҙ бәлиғ түгел, иҫәпкә инмәйһегеҙ. Тағы ун биш көндән өләсәйегеҙ килмәһә, һеҙҙең менән һөйләшеп тә тормайбыҙ.

Миләүшә хәҙер хат яҙа белә. Ни яҙырын да күңеленән гел уйлап йөрөй ине. Былайға киткәс, оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, бөгөн үк ебәрергә кәрәк.

«...Өләсәй, өләсәй! Нишләп тиҙерәк ҡайтмайһың? Бик һағындыҡ, бик көтәбеҙ һине. Эштәрең оҙаҡҡа һуҙылһа, һис юғында әсәй ҡайтһын ине. Аҡылға ултырыр, нәфсеһен тыйыр, балалары берәр заман иҫенә төшөр, бәлки? Әсәй бит!

Икегеҙҙең берегеҙ тиҙ арала ҡайтһа, фатирҙа ҡурҡмайынса йәшәр инек. Йософ пәйғәмбәр аҙаҡ бәхет татыған кеүек, беҙ ҙә бәхетле булып китер инек. Атайҙың зәңгәр свитеры залда һәр саҡ иң күренекле урында элеүле торор ине...»

Фото: sumally.com

 

 

Автор:
Читайте нас: