Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
20 Октябрь 2022, 18:55

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ (1)

— Юҡҡа тәкәбберләнәһең, балам! Ҡатын кешегә улай уҡ ярамай ул. Ирҙән иргә йөрөгәнсе, гүрҙән гүргә йөрө, тигән боронғолар. Үҙең ғәфү итә алмайһың икән, бына улың тураһында уйла! Сабый хаҡына ғәфү ит! Ғүмерлеккә етем итмә баланы!..

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ (1)
Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ (1)

Фәнил Абдулһаҙый улы Әсәнов (1929 — 1995) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә эшләгән. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Яралы мөхәббәт

Повесть

Фәнил ӘСӘНОВ

Беренсе бүлек
                 I
Ул өйҙә балаһын ҡойондороп маташа ине. Ашығып әсәһе Зәйтүнә апай ҡайтып инде. Зәйтүнә апайҙың кескенә бит алмалары алһыуланып, муйыл ҡара күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары бөркөлөп тора. Ул аяҡ кейемен һалды ла, башындағы мамыҡ шәлен сисә-сисә, ҡыҙы янына — кухняға уҙҙы. Күңелендәге шатлығын йәшерә алмайынса:
— Һиңә тағы хат бар! — тип, ҡуйынынан конверт сығарып, Гөлсинәгә һуҙҙы.
— Кемдән? Унанмы? — тип һораны Гөлсинә, артыҡ иҫе китмәй генә.
— Унан булһа һуң.
Гөлсинә конвертты алманы.
— Утҡа ташла!
— Туҡта әле, балам, улай ҡыланма! — тине Зәйтүнә апай, ризаһыҙлыҡ менән. — Кисәгеһен дә, унан алдағыларын да йыртып ырғыттың. Бәлки, уның һиңә өҙәрем һүҙе барҙыр. Бәлки...
Гөлсинә асыу менән ҡырт киҫте:
— Юҡ, әсәй, кәрәкмәй!
Ул әсәһенең ҡулындағы хатты тартып алды ла дөрләп янған утҡа ташланы һәм балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, хат янып бөткәнсе, усаҡтан күҙен алманы. Ялҡын нурҙары уның шешмә ҡабаҡлы ҙур ҡара күҙҙәрен, түңәрәк бит алмаларын, оҙонса аҡ муйынын яҡтыртып-яҡтыртып алды. Зәйтүнә апай, ҡыҙының тәрән һағыш кисергән моңһоу күҙҙәренә ҡарап: “Һиҙеп торам бит, үҙең дә өҙгөләнәһең, тик һауаланыуыңды ғына еңә алмайһың. Бигерәк атайың кеүек үҙ һүҙлеһең шул”, — тип уйланы. Унан үпкәле тауыш менән теҙеп китте:
— Юҡҡа тәкәбберләнәһең, балам! Ҡатын кешегә улай уҡ ярамай ул. Ирҙән иргә йөрөгәнсе, гүрҙән гүргә йөрө, тигән боронғолар. Үҙең ғәфү итә алмайһың икән, бына улың тураһында уйла! Сабый хаҡына ғәфү ит! Ғүмерлеккә етем итмә баланы!..
— Әсәй, ниңә инде... — Гөлсинә, әсәһенең күҙҙәренә ҡарап, нимәлер әйтергә теләне, ләкин күңеле тулғайны, һүҙҙәре тамағына тығылып ҡалды. Йүргәккә төргән балаһын күтәреп, икенсе яҡҡа сығып китте.
Гөлсинә ҙур яҡта бәләкәсен биләп аҙапланғанда ла, ҡыҙына хәтере ҡалған ҡарт әсә:
— Кит инде, кит, кеше булыр-булыр ҙа, һинең кеүек тә һауалы булырмы икән?! Белмәйһең шул әле, етем бала үҫтереүҙәре ни ҡәҙәр ауыр икәнен белмәйһең! Минең һүҙҙәрем бер иҫеңә төшөр төшөүен, әммә һуң булыр, — тип бик оҙаҡ өҙгөләнде. Унан әкрен генә, үҙ-үҙенә ниҙер бышылдап ҡына, һулҡ-һулҡ иларға тотондо. Гөлсинә йүгереп сығып, Зәйтүнә апайҙың муйынына барып һырынды:
— Әсәй! Әсәйем, рәнйеткән булһам, ғәфү ит!
Зәйтүнә апай тәрән итеп көрһөндө лә:
— Ҡыйын бит, балам, етем бала үҫтереүҙәре, ғүмер буйына яңғыҙ йәшәүҙәре, ай-һай, ҡыйын! — тип тынып ҡалды.

* * *

Тышта төн. Тышта ямғыр. Ҡояш уянғансы, ерҙең битен йыуып өлгөрәйем, донъяға йәм индерәйем тип ашҡынып килгән тәүге ямғыр, яҙҙың мәрхәмәтле, шифалы ямғыры. Ямғыр йоҡлаған өйҙәрҙең тәҙрәләрен ҡаға. Ямғыр йоҡламай. Ямғыр яҙҙы ашыҡтыра.
Тышта ел. Яҙғы саф, һалҡын ел. Ул да йоҡламай. Ҡарҙы ашап, урамдарҙағы бысраҡ ҡарҙарҙы кимереп, урам таҙартыусыларға булышып йөрөй. Йоҡлаған ҡала өҫтөнән тормош ваҡлыҡтарын, төрлө ғәйбәттәрҙе ҡыуа. Ел кешеләрҙең иртән йоҡонан уянғанда күңелдәре пак, йөҙҙәре шат булыуын теләй.
Тағы?..
Тағы ҡалалағы йорттарҙың береһендә йәш әсә менән йәш бала йоҡламай. Бала супылдатып әсәһенең күкрәген имә. Күңеле тыныс, йөҙө әсәһенең күкрәк һөтө кеүек пак. Ул үҙе башын һалған әсә күкрәген ялҡын көйҙөргәнен тоймай. Ул әле ҡайғыра ла, нәфрәтләнә лә, ярата ла белмәй. Бала тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн булыуы менән бәхетле, әсәһенән күпкә бәхетле!
Йәш бала — сафлыҡ һәм паклыҡ Аллаһы — супылдатып-супылдатып әсәһенең күкрәген имә. Һағышлы ҙур ҡара күҙҙәре менән сабыйҙың йөҙөнә төбәлеп тын ҡалған әсәнең йөрәген ауыр уйҙар телгеләй. Урамдағы ел йәш әсә ҡолағына ҡәһәрле һуғыш арҡаһында ун һигеҙ йәшенән ирһеҙ ҡалып, күпме михнәттәр, сикһеҙ мәхрүмлектәр күргән ҡарт әсәнең һүҙҙәрен бышылдай: “Сабыйың хаҡына уны ғәфү ит! Ғүмерлеккә етем итмә баланы! Сабыйың хаҡына! Сабыйың хаҡына! Сабыйың хаҡына!.. “
Тик ниңә? Ниңә ғәфү итергә тейеш Гөлсинә Рәмилде? Уның быға ниндәй хоҡуғы бар? Ниңә ул Гөлсинәнең оло мөхәббәтенә хыянат иткәнгә ҡәҙәр баланың киләсәге тураһында уйлап ҡарамаған? Ниңә Гөлсинәнең иң изге хистәрен бысратҡас, саф, керһеҙ мөхәббәтен яралағас ҡына, баланы иҫенә төшөрә башланы, бала исеме менән ғәфү үтенә башланы?
Бәлки?..
Бәлки, ул үҙе әйтмәксе, ысындан да яңылышҡандыр? Йырҙа ла бит: “Бер болғанмай, һыу ҙа тынмай”, — тип йырлайҙар. Бәлки, был күңелһеҙ ваҡиға ғаилә тормошоноң бер болғанып алыуы ғына булғандыр? Бәлки, бында Рәмил түгел, ә Гөлсинә үҙе ғәйеплелер, мөхәббәтен еңел аҡыллы кешеләрҙән үҙе һаҡлай алмағандыр?
...Балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан әсә ҡара төндә йөрәген телгеләгән һорауҙарға яуап эҙләй.
— Кем ғәйепле?
Яҙ яһарға килгән тәүге ямғыр йоҡлаған өйҙәрҙең тәҙрәләрен ҡаға:
— Кем ғәйепле?
Йүгерек ел был һүҙҙәрҙе ҡырҙарға, яландарға, урмандарға алып сығып китә:
— Кем ғәйепле?
Яуап юҡ.
Ләкин булырға тейеш!
Мөхәббәт менән шаярыусылар, һаҡ булығыҙ! Ҡараңғы төндә ҡала уртаһындағы өйҙәрҙең береһендә йәш балалы әсә йоҡламай!

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: