Заһиҙә Мусина (1997) — сығышы менән Йылайыр районы Сәләх ауылынан. БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡый. Шул уҡ ваҡытта “Шоңҡар” журналының бүлек мөхәррире булып эшләй.
Йәш яҙыусының хикәйәләре республика матбуғатында даими баҫылып тора. 2021 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсында Гран-при яуланы.
“Килен” повесы — Заһиҙә Мусинаның тәүге күләмле әҫәре.
Килен
Повесть
1
Уҫал әсәй
Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек – минән һигеҙ йәшкә өлкән Хәҙисә апайым, мин, минән ҡала ике йәшкә кесе Сулпан һеңлем. Атайымды хәтерләмәйем. Ул миңә дүрт йәштәр тирәһендә үлеп ҡалған. Тракторын йүнәткән мәлдә әллә нимәһе ысҡынып китә һәм тәгәрмәстәр аҫтында ятып ҡала. Уны иҫерек булған, тип тә әйтәләр. Эсеп алып, трактор аҫтына йоҡларға ятҡан, имеш. Әллә инде... Әсәйҙән атай тураһында бер тапҡыр һорашып та ҡараным.
— Атаң тураһында өндәшмә лә! Йүнле ир шулай үлеп ятмаҫ ине, — тип әрләне генә. Хәҙисә апай атайҙы тыныс була торғайны, тип һөйләне. Эштән ҡайта ла ипләп кенә ашап-эсә лә, ишек алдына эш менән булашырға сығып китә торғайны, ти. Шул саҡ, хәтеремдә, апайға:
— Эх, әсәй ҙә шулай тыныс булһа ине, атыу ныҡ уҫал, — тип әйткәйнем:
— Әсәй гел улай булманы. Атай үлгәс кенә үҙгәрҙе, — тине.
Уҫал булмаған әсәйҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Апай, ярай, ун алтыһы тулыр-тулмаҫтан кейәүгә сыҡты. Шуға ла Сулпан менән икебеҙгә әсәй сыбығы ярайһы уҡ эләкте. Бер һыҙыҡтан йөрөттө беҙҙе. Иртән һауынға китер алдынан, беҙҙе лә уятып, йорт тирәһендә эштәр ҡуша. Мәктәпкә барғансыға тиклем шуларҙы эшләп бөтөргә тейешбеҙ. Ҡайтҡас, тикшерә, берәй нәмә эшләнмәһә, ишек башында эленеп торған сыбыҡ эләгә.
Бер тапҡыр мейес төбөндә ҡалҡырға ултыртып ҡуйылған ҡамырҙы күрмәгәнбеҙ. Ҡалҡып ултырған нәмәне баҫмай мәктәпкә китеп барғанбыҙ. Әсәй ҙә ҡамыр тураһында бер ни өндәшмәгәс, был турала уйлап та бирмәйбеҙ. Ул ферманан ҡайтҡансы, ҡамыр ҡалҡып, һауытынан ташып бөткән. Мәктәптән әсәй сыбыҡ менән ҡаршы алды. Хатта аптыраманым да, нимәне яңылыш эшләгәнбеҙ, тип тә уйламайым. Шул тиклем йыш эләгә, сәбәптәре мөһим түгел. Сулпан сыбыҡты күргәс тә иларға кереште. Әсәй тәүҙә уға эләктерҙе. Сулпан илай, мин ҡарап торам, сиратымды көтәм. Әсәй әрләй:
— Мин һеҙгә бында он эшләп йөрөйөммө?! Күпме ҡамырҙы әрәм иттегеҙ! Был икмәк бер аҙнаға етергә тейеш ине. Ул ондо хәҙер артымды күрһәтеп аламмы?!
Сулпан ҡысҡырып олой. Ҡасып маташа, әсәй унан тағы ла енләнә. Шунан сират миңә лә килеп етте.
— Әйлән! — ти миңә. Мин әйләнеп, күҙемде ныҡ итеп йомам да, ҡулымды ҡулға тотоп ҡатып тик торам. Әсәй һуға башлай. Нәҙек кенә сыбыҡ әсе итеп эләгә. Тәнде ут менән бешерәләрме ни?! Ауыртһа ла, өндәшмәйем. Әсәй тағы ла нығыраҡ һуға. Мин тик торам, өн дә сығармайым. Әсәй тағы бер нисә тапҡыр һуға-һуға ла:
— Ых та тимәй, исмаһам, — тип үҙе илап сығып китә. Сулпан менән шулай икәүләп береһе өйҙә, береһе тышта илай-илайҙар ҙа, бер ни булмағандай, өсәүләп ултырып сәй эсәбеҙ. Ошо хәлдән һуң мин бөтөнләй тиерлек икмәк ҡапмаҫ булдым. Кешенекен урлап ашағандай үҙемде ғәйепле тоям.
Шуға ла мин әсәйҙе, беҙҙе арҡанан һөйөп булмаһа ла, исмаһам, бер әрләмәгән көнө булһа тип, күҙ алдына килтерә алмайым. Хәҙер генә, уның шул саҡтағы йәшенә етеп, хатта унан өлкәнерәк булғас, аңлағандай итәм. Ул бик бәхетһеҙ кеше булған.
Әсәйҙе ун алты йәшендә кейәүгә биргәндәр. Өләсәйҙәр, әсәйҙең ата-әсәһе, туйҙан бер йыл үткәс, үлеп китә. Ҡәртәсәйҙәр, атайҙың ата-әсәләре, уны һыйҙырмай. “Гел ҡыҙҙар табып тик ятаң, быуыныбыҙҙы дауам итеүсе кәрәк”, — тип, хатта айырып маташҡандар, тик атай мәрхүм булып ҡала. Атай үлгәс, ҡәртәсәйҙәр менән бер тапҡыр ғына аралашып ҡараныҡ. Мин мәктәпкә барған йылды әсәй бер кис саҡырып алды ла:
— Бар ҡәртәсәйеңә барып килегеҙ. Мәктәпкә кейем кәрәк, тип әйт. Хәҙисә апай ҡалаға уҡырға бара, әсәйҙең аҡсаһы етмәй, тиген, — тип, әсәй күстәнәскә бер таба майикмәк биреп, Сулпан менән икебеҙҙе сығарып ебәрҙе. Минең артыҡ барғым да килмәй, туғаныбыҙға түгел, бер ят кешегә ебәргәндәр һымаҡ.
Ҡәртәсәйҙәр ауылдың икенсе осонда йәшәй. Улар, хәҙер иҫләүемсә, ҡәҙимге хәлле кешеләр булған. Ҙур йорт, яңы мунса, яңы усаҡлыҡ, ауылда берҙән-бер еңел машина. Барып еткәс, инергә ҡыймай ҡапҡа төбөндә тора инек, ишек алдында йөрөгән ҡәртәсәй беҙҙе күреп ҡалып, үҙе килде.
— Нимә кәрәк? — тине ул, ҡоро ғына. Мин ҡурҡыштан бер ни әйтмәнем. Исмаһам, һаулыҡ та һорашманым. Сулпан минең артҡа йәшенде. Ҡулымдағы майикмәкте генә һуҙа алдым. Ҡәртәсәй уны алды ла шунда уҡ ҡапҡа төбөндә ултырған эткә ташланы:
— Килеп йөрөмәгеҙ! — тип ҡапҡаны шарт япты.
Ҡайтып еткәс, барыһын әсәйгә һөйләгәйнек, ул ултырҙы-ултырҙы ла, Хәҙисә апайға ҡарап:
— Кеше итәм тиһәм, булманы. Кейәүгә бараһың инде, — тип сығып китте. Хәҙисә апай ятып иланы. Әсәй, кискә табан ғына сәсе-башы ялбырап, күҙҙәре илауҙан шешенеп, ҡайтып инде. Аҙаҡ ул ҡәртәсәйҙәргә барып ирешкәнен белдек. Ҡәртәсәй менән һуғышып, бөтә тәҙрәләрен ярып, ҡарғап ҡайтҡан.
Әсәй шулай утыҙ йәшенә етер-етмәҫтән өс бала менән яңғыҙ ҡала. Һауынсының эш хаҡына донъя көтөп маташа, тик уныһын әллә бирәләр, әллә юҡ, әллә ҡулыңа тауар тотторалар... Инде нимә эшләргә белмәгәндән, ғорурлығы аша атлап, ҡәртәсәйгә ебәргәндер инде. Ә инде етем балаларын тағы ла етемһерәтеп, ҡапҡа төбөнән ҡыуып сығарғас, ғәрлеген йәшерә алмай барып еткәндер, тием.
Атайҙы ла хәтерләргә яратмауы үпкәләүҙәндер тип уйлайым. Күрәһең, яңғыҙына шул тиклем ауыр булған, хатта кешегә үлгәне өсөн үсегеп йәшәне, ғүмер буйы ғәфү итә алманы.
Хәҙисә апайҙы әсәй, ысынлап та, бик иртә кейәүгә бирҙе. Беҙҙең ауылда Ғәлиә тигән инәй бар. Инәй тип, әсәйҙән күп булһа бер өс-дүрт йәшкә олораҡтыр. Уның белмәгән кешеһе, ишетмәгән хәбәре юҡ. Һәр ерҙә үҙ таныштары, дуҫтары бар. Ғәлиә апай үҙен “төп димсе” тип атарға ярата. Төп шөғөлө — ауыл йәштәрен өйләндереү. Бер нисә көн эсендә кешегә кейәү йә кәләш табып бирә ала. Хәҙисә апайҙы ла ире менән “төп димсе” ҡауыштырҙы.
Апай бик алыҫ районға сыҡты. Мәһәр аҡсаһын әсәй кейәүенән апайҙы уҡытыуына тотоноуын һораны. Хәҙисә апай менән бер нисә йылға бер күрешә башланыҡ. Күберәк хат алыша инек. Әсәй ҙә үҙе, апай бәпәйләгәс кенә, саҡ барып сыҡты.
Мин бишенсе кластарҙа уҡығанда, еҙнәй, балалары менән Хәҙисә апай ҡунаҡҡа килде. Бына шунда атай, әсәйҙең уҫаллығы тураһында һөйләшкәйнек. Мин апайға һоҡланып ҡарап ултырҙым. Матур күлдәк кейгән, сәстәре бөҙрә, күҙҙәре буялған. Әсәй уның менән шул тиклем йылы итеп һөйләшә, йөҙөнән йылмайыу төшмәй. Кейәүгә сыҡһам, мин дә шулай матур итеп кейенеп йөрөрмөн әле! Әсәйгә лә иң шәп күлдәктәр, күстәнәстәр алып килермен, ул да мине шулай һөйөр ине, тип апайымдан әсәйҙе ҡыҙғанып, хыялланып ултырғаным хәтерҙә.
Апай ҡайтып киткәс, әсәй тынысланып ҡалғандай булды. Әммә бер аҙнанан бухгалтерҙың ҡыҙын эшкә алыр өсөн, уны эшенән бушаттылар. Әсәйҙе күрше ауылдағы быҙау фермаһына ебәрҙеләр. “Унда мин нисек йөрөргә тейешмен?” тиеүенә: “Һөйәрҙәрең алып йөрөһөн”, тип яуап ҡайтарғандар. Ҡаршы әйтһә, бөтөнләй эшһеҙ ҡала бит инде, яңы урынға ризалашҡан.
Әсәйҙе ғүмеремдә бер ир менән булһа ла һөйләшкәнен күргәнем булманы. Әммә яңғыҙ ҡатын тураһында ниндәй генә хәбәр йөрөмәгәндер инде ауылда... Йөрөү генәме?.. Бер хәл иҫкә килеп төштө...
Әсәйгә кис күрше ауылдан ҡайтыуы ҡурҡыныс булмаһын тип, мәктәптән һуң эшенә йөрөй инем. Бер көн барып инеүемә, ҡаршыма бите сапсылған завферма Фирғәт ағай тап булды. Һаулыҡ һораштым да инеп киттем. Кормдар булған бүлмәнән әсәйҙең ҡыптырлауы ишетелә, тура шунда юлландым. Яулығы иҙәндә ята, сәсе ялбырап бөткән, эсен тота-тота кейемен рәтләй. Ул мине күрҙе лә эш ҡушҡан булып, тышҡа сығарып ебәрҙе. Йөҙөн күрмәнем, тауышы илағандыҡына оҡшаған. Фирғәт ағай ҡул күтәрҙеме икән, тип уйланым, һорашырға ҡурҡам. Әсәй өндәшмәне лә, эш эшләп тик йөрөнө. Кис ҡайтҡас, аҙна уртаһы булһа ла, мунса яҡты. Беҙ уның менән гел бергә барабыҙ. Эй, ышҡынып йыуынды, хатта тиреһе һыҙырылыр тип ҡурҡтым. Бахырҙы, яҡлаусыһы булмаған яңғыҙ ҡатынды нисә тапҡыр көсләгәндәрҙер инде?.. Әммә шулайтып, йыш ҡына ҡапыл мунса яғып, оҙаҡ йыуына торғайны. Бахыр, тәнен ышҡып ул холоҡһоҙ ирҙәр ҡалдырған күңел бысрағын йыуып маташҡандыр инде.
Апай килеп ҡайтыуы шатлығы оҙаҡҡа етмәне, элекке тормош кире башланды. Иртә тороуҙар, бөтмәҫ эш, туҡтауһыҙ әрләнеүҙәр. Әсәй күңелендә йыйылғанын Сулпан менән икебеҙгә төшөрәлер. Хистәрен, йөрәгендәге эренен ҡайҙа итергә белмәй, беҙҙе шулай сыбыҡлай. Бер яҡтан, бәлки, үҙенсә тәрбиәләйем тип уйлағандыр ҙа инде.
Апайҙы уҡыта алмағанғамы икән, беҙҙән гел яҡшы уҡыуҙы талап итте, ҡалаға инә алырлыҡ булырға тейешһегеҙ тип әйтә торғайны. Эргәбеҙҙә сыбыҡ менән ултырып өйгә эш эшләтә ине. Билдәле, дүрт алыу — бәлә. Балалар менән уйнарға сығарманы, уның урынына беҙ йә эш эшләй, йә дәрес әҙерләй инек. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә тырышып уҡыным. Артабан уҡырға инеп, әсәйҙән тиҙерәк ҡотолорға.
Дауамы бар.