Шоңҡар
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
22 Октябрь 2022, 09:16

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ (2)

— Танышыу хөрмәтенә! — тип тәүге стакандар күтәрелеп, гармун тауышы йөрәктәрҙе елкендереп ебәргәс, быға саҡлы һүҙ ҡушырға оялып ултырған ҡыҙҙарҙың да телдәре сиселде:

Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ  (2)
Яралы мөхәббәт Повесть Фәнил ӘСӘНОВ (2)

Фәнил Абдулһаҙый улы Әсәнов (1929 — 1995) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” республика гәзитендә эшләгән. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Яралы мөхәббәт

Повесть

Фәнил ӘСӘНОВ

Икенсе бүлек

II
Гөлсинә сәнғәт училищеһына уҡырға килгәндә, Сөйөмбикә беренсе курсты тамамлағайны инде. Ул сағында сәнғәт училищеһы студенттары университеттың иҫке ятағында, һәр бер бүлмәлә алтышар-етешәр кеше тора ине. Гөлсинәләр төркөмөндәге биш ҡыҙҙы Сөйөмбикә менән бер бүлмәгә урынлаштырҙылар.
Ҡалаға ҙур хыялдар, матур өмөттәр менән ҡанатланып килгән ҡыҙҙар ашхана, кухня, йылы һыу кеүек тормош өсөн иң кәрәк нәмәләре лә булмаған, утын яғып ҡына йылытыла торған ағас ятаҡҡа килеп урынлашҡас, бында нисек йәшәрбеҙ икән, тип ҡурҡыбыраҡ ҡалғайнылар. Ләкин ошо бүлмәлә бер йыл буйы йәшәгән Сөйөмбикә беренсе курс ҡыҙҙарына бик бошоноп ултырырға ирек бирмәне.
— Бөгөн танышыу кисәһе ойошторабыҙ, кемдең ауылдан алып килгән нәмәһе бар, өҫтәлгә сығарып һалығыҙ! — тине. Ҡыҙҙарҙан өсәр һум аҡса йыйып алды ла, өҫтәлгә теҙеп ташланған ашамлыҡтарҙы ебетергә тип, йүгереп сығып эсемлектәр ҙә алып ҡайтты. Ҡыҙҙар өҫтәл әҙерләүгә, кеҫәләренә «ярты»ларын ҡыҫтырып, күрше бүлмәнең егеттәре килеп керҙеләр. Уларҙы ла әлеге Сөйөмбикә саҡырып өлгөргәйне булһа кәрәк. Егеттәр булғас, баяны ла табылды.
— Танышыу хөрмәтенә! — тип тәүге стакандар күтәрелеп, гармун тауышы йөрәктәрҙе елкендереп ебәргәс, быға саҡлы һүҙ ҡушырға оялып ултырған ҡыҙҙарҙың да телдәре сиселде:

Уйна, дуҫым, гармуныңды,
Һин матур уйнатаһың...

Йырҙы бейеү алыштырҙы. Унан тағы йыр, тағы бейеү...
Дүрт йыл буйына бергә уҡырға, бергәләп ғүмер итергә, студент тормошоноң шатлығын да, ҡайғыһын да бергәләп бүлешергә тейешле йәштәрҙең тәүге осрашыуы ине был. Рәмилде беренсе тапҡыр ошо көндө күрҙе Гөлсинә. Дөрөҫ, ул кистә Гөлсинә төҙ һынлы, киң күкрәкле, ҡуйы ҡара ҡашлы был егеттең үҙе менән бер төркөмгә уҡырға килеүен дә, уның Рәмил исемле булыуын да белмәй ине әле. Ләкин был егет нимәһе менәндер: үҙенең асыҡ күңелле, һүҙсән булыуы менәнме, баянда өҙҙөрөп уйнауы менәнме, әллә йөрәккә үтә торған һөйкөмлө ҡараштары менәнме, тәүге осрашыуҙа уҡ Гөлсинәнең күңелен әсир итте. Хәйер, ул кистә Рәмилгә бер Гөлсинә генә лә түгел, ҡыҙҙарҙың барыһы ла ғашиҡ булды, шикелле. Икенсе көндө, бергә ултырған егеттәр тураһында һүҙ сыҡҡас, иң башлап Рәмил исеме телгә алынды. Тегеләй-былай ғына ла түгел, бик яҡын итеп, үҙ итеп: “Их, шуның күҙ ҡараштары, их, гармун уйнауҙары!” — тип һоҡланып телгә алдылар.
Рәмил Гөлсинәнең тормошона ана шулай тәүге күреүҙә үк һөйөндөрөп, тәүге осрашыуҙан уҡ көйөндөрөп килеп керҙе. Тик Гөлсинә уға ғашиҡ булыуын кешеләргә белдереү генә түгел, үҙе лә был турала ысынлап уйларға ҡурҡа ине. Ул сағында Гөлсинә Рәмилде хыялында һаҡлап йөрөүе менән генә лә үҙен бәхетле итеп һанай ине.
Тап бына шул тәүге осрашыу кисәһенән һуң дуҫлашып киткәйне Гөлсинә Сөйөмбикә менән. Ҡайғырыуҙың, зарланыуҙың нимә икәнен белмәгән, ҡалала күрмәгән урыны, тапамаған һуҡмағы ҡалмаған Сөйөмбикә үҙенең асыҡлығы, шаталаҡлығы менән уны-быны яңы ғына аңлай башлаған ауыл ҡыҙының күңелен бик тиҙ яулап алды. Ул Гөлсинәне бер көндө баҡсаға, икенсе көндө спектаклгә алып китте. Өсөнсө көндө тағы берәй тамаша уйлап сығарҙы.
Дөрөҫ, Сөйөмбикәнең күп ғәҙәттәре шул ваҡытта уҡ ғәжәберәк тойола торғайны Гөлсинәгә. Сөйөмбикә барлы-юҡлы аҡсаһы менән мода артынан ҡыуа, сәстәрен, ҡаштарын буята, тәмәке тарта ине. Аҡсалыраҡ кеше менән осрашҡанда, Сөйөмбикәнең теле телгә йоҡмай, йөҙөнән яһалма йылмайыу китмәй. Оҙонсараҡ буйлы, нәҙек балтырлы булһа ла, йылмайғанда егет-еләндең йәнен иретерлек итеп йылмая белә ине шул үҙе. Урамда йәки баҡсала йөрөгәндә, бөтөнләй таныш түгел егеттәргә лә берәй шаян һүҙ атмайынса, керпектәре буялған зәңгәр күҙҙәрен уйнатып, бер йылмаймайынса китә алмай ине ул. Әгәр инде үткенсе уға йылмайыу менән яуап бирһә, үҙен: “Стэлла!” — тип таныштыра ла үткенсе менән, күптәнге дуҫын осратҡан кеүек, рәхәтләнеп һөйләшә башлай, һәм, һис тә тартынмайынса, уға эйәреп китә лә бара.
Бер ваҡыт шулай, икәүләшеп баҡсаға барғас, Гөлсинә Сөйөмбикәнең ғәжәберәк ғәҙәттәре тураһында уйланып ултырҙы ла тегеһе һис тә көтмәгәндә генә:
— Ниңә һин, Сөйөмбикә, исемеңде гел генә боҙаһың? Үҙ исемең дә бик матур ҙа баһа? — тип һорап ҡуйҙы.
— Һи-һи, таптың матур исем, — тип йылмайҙы Сөйөмбикә. — Ауыл ҡарсыҡтары исеме. Бабушка таҡҡан исем. “Сөйөмбикә” тиһәләр, енем ҡабара. Күҙ алдыма тешһеҙ ҡарсыҡ килеп баҫа. Яратмайым.
Унан, бик ҙур сер сискән төҫлө, Гөлсинәнең беләгенән ҡыҫып тотоп, әкрен генә әйтте:
— Ә Стэлла — ул, беләһеңме, йондоҙ тигән һүҙ. Йондоҙ исеме.
— Булһа һуң?
— Беләһеңме, минең сәхнәлә лә, тормошта ла йондоҙ булғым килә! Башҡаларҙан юғарыраҡ торғом килә. Хатта йондоҙҙоң да ябайы ғына булырға теләмәйем мин. Иң яҡтыһы, иң бәхетлеһе булырға, ерҙәге бөтә кешеләрҙе көнләштереп йәшәргә теләйем.
Гөлсинә Сөйөмбикәнең был һүҙҙәрен тыңлағанда күңеле менән: “Һәр үткенсенең усына атылып төшөргә торған йондоҙҙоң яҡтылығы ташҡа үлсәйем инде”, — тип уйлаһа ла, иптәшенә бер ни ҙә белдермәне.
— Һи, ҡыҙыҡ икән һинең хыялдарың,— тип кенә ҡуйҙы.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: