Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ҡошҡа әйләнермен мин...
Повесть
Тирә-яҡ әйләнә. Аҡты-ҡараны күрмәйем. Тыным быуыла, аяҡтарым тотмай. Ә мин йән көсөмә йүгерәм дә йүгерәм.
– Баламды күрмәнегеҙме? Күрмәнегеҙме баламды?..
Юлда осраған һәр кемгә ошо һорауҙы бирәм. Тик... шатландырырлыҡ яуап юҡ. Башыма ниндәй генә уйҙар килмәй. Ҡайҙа ғына булды икән? Имен-һау ғына булһа ярай ине. Бер бөртөккәйем. Йөрәккәйем. Ауыртынып ҡына тапҡан бәпкәм бит ул. Ҡайҙа булды икән? Әллә... Ҡәһәр һуҡҡыр бәндә! Шуның ғына эше. Сәсрәп киткере! Шул урлаған! Тәким үҙенекен иткән, бәдбәхет. Башыма ҡайғы ғына булды бит шул ир ишараты. Бапаҡ! Эйе, эйе! Һуҡыр күрәҙәсе лә кәрәкмәй – шуның ғына эше.
Полиция бүлегенә нисек барып еткәнемде лә һиҙмәй ҡалдым. Кабинетҡа атылып индем дә, погонлы кешене күргәс, сараһыҙҙан һығылып илап ебәрҙем:
– Баламды урланылар! – тинем, быуылып. Башҡаһын аңлатып торорға хәлем юҡ ине.
Телефондан һөйләшеп ултырған полиция хеҙмәткәре әллә ни әһәмиәт бирмәне, шикелле. Ул һөйләшеүен тамамлап, миңә боролдо ла, тыныс ҡына һүҙ ҡушты:
– Нимә булды?
– Баламды урланылар! Иртәнсәк уйнарға сыҡҡайны, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды!
– Әле нисә көн үтте?
– Дүрт сәғәт элек. Туғыҙҙа уйнарға тип сығып киткәйне.
– Һмм. Ҡыҙыҡ ҡынаһығыҙ. – Полиция асыулы ҡарап ҡуйҙы. – Шуның өсөн килдегеҙме?
– Нисек инде – шуның өсөн! – Ирҙең һүҙҙәренән асыуым ҡабарҙы ла китте. – Аңлайһығыҙмы, минең баламды урланылар?! Балам бер ҡасан да дүрт сәғәткә юғалмай торғайны. Йорт тирәһен, уйнаған майҙансыҡты аҫтын-өҫтөнә әйләндереп эҙләп сыҡтым. Юҡ! Ер упҡанмы ни?!
– Бәлки, ул берәй дуҫына ингәндер? Компьютер уйнап ултыралыр? Кис еткәс, ҡайтыр әле. Юҡҡа борсолаһығыҙ.
– Һеҙ ҡалай ҡыҙыҡ ҡына ул! Үҙегеҙҙең балағыҙ юғалһа, шулай көтөп кенә ултырыр инегеҙме?! Ласын ундай бала түгел. Минән рөхсәтһеҙ бер аҙым да ситкә баҫмай! Күрше-тирәнән һорашып сыҡтым: таныштары ла, гел бергә уйнаған дуҫтары ла күрмәнек ти. Ул бит көпә-көндөҙ юҡ булырға энә түгел!
– Нисә йәш уға?
– Ун!
– Бындай йәштәге баланың башында нимә булғанын белеп булмай. Тынысланығыҙ. Бына минең номер – кисен ҡайтмаһа, шылтыратырһығыҙ. Шунда ғаризағыҙҙы ҡабул итербеҙ, – ти полиция хеҙмәткәре, бер ни ҙә булмағандай тыныс ҡына. Ә минең эстә ут ҡайнай, үҙемә урын тапмайым. Закон кешеһе булмаһа, яғаһына барып йәбешер инем! Саҡ үҙемде тыйып торам.
– Нисек инде – кисен?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. – Бала бит ул! Мин һеҙгә тиктомалдан ғына урланылар тимәйем. Бында эш ныҡ ҡатмарлы. Теге һәүерек уны тартып алам тип йыл буйына минең менән судлашты. Килеп сыҡмағас, тәким урланы!
– Ниндәй суд? Ошо урында анығыраҡ һөйләгеҙ әле...
– Теге әҙәм аҡтығы менән бер йыл элек айырылыштыҡ, – тинем. – Йәшәп булмай бит, йәшәп булмай! Ир тип әйтһәң, артыҡ булыр. Сибайҙа йәшәй ул. Шул хәсистең йөҙөн күрмәҫ өсөн генә Өфөгә күстек. Кешесә йәшәрмен тигәйнем, юҡ, һаман тынғы бирмәй. Әсәһе менән икәүләшеп талайҙар. Баламды тартып алабыҙ тип судлашып ҡаранылар. Барыбер, уларҙыҡы килеп сыҡманы. Үлһәм – үләм, барыбер уларға баламды бирмәйем. Кеше өсөн йөрәк ярып тапҡан артыҡ балам юҡ!
– Шунан, шунан... Тыңлайым.
– Шул ике аяҡлы ишәк тәким Өфөгә килеп тапты беҙҙе. Өйгә лә килеп аптыратты, мәктәпкә барып та баламдың ҡотон алған. “Барыбер балаңды тартып алам” тип ҡурҡыта. Йөрөр-йөрөр ҙә, тынысланыр тип уйлаһам, юҡ инде, кешесә йәшәргә бирмәй. Теге ҡарға ла ҡоторта инде! Шуның һүҙенән китмәй бит, һәүерек! Тәким үҙенекен эшләне. Ҡалайтайым, икән, Аллаҡайым?! – Хәлемде аңлаған кешене күреп, тағы илап ебәрҙем.
– Ҡарғаһы кем ул? – ти, аптырап полиция.
– Кем булһын, шул ишәктең әсәһе. Үҙе лә эт нәмә. Яуызлығы менән үҙ ирен йәшләй теге донъяға оҙатҡан...
Мин бәйнә-бәйнә һөйләйем, ә полиция ауыҙын йыра. Әйтерһең, мин бында ҡайғы менән түгел, ә кеше көлдөрөргә килгәнмен.
– Нимәһе көлкө? – тим асыуланып. – Үҙегеҙҙе минең урынға ҡуйып ҡарағыҙ!
– Үҙегеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе онотмағыҙ. Мин дәүләт кешеһе. Үсекләшмәй генә, һәр һүҙҙе үлсәп әйтегеҙ. Бында бөтәһе лә яҙылып бара. Закон барлығын да онотмайыҡ, – ти ҡәтғи генә. Шунан уҫал итеп күҙемә ҡараны: – Нимә өсөн айырылыштығыҙ һуң?
– Әйттем бит инде баяғы: йүнле ир түгел! Әсәһе һүҙенән сыға белмәй. Эштән ҡайта ла диванда һуҙылып тик ята. Әсәһе көнө буйына мейемде ашай. Аш бешерһәм, оҡшатмай. Йә тоҙо әҙ, йә ҡуйы булған. Кер йыуһам, тағы бәйләнә. Күршеләргә сығып, мине һөйләй. Бөтөн нәҫелемде тикшерә, гелән етешһеҙлегемде эҙләй. Варисҡа айырым сығайыҡ, тип әллә күпме тылҡыным, ҡолағына ла элмәй. Белмәйем, үлгәнсе әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөргә уйлай микән?! Мин бала хаҡына түҙҙем, барыһына ла күҙ йомдом. Ә теге ҡарға... то есть ҡәйнә, малайын ҡотортоп, мине туҡматты! Ана, мин сығып киткәнгә бер йыл. Йүнле әҙәм булһа, күптән башҡа ҡатын алыр ине. Ә уға, ғазраил әсәһе менән йәшәгән кешегә, этем дә ҡарамаясаҡ!..
– Инде аңлашылды. Ғариза яҙығыҙ! – Полиция алдыма ҡағыҙ һуҙҙы. – Тағы малайҙың фотоһы кәрәк буласаҡ.
Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың 10-сы (2022) һанында уҡырға була.