Яралы мөхәббәт
Повесть
Фәнил ӘСӘНОВ
V
Ике ай ауылда йәшәп, болондарҙа, ҡырҙарҙа йөрөп, тәбиғәт ҡосағында иркенләп хәл йыйып, яңынан Өфөгә әйләнеп килгәндә, Гөлсинә әлеге кисәләге күңелһеҙ ваҡиғаларҙы онота яҙғайны инде. Шулай ҙа ул сағында Рәмил әйткән һүҙҙәр нескә тәбиғәтле Гөлсинәнең күңеленән эҙһеҙ генә юғалманы. Ул шул кисәнән һуң ялтыраған бөтә нәмәнең дә алтын булмағанын, Стэлланың үҙенә тиң дуҫ түгел икәнен асығыраҡ аңланы, тормошҡа, мөхәббәткә, тирә-яғындағы кешеләргә айығыраҡ, һағыраҡ күҙ менән ҡарай башланы.
Тик йөрәгендә Рәмилгә булған һөйөү ялҡындары ғына һүнмәне, һүрелмәне. Ул Рәмил менән бергә уҡып, бер бүлмәлә лекциялар тыңлап йөрөһә лә, уның күҙенә салынмаҫҡа, уның менән яңғыҙ ғына осрашмаҫҡа тырышты.
Бушыраҡ ваҡыты булғанда һис кенә лә өйҙә ултырырға ғәҙәтләнмәгән, ҡайҙа ла булһа барырға, кем менән булһа ла танышырға, күңел асырға атлығып торған Сөйөмбикә көн дә бер нәмә уйлап таба. Йәй булһа, ҡыҙҙарҙы йыйып, йә Дим, йә Ағиҙел буйына алып төшөп китә, тансаларҙы ҡалдырмай. Ҡыш етһә, әле бер бүлмәлә, әле икенсеһендә төрлө уйындар, кисәләр ойоштора, улай ҙа булмаһа, бөтәһен дә димләп, театрға, киноға алып сығып китә торғайны.
Уларға тик Гөлсинә генә эйәрмәй. Ул көн дә тиерлек бер сәбәп табып, бүлмәлә яңғыҙы ғына тороп ҡала. Шыҡһыҙ, һалҡын ятаҡта яңғыҙы ғына ултырғанда, күңелен береһенән-береһе ауыр уйҙар солғап ала. “Тормошом өсөн сәнғәт юлы кеүек оло юлды һайлап яңылышманыммы икән? Ғүмерем буйына сәхнә аша кешеләргә хеҙмәт итергә көсөм етерме икән? Бәлки, ауылда ғына ҡалаһы, ауылда ғына ныҡлап төпләнәһе булғандыр?” — тип үкенә, үҙенең һәләтенә шикләнә башлай. Шул сағында күңеленең иң түренең бер еренән бала саҡтағы хыялдары баш ҡалҡыта.. “Юҡ, һин актриса булырға, бары актриса булырға ғына тейешһең! Һин сәхнә өсөн тыуғанһың! Шунһыҙ тормош юҡ һиңә! Юҡ! Юҡ! Юҡ!” — тип күңеле ярһый-ярһый шелтәләргә керешә. Гөлсинә тағы бөтә донъяһын онотоп китаптарына йәбешә, бик ихласлап оло сәхнә оҫталарының ижадтарын өйрәнергә тотона, йә сәғәттәр буйы ҡулына китабын тотоп, бер бит тә уҡып бөтөрә алмайынса, Рәмилде уйлап ултыра. Аҡылы уны: “Ул һиңә тиң түгел, ул сибәр, ул талантлы, ул тирә-яҡта берәү. Уға һинән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән. Буйын етмәгән емешкә үрелмә! Онот һин уны! Онот!” — тип өгөтләй. Ләкин тәүге тапҡыр, ысынлап ғашиҡ булған йәш күңел ҡыҙҙың айыҡ аҡылына буйһонмай, һаман тилмереп-тилмереп нимәлер көтә, өҙгөләнә, Рәмилде юҡһына, Рәмилде таптырып ярһый.
Ундай минуттарҙа Гөлсинәгә бик яманһыу була торғайны. Уның ҡайҙалыр киткеһе, кем менәндер серләшкеһе, кәңәшләшкеһе килә ине. Ул сағында Гөлсинәнең йөрәк серҙәрен асып һалырлыҡ дуҫтары ла юҡ ине. Ул яңғыҙ ине.
Шулай йәшерен яныуҙар, өҙгөләнеүҙәр, өмөтләнеүҙәр менән уҡыуҙың тағы бер йылы үтеп китте. Рәмил уға ҡараманы, уның йөрәген аңламаны.