Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
8 Ноябрь 2022, 17:25

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (2)

— Әсәң ҡартайҙы... Шәп бисә була торғайны бер-ике йыл элек... Һин дә кейәүҙә булдың түгелме? Ҡыҙ түгелһең инде?

Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (2)
Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (2)
Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (2)
 
Кейәүгә сыҡҡым килә

Һигеҙенсе класты бөткәндән һуң район үҙәгендәге училищеға тегенсегә индем. Әсәй барып ҡайтыр өсөн аҡса тотторҙо ла:
— Тегенсегә ин. Минең кеүек һыуыҡ фермала йөрөмәҫһең, — тине. Минең менән бергә класташ ҡыҙҙар ҙа уҡырға инде. Ятаҡта бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Бында мин үҙемде иреккә сығарылған ҡоштай тойҙом. Шул тиклем рәхәт икән! Иртә таңдан кискә тиклем бер кем дә әрләп тормай, ишек башында ла сыбыҡ юҡ...
Ошо ятаҡта кейәүгә сыға яҙҙым да инде. Был кешене яйлап, тәфсирләп яҙырға лайыҡлы түгел. Теләгем дә юҡ. Хәлемдән килһә, хәтеремдән бөтөнләй юйып ташлар инем. Шуға ла мөмкин тиклем ҡыҫҡараҡ һөйләп китәм.
Хәйҙәр менән ятаҡта таныштыҡ. Атай булмағас, ир яратыуын нимә икәнен белмәгәс, тәүге йылы һүҙҙәрҙән ҡойолдом да төштөм. Танышыуыбыҙға бер аҙна ла үтмәне, кейәүгә саҡыра. Мин уйлармын, тинем. Ялдарға ауылға ҡайтҡас, әсәйгә кейәүгә саҡырыуҙарын әйттем. Ул:
— Әллә аптырап бараһыңмы?! Мин һине унда уҡырға ебәрҙем, — тип, тағы сыбыҡлап ташланы. Инде үҙемде ҙур кеше тип хис итеп, башҡаса сыбыҡ эләкмәҫ, әсәй минең менән дә апай менән һөйләшкән кеүек һөйләшер тип уйлағайным. Сыбыҡлауына элекке кеүек бер һүҙ ҙә әйтә алмауыма, әй, ғәрләндем. Әй, йәнем көйҙө. Тоттом да киске автобус менән кире ятаҡҡа ҡасып сығып киттем. Унда Хәйҙәрҙе табып, ризалығымды әйттем. Ул башта шатланды. Туйыбыҙ ҡасан, ҡайҙа үтеүе тураһында ауыҙ тултырып һөйләне. Ауылға класташ ҡыҙҙар, әлбиттә, хәбәрҙе еткергән. Улар аша уҡ әсәй мине башҡаса ҡайтып йөрөмәһен тип сәләм ебәргән. Хәйҙәр һүҙҙәрен ҡабатлауын дауам итте. Бына-бына ата-әсәһе менән таныштыра, бына-бына яҙылабыҙ, айырым бүлмә алабыҙ. Тик беҙ һаман шул уҡ ятаҡта йәшәнек. Ул үҙенең, мин үҙемдең бүлмәлә. Кискеһен генә егеттәре бүлмәһен бушата ла шунда осрашабыҙ. Бер аҙнанан һуң Хәйҙәрҙе ялҡыттым, күрәһең. “Һинән кәрәгеңде алдым”, — тип араны өҙҙө...
Был хәбәрҙе лә ауылға еткергәндәр. Ул саҡта Яңы йыл мәле ине. Шулай мин, студент булыуыма ике ай ҙа тулып үтмәне, кейәүгә сыға яҙып ташлашып та өлгөрҙөм. Өйҙән ҡасып киткәс, ҡайтыуы ла оят. Аҡса юҡ, шул класташ ҡыҙҙар ашата мине. Үлеп яратҡан кешем йөрәгемде ярғас, ҡайғыға батып яттым. Бүлмәнән дә сыҡманым, дәрестәргә лә йөрөмәнем... Тиҙҙән уҡыуҙан ҡыуҙылар. Ҡайҙа барырға тип аптырап торҙом да ауылға юлландым. Тик өйгә инергә ҡурҡтым. Һарай башына менеп яттым. Сулпан килеп сыҡһа, ябынырға берәй иҫке сепрәк, әҙерәк ашарға һорармын, тип аҙымдарҙы тыңлайым. Ниндәйҙер ҡыптырлау ишетелә кеүек. Әсәйме? Сулпанмы?
— Типә! — Сулпан һарай эсендә тауыҡтарҙы ҡыуып ебәрҙе. Мин ипләп кенә уға өндәштем. Ул тертләп китте.
— Апай! Һин бында нимә эшләйһең? Әсәй белһә, сыбыҡлай бит! — ти Сулпан.
— Ә һин уға әйтмә. Ул эштәме әле? — тип ярыҡ аша ҡыҙыҡһынам.
— Юҡ, яңы ҡайтты.
— Миңә ипләп кенә ашарға берәй нәмә, берәй ябынырлыҡ сепрәк алып кил әле. Ялдарҙан һуң кире китәм.
— Нисек мин күренмәй алып килергә тейешмен?
— Белмәйем. Бер нәмә уйла, зинһар.
— Мине туҡматаң бит! — тип Сулпан борсола.
— Быға булмаһа икенсегә туҡмаясаҡ...
Сулпан өйгә инеп китте. Бер-ике сәғәттән генә кире һарай башына килеп менде. Әсәй ҡайҙалыр сығып китте, тине. Үҙе ҡалын юрған, майикмәктәр, кәсәгә ҡойоп йылы сәй ҙә алып килгән.
— Сулпан! — тигән тауыш ишетелде. Әсәй! Сулпан һарай башынан һикереп төшөп йүгерҙе.
— Унда нимәңде ҡарайһың?
— Йомортҡа эҙләнем, — тип алданы Сулпан. Иҫәркәй! Был ваҡытта ниндәй йомортҡа булһын инде! Әсәй өндәшмәне.
Ҡараңғы төшкәс, ҡурҡыта башланы. Өшөттөрә лә. Һәр бер өндө тыңлап ятам, йоҡлап булмай. Һәр бер ҡыптырлауға тертләйем. Үҙемдең илағым килә. Түҙәм. Төнгө ун икеләрҙә аҙымдар ишетелде. Тын алырға ла шөрләтә. Кәртә эргәһенә килеп туҡтаны.
— Төш! — тине әсәйҙең тауышы. Сулпан әйттеме икән? Барыбер! Кәртә башында шул тиклем ҡурҡыныс, хатта әсәйҙең тауышын ишетеүгә лә шат инем.
— Тиҙ бул!
Төштөм. Әсәй сыбыҡ менән тора. Төштөм дә элеккесә ҡулымды тотоп, күҙемде йомоп ҡаттым. Әсәй туҡманы ғына. Мин өндәшмәнем.
— Ых та тимәй! — Ул тағы илап ебәрҙе, сыбығын ташлап, өйгә табан атланы. Мин сыбыҡты алдым да артынан атланым. Өйгә ингәс, сыбыҡты кире ишек башына ҡыҫтырҙым. Быны ҡарап торған әсәй:
— Бар, сәй эс тә ят, йоҡла! — тип бойорҙо.
Иртәгеһенә таңғы биштәрҙә уятты.
— Тор. Эш һөйләшкәнмен. Бөгөндән һауынсы булып сығаһың, — тине. Мин бер нәмә лә әйтмәнем. Шулай һауынсы булып киттем. Әсәй минең менән һөйләшеп барманы. Үпкәләгән, күрәһең.
Эшкә сыҡҡан көндөң кисенә үк минең турала төрлө ғәйбәттәр таралып та өлгөрҙө. Ауырлы, ире бала таба алмағанға айырған, иренә хыянат иткән... Класташтарым был һүҙҙәрҙе миңә еткереп кенә тора. Мин тыңлайым-тыңлайым да, илайым. Сулпан йыуата:
— Ярай, апай, илама. Улар һөйләр-һөйләр ҙә туҡтар. Кеше итен сәйнәүҙән башҡа уларҙың эше юҡ бит!
Дөрөҫ әйтә лә ул Сулпан. Ысынлап та, уларҙың үҙҙәренең яҡшы эштәре булмағас, кешеләрҙең етешһеҙләктәренә ҡыуаналар ғына. Шулай ҙа ҡыйын бит. Мин бит кейәүгә сыҡманым. Туй ҙа булманы. Ҡайҙан алалар был бөтмәҫ ғәйбәтте? Илауымды әсәй күрә лә тағы сыбыҡ тотоп килә.
— Кем ғәйепле? Үҙең ғәйепле! Мине оятҡа ҡалдырҙың! — тип әрләй.
Яҙ еткәс, әсәй мине үҙе кейәүгә бирергә булды. Тик быға тиклем бер хәлгә тарыным.
Бер көн эштән ҡайтышлай теге завферма Фирғәт ағай ҡыуып етте.
— Ни хәлдә, һеңлекәш? — тип эргәмдә тытылдай башланы. Яуап бирәмме-юҡмы, унда эше юҡ. Мин аҙымды шәбәйтәм, ул да артымдан ҡалышмай.
— Әсәң ҡартайҙы... Шәп бисә була торғайны бер-ике йыл элек... Һин дә кейәүҙә булдың түгелме? Ҡыҙ түгелһең инде? Белмәнеңме ни, йоҡлар өсөн кейәүгә сығыр кәрәкмәй? Әсәйеңдән һора, — тип мине ҡосаҡлай башланы. Этеп ебәрҙем. Тағы нығыраҡ ҡосаҡлай. Көпә-көндөҙ ауыл осонда тороуыбыҙ ҙа туҡтатмай. Мин тоттом да, бот араһына тибеп, йүгерҙем. Теге артымдан баҫтыра. Минең илай-илай йүгергәнемде урамдағы эскәмйәлә ултырған Сулпан күреп ҡалды. Үҙем йүгерәм, үҙем ҡысҡырам:
— Ҡапҡаны биклә!
Фирғәт артымдан ҡалмай. Мин ишек алдына инеп өлгөрҙөм, ҡапҡа бикләнде. Тик Фирғәтте был да туҡтатмай. Ҡапҡаны этә, тибенә. Беҙҙең ҡысҡырышыуға эшкә китеп өлгөрмәгән әсәй килеп сыҡты. Сулпан әсәйгә ҡарай ташланды:
— Әсәй! Апайҙы Фирғәт ағай баҫтыра!
Мин ҡапҡаны этеп торам. Теге ир асып маташыуҙан туҡтаны ла ҡапҡа аҫтындағы таҡтаны тибеп ебәрҙе. Ергә ятып инә башланы. Минең аяҡты тотоп алды. Артҡа шылам тип ҡолап киттем. Теге мине һөйрәй башланы. Шул саҡ әсәй йүгереп килде лә ҡысҡырып ебәрҙе:
— Хәҙер ҡулыңды өҙә сабам! — Ялтыр балта ергә килеп ҡаҙалды. Ҡулын алып өлгөрмәһә, өҙөлөр ине. Әсәй балтаны бер ҡулы менән ерҙән тартып алды ла, ҡапҡаны асып, Фирғәт ағай артынан йүгерҙе. Урам осона тиклем баҫтырып барҙы. Мин уны тупһала көтөп ултырҙым. Әсәй ҡайтып, балтаны урынына ҡуйҙы ла:
— Ирҙән ҡалып йәшәү шулай була. Оҡшаймы? — тип өйгә инеп юғалды.
 
Дауамы бар.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: